Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Сулейманов Р.Ф., Куватова Г.Д.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение gazina_alfia » 15 ноя 2017, 17:55

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләргә, уның тарихына, ер-һыу атамаларының килеп сығышына иғтибар бүлергә кәрәк.Бөгөн был актуаль, сөнки халҡыбыҙ йәшәгән урынын, килеп сығышын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, тормош-көнкүрешен,ышаныуҙарын, географик мөхит менән тарихи бәйләнешен асыҡларға тейешбеҙ.
gazina_alfia
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 17:39

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение алсукаримова » 15 ноя 2017, 17:49

Кешелектең тәбиғәт менән бәйләнеше-хәҙерге замандың актуаль мәсьәләләрең береһе булып тора. Промышленностың үҫеүе тәбиғәттең тигеҙлеген юғалтыуға килтерҙе: һауа, ер бысраныуы кеше сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янай, бигерәктә балаларға. Күп кешеләрҙә экологик белемдәр һәм экологик культура етеп бөтмәй. Һуңғы йылдарҙа белем биреү ойошмаларында экологик белем һәм тәрбиә биреүгә иғтибарҙы арттырырға тырышалар.Балаларға экологик тәрбиә биреү һәм белем биреүҙә, уларҙа тәбиғәткә, тереклеккә аңлы, һаҡсыл ҡараш, кешелеклелек, киң күңеллелек сифаттары тәрбиәләүҙә, туған яҡҡа, уның тәбиғәтенә мөхәббәт уятыуҙа туған теле дәрестәренең әһәмиәте бик ҙур.
Заманыбыҙҙың күренекле педагогы В.А. Сухомлинский тәбғиәтте, әйләнә – тирә- яҡ мөхитте бер ҡайсанда һайыҡмаҫ белем шишмәһе, матурлык, бәхет сығанағы тип атаған. Был ысынында шулай. Балалар йәйге аяҙ көндә нурланып ҡояш сығыуын, елберләп күбәләкләр осоуын, ә яҙ етеү менән гөрләүектәр ағыуын күреп олы шатлыҡ хисе кисерәләр. Тәбиғәттең шундай хозур гүзәллеген кесе йәштән үк күрергә, тормошҡа һөйөнөргә, беҙ туған тел дәрестәрендә өйрәтергә бурыслы. Белеүебеҙсә уҡытыусы белем биреү менән бер рәттән тәрбиәләй, үҫтерә.
Последний раз редактировалось алсукаримова 16 ноя 2017, 17:16, всего редактировалось 1 раз.
алсукаримова
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 13:57

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение lusianazir » 15 ноя 2017, 16:52

Татар теле һәм әдәбияты дәресләренең һәрберсе бу тема белән тыгыз бәйләнештә. Һәр дәрестә диярлек туган як табигатен ярату, аның байлыкларын саклау, атамаларның тарихын өйрәнүгә кызыксыну уяту кебек патриотик хисләрне мин экология темасы белән янәшә куяр идем. Экология-ул син яшәгән тирәлек, синең тирә-ягыңның чисталыгы, син укыган мәктәп, сыйныф чисталыгы, аннары инде авыл, шәһәр,урман, тагын да зуррак төшенчә - туган илебез,урманнар, кырлар,елгалар,чишмәләр. Саф һава, чисталык төшенчәләре дә бу темага кагылышлы. Татар теле һәм әдәбияты дәресләренең берсен дә бу төшенчәләрдән башка күз алдына китереп булмый. Ул гынамы,телебез чисталыгы! Бу да бит,үзенә күрә,экология! Кешеләрнең рухи чисталыгын, күңел матурлыгын, күңел байлыгын да бу тема белән бәйләр идем. Һәр дәрестә туган җирне ярату,аны саклау, киләчәккә тапшыру мәсьәләре кызыл җеп булып үтәргә тиеш, минемчә.Әгәр син дәресеңдә М.Әмир яратканча,"Агыйдел"не яраттыра алсаң,Һ.Такташ сокланганча,"наратларны артларыннан иярттереп" йөртә алсаң,И.Юзеев кебек Таллыкүлгә гашыйк иттерә алсаң, кемнең генә бу матурлыкларны җимерергә кулы күтәрелер икән? Безнең язучыларыбыз элек-электән бу проблемаларны бик тирән яктыртып, әсәрләрен иҗат иткән бит,бары тик укучы күңеленә сеңдереп салучы гына кирәк.
lusianazir
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 янв 2013, 11:58

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение надя гордеева » 15 ноя 2017, 16:35

Добрый день! Учим на уроках не только бережному отношению, но и созидательному отношению к окружающему нас миру. Создавая что-то новое своими руками, ребенок становится более ответственным, дисциплинированным. Важно, чтобы ребенок почувствовал себя полноценным и полноправным жителем нашей планеты.
надя гордеева
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 16:20

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гульнара Бахтиярова » 15 ноя 2017, 16:32

Икенсе быуын дәүләт стандарттары 5- се класс
Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының Первомайский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бәхтейәрова Г.К.

Башҡорт әҙәбиәте дәреслеге авторҙары : М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов.
Тема: Н. Мусиндың “Ҡоралайҙар “ хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.
Маҡсат:
1.Әҫәрҙең йөкмәткеһен йомғаҡлау.
2. Уҡыусыларҙа кейектәргә ҡарата мәрхәмәтлек,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
3. Ҡоралай һүҙенең мәғәнәһен асыҡлау, рус теленә тәржемәләү.
4. Һунарсылыҡ тураһында мәғлүмәт туплау, был һөнәр эйәләренең тормошо менән яҡындан танышыу.
5. Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Ошо фекерҙең мәғәнәһен асыҡлау.
Күргәҙмәлелек. Презентация ( ҡоралайҙар тураһында) . Кейектәрҙең эҙҙәре менән плакат.
Уйын технологияһы өсөн уҡтар һәм сәп.
Дәрес барышы
Уҡытыусы эшмәкәрлеге
Уҡыусы эшмәкәрлеге
1. Психологик комфорт булдырыу
Хәйерле иртә, уҡыусылар.Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.
Дәрестең эпиграфына күҙ һалығыҙ әле.
-Һунарсы минең ырыуым,
Һунарсы ата – бабам,
Һунарсы ҡаны үҙемдә
Һунарсы булыр балам.( М.Кәрим “Үлмәҫбай» )
Бер уҡыусы бирелгән эпиграфты уҡып ишеттерә.
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Уҡытыусы. Хәҙер уҡыусылар, слайдҡа ҡарағыҙ.
Һеҙ унда нимә менән таныштығыҙ?
Уҡытыусы. Афариндар. Тимәк, бөгөнгө дәрестең төп маҡсаты ниндәй кем әйтер?
Уҡытыусы. Эйе, яуаптар дөрөҫ. Дәрес барышында Ниндәй кейек иң матуры?- тигән һорауға яуап, һунарсыға хас сифаттарҙы асырһығыҙ. Ҡоралайҙар ниндәй кейектәр кеүек һорауҙарға яуап бирерһегеҙ.
Ҡоралай һүҙен башҡортса – русса һүҙлектән табыу.
Хәҙер экранға ҡарағыҙ бында һеҙ нимәләр күрәһегеҙ.?(Экранда Н.Мусин үҙе тәбиғәт ҡосағында интервью бирә.)
Уҡытыусы. Өйгә ниндәй эш бирелгәйне?
Хәҙер тикшереп китәйек.
Бер уҡыусы яуабын тыңлау.
Уҡытыусы. Афарин. Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н.Мусин ошо әҫәрендә һеҙҙе нимәгә өйрәтте кеүек һорауға яуапты бергәләп эҙләрбеҙ һәм дәрес аҙағында яуап бирерһегеҙ тип өмөт итәм.( Дәфтәрҙәргә бөгөнгө датаны һәм теманы яҙығыҙ).
Уҡытыусы. Бөгөн дәрескә беҙ бер ҡунаҡ саҡырҙыҡ, әйҙә, уны ҡаршылайыҡ.( Һунарсы кейемендә алдан әҙерләнгән кеше керә, хикәйәнең тәүге өлөшөн оҫта ғына һорау һәм яуап формаһында уҡыусыларға еткерә һәм сығып та китә.
Уҡытыусы.Әле һеҙгә ҡунаҡҡа килгән образдың исемен әйтегеҙ, ул кем?
Уҡытыусы. Яҡшы. Уның этенең исеме нисек?
Көтмөр нимәләргә тап була?
Уҡытыусы. 10-15 йыл элгәре булған хәлде бабай нисек һөйләне?
Уҡытыусы. Ошо өлөштә ниндәй географик атаманы ишеттегеҙ? Ул нимәне аңлата, һеҙҙә ундай атамалар осраймы?
Уҡытыусы. Афарин. Һеҙ тыуған яҡтың географик атамаларын яҡшы аңлайһығыҙ. Ә Н. Мусинға үҙ хикәйәһендә бындай атамалар ҡулланыу ни өсөн кәрәк тип уйлайһығыҙ.
Яуаптар. Слайдтағы эпиграф һәм ҡоралайҙы күргәс, беҙ дәрестә тәбиғәт тураһында һөйләшербеҙ, тигән уй тыуа.
Яуаптар. Н.Мусиндың “Ҡоралайҙар” әҫәренә йомғаҡларбыҙ.
Яуаптар. Н. Мусиндың тыуған яҡтары Ҡолғана буйҙарын күрҙек, уның тормошо менән таныштыҡ..
Ҡоралай – косуля, горный козел
Уҡыусы. Хикәйәне тулыһынса уҡып килергә ине.
Уҡыусы. Миңә хикәйә бик тә оҡшаны. Уҡыусы. Әбделнәғим бабай - һунарсы.
Уҡыусы. Көтмөр.
Уҡыусы. Ҡоралайҙарға.
( Бер уҡыусы 104 – се биттәге бер абзацты тексҡа яҡын итеп һөйләп ишеттерә.)
Уҡыусы. Йәнебәк һырты, был кеше исеменә бәйле урын, тип уйлайым, ундай атамалар беҙҙә лә осрай, мәҫәлән, Булат ҡойоһо, Сәхәп яланы һ.б.
Уҡыусы. Минеңсә, хикәйәләге бындай атамалар беҙҙе ысынға яҡынлай, мин үҙем рәхәтләнеп уҡып ҡына ҡалманым, ә ҡоралайҙар өсөн автор менән бергә хафаландым да.
Уҡытыусы. Афарин. әҫәрҙә һүрәтләнгән ҡоралайҙар һәм бына экрандағы ҡоралай тураһында нимә әйтеп була? ( шул хаҡта уйлап дәфтәрҙәргә яҙабыҙ.)
Уҡытыусы. Эйе, тап һеҙ яҙғанса һүрәтләй уларҙы халыҡ яҙыусыһы. ( текстан табып уҡып күрһәтә.)
Уҡытыусы.”Бәләгә тарыған мәхлүктәргә ярҙам итергә кәрәк.”. Был кемдең һүҙҙәре?
Уҡытыусы. Әйтелгән һүҙҙәр үтәләме?
Уҡытыусы. Нисек бүренән һаҡлай? Һаҡта торамы ни?
Уҡытыусы. Бик яҡшы, һеҙ шул тиклем ентекләп уҡығанһығыҙ был хикәйәне. Яҙ көнө бабай килеүгә ниндәй үҙгәреш була?
Уҡытыусы. Матур кеше тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ.? Ниндәй матур кешене беләһегеҙ?
Уҡытыусы. Афарин. Матур кеше йөҙө менән генәме , әллә күңелеменән дә матур булырға тейешме?
Уҡытыусы. Һеҙгә ял минуты тәҡдим итәм.( Уҡтан атыу ярышы ойошторола) .
Уйын технологияһы.
Уҡтан атыу - нимәгә бәйле тип уйлайһығыҙ? Һәр төркөмдән оҫта, мәргән атыусыны билдәләп ҡарау өсөн уйын ойошторола.
Мәргәндәр уҡтан атыу уйынында ҡатнаша.
Уҡытыусы. Һеҙгә уҡтан атыу оҡшаймы?
Уҡытыусы. Хәҙер үҙегеҙҙе һунарсылар итеп хис итер өсөн экранға ҡарағыҙ. ( Экранда кейектәр эҙе бирелгән, һеҙ ниндәй кейекте үҙ итерһегеҙ, эҙенә ҡарап билдәләй алаһығыҙмы.)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, һеҙ шулай һунарға сығып, кейектәргә уҡтан ата алыр инегеҙме?
Уҡытыусы. Эйе, балалар, дәрес башында бер һорауға яуап эҙләрбеҙ тигән инем. Кем хәтерләй мин ниндәй һорау ҡуйҙым?
Яуаптар. Матурҙар, аяҡтары еҙ ҡурай кеүек,баштары ҡупшы, күҙҙәре сабый баланыҡы кеүек. ( ошондай яуаптар дәфтәрҙән уҡыла.)
Яуаптар. Әбделнәғим бабай һүҙҙәре.
Яуаптар. Әлбиттә, бабай әйткән һүҙҙәрен елгә осормай, һунарға барамы, ҡайтамы ҡоралайҙар эргәһенә туҡталмай үтмәй. Ҡыш буйына уларҙы ашата, бүренән һаҡлай.
Уҡыусылар. Юҡ, һаҡта тормай,ә кәбән тирәләй ҡаҙыҡ ултырта, шуларға ҡыҙыл сепрәк тағылған дилбегәне һуҙып бәйләй. Ҡыҙыл төҫтән бүре. Һеләүһен ҡурҡа.
Яуап.Ҡоралайҙар аҡлан тирәләй ашанып йөрөй, тик улар етәү булып киткән, тимәк үрсегәндәр.
Яуаптар. Минең әсәйем матур кеше.
Яуап. Юҡ, әсәйең генә түгел,ә Әбделнәғим бабай бик тә матур кеше, тип уйлайым, сөнки ул яҡшы, изге,тырыш.
Яуаптар. ( төрлөсә)
Ял минуты бик кәрәк
Дәрестең уртаһында
Төрлө хәрәкәттәр яһау
Арыуҙы оноттора.
Бер, ике –уңға борол.
Бер, ике- һул яҡҡа
Бер, ике – ҡулдарыңды
Тейҙереп ал аяҡҡа
Яуап. Беҙҙең ата – бабалар һунар ваҡытында уҡтан атып та алғанүҙ табышын.
Яуап. Мин ҡуян эҙен таптым.
Уҡыусы. Юҡ, әлбиттә, уларҙы йәлләр инем.( төрлө яуаптар әйтелде)
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү
Уҡытыусы. Дәрес башында мин һеҙгә ниндәй һорау бирҙем, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрәйек.
Яуаптарҙа ишеткәс,( Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н.Мусин ошо әҫәрендә һеҙҙе нимәгә өйрәтә?) Һорауын экранда күрһәтә.
Уҡытыусы. Әбделнәғим бабайҙың ниндәй сифатын айырым билдәләр инегеҙ? Һеҙҙең уға оҡшаған яҡын кешегеҙ бармы?( Ошондай һорауҙарға йәнле әңгәмә ваҡытында уҡыусылар һунарсы бабай- олатайҙарын иҫкә алды, уның кеүек матур кешеләрен иҫкә алдылар.)
Яуаптар. Кейектәргә ярҙам итергә, яратырға, һаҡларға. Һ. Б.
Яуаптар. Н.Мусин үҙ әҫәрендә тәбиғәт менән бергә булырға, һунарсыларҙың төп шөғөлөн күрһәтергә тырыша.
Рефлексия
Уҡытыусы. Уҡыусылар, бөгөн дәрестә һеҙ ниндәй яңылыҡ белдегеҙ ?
Уҡытыусы. Афарин, Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Был бик шәп фекер булды, һеҙ бөтөгеҙҙә иптәшегеҙҙең һүҙҙәре менән килешәһегеҙме? Нисек итеп ҡәҙерен белеп була?
Йомғаҡлау.
Уҡытыусы.Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең ижадының төп темаһы итеп тәбиғәтте һайлаған. Шуға ла уның тиҫтәнән ашыу әҫәрҙәрендә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ул яҡлауға мохтаж. киләсәк быуын өсөн дә тәбиғәтебеҙ бай, матур булып ҡалыуын әйтә. Киләсәктә һеҙ әле уның әҫәрҙәрен тағы ла яратып өйрәнерһегеҙ, тип ышанам.Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Уҡыусыларҙы баһалау. Бөгөн дәрестә һеҙ ниндәй билдәләр ҡуяр инегеҙ. Бер нисә уҡыусының сығышы. Үҙ -үҙеңде баһалау.
( уҡыусыларға был эш бик тә оҡшай)
Һеҙҙең класта ла мәргән малайҙар күп икән уларҙы ла баһалап китәйек.
Өйгә эш
Ижади эш.
1. Башҡорт әҙәбиәтендә тәбиғәт темаһына яҙылған хикәйә, повесть, шиғыр исемлеген, авторын яҙып килергә лә мөмкин.
2.Ҡоралай һүрәтен эшләргә.
3. Матур кеше темаһына кескәй хикәйә төҙөргә.
Гульнара Бахтиярова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 15:53

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гульнара Бахтиярова » 15 ноя 2017, 16:17

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижадында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында бик күп әҫәрҙәрен өйрәнәбеҙ. 5 - се класта уның "Ҡоралайҙар" хикәйәһен өйрәнгәндә дәрес башында уҡ проблемалы һорау ҡуйып: НИНДӘЙ КЕЙЕК ИҢ МАТУРЫ?Ошо һорауға яуапты уҡыусылар бик ентекле эҙләй. Әбделнәғим бабай фекере менән дә килешеп, ҡоралайҙың матурлығына һоҡланырға өйрәнә, уларҙы һаҡларға, һунарсы бабай кеүек яҡларға ла өйрәнә. Үҙҙәренең нәҫеле, ата - бабалары һунарсы булыуын да билдәләй, әммә бөгөнгө көндә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булырға тейешлекте билдәләргә мөмкин.
Гульнара Бахтиярова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 15:53

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение алсукаримова » 15 ноя 2017, 15:41

Хөрмәтле уҡытыусылар!Башҡорт халҡы борон-борондан үҙен тәбиғәт балаһы тип һанаған. Шуға Ер-Әсәне һаҡлаған, яҡлаған, хөрмәт иткән. Башҡорт балалары бәләкәйҙән тәбиғәтте күреп, һоҡланып, яратып үҫкән. Ул саҡта экология, тәбиғәтте һаҡлау тураһында белмәгәндәр, ә тәбиғәткә ошолай яҡшы ҡараш нисек тәрбиәләнде икән?
алсукаримова
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 13:57

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Ляйсан Хакимова » 15 ноя 2017, 15:11

Немаловажную роль в экологическом образовании и воспитании играют уроки родного языка.
Формирование у детей ответственного отношения к природе – сложный и длительный процесс, но он необходим, так как
будущее планеты зависит от желания трудиться на пользу природы.
Следовательно, основная задача учителя – вводить экологический материал на разных уроках.
Ляйсан Хакимова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 15:05

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Асылбаева Гульфия » 15 ноя 2017, 14:59

Әҙәбиәт дәрестәрендә экологик тәрбиә һәр саҡ бара, тип әйтер инем. Ниндәй генә әҫәрҙе алып ҡарама, һөйләшеү ошо юҫыҡҡа ҡорола ала. Мәҫәлән, 5-се класта үтелгән әҫәрҙәрҙе алып ҡарағанда:
1). Р. Ниғмәтиҙең " Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар " шиғырында экологик тәрбиә тураһында бихисап әңгәмәләшеп була. Тыуған илебеҙҙең тәбиғәтен автор шундай матур, оҫта итеп тасуирлап биргән.
2). Ф. Иҫәнғоловтың " Хәмит күпере " хикәйәһе. Хәмит күпер генә эшләп ҡалдырмай, ә ауылдаштары өсөн шишмә таҙартып, изге эш эшләп ҡалдыра. Был шишмәне халыҡ " Хәмит шишмәһе" тип йөрөтә. Был әҫәрҙе уҡығандан һуң уҡыусылар менән башҡарылған изге эштәр, тыуған яғым шишмәләре, уларҙы таҙартыу һ.б. тураһында һөйләшеү үткәрәбеҙ. Хатта экологик өмә лә үткәрергә мөмкин. Сөнки минең план буйынса,тема яҙ миҙгеленә тура килә.
3). Мөслим Әбсәләмовтың " Йомағужа тирәктәре " хикәйәһе. Йомағужа олатай тәбиғәтте һаҡлауға шул тиклем тос өлөш индерә. Ул һәр ултыртҡан тирәк ағасының ниндәй ваҡиғаға инселәнеүен белә...
4). М.Кәримдең " Өс таған"ында малайҙарҙың Кирәмәтте ҡотҡарырға тип тырышып йөрөүҙәре...
Ғөмүмән, әҙәбиәт дәрестәрендә әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү генә түгел, ә баланы төрлө яҡлап үҫтереү, тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү-беҙҙең төп бурысыбыҙ.
Асылбаева Гульфия
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 14:05

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 15 ноя 2017, 09:38

А. Алишның язучылык таланты әкият жанрында киң ачыла. Ә әкиятләрен ул табигать күренешләрен сүрәтләп, андагы үзгәрешләр белән бәйләп яза. Шуның белән ул балаларда табигатькә соклану тойгысы тәрбияли, табигатьнең матурлыгын күрә белергә өйрәтә.
"Нечкәбил" әкиятен генә алып карыйк. "...Аларның йортларын мәк чәчәге кебек кызылга, үлән төсле яшелгә, кояш сыман сарыга, күк төсле зәңгәргә, төрле-төрле матур төсләргә буяганнар". Язучының табигатьне танып - белүчәнлегенә корылган, аның матурлыгын сакларга өйрәткән, эшчән бал кортларын, кырмыскаларны, кошларны һәм чәчәкләрне яратырга өндәгән әкиятләре күп. Алар табигатьнең үзе кебек үк самими, якты, кояш нуры, чәчәкләр хуш исе, кошлар сайравы белән тулы. Иртәнге чык сафлыгы, йөгерек елгалар җыры, шаян җилләр җитезлеге бар ул экиятләрдә. Күләме белән зур түгел үзләре, сюжетлары белән дә гади. Әмма җыр кебек хәтердә калалар.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 262
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron