gulnaraSAT » 09 мар 2016, 16:47
Тема: Рәшит Назаров. “Йөрәгемде һеҙгә илтәм”.
Маҡсат: 1. Феноменаль фекер эйәһе, яңы шиғри аң асыусы шағирҙың ҡыҫҡа ғына арауыҡтағы мөғжизәле ижады менән таныштырыу; шиғри теленең бөйөклөгөн “аң менән аңлап булмай” тигән фекергә килеү; тел байлығына, юғары фекер ҡеүәһенә һоҡланыу; башҡорт милләтле ошондай гениаль шағирыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Р.Назаров китаптары күргәҙмәһе;портреты, презентация.
Эпиграф:
“Рәшит Назаров – шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла, фажиғәһе лә…”
“Гениаль шиғри шәхес, феноменаль фекер эйәһе” (Р.Бикбаев).
Дәрес барышы:
l. Инеш өлөш.
Уҡытыусының һүҙе:
- Бөгөнгө беҙҙең дәресебеҙ бөйөк шағирыбыҙға арналған. Уның быйыл тыуыуына 70 йыл булды. Әйҙәгеҙ һүҙҙе хәҙер 7-се кластың үҙҙәренә бирәйек. Рәхим итегеҙ!
Уҡыусы:
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде.
Һәм, йомарлап устарыма
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?
- Дуҫтар, кем яҙған был шиғырҙы? Әлбиттә, Рәшит Назаров. Рустарҙа - Пушкин, инглиздәрҙә - Шекспир, немецтәрҙә - Гете, итальяндарҙа - Данте, татарҙарҙа - Туҡай. Башҡорттарҙың - Рәшит Назаров. Ул, беҙҙең баш особоҙҙан ғына түгел, бәлки, бөтә әҙәбиәт күгенән бығаса күренмәгән балҡыш, яңы яҡтылыҡ булып тәгәрәп үтте. Уның тыуыуына 70 йыл хәҙер. Ә шиғырҙары уның 22 йәшенә тиклем генә яҙылған.
ll. Төп өлөш.
Рәшит Назаров. Тормош юлы һәм ижады.
- Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостандың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә алты бала булған. Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлағас колхозда эшләй. Тәүге шиғырҙарын 10-11 йәштә яҙа. Рәшит Назаровтың 15 йәшлек сағындағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
1-се укыусы:
Күл
Күл тора ауыл артында
Зәңгәрләнеп, күкләнеп.
Ситендәге һай ерҙәре
Һаҙлыҡланған мүкләнеп.
Һис кем һиҙмәгән был күлдең
Донъяла булғанлығын,
Йәйен томанға төрөнеп,
Ҡыштарын туңғанлығын.
- 1965 йылда Башҡортостан китап нәшриәте йәш шағирҙың “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара. (слайд). 1970 йылда Рәшит Назаровтың “Ҡояш юлы буйлап” тигән икенсе китабы нәшер ителә. (слайд). Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла.(слайд).
- Шағирҙың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” исемле өсөнсө китабы, икенсеһенән һуң 21 йыл үткәс, 1991 йылда ғына донъя күрә. 1994 йылда “Йәшен” тип аталған яңы йыйынтығы баҫылып сыға. (слайд). Әҙәбиәтебеҙ тормошонда уларҙың һәр береһе көтөп алынған ҙур яңылыҡ, оло күренеш ине. Шағир һәр яңы йыйынтығында тағы ла тулыраҡ, тағы ла көслөрәк сағылды. Ғүмер шиғырынан өҙөк.
2-се укыусы:
Биш ғүмерле кеше кеүекмен мин,
Аҙмы ялҡын, аҙмы ут яна...
Һәр бер таңда минең йөрәгемдә
Башланмаған ғүмер уяна.
Биш булмаһын, әйҙә, берәү булһын,
Ваҡ бәхеткә тик мин табынман,
Үткән ваҡыт, минең өсөн үлеп,
Халҡым өсөн тыуыр яңынан!..(Ғүмер).
- Рәшит Назаров – тәбиғәт балаһы. Шағир, тыуған төйәгенең, иленең һоҡланғыс тәбиғәтен ҡәҙерләп яҙған шиғырҙары бик күп. Бына уларҙың береһе Илемә.
3-сө уҡыусы:
Илем! Һинең зәңгәр киңлектәрҙә
Осор инем ҡоштай талпынып,
Ҡанат осом ҡағылып үткән ерҙә
Ҡойолор ине офоҡ ватылып.
Илем! Һинең зәңгәр киңлектәрҙә
Офоҡтарҙы ватып осам мин,
Талпынам да алыҫ күкте ҡосам,
Күкрәгемә Ерҙе ҡыҫам мин.
- Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай. Ул 1963-1966 йылдарға тура килә. Шул йылдарҙағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
4-се укыусы:
Поста*
Күктә атылып-атылып уйнай, уйнай йондоҙҙар,
Миңә һарылып һөйләй ниҙер яҙғы ел генә.
Автомат та, уйҙарымдай һағайып, тынған, —
Мин постамын, мин постамын. Туҡта! Кем килә?!
Мин постамын.
«Ҡулдарыңды!..» Мин һаҡтамын. һаҡта!
Минең менән — Халҡым, Илем, Ер.
Кемдәр үтер минең посым аша? —
Миңәме ни һуң был барыбер?!
Һаҡламайыммы ни Мәңгелекте,
Киләсәктең ғорур ишеген?!
Посым аша — бәхет, ал таң үтһен,
Кешелеге үтһен кешенең.
- Үҙенең тыуған яғын, йортон да онотмай шағир. Әсәһенә, тыуған иленә, теленә ҡарата тойғолары шиғыр юлдарында ята. (слайд).
Тыуған ерем һыуы
Йүгереп төштөм Өршәккә,
Һыуын алдым көршәккә,
Урман буйлап тын ғына
Ҡайтым киттем моң ғына.
Тирә-яҡта киң ялан
Тәрән йоҡоға талған.
Юҡ, ул да минең һымаҡ
Моңло уйҙарға ҡалған.
Туған тел
Миңәме ни һине оноторға!
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтерем тик туған телемдә!
- Шағирҙың баҫыуҙа арымай-талмай көнө буйына эшләгән кешеләргә лә арналған шиғырҙары бар. Мәҫәлән, Тракторист йыры, Бесәнсе йыры, Хөрмәт, Баҫыуҙы таң һәм башҡалар. Әйҙәгеҙ берәүһен тыңлап китәйек.
Хөрмәт.
Хеҙмәтле кеше блғанға
Хөрмәтле беҙҙең Хөрмәт,
Эштә лә ул иң егәрле,
Ялда ла һәр саҡ үрнәк.
Хас сәсрәү ялҡын инде ул!
Тире лә таммай ергә:
Сосланып бәреп сыға ла,
Боҫланып оса үргә.
Күҙе – ут, йөҙө – ҡара тут,
Ҡояшта шундай янған!
Дан хеҙмәт уның усына
Тамғаны уя һалған.
Ә Хөрмәт быға ҡәнәғәт:
- Иҫәп, - ти, - минең теүәл;
Ҡырҙа күпме кәбән ҡойһам,
Ҡулда шул тиклем һөйәл.
Мөхәббәт лирикаһына ҡағылған шиғырҙары ла күп.
Йәшен
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…
- Рәшит Назаров шиғырҙар ғына яҙып ҡалмай, тәржемә менән дә шөғөлләнә. Шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.
А.С. Пушкиндан тәржемә. Ҡышҡы юл.
Тулҡынлы томандар аша
Тоноҡ ай ҡарай бына,
Ул моңһоу ҡарҙар өҫтөнә
Нур һибә моңһоу ғына.
Ҡышҡы, күңелһеҙ юл буйлап
Тройка ярһып елә,
Тик ялыҡтырғыс бер көйгә
Ҡыңғырау сыңлап килә.
Ямщиктың оҙон йырында
Ишетелә таныш тауыш.
Йә елкендергес шаян дәрт,
Йә йөрәк өҙгөс һағыш.
Ут та юҡ, һорғолт йорттар ҙа,
Ҡар ҙа ҡыр… Миңә ҡаршы
Тик берәм-һәрәм осрай
Саҡырым бағанаһы.
29.05.1963
Зимняя дорога. А.С. Пушкин
Сквозь волнистые туманы
Пробирается луна,
На печальные поляны
Льет печально свет она.
По дороге зимней, скучной
Тройка борзая бежит,
Колокольчик однозвучный
Утомительно гремит.
Что-то слышится родное
В долгих песнях ямщика:
То разгулье удалое,
То сердечная тоска...
Ни огня, ни черной хаты,
Глушь и снег... Навстречу мне
Только версты полосаты
Попадаются одне...
1826.
III. Йомғаҡлау.
- Шағир Риф Фәйзрахман улы Мифтахов Рәшит Назаров ижадын ентекләп өйрәнеүсе, тикшереүсе, уның ижади мираҫын йыйыусы тәүге әҙип. Уның тырышлығы менән Рәшит Назаровтың ике томлығы донъя күрҙе – шағир Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә режиссер Гәүһәр Батталова, оператор Урал Ғатауллин ҙур өлөш индерҙе – улар шағир ижадына арнап «Йөрәк» исемле документаль фильм төшөрҙө. Шулай итеп, Ауырғазы ерендә тыуған талант үҙенең тыуған ерен, тыуған яғын, Башҡортостанын донъя кимәленә күтәрҙе. Йыл һайын шағирҙың тыуған ерендә «Назаров уҡыуҙары» үткәрелә. Унда йыйылыусы әҙәбиәтселәр, тәнҡитселәр шағирҙың әҫәрҙәрен уҡый һәм өйрәнә, музыкаль саралар ойоштора. Уның шиғырына көй һалынған йырҙы тыңлап үтәйек. Башҡара Вилдан Яруллин Йөрәк.