Галиева Гульфиz » 26 ноя 2017, 19:14
Проект эше
Проекттың төрө: тикшеренеү,ижади.
Педагогик йөкмәткеһе : үҙаллы белем алыуға, үҙ-үҙеңде тәрбиәләүгә әҙерлек.
Проекттың маҡсаты: Тыуған ергә һөйөү,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү,тарихын өйрәнеү.
Проекттың бурыстары: райондағы тәбиғәт ҡомартҡыларының тарихын,уларға бәйле легендаларҙы, ундағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү,уларға бәйле материалдар йыйыу,һығымталар яһау.
Күҙаллаған һөҙөмтәләр:
-уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтереү;
- информация сығанаҡтары табырға өйрәнеү;
-проект өҫтөндә эште планлаштырырға өйрәтеү;
- проект өҫтөндә эш барышында бергәләп эшләү,башлаған эште аҙағына еткерә алыу;
Проектта ҡатнашыусылар:
Уҡытыусы, тәрбиәсе
Уҡыусылар
Ата-әсәләр
Проекттың актуаллеге:
Районыбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур. Торатау тауы,Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы,Хажы, Салауат,Ыласын мәмерйәләре,Туғар-Салған күле,Берғамыт йылғаһы, Кәлим осҡан,Ҡыҙыл таш ҡаялары тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районына ингән Йөрәктау, Ҡуштау шихандары район территорияһына яҡын урынлашҡандар.
Балалар менән ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын төрлө яҡлап:
-тарихын,уларға бәйле легенда-риүәйттәрҙе өйрәнеү;
-ундағы флора һәм фаунаны өйрәнеү;
-төҙөлөшөн,составын тикшереү;
-уларҙың тирә яғын сүп-сарҙан таҙартыу эше тора.
Проект эше өҫтөндә эшләү балаларҙы үҙаллы фекер йөрөтөргә,белем алыуға әүҙемлеген үҫтерергә,төркөмләп эшләргә өйрәнергә,ижади-эҙләнеү эшмәкәрлегенә йәлеп итергә,предмет-ара бәйләнеште нығытырға,тормошто танып-белеү,ҡыҙыҡһыныу һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итә.
Проекттың этаптары:
1.Балаларҙы проект эшенең бурыстары менән таныштырыу.
2. Айырым уҡыусыларға һәм төркөмдәргә эш төрҙәрен бүлеп биреү.
3.Практик эш.
4.Фәнни-ғәмәли эштәрҙе яҡлау.
5.Йомғаҡ яһау.