Кеше тәбиғәткә ни тиклем яҡыныраҡ торһа, уның күңеле лә шул тиклем таҙараҡ була.Балалар менән эшләүсе уҡытыусылар ошоно һәр ваҡыт иҫендә тоторға тейеш.Баланың тәбиғәттәге үзгәрештәргә ҡарап һоҡланыуы,уның тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә.Бына ошо матурлыҡы күрә, һоҡлана белеү һәләтен, нескә хис-тойғоларын бәләкәйҙән үк үҫтерергә кәрәк.
Балаларҙа зирәклек, күҙәтеүсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләүсе тәбиғәт күренештәрен сағылдырған йомаҡтар : « Көндөҙ йоҡлай, төндә илай.», «Уты юҡ, төтөнө бар.», «Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ тәҙрә ҡаға.», һ.б.; һынамыштар: «Ҡар тәрән булһа, иген уңыр.»,«Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.»,«Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер. »һ.б.; шәфҡәтлелек,иғтибарлылыҡ кеүек хистәр тәрбиәләүсе әкияттәр ҙә бик күп: « Кем көслө?»,«Ҡуян менән арыҫлан», «Айыу менән бал ҡорттары»һ.б.
Дәреслектәрҙә урын алған күп кенә шиғырҙар,әҫәрҙәр ҙә экологик теманы күтәреп сыға. Әҙәбиәттә был темаға урын бирмәгән шағир,яҙыусыны табыуы ҡыйындыр. Тәбиғәт темаһына яҙылған әҫәрҙәр исемлеге бай һәм төрлө.Улар балаларҙы тәбиғәтте аңларға, яратырға, уның байлыҡтарына һаҡсыл ҡараш формалаштырырға, тыуған ерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә.Нәфис һүҙ ярҙамында Ер-әсәгә игелек,хөрмәт хистәре тәрбиәләнә,кешелеккә экологик һәләкәт янауы хаҡында иҫкәртелә.