4-се дәрес
К.Тәңреҡолов “Дүрт миҙгел”.
Маҡсат: 1. Йыл миҙгелдәре тураһында алған белемдәрен тәрәнәйтеү.
2.Шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу, тасуири уҡыу өҫтөндә эште дауам итеү.
3. Күрһәтеү алмаштары темаһын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләргә өйрәтеү. Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. Тема буыйнса бер-берһенә һорауҙар биреү, бер-береһе менән әңгәмәләшеү. Һүрәттәр менән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү. Үҙҙәренең эшен тикшереү. Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Һүҙлек диктанты яҙыу.
Күрһәтеү алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Таң менән уян да
Болонға йүгереп сыҡ.
Ҡаршылар йымылдап
Шул саҡ шат ысыҡ.
(Р.Ниғмәтуллин).
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 16-сы күнегеү.
2. Һүҙлек диктантты яҙҙырыу.
Һауа, көҙ, ҡояш, ағас, япраҡ, үлән, ҡоштар, ҡыш, ҡар, боҙ, саңғы, сана, һыуыҡ, һырғалаҡ, яҙ, тамсы, гөрләүек, бөрө, оя, сыйырсыҡ, ямғыр, йәшен, ялағай, йәй, еләк, йәшелсә, эҫе, йондоҙ, болот, ел, дауыл.
3. Һүҙҙәр экранда сыға, уҡыусылар үҙҙәренең эшен үҙҙәре тикшереү баһалайҙар.
4. Критерийҙар:
4) Хатаһыҙ йә бер хата “5”;
5) 2-3 хата “4” билдәһе;
6) 4-6 хата “3” билдәһе.
5. 17-се күнегеү. “Көҙ-рәссам” тексын тасуири уҡыу һәм эш төрҙәрен башҡарыу.
6. 18-се күнегеү. Эш төрө: Һеҙҙе уратып алған тәбиғәт тураһында әңгәмә ҡороғоҙ. Уҡытыусы уҡыусыларға эш төрөн башҡарыр өсөн, һүрәттәр, терәк һүҙҙәрҙе экран аша күрһәтә. Уҡыусылар бер-береһе менән аралашыу, бер-береһенә һорауҙар биреүҙе ойоштороу.
7. Уҡытыусы уҡыусыларҙы “Дүрт ҡыҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереүгә әҙерләй:
1) Уҡыусылар, йылдың миҙгелдәрен һанап сығыу;
2) Һәр миҙгелдең айҙарын һанап сығыу.
3) Һәр миҙгел тураһында шиғыр юлдарын уҡыу;
4) һәр йыл миҙгеленең яҡынса үҙенсәлектәрен билдәләү;
5) Уҡытыусы уҡыусыларға дүрт миҙгел тураһында уҡыусыларҙың фекерҙәрен йомғаҡлай һәм шиғырҙың темаһын һәм унда нимәләр хаҡында яҙылыуын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
IV. Яңы теманы үҙләштереү.
1. “Дүрт ҡыҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәре:
а) һүҙлек өҫтөндә эшләү;
б) уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы;
в) уҡыусыларҙың үҙаллыу уҡыуы;
г) шиғырҙы тусуири итеп уҡыусыларҙың уҡыуы;
д) бирем буйынса эш төрҙәрен башҡарыу;
е) шиғыр буйынса һәр миҙгел нимә эшләй?
ж) шиғырҙы тасуири уҡыу.
2. 20-се күнегеү.
3. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
4. Дәреслектәге һүҙлек һүҙҙәр менән эш (рамка эсендәге һүҙҙәр):
1) болот, йыһан, уңыш, бәхәс;
2) һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, һүҙлек менән эш;
3) һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр уйлау.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. К.Тәңреҡолов “Дүрт миҙгел” шиғырын тасуири уҡырға.
2. Шиғырҙы ятларға.