Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Лилия Калимуллина » 08 фев 2016, 20:30

Ҡҡ өн-хәрефенә тел шымартҡыс
Ҡуян менән Ҡыш бабай
Икеһелә аҡ ҡына.
Ҡурҡаҡ түгел Ҡыш бабай,
Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.(Ҡ.Даян)
Лилия Калимуллина
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 20:05

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:52

1. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙығыҙ.
(Вместо точек напишите нужные буквы)
Б…хет Ҡы…ғырау Д…рес
Халы… Мине… Б…ркөт
Һанду…ас Та…тамал Ям…ыр
Ҡымы… Әс…й А…бур

2. Һүҙҙәргә мәғәнәләре тап килгән сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.
(К данным существительным напишите прилагательные)

Тау, ер, һауа, тупраҡ, япраҡ, ялан, урман.


3. Һүҙҙәр өҫтәп, мәҡәлдәрҙе тултырып яҙығыҙ.
(Вставляя нужные слова, запишите пословицы)

Кәңәшле … тарҡалмаҫ.
Егет кешегә етмеш төрлө … ҙә аҙ.
Егет һүҙе … булыр.
… - көмөш яуған ерҙән, тыуып-үҫкән ил яҡшы.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:50

Миҫалда яҙылғанса төркөмлә.

Был нимә? Был эт.
Был кем? Был уҡыусы.

Малай, ҡыҙ, бесәй, ҡуян, осоусы, сысҡан, һатыусы, бала, айыу, ағай, тауыҡ, әтәс, игенсе, төҙөүсе.

Дөрөҫ һорау ҡуй.
Был нимә? Был кем?

Бабай, ҡалаҡ, һыйыр, ейән, өләсәй, ҡәләм, аҡбур, һарыҡ, ағай, ҡолон, апай, икмәк, сәй, бесәй.

Дөрөҫ яуап бир.
Был өҫтәлме? - Эйе, был өҫтәл.
Был тәҙрәме? –
Был китапмы? –
Был ручкамы? –
Был китапмы? –

Кире яуап бир.
Был уҡыусымы? – Юҡ, был уҡыусы түгел. Был уҡытыусы.
Был ишекме? –
Был бабаймы? –
Был егетме? –
Был ҡыҙыҡаймы? –
Был таҡтамы? –
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:46

Тиҙәйткестәр:
Ҙы-ҙы-ҙы – ҡаҙҙар йылғаға барҙы.
Ҙә-ҙә-ҙә - рәхәтләнеп эй йөҙә
Ҙы-ҙы-ҙы – ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
Да-да-да – ҡуян саба урманда,
Ды-ды-ды – иңләп-буйлап урманды.
Дә-дә-дә - барса бөжәк үләндә,

Ды-ды-ды – ҡуян күреп ҡыуанды.
Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,
Са-са-са – тыпырлап күңел аса,
Са-са-са – дәртләндерәм: “Их, ас-са!”
Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

Йо – йоҡларға, йомшартырға;
Йы – йырларға, йыуынырға;
Йү – йүгерергә, йүткеререгә;
Йә - йәшәргә, йәмләргә;
Йө - йөрөргә, йөҙөргә;
Йе – бейергә, кейенергә.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:45

Тиҙәйтәкестәр:
Бүрәнәгә баҫты бүҙәнә,
Бүҙәнәне баҫты бүрәнә.
Ғәйеп бүҙәнәлә лә бар,
Бүрәнәлә лә бар.

Ға-ға-ға - әйҙә киттек урманға,
Шә-шә-шә - урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле,
Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге.
Ҙа-ҙа-ҙа – ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:45

Тиҙәйткестәр:
Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,
Бында еләк бар-бар-бар,
Тик яланы тар-тар-тар,
Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.


Рә-рә-рә - урман буйлап йүгерә,
Ра-ра-ра – ҡулын болғап саҡыра.
Рө-рө-рө - япраҡ ярған бөрө,
Рө-рө-рө - урманда тыныс йөрө.
Алланған алма аша,
Балдары тама-тама.
Аша алһыу алманы,
Балына мана-мана.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:40

Сифат:
к3лө



1ҙәм

Ҡылым:
40а
т10а
100ә
ки1
һ2рә

Исем:
100өм
Т10
Һ2
5ек
5мәт
100өк
к3өк

Кеше исемдәре:
Гөл100өм

Х3нөтдин

Х3әйен

Х3нулла
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:37

Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айырып яҙ.
1) (Ҡ,ҡ)ала; 2) (Ө,ө)фө; 3) (Б,б)ала; 4) (С,с)әлимә; 5) (Ө,ө)ршәк; 6) (И,и)рәндек; 7) (Һ,һ)ыйыр; 8) (Н,н)оғоманов; 9) (М,м)әтрүшкә; 10) (Ҡ,ҡ)айын; 11) (Ы,ы)рымбур; 12) (Р,р)әсәй; 13) (И,и)л.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:35

Урал – башҡорт иле.
Урал - башҡорт иле. Урал ҡуйынында ҡиммәтле хазина… йәшеренгән.
Башҡортостанда ҡалын урман…, йылға…, күл… бик күп. Урмандары кейек-ҡоштарға бай. Урал тауҙарында ҡурай үҫә. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ул.
Башҡорт… башҡа халыҡ… менән дуҫ йәшәй.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 28 дек 2015, 04:35

Салауат Юлаевтың бала сағы.
Салауат бала саҡтан любознательный була. Ул цветы йыйырға, ҡоштар моңон слушать ярата. Природе бағышлап шиғырҙар сығара. Уҡырға уны мама учит. Салауат в три года атҡа ултыра. Ә ун ике йәштә медведь ала.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 3