Задать вопрос

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Задать вопрос

Сообщение Фангиза » 28 апр 2017, 13:00

Һеҙҙең менән курс үтеүе бик оҡшаны, хөрмәтле курсташтар һәм етәксебеҙ Әхәт Ғәлим улы! Курс бай йөкмәткеле, хәҙерге ФДББС шарттарындағы бар алымдарға ла ҡағылдыҡ, таныштыҡ, лекцияларҙы уҡыныҡ,видео дәрестәрҙән ишеттек, бергә эшләнек һәм баһалар алдыҡ. Бындай курсты беренсе тапҡыр үтәм, күп нәмәләрҙе декрет ялынан һуң онотҡанмын икән, уларҙы иҫкә төшөрҙөм, ә ҡайһыларын тәүләп эшләнем. Бөтә коллегаларыма, Әхәт Ғәлим улына эшегеҙҙә уңыштар, ижади үҫештәр, ғаилә бәхете, сәләмәтлек теләйем.Барығыҙҙы ла етеп килгән матур Май байрамдары менән!!!
Фангиза
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 24 апр 2017, 05:49

Re: Задать вопрос

Сообщение Гульнур Кутлубаева » 26 апр 2017, 18:44

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар һәм курсты ойоштороусы Әхәт Ғәлим улы!
Курс аҙағына килеп тә еттек. Бик файҙалы булды! Бик күп бай йөкмәткеле материалдар тупланыҡ, эшләргә өйрәндек, тәжрибә арттырҙыҡ! Курсты ойоштороусы Әхәт Ғәлим улына өйрәтеүе һәм кәңәштәре өсөн рәхмәтлемен! Киләсәктә лә шулай курстарыбыҙ файҙалы, йөкмәткеле булһын! Барығыҙға ла эшегеҙҙә уңыштар, таҙа һәм белемле балалар, ғаилә именлеге теләйем! Етеп килгән Май байрамдары менән барығыҙҙы ла ҡотлайым! Илебеҙ тыныс булһын!

Минең һорауым: быйыл дәрестәр һанын кәметтеләр. 7-се класта өс кенә дәрес: ике сәғәт башҡорт теле һәм бер сәғәт әҙәбиәткә бүлдем. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрҙәрен үҫтереүгә ваҡыт етмәй ҡала бит. Балалар былай ҙа иркен телмәр тота белмәйҙәр.
Гульнур Кутлубаева
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 26 апр 2017, 18:34

Re: Задать вопрос

Сообщение Шакирова Лилия » 25 апр 2017, 15:51

Башҡорт теле буйынса курстар тамамланып баралар. Бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Шакирова Лилия
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 20 апр 2017, 08:12

Re: Задать вопрос

Сообщение ms.lili86 » 25 апр 2017, 14:11

Курстар тамамлынып килә, шул хөрмәттән Әхәт Ғалим улына ҙур рәхмәтемде еткерәһем килә.Бик файҙалы мәғлүмәттәр алдым.Эштәр бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды.Киләсәктә лә һеҙҙең менән эшләр инем.Ысын күңелдән Рәхмәт Һеҙгә!!
ms.lili86
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 25 апр 2017, 14:01

Re: Задать вопрос

Сообщение ms.lili86 » 25 апр 2017, 14:07

Курстың йомғаҡлау рефлексияһы
1.Минең өсөн курстың һөҙөмтәҙе булып үҙем өсөн ниндәйҙер яңылыҡ алыу ине. Курстарҙы үткән ваҡытта видео дәрестәр бик ярҙамға килде. Аңлашылмаған темаларҙы шул видео аша аңлап бөтөрҙөм.
2.Яңылыҡтар күп булды. Иң ҡыҙығы һәм минең өсөн ауыры тип диаграмма төҙөү булды. Сөнки был эште башҡарырға ниәт бар ине , тик тотоп ҡына эшләргә ҡурҡып тора инем. Башҡорт теле дәрестәрендә түгел , ә класс етәксеһе булараҡ бик мөһим әйбер.
3.Тулыһынса ирештем тип әйтергә була.
А) маҡсат итеп икт буйынса берәй яңылыҡ алырға ине.Маҡсатҡа ирештем һеҙҙең ярҙам менән.
Б) Уҡытыусының эшен компьюторһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, ә һеҙ тағы ла был эште тулыландырырға ярҙам иттегеҙ.
В) ҡаршылыҡ булып ваҡыт етмәүе һәм курс башлагас ҡына компбьюторым эштән сығыуы ҡомаусаланы.
4.Тәүҙә эш башлағанда бик ҡурҡыныс тойолдо.Ә һәйбәтерәк итеп уҡығас бар ҙа аңлашыла икән. 8-се дәресте генә аңлап бөтмәнем һәм вотум системаһы минең өсөн яңылыҡ. Мәктәптәрҙә ҡулланмайбыҙ.Уның өсөн кабинеттарҙа компьюторҙар юҡ.
5.а)Һәр дәрестең теорияһын бер папкаға йыйып һалып ҡуйҙым.Сөнки кәрәге сыҡҡанда алып ҡараһаң тиҙерәк иҫкә төшә.
Б) Лекциянан башҡа өҫтәмә өйрәнеү өсөн материалдар бик файҙалы. Һәр береҙен уҡып барырға тырыштым.
6. Курстар барышында үҙләштергән белемдәрҙе эш барышында ҡулланырға ниәт. Әйтеп үткәнемсә диаграммалар төҙөү, интернет-эҙләү буйынса таблицаны тулыландырырға (уҡыусыларға ярҙам ғына итәсәк, дәрестә эшләп ҡараған инем икенсе көнгә күбеһе асып ҡарағандар (ҡыҙыҡһыныу уята))
7.Уҡытыусымын тигән кеше замана менән бергә атларға тейеш. Шуға күрә яңылыҡтарҙан ҡалышмаҫҡа ине.
8.Бер –ике йылдан республика конкурстарында ҡатнашыр өсөн әлегә тәжрибә йыям.
9. Үткәрергә теләгән саралар бөгөнгө көндә планға инеп бара. Йәштәр ҡоролтай ағзаһы булғанлыҡтан ҡалала бик күп кенә саралар көтөлә. Алла бирһә телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға был ярҙам ғына итәсәк .10-11 класс уҡыусылары менән дә бик күп кенә осрашыуҙар үткәрәбеҙ.
10. а) артабан да курстарҙа ҡатнашыу,кәрәкле мәғлүмәттәр алыу.
Б) Курстың ваҡыты сыға йә булмаһа аттестацияға кәрәк тип кенә уҡымаһындар ине.
В) Курс буйынса ситтәге коллегаларға рәхмәтемде әйтер инем.проект эштәрен ентекләп уҡып сыҡтым үҙемдең дәрестәрҙә лә ҡулланырмын. Яңынан -яңы еңеуҙәргә үрләргә яҙһын .Уңыштар һәм сәләмәтлек теләйем.
Г) Курстар өсөн ҙур рәхмәт! Бик күп нәмәгә өйрәндем. Һәр аҙымды ентекләп аңлатып эшләттегеҙ. Тәүҙә бөтә эш бер юлы күренеп торғас, ҡурҡытҡайны. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, бер тотонғас, байтаҡ яңы эштәрҙе өйрәттегеҙ. Рәхмәт! Уңыштар юлдаш булһын!. Ойошторолған курс бик файҙалы.
ms.lili86
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 25 апр 2017, 14:01

Re: Задать вопрос

Сообщение Танзиля_1976 » 21 апр 2017, 11:44

З.А. ӘЛИБАЕВ,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты



Сираттағы ижади уҡытыусы – Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина. Шиғриәте менән ярайһы уҡ киң ҡатлам уҡыусыларына таныш. Таланттарға бай Ишембай районы Маҡар ауылында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, ҡаланың 3-сө башҡорт гимназияһында уҡытыусы булып эшләй. Бөгөн Рита Харис ҡыҙы үҙе уҡыған юғары уҡыу йортонда студенттарға башҡорт әҙәбиәтенән һабаҡ бирә. “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәген етәкләй.
__________________________________________________________________________________________________
http://www.uchbash.ru/index.php?option= ... &Itemid=79
был ссылканан тулыһынса уҡыу мөмкинлеге бар
Танзиля_1976
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 21 апр 2017, 11:30

Re: Задать вопрос

Сообщение Розалия Ахметзадовна » 10 мар 2017, 10:33

Сертификаттар! Һеҙ әҙерме, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ.
Розалия Ахметзадовна
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 10 мар 2017, 10:27

Re: Задать вопрос

Сообщение Габитова З.Г. » 27 фев 2017, 04:27

Валишина Гульчачак писал(а):Һаумыһығыҙ,хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы!Курстарығыҙ оҡшаны, бик тә әһәмиәтле булды. Үҙем өсөн күп файҙалы мәғлүмәт алдым. Артабан да уңыштар Һеҙгә һәм кафедраға.
Һорау:"Башҡорт әҙәбиәте" дәреслегенә методик ҡулланма (М.Б.Юлмөхәмәтов, З.И.Ҡазыева) менән ҡулланабыҙ,тик башҡорт теленән күргәнем юҡ, әллә беҙгә килеп етмәнеме икән?


Хөрмәтле коллега! Башҡорт теленән методик ҡулланмалар З.Биишева ис. "Китап" нәшриәтенә тапшырылды. Тиҙҙән мәктәптәргә барып етәсәк.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Задать вопрос

Сообщение Танзиля Аюпова » 15 фев 2017, 15:07

Һаумыһығыҙ, Загида Аюповна. Дәрестәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Хәҙергә һорауҙарым юҡ.
Танзиля Аюпова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 15 фев 2017, 14:33

Re: Задать вопрос

Сообщение Миргалеева Филюза » 15 фев 2017, 09:25

Һаумыһығыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған курстарҙа Өфөләге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыһы Ғәзизуллина Миндиниса Әхәт ҡыҙы оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә ҙур уныштар теләйбеҙ.
Миргалеева Филюза
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 15 фев 2017, 08:23

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 10