Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Эльмира Маликовна » 22 сен 2023, 06:42

Внеклассное мероприятие «Тыуған ерем – Башҡортостан»
Цель: познакомить обучающихся с достопримечательностями Башкортостана
Задачи: углубить знания об истории и культуре республики;
способствовать развитию чувства патриотизма, любви к родному краю;
воспитание уважения к нашим истокам, родной земле, языку, чувства гордости за свою малую Родину.
Необходимое оборудование: проектор, экран, ноутбук (или компьютер), буклеты «Семь чудес Башкортостана», для воспроизведения презентации (Приложение 1)
Фильм о РБ. (на проекторе) Звучит музыка.Мелодия курая.
Звучит музыка «Туган тел».

Ведущий 1.
И туган тел, и матур тел
Әткәм-әнкәмнең теле.
Дөньяда күпнәрсәбелдем
Синтуган тел аркылы.
Ведущий 2.
Дөньялаиң-иңматур ил,
Ул-минең тыуған илем.
Дөньяла иң-иңматур тел,
Ул минең туған телем.
Ведущий 1.
Добрый день! Уважаемые учителя, и дорогие наши ученики!
Сегодня мы собрались не случайно. Исполнительный комитет Международного союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир» предлагает образовательным организациям 14 декабря, день рождения поэта-просветителя МифтахетдинаАкмуллы, объявить Днем башкирского языка.
Ведущий 2.Акмулла –башкирский поэт-просветитель, выдающийся поэт-философ, поэт-мыслитель. Псевдоним, настоящее фамилия, имя, отчество Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдинович.
Ведущий 1.Заслуга Акмуллы перед Башкирской литературой очень велика. Многие его называют реформатором башкирского стиха, который под его пером освободился от тяжеловесных конструкций и застывших канонов восточного стихотворчества.
Давно его нет, но время не в силах отдалить от нас сиянье таланта – яркая звезда, на то она и яркая, чтобы светить всегда, везде и всем.
Ведущий 2. Имя Акмуллы живет среди башкир, татар, казахов. Его меткое слово, мудрые мысли живы и употребительны до сих пор. Акмуллу знали и почитали повсюду, читали на память стихи, которые так и кочевали по миру, не записанные на бумагу.
В 1: Хөрмәтле уҡыусылар, башҡорт теле көнөнә арналған «Тыуған ерем – Башҡортостан”тигән сараны башлайбыҙ..

В2: мероприятие «Башкортостан – мой край родной”, посвященное ко дню башкирского языка, считается открытым.
В1:Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, илем бар.
В 2Матурлығың һинең, бар сафлығың
Йөрәгемә инеп үрелгән.
Улар миңә әсә һөтө менән бирелгән.
Алып барыусы 1 Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Ул төрлө ырыу-ҡабилә телдәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Алып барыусы: Башкирский язык является государственным языком Республики Башкортостан. Юридический статус башкирского языка в качестве государственного (наравне с русским языком) впервые определён положением Башревкома от 24 марта 1920 года. В настоящее время данное положение закреплено в Конституции Республики Башкортостан.
В2Он является средством обучения и предметом изучения в начальной и средней школе, в вузах используется как средство обучения гуманитарным предметам и изучается как предмет. На башкирском языке издаётся учебная, художественная и публицистическая литература, выходят газеты и журналы, осуществляется телевизионное и радиовещание, функционируют театры и т. д.
Стих Б.Бикбая «Башҡорт теле” Фазлетдинова Азалия
Ведущий 1:
Дети, скажите, в какой республике мы живём?
Дети:
В Башкортостане.
Ведущий 2:
Люди какой национальности живут в нашей Республике.
Дети:
Русские, татары, башкиры, чуваши, марийцы, удмурты, таджики, турки,
азербайджанцы и многие другие.
Ведущий 2:
Наш Башкортостан
Дружбой славится
Нам жить в Башкортостане
Очень нравится.

1 алыпбарыусы: Башҡортостан – тыуғанерем
Һиндәтыуҙым, һиндәүҫәмен.
Һинәняҡын, һинәнгүзәлерәк
Юҡтырбер ил – шуныбеләмен.

2 алыпбарыусы: Башкортостан горжусь тобою
Сияньем радостных твоих огней.
Твоею славою, твоей судьбою,
Тобой, прекрасной родиной моей!


1 ведущий: Башҡортостан беҙҙең азатлыҡтың,
Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны.
Уралдағы барлыҡ милләттәргә
Һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны! (Слайд 2)
2 ведущий: Наш дом родной – Башкортостан –
Народов разных дружная семья.
Здесь наших предков первобытный стан –
У эпохальных вех история своя.
Приветствую тебя, страна благословенная,
Страна обилия и всех земных богатств.

Давлетова Линара со стих-ем собственного сочинения «Башкортостан»

Викторина
1. В каком году была основана Уфа? (Уфа была основана в 1574)
2. Эта пещера славится далеко за пределами Республики Башкортостан. Находится она в Бурзянском районе. Как она называется и чем она прославилась? (Капова пещера)
3. Что является символом Башкортостана? (Курай)
4. Какой праздник мы празднуем 11 октября ежегодно? День Республики
5. Какими лесами славится Башкортостан? (липовыми)
6. Какой национальный напиток изготовляют из молока кобылиц? (кумыс)
7. Этот продукт ароматен и его вкус и целебная сила объясняются редкостным сочетанием растительности Башкортостана? (мед)
8. Уникальная гора в переводе с башкирского означает «горящая»?(Янгантау)
9. Сколько городов в Республике Башкортостан? (21)
10. В каком году РБ стала суверенной? (1990 год)
11. Назовите первого президента РБ? (Рахимов Муртаза Губайдулович)
12. Территория Башкортостана равна? 143,6 кв.м. (назвать примерно)
13. На каком материке находится РБ ? (Евразия)
14. Кто автор герба РБ? (ИслаховФазлетдинФаррахович)
15. Это самый сильный из зверей, недаром его называют хозяином леса? (Медведь)
16. Его именем названы проспект в Уфе, город, хоккейный клуб. (Салават Юлаев)

17. Эта гора отнесена к памятникам природы Башкортостана, в настоящее время решается вопрос о присвоении ей статуса природного парка (Иремель)

18. основное жилище кочевников? (Юрта)

19. Знаменитый танцовщик-премьер, балетмейстер XX века? (Рудольф Нуриев)

20. Народный поэт Башкирии, классик советской башкирской и татарской литературы, поэзии, фольклорист, драматург, в его честь названы улицы в городах Башкирии, в том числе и нашем (М.Гафури)
21. Какое животное играло важную роль в хозяйстве башкир? (лошадь)

1 ведущий:
Аҡһаҡалдараҡылындайхаҡлыҡтелем,
Сабыйҙарҙыңсафлығындайнамыҫтелем,
Атам теле, әсәм теле, сәсән теле –
Уралымдаййәшәмәңгебашҡорт теле.
2 ведущий: Известен был башкирский на весь мир,
В Париже праздновал победный мир.
Рукою палачей казнен не раз язык –
Воскрес опять из пепла наших книг.
В тебе младенцев первый в жизни крик,
Ты аксакал, что истины достиг.
Ты на Урале и в степи возник –
Живи в веках, башкирский государственный язык.
1 ведущий:
Уйна, ҡурай, ата-бабаларҙың
Йәнмираҫы – гимн Уралдың.
Ирекдаулапяҡтыкөнөңөсөн
Башҡортбашыкүпметуралды.(Слайд 9)
2 ведущий:
Башкирия!
Моя земля и небо, моя любовь,
Мой соловьиный край!
Мне жаль того, кто здесь ни разу не был,
Мне жаль того, кому не пел курай!
1 ведущий: Дан һиңә, Башҡортостан!
Иленһөйгәназатхалҡыңа дан!
Рәсәйменәнбөйөкберҙәмлектә
Сәскәат, Башҡортостан!
2 ведущий: Славься, наш Башкортостан!
Судьбой народу ты для счастья дан!
С Россией мы едины - и всегда
Процветай, Башкортостан!
Песня “Башҡортостан” (набашкирскомязыке
Эльмира Маликовна
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 22 сен 2023, 06:41

Re: Методическая копилка

Сообщение Альфина Габидуллина » 16 сен 2023, 19:24

Тема: Һаумы, мәктәп!
Шәхси һөҙөмтәләр:
-атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;
-тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
-һаулыҡты нығытыу;
-үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
-кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.
Метапредмет һөҙөмтәләре:
Танып белеү эшмәкәрлеге
УУД (универсаль уҡыу эшмәкәрлеге)
-үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү;
-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү;
-дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеү һәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу;
-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләү;
Предмет һөҙөмтәләре:
-уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу;
-уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу;
-тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.

Дәрес барышы.
1. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.
Башҡортостан тураһында видеотаҫма ҡарау, республикала ике дәүләт теле: рус теле һәм башҡорт телдәре булыуы, күп телдәрҙе белеүҙең отошло булыуы тураһында ҡыҫҡаса әңгәмә ойоштороу.
2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Һорауҙарға яуап биреү.
- Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
- Башҡорт теленә генә хас өндәрҙе әйтегеҙ.
- Хәреф менән өн бер-береһенән нисек айырыла?
- Шулай итеп, бөгөн дәрестә ни эшләйәсәкбеҙ?
Алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөрбөҙ, башҡорт һәм рус алфавитын сағыштырырбыҙ, күнегеүҙәр башҡарырбыҙ.
3. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Белемде актуалләштереү.
1) Таҡтала, “Эш дәфтәре”ндә 1-се күнегеүҙе эшләү;
2) Башҡорт өндәре булған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү;
3) “Танышыу”, “Уҡыу әсбаптары” темалары буйынса һөйләшеү, диалогтар ҡороу.

4. Белемде яңы ситуацияла ҡулланыу.
1) 2-се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау.
- Шиғырҙан башҡорт теленә генә хас хәрефтәрҙе табыу;
- Таныш һүҙҙәрҙе табыу;
- Һүҙлек эшен ойоштороу.
2) 3-сө күнегеү. Мәҡәлде уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу. Рус теленә оҡшаш миҫалдар килтереү.
3) “Эш дәфтәре”ндә күнегеүҙәрҙе башҡарау.
5. Өйгә эш биреү. Аңлатыу.
6. Йомғаҡлау. Рефлексия.
- Бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?
- Ниндәй ҡыйынлыҡтар булды?
- Кем дәрестә үҙен яҡшы эшләне тип уйлай? Ни өсөн?
Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай. Уҡытыусының баһалауы.
Альфина Габидуллина
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 сен 2023, 19:23

Re: Методическая копилка

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 14 мар 2023, 16:26

Фонетика (ЕГЭ)
1. Дөрөҫ ялғау ҡабул итмәгән төп башҡорт һүҙен билдәләгеҙ
1. Бүлмәләр 2. Көндәрҙең 3.Көндәрҙа 4. Өндәр
2. Дөрөҫ ялғау ҡабул иткән төп башҡорт һүҙен билдәләгеҙ
1. Ҡалаләрҙә 2. Урмандағы 3. Санане 4. Ҡарғаларҙе
3. Сингорманизм законына буйһонмаған һүҙҙе табығыҙ
1. Һөттөң 2. Болондоң 3. Фотоның 4. Башҡорттоң
4. Нәҙек һуҙынҡылы (алғы рәт) һүҙҙе табығыҙ
1. Бәлә 2. Бала 3. Этаж 4. Дошман
5. Әйтелеше дөрөҫ булған һүҙҙе күрһәтегеҙ
1. Тарыраҡ 2. Айырата 3. Тарраҡ 4. Олоғайыу
6. Яҙылышы дөрөҫ булған һүҙҙе күрһәтегеҙ
1. Йомошаҡ 2. Сеперәк 3. Япраҡ 4. Япыраҡ
7. Протеза һәм эпентеза кеүек фонетик күренештәр менән бәйле күнегеүҙәр.
Дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ
1. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн, һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул протеза тип атала.
2. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн, һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул эпентеза тип атала.
3. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн, һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул элизия тип атала.
4. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн, һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул сингорманизм тип атала.
8. Ҡайһы һүҙ һаңғырау тартынҡынан башланған?
1. Дәүләт 2. Ғалим 3. Башҡорт 4. Ҡусты
9. Яҙылышы дөрөҫ булған яңғырау тартынҡылы һүҙҙе билдәләгеҙ
1. Склат 2. Парахот 3. Доклад 4. Сут
10. В хәрефе ҡайһы осраҡта W(уа) тип уҡыла?
1. Вагон, Иван, вокзал 3. Завод, актив, взвод
2. Ваза, интервью, Вәлит 4. Ватан, ваҡыт, Вәлимә
11. Егәрле һүҙендә нисә һуҙынҡы, нисә тартынҡы бар?
1. 5 тартынҡы, 2 һуҙынҡы 3. 6 тартынҡы, 1 һуҙынҡы
2. 4 тартынҡы, 3 һуҙынҡы 4. Бөтәһе лә тартынҡы
12. Составында ике өндө белдергән хәреф булған һүҙҙе күрһәтегеҙ
1. Ыласын 2. Турғай 3. Ярғанат 4. Осоусы
13. Хәреф һаны өндәр һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ
1. Ете 2. Емеш 3. Көньяҡ 4. Яман
14. Асыҡ ижектән генә торған һүҙҙе билдәләгеҙ
1. Һөлдә 2. Танау 3. Ундай һүҙ юҡ 4. Бармаҡ
15. Ҡайһы һүҙ ике ижектән тора?
1. Дүрт 2. Ауылдаш 3. Әсә 4. Икенсе
16. Ябыҡ ижектән генә торған һүҙҙе билдәләгеҙ
1. Һоло 2. Ғариза 3. Өҫтәл 4. Ҡарата
17. Урыҫ теленән үҙгәртелмәй алынған һүҙҙә баҫым ҡайҙа төшә?
1. Баҫым үҙ урынында ҡала 3. Баҫым һуңғы ижеккә төшә
2. Баҫым һәр ваҡыт 1-се ижеккә төшә 4. Баҫым булмай
18. Һорау киҫәксәһе булған һүҙҙәрҙә баҫым ҡайһы ижеккә төшә?
1. Һорау киҫәксәһе алдындағы ижеккә 3. Һуңғы ижеккә
2. Беренсе ижеккә 4. Һорау киҫәксәһенә
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методическая копилка

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 13 мар 2023, 05:33

Тест.

8 класс (башҡорт әҙәбиәте)

1. Б. Бикбай ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?

1.1919—1989 2.1909—1968. 3.1911—1939. 4.1932—1977.

2. Б. Бикбай ҡайҙағы педтехникумды тамамлай?

1. Ташлы. 2. Ырымбур. 3. Өфө. 4. Дәүләкән.

3. 1812—1814 йылдарҙағы француздарға ҡаршы һуғыш тураһында Б. Бикбай

ниндәй әҫәрен яҙған?

1. «Ер». 2.«Ҡарлуғас». 3. «Ҡаһым түрә».

4. «Салауат». 5. «Аҡселән ташҡанда».

4. Ҡаһым түрәгә кем ағыу эсерә?

1.Ҡолтүбә. 2. Иркәбай. 3. Йәдкәр. 4. Садыҡай. 5. Аҡйегет.

5. Башҡорт менән урыҫ араһындағы дуҫлыҡты сит ил кешеләренән кем боҙорға теләй?

1. Байыҡ. 2. Ҡаһым түрә. 3. Фольгнер. 4. Егор.

6. Француздарға ҡаршы алышта кем батырҙарса үлеп ҡала?

1. Ҡолтүбә. 2. Аҡназар. 3. Йәдкәр. 4. Аҡйегет.

7. А. Мөбәрәков Белорет районының ҡайһы ауылында тыуған?

1. Йөйәк. 2. Сермән. 3. Ассы.

8. А. Мөбәрәков кинола нин дәй образ ижад иткән?

1.Ҡарағол. 2. Салауат. 3. Отелло. 4. Шатморат.

9. А. Мөбәрәков ижади уңыштары өсөн 1955 йылда нин дәй оло исемгә лайыҡ булған?

1. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

2. Башҡортостандың халыҡ артисы.

3. СССР-ҙың халыҡ артисы.

10. Ғ. Сәләм ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?

1. 1911—1939. 2.1894—1993. 3. 1890—1970. 4.1908—1996.

11. Ғ. Сәләм ҡайҙа урта белем ала?

1. Тәгештә. 2. Һарыла. 3. Губернскийҙа. 4. Арғаяшта.

12. Ғ. Сәләм ҡасан Өфөлә пе динститутта белем ала?

1.1928—1930. 2.1930—1933. 3.1933—1937. 4.1937-1939.

13. «Шоңҡар» поэмаһы нисән се йылда яҙылған?

1. 1932. 2. 1933. 3. 1935. 4.1937. 5.1939.

14. « Шоңҡар » поэмаһында һү рәтләнгән атаҡлы ҡараҡ кем ул?

1. Әхмәт-архитектор. 2. Миңьян. 3. Гөлнур. 4. Капитан.

15. Тиҙерәк, иптәш, тиҙерәк бул инде! Өҙөктә поэтик синтаксистың ҡайһы төрө ҡулланылған?

1. Риторик өндәү. 2. Риторик һорау. 3. Ҡабатлау.

4. Антитеза. 5. Инверсия.

16.Ниңә һәр тән Әхмәт ҡайтмай икән, Һәр тән сыға торған ай кеуек? Поэтик синтаксистың ҡайһы төрө ҡулланылған?

1. Риторик өндәү. 2. Риторик һорау. 3. Ҡабатлау.

4. Антитеза. 5. Инверсия.

17. Туҡта инде, иптәш капи тан! Һөйләмәсе, иптәш капи тан! Поэтик синтаксистың ҡайһы төрө ҡулланылған?

1. Риторик өндәү. 2. Риторик һорау. 3. Ҡабатлау.

4. Антитеза. 5. Инверсия.

18. Улар айырылманы, ярҙан айырып, Алып китте беҙҙе пароход. Поэтик синтаксистың ҡайһы төрө ҡулланылған?

19. Биишева ҡайһы йыл дарҙа йәшәгән?

1. 1908—1996. 2.1911 – 1939. 3.1890—1970. 4.1894—1893.

20. 3. Биишева ҡайҙа педтехникумда уҡый?

1. Өфөлә. 2. Ырымбурҙа. 3. Темәстә. 4. Дәүләкәндә.

21. 3. Биишева үҙ ижады өсөн ниндәй оло баһаға лайыҡ була?

1. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

2. Башҡортостандың халыҡ шағиры.

3. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

22. Легендаларға нигеҙләнгән йәки легенда рухында яҙылған әҫәр нисек атала?

1. Хикәйә. 2. Нәҫер. 3. Хикәйәт. 4. Уймаҡ хикәйә.

23. Ете быуындан алып ҡулдан ҡулға күскән ҡомартҡыларҙы Хасбулат олатай ҡайҙа һаҡлай?

1. Шифоньерҙа. 2. Һандыҡта. 3. Келәттә.

24. Һандыҡтағы ҡылыс, йүгән, эйәр элек кемдеке булған?

1. Салауат батырҙыҡы. 2. Ҡаһым түрәнеке. 3. Хасбулаттыҡы.

25. 3. Исмәғилевкә ҡайһы операһы ҙур танылыу килтергән?

1. «Салауат Юлаев». 2. «Ҡоҙаса». 3. «Шәүрә».

4. «Ағиҙел тулҡындары». 5. «Урал илселәре».

26. М. Кәрим тәүге шиғырын ҡайҙа уҡығанда яҙа?

1. 1928—1935 йылдарҙа Келәш мәктәбендә уҡығанда.

2. 1935—1937 йылдарҙа Өфе рабфагында уҡығанда.

3. 1937—1941 йылдарҙа пединститутта уҡығанда.

27. М. Кәримгә Халыҡ шағиры исеме ҡасан бирелә?

1. 1923. 2. 1959. 3. 1963. 4.1964.

28. «Үлмәҫбай» поэмаһының нисәнсе бүлегендә төп герой дошман тылына тел алырға бара?

1. Беренсе. 2. Икенсе. 3. Өсөнсө.

29.Үлмәҫбай менән Теребай поэманың нисәнсе бүлегендә румын һалдаттарын шәрә көйө әсир итә?

1. Беренсе. 2. Икенсе. 3. Өсөнсө.

30. М. Кәрим ҡайһы повесында Оксана менән Йәмилдең яҙмышын тасуирлай?

1. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ». 2. «Өс таған».

3. «Беҙҙең өйҙөң йәме». 4. «Ярлыҡау».
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методическая копилка

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 13 мар 2023, 05:19

Лексика (ЕГЭ)
1. Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр һөйләмендә ҡаты һүҙе ниндәй мәғәнәлә килгән?
1. Тура мәғәнәлә 3. Хис-тойғо биҙәге(эмоциональ)
2. Экспрессив мәғәнәлә 4. Күсмә мәғәнәлә
2. Күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
1. Зифа, матур, күркәм, һылыу 3. Бейек тау, бейек ҡая
2. Уңған-ялҡау, оло-йәш, шатлыҡ-ҡайғы 4. Йомшаҡ тауыш, йомшаҡ күңел
3. Ниндәй һүҙҙәр диалектизмдар тип атала?
1. Билдәле бер һөнәр кешеләре тарафынан ҡулланылған һүҙҙәр
2. Ҡулланыштан төшөп ҡалған хәл-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе, предметтарҙы атаған һүҙҙәр
3. Ҡулланышы билдәле бер терротория менән сикләнгән, ерле һөйләштәргә генә хас һүҙҙәр
4. Хәҙерге ваҡытта ҡулланылышта йөрөгән ҡайһы бер предметтарҙың, күренештәрҙең, ваҡиғаларҙың иҫкергән атамалары
4. Ҡайһы биремдә һүҙҙең диалект варианттары яҙылған?
1. Һыуһар, ҫыуҫар, һуҫар 3. Йылға буйы, ауыл буйы
2. Аптырау, иҫ китеү, инәлеү 4. Бер ҙә, бер ҡасан да
5. Балтаһы һыуға төшкән кеүек фразеологизмы ниндәй мәғәнә аңлата?
1. Күңелһеҙ йөрөү 3. Ныҡ аптырау, ғәжәпләнеү
2. Бик ныҡ шатланыу 4. Күңелде ауыр хәбәр менән яралау
6. Фразеологизм ҡулланылған һөйләм ҡайһы юлда?
1. Ғариф староста бик ҡабаланып кейенде лә күҙенә аҡ-ҡара күренмәй тышҡа сығып китте (Ж.Кейекбаев).
2. Өфөм-илдең аҫыл бер ынйыһы (Ф.Мөхәмәтйәнов).
3. Сабырлыҡ-ир күрке (Батыр Вәлид).
4. Минең әсәй гөл ярата ине, изге ине уның күңеле (Р.Ханнанов).
7. Төп башҡорт һүҙҙәре бирелгән юлды билдәләгеҙ.
1. Ҡоҙоҡ, какао, ул, мәңге 3. Тимер, китап, ҡағыҙ, бит
2. Аҙаш, аҡыл, оло, оторо 4. Мал-тыуар, тана, башмаҡ
8. Интернациональ һүҙҙәр бирелгән юлды күрһәтегеҙ.
1. Ялсы, көбө, һелкеүес 3. Мал-тыуар, тана, башмаҡ
2. Хәбәр, эйә, ижек, баҫым 4. Опера, комьютер, фортепьяно
9. Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ.
1. Ҡалас, ситса, тауар 3. Тәҙрә, быяла, һабын
2. Мәҡәлә, ғәҙәт, мәктәп, мөғәллим 4. Союз, вышка, команда, комедия
10. Тарихи һүҙҙәр бирелгән юл ҡайһыһы?
1. Мөстәҡил, мөҡәддәс, ут, нәхеү 3. Аҡтар, ҡыҙылдар, бей, кулак
2. Принтер, факс, кеҫә телефоны 4. Шприц, дарыу, рецепт, диагноз
11. Ҡайһы һөйләмдәге фразеологик берәмек ихтирам итеү, хөрмәт күрһәтеү төшөнсәһен бирә?
1. Ҡолсобайҙың Ҡолсобайы ла әллә кем булып ҡылана (З.Биишева).
2. Һәр көн тыңлайым йырыңды,
Күңелдәрем булғансы (А.Игебаев).
3. Миңһылыу еңгә әҙәмгә һанап килеүемә, һөйләшеп ултырыуыма тағы ла бер рәхмәт әйтте (Р.Солтангәрәев).
4. Ул моң тора-бара күңелгә һеңеште, ошо көйҙө һыҙғырып та, эстән дә көйләп йөрөнөм (Р.Солтангәрәев).
12. Ҡайһы юлда омоним һүҙҙәр бирелгән?
1. Бит, май, һал, бал 3. Компьютер, балаҫ
2. Икмәк, ҡайсы, ҡарға 4. Сәй, сәс, ҡас
13. Йондоҙҙар еҙ һиҙәптәй Көмөш миҙалға оҡшап
Йым-йым итеп ялтырай. Балҡып тора ялтыр ай (С.Муллабаев)
һөйләмендә билдәләнгән һүҙҙәр омонимдарҙың ниндәй төрөнә ҡарай?
1. Лексик омонимдар 3. Омографтар
2. Омофондар 4. Был һүҙҙәр омонимдар түгел
14. Бирелгән синомик ояла ҡайһы һүҙ төп һүҙ булып килә?
1. Ҡурҡыуһыҙ 2. Ҡыйыу 3. Ҡуш йөрәкле 4. Ҡаһарман
15. Антоним була алған һүҙҙе билдәләгеҙ.
1. Ер 2. Китап 3.Уй 4. Самауыр
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методическая копилка

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 13 мар 2023, 05:18

«№16ья3алыш» б1леге буйынса тест.
1. №166е8 ки92кт2рг2 тар7алмай тор4ан 162ге нисек атала?
А. Ниге6 316. В. Я3аусы ял4ау.
Б. !6г2рте1се ял4ау. Г. Тамыр 316.

2. №16 я3аусы ял4ау6ар 7абул итк2н 31662р6е билд2л2ге6?
А. Эшс2н, д2фт2ремде8. В. Ял7ынлы, китаптар4а.
Б. Теге1се, юлдаш. Г. Утынды, й2йл2162.

3. Ике 316 й2н2ш2 килеп, бер билд2не белдер32, бындай парлы 31662р нисек я6ыла?
А. №ы6ы7са аша я6ыла. В. Айырым я6ыла.
Б. Берг2 я6ыла. Г. №ы6ы7 аша я6ыла.

4. ?ушма 31662р6е билд2л2ге6.
А. А7тамыр, Оло Эйек йыл4а3ы. В. №абан тур4айы, 7ара4ойро7.
Б. Т21тормош, 316лек. Г. Баш7ортостан Республика3ыны8
М242риф министрлы4ы, 7ала ба7са3ы.

5. ?ай3ы юлда4ы 31662р д0р09 я6ыл4ан?
А. Класста, отпускыны8. В. Декабр62, киоскты8.
Б. Съезд4а, металдан. Г.Автомобилд2р, Кузбасста.

6. Морфема тип ним2г2 2йт2л2р?
А. №166е8 16г2рте1се ял4ау4а тиклем бул4ан ки92ге.
Б. №166е8 и8 б2л2к2й м242н21и 0л0ш0.
В. №166е8 й0км2тке3ен2 09т2лм2 м242н2 биреп килг2н 31662р.
Г. №0йл2м ки92кт2рен 16-ара тоташтырыусы 31662р.

7. ?ай3ы юлда тик я3алма 7ылымдар бирелг2н?
А. Эшл2, а7ла. В. Й1гер2, ташлай.
Б. Башлай, бара. Г. У7ы4ан, баш7ар4ан.

8. ?ай3ы юлда тик я3алма сифаттар бирелг2н?
А. Белемле, 6ур-6ур. В. ?ы64аныс, 3арылы-а7лы.
Б. Тай4а7, 7уйы 7ы6ыл. Г. ?ы9ын7ы, ила7.

9. ?ай3ы юлда тик 7ушма р21ешт2р бирелг2н?
А. Й2йен-к060н, 2йберл2т2. В. Я8ыса, ва7ыт-ва7ыт.
Б. Быйыл, барыбер. Г. А7салата, к16г2-к16.
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методическая копилка

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 13 мар 2023, 05:17

Морфология
1. Морфология тармағының төп объектын әйтеп бирегеҙ.
1. Ситаксема 3. Фонема
2. Морфема 4. Лексима
2. Мофология фәненең төп грамматик категорияһы нимәгә ҡайтып ҡала.
1. Һөйләм киҫәктәренә 3. Һүҙ төркөмдәренә
2. Лексик берәмектәргә 4. Һүҙҙәрҙең тамырына
3. Һүҙҙәрҙең һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр эсендәге үҙ-ара мөнәсәбәтен билдәләгән мәғәнә нисек атала?
1. Модаль мәғәнә 3. Лексик мәғәнә
2. Грамматик мәғәнә 4. Стилистик мәғәнә
4. Һүҙҙәрҙең уртаҡ мәғәнә аңлатҡан һәм башҡа мәғәнәүи өлөшсәләргә бүленмәй тоған өлөшө нисек атала?
1. Һүҙ төҙөлөшө 3. Һүҙҙәң нигеҙе
2. Һүҙ тамыры 4. Һүҙҙең һөйләмдәге урыны
5. Һүҙгә яңы лексик һәм грамматик, лексик-грамматик мәғәнә биреүсе тел берәмеге нисек атала?
1. Киҫәксә 3. Тамыр
2. Аффикс 4. Нигеҙ
6. Предметтың, күренештең, эш-хәлдең атамаларын аңлатыусы һүҙ төркөмө нисек атала?
1. Рәүеш 3. Алмаш
2. Исем 4. Ҡылым
7. Тик исем категориялары ғына булған юлды күрһәтегеҙ.
1. Заман, барлыҡ- юҡлыҡ, күләм, 3. Килеш, һан, эйәлек, дәрәжә
модаллек
2. Зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ, хәбәрлек 4. Килеш, һан, эйәлек, хәбәрлек
8. Исемдең телмәрҙәге башҡа һүҙ төркөмдәренә төрлө мәғәнәле грамматик мөнәсәбәтен сағылдырыусы категория нисек атала?
1. Килеш категорияһы 3. Эйәлек категорияһы
2. Һан категорияһы 4. хәбәрлек категорияһы
9. –ға/-гә, -ҡа/-кә аффикстары ниндәй килеш формаһын яһай?
1. Эйәлек килеш 3.Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
10. –а, -ә аффикстары ниндәй килеш формаһын яһай?
1. Эйәлек килеш 3. Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
11. –ды, -де, -до, -дө аффикстары ниндәй килеш формаһын яһай?
1. Эйәлек килеш 3. Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
12. –н аффиксы ниндәй килеш формаһын яһай?
1. Эйәлек килеш 3. Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
13. Бала көлөүе тигән һүҙбәйләнештә исемдең килешен билдәләгеҙ.
1.Эйәлек килеш 3. Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
14. Эште тамамланыҡ тигән һүҙбәйләнештә исемдең килешен билдәләгеҙ
1. Эйәлек килеш 3. Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
15. Бесән сабыу тигән һүҙбәйләнештә исемдең килешен билдәләгеҙ.
1. Эйәлек килеш 3. Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
16. Себер ебәрҙеләр тигән һүҙбәйләнештә исемдең килешен билдәләгеҙ.
1. Эйәлек килеш 3. Төбәү килеш
2. Төшөм килеш 4. Сығанаҡ килеш
17. Исемдең ниндәй категорияһы предметтарҙың иҫәбен, һанын белдерә?
1. Килеш категорияһы 3. Эйәлек категорияһы
2. Һан категорияһы 4. Хәбәрлек категорияһы
18. Исемдең ниндәй категорияһы хәбәрлек мәғәнәһен белдерә?
1. Килеш категорияһы 3. Эйәлек категорияһы
2. Һан категорияһы 4. Хәбәрлек категорияһы
19. Предметтың, әйберҙең эйәһен конкрет зат менән белдереүсе категория нисек атала?
1. Килеш категорияһы 3. Эйәлек категорияһы
2. Һан категорияһы 4. Хәбәрлек категорияһы
20. –ым, -ем, -ом, -өм, -м аффикстары эйәлек категорияһының ниндәй формаһын яһай?
1. 1 зат берлек формаһын 3. 3 зат берлек формаһын
2. 2 зат берлек формаһын 4. 1 зат күплек формаһын
21. Ҡатыраҡ, олораҡ, көслөрәк, ҡорораҡ сифаттарының дәрәжәһен билдәләгеҙ.
1. Төп дәрәжә 3. Аҙһытыу дәрәжәһе
2. Сағыштырыу дәрәжәһе 4. Артыҡлыҡ дәрәжәһе
22. Унар, алтышар, бишәр һандарының төркөмсәһен билдәләгеҙ.
1. Төп һандар 3. Тәртип һандары
2. Бүлем һандары 4. Рәт һандары
23. –ынсы, -енсе аффикстары менән һандың ниндәй төркөмсәһе яһала?
1. Йыйыу һандары 3. Кәсер һандары
2. Сама һандары 4. Рәт һандары
24. Исем, сифат, һан, шулай уҡ башҡа һүҙ төркөмдәре урынында ҡулланылған һүҙҙәр нисек атала?
1. Ымлыҡ 3. Киҫәксә
2. Алмаш 4. Теркәүес
25. Бындай, ундай алмаштарының төркөмсәһен билдәләгеҙ.
1. Күрһәтеү алмаштары 3. Һорау алмаштары
2. Зат алмаштары 4. Билдәләү алмаштары
26. Ошо, шул алмаштарының төркөмсәһен билдәләгеҙ.
1. Күрһәтеү алмаштары 3. Һорау алмаштары
2. Зат алмаштары 4. Билдәләү алмаштары
27. Ахыры, бәлки модаль һүҙҙәре ниндәй мәғәнә бирә?
1. Раҫлау, дөрөҫләү 3. Кәрәклек, тейешлек
2. Кире ҡағыу, инҡар итеү 4. Икеләнеү, фараз итеү
28. Хәтлем, хәтле, саҡлым, саҡлы бәйләүестәре ниндәй килеш менән башҡарыла?
1. Сығанаҡ килеш менән 3. Төбәү килеш менән
2. Төп килеш менән 4. Төшөм килеш менән
29. –дыр, -дер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, - лер, -тор, -төр киҫәксәләре ниндәй өҫтәлмә мәғәнә бирә?
1. Сикләү мәғәнәһен 3. Икеләнеү, үҙ көсөңә ышанмау мәғәнәһен
2. Үтенес мәғәнәһен 4. Өндәү мәғәнәһен
30. Ҡылым уртаҡлыҡ йүнәлештә тороусы ҡылымды күрһәтегеҙ.
1.Яҙын 2. Яҙыш 3. Яҙыл 4. Яҙҙыр
31. Төшөм йүнәлешендә тороусы ҡылымды күрһәтегеҙ.
1. Ҡарал 2. Ҡаран 3. Ҡарат 4. Ҡараш
32. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Билдәләнгән ҡылымдың һөйкәлешен күрһәтегеҙ.
1. Хәбәр һөйкәлеше 3. Шарт һөйкәлеше
2. Бойороҡ һөйкәлеше 4. Теләк һөйкәлеше
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методическая копилка

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 13 мар 2023, 05:16

Синтаксис. 8 класс
1. Синтаксистың төп берәмектәре
1) һүҙбәйләнеш һәм һөйләм 3) фразеологик берәмектәр
2) һүҙҙәр 4) һөйләмдәр
2. Эйәсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү сараһын билдәләгеҙ.
Әгәр умарталағы инә ҡорт үлһә, ҡалған ҡорттар теләһә ҡайһы яҡҡа таралып бөтәләр.
(М. Өмөтбаевтан).
1) килеш ялғауҙары ярҙамында 3) шарт һөйкәлеше ярҙамында
2) интонация ярҙамында 4) теркәүес ярҙамында
3. Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ. Кем бойорһа – шул солтан.
1) эйә һөйләм 3) тултырыусы һөйләм
2) эйәрсән хәбәр һөйләм 4) аныҡлаусы һөйләм
4. Ҡараңғы төшкәс, кешеләр эштән ҡайта башланы. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә нимә ярҙамында бәйләнгән.
1) бәйләүес ярҙамында 3) төбәү килеш ялғауы менән
2) хәл ҡылым ялғауы менән 4) интонация менән
5. Үҙем генә беләм: юлдар бикле
Уҙғандарға кире ҡайтырға. (Р.Бикбаев). Был ниндәй һөйләм?
1) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
2) теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
3) эйәртеүле ҡушма һөйләм
6. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеп килеү сараһын билдәләгеҙ. Кәңәшем шул: берҙәм булығыҙ.
1) бәйләүес ярҙамында 3) интонация ярҙамында
2) хәл ҡылым ялғауы менән 4) төбәү килеш ялғауы менән
7. Ҡояш ҡалҡҡас, ысыҡ кипте. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә нимә ярҙамында бәйләнгән.
1) бәйләүес ярҙамында 3) төбәү килеш ялғауы менән
2) хәл ҡылым ялғауы менән 4) интонация менән
8. Шәм, бәлки, иртәнгә тиклем янғандыр, беҙ йоҡлап киттек. Был ниндәй һөйләм?
1) ябай һөйләм 2) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
3) эйәртеүле ҡушма һөйләм 4) теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
9. …Ауыр йылдар яйлап үтте, тормош арыулана башланы. Был ниндәй һөйләм?
1) ябай һөйләм 2) теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
3) эйәртеүле ҡушма һөйләм 4) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
10. Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ. Нәфсене нигә өйрәтһәң, шуны ҡыуыр.
1) эйә һөйләм 3) аныҡлаусы һөйләм
2) эйәрсән хәбәр һөйләм 4) тултырыусы һөйләм
11. Фән шуны раҫлай: тәбиғәт бер генә нәмәне лә үҙгәрешһеҙ ҡалдырмай. (Я.Хамматов). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
1) эйә һөйләм 3) аныҡлаусы һөйләм
2) эйәрсән хәбәр һөйләм 4) тултырыусы һөйләм
12. Шуныһы билдәле (?) кәкүктәр йөнтәҫ ҡаршлауыҡтарҙы, күбәләктәрҙе, төрлө ҡорттарҙы ашай. Был һөйләмдә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйырға кәрәк.
1) өтөр 2) нөктәле өтөр 3) ике нөктә 4) һыҙыҡ
13. Беҙ быраулаясаҡ туҡһан туғыҙынсы скважина тау яғында булып сыҡты.
Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәлә.
1) эйә һөйләм 2) аныҡлаусы һөйләм 3)тултырыусы һөйләм 4) хәбәр һөйләм
14. Заманы шундай: яҙылған закондарынан тыш яҙылмаған закондары ла күп. Төрөн билдәлә.
1) эйә һөйләм 2) аныҡлаусы һөйләм 3)тултырыусы һөйләм 4)хәбәр һөйләм
15. Беҙгә һинең менән еңелергә ярамай (?) ваҡыты шундай.Ниндәй тыныш билдәһе ҡуйырға кәрәк.
1) өтөр 2) нөктәле өтөр 3) ике нөктә 4) һыҙыҡ
1-1, 2-3, 3-1, 4-2, 5-3, 6-3, 7-2, 8-2, 9-4, 10-4, 4, 12-3, 13-2, 14-4, 15-4.
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методическая копилка

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 13 мар 2023, 04:54

ТЕМА: «ҠУШМА ҺҮҘҘӘР»
(5-се класс өсөн дәрес өлгөһө)
Маҡсат: 1) терәк конспекты ярҙамында ҡушма һүҙҙәр тураһындағы белемде тулыландырыу, уларҙың төрлө юлдар менән яһалышын үҙләштереү; билдәләмә яһау, һығымтаны блок-моделдә күрһәтеү һәм практик эш ваҡытында таянып эш итеү; 2) уҡыусыларҙың телмәрен байытыу, ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү; 3) ҡоштарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: медиопроектор аша слайдтар: һабантурғай һүрәте,
ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары тураһындағы блок-моделе; һабантурғай тауышы.
Дәрес барышы
I. Психологик инеш.
II. Белемде актуалләштереү.
 Беҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштек? (Уҡыусыларҙың
яуабынан һуң һүҙҙәрҙең яһалышы тураһындағы схема күрһәтелә.
Өйгә бирелгән күнегеү тикшерелә.
 Һүҙьяһалыш юлдарын иҫкә төшөрөп үтәйек. Нимәләр ярҙамында яңы
һүҙ яһарға өйрәндек?
 Уларҙы ниндәй ялғауҙар тип атаныҡ?
 Ялғауҙар ярҙамында яһалған һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр тип атаныҡ?
III. Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу
эшмәкәрлегенә мотивация. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
 Уҡыусылар, ә хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми
Ғариповтың шиғырынан алынған өҙөккә иғтибар итәйек. ( Р.Ғарипов тураһында белешмә биреү.)
Һабантурғай моңо аҫтында Рәми Ғариповтың шиғырын уҡыу.
Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай…
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай!
Рәми Ғарипов

 Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Дәрестең лексик темаһын
билдәләү.)
 Эйе, беҙ бөгөнгө дәрестә ҡоштар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
 Ә хәҙер аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Был һүҙҙәр үткән
дәрестә өйрәнгән һүҙҙәрҙән ни яғы менән айырыла?
 Ундай һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр тип атаясаҡбыҙ?
 Тағы ла ике һүҙҙән торған ниндәй ҡош исемдәре беләһегеҙ?
 Аҡҡош, ҡарағош, ҡыҙылтүш, ҡарабаш, ҡыр ҡаҙы, ҡыр өйрәге, ҡара
ҡарға, ала ҡарға (был ваҡытта медиапроекторҙа ҡоштарҙың һүрәттәре күрһәтелә).
 Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән һүҙҙәрҙең яһалышын өйрәнеүҙе дауам
итәбеҙ. Бөгөнгө дәрестең темаһы: “Ҡушма һүҙҙәр” тип дәфтәрҙәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ.
IV. Белемде үҙләштереү маҡсатында инеш күнегеү эшләнә.
Хикәйәне иғтибар менән уҡығас, йылы яҡҡа китеүсе, ҡышҡылыҡҡа Башҡортостанда ҡалыусы ҡоштарға ярҙам күрһәтеү тураһында әңгәмәләшеү (йорт һәм ҡыр ҡоштарының һүрәттәре күрһәтелә).
 Ни өсөн йәй көндәрендә күл буйында күңелле, ә көҙөн күл йәнлелеген
юғалата?
 Ниндәй ҡоштар йылы яҡҡа китә, ниндәйҙәре ҡышты бында үткәрә?
 Әлеге ваҡытта, ҡыш аҙағы, яҙ башланырға торғанда, беҙ ҡоштарға
нисек ярҙам итә алабыҙ?
 Эйе, ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө бик ауырға тура килә. Беҙ уларға
тағараҡтар яһап ҡуйып, ем һалып торһаҡ, уларға еңелерәк булыр ине.
 Тағы ла йылы яҡҡа китеүсе ҡоштарҙы ҡаршыларға әҙерләнергә лә
кәрәк.
 Дөрөҫ, сыйырсыҡ умарталары эшләй башларға кәрәк. Ә сыйырсыҡтар
беҙҙең баҡсаны ҡорттарҙан һаҡлаясаҡ.
 Хәҙер хикәйәнән ҡушма һүҙҙәрҙе табып, яҙылыштары буйынса айырып,
интерактив таҡталағы таблицаны тултырырайыҡ (уҡыусылар үҙҙәре тапҡан ҡушма һүҙҙәрҙе интерактив таҡтала яҙа һәм яһалыу юлдарын асыҡлай).
 Ҡушма һүҙҙәр был күнегеүҙә нисә төрлө юл менән яһалды?
 Тағы ла бишенсе төр юл ҡыҫҡатыу юлы менән яһалыусы һүҙҙәр бар.
Ошо таблицанан сығып, ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы тураһында ҡағиҙә сығарайыҡ.
Ҡағиҙә сығарыу: 1.бер төшөнсәне белдереү өсөн, ике һүҙҙән ҡушылып
яһалған һүҙҙәр ҡушма һүҙ тип атала; 2.ҡушма һүҙҙәр биш төрлө юл менән яһала: ҡушыу, парлау, ҡабатлау, бәйләү, ҡыҫҡартыу юлдары ( блок-модель ярҙамында күрһәтеү).
 Тимәк, башҡорт телендә һүҙҙәрҙе яһалышы яғынан өс төргә
бүләбеҙ: тамыр һүҙҙәр, яһалма һүҙҙәр, ҡушма һүҙҙәр.
 Ә хәҙер дәреслектә бирелгән ҡағиҙә менән танышайыҡ.
Ял минуты.
Ҡоштар осто, осто, осто теҙелеп
Остолар ҙа төштөләр.
Ултырҙылар, ял иттеләр
Һәм тағы ла остолар,
Парта артына боҫтолар.
V. Уҡыусыларҙың аңлауын тикшереү.
210 – сы күнегеү. Һөйләмдәрҙән ҡушма һүҙҙәрҙе табығыҙ, яһалыу юлдарын аңлатып, төркөмләп яҙығыҙ, нисек яҙылғанын төшөндөрөгөҙ, ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына һығымта сығарығыҙ.
VI. Нығытыу. Төркөмдәр менән эшләү.
211-се күнегеү. 4 төркөмгә бүлеү. 1-се төркөм – исем, 2-се төркөм – сифат, 3-сө төркөм – ҡылым, 4-се төркөм – рәүештәрҙе яҙып ала һәм ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыштары буйынса һығымта сығара.
VII. Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу .
(проблемалы эш). Һәр балаға карточка таратып, үҙ аллы эш бирелә.
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәргә әйләндерегеҙ, дөрөҫ яҙылышын аңлатығыҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған бер-нисә һүҙгә һөйләмдәр төҙөгөҙ.
Аҡ ҡош, Аҡ иҙел, ҡара ҡош, ҡыҙыл ҡанат, бал ҡалағы, Яңы ауыл, алма ағасы, көн яғы, ҡул яулығы, гөл емеше, абына һөрөнә, ел дауыл, илай илай, ҡурай еләге, тимер юл.
Таҡтала бирелгән дөрөҫ яҙылған һүҙҙәр ярҙамында тикшерегеҙ ҙә эштәрегеҙҙе баһалағыҙ.
VIII. Рефлексия. Баһалар ҡуйыу.
 Һеҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?
 Һеҙгә дәрестә ниндәй эштәр оҡшаны?
 Һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙ менән ҡәнәғәтме?
 Дерес алдында ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?
IX. Өйгә эш буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
212-се күнегеү.
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методическая копилка

Сообщение Давлетзянова Эльмира » 10 мар 2023, 19:10

Тыуған илем – Башҡортостан
Слайд 1. Уҡытыусы. Бөгөнгө кисәбеҙҙе Башҡортостандың тыуған көнәнә бағышлайбыҙ. Ә хәҙер Башҡортостан гимны яңғыраясаҡ, бөтәгеҙҙең дә баҫыуын һорайым. (Гимн яңғырай)
Сейчас слово предостовляется директору школы Харипову И.М.
Уҡытыусы. Дорогие ребята! Каждый человек любит свою родину, желает её процветания. Сегодняшний праздник посвящен ко Дню рождения нашей республики.
1. Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә Слайд 2.
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?
Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?

2. Взгляни на глобус: Слайд 3.
Вот он – шар земной,
На нём Башкирия
С берёзовой листок величиной...
Пускай на глобусе ты кажешься листком,
Горячим занесённым ветерком, –
Башкирия моя! Твой сын простой,
Я восхищен твоею широтой... (М.Карим)

3. Шаулап үҫә мәғрүр урмандарың, Слайд 4.
Туҡ башаҡлы иркен ҡырҙарың,
Данлы илем, гүзәл республикам,
Бүләк булһын һиңә йырҙарым.

4. Башкирия,
Моя земля и небо,
Моя любовь,
Мой соловьиный край!...
Мне жаль того,
Кто здесь ни разу был,
Мне жаль того,
Кому не пел курай…
Башкирия,
Моё второе сердце,
Второе солнце у меня в огне!
Чтоб на тебя досыта наглядеться,
Не два,
А двадцать глаз иметь бы мне!... (Г. Молодцов)

5. Башҡортостан сиген үтеү менән,
Тыуып үҫкән ергә етеү менән,
Нур тулғандай була күңелгә,
Йыр тулғандай була күңелгә
1-ый ведущий. У каждого народа есть свои песни, свои таланты и свои музыкальные инструменты. У башкирского народа национальные инструменты – курай, кубыз. Народ сочиняет о них стихи, слагает песни. Слайд 5.
1 чтец. Играла девушка на кубызе, Слайд 6.
В зеленом бисерном камзоле.
Губами нежно прикасаясь,
Струну руками обвила.
Играла резво, мелодично.
Неслась мелодия привычно.
Очистив душу от печали.
Подруги радостно встречали
Кубыз, весну. И молодые
Запели песни озорные.
Наигрыши в исполнении Рахматовой Зили Файзельгаяновны и Хаматова Фингата Магруфовича

2-ой ведущий. Һәр кеше өсөн үҙенең тыуған яғы ҡәҙерле һәм яҡын. Һәр кеше уға һөйөүен үҙенсә белдерә: йырсылар йыр йырлай, шағирҙар шиғыр яҙа. Слайд 7.
2 чтец. Башҡортостан – Тыуған илем,
Һиндә тыуып күкрәп йәшәйем.
Һинең һулыш, тимәк, минең һулыш –
Һинең менән бергә йәшнәйем.
Һәр милләтең һинең матур сәскә,
Тирә-йүнгә сағыу нур сәсә.
Тыныс йоҡлай, тәмле төштәр күрә
Һәр бер сабый, шуға шат әсә.
3 чтец. Һиндә үтә йәнле Ҡоролтайҙар,
Йыр бәйгеһе уҙа төньяҡта.
Оҙон көйҙәр, дәртле ҡурай моңо
Сихри моңға сорнай бар яҡты.
Ҡолас йәйә шиғыр фестивале,
Яҙ һулышы һиҙелә еремдә.
Түҙмәй, тибә ярһып йәш йөрәгем –
Ҡанат елпей илһам күңелдә!

Песня «Башкортостан – ил генәм» в исполнении Кашфуллина Дениса.

1 – ведущий. Большое значении в воспитании любви к родному краю, к родному языку, к обычаям и традициям имеют нородные игры.
2 – ведущий. Халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Уҡытыусы. Давайте поиграем в игру “Спрячь платочек”

1-ый ведущий. Ребята, а знаете ли вы свою республику?Давайте ответим на вопросы.
2-ой ведущий. Что такое суверенитет? (Независимость государства) Слайд 8.
1-ый ведущий. Кто первый президент республики?(Рахимов М.Г.) Слайд 9.
2-ой ведущий. Когда утвержден флаг республики? (25 февраля 1992 года)
1-ый ведущий. Слайд 10.
Три цвета носит флаг республики моей,
Окрашен он самой природой –
Цветок курая золотом на флаге –
Древнейший символ моего народа.
Три цвета на полотнище –
Зелёный, белый, синий.
Цвет синий - это ясность и чистота.
Доброжелательность, спокойствие народа
Как рек башкирских чистая вода.
Цвет белый – миролюбие, открытость.
Здоровье нации, сотрудничать стремленье,
И обретенье силы в суверенном государстве
И гордости национальной пробужденье.
Зеленый – это цвет свободы, вечной жизни,
Как зелены холмы, леса, луга,
Как ветер вольный из степей башкирских,
Ласкает Агидели берега.
Цветок курая – символ дружбы…
А семь соцветий означают семь племен,
Начало положивших единенью
Народов с незапамятных времен.

Песня «Родина» в исполнении Хисамова Джалиля.


2-ой ведущий. Когда утверждены гимн и герб республики? (12 октября 1993 года)

1-ый ведущий. Слайд 11.
Герб Башкортостана
В школе на стене:
Салават Юлаев
На лихом коне.
Солнце освещает,
И герой народный
К миру призывает.
Будущее счастье,
Вечная свобода –
Вот мечты сэсэна
И его народа.
Флаг Башкортостана
И цветок курая,
А вокруг орнамент
На эмблеме края.

Песня «Моя Родина»в исполнении ученицы 8б класса Хусаиновой Юлии.

2-ой ведущий. Сколько городов в республике? (21)
1-ый ведущий. Сколько административных районов в республике? (54)
2-ой ведущий. Сколько национальностей живёт в республике Башкортостан? (более ста)
1-ый ведущий. В Башкортостане в мире и дружбе живут люди самых разных национальностей. Дружба, уважение к культуре и обычаям каждой национальности стали нормами жизни в нашей республике. Сохранить такое отношение между людьми – это долг перед предками. Слайд 12.
2-ой ведущий.
Земля отцов... Былинная земля –
Кормилица, надежда и опора,
Люблю твои привольные поля,
Урманы вековые и озера.
О край любимый – мой Башкортостан!
История земли твоей писалась
Морями слез и кровью горьких ран,
Той кровью,
Что в поля твои впиталась.
Превыше счастья нет для человека –
В согласье жить, крепить покой и мир.
Уже четыре с половиной века
Идем мы вместе – русский и башкир.


1-ый ведущий. Назовите имена выдающихся личностей нашей республики (Загир Исмагилов, Зайнаб Биишева, Радик Гареев, Владимир Белов, Рудольф Нуриев)
2-ой ведущий. Да, в Башкортостане очень много знаменитых людей, в том числе и Караидельский район славится своими звездами.

Абрарова Гульчачак стихотворение.


1-ый ведущий. Назовите государственные языки Республики Башкортостан. (Русский, башкирский)
2-ой ведущий. Башкортостан – один из немногих регионов не только России, но и мира, где преподавание ведется на 14 языках в рамках воскресных школ и на 7 языках ведется постоянное обучение.
1-ый ведущий. Мы гордимся тем, что живем в такой богатой и красивой земле, вырастившей немало гордых, трудолюбивых, талантливых людей. Это благодаря им Башкортостан мог сохранить неповторимый облик, сберечь многогранную культуру десятков национальностей его населяющих.
2-ой ведущий.
Башкортостан, Отчизна дорогая,
Ты для нас священная земля.
С Урала солнце всходит, озаряя
Наши горы, реки и поля.
1-ый ведущий.
Башкортостан — ты наша честь и слава,
Доброй волей, дружбой ты силен.
И стяг твой реет гордо, величаво —
Он свободой, братством окрылен.

Башкирский народный танец 4б класс

2 – ой ведущий.
И все это наш родной край – Башкортостан. И любим мы его не только за достопримечательности и полезные ископаемые, а потому что мы здесь живем, это наша Родина. Мы гордимся ее героями, восхищаемся ее красотой и любим все , что нас окружает – наш Башкортостан.
Сегодня мы говорили о нашем родном Башкортостане, о его бескрайних просторах, о бес численных богатствах, которые нам с вами беречь и преумножать. А самое большое богатство Башкортостана это его люди. И пусть на твоей земле, Башкортостан, всегда процветает мир и дружба, пусть хватит места для всех народов, населяющих этот удивительный край!

Песня «Башкортостан – тыуған илем» исполняют 7бкласс
Давлетзянова Эльмира
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 10 мар 2023, 18:49

След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 0

cron