Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Larisa1983@ » 16 ноя 2017, 16:07

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тыуған яҡты өйрәнеү өсөн күп мөмкинлектәр бар. Үҙ туған телең, әҙәбиәтең, мәҙәниәтең аша тәрбиәнең төп нигеҙҙәре һалына тиһәк тә хаталанмабыҙ. Халҡыбыҙҙың меңәр йылдарға һуҙылған тарихына күҙ һалһаҡ, тыуған яҡ, изге төйәк йәшәү урыны ғына түгел, йәшәү сығанағы, белем һәм тәрбиә өлкәһендәге төп «дәреслек» хеҙмәтен дә үтәгән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, ерле материалды файҙаланып, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләргә, уның тарихына, ер-һыу атамаларының килеп сығышына иғтибар бүлергә тырышам.
Минең ҡарашҡа, бөгөнгө көндә был бик актуаль, сөнки халҡыбыҙ йәшәгән урынын, килеп сығышын, тарихи үҫеш юлын, мәҙәни дәрәжәһен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола-ҡанундарын, тормош-көнкүрешен, дини ышаныуҙарын, географик мөхит менән тарихи бәйләнешен асыҡларға тейеш. Барлыҡ төр географик берәмектәрҙе өйрәнеү, халҡыбыҙҙың борондан ҡулланып килгән тел ынйыларын берәмтекләп барлау, телдең хужаһы булған халыҡ тарихын объектив тикшереү һәм яҙыу өсөн баһаһы булмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.
Larisa1983@
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 16:01

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение hfz » 16 ноя 2017, 15:47

Уйлау, фикерләү сәләтен үстерү; бәйләнешле сөйләм күнекмәләрен формалаштыруны дәвам итү; милли-төбәк компонентларын кулланып балаларда туган ягыбыз табигатенә мәхәббәт, сакчыл караш тәрбияләү- болар барысы да укытучы һәр дәрестә кулланган эшләр. Авыл җирендә яшәгән балалар бигрәк тә "авыл һавасы ","авыл чишмәсе ", "авыл урманы " сүзләренең мәгънәләрен тирән аңлыйлар. Рәхәтләнеп дәрестә үз фикерләрен әйтергә тырышалар.Табигать темасына шигырь,хикәя иҗат итәләр. Дәресләр темасына бәйләп, табигатьне саклау темасына класстан тыш чаралар үткәрәбез. Раушания Галиева .Әлшәй районы .Әбдрәшит мәктәбе
Последний раз редактировалось hfz 17 ноя 2017, 05:53, всего редактировалось 1 раз.
hfz
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 15:12

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гульнара Бахтиярова » 16 ноя 2017, 15:28

Хөрмәтле коллега! Ысынлап та, һеҙҙең был һорауығыҙ бөгөнгө көндә бик актуаль. Минеңсә, боронғо башҡорт балалары тәбиғәттә ата - бабалары менән бергә һунарға йөрөп, урмансы һөнәрен күреп үҫкәнгә лә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләнгән. Хәҙерге уҡыусыларыбыҙ көнө буйы компьютер артында ултырып, тәбиғәткә йылына, 1-2 тапҡыр сәйәхәт итә,унда ла класы менән экскурсияға барғанда ғына. Ярай әле күренкле яҙыусыларыбыҙҙың бай йөкмәткеле, тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәре мәктәп программаһына индерелгән. Әҙәбиәт дәрестәрендә уларҙы өйрәнеп кенә ҡалмай, экологик тәрбиә. киләсәктә лә тәбиғәт ҡомартҡыларының әһәмиәте хаҡында уйландырырлыҡ фекерҙәр бирә алһаҡ, беҙ , башҡорт теле уҡытыусылары, үҙ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ, тип шатлана алыр инек.
Гульнара Бахтиярова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 15:53

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Бакиева Роза » 16 ноя 2017, 15:02

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы
Муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
«31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
Баҡыева Роза Сәғиҙулла ҡыҙы,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
4 класс
Дәрестең темаһы: Дарыу үләндәре. Ф.Бәширова “ Үгәй инә япрағы” әкиәте.
Һорау, хәбәр һәм өндәү һөйләмдәрҙә интонация.
Маҡсат: һорау, хәбәр һәм өндәү һөйләмдәр тураһында алған белемдәрен системалаштырыу; уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу; уҡыусыларҙы тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәрен танып белергә, уларҙы ҡулланырға һәм һаҡларға өйрәтеү;
Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа, “Дарыу үләндәре” гербарийы, карточкалар.
Дәрестең этаптары
I.Ойоштороу.
Психологик атмосфера тыуҙырыу.
- Хәйерле көн, уҡыусылар, һаумыһығыҙ! Бер- беребеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ, бер-беребеҙгә яҡшы теләктә ҡалайыҡ. Дәресебеҙҙе шундай шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек.
1-се слайд.
Һау кешегә таң да атты,
Йылмайып ҡояш ҡалҡты.
Ер-әсәбеҙҙе сәләмләп,
Көләс нурҙарын һипте.
(Уҡыусылар уҡытыусы менән иҫәнләшәләр, бер-береһенә ҡарап йылмаялар.Тиҙәйткесте хор менән уҡыйҙар)
2.Артикуляцион күнегеү.
- Бөгөнгө дәрестә телмәребеҙ дөрөҫ, матур булһын өсөн телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.
2-се слайд.
ҒӘ ҒӨ ҒҮ
ҠӘ ҠӨ ҠҮ
ҢӘ ҢӨ ҢҮ
ҺӘ ҺӨ ҺҮ
ҘӘ ҘӨ ҘҮ

Артикуляцион күнегеүҙе үтәйҙёр.
II.Белемде актуалләштереү. Өйгә эште тикшереү.
III.Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
-Уҡыусылар, ә хәҙер иғтибар менән киләһе слайдтарға ҡарағыҙ. Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ, кем әйтә алыр?
3-сө слайд. ( Башҡортостан тәбиғәте тураһында слайдтар).
-Эйе, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур. Урман һәм болондарҙа төрлө ағастар, сәскәләр, үләндәр үҫә. Ә хәҙер ентекләберәк ҡарайыҡ әле, ниндәй үләндәр үҫә икән?
4-се слайд. ( Дарыу үләндәре тураһында слайдтар. Уҡыусылар слайдтарҙы ҡарайҙар, әңгәмәлә ҡатнашалар, дәрестең темаһын асыҡлайҙар)
-Былар ниндәй үләндәр? Кем был үләндәрҙе таный? Бер һүҙ менән беҙ был үләндәрҙе ниндәй үләндәр тип атайбыҙ? Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең лексик темаһы - дарыу үләндәре. Дәрестә беҙ тағы ла ниндәй дарыу үләндәре бар икәнлеген белербеҙ, улар менән яҡыныраҡ танышырбыҙ, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләшербеҙ. Артабан беҙгә дәрестең грамматик темаһын асыҡларға ҡала. Быға беҙгә киләһе һөйләмдәр ярҙам итәсәк.
-Былар ниндәй һөйләмдәр?
5-се слайд (Уҡыусылар һөйләмдәрҙе уҡый, тәржемә итә, төрөн билдәләй. )
Үҫемлектәрҙе аҙыҡ һәм кейем алыу өсөн файҙаланалар, ағастан йорт төҙөйҙәр.
Ә күп үләндәрҙең дарыу яһау өсөн ҡулланылыуын беләһеңме, уҡыусым?
Балалар, тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
-Афарин, уҡыусылар. Дәресебеҙҙең лексик темаһын да асыҡланыҡ. Бөгөнгө маҡсатыбыҙ – дарыу үләндәре, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләшеү, һорау, хәбәр һәм өндәү һөйләмдәр темаһын өйрәнеүҙе дауам итеү.
-Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны,дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
(Уҡыусылар дәфтәрҙәрендә числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуялар)
IV.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
1.Таҡталағы текст өҫтөндә эш.
-Уҡыусылар, тексты уҡығыҙ, таныш булмаған һүҙҙәрҙе табығыҙ. (Тексты сылбырлап уҡыйҙар, таныш булмаған һүҙҙәрҙе табып тәржемәһе менән һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар.
Һүҙлек эше.
беҙҙең яҡтарҙа – в наших краях
танырға – узнавать
ауырыуҙарҙы – болезни
кесерткән – крапива
юл япрағы – подорожник
әрем – полынь
мәтрүшкә – душица
йүкә сәскәһе – липовый цвет

Дарыу үләндәре.
Беҙҙең яҡтарҙа күп төрлө дарыу үләндәре үҫә. Дарыу үләндәрен танырға һәм йыйырға кәрәк. Уларҙы дөрөҫ файҙаланғанда күп ауырыуҙарҙы дауалап була. Дарыу үләндәренә кесерткән, юл япрағы, әрем, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе һәм башҡалар инә.
- Дарыу үләндәре беҙгә нисек ярҙам итә?
- Һеҙ үҙегеҙ ниндәй дарыу үләндәрен беләһегеҙ? (Уҡыусылар әңгәмәлә ҡатнаша)
2. Дарыу үләндәре менән танышыу.
- Шифалы үҫемлектәрҙе борон-борондан дарыу урынына файҙаланғандар. Беҙгә лә уларҙы белеү кәрәк. Ә хәҙер ниндәй үҫемлек ниндәй сиргә дауа булыуын ҡарап китәйек.
Слайдтарҙы ҡарайҙар, белешмәне уҡыйҙар, тәржемә итәләр.
(6-сы слайд).
Юл япрағы – дарыу үләне. Ул юл буйҙарында үҫә. Уның япраҡтары шифалы. Ул яраны тиҙ төҙәлтә.
Бәпембә – киң таралған үҫемлек.Ул баҡсаларҙа, болондарҙа, аҡландарҙа үҫә. Күптәр уны әрһеҙ ҡый үләне тип иҫәпләй. Әммә уның матурлығы ла, файҙаһы ла бар. Бәпембәнән төрлө дарыуҙар яһайҙар, салат та эшләргә була.
Йүкә сәскәһе бик файҙалы. Уны һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә файҙаланалар.

3.Ял итеү минуты.
- Арып киткәнһегеҙҙер, уҡыусылар. Ял итеп алайыҡ.
1) Әйҙәгеҙ әле тәүҙә күҙҙәребеҙҙе ял иттереп алайыҡ.
7-се слайд.
-Күҙҙәрегеҙ менән аҡ сәскәне, иң оҙон кишерҙе, матур умырзая сәскәһен һ.б. табығыҙ.
Уҡытыусының күрһәтмәләрен үтәйҙәр, музыка аҫтында бейеү хәрәкәттәре яһайҙар.
-Беҙ бейей ҙә беләбеҙ,
Беҙ йырлай ҙа беләбеҙ.
Бер улай, бер былай-
Беҙ бейейбеҙ ошолай.
Ҡулдар менән сәп-сәп,
Аяҡ менән топ-топ.
Бер улай, бер былай –
Беҙ бейебеҙ ошолай.

4.Дәреслек менән эш.
- Уҡыусылар, һәр дарыу үләненең үҙ исеме бар. Ә кем биргән һуң уларға ул исемде? Хәҙер уҡыясаҡ әкиәт шул һорауға яуап бирер тип уйлайым.
(Әкиәтте сылбырлап уҡыйҙар, һүҙлектәр ҡулланып тәржемә итәләр)
Һүҙлек эше.
үгәй инә япрағы – мать- и- мачеха
уҫал ҡатын – злая женщина
үгәй ҡыҙы - падчерица
бер ус - пучок
ҡәнәфер – гвоздика
сәй ҡурғашы – фольга

5.Грамматик тема өҫтөндә эш.
-Әкиәттән хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе табығыҙ, берәр миҫал күсереп яҙығыҙ.
(Уҡыусылар әңгәмәлә ҡатнаша. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр табып күсереп яҙалар, тикшерәләр)
V.Нығытыу.
6.Һаулыҡ тураһында мәҡәлдәр өҫтөндә эш.
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
Сәләмәт тәндә – сәләмәт аҡыл.
(Уҡыусылар мәҡәлдәрҙе тәржемә итәләр, әңгәмәлә ҡатнашалар)
VI.Эталон буйынса уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәрен тикшереүе. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ.
м…трүшкә үг...й инә үләне
кес…ртк…н …рем
юл япра…ы б…пемб…
(Уҡыусылар бирелгән эште үҙ аллы үтәйҙәр, һуңынан тикшерәләр)

VII. Рефлексик анализ. Йомғаҡлау. Баһалау.
-“Ҡыҙыл китап”ҡа юҡҡа сыға барыусы үҫемлектәр, йәнлек-хайуандар индерелгән. Тәбиғәттең матурлығы кешегә бәйле. Ул һаҡлауға мохтаж. Кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында ҡайһы саҡта кире ҡайтара алмаҫлыҡ бәләләр килә. Мәҫәлән, быйыл көндәр ҡоро тороу арҡаһында бик күп урындарҙа янғындар сыҡты. Урмандар янып, көл-күмергә әйләнде, унда йәшәүсе кейек-хайуандар,ҡош-ҡорттар һәләк булды. Был ҡазаларға тәбиғәт ҡоролоғо ғына түгел, кешеләрҙең ғәмһеҙлеге, тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәрҙең ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүе ғәйепле. Уҡыусылар, беҙҙе бар иткән, ашатҡан, эсергән, йәшәткән ер-һыуҙарыбыҙға, урман-тауҙарыбыҙға, донъяны ҡотҡарыр матурлыҡҡа ҡарата мәрхәмәтле булайыҡ.
-Бөгөн дәрестә ниндәй дарыу үләндәре менән таныштыҡ?
-Уларҙың кешегә файҙаһы нимәлә?
-Бөгөнгө дәрестә кем үҙенә “бишле” билдәһе ҡуя ала?
- Кемгә уҡытыусы ярҙамы кәрәк?
Өйгә эш биреү.
-Өй эше итеп карточкалар таратам, унда бирелгән эштәрҙе үтәп килегеҙ.
Бакиева Роза
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 12:31

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение uepfkbz308 » 16 ноя 2017, 13:57

Бик ҡыҙыҡ. Үҙемә күп мәғлүмәттәр алдым.
uepfkbz308
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 13:49

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зинатуллина Фируза » 16 ноя 2017, 12:28

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар!
Зинатуллина Фируза
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 06:37

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm » 16 ноя 2017, 12:02

Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә экологик тәрбиәгә ҡағылышлы материалдарҙы бигерәк тә халыҡ ижады әҫәрҙәрендә табырға була. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосында тәбиғәтте һаҡлау, бар тереклеккә һаҡсыл ҡараш, киләсәк быуын тураһында ҡайғыртыу мәсьәләләре асыҡ сағылыш таба. Төп герой Урал батыр образы аша балаларҙа ыңғай сифаттар тәрбиәләргә мөмкин. Әҫәрҙән өҙөктәрҙе сәхнәләштереү, ятҡа һөйләү, ҡат - ҡат уҡып проблемалы һорауҙарға яуап эҙләү - дәрестә ҡулланылған алымдар. Ә дөйөмләштереп әйткәндә, тәбиғәтте һаҡлау - беҙҙең изге бурыс. Тыуған ерҙе яратырға өйрәтергә тейешбеҙ туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә.
fquekm
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 16 ноя 2017, 09:58

«Туган ягым — яшел бишек» әсәрендә язучы үзенең күңелле балачагын сурәтли. Күккә ашкан таулар артыннан, үзенең алтын күлмәген киеп, көн дә табигатьне сәламләүче кояшны, аның яктысында җемелдәүче чык тамчыларын, шулай ук авылның бөтен мәшәкатен күреп үсә Гомәр.
Табигать – кешенең яшәү урыны. әйткәнебезчә, ул анда туа, яши, тереклек итә. Әмма кешегә матди азык кына түгел, рухи чыганак та кирәк. Әйе, табигать кешене сокландыра да, моңландыра да, тынычландыра да. Кеше кечкенәдән табигать кочагында үсә.
Г.Бәширов ни өчен бу әсәрен “Туган ягым – яшел бишек” дип атаган соң?
1. Балага бишегендә рәхәт булган кебек, һәр кешегә дә үз туган җирендә рәхәт булырга тиеш.
2. Туган якның матурлыгы, яшел табигате кешене юаткан кебек, бишек тә баланы юата, тынычландыра.
3. Кеше кайда гына туып үсмәсен, туган авылын, шәһәрен, укыган мәктәбен мактап, сагынып искә ала.
“Туган ягым – яшел бишек” әсәре безне туган җиребезне яратырга өйрәтә. Табигатьне саклау – безнең уртак бурычыбыз.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 16 ноя 2017, 05:08

"Кешенең борынгыдан килгән гуманлы карашларына, гореф-гадәтләренә, еллар буена сыналып килгән тормыш тәжрибәсенә хилафлык килердәй, аны рухи, әхлакый яктан рәнжетердәй башбаштаклык ахыр чиктә табигатькә дә зарар булып төшә" дип язган халык язучысы Г. Бәширов. Димәк, яшь буында табигатькә сакчыл караш тәрбияләүне кешедә гасырлар буе тупланган, аңа хезмәт аша сеңгән гомумкешелек әхлак сыйфатларын, тирә-юньгә кешенең элеккеге мөнәсәбәтен эзләү белән тыгыз бәйләргә кирәк.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Латипова Рамзиля » 15 ноя 2017, 18:27

Һәр сыйныфның әдәбият дәреслегендә халык авыз иҗатының нинди дә булса бер жанрына урын бирелә. Халык авыз иҗатында табигать һәм аны саклау – иң борынгы һәм киң урын алган темаларның берсе. Ул фольклорның барлык төр жанрларында диярлек бар. Халыкның тормыш тәҗрибәсе һәм табигатьне өйрәнү нәтиҗәсендә туган кыска, ләкин тирән мәгънәле өйрәтүләре, тәрбия алымнары бик гыйбрәтле. Әлеге өйрәтүләр татар халкының мәкаль һәм әйтемнәрендә аеруча күп тупланган һәм тирән мәгънәгә ия булган өйрәтү-киңәшләр формасын алган: “Хайваннарны җәберләгән рәхәт күрмәс”, “Яралы кошка таш атмыйлар”, “Кош йомыркаларын ватма, күз яшең түгәрсең”, “Яшь агачны сындырма, яшь гомерең өзелер”. Балаларда зирәклек, күзәтүчәнлек кебек сыйфатлар тәрбияләүче табигать күренешләренә багышланган табышмаклар: “Төнлә баксам – күк тулган, иртән баксам – юк булган”, “Язын ямь бирә, җәй салкын бирә, көзен тәм бирә, кышын тун бирә” һ.б.; сынамышлар: “Кар барында күк күкрәсә, ашлык булмас”, “Җилгә каршы яуган яңгыр каты давыллы булыр” һ.б.; шәфкатьлелек, миһербанлык, игътибарлылык кебек хисләр тәрбияләүче әкиятләр, мәзәкләр, мәсәлләр дә шактый: “Умарта корты һәм чебеннәр”, “Кем көчле?” һ.б.
Латипова Рамзиля
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 18:00

Пред.След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 3