Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сажида Гатина » 26 ноя 2017, 18:27

Уйлап ҡына ҡарағыҙ: әлеге көнгә 107 төр һөтимәр, 60 төр ҡош Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юғалған. Шуларҙың 53-ө төрлө шарттарҙа йәшәй алмай юҡҡа сыҡһа, 114-е – кеше ғәйебе арҡаһында. Әле лә 600-гә яҡын хайуанға үлеп бөтөү ҡурҡынысы янай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ҙә, беҙҙән һуң киләсәк быуын да тарпандарҙы, ҡырағай ишәкте, гигант ламаны, мәмерйәләрҙә көн күргән арыҫландарҙы, күк антилопаны күрә алмаясаҡ.
Ҡоштарҙан тик турғайҙарҙың ғына ла 25 төрө, сыйырсыҡтарҙың 4 төрө юҡҡа сыҡҡан.
Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар «экология», «тәбиғәтте ҡотҡарыу мотлаҡ» тип саң ҡаға.
Һирәк ҡалған хайуандарҙы, ҡоштарҙы, ҡорттарҙы, балыҡтарҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышалар. Төрлө ойошмалар әүҙем рәүештә эш алып бара.
Бөтә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһының булдырылыуына 2014 йылда 90 йыл тулды. Уның тарихында ҡыҙыҡлы факттар ҙа йыйылып һаҡланған. Кешеләр элек тәбиғәтте ҡәҙерләгәндәр.
Мәҫәлән, 1674 йылда батша балыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу һәм үрсетеү йәһәтенән ике йылға балыҡ тотоуҙы тыйған.
Бөгөн иһә ҡармаҡ менән балыҡ тотоусы ла һирәк. Ау менән һөҙәләр, динамит шартлатып, шаңҡытып йыйып алалар. Уларҙы телевизор экрандарынан күрһәтеп, фашлау ҙа, ҙур күләмдә штраф һалыу ҙа ҡурҡытмай, шикелле.
Яҙҙың тәүге сәскәләре – умырзаялар хәүеф аҫтында, өҙөргә ярамай, тип һөйләйҙәр. Ә барыбер ҡала урамдарында уларҙы һатып ултырыусылар була.
Кеше нәфсеһен тыя алмай – Яңы йыл алдынан шыршы ҡырҡа, һунар тыйылған йәнлектәргә ата… Был үҙе ҙур янғынға тиң, ти ғалимдар.
Сажида Гатина
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:34

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Садыкова Г. М. » 26 ноя 2017, 17:18

Башҡорт теле, туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәренең экологик тәрбиә биреүҙәге роле ифрат ҙур. Тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит, экология мәсьәләләренә ҡағылышлы әҫәрҙәр, тәрбиәүи текстар бик күп. Уларҙы уҡығандан һуң, уҡыусылар нимә ул тәбиғәт, тигән һорауға яуап бирергә өйрәнәләр. Тәбиғәт - ул урмандар, йылғалар, күлдәр, тауҙар, ҡоштар, йәнлектәр, сәскәләр... Урман - ул таҙа һауа, тирә-яҡҡа йәм бирә. Урман - ул йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың төйәге, улар бында аҙыҡ таба. Урман шулай уҡ кешеләрҙе лә туйындыра - еләк-емеш, бәшмәк, сәтләүек бирә. Ошо тәбиғәтте нисек итеп һаҡларға һуң? Уҡыусыларға үҙҙәренә тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен сығарырға тигән өйгә эш бирәм. Улар төрлө экология темаһына һүрәттәр төшөрөп, ҡағиҙәләр яҙып киләләр.
Садыкова Г. М.
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 16:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зараф » 26 ноя 2017, 17:04

Экологик бәйләнешләрне өйрәнү балаларның логик фикерләү сәләтен, хәтерен, күзаллауларын, табигатькә сакчыл караш һәм шулай ук сөйләмнәрен үстерүгә дә ярдәм итә. Моны гамәлгә ашыру өчен түбәндәге мәсьәләне хәл итәргә кирәк: табигатьтәге бар нәрсә дә үзара бәйле икәнлеген дәлилләү; укучыларга ни өчен табигать бәйләнешләрен белергә кирәклеген; бәйләнешләрне бозуның табигать өчен дә, кеше өчен дә начар нәтиҗәләргә китерүен; бәйләнешләрне белгән кешенең табигатьтән аңлы файдалана белүен төшендерү; балаларда шушы бәйләнешләрне белү нигезендә табигатьтә үз­үзләрен дөрес тоту күнекмәләрен үстерү.
Зараф
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 18:25

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зараф » 26 ноя 2017, 16:43

Заманыбызның күренекле педагогы В.А. Сухомлинский табигатьне, әйләнә - тирә мохитне һичкайчан саекмас белем чишмәсе, матурлык, бәхет чыганагы дип атады. Бу чыннан да шулай. Балалар җәйге аяз көндә нурланып кояш чыгуын, бөтерелә - бөтерелә күбәләкләр очуын, ә яз җиткәч гөрләвекләр агыун күреп олы шатлык хисе кичерәләр. Табигатьнең шушы гүзәллеген кече яшьтән үк күрергә, тормышка сөенергә өйрәтергә без педагоглар бурычлы. Моның өчен мәктәптә төрле эшләр башкарырга мөмкинлекләр бик күп.
Табигать – кеше тәрбияләүнең бай чыганагы. Ләкин табигатьне танып –белүдән акыл, хисләр, карашлар формалашуы бары тик башлана гына әле.
11 ел буе белем алулары дәверендә мин укучыларның күз күреме даими рәвештә киңәя баруына ирешергә тырышам. Укучы үзенең туган як кырларыннан, үзенең бакчасыннан алып,тора-бара Ватаныбызның һәм Җир шарының табигать байлыклары, проблемаларын күзаллауга кадәр барып җитәргә тиеш.
Зараф
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 18:25

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Садыкова Г. М. » 26 ноя 2017, 16:39

"Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил - үҙенең тауҙары, икенсеһе - далалары, өсөнсөһө - һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостанда - шуларһың барыһы ла бар." (М. Кәримдән). Эйе, Башҡортостан барыһы менән да дан тота. Дәрестәрҙә уҡыусылар менән тәбиғәт, уны һаҡлау тураһында текстар уҡыйбыҙ, әңгәмәләр ойошторабыҙ.Тәбиғәт байлыҡтары менән һоҡланырға, ғорурланырға өйрәтәбеҙ. Ләкин шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләрҙең (ата-әсәләрҙең) тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығып, тәбиғәткә күп зыян килтереүҙәрен (ағас ҡырҡалар, сүп-сар ташлайҙар, ватыҡ быяла, буш бутылдәр, консерваларҙы ағас төптәрендә ҡалдыралар) күреп, йән өшөй. Киләһе йыл да ошо ергә тағы ла "ял итергә" килә бит улар. Экологик тәрбиәне һәр кем үҙенән башларға тейештер, минеңсә.
Садыкова Г. М.
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 16:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение rhbwrfz » 26 ноя 2017, 11:48

Уроки родного русского языка и литературного чтения на родном языке мною проводятся в русле экологизации предмета.
В течение всего учебного процесса учащиеся должны усваивать культуру общения человека с природой. Этому способствуют тексты о природе, о животных, птицах, о бережном отношении ко всему живому.
Учащиеся ведут наблюдения за своими любимыми уголками природы, затем своими впечатлениями делятся в сочинениях, которые так и называются: «Мой любимый уголок природы осенью (зимой, весной, летом)» Лучшие работы помещаем на стенде в кабинете «Природа и мы».
Живой интерес вызывает работа с картинами русских художников, где изображены пейзажи: Пластов «Летом», И. Грабарь «Февральская лазурь», И. Левитан «Золотая осень», И. Шишкин «Рожь» и другие. Дети с удовольствием рассматривают их, работают устно и письменно - пишут либо сочинение, либо устно описывают картины, проявляя богатую детскую фантазию.
Зимой проводится операция «Кормушка», дети изготавливают кормушки, прикрепляют их к строениям, на деревья и помогают птицам перезимовать холодное время года. А на уроках родного русского языка пишут сочинения «Как я помогаю птицам зимой».
У каждого ребёнка дома есть любимые животные, за которыми они ухаживают. Общаясь с братьями нашими меньшими, они становятся добрее, ласковее. О них они рассказывают в классном альбоме «Наши любимые животные».
Многие уроки литературного чтения на родном языке проводятся с экологическим уклоном. Работая с программными произведениями мы, обязательно обращаемся к эпизодам - пейзажным зарисовкам, так они, во - первых, помогают лучше понять характер, мысли, поступки многих героев, во - вторых, мастерство каждого писателя, поэта в этом вопросе индивидуально - и это прекрасно! Учащимся нравится описание природы, времён года, времени суток у разных писателей (например, у Пушкина и Лермонтова, у Пушкина и Некрасова и т. д.).
rhbwrfz
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 26 ноя 2017, 11:45

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гузель1973 » 26 ноя 2017, 09:11

Баланы экологик яҡтан тәрбиәләүҙең алымдары бик күп:
- климатты, тәбиғәт күренештәрен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын күҙәтеү һәм анализлау;
- төрлө тәжрибәләр (боҙ һәм ҡарҙың ҡулда иреүе, ботаҡтарҙың бөрөләнеүе һ.б);
-тағараҡтар яһау, өлкәндәр менән бергәләп сыйырсыҡ оялары эшләү, гөлдәрҙе тәбиәләү, уларға һыу һибеү, тупраҡтарын йомшартыу, ашлама һибеүһ.б.;
- көн торошон күҙәтеп, көндәлектәргә теркәп барыу, сағыштырыуҙар;
- яңы йыл байрамына шыршы урынына төрлө икебаналар эшләү;
- экскусия һәм походтар ваҡытындағы күҙәтеүҙәр;
- тәбиғәт, экология тураһындағы әҙәбиәт уҡыу;
- бала менән тәбиғәт тураһындағы әңгәмәләр (хатта еләк йыйған саҡта ла әллә күпме экологик тәрбиә бирергә мөмкин, шулай бит, коллегалар?);
- күргәҙмәләргә барып пейзажист- рәссамдарҙың һүрәттәрен өйрәнеү;
- музыкаль әҫәрҙәр тыңлау;
- экология арналған кисәләр һ.б.
Гузель1973
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 17:43

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение агзамовна » 26 ноя 2017, 06:11

Кластан тыш сара «Шишмә йәшәү сығанағы»

-Ҡыҙҙар, бында килегеҙ, бында килегеҙ. Бында еләк күп.
- Бында еләк күп икән,
Айыу- бүре юҡ икән.
- Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, һауыттарыбыҙ тиҙерәк тулыр, бер йырлашып алайыҡ.
«Йәмле Дим буйы» Халыҡ йыры. Ҡыҙҙар йырлай.
Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем,
Еләк йыйҙым туғайҙа.
Ай-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.
Матур һыуҙар бик күп булыр,
Димдән матур һыу ҡайҙа.
Ай-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.
Тыуып үҫкән Дим буйҡайы
Йәнгә яҡын барынан.
Ай-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.
- Һауыттарыбыҙҙа тулды инде.
- Сарсаныҡ, һыуһаныҡ.
- Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең шишмә яғынан ҡайтайыҡ.
- Ниндәй тәмле шишмә һыуы.
- Ниндәй саф, һалҡын шишмә һыуы.
- Әйҙәгеҙ, шишмәгә рәхмәт әйтеп, йыр йырлап алайыҡ.
«Аҡ шишмә» йыры. Ғәлеева Зөлфиә һәм Хәбибуллина Илзидә башҡара.
- Ҡыҙҙар,ҡарағыҙ әле, шишмәгә табан туй килә.
- Был шишмәгә йәш килендәрҙе һыу юлы күрһәтергә алып киләләр, тигәйне шул өләсәйем.
- Һыу – йәшәү сығанағы. Йәш килен – усаҡ хужабикәһе. Килен башҡа ауылдан төшһә лә, үҙ ауылынан булһа ла, беренсе мәртәбә һыуға үҙен генә ебәрмәгәндәр. Йола буйынса уны егеттең ҡыҙ туғандары оҙатҡан. Килен уларға үҙенең бүләктәрен өләшкән. Был йола hәр төбәктә лә үткәрелгән.
Аҡ алъяпҡыс таҡҡан килен көйәнтәгә биҙрәләрен элеп, йәш кейәү менән парлап баралар. Уларҙы туйҙа ҡатнашыусылар гармундар, йырҙар менән оҙата баралар.
Йәш киленгә һыу юлын
Күрһәтеү изге бурыс,
Тура, дөрөҫ юлдан ғына,
Килен, йөрөргә тырыш.

Һәр көн һайын таң яҡтыһы
Һирпеп битеңде үбәр,
Һин бараһы һыу юлына
Зөhрә йондоҙ нур һибәр.

Ай биҙәкле силәктәрең
Таң һыуында йөҙһөндәр,
Һандуғастар, һайрай-һайрай,
“Уңған килен”- тиһендәр.

Мөлдөрәмә тулы булһа
Һәр ваҡытта силәгең,
Ҙур бәхеткә ирешерһең,
Ҡабул булыр теләгең.

Килен шишмә һыуын силәктәренә тултырып алғандан һуң, шишмәгә көмөш аҡса ташлай.
Йыр «Һыу юлы» Халыҡ йыры. Ҡыҙҙар башҡара.

- Тәбиғәт беҙҙе ашата, тәмле һыуҙар эсерә, ял иттерә. Беҙҙә уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Урмандары шаулап, болондары, ҡырҙары хуш еҫ аңҡытып, шишмәләре сылтырап аҡҡан ерҙә йәшәүе ниндәй ҙур бәхет, ниндәй ҙур шатлыҡ бит ул.
- Барлыҡ дуҫтарымды изге эшкә – хоҙай биргән байлыҡты һаҡлау эшенә саҡыраһым килә. Шишмәләрҙе таҙартып, тәртипкә китереп торыйыҡ. Дим буйы тәбиғәтен тағын да матурлайыҡ, байытайыҡ.
Башҡорт иле – Иҙел йылға,
Яйыҡ, Һаҡмар, Дим буйы
Улар кеүек табылмаҫтыр
Донъя буйлап ил гиҙһәң.
Урал батыр ҡалдырған һыу
Йәншишмәле – йортобоҙ.
Саф тотайыҡ һыуыбыҙҙы –
Йәншишмәләр – ҡотобоҙ.

Мөфтәхова М.А. Бишбүләк районы Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
агзамовна
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 16:16

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Альфида » 25 ноя 2017, 19:51

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле форумда ҡатнашыусылар! Һуңғы йылдарҙа экологик хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы, кеше йәшәйешендәге кире үҙгәрештәр, тәбиғәт хаҡында туҡтауһыҙ һөйләп торалар. Бик күптәрҙе уйландыра донъялағы экологик хәлдәр. Минең уйымса, уҡыусылар менән генә эш алып барылырға тейеш түгел был өлкәлә. Ауыл ерендә бигерәк тә. Ата- әсәләр менән берлектә төрлө тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар ойошторорға ымтылабыҙ. Тотоп эшләгән эш нығыраҡ хәтерҙә ҡала, һөҙөмтәле була.
Альфида
 
Сообщения: 17
Зарегистрирован: 25 ноя 2017, 19:29

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Веста » 25 ноя 2017, 18:56

Детские игры — отражение жизни.Воображаемые условия, име­ющиеся в игре, способствуют тому, что знания об окружающем мире не только понимаются, но и легко закрепляются. Усваиваются мо­ральные нормы и правила поведения в окружающей среде. У ребен­ка формируется опыт принятия экологически грамотных решений. Дети, играя, учатся жить в этом мире, общаться с его обитателями, предметами и явлениями.
Игры, используемые для решения задач экологического образо­вания, очень разнообразны, например: дидактические, творческие, ролевые, деловые, игры-соревнования, имитационные
Веста
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 25 ноя 2017, 18:45

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 4

cron