Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:13

7-се дәрес
Минең көн режимым. Ҡылым.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың тема буйынса һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.
2. Яңы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү.
3. Ҡылым темаһын нығытыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусылар үҙҙәренең көн режимы тураһында һөйләү, бер-береһе менән фекер алышыу. Ваҡытты рациональ файҙалана белеү тураһында һөйләшеү. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы, бер-береһе менән диалогка инеү һәм һорауҙарға яуап биреү. Һүҙлек, өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү. Ижади характерҙағы эш төрҙәрен башҡарыу.
Грамматика буйынса ҡылым темаһын ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. Бөгөнгө һауа торошо тураһында әнгәмә ҡороу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. “Көҙ” темаһы тураһында белемдәрен арттырыу йәһәтенән шиғыр өҫтөндә эш үткәреү:
Сыбар балаҫтай
Аҡлан өҫтәре,
Анҡымай хәҙер
Сәскә еҫтәре.
Йәй йәмле булһа,
Емеше менән,
Ә көҙ бик матур
Унышы менән.
(С.Муллабаев)
2.Төркөмдә эш: “Көҙ” темаһы буйынса ҡайһы төркөм күберәк һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп төҙөүҙәренә өлгәшеү.
2. 26-сы күнегеү. Исемдәрҙен килеш менән үҙгәрешен ҡабатлау һәм һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибенә иғтибар итеү.
3. 27-28-се күнегеүҙәр буйынса эшмәкәрлек. Был күнегеүҙәр аша лексик һәм грамматик теманы билдәләү.
III. Яңы тема.
1. 31-се күнегеү. “Минең көн режимым” тексы буйынса уҡыусыларҙын көн режимы буйынса фекер алышыу. Көн режимын һаҡлау, уҡыусыларға үҙҙәренең һаулығын һаҡлау һәм үҙ эштәрен дөрөҫ планлаштыррға ярҙам итәсәк итеүен аңлатырға кәрәк.
2. 33-сө биттәге “Ҡылым” темаһын нығытыу күҙлегенән сығып, ҡағиҙәне уҡыу һәм миҫалдар ярҙамында нығытыу.
IV. Яны теманы нығытыу.
1. Үҙ көн режимы буйынса фекер алышыуҙы дауам итеп, 32-се күнегеүҙе башҡарыу. Уҡыусыларға бәйләнешле текст төҙөргә ярҙам итеү. Уларға бер-береһенә һорауҙар бирергә һәм дөрөҫ яуап бирергә өйрәтеү өҫтөндә эшмәкәрлекте дауам итеү.
2. Бындай эш төрөн дауам иттереп, 33-сө күнегеүҙе башҡарыу. Уҡыусылар ҡуйылған һорауға тулы һәм дөрөҫ итеп яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү.
3. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәре башҡарыу.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
Уҡыусыларҙын бер-берһенен эштәрен һәм уҡытыусынын баһалауы.
VI. Өйгә эш: 1. “Көҙ” темаһына 2 һөйләм яҙырға.
2.“Көҙ” темаһына 4 һөйләм яҙырға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:12

6-сы дәрес
Башҡортостан йылғалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙын яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү.
1. Янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрен айыра белеү һәм дөрөҫ яҙыу.
2. Республикабыҙҙын йылға исемдәрен белеү һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусылар үҙҙәре йәшәгән ҡала, райондарҙа, йәй көнө ял иткән ерҙәрҙә ниндәй йылғалар ағыуын, күлдәр булыуы тураһында әңгәмә ойоштороу. Башҡортостан картаһы ярҙамында республикалағы иң ҙур йылға, күлдәрҙе билдәләү.Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Проект эше ҡора белеү, башҡорт телендә презентацион материалдар менән эшләү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын ҡабатлау, нығытыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Бер-ике эйеләйек!
Бер-ике үҫәйек!
Бер – ике теҙелешеп
Түнәрәктән үтәйек!
(А.Йәғәфәрова)
1. Өй эшен тикшереү.
II. Теманы актуалләштереү.
1. 24-се күнегеү. Йылға, тау, район, ҡалалар атамаларынан торған һүҙҙәрҙе тасуири уҡыу.
Һығымта: ниндәй һүҙҙәр һәм нисек яҙылыуы тураһында уҡыусыларҙын һығымта эшләтеү.
III. Яны тема.
1. 24-се күнегеүҙән сығып, дәрестен грамматик һәм лексик темаһын, маҡсаттарын билдәләү. 30-сы биттәге ҡағиҙә ярҙамында теманы нығытыу.
2. 1) Уҡыусыларҙын үҙҙәре йәшәгән ҡала, райондарҙа, йәй көнө ял иткән ерҙәрҙә ниндәй йылғалар ағыуын, күлдәр булыуы тураһында әңгәмә ойоштороу.
1) Карта ярҙамында республикалағы иң ҙур йылға, күлдәрҙе билдәләү.
IV. Теманы нығытыу.
1. 29-сы күнегеү. “Башҡортостан йылғалары” тексын уҡыу һәм биремдәр буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
2. 29-сы күнегеүҙең һуңғы абзацын дауам итеү тәҡдим ителә, парҙар менән эш ойошторорға мөмкин. Иң яҡшы яҙылған парҙарҙын эшен уҡып ишеттереү.
3. 30-сы күнегеү –яҙма.
Экранда уҡытыусы тарафынан дөрөҫ вариант бирелә, ә уҡыусылар бер- береһенең эшен тикшереп баһалайҙар.
4. Эш дәфтәре буйынса эш.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
1. Уҡыусылар үҙ эшмәкәрлеген баһалауы;
2. Уҡытыусынын баһалауы.
VI. Өйгә эш:
1) 25.1.-се күнегеү;
2) 25.2. –се күнегеү;
3) 26-сы күнегеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:11

4-5 -се дәрестәр
Беҙҙең ғаилә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. “Ғаилә” темаһы буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
2. Бер-беренә иғтибарлы, ярҙамсыл булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләү. Туғанлыҡ төшөнсәләрен дөрөҫ әйтә белеү һәм үҙҙәренең телмәрендә ҡулланыу. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-берһе менән диалогка инеү, тема буйынса һорауҙарға яуап биреү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Ҡырҙар буш ҡала.
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡай саҡ була?
(Ғ.Туҡай)
II. Өй эшен тикшереү.
1. Һынамыш, һөйләмдәр уҡыу, һүрәттәрҙе баһалау.
2. 8-9-сы күнегеүҙәр буйынса эшмәкәрлек.
Был күнегеүҙәр аша уҡыусылар юл хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштерә һәм был турала башҡорт телендә һөйләргә өйрәнеү төп маҡсаттарҙын береһе.
III. Теманы актуалләштереү.
1. 10-сы күнегеү буйынса эш. Ғаилә ағзалары менән танышып сыҡҡандан һуң, уҡыусылар менән “Ғаилә” темаһы буйынса әңгәмә ойоштороу.
IV. Яны тема.
1. 12-13- сө күнегеүҙәр.
2. Эш дәфтәре буйынса эш.
V.Теманы нығытыу.
1. 17-21- сө күнегеүҙәр.
22-се күнегеү “Минең ғаиләм” темаһы буйынса проект эш ойоштороу.
Был эш төрөн уҡыусыларҙын һәр береһе эшләй ала, йә төркөм менән ойошторорға ла мөмкин.
Кластын мөмкинлегенән сығып, эш төрҙәре ойошторола.
2. Эш дәфтәре менән эш.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
1) Уҡыусыларҙын бер-береһенең эшен баһалау;
2) Уҡытыусынын уҡыусыларҙың эшен баһалау.
I. Өйгә эш:
1) 14-се күнегеү. Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын тасуири уҡыу;
2) 15-се күнегеү, мәҡәлдәр өҫтәп яҙыу;
3) Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын ятларға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:10

3-сө дәрес
Алтын көҙ. Һүҙлек менән эш.
Маҡсат: 1. Башҡортостан тәбиғәтендәге үҙгәрештәрҙе күҙәтергә өйрәтеү.
2. Туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
3. Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен урынлаштырыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. “Алтын көҙ” темаһы буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Көҙ, уның билдәләре тураһында һөйләү. Көҙ айҙарының үҙенсәлектәре, көҙгө эштәр тураһында һөйләшеү. Өҫтәлмә материалдар, сығанаҡтар менән эшләү. Кәрәкле һәм кәрәкле булмаған материалдарҙы һайлап ала белеү.
Һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен үҙләштереү һәм һүҙлек менән эшләү.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. Бөгөнгө һауа торошо тураһында әңгәмә.
II. Б.Байымдын “Йәйем” шиғыры өҫтөндә эшләү:
Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым
Йәйҙең нисек үткәнен.
Әле генә үтһә лә йәй
Мин яңыһын көтәмен.

Йәшел йәйем, һин үҙең бит
Йәмдәрҙен дә иң йәме.
Киләһе йыл ашығып кил,
Оҙаҡҡа кил һин, йәме.
1) һүҙлек эше (тәржемә өсөн һүҙҙәр) : һиҙмәй, әле генә, көтөү, йәмле, ашығыу, оҙаҡ.
2) текстын йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш алымдары.
3) Һығымта: шиғырҙын йөкмәткеһе менән таныштырғандан һуң, уҡыусылар менән көҙ темаһы тураһында әңгәмә үткәреү.
III. Яны тема.
1. 11-се күнегеү. В.Гудковтын “Осень. – Көҙ көнө” тексы йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Һүҙлек өҫтөндә эш;
2) Текст рус телендә яҙылған булыуын иҫәпкә алып, тексты уҡыусылар үҙаллы уҡыйҙар;
3) Тәржемә өҫтөндә эш.
Текст рус телендә яҙылған, әҫәрҙен йөкмәткеһен үҙләштереү өсөн һүҙлек ярҙамында ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итергә кәрәк. Һорауҙар ярҙамында текстын йөкмәткеһен башҡорт телендә һөйләү һәм көҙ билдәләрен билдәләү.
IV. Теманы нығытыу.
1. Эш дәфтәре буйынса эш.
2. 16-сы күнегеү буйынса эш.
Төркөмдә эш ойоштороу. Уҡытыусы экранға һүҙҙәрҙе яҙа һәм уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшереү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш:
1. Көҙ темаһы буйынса 2 һынамыш һайлап яҙырға.
2. Көҙ үҙенсәлектәрен сағылдырған һүрәт төшөрөү.
3. “Көҙ” темаһы буйынса өс һөйләм уйлап яҙырға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:10

2-се дәреес
Минең мәктәбем. Исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше.
Маҡсат: 1.Уҡыусыларҙын үҙе, мәктәп, дуҫтары тураһында һөйләй белеүенә өлгәшеү.
2. “Күплектәге исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше” темаһын нығытыу.
3. Һөйләм, һүҙбәйләнештәр төҙөгәндә исемдәрҙең килеш ляғауҙарын дөрөҫ ҡулланыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙенең класташтары, мәктәбе тураһында һөйләүҙәре. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-берһе менән диалогка инеү һәм һорауҙарға яуап биреү. Һүҙлек ярҙамында тәржемә өҫтөндә эшләү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса исемдәрҙе килеш менән үҙгәртә белеү һәм килеш формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Минең илемдә
Йылғалар, күлдәр,
Матур баҡсалар,
Хуш еҫле гөлдәр.
Минең илемдә
Сикһеҙ урмандар,
Алтын көмөшлө
Бик күп ҙур тауҙар.
(Х.Кәрим)
II. Белемде актуалләштереү.
Һығымта: шиғырҙы тасуири уҡыу, Башҡортостан Республикаһынын тәбиғәте, уның байлығы тураһында әнгәмә ойоштороу, исемдәрҙен күплек ялғауҙары темаһын ҡабатлау.
1. Экрандағы ике бағанала һүҙҙәрҙе уҡыу һәм һығымта эшләү.
Етте, көҙ, алтын Алтын көҙ етте.
Һары, ҡойола, япраҡтар Ағастарҙан һары япраҡтар ҡойола
ағастарҙан
Һығымта: тәүге бағаналағы һүҙҙәрҙе ниңә һөйләм тип әйтеп булмағанына уҡыусыларҙан әйттереү, һөйләмдәрҙе күсереп яҙҙырыу.
2. 3-сө күнегеүҙе.
Һығымта: Һөнәр кешеләренең нимә эшләүе тураһында һөйләмдәр уҡығандан һуң, уҡытыусы уҡыусыларҙы уҡыта һөйләме аша яны темаға күсеү.
III. Яңы тема:
1. Мәктәп, уҡыусылар тураһында инеш әнгәмә.
2. 2.1.,2.2. – се күнегеүҙәр өҫтөндә эшмәкәрлек.
3. Текст йөкмәткеһен үҙләштергәндән һун, уҡыусылар үҙҙәренен мәктәбе һәм күрһәтелгән ваҡытта ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында әнгәмә ойоштороу.
4. 7-се күнегеү.
5. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәре.
IV. Рефлексив анализ.Баһалау.
V. Өйгә эш: 1. Һөнәр атамаларын яҙыу.
2.Һөнәр тамалары менән ике һөйләм уйлап яҙыу.
3. Бер һөнәр тураһында яҙыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:09

1-се дәрес
Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Маҡсат: 1. “Берлектәге исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше” темаһын нығытыу.
2. Һөйләм, һүҙбәйләнештәр төҙөгәндә исемдәрҙең килеш ялғауын дөрөҫ ҡулланыу.
3. Уҡыусыларҙын үҙе тураһында һөйләү белеүенә өлгәшеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙе, үҙенең ғаиләһе, көн режимы тураһында һөйләүҙәре. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-береһе менән диалогка инеү һәм һорауҙарға яуап биреү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса исемдәрҙе килеш менән үҙгәртеү һәм килеш формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленен үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
1. Өй эшен тикшереү маҡсатынан дәфтәрҙәрҙе йыйып алыу.
2. 1-се күнегеү.
II. Белемде актуалләштереү.
1) Уҡытыусы менән уҡыусынын диалогы:
– Юлиә, һин бөгөн нисәлә торҙон?
- ...
- Фәниә, һин иртәнсәк күпме ваҡыт физкультура яһаның?
- -...
- Рима, һин иртәнге ашты нисәлә һәм нимә ашаның?

III. Яңы теманы анлатыу.
1) Экранда яҙылған һүҙҙәрҙе күплектә яҙыу эше тәҡдим ителә.
2) Бер һүҙҙе айырып алып, унын мәғәнәһе, ул һүҙ менән һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр уйлау өҫтөндә эш.
3) Ул һүҙ менән бер-нисә һөйләмде яҙыу һәм айырым иғтибар һүҙҙең үҙгәрешен күҙәтеү.
4) Һығымта: уҡыусыларҙы яны теманы (исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше) билдәләүгә алып килеү.
5) 23-сө биттәге ҡағиҙәне уҡыу һәм теманы нығытыу.
IV. Яны теманы нығытыу.
1) 6, 5-се күнегеүҙәр өҫтөндә эшмәкәрлек.
2) Эш дәфтәрендә эш.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1) 4-се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡырға;
3) Шиғырҙын тәүге строфаһын ятларға;
4) Шиғырҙы тулыһынса ятларға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:07

ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА
(11 сәғәт)
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса уҡыусыларҙың үҙҙәре тураһында һөйләй белеүҙәре, уларҙы үҙ фекерҙәрен иркен еткерә алырға өйрәтеү, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу һәм ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланыуҙарына ирешеү төп иғтибар үҙәгендә тора. Аралашыуҙа этикет ҡағиҙәләрен һаҡлай белеү, уларҙы урынлы ҡулланыу. Тәҡдим ителгән материалдар буйынса бер-береһе менән фекер алышыу, үҙ фекерененең дөрөҫлөгөн дәлилләй алыуҙары, бәхәс ҡора белеүҙәре.
Был блокта тәҡдим ителгән текстар буйынса фекер алышыу, текста күтәрелгән проблеманы хәл итеү өсөн төркөмдәр, парҙар ҙа эшләү. Уларҙы үҙ аллы белем алырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың грамматика буйынса үҙләштергән материалдарҙы үҙ телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу, диалогтар төҙөй белеүгә ҙур әһәмиәт бирелә.
Лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……….1 сәғәт
2. Минең мәктәбем. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……….1 сәғәт
3. Алтын көҙ. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……………….1 сәғәт
4. Беҙҙең ғаилә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. ……………..2 сәғәт
5. Башҡортостан йылғалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр..1 сәғәт
6. Минең көн режимым. Ҡылым……………………………………1 сәғәт
7. Й.Солтанов. Башҡортостан флагы. Сифат………………………1 сәғәт
8. Артурҙың бер көнө. Зат алмаштары. ……………………………1 сәғәт
9. Минең шәжәрәм. Эйәлек алмаштары……………………………1 сәғәт
10. Контроль диктант……………………………………………1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:05

7-се дәрес
Экскурсия “Беҙҙен яҡтарҙа көҙ”.
Маҡсат: 1. Тыуған яҡҡа, тыуған төбәккә һөйөү тәрбиәләү.
2.Тыуған яҡ күренештәре аша көҙ билдәләрен табырға өйрәтеү.
3.Күргән, белгән, ишеткәнде теркәп барыу һәм һуңынан телмәрҙә ҡулланыу.

Дәрес барышы
1. Дәрес маҡсатын әйтеп, экскурсияға әҙерләнеү. Класс менән тәбиғәткә юлланыу.
2. Төп өлөш. Уҡыусыларҙын иғтибарын тирә-яҡҡа йүнәлтеү. Тау битләүе, ундағы ағастар, ҡыуаҡтар, үләндәр, йылға буйы. Унын күренеше. Баҫыу., ундағы үҙгәрештәр. Болондағы төҫтәр балҡышы. Уҡытыусынын һәр күренеште уҡыусыларҙын үҙҙәренән билдәләтергә ынтылыуы. Төрлө ағас япраҡтарынан, үләндәрҙән гөлләмәләр йыйыҙырыу. Кемден гөлләмәһе ин матуры? Тигән конкурс үткәреү. Тәбиғәт ҡосағында төрлө уйындар уйнатыу.
3. Дәресте йомғаҡлау. Күргәндәрҙе яңынан и:кә төшөрөү.

8-се дәрес
Изложение яҙыу.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү һәм баһалау.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле.
2. Дәрестен маҡсаты менән таныштырыу.
3. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратыу.
4. Дәфтәргә число, текстын атамаһын (йыйынтыҡтың 23-сө бите “Юлбарыҫ менән төлкө”), изложение һүҙен яҙыу.
5. Һүҙлек эше: урман төпкөлө, шырлыҡ, тәрән йырын, сенләп илау, йылғыр, һоҡланыу, ҡолап төшөү.
6. Инеш әнгәмә. Текст йөкмәткеһен үҙләштерүҙе еңелләштереү маҡсатынан сығып, әңгәмә үткәреү.
7. Тексты тәүге ҡат уҡыу.
8. Текст йөкмәткеһен ҡабул итеүҙе тикшереү.
9. Һүҙлек эше: ваҡыт, юлбарыҫ, йырын, йылғыр.
10. Текстын йөкмәткеһе өҫтөндә эш. (һорауҙар алдан таҡтаға яҙыла.):
11. 1) Төлкөгә юлбарыҫ ҡасан тап була?
2)Төлкө ниңә илай?
3) Юлбарыҫ төлкө алдында нисек маҡтанырға уйлай?
4) Юлбарыҫ нимә эшләй?
5) Төлкө нимә ти?
12. План төҙөү.
13. Һорауҙар буйынса йөкмәткене һөйләү.
14. Тексты ҡабатлап уҡыу.
15. Тексты яҙыу.
16. Дәресте йомғаҡлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:04

5-6-сы дәрестәр
Беҙҙен мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Маҡсат: 1. Мәктәп тормошона ҡағылышлы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе актив һүҙлек запасына индереү.
2. Мәктәп темаһына ҡағылышлы текстар менән танышыу, уларҙын йөкмәткеһен үҙләштереү.
3. Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен урынлаштырыу, үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Беҙҙең мәктәп” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. “Мәктәп” темаһы буйынса текстар уҡыу. Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшләү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Индивидуаль эш төрҙәре башҡарыу. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе темаһын нығытыу һәм уны ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1) 20-се күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
2) Мәктәптәр матур биҙәлгән,
Мәктәптәр ишеге асыҡ.
Балалар уҡырға бара,
Шатланып, дәртле баҫып.
(Р.Ниғмәти)
II. Белемде актуалләштереү.
1. 23-сө күнегеү өҫтөндә эш. Һүрәт буйынса һөйләмдәр уйлап яҙыу. Уҡыусыларҙын иғтибарын һөйләмдә һүҙҙәр тәртибенә йүнәлдереү.
2. 24-25-се күнегеү өҫтөндә эш.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Һығымта: уҡыусыларҙын бер-береһе һәм уҡытыусы менән компьютерҙын ыңғай һәм кире яҡтары буйынса фекер алышыуы.
3.26-27 -се күнегеү.
Һығымта: һөнәр эйәләре кешеләренең нимәләр менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләү, тәржемә өҫтөндә эш.
III. Яны тема.
1. 22-се күнгеү.
Р.Солтангәрәевтың “Шағир” тексы өҫтөндә эш.
1) текстын йөкмәткеһен үҙләштереү;
2) яны һүҙҙәрҙе үҙләштереү;
3) текст буйынса һорауҙарға яуап биреү;
4) текстын төп фекерен билдәләү;
5) терәк һүҙҙәр ярҙамында шағир, матур көн, ямғыр, кешеләр, йәшеренергә урын, бала, күтәреп алды, ышыҡ, Өфө ҡалаһы, хат, Мостай Кәрим текстын йөкмәткеһен һөйләү.
2. 28-32-се күнегеүҙәр өҫтөндә эшмәкәрлек.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өй эше:
1. С.Әлибаевтың “Яҡшы!” шиғырын тасуири уҡыу;
2. “Уҡыусылар” шиғырын тасуири уҡыу.
3. Шиғырҙы ятларға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 фев 2016, 14:03

4-5 -се дәрестәр
Беҙҙең ғаилә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. “Ғаилә” темаһы буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
2. Бер-беренә иғтибарлы, ярҙамсыл булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләү. Туғанлыҡ төшөнсәләрен дөрөҫ әйтә белеү һәм үҙҙәренең телмәрендә ҡулланыу. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-берһе менән диалогка инеү, тема буйынса һорауҙарға яуап биреү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Ҡырҙар буш ҡала.
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡай саҡ була?
(Ғ.Туҡай)
II. Өй эшен тикшереү.
1. Һынамыш, һөйләмдәр уҡыу, һүрәттәрҙе баһалау.
2. 8-9-сы күнегеүҙәр буйынса эшмәкәрлек.
Был күнегеүҙәр аша уҡыусылар юл хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштерә һәм был турала башҡорт телендә һөйләргә өйрәнеү төп маҡсаттарҙын береһе.
III. Теманы актуалләштереү.
1. 10-сы күнегеү буйынса эш. Ғаилә ағзалары менән танышып сыҡҡандан һуң, уҡыусылар менән “Ғаилә” темаһы буйынса әңгәмә ойоштороу.
IV. Яны тема.
1. 12-13- сө күнегеүҙәр.
2. Эш дәфтәре буйынса эш.
V.Теманы нығытыу.
1. 17-21- сө күнегеүҙәр.
22-се күнегеү “Минең ғаиләм” темаһы буйынса проект эш ойоштороу.
Был эш төрөн уҡыусыларҙын һәр береһе эшләй ала, йә төркөм менән ойошторорға ла мөмкин.
Кластын мөмкинлегенән сығып, эш төрҙәре ойошторола.
2. Эш дәфтәре менән эш.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
1) Уҡыусыларҙын бер-береһенең эшен баһалау;
2) Уҡытыусынын уҡыусыларҙың эшен баһалау.
I. Өйгә эш:
1) 14-се күнегеү. Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын тасуири уҡыу;
2) 15-се күнегеү, мәҡәлдәр өҫтәп яҙыу;
3) Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын ятларға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron