Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Сулейманов Р.Ф., Куватова Г.Д.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение СветланаТимергалиева » 29 ноя 2017, 19:33

Гөлфиә Юнысованың “Ике кеше йөрөй урманда” исемле шиғыры ла уҡыусыларға бәхәс ҡорорға һәм һәм үҙ ҡарашын, позицияһын дәлилләп, яҡлап алып ҡалырға киң мөмкинлектәр бирә.
Ике кеше йөрөй урманда.
Аҡ ҡайындар үҫкән суҡланып,
Ҡарағайҙар - күккә уҡталып.
Шул урманға ҡарап тын ҡалып,
Ике кеше тора һоҡланып.
Бына бер саҡ бүленә тынлыҡ:
-Их,- ти береһе,- бик шәп утынлыҡ!
Ниндәй ҡайын, ниндәй ҡарағай!-
Өйҙәр бурарға ла бик ярай.
Күҙ йөрөтөп урман буйҙарын,
Икенсе ир әйтә уйҙарын:
-Ниндәй һауа, ниндәй хозурлыҡ,
Матурлыҡҡа һәйкәл булырлыҡ!
Әлдә урмандар бар донъяла,
Бар тереклек унан дым ала.
Ҡош һәм йәнлектәрҙең йорто ул,
Урман-тәбиғәттең ҡото ул.
Юҡ бәхәстәр бында, талаштар,
Икеһе лә хаҡ бит ҡараштар.
Бик ҡәнәғәт ҡалып, урмандан
Ҡайтып килә ике уҙаман.
СветланаТимергалиева
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 06:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение СветланаТимергалиева » 29 ноя 2017, 19:23

Тормошта яңы башланып киткән күп кенә күренештәрҙе беҙ шишмә башына сағыштырырға өйрәнгәнбеҙ. Шишмә - ул ижад сығанағы, йәшәү һәм ғүмер башына һут биреүсе, йән өрөүсе изге көс. Мәңгелек Ер-әсә ҡуйынынан ер өҫтөнә яҡтылыҡҡа ынтылып, йәшәү яулап алғандан һуң яҡты донъяла йәшәүсе бөтә йән эйәләренә айырмай үҙенең көс-ҡеүәтен, дәрт-дарманын саф һыуы аша тарата. Әммә кешеләр үҙенә йәшәү көсө биргән сығанаҡты ҡәҙерләйҙәрме, һаҡлайҙармы? Күптәребеҙ оло юл буйҙарында, урман, ялан ситтәрендә кибеп, ҡорғаҡһып бөтөп барған шишмә, йылға үҙәндәрен осрата. Кешеләрҙең эшмәкәрлеге уларҙы ошондай көнгә төшөргән. Гөлфиә Юнысова “Кипкән шишмә” шиғырында ошо турала, һабаҡ алмаҫтармы, тип яҙған шиғыр уҡыусыларға.
Кипкән шишмә.
Әселекәй буйы йәмле ине,
Ҡайындар ҙа үҫте, талдар ҙа.
Ҡыуаҡ-ҡыуаҡ балан, гөлйемештәр
Янып торҙо көҙгө таңдарҙа.
Бер кем белмәй хәҙер, ағастарҙы
Кемдәр килеп, ниңә ҡырҡҡандар?!
Шишмә башындағы имәнде лә
Тамырҙары менән йолҡҡандар.
Шишмәкәй ҙә бер көн юҡҡа сыҡты,
Ҡайғы-һағыштарҙан киптеме,
Һыуым ҡәҙерһеҙгә ҡалмаһын тип,
Ер аҫтына ҡасып киттеме?!
Кипкән шишмә моңло була икән,
Буш йырғанаҡ... хатта ҡомо юҡ.
Йырлап торған алсаҡ Әселенең
Исемкәйе ҡалған, һыуы юҡ.
Шиғырҙы өйрәнеү һәм анализлау балаларҙың үҙаллы фекер туплап, тейешле һығымтаға килеүе, үҙҙәренең көсө барын тойоп, тәбиғәткә ярҙам ҡулын һуҙа алыуын төшөнөүе менән тамамланыуы хуплана.
СветланаТимергалиева
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 06:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение СветланаТимергалиева » 29 ноя 2017, 19:04

Экология мәсьләләрен яҡтыртыу өсөн миҫалдарҙы ситтән эҙләү кәрәкмәй, үҙ тыуған яғың хаҡында уйланыу, ҡайғыртыу һәм хәстәрлек күреү ҙә етә. Бәлки, ошо мәсьәләне күтәреп сығыу ҙа күпмелер кимәлдә файҙа килтерәлер... Кәрим Булаттың “Ярғаҙы”, “Яу килде” шиғырҙары ошондай уҡ атамаға эйә булған күл һәм ауыл яҙмышын яҡтырта. Һеҙҙең иғтибарға өҙөктәр:
“...Ғәмһеҙ кеше, ҡайындар гел
Шаулар тиеп белгәндер.
Битарафлыҡ - кисермәҫлек,
Шуға улар үлгәндер.
Ярғаҙыҡай - намыҫ төҫө,
Ҡайҙа һинең күҙкәйең.
Вәхшилектән асырғанып
Һағышланған йөҙкәйең.
Һин Ярғаҙым - кескәй даръя,
Яугилдем - кескәй ватан.
Ҡайындарһыҙ һәм даръяһыҙ
Тыуған төйәккә ҡайтам”,

“...Урмандарың тапандылай,
Һаҙлыҡлана күлдәрең...
Нисек ьулыр киләсәгең?
Туҙып бара күлдәгең.
Ер ҡәҙере онотолһа,
Уны баҫа кесерткән.
Гөл баҡсаһы итер өсөн,
Әйтерһең дә көс бөткән”.
СветланаТимергалиева
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 06:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение СветланаТимергалиева » 29 ноя 2017, 18:23

Эльмира Сәсәнбаеваның “Ҡоштар бәйете” шиғырын өлкән класс уҡыусылары менән берлектә өйрәнеү һәм төрлө яҡлы анализлау (лейтмотив һәм художестволы деталдәрҙе асыҡлау аша, һүрәтләү сараларын билдәләү юлы менән һ.б.) был шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһенең тәрәнлеген билдәләйәсәк.
Ҡоштар бәйете.
Ҡарсығалар типкән борон тауыҡты,
Ыласындар оялаған ҡаяла.
Ҡош-ҡорттоң да йәшәйеше тамуҡлы,
Ала ҡарға күсеп ҡуйған ҡалаға.
Ҡарлуғастар китте ауыл күгенән.
Турғай имен. Ҡарабашы тәҙрәлә.
Ғәйеп булған шәүлә һыҙған төйлөгән.
Дәреслеккә кереп баҫҡан бүҙәнә.
Тартайҙың да тартҡандары тойолмай.
Ҡор, сел, һуйыр нихәл икән урманда?
Көҙөн кемдәр ҡорҙарына йыйылмай -
Шаһит улар әҙәм гүргә ҡыуғанға.
Самрау батша ҡарай аҫҡа екһенеп -
Һомайҙан да ҡыла әҙәм эшләпә.
Ишетәмен Көн тәңренең үкһеүен:
- Урал кейәү, халҡың ерен нишләтә...
Туп-туп ҡоштар оса ҡыҙыл офоҡҡа.
Ә ул офоҡ - Ҡыҙыл Китап юлдары.
Хозур тәндәр, йырсы йәндәр юҡлыҡҡа
Бәндә үҙе оса алмай юғары.
Ҡәбиләнең ҡошо әүәл - изге рух.
Тәңреләр ҙә ун ике. Ә эйәләр?..
Беҙ ҡырағай. Мәҙәниәтле - ырыу!
Әй, заман, һиндә Тәңрене ейәләр.
“Ниңә икән?”-тимәм, заманам - ҡазам.
Бәхет ҡошон эҙләмәй, зарын яҙам.
Аҙанташта йәйен әйттем бер аҙан,
Ишет, Өфө, Алма-Ата һәм Ҡазан:
Дәһри булмаһын ерҙә төрки йәштәр!
Экология һүҙе инде үҙе мәхшәр.
Мәжүси хоҙалар - саф гәүһәр-гәлсәр,-
Тергеҙәйек! Һомай ҡош мәңге йәшәр.
СветланаТимергалиева
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 06:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сайда » 29 ноя 2017, 17:57

Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова,Бөрйән районы:
Гүзәл тәбиғәт-Ер-әсәбеҙгә яратыу хисе,уға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тойғоһо ,хөрмәтле коллегалар,иң тәүҙә үҙебеҙҙең күңелдәребеҙҙең ,йөрәгебеҙҙең түрендә урын алһа ғына -был турала йәш быуындың күңелендә,йөрәгендә ошо сатҡыларҙы уята аласаҡбыҙ.Яратайыҡ тәбиғәтебеҙҙе,аҙым һайын ҡабатланмаҫ матурлыҡтарын һаҡлайыҡ уның.
Сайда
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 27 май 2016, 19:33

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение СветланаТимергалиева » 29 ноя 2017, 17:36

Урта һәм өлкән класс уҡыусылар менән Әнисә Таһированың "Өйрәнегеҙ Ерҙе һаҡларға!" шиғырының йөкмәткеһен өйрәнеү һәм идея-тематикаһын асыҡлау ғына ла ошондай тәрән йөкмәткеле әҫәр ерлегендә ҙур экологик тәрбиәгә эйә.
"Өйрәнегеҙ Ерҙе һаҡларға!".
Бар матурлыҡ Ерҙә һеҙгә ҡала,
Киләсәккә барған йәш быуын.
Өйрәнегеҙ һәр саҡ тойомларға
Ер кәйефен, Ерҙең һулышын.
Ер йөрәге бер туҡтауһыҙ тибә:
Йәнәш унда шатлыҡ, мең ғазап.
Ер күтәрә тиңһеҙ хәсрәттәрҙе,
Һәм ят уға ҡурҡыу, хыянат.
Тик Ер илай өнһөҙ йәштәр менән,
Сағыу йәме көлгә ҡалғанда.
Сая бөркөткә тиң батырҙары
Яу ҡырында башын һалғанда.
Хәсрәтләнә Ерем,
Көмөш һыулы
Йүгерек йылғалары ҡороһа.
Ҡырҙарында иген шауламаһа,
Сәскәләре мәлһеҙ һулыһа.
Ҡайнағанда хеҙмәт майҙанында,
Өйҙә,
Ҡырҙа,
Юлда саҡтарҙа,
Киләсәккә юлдар ярған йәшлек,
Өйрән һәр саҡ Ерҙе һаҡларға!
Һаҡла уның бөҙрә урмандарын,
Ерҙең йәшел ебәк толомон.
Йылғаларҙың йор ағышын һаҡла -
Ерем йөрәгенең йыр-моңон.
Планетабыҙ - утлы бер шар төҫлө,
Яҙа баҫһаң тора шартларға.
Һәр кескәй гөл, һәр бер ҡыяҡ үлән
Мохтаж бөгөн беҙҙең һаҡлауға.
Юҡ итеүе еңел матурлыҡты,
Бар итеүе ауыр, бик ауыр.
Һаҡламаһаҡ,
Сағыу йәмдәре лә,
Хатта Ер үҙе лә юғалыр.
Бар матурлыҡ һеҙҙең өсөн ҡала,
Юл ҡуймағыҙ уны тапларға.
Хәтәр ялҡын ҡабынмаһын өсөн,
Өйрәнегеҙ Ерҙе һаҡларға.
СветланаТимергалиева
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 06:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Садыкова Г. М. » 29 ноя 2017, 16:46

Экологик тәрбиәле, белемле кеше аңлы рәүештә тәбиғәтте дөрөҫ файҙалана, ҡуллана, һаулығы хаҡында ҡайғырта. Халҡын хөрмәт итә, илен, ерен, тыуған йортон, туған тәбиғәтен ярата, уны һаҡлай. Илһөйәрлек тәрбиәһе һәм экологик белем, тәрбиә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә. Тыуған ереңде, тәбиғәтеңде һаҡлау өсөн уны яратырға, яратыу өсөн уны белергә, өйрәнергә кәрәк. Тыуған яҡты, уның тәбиғәтен яратыуҙы ғаиләлә, балалар баҡсаһында уҡ башларға кәрәк.
Садыкова Г. М.
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 16:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение НЛГ » 29 ноя 2017, 16:35

Экологик тәрбиә тәбиғәт менән туранан- тура аралашҡанда ғына формалаша. Был маҡсатты күҙ уңында тотоп, экскурсиялар, сәйәхәттәр ойошторорға, төрлө фәнни һәм ижади эштәр башҡарырға кәрәк. Туған тел түңәрәгендә шөғөлләнгәндә башланғыс класс уҡыусылары менән тәбиғәткә арналған бәләкәй генә шиғырҙар ижад иттек. Беренсенән, был тирә-яҡҡа иғтибарлыраҡ, күҙәтеүсәнерәк булырға өйрәтһә, икенсенән, уйлау һәләтен үҫтерә, телгә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә.
Мәҫәлән,
Алма
Атай алма ярата,
Әсәй алма ярата.
Апай алма ярата,
Мин дә алма яратам.

Тәмле еләк
Бөгөн урманға барҙым,
Йыйырға тәмле еләк.
Еләк бигерәк күп икән!
Биҙрәм тулыр тиҙерәк.

Ҙур үҫкәнмен
Минең тәмле еләктән
Әсәй ҡайнатма яһай.
Ҡыҙым ҙур үҫте бит тип,
Мине ярата, маҡтай.
НЛГ
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 04:49

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Bkvbhf » 29 ноя 2017, 15:49

К сожалению, в современной школе наблюдается такая ситуация, когда уроки родного языка стали неинтересными и трудными для большинства учащихся. Причина этого в оторванности учебного предмета от жизни самих учеников, в том, что большая часть лингвистической информации, получаемой на уроках, не может быть применена ими в повседневной жизни. Поэтому мы должны научить ребенка не только знать и применять орфографические правила, но и осознавать, как через родную речь происходит познание мира, какова роль человека в происходящем. Как справедливо отмечает Н. М. Шанский, “язык – явление уникальное: он является средством общения и формой передачи прагматической информации, средоточением духовной культуры народа, основной формой проявления национального и личностного самосознания, средством хранения и усвоения знаний и, наконец, первоэлементом художественной литературы как словесного искусства”. Язык непосредственно связан с объективной действительностью, со всеми сферами жизни человека, с историей народа, который и создал язык. “В языке, – писал К. Д. Ушинский, – одухотворяется весь народ и вся его родина, в нем претворяется творческой силой народного духа в мысль, в картину и звук небо отчизны, её воздух… Усваивая родной язык, ребенок усваивает не одни только слова, их сложения и видоизменения, но бесконечное множество понятий, воззрений на предметы, множество мыслей, чувств, художественных образов, логику и философию языка”. Поэтому обучение русскому языку и литературе, формирование экологического (в широком смысле слова) мировоззрения должны быть непрерывно связаны с усвоением культуры русского народа. Будучи формой социальной памяти, средством выражения его самости, средством отражения национальной культуры народа, язык заключает в себе богатейшие, неисчерпаемые воспитательные возможности, позволяющие влиять на формирование личности учащихся. Средством реализации воспитательных функций русского языка и формирования этнокультуроведческой, экологической компетенции может быть изучение творческого наследия народа, освоение его векового опыта в разных областях жизни.
Bkvbhf
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2017, 12:55

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гильмуллина Альфида » 29 ноя 2017, 15:38

Халҡыбыҙҙың меңәр йылдарға һуҙылған тарихына күҙ һалһаҡ, тыуған яҡ, изге төйәк йәшәү урыны ғына түгел, йәшәү сығанағы, белем һәм тәрбиә өлкәһендәге төп «дәреслек» хеҙмәтен дә үтәгән.
«Башҡорт урман эргәһенән барһа – урмандар тураһында, тау буйлап барһа – тау тураһында, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән , ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра»,-тигән Башҡортостанды өйрәнеүсе рус ғалимы Р.Г. Игнатьев. Был һүҙҙәрҙә халыҡтың үҙ тыуған төйәген идеаллаштырыуын, изгеләштереүен, рухи донъяһы менән бәйләнеүен күрәбеҙ. Ул ғына ла түгел, Башҡортостандың һәр төбәге, үҙәге, тауы, йылғаһы, туғайы, үҙәне, уйһыуы халыҡтың үткән тормошон сағылдырған легендаға, йырға, бәйеткә бәйле тарих һаҡлай. Борон-борондан өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәренән кеселәргә шундай фәһемле тарихты һөйләгәндәр, уларға тыуған ер, төбәк тураһында белем биргәндәр, шул урынға ҡарата һөйөү тәрбиәләгәндәр, һәр ерҙең үҙенә генә хас матурлығын күрергә өйрәткәндәр. Халыҡ тарихы уның ижады аша ер-һыу атамаларына, фольклор материалдарына бәйле рәүештә тәрбиә һәм белем сығанағына әүерелгән.
Мин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, ерле материалды файҙаланып, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләргә, уның тарихына, ер-һыу атамаларының килеп сығышына иғтибар бүлергә тырышам.
Минең ҡарашҡа, бөгөнгө көндә был бик актуаль, сөнки халҡыбыҙ йәшәгән урынын, килеп сығышын, тарихи үҫеш юлын, мәҙәни дәрәжәһен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола-ҡанундарын, тормош-көнкүрешен, дини ышаныуҙарын, географик мөхит менән тарихи бәйләнешен асыҡларға тейеш. Барлыҡ төр географик берәмектәрҙе өйрәнеү, халҡыбыҙҙың борондан ҡулланып килгән тел ынйыларын берәмтекләп барлау, телдең хужаһы булған халыҡ тарихын объектив тикшереү һәм яҙыу өсөн баһаһы булмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.
Атамалар тураһында һөйләшкәндә балаларга үҙҙәренең ауылындағы ер-һыу атамаларын миҫалға килтерәләр. Ә ни эшләп улай атала икән тигән һорау бирһәм, күбеһе белмәй. Мин уҡыусыларға теге йәки был атаманың килеп сығышын оло быуын кешеләренән һорашып, яҙып алырға ҡушам.
Ер-һыу атамалары дәрестәрҙе йәнләндерә, уҡыусыға өҫтәлмә материал бирә, Тыуған илгә, ергә һәм үҙ теленә һөйөү тәрбиәләй, тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныу уята, балаларҙың тәбиғәткә ыңғай ҡарашын үҫтерә, телмәр мәҙәниәтен тулыландыра. Бигерәк тә башҡорт мөхитендә тыуып үҫмәгән, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп етмәгән уҡыусылар өсөн топонимдар үҙенсәлекле һәм файҙалы материал булып тора. Мин үҙем Нөгөш йылғаһы бассейнының топонимдар һүҙлеген төҙөнөм.
Дәрестәрҙә башланған экологик тәрбиә, дәрестәрҙән һуң да дауам итә. Уҡыусылар тәбиғәткә арнап шиғырҙар, мәҡәләләр яҙалар.
Гильмуллина Альфида
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 29 ноя 2017, 15:19

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron