Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:18

Яңы йыл менән!
(5 сәғәт)
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса уҡыусылар ҡыш миҙгеле тураһында һөйләй, был миҙгелдең үҙенсәлектәрен билдәләй белергә тейеш. “Ҡыш”, “Яңы йыл” темаһына арналған әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр, кисәләр үткәреү ҙә ошо теманы үткәндә ҡаралған. Уҡыусыларҙы яңы йыл байрамы менән ата-әсәләрен, класташтарын, туғандарын ҡотларға, ҡотлау открыткаһын, электрон почтаға, смс хәбәрҙәрҙе башҡорт телендә яҙырға өйрәтеүҙе лә иғтибарҙан ситкә ебәрергә ярамай. Тема буйынса шиғырҙар хикәйәләр уҡыу, уҡылған материалдар буйынса һөйләргә өйрәнеү, дөрөҫ итеп аралаша белеү, яңы мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар табыу, фекер алышыу, сығыштар яһарға өйрәнеү.
Исемдәрҙең күплек ялғауҙарын, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен нығытыу, уларҙы ғәмәлдә дөрөҫ ҡуллана белеү ҙә иғтибар үҙәгендә тора.
Был блокта грамматик һәм лексик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Ф.Иҫәнғолов “Алдаҡсы йондоҙҙар”.
Исемдәрҙең күплек ялғауҙары………………………………1 сәғәт
2. З.Биишева. Ауырыуҙан ҡотолдо. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…1 сәғәт
3. М.Ғәли “Беҙҙең елка”. ………...………………………………1 сәғәт
4. Т.ү. Ҡышҡы уйындар. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе………….2 сәғәт

1-се дәрес
Ф.Иҫәнғолов “ Алдаҡсы йондоҙҙар”. Исемдең күплек ялғауҙары.
Маҡсат: 1.Хикәйәнең йөкмәткеһе менән таныштырыу.
2. Тәбиғәттә үҙгәреште күҙәтә, ҡыш билдәләренең үҙенсәлектәрен билдәләй белеү.
3. Телмәр үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Ф.Иҫәнғоловтың ижад һәм тормош юлы менән ҡыҫҡаса танышыу. Тема буйынса текстар уҡыу, өҫтәлмә материалдар туплау, презентациялар эшләү, видеояҙмалар ҡарау. Текст йөкмәткеһен һөйләү, текст буйынса бер-береһенә һорауҙар биреү һәм уларға яуап биреү.
Исемдең күплек ялғауҙары темаһын ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
2-се күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. 1-се күнегеү. Г.Юнысова шиғырҙы тасуири итеп уҡыу.
2. Шиғырҙы ятларға әҙерләү.
3. Уҡыусыларға экранда текст тәҡдим ителә.
Яңы йыл ҡайҙа, ҡасан килә?
Һәр илдең үҙенең тылсымлы Яңы йыл килтереүсеһе бер. Беҙҙә уны ҡыш бабай алып килә. Ә бына Америкала – Санта Клаус. Үзбәк халҡында түбәтәй кейгән Ҡар баба, молдавандарҙа ҡаракүл бүрекле Мош Джерилә бүләк һәм күстәнәстәр тарата. Төрлө илдә был байрам төрлө ваҡытта үткәрелә. Мәҫәлән, Авғанстанда ул баҫыу эштәре башланғас тыуа. Һиндостанда ноябрь айында Йылан көнө тип байрам ителә. Һәр кеше ҡағыҙҙан аждаһа, йылан уйынсыҡтары эшләйҙә теләк яҙып, һауаға осора.
Ә беҙҙә яңы йылдың тәүге көнө тип 1 ғинуар иҫәпләнә. Һәр ғаилә өйөнә ҡупшы шыршы ултыртып, уны төрлө уйынсыҡтар менән биҙәй.
Яңы йылды ҡаршылау – ғаилә байрамы. Шуға күрә был кисте бөтә ғаилә ағзаларының да ултыруы зарур. Уны нисек ҡаршылаһаң, йылың шулай үтә, тигән ырым йәшәй халыҡта. Тимәк, байрамды күтәренке кәйеф менән дуҫтарың, туғандарың араһында үткәрергә кәрәк.
(“Мәктәп календарынан”)
III. Яңы тема.
1. Ф.Иҫәнғоловтың “Алдаҡсы йондоҙҙар” хикәйәһе өҫтөндә эш:
1) автор тураһында белешмә.
Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында ярлы крәҫтиән ағаиләһендә тыуған. Бала сағы Үтәймулла ауылында уҙа.
1935-1945 йылдарҙа ул урта мәктәптә уҡый. 1945 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1949 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай.
1949 -1951 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы Бишаул-Унғар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, завуч булып эшләй. 1951 йылда Башҡортостан китап нәшриәтенә уүсерелә, художество әҙәбиәт бүлегендә мөхәррир, унан өлкән мөхәррир сифатында 1957 йылға тиклем эшләй.
1957 йылда “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып үрләтелә.1958-1960 йылдарҙа СССР яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡандан һуң, 1965 йылға тиклем “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты һәм партия ойошма секретары булып эшләй.
Фәрит Иҫәнғоловтың тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк “Йәш төҙөүсе” газетаһында баҫыла башлай. Студент йылдарында инде уның шиғырҙары өлкә матбуғатта һирәкләп баҫыла килә. Ләкин Фәрит Иҫәнғолов башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булараҡ таныла. Уның әҙәбиәткә ныҡлы әҙерлек менән килеүе 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ҡотлоәхмәт бабай” тигән тәүге хикәйәһендә үк яҡшы беленә ине.
Артабан инде ул мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендә айырыуса активлыҡ күрһәтә башлай. Ре-бер артлы баҫылған “Тәүге һанау”, “Баҫҡыс”, “Хәмит күпере”, “Быйыл йәй” һәм башҡа хикәйә һәм повестарн туплаған китаптары әһәмиәтле урын тота.
2) Һүҙлек эше: йондоҙ, бейәләй, ҡасыу;
3) Тексты уҡытыусының уҡыуы;
4) Үҙ аллы уҡыу;
5) Уҡыусыларҙың абзацлап уҡыуы;
6) Ролләп уҡыу;
7) Һорауҙарға яуап биреү, өҫтөлмө һорау: ни өсөн хикәйә “Алдаҡсы йондоҙҙар” тип атала?
8) Күҙ асып йомған арала һүҙбәйләнешен аңлатығыҙ;
9) Ҡар бөртөктәре һүрәттәрен төшөрөү.
2. Төркөмдә эш ойоштороу: 5-6 - сы күнегеүҙәр.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 1-се күнгеүҙәге Г.Юнысованың шиғырын ятларға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:17

4-се дәрес.
Шәхси гигиена. Хаталар өҫтөндә эш.

Маҡсат: 1. Уҡыусылар менән шәхси гигиенаның ни ҡәҙәре кәрәклеге тураһында фекер алышыу, аңлатыу.
2. Тема буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
3. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.
Дәрес барышы.
1. Уҡыусыларҙың эшен баһалау.
2. Хаталар өҫтөндә эш:
1) изложение яҙыу буйынса ҡуйылға һөҙөмтәләр уҡыусыларға еткерелә.
2) насар яҙған уҡыусыларға текст өҫтөндә ҡабаттан эшләү ойошторола.
3. 13-15 - се күнегеүҙәр буйынса эш төрҙәре.
4. Уҡыусыларға “Минең бер көнөм” тигән темаға рус телендә яҙылған карточкалар таратылып бирелә, уҡыусылар һөйләмдең тәржемәһен бер биткә яҙып, уҡытыусыға тапшырырға тейеш. Уҡытыусы уҡыусылар үҙ аллы эшләгән ваҡытта был эште тикшереп, уҡыусыларға ҡабат тарата. Уҡытыусы һөйләмде рус телендә уҡый, ә уҡыусы шул һөйләмдең тәржемәһен уҡырға тейеш. (Был һөйләмдәр алдағы дәрестәрҙә кәрәк буласаҡ).
5. Дәресте йомғаҡлау.
6. Рефлексив анализ. Баһалау.
7. Өйгә эш; “Минең бер көнөм” тигән темаға бәләкәй генә инша яҙып килергә.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:17

3-сө дәрес
Изложение яҙыу.
Маҡсат: уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү, баһалау.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле.
2. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
3. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратыу.
4. Дәфтәргә көндө, текстың ьтемаһын (йыйынтыҡтың 23-сө бите, “Юлбарыҫ менән төлкө”), изложение һүҙен яҙыу.
Тажик халыҡ әкиәте
Бер ваҡыт төлкө урман төпкөлөндәге шырлыҡҡа барып ингән, ти. Ҡараһа, ҡаршыһына юлбарыҫ килә икән. Төлкө ҡурҡыуынан ҡаса башлай. Юлбарыҫ уның артынан баҫтыра. Бына-бына тота яҙып, етеп килә, ти. Уларҙың юлын тәрән йырын бүлә. Төлкө туҡтай ҙа сеңләп илай башлай. Юлбарыҫ аптырап ҡала.
- Ни эшләп илайһың, төлкө?
- Эй, һеҙҙе күрҙем дә атайығыҙҙы иҫкә төшөрҙөм. Ул бик йылғыр ине. Ул бик ҙур йырындарҙы ла һикереп сығыр ине. Уф, башҡабер ваҡытта ла ундай йылғырлыҡҡа һоҡлана алмам инде!..
Донъяһын онота юлбарыҫ:: төлкө алдында үҙенең йылғырлығын күрһәтеп, шул тиклем маҡтанҫыһы килә. Йырын аша һикерә, ләкин икенсе яҡҡа етә ламай, аҫҡа ҡолап төшә.
- Шулай булырын белдем дә!.. Атайығыҙға етергә һеҙҙең хәлегеҙҙән киләме һуң?.. – тигән дә хәйләкәр төлкө үҙ юлы менән китеп барған, ти.
5. Һүҙлек эше: урман төпкөлө, шырлыҡ, тәрән йырын, сеңләп илау, йылғыр, һоҡланыу, ҡолап төшөү.
6. Инеш әңгәмә. Текст йөкмәткеһен еңелләштереү маҡсатынан сығып, әңгәмә үткәреү.
7. Тексты тәүге ҡат уҡыу.
8. Тексты ҡабул итеүҙе тикшереү.
9. Һүҙлек эше: ваҡыт, юлбарыҫ, йырын, йылғыр.
10. Текстың йөкмәткеһе өҫтөндә эш. (Һорауҙар алдан таҡтаға яҙылған була)
1) Төлкөгә юлбарыҫ ҡасан тап була (йәки Төлкө менән юлбарыҫ ҡасан осраша?)
2) Төлкө ниңә илай?
3) Юлбарыҫ төлкө алдында нисек маҡтанырға уйлай?
4) Юлбарыҫ нимә эшләй?
5) Төлкө нимә ти?
11. Һорауҙар буйынса тексты һөйләү.
12. План төҙөү.
1. Төлкө менән юлбарыҫтың осрашыуы.
2. Төлкөнөң хәйләкәрлеге.
3. Юлбарыҫтың йырын аша һикере.
4. Төлкөнөң юлбарыҫтан ҡотолоуы.
13. План буйынса тексты һөйләү.
14. Тексты ҡабатлап уҡыу.
15. Тексты яҙыу.
16. Дәресте йомғаҡлау. Дәфтәрҙәҙе йыйып алыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:16

2 -се дәрес
Шәхси гигиена. Исем.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена тураһында
башҡорт телендә һөйләргә өйрәтеү.
2. Тема буйынса һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Күнегеүҙәрҙә тәҡдим ителгән материалдар буйынса эш төрҙәрен башҡарыу, үҙ эшмәкәрлегең буйынса һығымта эшләргә өйрәнеү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. Уҡыусылар уҡытыусы әйткән һүҙҙәрҙе бер-бер артлы сығып таҡтаға яҙалар.
Баш, сәс, маңлай, ҡаш, керпек, күҙ, бит, танау, ауыҙ, теш, тел, ҡул, бармаҡ, аяҡ.
2. Уҡыусылар менән был һүҙҙәрҙең кешенең тән ағзалары исеме булыуын әйттереү.
3. Шәхси гигиена талаптары тураһында һөйләшеү.
4. Яңы тема, маҡсатты билдәләтеү.
VI. Яңы тема. Шәхси гигиена.
1. 10-сы күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу һәм яҙылғандар буйынса күнекмәләр яһау.
2. Төркөмдәрҙә эш. 11, 12-се күнегеүҙәр.
3. 7-9 – сы күнегеүҙәр буйынса эш төрҙәре.
4. 16-сы күнегеү. “Аҡыллы турғай” әкиәтен тасуири уҡыу.
1) Тексты уҡытыусы уҡый;
2) Һүҙлек эше;
3) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
4) Үҙ аллы уҡыу;
5) Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуы;
6) Һорауҙарға яуап биреү.
7) Текстың йөкмәкеһен һөйләү буйынса эшләү (киләһе дәрескә изложение яҙыуға әҙерлек булып торасаҡ).
VII. Рефлексив анализ. Баһалау.
VIII. Өйгә эш: 17-се күнегеү. Беренсе афоризмды ятларға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:16

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена
( 4 сәғәт)

“Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена” темаһында кеше, кешенең тән ағзалары исемдәре, шәхси гигиена буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу һәм уларҙың иркен аралаша алыуҙарына өлгәшеү. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү, текст өҫтөндә эшләү күнекмәләренә эйә булыу. Текстан кәрәкле һәм кәрәк булмаған мәғлүмәтте айыра белеү. Өҫтәлмә сығанаҡтар, һүҙлек менән эшләүҙе дауам итеү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү телмәре күнекмәләрен артабан үҫтереү. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алырға өйрәтеү маҡсатынан төрлө ижади күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу ҡаралған.
Тема буйынса лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә.
1. И.Ғүмәрова “Уңған ҡыҙ”. Сифат…………………………..1 сәғәт
2. Шәхси гигиена. Исем……………………………………………..1 сәғәт
3. Изложение яҙыу…………………………………………………...1 сәғәт
4. Шәхси гигиена. Хаталар өҫтөндә эш....................................1 сәғәт

1-се дәрес
И.Ғүмәрова “Уңған ҡыҙ”. Һүҙлек менән эш.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена тураһында
башҡорт телендә һөйләргә өйрәтеү.
2. Тема буйынса һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса текстар уҡыу. Текст йөкмәткеһен үҙләштереү, уны һөйләргә өйрәнеү һәм текст буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшмәкәрлек.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Ағыла, ағыла, ағыла
Болоттар, болоттар тағы ла.
Ҡайҙарға, ҡайҙарға болоттар
Ағылып, йығылып бер туҡтар?
(Р.Ғарипов)
II. Белемде актуалләштереү.
1. И.Ғүмәрованың “Уңған ҡыҙ” шиғырын уҡыу:
1) Һүҙлек эше: иртә торҙо, таҫма, шат, етеҙ;
2) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
3) Үҙ аллы уҡыу;
4) Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуы;
5) Һорауҙарға яуап биреү.
2. Инеш әңгәмә. Ошо шиғырҙан сығып, яңы теманы аңлатыу.
III. Яңы тема.
1. Уҡыусыларҙың иртәһе тураһында рус телендә әңгәмә ойоштороу, һуңынан һүрәткә ҡарап (һүрәт уҡытыусы тарафынан һайланыла) башҡорт телендә әңгәмәне дауам итеү.
Мин сәғәт 7-лә торам. Урынымды йыям. 15 минут зарядка яһайым. Һуңынан һыуыҡ һыу менән йыуынам. Иртәнге ашымды 7 сәғәт 30 минутта ашайым. Ашап бөткәндән һуң, портфелемдә кәрәк әйберҙәрҙең барыһы ла һалынғпнлығын тикшереп сығам. Туғыҙынсы яртыла мәктәпкә юлланам.
2. 2-3-сө күнегеүҙәр
3. 4-се күнегеү. Төркөмдә эшләү.
4. 5-се күнегеү.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 6-сы күнегеү. 1. Һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу.
3. Бер-ике һүҙ менән һөйләм уйлап яҙыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:16

8-се дәрес
Үтелгәндәр буйынса диктант яҙҙырыу.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү һәм баһалау.
Дәрес барышы
5. Яҙма эш дәфтәрҙәре таратып бирелә. Дәфтәргә көндө, текст исемен яҙыу. Диктанттар йыйынтығынан “Ҡурай моңо”(“Башҡорт теленән диктантттар һәм изложениелар йыйынтығы” -17-се бит) тигән текст тәҡдим ителә.
Ҡурай моңо
Ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә. Моң йөрәктәргә үтеп инә. Ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә, йылғалар ҙа тынған. Ағастар әкрен генә тирбәлеп ойоп ултыралар. Урман сәскәләре лә ошо моң тәьҫиренә бирелгәндәр. Улар хатта тын алыуҙан да туҡтаған кеүек.
Ә һеҙ, балалар, ҡурай моңон тыңлағанығыҙ бармы?
6. Төп өлөш:
6) тексты тулы килеш уҡыу;
7) һүҙлек эше: тәьҫир, тирбәлеп;
8) уҡытыусы һәр һөйләмде әйттереп яҙҙырыу;
9) тикшереү өсөн тексты тулы килеш уҡыу;
10) уҡыусыларҙың тексты үҙ аллы тикшереүҙәре.
Өҫтәлмә эш:
1) һорау һөйләмгә 2 һөйләм менән яуап яҙырға.
7. Өйгә эш: үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:15

7 -се дәрес
Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың Өфө ҡалаһы тураһында белгән мәғлүмәттәрен башҡорт телендә һөйләргә өйрәтеү.
2. Үҙ тыуған еребеҙгә ҡарата ихтирам, һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы – Өфө менән танышыу. Өфө ҡалаһы тураһында текстар уҡыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тест һорауына яуап биреү. Өфө ҡалаһы тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт туплау.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Уралып ятҡан Уралда
Болот кеүек тауҙар бар;
Айыу, төлкө, бүреһе –
Теләгән бер януар бар.
(Ҡобайырҙан)
II. Өй эшен тикшереү. С.Юлаев “Уралым” шиғырын яттан һөйләү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡытыусы: уҡыусылар беҙҙең Башҡортостан Республикаһында нисә ҡала һәм район бар?
2. Төркөмдәрҙә эш: ҡала исемдәрен һәр бер төркөм сиратлап таҡтаға сығып яҙа.
3. Таҡтала яҙылған ҡала исемдәрен уҡытыусы экранға сығара һәм дөрөҫ итеп уҡыйҙар. Һәр район, ҡала уҡыусылары үҙҙәренең ҡалалары тураһында әңгәмә ойошторалар.
4. Айырым иғтибар республикабыҙҙың баш ҡалаһы – Өфө ҡалаһына туҡтала һәм уҡыусылар менән дәрестең тема, маҡсаты билдәләнә.
IV. Яңы тема. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө.
1. Уҡытыусының Өфө ҡалаһы тураһында белешмә биреүе.
2. 28,29, 31-се күнегеүҙәр буйынса эштәр башҡарыу.
3. 32-се күнегеү. Өфө ҡалаһы тураһында текст уҡыу.
1) тексты уҡытыусының тасуири уҡыуы;
2) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
3) аңлашылмаған һүҙҙәр буйынса эшләү (һүҙҙәрҙе уҡыусылар билдәләй);
4) сылбырлы уҡыу;
5) бер-нисә уҡыусының уҡыуы;
6) һорауҙарға яуаптар;
7) тексты уҡыусыларҙан һөйләтеү.
4. 33-34- се күнегеүҙәр .
5. 36-сы күнегеү. Тест һорауҙарына яуап биреү.
1) Экрандан дөрөҫ яуап бирелә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшереп баһалай.
2) критерийҙар: барыһыла дөрөҫ – “5” билдәһе ҡуйыла;
1 хата –“4”
2 хата – “3”.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: диктант яҙырға әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:15

6 -сы дәрес
С.Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
Маҡсат: 1. С. Юлаевтың “Уралым” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.
2. халҡыбыҙҙың милли батыры, уның торсош юлы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу.
3. Яңғыҙлыҡ исемдәр темаһын нығытыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡортостан республикаһының күренекле шәхестәре менән танышыу. Салауат Юлаев уның тормошо, ижады буйынса белешмәләр уҡыу. “Уралым” шиғыры менән танышыу. Һүҙлек, өҫтәлмә материалдар менән эшләү күнекмәләрен ойоштороу.
Яңғыҙлыҡ исемдәр темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
24-се күнегеүҙәге яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Өй эшен тикшереү.
1. “Ҡурай моңо”, “Ҡурай” текстарын тасуири уҡыуҙы тикшереү.
2. Ҡурай тураһында проект эше башҡарыусыларҙың эшен тикшереү.
3. Эштәрҙе класс уҡыусылары менән берлектә баһалау.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡытыусы тарафынан уҡыусыларға һорау ҡуйыла:
- Уҡыусылар, һеҙ Өфө ҡалаһында булғанығыҙ бармы?
- Булһағыҙ, үҙенә тартып торған, күркәм урындарының береһе ниндәй урын? (Өфө ҡалаһы уҡыусылары өсөн айырым һорау – Өфө ҡалаһының иң күркәм урындарының береһе ҡайһы урын? тип уйлайһығыҙ)
- С.Юлаев һәйкәле, әлбиттә.
- Ә кем ул – С.Юлаев?
- Салауат Юлаев тураһында ҡыҫҡаса белешмә:
Башҡорт халҡының милли батыры һәм шағиры Салауат Юлаев 1752 йылда хәҙерге Салауат районы Тәкәй ауылында тыуған. Салауат үҙен үҫмер сағынан уҡ батыр тип таныта. 1771 - 1772 йылдарҙа Шайтан Көҙөй олоҫо старшинаһы вазифаһын башҡара. Ул 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, Е.Пугачевтың көрәштәше.
IV. Яңы тема.
1. 1) 22-се күнегеү. С.Юлаев һәйкәленең авторҙары һәм һәйкәл тураһында уҡыу;
2) текстың һуңынан тәҡдим ителгән һорауҙар буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
2. 23-сө күнегеү. “Уралым” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше: нурға сумған, күккә ашҡан, данлай, балҡый, түбә, маҡтай.
2) тасуири уҡыу күнекмәләрен ойоштороу;
3) шиғырҙан һуң тәҡдим ителгән һорауҙарға яуаптар буыйнса эшләү;
3. Дәреслектән тыш өҫтәлмә һорауҙар:
1) шиғыр һеҙҙә ниндәй хистәр уята?
2) Шиғырҙы дөрөҫ интонация менән уҡығыҙ.
3) Ни өсөн автор “Урал” тип өндәшмәй, ә “Уралым” тип өндәшә, нисек уйлайһығыҙ?
4) “Күгәреп ятҡан Уралым” , Һине маҡтай йырҙарым”, “Һине данлай йырҙарым” тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
5) шиғыр йөкмәткеһе буйынса уҡыусыларҙың фекерҙәрен әйттереү.
4. 26, 27, 30 - сы күнегеүҙәр буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
5. Эш дәфтәре буйынса эшләү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш. С.Юлаев “Уралым” шиғырын ятларға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:14

5 -се дәрес
Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы” шиғыры.
Маҡсат: 1. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Башҡортостан флагы” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.
2. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы һәм уның әһәмиәте тураһында уҡыусыларға аңлатыу.
3. Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдарына ихтирам һәм улар менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһындағы Положение менән танышыу. Дәүләт флагын ҡулланыу тәртибе. Флагтың төҫтәре бирелешен аңлатыу. Дәүләт флагы тураһында ижад ителгән әҙәби әҫәрҙәр, уларҙың исемдәре. Фәрзәнә Ғөбйҙуллина “Башҡортостан флагы” шиғыры менән танышыу, тасуири уҡырға өйрәтеү. Башҡортостан флагы, уның төҫтәре тураһында уҡыусыларҙың һөйләүе.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлектәре өндәрен дөрөҫ итеп әйтеү.
II. Өй эшен тикшереү.
Г.Ситдиҡова “Республиканың тыуған көнө” тексы тасуири итеп уҡыу.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡытыусының инеш әңгәмәһе.
2. – Уҡыусыларҙы һәр дәүләттең үҙенең символдары булыуы тураһында аңлатыу. Беҙҙең Рәсәйҙең дә үҙенең дәүләт символдары бар. Улар менән һеҙ радио, телевидение, матбуғат аша танышһығыҙ.
- Уҡыусылар дәүләт символдарына ниәм инә? (Дәүләт символдарын һанап сығалар)
- Дәүләт символының дәүләттең йөҙө булыуы тураһында аңлатыу.
- Үткән дәрестәрҙә Дәүләт гербы һәм гимны тураһында һөйләштек.
- Тағы ла ниндәй дәүләт символы бар?
- Ул – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы. Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең темаһы Башҡортостан флагы тураһында.
IV. Яңы тема.
Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы” шиғыры менән танышыу:
1. Уҡытыусының инеш һүҙе. Дәүләт флагы өс төҫтә. Төҫтәр –беҙҙең шартлы билдәләр. Флагтың күк төҫө – республика халҡының сафлығы, изгелекле булыуы һәм яҡты хыялдарының сағылышы. Аҡ төҫ халыҡтың тыныслыҡ һөйөүе, асыҡ йөҙлөлөгө, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ынтылып тороуы һәм яҡты киләсәккә өмөтө. Йәшел төҫ – азатлыҡтың үҙгәрешһеҙ, мәңге булыуы.
2. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш:
1) Автор тураһында белешмә.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1945 йылдың 15 октябрендәЕйәнсура районы Мәзит ауылында тыуа. Абзан урта мәктәбендә башланғыс белем алғас, Өфөләге 1-се интернат мәктәпкә уҡырға килә. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.
Тәүге шиғырҙары 5-6 кластарҙа уҡығанда “Ленинсы” газетаһында, “Башҡортостан пионеры” журналдарында баҫыла башлай. Балалар өсөн “Мәрйендәр”, “гөр-гөрөлдәк”, “Әсәйем ҡояш икән” тигән китаптар, мәктәп уҡытыусылары методик ҡулланмалар авторы. Фәрзәнә Хайбулла ҡыҙы 1997 йылда Мәғариф министрлығы тараыфнан Мәғарифты үҫтереү институтына эшкә саҡырыла. 2007 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзында өлкән әҙәби консультант, һуңынан идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Б.Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты.
РФ-ның Мәғприф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1) Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы;
2) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
3) уҡыусыларҙың аңлашылмаған һүҙҙәрҙе күсереп яҙалар һәм тәржемә тиәләр;
4) һорауҙарға яуап биреү:
а) Башҡортостан флагында төҫтәр нимә тураһында һөйләй? Шул юлдарҙы табып уҡығыҙ.
б) флагта ҡурай сәскәһенең төшөрөлөүе нимә аңлата?
3. Ҡурай тураһында уҡыусының һөйләүе һәм ҡурай тураһындағы текстар менән танышыу:
1) төркөмдәр менән эш. 20.1-се күнегеү. Ҡурай моңо.
20.2-се күнегеү. Ҡурай.
2) һәр төркөм тексты тасуири уҡый һәм эш төрҙәрен башҡара.
3) текстың йөкмәткеһен һөйләү;
4. Эш дәфтәре буйынса эш.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 21-се күнегеү. Ҡурай тураһындағы текстарҙың береһен тасуири уҡыу.
2. 21-се күнегеү. Ҡурай тураһында проект эше башҡарыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:14

4-се дәрес
Г.Ситдиҡова “Республиканың тыуған көнө”. Ҡушма һан.
Маҡсат: 1. Башҡортостан Республикаһы тураһында уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу.
2.Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.
3.Ҡушма һандарҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы, Дәүләт гимны, флаг авторы тураһында белешмәләр уҡыу Г.Садиҡованың “Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө” тексы йөкмәткеһе менән танышыу һәм уның йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыусыларҙың билдәле ваҡыт эсендә эш төрҙәрен башҡарырға өйрәтеү өсөн күнегеүҙәр эшләү.
Ҡушма һандарҙы дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эшләү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа
Һайрай һары һандуғас
II. 1. Өй эшен тикшереү өсөн дәфтәрҙәрҙе йыйып алыу.
2. 14-се күнегеүҙәге текст буйынса һорауҙар:
1) Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы ҡасан ҡабул ителгән?
2) Текст буйынса уҡыусыларҙан һорауҙарҙар төҙөргә өйрәтеү.
1. Һандарҙы дөрөҫ итеп уҡыу:
Бер, ике, биш, ун, ун, бер, йөҙ, йөҙ илле, өс йөҙ туҡһан алты.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Һорауҙар:
1) ниндәй һүҙҙәр уҡыныҡ?
2) ул һүҙҙәр нисек атала?
3) һандарҙың яҙылышында ниндәй айырмалыҡтар бар?
2. Йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
1. 72-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.
2. 15-се күнегеү. Уҡыусылар таныш булған мәҡәлдәргә һандар өҫтәп яҙа.
3. Яҙылғандарҙы уҡыйҙар, башҡалар үҙ эштәренең дөрөҫлөгөн тикшерәләр.
4. 16-сы күнегеүҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
5. 17.1.2. күнегеү. Төркөмдә эште ойоштороу.
6. Төркөмдәге эштәрҙе тейешле ваҡыт эсендә башҡарғандан һуң, төркөмдәге бер уҡыусы эштәрҙе нисек башҡарыуҙары менән таныштыра.
7. Ҡайһы бер уҡыусыларҙың тыуған көндәре ҡасан булыуҙарын һорау?
8. Ошо һорауға бәйләп, ә Республиканың ҡасан тыуған көнө икән? тигән һорау ҡуйыла.
9. Г.Ситдиҡова “Республиканың тыуған көнө” тексы өҫтөндә эш:
1) Һүҙлек эше;
2) Тексты тасуири уҡыу;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Текстағы аңлашылмаған һүҙҙәрҙе яҙып алыу һәм һүҙлек ярҙамында тәржемә итеү;
5) Сылбырлы уҡыу;
6) Ролдәргә бүлеп уҡыу;
7) Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.
8) Ҡалын хәрефтәр менән яҙылған абзацтың мәғәнәһен аңлатыу;
9) Йомғаҡлау.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. Г.Ситдиҡова “Республиканың тыуған көнө” тексы тасуири итеп уҡыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1