fquekm » 27 ноя 2017, 16:16
Башҡортостан Республикаһының биш тәбиғәт зонаһы тураһында һөйләгәндә ҡулланырға мөмкин булған текстар тәҡдим итәм.
2.Урманлы дала зонаһы
Белорет районы күренеше
Урманлы дала зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн иң уңайлыһы. Уңдырышлы ҡара тупраҡ, тигеҙ ер өҫтө, ауыл хужалығы өсөн етерлек дым һәм йылылыҡ, мул һыулы йылғалар ошонда. Шуға күрә лә урманлы дала кеше тарафынан күптән үҙләштерелгән. Хәҙерге ваҡытта бында антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Бөтә зонаны юлдар, электр линиялары, урман һыҙаттары арҡырыға-буйға киҫеп үтә. Йәй көндәрендә йәм-йәшел баҫыуҙар ҡарашты иркәләй. Һөрөнтө ерҙәр 65 процентҡа тиклем майҙанды биләй. Сабынлыҡтар, көтөүлектәр, емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсалары ла байтаҡ майҙан алып тора. Иген һәм техник культураларҙың төп өлөшө ошонда үҫтерелә, игендең уңышы гектарынан 30—40 центнер тәшкил итә.
Был зонала тәбиғи хәлендә һаҡланған, шулай уҡ кеше ҡулы тарафынан тыуҙырылған ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары байтаҡ. Улар араһында Бәләбәй районында Усень-Ивановка ауылы эргәһендәге, шулай уҡ Бөрө районының «Сосновый бор» ял йорто тирәһендәге ҡарағайлыҡтар иң күренеклеләре.
Асылыкүл менән Ҡандракүл — үҙе бер тәбиғәт мөғжизәләре. Асылыкүл яр буйында һирәк осрай торған үҫемлектәр, мәҫәлән, Себер флоксы, үҫә.
Урманлы даланың төньяҡ-көнсығышында Салауат районында Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ яры буйлап Сулпан ауылы эргәһендә Янғантау урынлашҡан.
Был зонаның тәбиғәт ҡомартҡыларынан шулай уҡ Ҡорғаҙаҡ һәм Красный Ключ сығанаҡтарын, Шәмсетдин күлен һәм Шөңгәккүлде, Охлебинино һәм һыныу тыуҙыра. Улар Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Был тауҙарҙың иң төньяҡтағыһы — Йөрәктау. Уның Ағиҙел йылғаһы кимәленән бейеклеге 220 м. Көньяҡтараҡ тағы өс шихан бар — улар Ҡуштау, Шәкетау (Шахтау)һәм Торатау. Быларының иң бейеге — Торатау (Ағиҙел йылғаһы кимәленән 275 м бейеклектә). Шихандар — пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡҡан рифтар. Улар 250 млн йыл самаһы элек пермь осоронда һай һыулы диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән. Шихандар Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан сылбыр булып һуҙылған. Артабан күп рифтарҙы тоҡомдар күмеп киткән. Тик кайнозой осоронда ҡалҡып сыҡҡандарынан ҡайһы берҙәре генә ер өҫтөндә тороп ҡалған.
Шихандарҙа, боронғо диңгеҙ хайуандарының ташҡа әйләнгән һөлдәләрен осратырға мөмкин, тау ипкендәрендә һирәк осрай торған һәм юғала барыусы күп үҫемлектәр үҫә. Стәрлетамаҡ яңғыҙ тауҙарынан тыш Башҡортостанда шулай уҡ Дыуан рифтары билдәле. Улар ҙа пермь осоронда барлыҡҡа килгән.