Исхакова Рамиля » 16 ноя 2017, 18:15
Экологик проблема - кешелектең иң мөһим проблемаларының береһе.Тәбиғәтте яратырға, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе нисек ойошторорға? XXI быуат балаларына тәбиғәт байлыҡтарының сикһеҙ түгел икәнен нисек аңлатырға? Бик ҙур проблема.
Кешелә экологик ғәҙәттәрҙе тәрбиәләү еңел эш түгел. Урамдарҙы таҙартып, тәртипкә килтергәндән һуң икенсе берәү сүпләп йәмһеҙләп китһә, ни эшләргә? Йылға, күл буйҙарына килгән балыҡсылар үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырыусылар менән нисек көрәшергә? Балаларҙы уйланылмаған эштәрҙән нисек туктатырға?
Миңә Исхаҡова Рәмиләнең фекере бик тә оҡшаны. Ысынлап та - экология проблемаһы кешелектең иң мөһим проблемаларының береһе булып бара.. Экологик тәрбиә бөтә ерҙә лә: ғаилә лә, балалр баҡсаһында ла, мәктәптә лә, эш урындарында ла алып барылырға тейеш. Был проблема дәүләт кимәлендә контролдә булып, проблеманы хәл итеүҙә беҙҙең һәр беребеҙ ситтән күҙәтеүсе ролен генә түгел, ә туранан- тура ҡатнашыусы булырға тейешлеге балаларҙың аңына һеңдерелергә тейеш. Шәхси өлгө, талап, закон, өгөт-нәсихәт, ниндәйҙер кимәлдә зыян килтереүселәргә ҡарата административ яуаплылыҡ, яза кеүек саралар сылбыры өҙөлмәһә, ыңғай һөҙөмтәләр булыр.
Уйламай эшләнгән эштәр һөҙөмтәһендә кеше үҙе яфа сигә түгелме?
Илебеҙҙең тәбиғәт байлыҡтарының ысын хужаһын тәрбиәләү- иң мөһим бурыстарҙың береһе.