Габитова З.Г. » 15 фев 2016, 08:29
Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Һеҙ 1 февралдән 10-сы февралгә тиклем уҙғарылған «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» курс тураһында үҙ тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашҡанһығыҙ. Йыйып әйткәндә, уҙғарылған курс тураһында ыңғай фекерҙәһегеҙ: барығыҙҙа тыңлаған лекция, уҙғарылған практик эштәр, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар һәм уҡытыусыларыбыҙҙың оҫталыҡ кластарының юғары кимәлдә , бик файҙалы, фәһемле булыуы тураһында яҙғанһығыҙ. Эйе, хөрмәтле туған тел уҡытыусылары, һәр курста үҙебеҙҙең кафедраның доценнттары- Габитова З.М., Ильмухаметов А.Г., Рахматуллина З.А., Саньяров Ф.Б. тарафынан уҡылған лекция һәм башҡарылған практик эштәренән тыш, республикабыҙҙың алдынғы уҡытыусыларыбыҙ оҫталыҡ кластары үткәрә, дәрестәр бирәләр. Яҙыусылар, баш мөхәррирҙәр, редакция вәкилдәре менән осрашыуҙар матур бер традицияға әйләнде. Шулай уҡ курс сиктәрендә Һеҙҙең үҙегеҙгә лә эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыу мөмкинлеге булдырабыҙ.
1 февралдән 10-сы февралгә тиклем уҙғарылған «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» курстарҙа Һеҙҙең өсөн оҫталыҡ класын Өфө райыны Шамонино мәктәбе уҡытыусыһы Ҡаһарманова Зөлфиә Габитовна, Благовар районы Иҫке Күсәрбай мәктәбе уҡытыусыһы Әхмәтшина Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 71-се мәктәп уҡытыусыһы Шәрәфетдинов Фәнис Фазулла улы, Дүртөйлө районы уҡытыусыһы Закирова Гүзәлиә Ураловна тәҡдим итте. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы һәм журналдың редколлегия хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, Лариса Абдуллина, Айгиз Баймөхәмәтов, Зарема Багишаева, Олеся Әхмәт-Рәхимовалар менән иҫтәлекле осрашыуҙар уҡытыусылар күңеленә хуш килде. Киләһе курстарға Һеҙеҙ көтөп ҡалабыҙ.
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы.