Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Сулейманов Р.Ф., Куватова Г.Д.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сажида Гатина » 27 ноя 2017, 18:43

Кеше ашамайынса алты аҙна йәшәй ала. Ә инде һыуһыҙ 5-7 көндән артыҡ түҙә алмай. Кеше үҙ ғүмеренда яҡынса 35 тонна һыу эсә.
Әгәр организмдың 2 процент һыуы бөтһә, кеше ныҡ һыуһай. Ә инде 10 процент һыуын юғалтһа, галлюцинациялар башлана. Кеше тәненең 12 процент һыуы бөтһә, уны медицина ярҙамында ғына һауыҡтарып була. Ә инде 20 процент һыуын юғалтһа, кеше үлә.
Беҙ һыуҙы бушлай алырға күнеккәнәбеҙ. Ә бына күпселек илдәрҙә уның өсөн арыу ғына аҡса түләргә кәрәк. Донъяла иң ҡиммәт хаҡҡа һыу Лос-Анджелеста һатыла. “Swarovski” исемле һыуҙың литры 90 доллар тора (2800 һум самаһы). Эсәр һыу запасы икһеҙ-сикһеҙ түгеллеген аңларға бик ваҡыт.
Башҡорт халҡы һыуҙы,шишмәне, һыу баштарын изгеләштергән, уны бысратмаған. Һ ыу баштарында йөрөргә, бесән сабырға,мал көтөргә, һыу инергә,кер йыуырға ҡушмаған, ныҡ тыйған. Шишмәләрҙе тәрбиәләп, таҙартып торғандар.Йәшәү сығанағы тип ҡарағандар улар һыуға. Ә һыу төптәре тулы быяла, сүп-сар булһа, ҙур-ҙур заводтар үҙ ҡалдыҡтары менән эсәр һыуҙарыбыҙҙы бысратһа, беҙҙең киләсәк быуынға нимә ҡалыр?
Һыу ҡәҙере шишмә ҡороғас беленер, тиҙәр...
Сажида Гатина
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:34

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Рамиля Ильясова » 27 ноя 2017, 17:53

Кешеләр, үҙебеҙҙең хатабыҙҙы аңларға ваҡыт еткән түгелме?! Беҙҙең Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, тыуған тәбиғәтебеҙҙе беҙҙән башҡа кем яҡлар, кем һаҡлар, кем ҡурсалар?!
Әйҙәгеҙ, ирекле Башҡортостаныбыҙҙа саф һауа һулап, уйнап-көлөп, рәхәтләнеп йәшәйек. Ошо күркәмлекте киләсәк быуынға ла ҡалдырайыҡ! Тәбиғәттең йомартлығына беҙ рәхмәтле булайыҡ!
Рамиля Ильясова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 10:27

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm » 27 ноя 2017, 16:18

Башҡортостан Республикаһы биш тәбиғәт зонаһы тураһында ғы текстарҙың дауамы.
3. Дала зонаһы

Башҡортостан шихандары
Шаҡтай ҙур майҙанда ул тик Башҡортостандың Урал аръяғына ғына йәйелгән. Ландшафт буйынса районлаштырыу картаһында был зона тау далаһы итеп билдәләнгән.
Башҡортостандың Урал аръяғындағы дала зонаһы республиканың көнсығыш сиге буйлап тар һыҙат булып һуҙылған. Был зонаның климаты ҡитғаныҡы, ҡоро, үҫемлектәр донъяһы ярлы. һөрөлмәгән ерҙәрҙә ҡылған, һолүлән өҫтөнлөк итә. Ер өҫтө тигеҙ, урыны-урыны менән уны убалар, тау армыттары сыбарлай. Ер өҫтө һыуҙарына ярлы. Урал йылғаһының уң ҡушылдыҡтары даланың төп һыу артерияһын тәшкил итә. Ҡабатланып торған ҡоролоҡ, саң өйөрмәһен һауаға күтәргән ҡойондар, ҡыуан елдәр был яҡтарға ысын бәлә-ҡаза булып ябырыла.
Зонаның тәбиғәт ҡомартҡыларынан Мулдаҡкүл менән Яҡтыкүлде билдәләп үтәйек. Мулдаҡкүл һыуы тоҙло. Уның һыуы һәм ләме Яҡтыкүл шифаханаһында дауалау маҡсатында файҙаланыла. Яҡтыкүлдең иҫ киткес матур яр буйҙары ял итеүселәрҙе үҙенә тартып тора. Бында ял йорттары һәм шифахана төҙөлгән.
fquekm
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm » 27 ноя 2017, 16:16

Башҡортостан Республикаһының биш тәбиғәт зонаһы тураһында һөйләгәндә ҡулланырға мөмкин булған текстар тәҡдим итәм.
2.Урманлы дала зонаһы
Белорет районы күренеше
Урманлы дала зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн иң уңайлыһы. Уңдырышлы ҡара тупраҡ, тигеҙ ер өҫтө, ауыл хужалығы өсөн етерлек дым һәм йылылыҡ, мул һыулы йылғалар ошонда. Шуға күрә лә урманлы дала кеше тарафынан күптән үҙләштерелгән. Хәҙерге ваҡытта бында антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Бөтә зонаны юлдар, электр линиялары, урман һыҙаттары арҡырыға-буйға киҫеп үтә. Йәй көндәрендә йәм-йәшел баҫыуҙар ҡарашты иркәләй. Һөрөнтө ерҙәр 65 процентҡа тиклем майҙанды биләй. Сабынлыҡтар, көтөүлектәр, емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсалары ла байтаҡ майҙан алып тора. Иген һәм техник культураларҙың төп өлөшө ошонда үҫтерелә, игендең уңышы гектарынан 30—40 центнер тәшкил итә.
Был зонала тәбиғи хәлендә һаҡланған, шулай уҡ кеше ҡулы тарафынан тыуҙырылған ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары байтаҡ. Улар араһында Бәләбәй районында Усень-Ивановка ауылы эргәһендәге, шулай уҡ Бөрө районының «Сосновый бор» ял йорто тирәһендәге ҡарағайлыҡтар иң күренеклеләре.
Асылыкүл менән Ҡандракүл — үҙе бер тәбиғәт мөғжизәләре. Асылыкүл яр буйында һирәк осрай торған үҫемлектәр, мәҫәлән, Себер флоксы, үҫә.
Урманлы даланың төньяҡ-көнсығышында Салауат районында Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ яры буйлап Сулпан ауылы эргәһендә Янғантау урынлашҡан.
Был зонаның тәбиғәт ҡомартҡыларынан шулай уҡ Ҡорғаҙаҡ һәм Красный Ключ сығанаҡтарын, Шәмсетдин күлен һәм Шөңгәккүлде, Охлебинино һәм һыныу тыуҙыра. Улар Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Был тауҙарҙың иң төньяҡтағыһы — Йөрәктау. Уның Ағиҙел йылғаһы кимәленән бейеклеге 220 м. Көньяҡтараҡ тағы өс шихан бар — улар Ҡуштау, Шәкетау (Шахтау)һәм Торатау. Быларының иң бейеге — Торатау (Ағиҙел йылғаһы кимәленән 275 м бейеклектә). Шихандар — пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡҡан рифтар. Улар 250 млн йыл самаһы элек пермь осоронда һай һыулы диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән. Шихандар Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан сылбыр булып һуҙылған. Артабан күп рифтарҙы тоҡомдар күмеп киткән. Тик кайнозой осоронда ҡалҡып сыҡҡандарынан ҡайһы берҙәре генә ер өҫтөндә тороп ҡалған.
Шихандарҙа, боронғо диңгеҙ хайуандарының ташҡа әйләнгән һөлдәләрен осратырға мөмкин, тау ипкендәрендә һирәк осрай торған һәм юғала барыусы күп үҫемлектәр үҫә. Стәрлетамаҡ яңғыҙ тауҙарынан тыш Башҡортостанда шулай уҡ Дыуан рифтары билдәле. Улар ҙа пермь осоронда барлыҡҡа килгән.
fquekm
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm » 27 ноя 2017, 16:15

Башҡортостан Республикаһының биш тәбиғәт зонаһы тураһында һөйләгәндә ҡулланырға мөмкин булған текстар тәҡдим итәм.
1. Урман зонаһы
Был зона Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан һәм ҡитға климаты менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура көнбайышта 2,4°-тан көнсығышта 0,8°-ҡа тиклем үҙгәрә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 500-ҙән 799 миллиметрғаса етә.
Урман зонаһы хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда, атап әйткәндә, ағас ҡырҡыуҙан, бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Ҡырҡылған ерҙәрҙә икенсел урмандар, башлыса, ҡайын, йүкә, уҫаҡтан торған урмандар үҫә. Был зонала майҙандың яртыһы тиерлек һөрөнтө ер өлөшөнә тура килә. Бындай төбәктәрҙә антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Кеше тәьҫиренән тупраҡтың составы ла аҡрынлап үҙгәрә бара. Унда яйлап ҡына булһа ла серемтә ҡатламы ҡалыная.
Урман зонаһында кеше ҡулы теймәгән ландшафт майҙандары тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлана һәм ҡурсалана. Улар иҫәбенә Краснокама районының үҙәге Николо-Берёзовка ауылы тирәһендәге ҡарағай һәм шыршы урмандары, Дүртөйлө районының Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағай урманы инә.
Был зоналағы күлдәр ҙә иҫ киткес гүзәл күренеш барлыҡҡа килтергән. Дүртөйлө районының Урыҫ Әнгәсәге ауылы эргәһендәге Оло һәм Бәләкәй Йылан күлдәре, Нуриман районындағы Упҡынкүл тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителгән.
Тәбиғәт ҡомартҡылары ғына түгел, урман зонаһының бөтә бай һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәте — шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән бейек текә ярлы Павловка һыу һаҡлағысы тирәһе, Каманың һул яр буйындағы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары, Өфө яҫы таулығын тәрән йырып аҡҡан Йүрүҙән буйҙары һаҡсыл мөнәсәбәткә лайыҡ түгелме ни? Мәҫәлән, Йүрүҙән урыны менән бер нисә тиҫтә метр бейеклегендәге ҡаялар хасил итеп аға. Шундай ҡаяларҙың береһе — Сабаҡай тауы Дыуан районының Сарапул ауылы янында урынлашҡан. Бында тәүтормош кешеһенең торлаҡ эҙҙәре һаҡланған ике мәмерйә барлығы билдәле.
fquekm
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение ishbulatovamilyausha » 27 ноя 2017, 16:14

Самое главное, ребята, то, что необходимо вернуть человеку любовь и уважение к земле, поднимать экологическую культуру населения. Эта задача важнее всех. И ее можно назвать экологией нравственной. Мы должны бороться за возрождение экологически чистой, здоровой среды обитания. Если не сумеем сохранить Землю, мы погибнем, не только как биологический вид, а как уникальная форма разумной жизни, оказавшейся недостаточно разумной чтобы выжить.
ishbulatovamilyausha
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 27 ноя 2017, 15:07

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение ishbulatovamilyausha » 27 ноя 2017, 16:00

Для решения экологических проблем необходимо развитие у всех людей нового мышления, преодоления стереотипов технократического мышления, представлений о неисчерпаемости природных ресурсов и непонимания нашей абсолютной зависимости от природы. Безусловным условием дальнейшего существования человечества является соблюдение экологического императива как основы экологически безопасного поведения во всех сферах. Необходимо преодоление отчуждения от природы, осознание и реализация личной ответственности за то, как мы относимся к природе (за сбережение земли, воды, энергии, за охрану природы).
ishbulatovamilyausha
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 27 ноя 2017, 15:07

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Веста » 27 ноя 2017, 16:00

«Воспитание любви к родному краю, к родной культуре, к родному селу или городу, к родной речи - задача перво­степенной важности, и нет необходимости это доказывать. Но как воспитать эту любовь?
Она начинается с малого - с любви к своей семье, к своему жилищу, к своей школе. Постепенно расширяясь, эта любовь к родному переходит в любовь к своей стране - к ее истории, ее прош­лому и настоящему, а затем ко всему человечеству, к человеческой культуре», - писал Д.С.Лихачев.
Задача учителя-словесника состоит не только в обучении грамматическим нормам языка, но и в воспитании у школьников экологических представлений, способствующих бережному отношению к природе, утверждению добра на Земле.
Веста
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 25 ноя 2017, 18:45

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm » 27 ноя 2017, 15:56

Башҡортостандың тәбиғәт һәйкәлдәрен ентекле өйрәнеү ҙә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүгә тиң, тип һанайым мин. Үҙҙәренә таныш урындар тураһында һүҙ барған ваҡытта бер генә уҡыусы ла вайымһыҙ ҡалмай. Уларҙың һәр береһе ҡайһы урындарҙы күреүен һөйләргә, унда кисергән тәьҫораттары менән уртаҡлашырға әҙер. Мәмерйәләр, тәбиғи фонтандар, ҡарт ағастар, соҡорҙар йәки үҙенсәлекле һыу ятҡылыҡтары, тауҙар, уларҙың атамалары, йәш үҙенсәлектәре тураһында фекер йөрөтөү айырыуса ҡыҙыҡлы.
fquekm
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Веста » 27 ноя 2017, 15:56

Для понимания информации экологического характера на уроках родного языка использую тексты о воде, воздухе, почве, растениях и животных. Это и диктанты, и изложения, сочинения, пробуждающие чувства, мысли, побуждающие ребят задуматься над самыми различными вопросами гармонии и единства всего созданного на планете, восхититься красотами флоры и фауны родного края.
Цикл упражнений под названием «На уроках природоведения» вызывают неподдельный интерес учащихся, позволяют осуществить межпредметные связи, и получить метапредметные результаты.
Веста
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 25 ноя 2017, 18:45

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron