Башҡорт халҡының быуаттар буйы һаҡланып килгән йолалары,ғөрөф-ғәҙәттәре бар.Кеше йола менән яҡты доньяға тыуа,йола менән һуңғы юлға оҙатыла.Бөгөнгө көндә йола һәм байрамдарға иғтибар айырыуса арта.Байрамдар аша уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш,һәйөү тәрбиләнә.Мәктәптәрҙә «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе»,«Һабантуй» кеүек байрамдар ойошторорға була.Бындай байрамдарҙа беҙ бала саҡта яратып уйнаған «Йөҙөк һалыш»,«Аҡ тирәк-күк тирәк»,«Һәпәләк» уйындары уйналһа,балаларзың ҡыҙыҡһыныуы артыр ине. «Ҡарға бутҡаһы »байрамында ошондай теләктәр һәм һамаҡтарҙы өйрәтергә була:
Һалҡын ағай кит,кит
Ҡояш апай сыҡ,сыҡ.
Һөтлө һыйыр яланда,яланда,
Майлы бутҡа ҡаҙанда,ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа,баҙарҙа.
Ҡояш апай сыҡ,сыҡ.
Ямғыр яу,яу,яу,
Иген үҫһен тау,тау,тау,
Беҙ йәшәрбеҙ һау,һау!
Милләтебеҙ йола-байрамдарға,ғөрөф-ғәҙәттәргә бик бай.Уларҙы һаҡлап киләсәк быуынға тапшырыу-беззең изге бурысыбыҙ.Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур көскә эйә.