Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гильмуллина Альфида » 29 ноя 2017, 15:29

Уроки литературного чтения дают возможность при восприятии художественных произведений вызвать у детей эмоциональный отклик, чувство удивления, восторженности, что является условием воспитания эмпатических чувств. Очень нравятся ребятам задания, включающие элементы драматизации, когда нужно разыгрывать роли различных объектов живой природы. Дети исполняют роли различных животных или растений, стараются передать те состояния, которые испытывают их герои. У детей появляется возможность встать на позицию другого, увидеть ситуацию чужими глазами.
Гильмуллина Альфида
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 29 ноя 2017, 15:19

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение алсукаримова » 29 ноя 2017, 14:09

Уҡыусыларҙың экология буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү һәм уларҙа әүҙем тормош позицияһы булдырыу өсөн кластағы тәрбиә сәғәттәре генә етерлек түгел. Бында экологик тәрбиәнең мәктәптән тыш эш формалары ла ҙур роль уйнарға тейеш. Был иһә иртәлектәргә лә берҙәй ҡағыла.
Экологик белем һәм тәрбиә биреүҙә тәбиғәтте өйрәнеү экскурсиялары, иртәлектәре ҙур әһәмиәткә эйә. Улар тәбиғәт күренештәренең һәм объекттарының күп төрлөлөгөн тәрәнерәк һәм тулыраҡ өйрәнергә мөмкинлек бирә. Тәбиғәттә йыш булыу уҡыусыларҙа уның менән ҡыҙыҡһыныу уята, матурлыҡты күрә белеүгә, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләүгә лә нигеҙ булып тора.
Тәбиғәттең сағыу, тулҡынландырғыс донъяһы балалар аңында һәйбәт тәьҫир уята, уларҙы юғары әхләҡле булырға өндәй. “Матурлыҡ аша- кешелеклеккә- тәрбиә законы шундай”,- тип яҙҙы В.А.Сухомлинский.
Йыл миҙгелдәренә ҡарата ойошторолған экскурсиялар, күҙәтеүҙәр, иртәлектәр балала тәбиғәт, уның күренештәрен таный белергә, Тыуған илебеҙҙең йомшаҡ, йомарт, бай, шул уҡ ваҡытта уҫал, мөһәбәт тәбиғәтен аңларға. Уның ҡарлы, ямғырлы, буранлы көндәрен, яҡты ҡояшын күрә белергә өйрәтеү.Тыуған яҡтың тәбиғәтен яратыу, Тыуған илде һөйөү тәрбиәләүгә ҡарата беренсе аҙым яһай. Бала бәләкәйҙән үк өй алдындағы, мәктәп баҡсаһындағы ағастарҙы, тыуған ауыл йылғаһын,күлен, баҫыуҙарын, һауаһын, ҡош-ҡорттарын, хайуандарын күреп үҫә һәм яратырға өйрәнә. Сөнки Тыуған ил беҙҙең өйҙән, тыуған ауылдан башлана, улар бөтәһе лә Тыуған илебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Тәбиғәткә арналған иртәлектәр, экскурсиялар уҡыу материалы йөкмәткеһен эмоциональ ҡабул итергә мөмкинлек тыуҙыра.
Кластан тыш сара.
“Йәнле тәбиғәт- йәшәү сығанағы”
Маҡсат: уҡыусыларҙың фекерләү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү; бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу, йәнле тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
(Иртәлекте ойоштороусылар байрамдың программаһын, саҡырыу ҡағыҙҙарын, белдереү һ.б. әҙерләйҙәр. Һәр класс үҙенә аныҡ эш ала: йыл миҙгелдәренә ҡарата йомаҡтар, мәҡәлдәр, әйтемдәр йыйырға, костюмдар эшләргә, бейеү һәм йырҙар өйрәнергә, залды эстетик зауыҡ менән биҙәргә).
Тәбиғәттең яҙғы көнө. Сәхнәгә 3 уҡыусы һәм Умырзая –ҡыҙ сыға.
Умырзая: Ҡәҙерле балалар, ҡунаҡтар. Беҙ бөгөн һеҙҙе яҙ байрамын билдәләргә саҡырҙыҡ. Яҙҙы ҡаршылап бергәләшеп йырлаясаҡбыҙ, бейейәсәкбеҙ.
1 уҡыусы : Оҙон муйынын һуҙып,
Һөйөнсөләй ата ҡаҙ.
“Урамға сығығыҙ әле,
Килде беҙгә яҙ,яҙ,яҙ”
2 уҡыусы : Күр әле, күр, ҡарасы:
Ҡыйыҡтан тамды!
Үҙе бәләкәс кенә,
Үҙе көләкәс кенә.
Тишкеләп бөттө ҡарҙы,
Гөрләүеккә юл ярҙы.
Ҡаңғылдашалар ҡаҙҙар,
Башлана, тиҙәр, яҙҙар.
Ҡыҙыҡ итте шат тамсы.
Ҡоҙоҡҡа инеп ҡасты.
Умырзая: Бик матур шиғырҙар уҡып күрһәттегеҙ. Ә минең турала шиғыр белеүсе бармы?
3- сө уҡыусы: Умырзая балалары
Йәшәйҙәр бер ояла.
Улар әле бик бәләкәй,
Кешеләрҙән ояла.
Умырзая : Балалар , байрамыбыҙҙы йәмләп йомаҡ ҡойошоп алайыҡ әле.
1-се уҡыусы: Тау- тау булып өйөлдө,
Яҙ килгәнгә көйөндө,
Йырғанаҡ булып аҡты,
Шул ергә һеңде, батты,
Шунда уҡ үлән ҡалҡты.
Был нимә?
Балалар: Ҡар, ҡар.
2- се уҡыусы: Мин дә йомаҡ ҡояйым әле.
Боҙмайынса йоланы.
Гөрһөлдәне, иланы,
Йылмайып- көлөп алды,
Төҫлө көйәнтә һалды.
Балалар: Яҙғы ямғыр, күк күкрәү, йәйғор.
3- сө уҡыусы: Боҙ, ҡар ирене,
Һыуҙар йүгерҙе,
Илап йылғалар,
Йәштәр тирелде.
Көндәр оҙая
Төндәр ҡыҫҡара.
Был ҡайһы ваҡыт
Йә, әйтеп ҡара?
Балалар: Яҙ
1-се уҡыусы :Үҙе оҙон, үҙе ҡыҫҡа,
Үҙе йыуан, үҙе нескә,
Өҫтә саҡта беленмәй,
Аҫҡа төшкәс, күренмәй.
Соҡор ҡаҙа эйелмәй,
Ҡойо ҡаҙа бөгөлмәй.
Балалар: Тамсы.
(Йыр “Яҙ”. Сәхнәгә Яҙ килеп сыға).
Яҙ: Йырғанаҡтар гөрөлдәшеп ағалар,
Ҡыуышалар,әйләнешеп алалар;
Йәшәрәләр тау биттәре, далалар,
Шатланалар яҙ еткәнгә балалар.
Һаумыһығыҙ, балалар. Бер үҙем өлгөрә алмайым. Тиҙҙән йәй. Ә урман йәнлектәре уны ҡаршы алырға әҙер микән, шуны тикшерәм. Бөтәһе лә уянды микән, тундарын алмаштырҙылар микән?
Умырзая: Яҙһылыу! Ә мин һиңә ярҙамға сәскәләр килтерҙем. (Сәскә ҡалпаҡ кейгән балаларға күрһәтә).
Яҙ: Ярай бик һәйбәт булған. Әйҙәгеҙ әле, сәскәләр,һеҙҙе һынап ҡарайым, халҡыбыҙҙың һынамыштарын барлап ҡарайыҡ.
Яҙ: “Яҙ ҡуҙғалаҡ күп булһа
Сәскәләр: Ҡыш йылы килә”
Яҙ: “Ҡайын һуты мул булһа,
Сәскәләр: Йәй ямғырлы килә”
Яҙ: “Төтөн көйәнтәләп бөгөлһә
Сәскәләр: Көн йылына”
Яҙ: “Ҡарама олононан һут аҡһа
Сәскәләр: Яҙғы һалҡындар етә.
Яҙ: “Май айы һыуыҡ булһа
Сәскәләр: Иген уңа”
Яҙ: Ай, сәскәләр! Бигерәк күҙәтеүсән икәнһегеҙ. Ярҙамсыларым булырһығыҙ. Ә хәҙер үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ.
(Ынйы сәскәһе, Нәркәс. Үгәй инә үләне, Бәпембә)
Ынйы сәскәһе: Минең аҡ сәскәләрем менән тәүге бөжәктәр туҡлана. Мин һирәк үҫемлек һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгәнмен. (Слайд 1)
Аҡланда ла үҫәм мин,
Яланда ла үҫәм мин;
Ысыҡ менән йыуынам,
Ямғыр һыуын эсәм мин.
Таждарым ап- аҡ ҡына,
Таждарым ваҡ-ваҡ ҡына.
Бәпембә: Һары керпектәремде асам,
Ҡояш көлөп ҡараһа,
Тиҙ үк күҙҙәремде йомам,
Кисен донъя ҡарайһа.(Слайд2)
Нәркәс: Һары нәркәс
Ҙур үҫә
Ҡар һыуын
Эсә-эсә.(Слайд 3)
Яҙ: Бына яҙ сәскәләре менән дә таныштыҡ. Һеҙ барығыҙҙа бигерәк матурһығыҙ. Һеҙҙең матурлыҡтан көнләшеп, кеше ҡулдары һеҙҙе өҙә һәм күп тә үтмәй ташлай.
Умырзая: Балалар , урман йәнлектәрен дә саҡырып сығарайыҡ. Улар яҙҙы нисек ҡаршыланылар икән?
(Сәхнәгә Айыу, Төлкө, Тейен, Терпе килеп сыға)
Яҙ: Һаумыһығыҙ! Бер йыл буйы күрешмәнек. Ҡышты нисек үткәрҙегеҙ?
Терпе: Мин йоҡланым. Ябығып киткәнмен үҙем.
Тейен: Ә мин ҡышҡа аҙыҡты күп әҙерләгән инем. Асыҡманым. Хәҙер ҙә үҙемде һәйбәт тоям. Миңә һалҡын ҡыш булмаған да һымаҡ.
Төлкө : Ә мин асыҡтым. Һыуыҡ ҡышта мин сыҡандар менән генә туҡландым.
Айыу: Выжылдап елдәр һыҙғыра,
Елдәр ҡарҙы һеперә.
Ә айыу йылы өңөндә
Төшөндә яҙҙы күрә.
Яҙ: Ә хәҙер барығыҙҙы ла урман үҙешмәкәрлегенең концертында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
(Уҡыусылар тарафынан байрам концерты ҡуйыла. )
алсукаримова
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 13:57

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гулфира » 29 ноя 2017, 10:12

Тирә-яҡ мөхиткә булган ҡарашты бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк. Беҙ күбебеҙ авыл ерендә йәшәгән кешеләр тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Шуға күрә лә уға ҡарашты беҙ үҙебеҙ эшләгән ғамәлдәрбеҙ менән раҫлайбыҙ. Тәбиғәткә ҡарашты ғаилә менән ял итәргә сыҡҡас йәки экскурсия барышында алып барырға мөмкинселек тыуа. Кеше тормошонда тәбиғи булмаған кәрәк-яраҡтар, һауыт-саба, пакеттар бик күп ҡулланыла. Тик уларҙы кәрәкмәгән осраҡта эшкәртеү бик күп урындарҙа йайға һалынмаған. Шуның арҡаһында урмандарҙа йәки юл буйҙарында ятҡан сүп ҡалдыҡтарын күреү борсоу тыуҙыра. Йәй айҙарында йөҙәрләгән гектар урмандар ут сығыу арҡаһында юҡҡа сыға. Бына был күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау өсөн кешеләрҙең экологик культура кимәлен арттырыу иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Урмандар киҫелә, һаҙлыҡтар киптерелә, болондар юҡҡа сығарыла. Ә уларҙы яңынан тергеҙеү еңел түгел. Бының өсөн тистәләгән йылдар кәрәк. Йәмғиәт үҫешкән, яңы территориялар үҙләштерелгән һайын тәбиғәткә кеше йоғонтоһо ҙур. Кеше тәбиғәт байлыктарын ҡулланыуҙан бер минутҡа ла туҡтамай. Кеше үҙенең тәбиғәт балаһы икәнен онотып ебәрә.Киләсәк быуын тураһында ла оноторға ярамай.. Шулай булғас беҙ экологияны һаҡлау өҫтөндә эш алып барайыҡ.
Гулфира
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2017, 07:18

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение MilyushaYamansarina » 29 ноя 2017, 09:05

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар! Мин һеҙгә 10 - сы класта уҡыған уҡыусымдың Экология йылына арналған иншаһын тәҡдим итәм.
Ер яҙмышы - беҙҙең ҡулда
Ер - әсәбеҙ биргән икмәк менән
Аҡ һөттән дә изге нимә бар?
Р. Бикбаев

Бына, ниһайәт, яратҡан миҙгелем етте. Көҙ айҙары...
Бар тирә - тирә яҡ алтынға мансылған саҡ. Япраҡтар һары, ҡыҙғылт, көрән төҫкә буялған. Ошо төрлө төҫтәге ҡойолған япраҡтар әкиәттәге балаҫты хәтерләткәндәй...
Көҙ миҙгеленең илаһи матурлығын күрергә йыл да тәбиғәт ҡосағына ашҡынам... Тирә-яҡ тып - тын. Ошо тыныслыҡты яратам мин! Төрлө уйҙарға сумып, саф һауа һулап рәхәтләнеп урман гиҙәм... Ҡапыл, тынлыҡты боҙоп, бөтә урманды яңғыратып көлгән тауыштар ишетелде. Мин шул яҡҡа ыңғайланым. Унда үҫмер егет һәм ҡыҙҙар "күңел асалар" ине. Ҡулдарында һыра шешәләре, ауыҙҙарында тәмәке, усаҡ яҡҡандар... Янғын сығарып ебәрмәһәләр ярар ине, тигән уй башымдан сыҡманы. Үҙемдә батырсылыҡ табып, яндарына барып иҫкәртергә булдым. Йәштәр беҙҙең ауылдыҡы түгел ине. Мине күргәс, улар ниңәлер, йәһәт - йәһәт кенә ҡайтырға йыйына башланылар.
- Егеттәр, зинһар, усағығыҙҙы һүндереп, сүп - сарығыҙҙы йыйыштырып китегеҙ инде, - тинем мин тыныс ҡына.
- Эйе, башҡа эшебеҙ юҡ ти. Беҙгә әле топать и топать! Әйҙәгеҙ, етеҙерәк! - тип екерҙе берәүһе.
Бер - ике секунд эсендә, айыуҙан ҡасҡандай, тиҙ генә шылдылар. Ошо минуттарҙа йөрәгемдең нисек әрнеп - янғанын белһәгеҙ! Тирә - яҡта шешәләр, тәмәке ҡалдыҡтары, пластик һауыттар! Усаҡ та гөрләп яна!
- Һеҙ, оятһыҙҙар, битһеҙҙәр! Матурлыҡты юҡ итеүселәр! - тип ҡысҡырыуым да теге йәштәргә бер нисек тә тәьҫир итмәне.
Усаҡты һүндереп, сүп - сарҙы бер урынға өйҙөм дә, ары атланым.
Ошо күңелһеҙ күренеш мине төрлө уйҙарға сумдырҙы... Ниңә кеше тәбиғәткә ҡарата битараф икән? Ниңә үҙенең һаулығына, күрәләтә, зыян килтерә? Тәбиғәт - урман - кеше йәшәйеше түгелме һуң?
Минеңсә, урман - тәбиғәттең иң матур урындарының береһе. Унда кейектәрҙең, ҡоштарҙың ниндәйе генә юҡ, шишмәләр аға, емеш - еләк үҫә. Урман беҙҙе туйындыра, беҙгә йәшәргә көс бирә, сөнки йәшеллек, ағаслыҡ һауаны таҙарта һәм сафландыра. Айырыуса, ылыҫлы ағастар. Аҙаҡҡы йылдарҙа ҡарағай урмандар ныҡ кәмене. Был күренеш ҙур һәләкәткә килтереүе ихтимал бит. Ағас сәскә түгел, бер йылда ғына үҫә алмай. Бер үҫенте өлгөрһөн өсөн, кәм тигәндә, 30 - 40 йыллап ваҡыт кәрәк.
Беҙ "Башҡортостан" милли паркы биләмәһендә йәшәйбеҙ. Республикабыҙҙың иң матур урындарының береһе, дәүләт ҡарамағынан һаҡланған биләмә. Милли парк үҙ эсенә Мәләүез ( 54269 га), Күгәрсен ( 9246 га ), Бөрйән ( 16285 га ) райондарын ала. Иң ҙур өлөшө беҙҙең районға тура килә.
Яныбыҙҙа ғына Нөгөш һыуһаҡлағысы булғас, туристар ҙа бихисап. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә тәбиғәттең матурлығына һоҡланырға ғына килмәй шул... Сүп - сар ташлайҙар, рөхсәтһеҙ урында усаҡ яғалар, тауышланалар... Моторлы кәмәләр һәм әллә нисә төрлө һыу техникалары йәй буйы тынмай. Меҫкен балыҡтар ни эшләйҙер инде?
Башҡортостан яҙыусылары араһында ла тәбиғәтте һаҡлау, ҡурсалау темаһын күтәргән әҙиптәребеҙ бик күп. Шуларҙың береһе - Ноғман Мусин. "Йыртҡыс тиреһе", "Һуңғы солоҡ", "Зәңгәртауҙа аҡ болан" исемле әҫәрҙәрен бер тында уҡып сыҡтым. Ноғман Сөләймән улын бушҡа ғына "тәбиғәт йырсыһы" тип әйтмәйҙәрҙер инде. Һәр әҫәрендә тиерлек урманды һаҡлау, ҡурсалау, зыян килтереүселәр менән көрәшеү проблемаларын күтәрә. Яҙ көнө беҙҙең мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары, ата - әсәләр "Башҡортостан" милли паркы менән берлектә Ноғман Мусин менән осрашыу үткәрҙе.
Беҙ, уҡыусылар, "Һуңғы солоҡ" әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙек; яҙыусыға тормошо, ижады буйынса төрлө һорауҙар бирҙек.
Ноғман ағай менән осрашыу бик фәһемле булды; ул беҙҙе урман - тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға өндәне. Эйе, беҙ үҙ еребеҙҙә хужа булырға тейешбеҙ! Тәбиғәтте һаҡлау - үҙебеҙҙе яҡлау!
Быйыл экология йылы булараҡ, республикала ошо йүнәлештә күп эштәр эшләнде. Төбәгебеҙ экологик әүҙемлек йәһәтенән ил күләмендә беренсе урын биләй. Йыл әйләнәһенә ете меңдән ашыу өмә - акциялар үткәрелгән, уларҙа ике миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Был республиканың һәр икенсе кешеһе тигән һүҙ. 660 мең самаһы ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, 47 мең тонна сүп - сар йыйылған. Беҙ ҙә, 10 - сы класс уҡыусылары, милли парк хеҙмәткәрҙәре менән берлектә волонтёрҙар хәрәкәтенә ҡушылдыҡ. Йылға - күл буйҙарын таҙартыу, ағас ултыртыу - волонтёрҙарҙың төп эше.
Башҡорт - тәбиғәт балаһы. Уның күңеле һәр саҡ тәбиғәткә ынтыла. Әммә урманға барып, спиртлы эсемлектәр эсеү түгел, ә ҡоштар тауышын тыңларға, шишмә сылтырауына һоҡланырға, ҡояш ҡалҡҡанын, шәфәҡ һуҙылғанын күҙәтергә, тауҙарға артылырға...
Беҙҙең, йәштәрҙең, алда башҡараһы эштәребеҙ бик күп эле. Йәшәгән төйәгебеҙ матурлығын юғалтмаһын, эсер һыуҙарыбыҙ таҙа булһын тип йәшәргә, эшләргә тейешбеҙ. Илебеҙҙә башҡорт рухлы, тәбиғәтте һаҡлаусы замандаштар, "сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул" тигән мәҡәлде иҫтән сығармаған милләттәштәр булғанда, сабыйҙың теле үҙ туған телендә асылып, артабан үҙенең тыуған ерендә ныҡлы аяҡҡа баҫып ғүмер итһә, киләсәктә ерҙәребеҙҙе һаҡлаусы, яҡлаусылар булыр тип ышанам!
Ер - әсәне һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ! Киләсәк быуынға саф, таҙа, матур тәбиғәтебеҙҙе тапшырайыҡ! Бөтәһе лә беҙҙең ҡулда, дуҫтар!

Яҡшыев Мөхәммәтумар, Нөгөш урта мәктәбенең
10- сы класс уҡыусыһы
MilyushaYamansarina
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 25 ноя 2017, 12:26

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение асиюшка68 » 29 ноя 2017, 04:54

1) Правила поведения в природе

- Все знают, что существуют определенные правила поведения в гостях: в гостях нельзя кричать, зайдя в квартиру, нужно вытереть ноги, поздороваться. Вежливый человек всегда приятен хозяевам, и они пригласят его еще раз.

- Есть свои правила вежливости, которые надо соблюдать, когда ты приходишь в гости к природе, Здесь нельзя вести себя, как на ум взбредет.

1-й турист. Сегодня мы пришли гулять,

Благо лес – рукой подать!

Закупили все подряд:

Пищу, спички, лимонад.

2-й турист. Все, что взяли, – поедим,

На природу поглядим.

А пакеты, банки, склянки

Разбросаем на полянке.

3-й турист. В речку скинем все бутылки –

В море пусть плывут посылки!

Урны нет – неси в кусты!

Мы с природою на «ты»!

Лес, он что, ничей?

Туристы хором. Ничей!

4-й турист. Расположимся скорей!

Тут уж нам не помешают:

Жги и лей, руби и бей!

Мы цари! Молчи, Природа!

Все здесь наше – лес и воды!
асиюшка68
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 12:32

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гулфира » 29 ноя 2017, 04:53

Тирә-яҡ мөхиткә булган ҡарашты бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк. Без күбебеҙ авыл ерендә йәшәгән кешеләр тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Шуға күрә лә уға ҡарашты беҙ үҙебеҙ эшләгән ғәмәлдәребеҙ менән раҫлайбыҙ. Тәбиғәткә ҡарашты ғаилә менән ял итәргә сыҡҡас йәки экскурсия барышында алып барырға мөмкинселек тыуа. Кеше тормошында тәбиғи булмаған кәрәк-яраҡтар, һауыт-саба, пакеттар бик күп ҡулланыла. Тик уларҙы кәрәкмәгән осраҡта эшкәртеү бик күп урындарҙа яйға һалынмаған. Шуның арҡаһында урмандарҙа, йәки юл буйҙарында ятҡан сүп ҡалдыҡтарын күреү борсоу тыуҙыра. Йәй айҙарында йөҙәрләгән гектар урмандар ут сығыу арҡаһында юҡҡа сыға. Бына был күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау өсөн кешеләрҙең экологик культураһын арттырыу иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Йәмғиәт үҫешкән, яңы территориялар үҙләштерелгән һайын тәбиғәткә кеше йоғонтыһы нығраҡ була бара. Урмандар киҫелә, һаҙлыҡтар киптерелә, болондар юҡҡа сығарыла. Шул уҡ ваҡытта кеше тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланыуҙан бер минутҡа ла туҡтамый. Көн һайын донъяла меңәрләгән гектар урмандар киҫелә. Ә уларҙы яңанан тергеҙеү еңел түгел. Бының өсөн тистәләгән йылдар талап ителә.
Последний раз редактировалось Гулфира 29 ноя 2017, 11:54, всего редактировалось 1 раз.
Гулфира
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2017, 07:18

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение асиюшка68 » 29 ноя 2017, 04:51

апреля - Международный День птиц

4 апреля - Всемирный День крыс

7 апреля - Всемирный День охраны здоровья

15 апреля - День экологических знаний

с 15 апреля по 5 июня - Общероссийские Дни защиты от экологической опасности

18-22 апреля - Марш Парков

19 апреля - День подснежника

19-26 апреля - Весенняя Неделя Добра

22 апреля - Всемирный День Земли

24 апреля - Всемирный День защиты лабораторных животных

Четвертая суббота апреля - День Биолога
асиюшка68
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 12:32

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение асиюшка68 » 29 ноя 2017, 04:43

В мире существует Флаг Земли. При этом он не считается официальным символом. Этот флаг представляет собой фотографию нашей планеты, снятой из космоса. В этом качестве сейчас используется снимок планеты на тёмно-синем фоне, который был сделан астронавтами Аполлона-17 на их пути к Луне.

По сложившейся традиции, в День Земли принято звонить в Колокол Мира. Этот звук должен призвать Всех жителей Земли задуматься о сохранении красоты нашей планеты.

Колокол Мира – символ мирной жизни на Земле

Первый колокол Мира был отлит из монет, собранных детьми из 60 стран. И находится он в Японии. Так он выглядит

Акцию «Колокол Мира в День Земли» поддержали люди других стран и народов.

В России «Колокол Мира» был установлен в 1998 году в Москве, в музеи Николая Константиновича Рериха.

Цель акции – объединение всех людей планеты в деле защиты окружающей

И пока колокол будет звенеть, мы будем бережно и с любовью передавать макет нашей Земли из рук в руки.
асиюшка68
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 12:32

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Бакиева Роза » 29 ноя 2017, 03:15

Бик фәһемле әкиәт, шулай бит, хөрмәтле коллегалар!

Борон-борон заманда йәшәгән, ти ике дуҫ – Тәбиғәт һәм Кеше. Бик татыу йәшәгәндәр улар. Тәбиғәт кешене ашатҡан, эсергән, кейендергән, дошмандарҙан һаҡлаған. Дуҫы ауырыһа уны шифалы үләндәр һәм емеш-еләк менән дауалаған. Кеше саф һыулы йылғаларҙа һыу ингән, сәскәле болондарҙа уйнаған.

Шулай итеп, Кеше баһадир булып еткән. Көндәрҙән бер көндө кешене был рәхәт тормош туйҙыра башлаған. Һәм ул тәбиғәткә ҡаршы баш күтәргән. Уның болондарын тапаған, ағастарын ҡырҡҡан, урмандарын яндырған, йылғаларын бысратҡан.

“Донъяға хәҙер мин хужа!” – тип ҡысҡырған Кеше. Тәбиғәт, был яуызлыҡты күреп, артҡа сигенгән.

“Мин тәбиғәтте еңдем, хәҙер бөтә донъя миңә буйһона” – тип маҡтанған Кеше.

Тәбиғәттең Кешегә бик асыуы килгән. Кешегә биргән байлығын тартып алған, эсә торған һыуын киптергән. Ул Кешене буш яланда торғоҙоп ҡалдырған.

Кеше өсөн донъя йәмһеҙләнгән. Һәм ул бик ныҡ илаған, Тәбиғәтһеҙ йәшәп булмаған ын аңлаған. Кеше Тәбиғәтте эҙләп киткән көн барған, төн барған. Ниһәйәт, эҙләп тапҡан. Ул Тәбиғәттән ғәфү үтенгән.
Бакиева Роза
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 12:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сайда » 28 ноя 2017, 16:53

Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ,иң беренсе нәүбәттә,уҡыусыларҙы үҙебеҙҙең ерлектән сыҡҡан ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы танып белергә,уларҙы ихтирам итеп,улар менән ғорурланырға,яҡшы эштәрен күреп,баһалай белергә өйрәтергә кәрәк.Ил-йортобоҙға,тәбиғәтебеҙгә һөйөү,мәрхәмәтлелек хисе,уны таҙа тотоуға ынтылыш,уның байлыҡтарына ҡарата һаҡсыл ҡараш та һәр кемдең күңелендә тик бер-беребеҙҙе яратыуҙан,ихтирам итеүҙән,оло быуын һүҙенә ҡолаҡ һала белеүҙән ,ғаиләнең ыңғай фекерле,матур эштәргә ынтылышлы булыуынан ғына уянасаҡ.
Экология мәсьәләһенә килгәндә беҙ,уҡытыусылар,дәрестәр менән генә сикләнмәй,был йүнәлештәге тәрбиә эшен ғәмәлдә күрһәтергә тейешбеҙ.Тәрбиәүи ял экскурсияларын,походтарҙы бер үк ваҡытта өмәләргә,операцияларға әүерелдереп ебәрергә була."Зәңгәр патрулдәр","Таҙа һыу","Йәшел патрулдәр" ,"Ҡоштар -беҙҙең дуҫтар","Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн" һәм башҡалар.
"Тирә-йүнде таҙа тотһаң,һаулығың да ныҡ булыр","Йәшәгән төбәгеңдең тауы,урманы,йылғаһы йәшәһә,һин дә,башҡалар ҙа имен,һау-сәләмәт йәшәр" .Бына ошондайыраҡ өндәмәләрҙе дәрес-сараларҙа киңерәк ҡулланыу кәрәк.Дәрестә балаға һәр яҡлап һабаҡ,тәрбиә бирергә өлгөрөргә кәрәк.Был-бөгөнгө уҡытыусының иң беренсе бурысы.
Сайда
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 27 май 2016, 19:33

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 5