Интерактив башҡорт теле

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение GareevaSvetlana » 08 фев 2022, 12:02

Уважаемые организаторы!
Я Гареева Светлана Хатиповна. Прохожу курс “Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях
реализации ФГОС СОО”. Благодарю Вас за доставленный нам богатый материал, за эффективную методическую помощь, за доступные презентации.
Удачи, развития, побольше бесплатных курсов добавляйте - это привлечет большее количество слушателей.
GareevaSvetlana
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 08 фев 2022, 11:57

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 14 дек 2021, 04:43

https://bashlang.ru/ - "Интерактив башҡорт теле" веб-ресурсы
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Рушания » 23 ноя 2020, 14:46

"Интерактив башҡорт теле" - яҡшы проект. Был проектҡа ингән дәрестәрҙе онлайн уҡыу, очно уҡыу ваҡытында ла ҡулланыу бик уңайлы. Төрлө ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр, видеодәрестәр, визуаль һүҙлек, үҙеңде баһалау өсөн тестарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә ҡулланыу отошло. Яңы һүҙҙәрҙе өйрәнгәндә, уны тыңлап ишетеү мөмкинлеге бар. Визуаль һүҙлектә иһә, картиналарҙы, һүрәттәрҙе ҡарап ҡабатларға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт теленең грамматикаһын өйрәнгәндә грамматика бүлеге ҙур ярҙамға килә. Ғөмүмән алғанда был проектта тупланған материалдар уҡытыусыға ҙур ярҙам булып тора. . Уларҙы өлөшләтә алып ҡулланырға мөмкин. Уҡыусыларға материалды үҙ аллы өйрәнеү өсөн, белемдәрен тикшереү өсөн дә тәҡдим итергә була. Шулай уҡ башҡорт телен үҡҙ аллы өйрәнергә теләгән һәр кем дә ҡуллана ала.
Рушания
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 22 ноя 2020, 08:11

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Рушания » 22 ноя 2020, 08:29

Хәйерле көн. МИн Рушания Вәкил ҡыҙы. "Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС среднего общего образования и профессионального стандарта педагога" тип аталған тема буйынса курс үтәм. Уны Әхәт Ғәлим улы алып бара. Курс бик оҡшай, аңлайышлы, лекциялар, видеодәрестәр ҙе башҡортса, русса ла ҡарарға мөмкинлектәр бар. Әхәт Ғәлим улы дәрестәрҡе аныҡ, матур алып бара, теманы ентекләп яҡшы итеп аңлата. Ысынлап та хәҙерге заманда уҡытыусылары компьютер технологияларын, цифралы ресурстарҙы йыш ҡуллана, ул уҡытыусыға ҙур ярҙам, бынан башҡа эште күҙ алдына килтереүе ауыр. Шуға ла бындай курстар беҙгә бик кәрәк, файҙалы. Ә уның дистацион булыуы икелетә отошло. Курстар өсөн ҙур рәхмәт!
Рушания
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 22 ноя 2020, 08:11

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Акбирова Л.Л. » 21 ноя 2020, 19:32

Акбирова Ләйсән. Хәҙерге ваҡытта "Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС среднего общего образования и профессионального стандарта педагога" үтәм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып беренсе йыл эшләй башланым. Минең өсөн был курстар алдағы эшмәкәрлегемдә бик ярҙам итәсәк. Видеолекциялар бик ҡыҙыклы, фәһемле. Заман талаптарына ярашлы электрон ресурстарҙы дөрөҫ ҡуллынырға өйрәтәләр. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!!!
Акбирова Л.Л.
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 21 ноя 2020, 18:48

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Нурия Закирова » 24 мар 2020, 06:01

Һаумыһыһығыҙ! Мин Закирова Нурия Рәсүл ҡыҙы булам. “Использование информационно-коммуникационных технологий в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС основного общего образования” темаһы буйынса дистанцион курс үтәм. Курсты ойоштороусылар һәм алып барыусыларға ҙур рәхмәтлемен. Сөнки,бындай курстар беҙҙең өсөн бик уңайлы. Берҙән, ваҡытыбыҙҙы экономиялай, икенсенән, кемдең түләп уҡырға мөмкинселеге юҡ уларға уҡыу мөмкинлеге бирә. Материалдар бай һәм файҙалы.Бында мин үҙем өсөн бик кәрәкле мәғлүмәттәр таптым, башҡа коллегаларҙың эшен күҙәттем. Әхәт Ғәлим улының видео дәрестәр бик ныҡ оҡшаны. Ул аныҡ һәм аңлайышлы итеп һөйләй, теманы ентеләп аңлата. Ғөмүмән, Әхәт Ғәлим улы курсты бик матур алып бара. Уның курсына эләгеүемә бик шатмын.
Нурия Закирова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 25 окт 2019, 09:44

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Нурия Закирова » 24 мар 2020, 05:46

Һаумыһыһығыҙ! Мин Закирова Нурия Рәсүл ҡыҙы булам. “Использование информационно-коммуникационных технологий в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС основного общего образования” темаһы буйынса дистанцион курс үтәм. Курсты ойоштороусылар һәм алып барыусыларға ҙур рәхмәтлемен. Сөнки,бындай курстар беҙҙең өсөн бик уңайлы. Берҙән, ваҡытыбыҙҙы экономиялай, икенсенән, кемдең түләп уҡырға мөмкинселеге юҡ уларға уҡыу мөмкинлеге бирә. Материалдар бай һәм файҙалы.Бында мин үҙем өсөн бик кәрәкле мәғлүмәттәр таптым, башҡа коллегаларҙың эшен күҙәттем. Әхәт Ғәлим улының видео дәрестәр бик ныҡ оҡшаны. Ул аныҡ һәм аңлайышлы итеп һөйләй, теманы ентеләп аңлата. Ғөмүмән, Әхәт Ғәлим улы курсты бик матур алып бара. Уның курсына эләгеүемә бик шатмын.
Нурия Закирова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 25 окт 2019, 09:44

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение AlfinaGab » 24 янв 2020, 14:44

"Интерактив башҡорт теле" - киң мәғлүмәтле ҙур бер проект. Сағыу һүрәттәр, видеолар, интерактив күнегеүҙәр һәм тестар менән тулыландырған онлайн-дәрестәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, телдең лексикаһы һәм грамматикаһын өйрәнгәндә рәхәтләнеп ҡулланырға була.
"Башҡорт теленең тематик һүҙлеге" бүлеге үҙ төҙөлөшөнә 32 һүҙҙәр төркөмөнә тупланған.Һәр бер һүҙҙең дөрөҫ әйтелеш формаһы - фоно-яҙмаһы бирелгән. Был иһә, башҡорт телен башланғыс кимәлдә өйрәнеүсе уҡыусылылар өсөн бик уңайлы.
Бынан тыш, визуаль-һүҙлек тә бирелгән, йәғни уҡыусыларға төрлө предметтарҙың һүрәтен ҡарап уларҙың исемдәрен, атамаларын әйтеп ултырырға мөмкинлек бирә.
Башҡорт теленең төҙөлөшөн аңларға, үҙ аллы һөйләмдәр, текстар төҙөргә ярҙам итеүсе "Башҡорт теленең грамматикаһы" тип аталған бүлек тә бик ентекле өйрәнеп эшләнелгән бүлек. "Фонетика", "Морфология"-ның һәр бер тармағына туҡталып, терминдарға аңлатма биреп, миҫалдар менән дәлилләнгән.
"Интерактив башҡорт теле" проекты башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн дә, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыу өсөн дә ҙур ярҙамсы булып тора.
AlfinaGab
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 24 янв 2020, 13:33

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 04 сен 2019, 11:01

http://bashlang.ru/index.php - "Интерактив башҡорт теле" веб-ресурсының домены. Әлеге ваҡытта сайт өҫтөндә эш алып барыла.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 29 авг 2019, 09:10

http://new.bash.matur-tv.ru/index.php - “Интерактив башҡорт теле” веб-ресурсына ваҡытлыса һылтанма. Яңы адресына һылтанма ошонда уҡ урын аласаҡ.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 13