Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение люда » 02 дек 2017, 16:07

Я проработала в школе более 30 лет, мною накоплен достаточный опыт работы по экологическому воспитанию детей, который могу применить на уроках родного языка и литературы. Конечно, экологическая культура начинается с воспитания любви, привитию бережного отношения к природе, «братьям нашим меньшим», родному селу. Этому способствуют уроки родного языка и литературы. Это тексты диктантов, изложений, сочинения по картинам и т.д. на уроках родного языка. Чтение произведений М Пришвина, Е. Чарушина, Б. Житкова ; башкирских писателей –Ф .Исангулова, М. Карима на уроках литературы.
люда
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 05 фев 2016, 13:03

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm » 02 дек 2017, 14:08

Башҡортостан Республикаһы биш тәбиғәт зонаһы тураһындағы текстарҙың дауамы.
5. Таулы-урманлы дала зонаһы
Хәйбулла районы далалары
Ул Уралтау һыртынан көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан Йылайыр ялпы таулығында йәйелеп ята. Был зонала Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттары һауаға олғашып тора. Зона көнбайыштан таулы-урманлы зона менән, ә көнсығыштан Башҡортостандың Урал аръяғы далалары менән сикләнә.
Таулы-урманлы дала зонаһының ер өҫтөнә ҡыраз түбәле тауҙар теҙмәһе һәм ваҡ-ваҡ убалар хас. Тау ҡыраздары ҡатып ҡалған тулҡындарҙы хәтерләтә: уларҙың битләүҙәре көнбайыштан һәм көньяҡтан текә булып күтәрелә, ә көнсығыштан һәм төньяҡтан һөҙәкләнеп түбән төшә. Майҙанының 60%-ы урман менән ҡапланған. Урмандары ҡайын сауҡалыҡтарынан, ҡайын һәм киң япраҡлы, ҡайын һәм ылыҫлы ағастарҙан тора. Урмандар башлыса төньяҡ һәм көнбайыш тау битләүҙәрен ҡаплап үҫә. Тауҙың асыҡ урындарында һолүлән, ҡылған сал сәсен елдә сайҡап ултыра. Зонала һоро урман тупрағы, шулай уҡ ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Климаты ҡитғаныҡы, ҡоролоҡло.
Таулы-урманлы далала бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһы айырылып тора. Уларҙан Учалы ҡалаһы янындағы Өргөн күле — иң күренеклеһе. Уның ярҙарын бик матур ҡарағай һәм япраҡлы урман әйләндерел алған. Учалы районының төньяғында Ауышкүл йәйрәп ята, ул Ауышкүл йәшмә ятҡылыҡтары менән дан ҡаҙанды. Унда һары төҫтәге йәшмә сығарыла. Төрлөсә тармаҡланған ҡара һәм һоро һыҙаттар был таштарға айырыуса күркәмлек бирә.
Таулы-урманлы дала зонаһының көньяғында Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары ерҙәрендә Шайтантау урынлашҡан. Унда заказник ойошторолған. Ул ошо зонаның иң гүзәл тәбиғәтле урындарының береһе. Бында далалар имән, ҡайын һәм башҡа киң япраҡлы урмандар менән аралашып килә.
fquekm
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm » 02 дек 2017, 14:05

Башҡортостан Республикаһы биш тәбиғәт зонаһы тураһындағы текстарҙың дауамы.
4. Таулы-урманлы зона
Ямантау битләүендәге көҙгө урман
Ул Көньяҡ Урал территорияһының ҙурыраҡ өлөшөн алып тора. Таулы-урманлы зона, мәҫәлән, урманлы дала зонаһы кеүек, кеше тарафынан ул тиклем үк ныҡ үҙгәртелмәгән, уның байтаҡ төбәктәре тейелмәйенсә һаҡланған һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡ аҫтына алынған. Уларҙың иң мөһимдәрен ҡарап үтәйек. Ямантау һәм Ирәмәл тауҙары. Былар Көньяҡ Уралдың иң бейек тауҙары. Тап бына ошо тауҙарҙа үҫемлектәрҙең вертикаль бүлкәткә ҡарап үҙгәреүен тулыраҡ күрергә мөмкин. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр бар. Тәбиғәтте һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында Ямантау тирәһе Урал ҡурсаулығы итеп иғлан ителгән.
Белорет районындағы Атыш, Ишембай районындағы Күкҡарауыҡ һәм Баймаҡ районындағы Ғәҙелша шарлауыҡтары — гүзәл тәбиғәт мөғжизәләре.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ Шүлгәнташ мәмерйәһе, шулай уҡ Ҡотоҡ тарлауығындағы ҙур мәмерйәләр бик ҙур ҡиммәткә эйә. Ошо уҡ зонала урынлашҡан Башҡортостан ҡурсаулығында тәбиғәттең бөтә өлөштәре лә һаҡ аҫтына алынған. Унда болан үрсетеү буйынса ҙур эш алып барыла, ҡырағай бал ҡорттары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы өйрәнелә. Зонаның күп төбәктәре ҡомартҡы булырлыҡ әһәмиәткә эйә. Көньяҡ Урал тауҙарына артылған кеше алдында бик ҙур тәбиғәт музейындағы һымаҡ һоҡланғыс күренеш асыла: бында урман менән ҡапланған һәм бер-береһе менән талғын ғына тоташа барыусы тау армыттары, тау тоҡомдары һыныҡтары менән тулы таш йылғалары, киң сәхрә булып ятҡан тау итәктәре һәм Нөгөштәге һымаҡ тәрән тарлауыҡтар таң ҡалдырырлыҡ! Быларҙың барыһы ла һаҡсыл ҡарашҡа һәм ҡурсалауға мохтаж.
fquekm
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гильмуллина Альфида » 02 дек 2017, 12:41

Балаларҙы экологик белем менән ҡоралландырыу, уларҙа тәбиғәтте яратыу хистәре тыуҙырыу, уға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ауыл һәм ҡала кешеләре өсөн уңышлы киләсәк тәьмин итәргә мөмкинлек бирәсәк.
Кесе йәштән бирелгән бындай тәрбиә, һис шикһеҙ, уларҙың киләсәк тормошонда ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Беҙ быға ышанабыҙ. Балалар йөрәк менән һиҙергә тейеш; тәбиғәтте һаҡламаһаҡ - илдең киләсәге булмаҫ!
Гильмуллина Альфида
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 29 ноя 2017, 15:19

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гульзамина » 02 дек 2017, 10:29

Экологик белем нигеҙендә кеше менән тәбиғәттең мөнәсәбәтен өйрәнеү, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу, һаҡлау һәм тергеҙеү алымдары ятһа, экологик тәрбиә маҡсаты иһә тирә-яҡ мөхитте аңлы ҡабул итеүҙе формалаштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың кәрәклегенә инандырыуға дөрөҫ йүнәлеш биреү тора. Экологик тәрбиәле, белемле кеше аңлы рәүештә тәбиғәтте дөрөҫ файҙалана, ҡуллана, һаулығы хаҡында ҡайғырта, халҡын хөрмәт итә, илен, ерен, тыуған йортон, туған тәбиғәтен ярата, уны һаҡлай. Тимәк, илһөйәрлек тәрбиәһе һәм экологик белем, тәрбиә бер-береһенән айырылғыһыҙ. Тыуған ереңде, илеңде, тәбиғәтеңде һаҡлау өсөн уны яратырға, яратыу өсөн уны өйрәнергә кәрәк. Әгәр һин үҙеңде уратып алған мөхитеңде яҡшы белһәң, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәрен аңлы рәүештә өйрәнһәң, уны ысынлап та күҙ ҡараһылай һаҡлайһың, уның киләсәген ҡайғыртаһың. Ғөмүмән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе бала саҡтан уҡ башлау отошло.
Гульзамина
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 13:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Бакиева Роза » 02 дек 2017, 06:43

Тәбиғәтте һаҡлау - Тыуған илде һаҡлау.
Бер ағас ҡырҡһаң икене ултырт.
Еренә ҡарап иген ик.
Ашлаған ер аш бирер.
Урман ҡолаҡ, ялан күҙ.
Ҡара урмандың ҡарыны киң.
Бакиева Роза
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 12:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Рамзиля Рамзиевна » 02 дек 2017, 06:21

Форм экологического воспитания множество: экологический лагерь, кружок, факультатив, индивидуальные занятия и, конечно, такая традиционная форма, как урок.
Немаловажную роль в экологическом образовании и воспитании играют уроки родного языка. Формирование у детей ответственного отношения к природе – сложный и длительный процесс, но он необходим, так как будущее планеты зависит от желания трудиться на пользу природы. Следовательно, основная задача учителя – вводить экологический материал на разных уроках.
Анализ программ и учебников по родному языку показывает, что данный предмет обладает большим нравственно - экологическим потенциалом. Осуществлению работы по экологическому воспитанию способствует учебник татарского языка . Уже сама система подбора текстов, иллюстраций и связанных и ними творческих заданий не оставит равнодушными учащихся . Высокий эмоциональный настрой, заданный авторами , пробуждает у школьника желание не только знать о проблемах экологии, но, главное, пытаться решать их в силу своего возраста.
На уроках родного языка включаю дополнительный материал, диктанты, сочинения, стихотворения экологического характера, словарные слова, загадки, кроссворды, задания на экологическую тему. Роль родного языка как учебного предмета в экологическом воспитании обусловлена его функциями средства приобретения знаний и формирования видов речевой деятельности, которые предусматривают, с одной стороны, осмысление и репродуцирование различных текстов (в том числе учебной информации экологического характера), с другой - свободное выражение собственных суждений и высказываний. В качестве дидактического материала могут выступать художественные тексты, несущие экологическую информацию; тексты описательного характера с преобладающей эстетической направленностью; тексты, содержащие научно-популярную информацию о природе;"природоохранительные" тексты. Используя упражнения, на основе текстов известных авторов почти ежедневно веду работу по экологическому воспитанию.
Для понимания информации экологического характера на уроках использую тексты о воде, воздухе, почве, растениях и животных. Это и диктанты, и изложения, сочинения, пробуждающие чувства, мысли, побуждающие ребят задуматься над самыми различными вопросами гармонии и единства всего созданного на планете.
Творческие работы также носят экологический характер. Например, сочинение-миниатюра в 5 классе.
Устные рассказы учащихся об увиденном в природе выступают как один из материалов по экологии на уроках родного языка. Наблюдение за природой в реальной действительности и умение поделиться своими наблюдениями на уроке приобщает школьников к живому, полному красок и звуков миру.
Работа по репродукциям картин известных пейзажистов включает в себя раскрытие цветового решения, найденного художником, формирование умения словами передавать красоту родной природы, на практике применяя полученные знания по грамматике с целью передать сокровенное, эмоциональное.
На уроках говорим о своем доме (о нашей малой родине) – Суккулово. Знакомимся с газетными публикациями о нашем районе.
Наш Ермекеевский район и красив, и интересен, однако он имеет немало экологических проблем. И, как вы, вероятно, уже поняли, обсуждая общественно значимые (социальные) проблемы нашего района , мы обращаемся к публицистическому стилю речи.
Рамзиля Рамзиевна
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 17:10

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Ахуньянова » 01 дек 2017, 17:50

Я выросла в деревне, которую с одной стороны окружают горы, с другой стороны лес, с востока - широкие поля, с запада - река. Я очень счастлива, что родилась именно здесь. Школьные годы мы часто ходили на экскурсию на природу. Уже тогда учителя прививали любовь к родной земле, к родному краю. Ставь учителем я продолжаю работу своих учителей, стараюсь воспитывать бережное отношение к природе, к земле наших предков. Знакомясь на уроках родного башкирского языка с произведениями поэтов и писателей мы анализируем произведения. В произведениях М. Гафури "Ҡыр ҡаҙы", С.Алибаева "Ҡайын һыуы", Р.Байбулатова "Һарыбай" и многих других затрагивается отношение людей к природе, к животным и птицам. Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы является важным элементом современного урока. Ведь будущее нашей земли в руках наших детей.
Ахуньянова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 17:06

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гузель Равиловна » 01 дек 2017, 17:13

Огромную роль в экологическом воспитании играют уроки русского языка и литературы, на которых у школьников, помимо речевых навыков, формируются мировоззрение и основополагающие нравственные качества.На уроках русского языка включаю дополнительный материал, диктанты, сочинения, стихотворения экологического характера, словарные слова, задания на экологическую тему. Для понимания информации экологического характера на уроках русского языка использую тексты о воде, воздухе, почве, растениях и животных. Это диктанты, изложения, сочинения, пробуждающие чувства, мысли, побуждающие ребят задуматься над самыми различными вопросами гармонии и единства всего созданного на планете.
Гузель Равиловна
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 28 апр 2014, 05:21

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гульзамина » 01 дек 2017, 15:10

“Ҡоштар тураһында нимә беләһең” ? викторинаһы.

1.”Кемгә нимә оҡшай” ? (һүрәттәрҙе парлау: миләш, ҡуңыҙ, сысҡан, өкө, тумыртҡа, ҡыҙылтүш ).

2.”Рәссам нимә онотҡан” ?(уҡыусылар берәмләп таҡта янына сығып, эшләп бөтөлмәгән һүрәттәрҙе эшләйҙәр.)

а)”Ҡайҙа нимә томшоғо” ?

б)”Ҡайҙа нимә аяғы” ?

3.”Нимә ул”? а)Ҡоштарҙы телдән һүрәтләү буйынса таныу. (А.Баркованың “Яҙғы урмандағы тауыштар” китабындағы һүрәттәрҙе ҡулланырға мөмкин.). б)Ҡоштарҙы тауыштары буйынса таныу.

4.”Һорауҙар – яуаптар”. (Дөрөҫ яуаптарҙы һайлау.)

а)Яҙ көнө ҡоштар ни өсөн ҡайталар?

1.Сөнки был ваҡытта йылы яҡта ҡыш башлана.

2.Сөнки беҙҙең яҡта көндәр йылына һәм ҡоштарға ем арта.

б) Яҙ кешеләр ниндәй ҡоштарға оя әҙерләй?

(Ҡара ҡарғаға, турғайға, барҡылдаҡҡа, һабан турғайына, сыйырсыҡҡа, сәүкәгә.)

в)Һабан турғайы ҡайҙа оя ҡора?

1.Урманда ағас башында.

2.Баҫыуҙа йә болонда ерҙә.

3.Ҡыйыҡ аҫтында, балконда.

г)Яҙ көнө бөжәктәр иртәрәк күренәме әллә ҡоштармы?

1.Ҡоштар.

2.Бер ваҡытта күренәләр.

3.Бөжәктәр.

д)Ҡайһы раҫлау дөрөҫ?

1.Беҙгә беренсе ҡара ҡарғалар, шунан сыйырсыҡтар, һуңынан һабан турғайҙары килә.

2.Беҙгә беренсе сыйырсыҡтар, шунан ҡара ҡарғалар, ә һуңынан һабан турғайҙары килә.

3.Беҙгә ҡара ҡарғалар, һабан турғайҙары, сыйырсыҡтары бер ваҡытта килә.

е)Ниндәй (күсмә) ҡош оя ҡормай? (Барҡылдаҡ, ҡыҙылтүш, һарыҡаш, аҡсарлыҡ, яр ҡарлуғасы, кәкүк. ).
Гульзамина
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 13:31

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron