Ильмухаметов А.Г. » 26 окт 2015, 08:37
Бөгөнгө көндә яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары заманса дәрестәргә дөйөм талаптар билдәләй:
• яҡшы йыһазландырылған кабинетта ойошторолған яҡшы дәрес һәйбәт башланып һәйбәт тамамланырға тейеш;
• уҡытыусы дәрестең темаһын, маҡсатын, бурыстарын аныҡ формалаштырып, үҙенең дә уҡыусыларының да эшмәкәрлеген планлаштырырға тейеш;
• дәрес ниндәй ҙә булһа проблеманы хәл итеүгә ҡоролған һәм үҫтерешле булырға тейеш: уҡытыусы үҙе лә уҡыусылар менән хеҙмәттәшлеккә ынтыла һәм уҡыусыларҙы ла уҡытыусы һәм класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтә белә;
• уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуациялары ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә;
• уҡыусылар үҙҙәре һығымта яһайҙар;
• дәрес ижади мөхиттә үтә;
• ваҡытты һәм һаулыҡты һаҡлау;
• иғтибар үҙәгендә - уҡыусылар;
• уҡыусыларҙың белем кимәлен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эш материалы һайлана;
• уҡыусыларҙың психофизиологик, индивидуаль, кластың профиль үҙенсәлектәрен, кәйеф-тороштарын иҫәпкә алырға;
• уҡытыусының үҙ методик оҫталығын күрһәтә, файҙалана белеүе;
• кире бәйләнеш булдырыу;
• дәрес ыңғай психологик мөхиттә үтергә тейеш.
Яңы шарттарҙа уҡытыусы түбәндәге педагогик техника принциптарына таянып эшләргә тейеш:
• һайлау ирке (белем биреүсе йәки етәксе эшмәкәрлектә уҡыусыға һайлау хоҡуғы бирелә);
• асыҡлыҡ (белем биреп кенә ҡалмай, уның сиктәрен дә күрһәтергә, уҡыусыны сиселеше өйрәнелеүсе курс сиктәренә сыҡҡан проблемалар алдына ҡуйыу);
• эшмәкәрлек (уҡыусылар тарафынан белемдәрҙе эшмәкәрлек формаһында үҙләштереүе, уҡыусы үҙ белемдәрен ҡуллана, файҙалана белергә тейеш);
• идеаллыҡ (эшмәкәрлектең юғары һөҙөмтәлелеге, уҡыусыларҙың үҙ мөмкинлектәрен, белемдәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын максималь файҙаланыу);
• кире бәйләнеш (белем биреү процесын үҫешкән кире бәйләнеш ысулдар системаһы ярҙамында контролдә тотоу).