Задать вопрос

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Задать вопрос

Сообщение Башҡорт ҡыҙы » 25 сен 2016, 17:28

Тағы ла Башҡорт теленән дистанцион курстар ҡасан була?
Башҡорт ҡыҙы
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 17:47

Re: Задать вопрос

Сообщение Башҡорт ҡыҙы » 25 сен 2016, 17:22

rezeda1969 писал(а):Хәйерле көн! "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2016" конкурсаттарының сайттарына инеп ҡарап сыҡтым. Бик файҙалы сайт. Рәхмәт!

Хәйерле төн! Дистанцион курс үтеүгә мөмкинселек булғас бик шатланған инем, әммә...форумға инә алмай һуңланым шикелле. Миңә курс буйынса эштәр килмәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. ИРО РБ-ла регистрацияны Башҡорт ҡыҙы булып үттем, логинды ла үҙгәртергә тура килде. Ә почта элеккесә ҡалды murtazina.nuriya@yandex.ru Өмөтләнеп курс эштәрен көтәм.
Башҡорт ҡыҙы
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 17:47

Re: Задать вопрос

Сообщение Минзаля Нурлыгаянова » 25 сен 2016, 05:23

Курстар өсөн ҙур рәхмәт. Бик файҙалы курстар булды.
Минзаля Нурлыгаянова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 18:19

Re: Задать вопрос

Сообщение narkasik1 » 25 сен 2016, 05:22

Һаумыһығыҙ коллегалар !Курстар үтеүгә бик шатмын,ләкин ҡайһы бер биремдәр минең өсөн бик ауыр булды.
narkasik1
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 19 сен 2016, 17:16

Re: Задать вопрос

Сообщение риана » 24 сен 2016, 14:15

Бөгөнгө көндә башҡорт телен яңы быуын стандарттары нигеҙендә өйрәтеү-һәр уҡытыусының ҙур мәсьәләһе булып тора.Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булыр өсөн заман менән бергә атларға,ижади эҙләнергә тейеш.Әгәр уҡытыусы үҙенә ҡарата талапсан булмаһа ,уҡыусыларға заманға ярашлы итеп уҡыта ,телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй алмаясаҡ.Шуға ошондай курстар уҙғарылыуы бик кәрәк,сөнки унда,ҡыҫҡ ғына ваҡыт эсендә,һәр уҡытыусы бәлмәгәнен өйрәнеп,ә белгәнен камиллаштыра ала.
Телебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда.Шуның өсөн замандан артта ҡалмайыҡ!Яңылыҡтарҙы өйрәнәйек!
Хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы,курсташтарым!Үҙегеҙҙең эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!Барығыҙға ла яңы ҡаҙаныштар,ижади көс,профессиональ үҫеш һәм еңеүҙәр теләйем.
риана
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 24 сен 2016, 13:40

Re: Задать вопрос

Сообщение Rauf » 24 сен 2016, 14:10

]Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы һәм коллегалар! Ниһайәт, тырыша торғас, регистрацияны икенсе тапҡыр үтеп, мин дә килеп индем форумға. Коллегаларҙың фекерҙәре менән танышып ултырҙым. Мин дә һеҙҙең менән икенсе тапҡыр эшләйем. Эш барышы бик оҡшай. Быйылғы комьютер технологияһы буйынса уҡыған курста мин үҙемә бик күп файҙалы һәм фәһемле материалдар алдым. Проект технологияһы менән яҡынданыраҡ таныштым. Һеҙҙең "Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау" йыйынтығына ингән методик кәңәштәрегеҙҙе ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Бик күп кәрәкле материалдартаптым, уны эш барышында ҡулландым. Интернет - ресурстар менән эшләнем. Коллегаларҙың технологик карталары бары тик хуплауға лайыҡ. Эш төрҙәре ауыр ғына һәм күп төрлө булыуға, ваҡыт тар булыуға ҡарамаҫтан, Әхәт Ғәлим улы, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, аллаға шөкөр, йырып сығып киләм. Һеҙгә ошо курсты ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һәм коллегаларға бары тик уңыштар ғына теләйем!!!
Rauf
 
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 24 сен 2016, 13:35

Re: Задать вопрос

Сообщение sariya » 23 сен 2016, 15:40

Хәйерле сәғәт, хөрмәтле курсты ойоштороусылыр, һабаҡташтар! Курс йөкмәткеһенең бай булыуы, һәр теманың, эш төрөнөң ентекле уйланыуы бик шатландырҙы. Минең үҙемә, шәхсән, электрон дәреслектәр ҡулланырға өйрәткән материалдар, диаграммалар эшләргә өйрәнеү бик ҡулай булды. Курс үтеү ауырлыҡ тыуҙырҙы, тип әйтә алмайым. Һәр нәмәгә өлгөрҙөм, үҙем өсөн байтаҡ яңылыҡ астым, өҫтәлмә белем эстәнем.Үҙемдән бер үтенес-тәҡдим дә өҫтәмәксемен. Һәр ҡайһыбыҙ ебәргән технологик карталарҙы, эш программаларын һ.б. бер урынға йыйып, төрлө йүнәлештә эшләгән мәктәптәр өсөн төркөмләп, интернет киңлектәре аша эҙләп табырлыҡ берәй нәмә уйлап сығарып булмай микән? Сөнки беҙ һәр ҡайһыбыҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнайбыҙ. Ә был тәҡдим тормошҡа ашҡан сүрәттә, ваҡытыбыҙға күпме экономия булыр ине. Башҡа предметтарҙы ҡараһаң, интернетта һәр темаға әҙер дәрес өлгөләре бар. Беҙ ҙә шуға өлгәшһәк, бик йәтеш булыр ине.
Курсты ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәре һәм һәр ҡайһыбыҙға ижади хеҙмәт насип булһын.
sariya
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 19 сен 2016, 17:25

Re: Задать вопрос

Сообщение ilyuza2502 » 23 сен 2016, 06:24

Һаумыһығыҙ хөрмәтле коллегалар! Хәйерле көн, Әхәт Галимович!
Ошо көндәрҙә үткән курстар үҙенә бик ылыҡтырҙы. Миңә күп әйберҙәр асыш булды, күп яңылыҡтар белдем. Бөтә республика уҡытыусылары эшен, коллегаларымдың сайттарын күреп ҡыуандым, уларға уңыштар юлдаш булһын! Үҙем мәктәптең официаль сайтының (һәм башҡа порталдарҙың мәктәп биттәренең) администраторы булараҡ ҡыҙыҡһынғандарҙы ҡунаҡҡа саҡырам. Рәхим итегеҙ!
http://school2str.ru/
http://www.proshkolu.ru/org/2-sterlitamak/
http://www.proshkolu.ru/user/Iluza23/
ilyuza2502
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 17:33

Re: Задать вопрос

Сообщение fltz » 22 сен 2016, 19:35

Курстар ауыр булһа ла бик фәһемле.
fltz
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 19:15

Re: Задать вопрос

Сообщение fltz » 22 сен 2016, 19:21

Һаумыһығыҙ!
fltz
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 19:15

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 9