rifat » 31 янв 2013, 14:09
Үҙ практикама килгәндә, мин уҡыусылар менән тәүге ижади эштәрҙе 5-се кластан уҡ башлайым. Класс менән “Аманат” журналына, “Йәншишмә” гәзитенә яҙылып, унда баҫылған тиҫтерҙәренең, яҙыусыларҙың ижадын уҡыйбыҙ, үҙебеҙ ҙә шиғыр, әкиәт, хикәйә, нәҫер ижад итәбеҙ, ауылдарҙан төрлө легенда-риүәйәттәр яҙып килтерәбеҙ. Яҙыуға, ижад итеүгә әүәҫ талантлы балалар менән эште артабан юғары кластарҙа ла дауам итәбеҙ. Сафтар һирәгәйә, һәм ысын таланттар ғына тороп ҡала. Иң мөһиме - уҡыусыны уйларға өйрәтеү, уға ышаныу. Гимназияла эшләү дәүерендә миңә күп уҡыусылар менән республика, Рәсәй кимәлендә фәнни-эҙләнеү конкурстарында ҡатнашырға тура килде. Бындай конкурстар уҡыусыны аудитория алдында сығыш яһарға, үҙендә ышаныс көсө тәрбиәләргә, әҙәбиәт менән эшләргә өйрәтә. Уҡыусы фәнни эштәр яҙыу күнекмәләрен ала. Ул иптәштәренә ҡарағанда бер башҡа үҫеп китә. Олимпиадалар һәм башҡа төрлө конкурстар баланың ихтыяр көсөн тәрбиәләй, донъяны танып белеү һәләтен үҫтерә. Уҡыусылар менән башҡарған эҙләнеү эштәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән генә сикләнмәйенсә, тарих, мәҙәниәт, биология, химия фәндәре менән дә ҡушылып китә.