dama72-16 » 27 ноя 2017, 13:52
...Экологик белем нигеҙендә кеше менән тәбиғәттең мөнәсәбәтен өйрәнеү, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу, һаҡлау һәм тергеҙеү алымдары ятһа, экологик тәрбиә маҡсаты иһә тирә-яҡ мөхитте аңлы ҡабул итеүҙе формалаштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың кәрәклегенә инандырыуға дөрөҫ йүнәлеш биреү тора. Экологик тәрбиәле, белемле кеше аңлы рәүештә тәбиғәтте дөрөҫ файҙалана, ҡуллана, һаулығы хаҡында ҡайғырта, халҡын хөрмәт итә, илен, ерен, тыуған йортон, туған тәбиғәтен ярата, уны һаҡлай. Тимәк, илһөйәрлек тәрбиәһе һәм экологик белем, тәрбиә бер-береһенән айырылғыһыҙ. Тыуған ереңде, илеңде, тәбиғәтеңде һаҡлау өсөн уны яратырға, яратыу өсөн уны өйрәнергә кәрәк. Әгәр һин үҙеңде уратып алған мөхитеңде яҡшы белһәң, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәрен аңлы рәүештә өйрәнһәң, уны ысынлап та күҙ ҡараһылай һаҡлайһың, уның киләсәген ҡайғыртаһың.