Новости

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:50

3-сө дәрес
Контроль диктант.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү һәм баһалау.
Дәрес барышы
1. Яҙма эш дәфтәрҙәре таратып бирелә. Дәфтәргә көндө, текст исемен яҙыу. Диктанттар йыйынтығынан “Көләс булһын әсәйҙәр!”(“Башҡорт теленән диктантттар һәм изложениелар йыйынтығы” -21-се бит) тигән текст тәҡдим ителә.
Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә. Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн борсола, беҙҙең уңыштарға шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар? (“Йәншишмә” газетаһынан)
2. Төп өлөш:
1) тексты тулы килеш уҡыу;
2) һүҙлек эше: көләс, уңыштар, аҡыллы.;
3) уҡытыусы һәр һөйләмде әйттереп яҙҙырыу;
4) тикшереү өсөн тексты тулы килеш уҡыу;
5) уҡыусыларҙың тексты үҙ аллы тикшереүҙәре.
Өҫтәлмә эш:
1) матур, эшсән һүҙҙәренә антоним, синонидар һүҙҙәр туйлап яҙығыҙ.
2) Өйгә эш: үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:50

2-се дәрес
Ф.Туғыҙбаева “Тыуған көн”. Антонимдар.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
2.Антонимдар темаһын үҙләштереү, уны ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнеү.
3. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Ф. Мөхәмәтйәновтың “Тыуған көн” шиғырын тасуири уҡыу. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Бер-береһе менән әңгәмәләшеү, бер-береһенең фекерен тыңлау. Контроль диктантҡа әҙерләнеү маҡсатынан тексты әйттереп яҙҙырыу.
Грамматика буйынса антоним темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Дәреслектәге 19-сы күнегеү М.Усманованың шиғырын тасуири уҡыу:
Әсәйем, әсәкәйем,
Һин бит – бәхет асҡысы.
Һин өйрәткән тыуған телем
Миңә иркен юл асты.
II. Өй эшен тикшереү.
Уҡытыусы уҡыусыларҙың эш дәфтәрҙәрен йыйып ала.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 4-се күнегеүҙәге тиҙәйткесте уҡыу.
2. Тиҙәйткестең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар:
1) нимә тураһында?
2) Ҡара, ҡара һүҙҙәренең мәғәһен аңлатыу.
3. Йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
1. Ф.Туғыҙбаева “Тыуған көн” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Автор тураһында белешмә:
2) Һүҙлек эше: эйәр, уны һөйөп, танау сөйөп.
3) Уҡытыусының уҡыуы;
4) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
5) Хор менән уҡыу;
6) Сылбырлы уҡыу;
7) Ролләп уҡыу;
8) Һорауҙарға яуап биреү.
2. 6-сы күнегеү. Антоним темаһын үҙләштереү.
V. Теманы нығытыу.
1. 3,4, 6-сы күнегеүҙәр буйынса эш төрҙәре башҡарыу.
2. Диктантҡа әҙерләнеү өсөн уҡыусыларға текст әйттереп яҙҙырыу:
Бөгөн көн матур. Тирә-яҡта ап-аҡ ҡар ята. Ҡояш үҙенең йылы нурҙарын ергә һибә. Ҡыйыҡ баштарынан тәүге тамсыларҙың тыпылдап тамған тауышы ишетелә. Ҡара ҡарғалар ҙа яҙ килеүен хәбәр итә башланы. Көндәрҙең яҙға тартыуы һиҙелеп тора.
2. Индивидуаль эш төрҙәре башҡарыу.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
VII. Өйгә эш: Контроль диктантҡа әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:49

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы
(6 сәғәт)
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһын үткәндә бер-береңде ҡотлау, йылы һүҙҙәр әйтергә өйрәнеү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү, ҡатын-ҡыҙ яғынан туғанлыҡ терминологияһын белеү, класта бер-береңә, уҡытыусыларға, ҡатын-ҡыҙ туғандарҙы телефон аша, СМС хәбәрҙәр ебәреү, электрон почта аша ҡотлауҙар яҙыу. Уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу һәм ғәмәлдә ҡуллана белеү төп иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыу күнекмәләренә өйрәтеү. Тексты анализлай, текста күтәрелгән проблеманы хәл итеү юлдарын дөрөҫ итеп башҡорт телендә һөйләй белеү.
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһы буйынса тәҡдим ителгән текстарҙы үҙләштереү аша уҡыусыларҙың һөйләшеү, һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү өҫтөндә эшләү дауам ителә.
Был бүлектә “Антонимдар” темаһы үтелә.
Был бүлектә грамматик-лексик темалар түбәндәгесә бүленә:
1. Ф.Мөхәмәтйәнов. “Әсәйем”. Антонимдар……………………..1 сәғәт
2. Ф.Туғыҙбаева “Тыуған көн”. Синонимдар……………………..1 сәғәт
3. Конторль диктант…………………………………………………1 сәғәт
4. Ә.Ихсан. “Әсә рәхмәте” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…………1 сәғәт
5. Т.ү. Һүрәт буйынса эш……………………………………………1 сәғәт
1-се дәрес
Ф.Мөхәмәтйәнов “Әсәйем”. Антонимдар.

Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
2.Антонимдар темаһын үҙләштереү, уны ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнеү.
3. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Ф. Мөхәмәтйәновтың “Әсәйем” шиғырын тасуири уҡыу. Ф.Мөхәмәтйәновтың ижады менән танышыу. Уның шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереп, әсәйҙәрҙең бөйөклөгө тураһында әңгәмә ойоштороу. Әсәйҙәр тураһында йырҙар, шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү. Бер-береһе менән әңгәмәләшеү, бер-береһенең фекерен тыңлау, хаталарын төҙәтеү, үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтеү өҫтөндә эшләү. Бер-береһенең эшен баһаларға һәм хаталарҙы дөрөҫ итеп төҙәтеү.
Грамматика буйынса антоним темаһын үҙләштереү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ,
Ҡотлайбыҙ өләсәйҙе.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Артикуляцион күнегеүҙә һүҙ нимә тураһында барыуы, әсәй тураһында әңгәмә ойоштороу.
2. Артикуляцион күнегеүҙән сығып, яңы теманы билдәләү.
III. Яңы тема.
1. Донъяла иң ҡәҙерле кеше әсәй икәнлеген, әсәйҙәрҙе яратырға, уларға ярҙам итергә, уларҙы бер ваҡытта лаборсомаҫҡа кәрәклекте аңлатыу, әңгәмә ойоштороу. Яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар иң күркәм әҫәрҙәрен үҙҙәренең әсәләренә бағышлай. Шул әҫәрҙәрҙең ҡайһы берҙәрен һанап китеү. Ф. Мөхәмәтйәнов үҙенең шиғырын әсәһенә бағышлаған.
2. Ф.Мөхәмәтйәнов “Әсәйемә” шиғырының йөкмәткеһе менән танышыу:
1) Автор тураһында белешмә:
Файыҡ Тимерйән улы Мөхәмәтйәнов 1921 йылдың 10 мартында Борай районының Ҙур Баҙраҡ ауылында тыуа.
Файыҡ Мөхәмәтйәнов күп кенә очерктар яҙған. Ул балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙылған ун шиғыр китабы авторы.
1) Һүҙлек эше: намыҫ, данлы, күркәм, бөйөк;
2) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
3) Үҙ аллы уҡыу;
4) Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуы;
5) Һорауҙарға яуап биреү.
3. Төркөмдә эш: 2.1., 2.2.
4. Парҙар менән эш: электрон почтаға дуҫ ҡыҙыңа байрам менән ҡотлау яҙыу.
5. Үҙ аллы эш: һәр кем бирелгән һүҙҙәр ярҙамында шиғыр юлдары яҙа, бер-береһен тыңлыйҙар.
6. 6-сы күнегеү. 3 төркөмгә уҡыусыларҙы бүләбеҙ һәм һәр төркөм бер шиғыр строфаһында нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр өҫтәп яҙыу;
1) һуңынан уҡытыусы экранға дөрөҫ вариантты сығара һәм шиғырҙы тасуири уҡыу ойошторола;
2) нөктәләр урынына ҡуйылған һүҙҙәр тураһында һөйләше, йомғаҡлау.
3) Антоним тураһында һөйләшеү һәм теманы нығытыу:
1) 112-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу;
2) Экранда һүҙҙәр, уҡыусылар антонимын әйтәләр: ҡыҫҡа, тырыш, йүгерә, аҫта, кил.
7. Теманы нығытыу.
1) 7-се күнегеү.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 5-се күнегеү.
1. Һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу.
2. Тәржемә итеү.
3. Үҙегеҙгә оҡшаған һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлап яҙығыҙ.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:47

Институт развития образования Республики Башкортостан объявляет набор группы на бюджетные дистанционные курсы повышения квалификации по теме: «Теоретические и методические основы преподавания татарского языка и литературы в условиях реализации ФГОС».
Срок обучения: с 15 февраля по 26 февраля 2016 г., 72 часа.
Ктегория обучаемых: учителя татарского языка и литературы.
По окончании курса выдается удостоверение о повышении квалификации. Для участия просим Вас до 13 февраля 2016 г. зарегистрироваться на сайте irorb.ru (закладка Дистанционное обучение / Записаться на курсы / Регистрация на курсах повышения квалификации / Название курса «Теоретические и методические основы преподавания татарского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» или по ссылке http://irorb.ru/dist/main_dist.php ).
Контактный телефон: 8-(347) 228-25-04 (2-41).
E-mail: '; document.write(''); document.write(addy_text88550); document.write('<\/a>'); //-->\n
Руководитель курсов: Сулейманов Руслан Флюрович.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:44

Институт развития образования Республики Башкортостан объявляет набор группы на бюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы по теме: «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС».
Сроки проведения курсов: с 18 по 29 февраля 2016 г., 72 часа.
По окончании курса обучения выдается удостоверение о повышении квалификации.
Для участия просим Вас до 15 февраля 2016 г. зарегистрироваться на сайте irorb.ru по ссылке http://irorb.ru/dist/main_dist.php.
Контактный телефон: 8 (347) 2282504, доп. 2-41.
Руководитель курсов: Рахматуллина Загида Аюповна.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 10 фев 2016, 10:17

Ошо йылдың11 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес моделле мәҙәниәт йортонда районда йәшәп, ижад иткән төрлө йәштәге ҡәләм тирбәтеүселәр ижад байрамын уҙғара. Унда уҡыусы балалар, ауыл мәктәптәре уҡытыусылары актив ҡатнашасаҡ. Күптән түгел был ауылда күренекле прозаик Фәрит Иҫәнғоловҡа һәйкәл асылды. Мәҙәниәт йорто мәктәп менән бер төптән эшләй.Ошо мәктәптә оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Фирүзә Абдуллина һуңғы йылдарҙа үҙен өлгөргән шағирә итеп танытты. Бөгөн уның һүҙҙәренә күп кенә йырҙар яҙылған.Уҡытыусы - шағирә "Атайыма" исемле поэмаһын тамамланы. Сарала шағирҙарҙың поэтик әҫәрҙәре тикшереләсәк. Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяровтың ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы көтөлә.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Лилия Калимуллина » 08 фев 2016, 20:22

Дистанцион курстың һәр бер дәресе бик аңлайышлы, ауырҙан түгел, шуға мин коллегаларымды дистанцион курс үтеүе ҡатмарлы тип уйламауҙарын һорайым.
Лилия Калимуллина
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 20:05

Re: Новости

Сообщение Лилия Калимуллина » 08 фев 2016, 20:15

28.01-13.02 осоронда Заһиҙә Әйүп ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселегендә дистанцион курс үтеүсе коллегаларымдан һәм минән ҙур рәхмәтемде белдерәм,сөнки дистанцион курсты ойоштороу һәм үтеү бик еңелдәрҙән түгел.
Лилия Калимуллина
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 20:05

Re: Новости

Сообщение Нурзиля Аслямовна » 08 фев 2016, 10:52

Хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы! Курстарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең дәрестәрҙә үҙебеҙгә бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ!
Нурзиля Аслямовна
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:03

Re: Новости

Сообщение SalimaA » 08 фев 2016, 10:44

Хөрмәтле уҡытыусылар! Беҙҙе йыйып, беҙгә күп мәғлүмәттәр өләшкәнегеҙ өсөн рәхмәт!
SalimaA
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:07

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2

cron