Рәсәй федерацияһы буйынса “Белем биреү” тураһындағы законға ярашлы белем биреүҙең төп бурыстарының береһе – рухи - әхлаки тәрбиә биреү. Ә экологик тәрбиә - рухи - әхлаки тәрбиә биреү эштәренең бер йүнәлеше. Хәҙерге заманда экологик тәрбиә биреү – мөһим бурыстарҙың береһе булып һанала. Ни өсөн? Беренсенән, кешенең экологик грамоталы тәртибе – Ер йөҙөндә тормош итеүҙең сығанағы. Икенсенән, балаларҙа матурлыҡҡа , гуманлылыҡҡа ынтылыш тәрбиәләүҙә тәбиғәттпеү роле баһалап бөткөһөҙ. Кескәйҙәр тәбиғәткә ололарға ҡарата нығыраҡ яҡын. Үлән ысынында ла баланың биленән, сәскәләр үҙәренең таждарын балаларҙың күҙҙәре тәңгәлендә асалар. Ләкин завод – фабрикалар торбаларынан сыҡҡан төтөн дә баланың йөҙөнә бәрә. ..
Нимә ул экология? Экология - «йәнле тәбиғәттең бер береһе менән үҙ – ара һәм уратып алған мөхиткә ҡарата бәйләнеше». Беҙҙе уратып алған донъя бай, матур, һәм төрлө. Ә мәктәпкәсә йәштәге бала тирә - йүнгә ҡарата асыҡ, ышаныслы ҡарашта. Шуға күрә лә өлкәндәрҙең бурысы – баланы был донъяға индереү, уның матурлығын, ҡабатланмаҫлығын асыу, тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға өйрәтеү.
Экологик культура тәрбиәләү – тәбиғәт менән аралашыу формаларына өйрәтеүҙең оҙон – оҙаҡ юлы ул. нисек экологик тәрбиә биреү иртәрәк башланһа, шунса һөҙөмтәләр ҙә йәһәтерәк күренә. Шулай булған экологик тәрбиә биреүҙе лә балаларҙың тәүге аҙымынан башларға кәрәк.
Балаларға экологик белем биреү – экологик культура формалаштырыу буйынса белем тәрбиә биреүҙең өҙлөкһөҙ барышы. Тәбиғәттә булған бәйләнештәрҙе аңлау, бөтә йән эйәләренә, үҙ һаулығыңа ҡарата ыңғай ҡараш, кеше ҡулы менән эшләнгән донъяға ҡарата һаҡсыл ҡараш – былар барыһы ла экологик культураны тәшкил итеүселәр.
Тимәк, экологик тәрбиә , экологик белем биреү хәҙерге заманда иң актуаль проблемаларҙан һанала. Сөнки, тик экологик үҙ аңлы, экологик мәҙәниәтле кеше генә Планетаны һәм унда йәшәүсе кешеләрҙе хәҙерге заман катастрофик хәленән сығара ала. Экологик белем биреүҙең бала үҫешенә лә ҙур йоғонтоһо бар. Юғары экологик культуралы педагогтар ғына балаларҙың аң – зиһенен үҫтереүҙә, ихтыяр көс тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Экологик белем биреүҙә төркөмдә тәбиғәт мөйөштәре, тышта тәбиғәт күренештәрен күҙәтеүҙәр, тәбиғәтттә хеҙмәт – төп эш формаларының береһе. Саф һауала йөрөүҙе балалар өсөн ҡыҙыҡлы, белем алырлыҡ итеп ойоштороу мөһим. Бала үҙен уратып алған донъяны тикшерә, ҡыҙыҡһына, баланы бар нәмә ҡыҙыҡһындыра, шатландыра. Педагогтарҙың бурысы – кескәйҙәргә эмоциональ, асыҡ, тәбиғәт тураһында ысынбарлыҡты ҡабул итергә өйрәтеү, аңын тулыландырырға ярҙам итеү.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы балаларға экологик тәрбиә биреүҙә интегратив саралар ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.Йәғни, экологик белем биреүҙе төрлө эшмәкәрлектәр аша ойоштороу: хеҙмәт эшмәкәрлеге, эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлеге, музыкаль эшмәкәрлек, уйын эшмәкәрлеге, хәрәкәт эшмәкәрлеге, һүрәтләү эшмәкәрлеге. Экологик эш формалары ла бик күп төрлө.