Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Рамиля Ильясова » 21 ноя 2017, 16:12

Башҡорт халҡының быуаттар буйы һаҡланып килгән йолалары,ғөрөф-ғәҙәттәре бар.Кеше йола менән яҡты доньяға тыуа,йола менән һуңғы юлға оҙатыла.Бөгөнгө көндә йола һәм байрамдарға иғтибар айырыуса арта.Байрамдар аша уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш,һәйөү тәрбиләнә.Мәктәптәрҙә «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе»,«Һабантуй» кеүек байрамдар ойошторорға була.Бындай байрамдарҙа беҙ бала саҡта яратып уйнаған «Йөҙөк һалыш»,«Аҡ тирәк-күк тирәк»,«Һәпәләк» уйындары уйналһа,балаларзың ҡыҙыҡһыныуы артыр ине. «Ҡарға бутҡаһы »байрамында ошондай теләктәр һәм һамаҡтарҙы өйрәтергә була:
Һалҡын ағай кит,кит
Ҡояш апай сыҡ,сыҡ.
Һөтлө һыйыр яланда,яланда,
Майлы бутҡа ҡаҙанда,ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа,баҙарҙа.
Ҡояш апай сыҡ,сыҡ.

Ямғыр яу,яу,яу,
Иген үҫһен тау,тау,тау,
Беҙ йәшәрбеҙ һау,һау!
Милләтебеҙ йола-байрамдарға,ғөрөф-ғәҙәттәргә бик бай.Уларҙы һаҡлап киләсәк быуынға тапшырыу-беззең изге бурысыбыҙ.Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур көскә эйә.
Рамиля Ильясова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 10:27

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение асиюшка68 » 21 ноя 2017, 15:42

Дәресемдә һәр ваҡыт туған ергә, тәбиғәткә, ер-һыуға ҡағылышлы һөйләмдәр йәки өҙөктәр ҡулланам. Һуңынын уҡыусылыр менән төрлө эш төрҙәрен ҡулланып анализлайбыҙ. Бындай миҫалдар уҡыусылырҙа тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш уята Һеҙгә бер нисәһен тәҡдим итәм.
Беҙҙең тәбиғәт бай, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Баҫыуҙа игендәр тулҡынлана. Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы, Талҡаҫ күле, һалҡын шишмәләре генә ни тора! Ере – алтын, ә эсәр һыуҙары-таҙа.
асиюшка68
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 12:32

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зинатуллина Фируза » 21 ноя 2017, 15:15

Туған тел дәрестәрендә экологик тәрбиәне нығытыу тураһында һөйләшеү бик урынлы һәм ваҡытлылыр, тип уйлайым. Сөнки иң беренсе бала үҙенең туған телендә һөйләшә башлай, үҙенең туған телендә аңлай, уйлай башлай. Шуға күрә лә тәрбиә әсә телендә барһа, балаға экологик тәрбиә нығыраҡ аңлашыласаҡ. Әлбиттә, экологик тәрбиә 20- се ғасыр аҙағында онотолоп торҙо, беҙҙең хәҙерге уҡыусыларҙың ата-әсәләре ошо осорға эләкте. Шуның өсөн дә, экологик тәрбиәне ата- әсәләрҙә лә тәрбиәләү ҡамасауламаҫ. Бының өсөн уларҙы, дәрестән тыш сараларға, дәрестәргә йышыраҡ саҡырырға кәрәктер , тип уйлайым .
Мәҫәлән, Рауил Бикбаевтың "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" шиғырын өйрәнгәндә, ата-әсәләрҙе лә дәрескә саҡырып, йылғаларҙы бысратыу тураһында проблема күтәрелһә бик урынлы булыр ине, моғайын. Дәрес барышында уҡыусыларҙың үҙҙәре йәшәгән урындағы йылғаларҙың экологияһын тикшереү ҙә бик урынлы булыр.
Зинатуллина Фируза
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 06:37

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Алсу200 » 21 ноя 2017, 15:09

Экологик белем ни өсөн кәрәк беҙгә? Беренсенән, әле генә әйтеп китеүемсә, кешелектең экологик мәҙәнилек кимәлен күтәреү маҡсатында. Беҙҙә әле кимәл тигән нәмә, тураһын әйткәндә, юҡ кимәлендә. Һис тартынып тормайынса, беҙ тәбиғәттең иң гүзәл, изге иҫәпләнгән урындарында ла үҙебеҙҙән һуң бысраҡ ҡалдырырға, сүпләргә, уйлап та бирмәй усаҡ тоҡандырып ебәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ һәм был йылдар буйына шулай дауам итә. Экологик белем биреү кешене барыбер уйланырға, анализларға, перспективаны күҙалларға ярҙам итә: балаларыбыҙға ниндәй өлгө күрһәтәбеҙ һәм үҙебеҙҙән һуң уларға ниндәй мираҫ ҡалдырабыҙ – ошо хаҡта, мәҫәлән. Экологик белем һәр кемгә кәрәк, айырыуса үҫеп килеүсе быуынға. Бер география фәне генә бындай белемде бирә алмай, әлбиттә. Мәктәптәрҙә экология дәрестәре булдырыу, уҡыу әсбаптары, ҡулланма материалдар, методик күрһәтмәләр нәшер итеү кәрәк, тип уйлайым. Был йәһәттән мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында уйын, ярыш, фестиваль һәм конкурстар үткәреү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк.
Балаларҙы тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға, сүпләмәҫкә өйрәтеү, пейзаж күренештәрен һүрәткә төшөрөү, тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре буйынса оҫталар конкурсында ҡатнашыу үҙ һөҙөмтәһен битәсәк тип уйлайым. Йәйге каникулдарҙа махсус отрядтар төҙөп, турист һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт итеү, палаткалар ҡороп, ял итеү тәбиғәтте яҡындан тоййорғаа, уны аңларға булышлыҡ итәсәк.
Алсу200
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 16:22

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Закирова Фанзалия » 21 ноя 2017, 13:12

Туған тел төшөнсәһен тыуған ерһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә еребеҙ сафлығы,матурлығы йырҙарҙа йырланған тыуған төйәгебеҙ ни хәлдә һуң?
Сал Уралдың сабыр йөҙкәйенә
Ағыу яуа,һөрөм яғыла,-
ти, әсенеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев. Әсенерлек тә шул.
Ҡотҡарырға ерҙә матурлыҡты
Һуң түгелдер әле,һуң түгел…
Йәй көндәре йылға, күл буйҙарына сыҡһаң, сүп-сарҙың, ашап-эсеп алғандан һуң ҡалдырылған буш һауыттарҙың тирә-йүнде бысратып ятыуы йәнде әрнетә.Кешеләрҙең вайымһыҙлығы аптырата.Ә ошо бысраҡлыҡты бөтөрөргә бер ниндәй ҙә сығымдар ҙа талап ителмәй бит.Ер-әсәгә ҡарата рәхимле булырға һәм ошо мәсьәләгә яуаплы ойошмаларға сүп-сар өсөн ҙур һауыттар ҡуйыу ғына кәрәк. Халҡымдың таш булып ҡатҡан күңелен терелтәһем килә минең.
Закирова Фанзалия
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 06:24

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение асиюшка68 » 21 ноя 2017, 12:06

Хәйерле көн барығыҙғала! Мин бер уҡыусымдың экология йылына арнап яҙған иншаһынан бер өҙөк тәҡдим итәм.
"Ауылыбыҙ осонда түңәрәк кенә бер күл бар. Яҙ етеү менән күл буйҙарын йәшел үлән ҡаплай, тәүге сәскәләр күҙҙәрен аса,йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар сыр-сыу килеп тыуған ерҙе сәләмләй, ерҙәге бөтә тереклек ҡояштың сағыу нурҙарында иркәләнә. Тәбиғәттең уяныуы кешеләр күңеленә лә үтеп инә.Саф һауанан тындар иркенәйеп,күңелдәрҙә әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек тойғоһо солғап ала. Еребеҙҙең хозурлығына, тәбиғәттең йәшеллегенә хайран ҡалаһың, һәм ошо матурлыҡҡа ҡул һуҙырға бер йән эйәһенең дә ҡулы күтәрелмәҫ кеүек.
Ошо гүзәллеккә тағы ла йәм өҫтәп беҙҙең түңәрәк күлебеҙгә йыл һайын аҡҡоштар ҡайта. Улар күп түгел, ни бары бер пар. Әммә был ике аҡҡош тирә йүнгә, күл өҫтөнә нур һибә, донъялар тулыланып, яҡтырып киткән кеүек тойола. Ҡауырһындары ап-аҡ, күҙҙәре һәм тәпәйҙәре ҡыҙыл, суҡыштары һарғылт-ҡыҙыл, тауыштары яңғырауыҡлы. Ә уларҙың йөҙгәндәрен ҡарап тороу үҙе бер тамаша. Муйындарын тура,ғорур тотоп, баштарын бер- береһенә терәп алалар. Юҡҡа ғына улар тураһында шағирҙар шиғыр яҙмаған, һоҡланып йырсылар йыр йырламаған да, рәссамдар һүрәт төшөрмәгән! Уларҙың тоғро мөхәббәттәре хаҡында күпме легендалар бар! Тыуған еребеҙҙең ҡабатланмаҫ бер биҙәге! "
асиюшка68
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 12:32

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Рамзиля Рамзиевна » 21 ноя 2017, 07:46

Ни өчен балалар һәм яшүсмерләр арасында кош ояларын туздыручы, елгаларны һәм чишмәләрне пычратучы, агачларны сындыручылар саны елдан-ел күбәя. Ә безнең кечкенә дусларыбыз- рәнҗетелгән песи һәм этләр? Алар да табигать балалары ич...
Табигатьне яратырга, табигатькә сак караш тәрбияләүне ничек оештырырга соң. XXI гасыр балаларына табигать байлыклырының чиксез түгел икәнен ничек аңлатырга? Бу авыр мәсьәлә.
Кешедә экологик дөрес гадәтләрне тәрбияләү җиңел эш түгел. Матур чәчәкне өзгәч, аның һәлак булуы турында белү барыбыз өчен дә аңлаешлы хәл түгел шул. Чәчәк гомере бик кыска. Безнең урманнар һәм кырлар, безнең кечкенә туганнарыбыз- хайваннар кыргый аучылар- браконьерлар кулыннан һәлак булмасын өчен безгә нишләргә? Балаларны уйланылмаган эшләрдән ничек туктатырга. Сораулар күп. Бу ялгыш кына эшләнгән эшләр нәтиҗәсендә кеше үзе җәфа чигә ич!
Республиканың табигый байлыкларының чын хуҗасы тәрбияләү- безнең иң кирәкле бурычларыбызның берсе.
Укучыларның яшь үзенчәлекләрен искә алып, экологик проблемаларның иң зурысыннан түгел, ә көн саен очрый торган әйберләрдән башласаң дәресрәк булыр.
Рамзиля Рамзиевна
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 17:10

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зараф » 20 ноя 2017, 20:43

Уроки татарского языка (как, впрочем, и любого другого предмета) призваны решать задачи обучения и задачи воспитания личности в неразрывном единстве. Чтобы этого добиться, учителю нужно проявить незаурядное мастерство. Он должен научить детей грамотно писать, умело излагать свои мысли в устной и письменной форме, он обязан привить ученику любовь к родному краю, гордость за свою Родину, уважение к родному языку как к национальному достоянию. И если при обучении татарскому языку главным руководством для нас является учебник и программа, то решение воспитательных задач открывает необозримое поле деятельности применения в работе различных форм и методов. Характер этой работы меняется в зависимости от подбора учащихся в классе, от их возраста, индивидуальных особенностей и ряда других аспектов ученического коллектива.
Многолетний опыт общения с детьми позволяет мне всегда остро чувствовать, по каким направлениям нравственного становления и духовного роста детей работать в данном классе. Именно поэтому я поняла, что у сегодняшних моих учеников ощущается дефицит культуры с природой. Это легко объяснить тем, что все мы ещё только начали отходить от лозунга «Мы не можем ждать милостей от природы, взять их у неё – наша задача». И хотя результаты такого насилия потрясают, но преодолеть потребительское отношение к ней, безразличие к её судьбе ещё не удалось.
Зараф
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 18:25

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зараф » 20 ноя 2017, 20:36

Китайский поэт писал:
Если вы думаете на год вперед – сейте зерна,
Если вы думаете на десять лет вперед – сажайте деревья,
Если вы думаете на сто лет вперед – воспитывайте человека.
Формирование у детей ответственного отношения к природе – сложный и длительный процесс, но он необходим, так как будущее планеты зависит от желания трудиться на пользу природы. Думаю, что экологическая культура начинается с воспитания любви, бережного отношения к природе, «братьям нашим меньшим», родному селу, в конечном счете – к Родине. Этому способствуют, несомненно, уроки татарского языка и литературы. следовательно, основная задача учителя – вводить экологический материал на уроках.
Зараф
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 18:25

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сажида Гатина » 20 ноя 2017, 20:32

"Башҡорттарҙы урман характерлы кешеләр тип тә атап була. Элек урман бөтә ерҙә лә булған һәм урмандарыбыҙҙың яйлап ҡырҡылыуы, ҡола- яланға әүерелеүе милләттең характерында ла сағылыш таба кеүек. Тимәк, милләтебеҙҙе һаҡлау өсөн уның характерын ҡылыҡһырлаған урманын да һаҡларға кәрәк булып сыға.
Шул уҡ ваҡытта урманды тик милләт кенә һаҡлай ала. Улар бер-береһенә шул тиклем бәйле. Тәбиғәт менән кеше араһындағы гормоник мөнәсәбәттең емерелеүе
лә кеше күңеленең һайығыуынан, йәғни тәбиғәттең юҡҡа сыға барыуынан килә.”

Был һүҙҙәр авторы бөйөк яҙыусы, урман йырсыһы Ноғман Мусин. Шул тиклем хаҡ, актуаль.
Сажида Гатина
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:34

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 4