Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Айсылу Гатина » 19 ноя 2017, 12:24

Исхакова Рамиля » 16 ноя 2017, 18:15
Экологик проблема - кешелектең иң мөһим проблемаларының береһе.Тәбиғәтте яратырға, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе нисек ойошторорға? XXI быуат балаларына тәбиғәт байлыҡтарының сикһеҙ түгел икәнен нисек аңлатырға? Бик ҙур проблема.
Кешелә экологик ғәҙәттәрҙе тәрбиәләү еңел эш түгел. Урамдарҙы таҙартып, тәртипкә килтергәндән һуң икенсе берәү сүпләп йәмһеҙләп китһә, ни эшләргә? Йылға, күл буйҙарына килгән балыҡсылар үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырыусылар менән нисек көрәшергә? Балаларҙы уйланылмаған эштәрҙән нисек туктатырға?

Миңә Исхаҡова Рәмиләнең фекере бик тә оҡшаны. Ысынлап та - экология проблемаһы кешелектең иң мөһим проблемаларының береһе булып бара.. Экологик тәрбиә бөтә ерҙә лә: ғаилә лә, балалр баҡсаһында ла, мәктәптә лә, эш урындарында ла алып барылырға тейеш. Был проблема дәүләт кимәлендә контролдә булып, проблеманы хәл итеүҙә беҙҙең һәр беребеҙ ситтән күҙәтеүсе ролен генә түгел, ә туранан- тура ҡатнашыусы булырға тейешлеге балаларҙың аңына һеңдерелергә тейеш. Шәхси өлгө, талап, закон, өгөт-нәсихәт, ниндәйҙер кимәлдә зыян килтереүселәргә ҡарата административ яуаплылыҡ, яза кеүек саралар сылбыры өҙөлмәһә, ыңғай һөҙөмтәләр булыр.
Уйламай эшләнгән эштәр һөҙөмтәһендә кеше үҙе яфа сигә түгелме?
Илебеҙҙең тәбиғәт байлыҡтарының ысын хужаһын тәрбиәләү- иң мөһим бурыстарҙың береһе.
Айсылу Гатина
 
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:37

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сажида Гатина » 19 ноя 2017, 11:39

Көнкүрештә, халыҡ йолаларында йыш осрай торған һыу менән бәйле ҡайһы бер йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күҙәтәйек. Халыҡ аҡылы хәҙерге медицина тәҡдим иткән кәңәштәр менән ауаздаш. Икәнлеген күрергә мөмкин.
Мәҫәлән:
Бала донъяға тыуғас та уны( шулай уҡ уның әсәһен дә) йыуындырғандар. Тәү ҡарашҡа ябай тойолған йәғни гигиена сараһын хәтерләткән был күренеш, бәлки, тамырҙары менән боронғоларҙың, һыу көс бирә, тигән ышаныуҙарына барып тоташалыр.
Үлгән кешене әхирәткә йыуып, таҙартып оҙаталар. Был әҙәм балаһының фани донъянан теге донъяға күскәнендә таҙа тән менән китеүенә ишара.
Халыҡта һыуҙың дауалау көсөнә эйә булыуы ла билдәле.
Мәҫәлән:
Кеше сирләһә, уны өшкөртөлгән таң һыуы(ҡоштар, бөжәктәр, мал-тыуар уянмаҫ борон шишмәнән барып алынған һыу) эсереп, йә шул һыу менән ҡойондороп аяҡҡа баҫтырырға тырышҡандар;
Кешенең аяғы һыҙлаһа, таң атҡанда еүеш үләндә йөрөргә ҡушҡандар, йәғни ысыҡ һыуының шифаһына ышанғандар;
Ҡурҡҡан баланы ысыҡ һыуы менән сылатылған простыняға урайҙар. Мунсала ҡайнар һыу сәсте ағартыр, әммә ул күкрәккә бик яҡшы тәьҫир итә. Һалҡында ярылған тирене диңгеҙ һыуы менән йыуһаң, дауа булыр,
Әгәр диңгеҙ һыуы менән эсәктәрҙе йыуҙырһаң, эс йылыныр һәм ауыртыуҙы баҫыр.
Диңгеҙ һыуы бетте үлтерер, аяҡ-ҡул тартышыуын һәм нервы ауырыуарын бөтөрөр.
Диңгеҙ һыуы экземанан, тән ҡысытыуҙан, температура күтәрелгәндән, күкрәктәге шеште дауалауҙа файҙалы.
Диңгеҙ һыуының быуы тәнгә һыу йыйылғандан, ҡолаҡ ауыртҡандан файҙалы.
Иң яҡшы һыу – шишмә һыуы. Һыу таплы ерҙән ҡиблаға табан ҡарап аҡһа, ул яҡшы тәьҫир итә, ти ололар.
Һыу һимереүҙән дә ярҙам итә икән. Ә кеше һут йәки газировка урынына ябай һыуға өҫтөнлөк бирһә, артыҡ килограмдарҙан да ҡотола ала.
Һыу ярҙамында йөрәк ауырыуҙарынан да арынырға мөмкин, тип иҫбатлай ғалимдар. Улар белдереүенсә, көнөнә алты стакан һыу эскән кешеләр ике стакан менән сикләнгәндәргә ҡарағанда йөрәк ауырыуына һирәгерәк зарлана.
Сажида Гатина
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:34

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сажида Гатина » 19 ноя 2017, 11:29

Хөрмәтле коллегалар! Бик матур темаға файҙалы һәм йөкмәткеле сығышарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Мин дә үҙемдең эш тәжрибәмдә был йүнәлештә уҡыусыларым менән төрлө саралар, тикшереү эштәре ойошторам. Мәҫәлән “ Һыу символикаһының халыҡ ижадында сағылышы”, “ Халыҡ йәшәйешендә урман” һәм башҡа темалар менән төрлө кимәлдә уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһаныҡ
Һыу темаһына башҡарылған эштәр хәҙерге ваҡытта актуаль тип һанайым.Сөнки Һыу йәшәйештең нигеҙе. Ер йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре лә, үҫемлектәр ҙә һыуҙан тора: хайуандар һәм балыҡтар 85%, медузалар - 99%, картуф - 76%, алма - 85%, помидор - 90%, ҡыяр - 95%, ҡарбуз- 96%. Кешелә иһә – 80 процент. Ер шарының 70 процентын һыу ҡаплаған. Шулай ҙа уның бары 1 проценты ғына эсергә яраҡлы. Хәҙер һыу менән тьәмин итеү мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә. Һуңғы 50 йылда ғына ла донъяла шул сәбәпле 507 низағ булған, шуларҙың 21-е бәрелештәргә килтергән.
ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, әле донъяла 1 миллиард кеше хәүефһеҙ һыуға ҡытлыҡ кисерә.
Кеше йәшәйешенең мөһим сығанағы булған һыуҙы, донъя йөҙөндәге бүтән халыҡтар кеүек, башҡорттар ҙа халыҡ ижады әҫәрҙәрендә ҙурлаған, үға ҡорбан биргән һәм ул сихри көскә эйә тип ышанған. Шуға күрә иң тәүҙә көнкүрештә йыш осрай торған һыу менән бәйле ҡайһы бер йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уның әкиәттәрҙә сағылышын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
Тикшереү эшен башҡарған вағытта һыуҙың уҙенсәлектәрен тикшергән фәнни әҙәбиәт, ололарҙан һорашып төрлө мәғлүмәттәр, башҡорт халыҡ әкиәттәре, йола фольклоры материалдарын ҡулландыҡ.
Тикшеренеү эшен башҡарыу процесында кәрәкле информацияһы йыйыу һәм һайлап алыу, эҙләнеү, сағыштырыу һәм анализ яһау методтары ҡулланылды. Тикшеренеү эшендә ҡаралған ҡайһы бер фекерҙәр, унда бирелгән фактик материалдар әҙәби түңәрәктәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда, тәрбиә эштәрендә файҙаланылыуы мөмкин.
Сажида Гатина
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:34

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Резеда Гизатуллина » 18 ноя 2017, 16:19

Һәркемгә билгеле, экологик проблемалар-кешелекнең иң мөһим проблемаларының берсе. Экология белән үзара ярдәмләшүдән безнең һәрберебезнең язмышы бәйләнгән.
Еш гына “экология” сүзе “табигать” һәм “тирә-як яшәеше” дигән сүзтезмәләр белән бергә тора. Соңгы вакытта бик еш кына “экология” сүзе һәлакәт сүзе белән күбрәк кулланыла башлады. Табигать экологиясе һәм җир экологиясен бер- берсеннән башка күз алдына китерергә мөмкин түгел. Без котычкыч рәвештә җирнең үсемлекләр дөньясын, горур һәм бәйсез хайваннарын, тормышның бөтен матурлыгы булган , гүзәллекне үз кулларыбыз белән харап итәбез.
Ни өчен балалар һәм яшүсмерләр арасында кош ояларын туздыручы, елгаларны һәм чишмәләрне пычратучы, агачларны сындыручылар саны елдан-ел күбәя. Ә безнең кечкенә дусларыбыз- рәнҗетелгән песи һәм этләр? Алар да табигать балалары ич...
Табигатьне яратырга, табигатькә сак караш тәрбияләүне ничек оештырырга соң. XXI гасыр балаларына табигать байлыклырының чиксез түгел икәнен ничек аңлатырга? Бу авыр мәсьәлә.
Кешедә экологик дөрес гадәтләрне тәрбияләү җиңел эш түгел. Матур чәчәкне өзгәч, аның һәлак булуы турында белү барыбыз өчен дә аңлаешлы хәл түгел шул. Чәчәк гомере бик кыска. Безнең урманнар һәм кырлар, безнең кечкенә туганнарыбыз- хайваннар кыргый аучылар- браконьерлар кулыннан һәлак булмасын өчен безгә нишләргә? Балаларны уйланылмаган эшләрдән ничек туктатырга. Сораулар күп. Бу ялгыш кына эшләнгән эшләр нәтиҗәсендә кеше үзе җәфа чигә ич!
Республиканың табигый байлыкларының чын хуҗасы тәрбияләү- безнең иң кирәкле бурычларыбызның берсе.
Укучыларның яшь үзенчәлекләрен искә алып, экологик проблемаларның иң зурысыннан түгел, ә көн саен очрый торган әйберләрдән башласаң дәресрәк булыр. Дәресләрдә изложение һәм диктантлар өчен текстлар сайлаганда табигать байлыклары, алардан кешенең ничек файдалалуы турындагы текстлар бик үтемле.
Әхлакый- экологик белем һәм тәрбия бирүдә әдәби әсәрләрнең әһәмияте бик зур. Башлангыч сыйныфлар өчен уку китапларына табигатьне саклауга багышланган бай материал тупланган. Уку күнекмәләрен тикшерү өчен үсемлекләр, җәнлекләр яки табигатьне саклауга багышланган текстлар сайлап була. Табигать кочагында үз-үзеңне тота белү кагыйдәләрен үзләштерү дәрәҗәсен тикшерү макстыннан экологик диктант тәкъдим итәбез.
“Без яз башында урманга бардык. Галия үзе белән транзистор алды, ә Илдар этен ияртте. Урман куелыгында уйнап аргач, коры ботакларны сындырып учак яктык. Илгиз, каен тузын пычак белән юнып, суын агызырга кереште. Алсу кырмыска оясы тапкан икән- таяк белән болгатып туздырып ташладык. Кызлар күп итеп чәчәк җыйдылар, әнә шулай матур итеп ял иттек.”
Укучылар нинди хаталар җибәрелгәнне атарга, дәлилләп җавап бирергә тиешләр.
Йомгаклап әйткәндә экологик тәрбия бирерлек моментларны күп дәресләрдә төрлечә кулланырга,файдаланырга була.Һәм алар буенча аерым папкаларда материаллар җитәрлек.
Резеда Гизатуллина
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 17:03

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Резеда Гизатуллина » 18 ноя 2017, 16:17

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тыуған яҡты өйрәнеү өсөн күп мөмкинлектәр бар. Үҙ туған телең, әҙәбиәтең, мәҙәниәтең аша тәрбиәнең төп нигеҙҙәре һалына тиһәк тә хаталанмабыҙ. Халҡыбыҙҙың меңәр йылдарға һуҙылған тарихына күҙ һалһаҡ, тыуған яҡ, изге төйәк йәшәү урыны ғына түгел, йәшәү сығанағы, белем һәм тәрбиә өлкәһендәге төп «дәреслек» хеҙмәтен дә үтәгән.
«Башҡорт урман эргәһенән барһа – урмандар тураһында, тау буйлап барһа – тау тураһында, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән , ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра»,-тигән Башҡортостанды өйрәнеүсе рус ғалимы Р.Г. Игнатьев. Был һүҙҙәрҙә халыҡтың үҙ тыуған төйәген идеаллаштырыуын, изгеләштереүен, рухи донъяһы менән бәйләнеүен күрәбеҙ. Ул ғына ла түгел, Башҡортостандың һәр төбәге, үҙәге, тауы, йылғаһы, туғайы, үҙәне, уйһыуы халыҡтың үткән тормошон сағылдырған легендаға, йырға, бәйеткә бәйле тарих һаҡлай. Борон-борондан өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәренән кеселәргә шундай фәһемле тарихты һөйләгәндәр, уларға тыуған ер, төбәк тураһында белем биргәндәр, шул урынға ҡарата һөйөү тәрбиәләгәндәр, һәр ерҙең үҙенә генә хас матурлығын күрергә өйрәткәндәр
Мин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, ерле материалды файҙаланып, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләргә, уның тарихына, ер-һыу атамаларының килеп сығышына иғтибар бүлергә тырышам.
Минең ҡарашҡа, бөгөнгө көндә был бик актуаль, сөнки халҡыбыҙ йәшәгән урынын, килеп сығышын, тарихи үҫеш юлын, мәҙәни дәрәжәһен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола-ҡанундарын, тормош-көнкүрешен, дини ышаныуҙарын, географик мөхит менән тарихи бәйләнешен асыҡларға тейеш. Барлыҡ төр географик берәмектәрҙе өйрәнеү, халҡыбыҙҙың борондан ҡулланып килгән тел ынйыларын берәмтекләп барлау, телдең хужаһы булған халыҡ тарихын объектив тикшереү һәм яҙыу өсөн баһаһы булмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.

Башҡорт теле дәресләректәрендә тәбиғәтте һаҡлау, халыҡтың тәбиғәт менән бәйле байрамдары тураһында бик күп текстар, күнегеүҙәр бар. Мәҫәлән, 5-се класс дәресләегендәге генә “Башҡортостан йылғалары”,” Ағас, сәскә,тупраҡ, ҡояш...”, “Беҙ тәбиғәт менән бергә” , “Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ”, “Тәбиғәтте һаҡлағыҙ !”, “Ҡоштоң ғүмере- йырында”, “Ҡуҙғалаҡ, йыуа байрамы “ тигән текстар бар. Тәбиғәтте һаҡлау , йыл миҙгелдәре темаһына бик күп шиғырҙар ҙа бирелгән. Дәрестәрҙә мотлаҡ рәүештә тәрбиәүи әңгәмәләр, диалогтар индерегә кәрәк.Тиҙәйткестәр, артикуляцион күнегеүҙәрҙе лә ошо тема менән бәйләп алырға була. Өйгә Башҡортостан ҡурсаулыҡтары, йылға, күлдәре, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлек һәм хайуандар тураһында белешмәләр төҙөү, экологик плакаттар төшөрөү, китапсыҡтар төҙөтөү , кроссворд, ребустар бирергә була.
Резеда Гизатуллина
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 17:03

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Файзерахманова » 18 ноя 2017, 14:59

Мәктәп һәм экологик культура –бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған төшөнсәләр. Педагогтар алдында уҡыусыларға экологик белем биреү: уҡыусыларҙың донъяға ҡараш даирәләрен киңәйтеү, уларҙы тәбиғәтте һаҡларға, уға мәрхәмәтле, иғтибарлы булырға өйрәтеү, тыуған еребеҙҙе яратыу, уның менән ғорурлана белеү хисе тәрбиәләү - иң төп максаттарҙың береһе. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн, нәтижәле алымдар һәм ышандырырлыҡ факттар ҡулланып, эҙлекле эш алып барырға кәрәк.
Балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ҡатлаулы һәм дауамлы педагогик процесс. Экология, фән булараҡ, мәктәптең уҡытыу программаһына индерелмәгән. Шуға күрә экологик проблемаларҙы башҡа фәндәрҙә лә, айырым алғанда башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә лә өйрәнергә кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре экологик темаға яҙылған бөтә әҙәбиәтте һыйҙыра алмай, әлбиттә. Ләкин ул шаҡтай күләмдәге әҫәрҙәр менән таныштыра, экологик темаларға мөрәжәғәт итеү үҙенсәлектәрен билдәләй. Бынан тыш, китаптар уҡырға мәжбүр итә. Уҡусыларға милли, әхләҡи тәрбиә менән бергә, экологик белем һәм тәрбиә биреүҙең үрелеп барыуы мөһим шарт булып ҡала.
Файзерахманова
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 25 сен 2012, 09:20

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Файзерахманова » 18 ноя 2017, 14:38

Һәр синыфтың әҙәбиәт дәреслегендә халыҡ ауыҙ ижадының ниндәй ҙә булһа бер жанрына урын бирелә. Халыҡ ауыҙ ижадында тәбиғәт һәм уны һаҡлау – иң боронғо һәм киң урын алған темаларҙың береһе. Ул фольклорҙың барлыҡ төр жанрҙарында тиерлек бар. Халыҡтың тормош тәжрибәһе һәм тәбиғәтте өйрәнеү нәтижәһендә тыуған ҡыҫҡа, ләкин тәрән мәғәнәле өйрәтеүҙәре, тәрбиә алымдары бик кәрәкле. Әлеге өйрәтеүҙәр татар халҡының мәҡәл һәм әйтемдәрендә айыруса күп тупланған һәм тәрән мәғәнәгә эйә булған өйрәтеү-кәңәштәр формаһын алған: “Хайуандарҙы йәберләгән рәхәт күрмәҫ”, “Яралы ҡошҡа таш атмайҙар”, “Кош йомортҡаларын ватма, күз йәшең түгәрһең”, “Йәш ағасты һындырма, йәш ғүмерең өҙөлөр”. Балаларҙа зирәклек, күҙәтеүсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләүсе тәбиғәт күренештәренә бағышланған йомаҡтар: “Төнлә баҡһам – күк тулған, иртән баҡһам – юҡ булған”, “Язын йәм бирә, йәй һалҡын бирә, көҙөн тәм бирә, ҡышын тун бирә” һ.б.; һынамыштар: “Ҡар барында күк күкрәһә, ашлыҡ булмаҫ”, “Елгә ҡаршы яуған ямғыр ҡаты дауыллы булыр” һ.б.; шәфҡәтлелек, миһербанлылыҡ, иғтибарлылыҡ кеүек хистәр тәрбиәләүсе әкиәттәр, мәҙәктәр, мәҫәлдәр ҙә күп.
Файзерахманова
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 25 сен 2012, 09:20

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Закирова Фанзалия » 18 ноя 2017, 13:48

Туған тел төшөнсәһен тыуған ерһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә еребеҙ сафлығы,матурлығы йырҙарҙа йырланған тыуған төйәгебеҙ ни хәлдә һуң?
Сал Уралдың сабыр йөҙкәйенә
Ағыу яуа,һөрөм яғыла,-
ти, әсенеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев. Әсенерлек тә шул.
Ҡотҡарырға ерҙә матурлыҡты
Һуң түгелдер әле,һуң түгел…
Йәй көндәре йылға, күл буйҙарына сыҡһаң, сүп-сарҙың, ашап-эсеп алғандан һуң ҡалдырылған буш һауыттарҙың тирә-йүнде бысратып ятыуы йәнде әрнетә.Кешеләрҙең вайымһыҙлығы аптырата.Ә ошо бысраҡлыҡты бөтөрөргә бер ниндәй ҙә сығымдар ҙа талап ителмәй бит.Ер-әсәгә ҡарата рәхимле булырға һәм ошо мәсьәләгә яуаплы ойошмаларға сүп-сар өсөн ҙур һауыттар ҡуйыу ғына кәрәк. Халҡымдың таш булып ҡатҡан күңелен терелтәһем килә минең.
Беҙҙе туйындырған ерҙәрҙең эшкәртелмәй ятыуы ла мине хафаға һала.Күп йылдар буйы эшкәртелмәй ятып,сүп үләндәре,ҡыуак һәм ағас менән баҫылып барыуына үҙебеҙ шаһитбыҙ.Бигерәк тә оло юлдарҙан ситтә ятҡан төпкөл ауылдарҙа ер эшкәртерлек кешеләрҙең ситкә китеп эшләүе мине борсой. Оло йөрәкле,зирәк аҡыллы шағирыбыҙ Ш.Бабич тыуған ерен, уның тупрағын данлап,”Тупраҡ башҡорт бәхетелер,бәхетебеҙҙең тәхетелер”тип үҙ халҡына мөрәжәғәт иткән.Ер-тәхетебеҙҙе үҙ теләгебеҙ менән сит яттар ҡулына бирмәһәк,үҙ бәхетебеҙҙән ваз кисмәһәк ине
Закирова Фанзалия
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 06:24

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Закирова Фанзалия » 18 ноя 2017, 13:21

Жир – анабызны фажигаләрдән саклау өчен бөтен дөнья халкының берләшүе кирәк.Шунысы куанычлы хөкүмәтебез тарафыннан» 2017 ел-экология елы »дип игълан ителде.Төрле экологик акциялар игълан ителә,шимбә өмәләренә чыгабыз. Мәктәптә дә, аеруча татар теле һәм татар әдәбияты дәресләрендә, табигатьне саклау турында бик күп чараларда катнашабыз, әдәби әсәрләр бик күп укыйбыз, төрле конференцияләр, диспут-дәресләр үткәрәбез. Табигатьне саклау турындагы экологик проблемалар элек-электән әдипләребез тарафыннан күп әсәрләрдә күтәрелгән. Әмма кеше барыбер үзенекен итә. Табигатьне пычрата, агулый һәм шулай итеп, аңлы рәвештә, юкка чыгара. Әйе, аңлы рәвештә, чөнки Аллаһы Тагәлә тарафыннан кешегә, хайваннардан аермалы, акыл, зиһен бирелгән. Шуңа күрә кеше табигатьне аңлы рәвештә һәлакәткә илтә дип әйтер идем мин. Аннан башка яши алмаганын да белә ул. Чөнки адәм баласы табигатьтән башка бер көн дә яши алмый. Табигать-безнең яшәү чыганагыбыз.
Без-киләчәк буын. Ә киләчәк буынның яшәеше табигать белән бәйле. Табигатьне, туган йортыбызны, зарарланудан без туктатмасак, ни булыр соң? Уйлавы да куркыныч. Берничә дистә елдан соң, бөтен тереклек көеп, чүл уртасында калмабызмы? Менә шул турыда, һичшиксез, һәрбер кешегә уйларга кирәк, минемчә. Адәм баласы иртәгә нәрсә буласы турында уйламаганга күрә, табигатькә карата шундый рәхимсез мөнәсәбәттә, минемчә.
Закирова Фанзалия
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 06:24

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Рамиля Ильясова » 18 ноя 2017, 11:19

Перед педагогами должна стоять точная цель: воспитывать высокую экологическую культуру школьника. Для этого необходимо формировать экологическое мировоззрение, экологическое сознание, следует находить более совершенные формы и методы экологического воспитания, используя, в том числе и нестандартные уроки, и игровые приемы обучения.
Сформировать нравственно-экологическое сознание школьников, ограничившись рамками одного учебного предмета, невозможно, поскольку у детей будет создаваться неполное представление о сложной системе взаимодействий, характеризующих вопросы охраны природы. Поэтому необходима интеграция научного знания: привлечение к этому процессу других учебных дисциплин, то есть, включая экологической материал в ткань разных предметов, учителя активизируют у детей мыслительную деятельность и развивают интерес к природе. На таких уроках дети лучше усваивают изученный материал, у них развивается любознательность, вырабатываются умения делать выводы, обобщения, а знания приобретают систематичность.
Рамиля Ильясова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 10:27

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron