алсукаримова » 29 ноя 2017, 14:09
Уҡыусыларҙың экология буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү һәм уларҙа әүҙем тормош позицияһы булдырыу өсөн кластағы тәрбиә сәғәттәре генә етерлек түгел. Бында экологик тәрбиәнең мәктәптән тыш эш формалары ла ҙур роль уйнарға тейеш. Был иһә иртәлектәргә лә берҙәй ҡағыла.
Экологик белем һәм тәрбиә биреүҙә тәбиғәтте өйрәнеү экскурсиялары, иртәлектәре ҙур әһәмиәткә эйә. Улар тәбиғәт күренештәренең һәм объекттарының күп төрлөлөгөн тәрәнерәк һәм тулыраҡ өйрәнергә мөмкинлек бирә. Тәбиғәттә йыш булыу уҡыусыларҙа уның менән ҡыҙыҡһыныу уята, матурлыҡты күрә белеүгә, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләүгә лә нигеҙ булып тора.
Тәбиғәттең сағыу, тулҡынландырғыс донъяһы балалар аңында һәйбәт тәьҫир уята, уларҙы юғары әхләҡле булырға өндәй. “Матурлыҡ аша- кешелеклеккә- тәрбиә законы шундай”,- тип яҙҙы В.А.Сухомлинский.
Йыл миҙгелдәренә ҡарата ойошторолған экскурсиялар, күҙәтеүҙәр, иртәлектәр балала тәбиғәт, уның күренештәрен таный белергә, Тыуған илебеҙҙең йомшаҡ, йомарт, бай, шул уҡ ваҡытта уҫал, мөһәбәт тәбиғәтен аңларға. Уның ҡарлы, ямғырлы, буранлы көндәрен, яҡты ҡояшын күрә белергә өйрәтеү.Тыуған яҡтың тәбиғәтен яратыу, Тыуған илде һөйөү тәрбиәләүгә ҡарата беренсе аҙым яһай. Бала бәләкәйҙән үк өй алдындағы, мәктәп баҡсаһындағы ағастарҙы, тыуған ауыл йылғаһын,күлен, баҫыуҙарын, һауаһын, ҡош-ҡорттарын, хайуандарын күреп үҫә һәм яратырға өйрәнә. Сөнки Тыуған ил беҙҙең өйҙән, тыуған ауылдан башлана, улар бөтәһе лә Тыуған илебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Тәбиғәткә арналған иртәлектәр, экскурсиялар уҡыу материалы йөкмәткеһен эмоциональ ҡабул итергә мөмкинлек тыуҙыра.
Кластан тыш сара.
“Йәнле тәбиғәт- йәшәү сығанағы”
Маҡсат: уҡыусыларҙың фекерләү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү; бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу, йәнле тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
(Иртәлекте ойоштороусылар байрамдың программаһын, саҡырыу ҡағыҙҙарын, белдереү һ.б. әҙерләйҙәр. Һәр класс үҙенә аныҡ эш ала: йыл миҙгелдәренә ҡарата йомаҡтар, мәҡәлдәр, әйтемдәр йыйырға, костюмдар эшләргә, бейеү һәм йырҙар өйрәнергә, залды эстетик зауыҡ менән биҙәргә).
Тәбиғәттең яҙғы көнө. Сәхнәгә 3 уҡыусы һәм Умырзая –ҡыҙ сыға.
Умырзая: Ҡәҙерле балалар, ҡунаҡтар. Беҙ бөгөн һеҙҙе яҙ байрамын билдәләргә саҡырҙыҡ. Яҙҙы ҡаршылап бергәләшеп йырлаясаҡбыҙ, бейейәсәкбеҙ.
1 уҡыусы : Оҙон муйынын һуҙып,
Һөйөнсөләй ата ҡаҙ.
“Урамға сығығыҙ әле,
Килде беҙгә яҙ,яҙ,яҙ”
2 уҡыусы : Күр әле, күр, ҡарасы:
Ҡыйыҡтан тамды!
Үҙе бәләкәс кенә,
Үҙе көләкәс кенә.
Тишкеләп бөттө ҡарҙы,
Гөрләүеккә юл ярҙы.
Ҡаңғылдашалар ҡаҙҙар,
Башлана, тиҙәр, яҙҙар.
Ҡыҙыҡ итте шат тамсы.
Ҡоҙоҡҡа инеп ҡасты.
Умырзая: Бик матур шиғырҙар уҡып күрһәттегеҙ. Ә минең турала шиғыр белеүсе бармы?
3- сө уҡыусы: Умырзая балалары
Йәшәйҙәр бер ояла.
Улар әле бик бәләкәй,
Кешеләрҙән ояла.
Умырзая : Балалар , байрамыбыҙҙы йәмләп йомаҡ ҡойошоп алайыҡ әле.
1-се уҡыусы: Тау- тау булып өйөлдө,
Яҙ килгәнгә көйөндө,
Йырғанаҡ булып аҡты,
Шул ергә һеңде, батты,
Шунда уҡ үлән ҡалҡты.
Был нимә?
Балалар: Ҡар, ҡар.
2- се уҡыусы: Мин дә йомаҡ ҡояйым әле.
Боҙмайынса йоланы.
Гөрһөлдәне, иланы,
Йылмайып- көлөп алды,
Төҫлө көйәнтә һалды.
Балалар: Яҙғы ямғыр, күк күкрәү, йәйғор.
3- сө уҡыусы: Боҙ, ҡар ирене,
Һыуҙар йүгерҙе,
Илап йылғалар,
Йәштәр тирелде.
Көндәр оҙая
Төндәр ҡыҫҡара.
Был ҡайһы ваҡыт
Йә, әйтеп ҡара?
Балалар: Яҙ
1-се уҡыусы :Үҙе оҙон, үҙе ҡыҫҡа,
Үҙе йыуан, үҙе нескә,
Өҫтә саҡта беленмәй,
Аҫҡа төшкәс, күренмәй.
Соҡор ҡаҙа эйелмәй,
Ҡойо ҡаҙа бөгөлмәй.
Балалар: Тамсы.
(Йыр “Яҙ”. Сәхнәгә Яҙ килеп сыға).
Яҙ: Йырғанаҡтар гөрөлдәшеп ағалар,
Ҡыуышалар,әйләнешеп алалар;
Йәшәрәләр тау биттәре, далалар,
Шатланалар яҙ еткәнгә балалар.
Һаумыһығыҙ, балалар. Бер үҙем өлгөрә алмайым. Тиҙҙән йәй. Ә урман йәнлектәре уны ҡаршы алырға әҙер микән, шуны тикшерәм. Бөтәһе лә уянды микән, тундарын алмаштырҙылар микән?
Умырзая: Яҙһылыу! Ә мин һиңә ярҙамға сәскәләр килтерҙем. (Сәскә ҡалпаҡ кейгән балаларға күрһәтә).
Яҙ: Ярай бик һәйбәт булған. Әйҙәгеҙ әле, сәскәләр,һеҙҙе һынап ҡарайым, халҡыбыҙҙың һынамыштарын барлап ҡарайыҡ.
Яҙ: “Яҙ ҡуҙғалаҡ күп булһа
Сәскәләр: Ҡыш йылы килә”
Яҙ: “Ҡайын һуты мул булһа,
Сәскәләр: Йәй ямғырлы килә”
Яҙ: “Төтөн көйәнтәләп бөгөлһә
Сәскәләр: Көн йылына”
Яҙ: “Ҡарама олононан һут аҡһа
Сәскәләр: Яҙғы һалҡындар етә.
Яҙ: “Май айы һыуыҡ булһа
Сәскәләр: Иген уңа”
Яҙ: Ай, сәскәләр! Бигерәк күҙәтеүсән икәнһегеҙ. Ярҙамсыларым булырһығыҙ. Ә хәҙер үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ.
(Ынйы сәскәһе, Нәркәс. Үгәй инә үләне, Бәпембә)
Ынйы сәскәһе: Минең аҡ сәскәләрем менән тәүге бөжәктәр туҡлана. Мин һирәк үҫемлек һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгәнмен. (Слайд 1)
Аҡланда ла үҫәм мин,
Яланда ла үҫәм мин;
Ысыҡ менән йыуынам,
Ямғыр һыуын эсәм мин.
Таждарым ап- аҡ ҡына,
Таждарым ваҡ-ваҡ ҡына.
Бәпембә: Һары керпектәремде асам,
Ҡояш көлөп ҡараһа,
Тиҙ үк күҙҙәремде йомам,
Кисен донъя ҡарайһа.(Слайд2)
Нәркәс: Һары нәркәс
Ҙур үҫә
Ҡар һыуын
Эсә-эсә.(Слайд 3)
Яҙ: Бына яҙ сәскәләре менән дә таныштыҡ. Һеҙ барығыҙҙа бигерәк матурһығыҙ. Һеҙҙең матурлыҡтан көнләшеп, кеше ҡулдары һеҙҙе өҙә һәм күп тә үтмәй ташлай.
Умырзая: Балалар , урман йәнлектәрен дә саҡырып сығарайыҡ. Улар яҙҙы нисек ҡаршыланылар икән?
(Сәхнәгә Айыу, Төлкө, Тейен, Терпе килеп сыға)
Яҙ: Һаумыһығыҙ! Бер йыл буйы күрешмәнек. Ҡышты нисек үткәрҙегеҙ?
Терпе: Мин йоҡланым. Ябығып киткәнмен үҙем.
Тейен: Ә мин ҡышҡа аҙыҡты күп әҙерләгән инем. Асыҡманым. Хәҙер ҙә үҙемде һәйбәт тоям. Миңә һалҡын ҡыш булмаған да һымаҡ.
Төлкө : Ә мин асыҡтым. Һыуыҡ ҡышта мин сыҡандар менән генә туҡландым.
Айыу: Выжылдап елдәр һыҙғыра,
Елдәр ҡарҙы һеперә.
Ә айыу йылы өңөндә
Төшөндә яҙҙы күрә.
Яҙ: Ә хәҙер барығыҙҙы ла урман үҙешмәкәрлегенең концертында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
(Уҡыусылар тарафынан байрам концерты ҡуйыла. )