Бакиева Роза » 16 ноя 2017, 15:02
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы
Муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
«31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
Баҡыева Роза Сәғиҙулла ҡыҙы,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
4 класс
Дәрестең темаһы: Дарыу үләндәре. Ф.Бәширова “ Үгәй инә япрағы” әкиәте.
Һорау, хәбәр һәм өндәү һөйләмдәрҙә интонация.
Маҡсат: һорау, хәбәр һәм өндәү һөйләмдәр тураһында алған белемдәрен системалаштырыу; уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу; уҡыусыларҙы тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәрен танып белергә, уларҙы ҡулланырға һәм һаҡларға өйрәтеү;
Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа, “Дарыу үләндәре” гербарийы, карточкалар.
Дәрестең этаптары
I.Ойоштороу.
Психологик атмосфера тыуҙырыу.
- Хәйерле көн, уҡыусылар, һаумыһығыҙ! Бер- беребеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ, бер-беребеҙгә яҡшы теләктә ҡалайыҡ. Дәресебеҙҙе шундай шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек.
1-се слайд.
Һау кешегә таң да атты,
Йылмайып ҡояш ҡалҡты.
Ер-әсәбеҙҙе сәләмләп,
Көләс нурҙарын һипте.
(Уҡыусылар уҡытыусы менән иҫәнләшәләр, бер-береһенә ҡарап йылмаялар.Тиҙәйткесте хор менән уҡыйҙар)
2.Артикуляцион күнегеү.
- Бөгөнгө дәрестә телмәребеҙ дөрөҫ, матур булһын өсөн телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.
2-се слайд.
ҒӘ ҒӨ ҒҮ
ҠӘ ҠӨ ҠҮ
ҢӘ ҢӨ ҢҮ
ҺӘ ҺӨ ҺҮ
ҘӘ ҘӨ ҘҮ
Артикуляцион күнегеүҙе үтәйҙёр.
II.Белемде актуалләштереү. Өйгә эште тикшереү.
III.Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
-Уҡыусылар, ә хәҙер иғтибар менән киләһе слайдтарға ҡарағыҙ. Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ, кем әйтә алыр?
3-сө слайд. ( Башҡортостан тәбиғәте тураһында слайдтар).
-Эйе, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур. Урман һәм болондарҙа төрлө ағастар, сәскәләр, үләндәр үҫә. Ә хәҙер ентекләберәк ҡарайыҡ әле, ниндәй үләндәр үҫә икән?
4-се слайд. ( Дарыу үләндәре тураһында слайдтар. Уҡыусылар слайдтарҙы ҡарайҙар, әңгәмәлә ҡатнашалар, дәрестең темаһын асыҡлайҙар)
-Былар ниндәй үләндәр? Кем был үләндәрҙе таный? Бер һүҙ менән беҙ был үләндәрҙе ниндәй үләндәр тип атайбыҙ? Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең лексик темаһы - дарыу үләндәре. Дәрестә беҙ тағы ла ниндәй дарыу үләндәре бар икәнлеген белербеҙ, улар менән яҡыныраҡ танышырбыҙ, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләшербеҙ. Артабан беҙгә дәрестең грамматик темаһын асыҡларға ҡала. Быға беҙгә киләһе һөйләмдәр ярҙам итәсәк.
-Былар ниндәй һөйләмдәр?
5-се слайд (Уҡыусылар һөйләмдәрҙе уҡый, тәржемә итә, төрөн билдәләй. )
Үҫемлектәрҙе аҙыҡ һәм кейем алыу өсөн файҙаланалар, ағастан йорт төҙөйҙәр.
Ә күп үләндәрҙең дарыу яһау өсөн ҡулланылыуын беләһеңме, уҡыусым?
Балалар, тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
-Афарин, уҡыусылар. Дәресебеҙҙең лексик темаһын да асыҡланыҡ. Бөгөнгө маҡсатыбыҙ – дарыу үләндәре, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләшеү, һорау, хәбәр һәм өндәү һөйләмдәр темаһын өйрәнеүҙе дауам итеү.
-Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны,дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
(Уҡыусылар дәфтәрҙәрендә числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуялар)
IV.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
1.Таҡталағы текст өҫтөндә эш.
-Уҡыусылар, тексты уҡығыҙ, таныш булмаған һүҙҙәрҙе табығыҙ. (Тексты сылбырлап уҡыйҙар, таныш булмаған һүҙҙәрҙе табып тәржемәһе менән һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар.
Һүҙлек эше.
беҙҙең яҡтарҙа – в наших краях
танырға – узнавать
ауырыуҙарҙы – болезни
кесерткән – крапива
юл япрағы – подорожник
әрем – полынь
мәтрүшкә – душица
йүкә сәскәһе – липовый цвет
Дарыу үләндәре.
Беҙҙең яҡтарҙа күп төрлө дарыу үләндәре үҫә. Дарыу үләндәрен танырға һәм йыйырға кәрәк. Уларҙы дөрөҫ файҙаланғанда күп ауырыуҙарҙы дауалап була. Дарыу үләндәренә кесерткән, юл япрағы, әрем, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе һәм башҡалар инә.
- Дарыу үләндәре беҙгә нисек ярҙам итә?
- Һеҙ үҙегеҙ ниндәй дарыу үләндәрен беләһегеҙ? (Уҡыусылар әңгәмәлә ҡатнаша)
2. Дарыу үләндәре менән танышыу.
- Шифалы үҫемлектәрҙе борон-борондан дарыу урынына файҙаланғандар. Беҙгә лә уларҙы белеү кәрәк. Ә хәҙер ниндәй үҫемлек ниндәй сиргә дауа булыуын ҡарап китәйек.
Слайдтарҙы ҡарайҙар, белешмәне уҡыйҙар, тәржемә итәләр.
(6-сы слайд).
Юл япрағы – дарыу үләне. Ул юл буйҙарында үҫә. Уның япраҡтары шифалы. Ул яраны тиҙ төҙәлтә.
Бәпембә – киң таралған үҫемлек.Ул баҡсаларҙа, болондарҙа, аҡландарҙа үҫә. Күптәр уны әрһеҙ ҡый үләне тип иҫәпләй. Әммә уның матурлығы ла, файҙаһы ла бар. Бәпембәнән төрлө дарыуҙар яһайҙар, салат та эшләргә була.
Йүкә сәскәһе бик файҙалы. Уны һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә файҙаланалар.
3.Ял итеү минуты.
- Арып киткәнһегеҙҙер, уҡыусылар. Ял итеп алайыҡ.
1) Әйҙәгеҙ әле тәүҙә күҙҙәребеҙҙе ял иттереп алайыҡ.
7-се слайд.
-Күҙҙәрегеҙ менән аҡ сәскәне, иң оҙон кишерҙе, матур умырзая сәскәһен һ.б. табығыҙ.
Уҡытыусының күрһәтмәләрен үтәйҙәр, музыка аҫтында бейеү хәрәкәттәре яһайҙар.
-Беҙ бейей ҙә беләбеҙ,
Беҙ йырлай ҙа беләбеҙ.
Бер улай, бер былай-
Беҙ бейейбеҙ ошолай.
Ҡулдар менән сәп-сәп,
Аяҡ менән топ-топ.
Бер улай, бер былай –
Беҙ бейебеҙ ошолай.
4.Дәреслек менән эш.
- Уҡыусылар, һәр дарыу үләненең үҙ исеме бар. Ә кем биргән һуң уларға ул исемде? Хәҙер уҡыясаҡ әкиәт шул һорауға яуап бирер тип уйлайым.
(Әкиәтте сылбырлап уҡыйҙар, һүҙлектәр ҡулланып тәржемә итәләр)
Һүҙлек эше.
үгәй инә япрағы – мать- и- мачеха
уҫал ҡатын – злая женщина
үгәй ҡыҙы - падчерица
бер ус - пучок
ҡәнәфер – гвоздика
сәй ҡурғашы – фольга
5.Грамматик тема өҫтөндә эш.
-Әкиәттән хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе табығыҙ, берәр миҫал күсереп яҙығыҙ.
(Уҡыусылар әңгәмәлә ҡатнаша. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр табып күсереп яҙалар, тикшерәләр)
V.Нығытыу.
6.Һаулыҡ тураһында мәҡәлдәр өҫтөндә эш.
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
Сәләмәт тәндә – сәләмәт аҡыл.
(Уҡыусылар мәҡәлдәрҙе тәржемә итәләр, әңгәмәлә ҡатнашалар)
VI.Эталон буйынса уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәрен тикшереүе. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ.
м…трүшкә үг...й инә үләне
кес…ртк…н …рем
юл япра…ы б…пемб…
(Уҡыусылар бирелгән эште үҙ аллы үтәйҙәр, һуңынан тикшерәләр)
VII. Рефлексик анализ. Йомғаҡлау. Баһалау.
-“Ҡыҙыл китап”ҡа юҡҡа сыға барыусы үҫемлектәр, йәнлек-хайуандар индерелгән. Тәбиғәттең матурлығы кешегә бәйле. Ул һаҡлауға мохтаж. Кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында ҡайһы саҡта кире ҡайтара алмаҫлыҡ бәләләр килә. Мәҫәлән, быйыл көндәр ҡоро тороу арҡаһында бик күп урындарҙа янғындар сыҡты. Урмандар янып, көл-күмергә әйләнде, унда йәшәүсе кейек-хайуандар,ҡош-ҡорттар һәләк булды. Был ҡазаларға тәбиғәт ҡоролоғо ғына түгел, кешеләрҙең ғәмһеҙлеге, тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәрҙең ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүе ғәйепле. Уҡыусылар, беҙҙе бар иткән, ашатҡан, эсергән, йәшәткән ер-һыуҙарыбыҙға, урман-тауҙарыбыҙға, донъяны ҡотҡарыр матурлыҡҡа ҡарата мәрхәмәтле булайыҡ.
-Бөгөн дәрестә ниндәй дарыу үләндәре менән таныштыҡ?
-Уларҙың кешегә файҙаһы нимәлә?
-Бөгөнгө дәрестә кем үҙенә “бишле” билдәһе ҡуя ала?
- Кемгә уҡытыусы ярҙамы кәрәк?
Өйгә эш биреү.
-Өй эше итеп карточкалар таратам, унда бирелгән эштәрҙе үтәп килегеҙ.