Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Давлетзянова Эльмира » 10 мар 2023, 18:56

Башҡорт теле көнөнә арналған кисә
«Башҡорт теле – туған телем»
- ( Ҡурай моңо яҙмаһы яңғырай )

1 А.Б. - Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем-
Тәрәнһең , һин,
Айға, көнгә тиңләмәйем-
Гүзәлһең, һин,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө, башҡорт теле-
Атам теле, әсәм теле, минең телем.

2 А.Б.- “Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар,
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар!”

1 А.Б. -Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар! Беҙ бөгөн Башҡорт теле көнөнә арналаған сараға йыйылдыҡ. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.
2 А.Б.- Бар булмышын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған был әҙип, ағастан-ағасҡа ҡунып һайраған һандуғас шикелле, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итте, мәғрифәт яҡтылығы өләшеп, ауыр донъя йөгөн тартыусы хеҙмәтсән халыҡтың хәлен еңеләйтергә тырышты. Халыҡ яҙмышын, халык киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнаған шағир ул.

М.Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!- уҡыусы һөйләй.
1 А.Б.Билдәле булыуынса, Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Башҡорт теленең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙең ҡулда. Башҡорт теле көнө туған телебеҙҙе республиканан ситтә таратыу өсөн мөһим, ул яңы һулыш алырға, башҡортса һөйләшеү мәртәбә ҡаҙанырға тейеш.
-8 се класс уҡыусыһы Кашфуллин Динис башҡарыуында йыр «Башҡортостан-илгенәм”
2 А.Б.- Башҡорт теле- башҡорт халҡының милли теле. Ул аралашыу һәм фекер алышыу хеҙмәтен үтәй.Башҡортостандан тыш башҡорт телендә Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә һәм Көнбайыш Ҡаҙағыстандың ҡайһы бер аймаҡтарында йәшәгән башҡорттар һөйләшәләр икән.
1А.Б.-Башҡортостан күп милләтле республика тип әйтәбеҙ.
Уҡыусылар , беҙҙә нисә милләт вәкиле йәшәй икән?
Нисә тел өйрәнелә?
Республикала уҡытыу нисә телдә алып барыла?
Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр менән һеҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтйәнова Эльмира Йәмил ҡыҙы таныштырып үтер.

Зәйнәп Биишева.”Башҡорт теле”

2 А.Б.-Башҡорт теленең үҙенсәлегенә ғалимдар элек-электән иғтибар иткән. Уны өйрәнеүсе, тикшереүсе, хатта башҡортса һөйләшеүсе рус һәм сит ил ғалимдары, яҙыусылары ла булған.

1 А.Б.-Ундай ғалимдарҙан Василий Катаринский 1892 йылда «Башкорттар өсөн әлифба» төҙөй. Был иң тәүге әлифба була Әлифба ике өлөштән тора, беренсе өлөш башҡортса, икенсеһе рус телендә .

2 А.Б.-Унан һуң, ғалим Александр Бессонов «Башҡорттар өсөн әлифба» төҙөй. Ул йәйәүләп Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарына йөрөп башҡорт халыҡ әкиәттәрен, легендаларын яҙып ала һәм башҡорт теленә һоҡланып, «яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы, бай тел» тигән фекер әйтә. Башҡорт теле буйынса тәүге һүҙлектәрҙе академиктар Иоганн Георги, Петер Паллас, аҙағыраҡ Мирсәлих Биксурин төҙөй.

1 А.Б.Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.

2 А.Б. Хәҙер тел тураһында халҡыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе иҫкә төшөрәйек. Беҙ мәҡәлдәрҙең башын, ә һеҙ аҙағын әйтеп бөтөрөрһөгөҙ.

Һөйҙөргән дә тел, (биҙҙергән дә тел.)
Телен тыйған –( аҡыллы).
Терелткән дә тел, (үлтергән дә тел).
Аҙ һөйләһәң, (күп ишетерһең).
Аҡылы ҡыҫҡаның (теле оҙон.)
Татлы тел (таш ярыр).
Теле барҙың (иле бар.)
Теле ямандың( көнө яман.)
Теле оҫта, (ҡулы ҡыҫҡа)
Тел менән тирмән тарттырып,( онло булып булмай.)
Тел һөйләй, (ҡул эшләй).
Телеңдән килгән (ҡулыңдан килһен).
Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, (ҡулыңды эшкә ҡуш.)
Телеңә урын тапмаһаң,( тешеңә ҡыҫтыр)

1 А.Б.-Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе - халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Шағирҙар – халыҡ теленең иң матур өлгөләрен, байлығын, үҙҙәренең ижадында сағылдырып, халыҡ күңеленә ҡайтарыусылар.

2 А.Б. Башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла Әйҙәгеҙ, уларҙың бер шәлкем шиғырҙарын тыңлап китәйек.

1-се уҡыусы
Әсәм теле – башҡорт теле,
Минең өсөн изге тел.
Туған телемдә hөйләшәм,
Һөйөнә шуға күңел.
Әсә теле белгәндең
Теле матур, бай булыр.
Белмәгәндең белеме
Һәм күңеле һай булыр.

2-се уҡыусы
Йәшен булып ялтлар тел.
Дары булып шартлар тел.
Ҡоштар булып һайрар тел.
Бүре тешен ҡайрар тел.
Ҡояш булып балҡыр тел.
Ҡая булып ҡалҡыр тел.
Йөрәктәргә үтер тел.
Ваҡыттарҙы тетер тел.
Аҡтамырҙай йәйелеп,
Йөрәктәргә үрелер,
Башҡорт тигән йәндәрҙә
Ҡабат-ҡабат терелер!

3-сө уҡыусы
Тел илертә, тел тилертә,
Телдән көслө сара юҡ.
Тел аңлатмаҫ мөғжизә юҡ,
Телдәр үтмәҫ ара юҡ.
Шундай телем - башҡорт теле -
Тиңгә тиң - дәүләт теле.
Халҡым менән бергә тыуған
Меңләгән йылдар элек.
Тел тамыры - ил тамыры,
Телем тамыры тәрән,
Гүйә нескә гөл тамыры,
Уны белеү ҙә кәрәк.
Яҙмышыбыҙ - тел яҙмышы,
Беләм уның хаҡында.
Әгәр телем йәшәй икән,
Йәшәйәсәк халҡым да.

1 А.Б.- Әгәр милләттең теле ҡулланылмай башлаһа, ул юҡҡа сыға. Бының өсөн һуғыш та, ҡан ҡойоу ҙа кәрәкмәй. Телен бөтөрһәң, халыҡтың әҙәбиәте лә, мәҙәниәте лә, ғөрөф – ғәҙәттәре лә бөтә.

2 А.Б.- Башҡорт теле- беҙҙең әсә телебеҙ. Уның моңо, көсө һәм ҡеүәте, шиғри биҙәге һәм тапҡырлығы, булат ҡылыстай үткерлеге, күркәм яңғырашы беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Башҡорт телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы булыуы башҡорт халҡының - тәбиғәткә яҡынлығы хаҡында һөйләй.

8 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр. “Башҡорт телендә һөйләшәм”.

1А.Б.- Күренекле академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың ошондай мәртәбәле һүҙҙәре бар: «Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге». Әҙиптең был һүҙҙәре киләсәк быуынға оло яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡәҙерле аманатты һаҡлау – һәр кемдең бурысы.

2 А.Б.-Туған телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға, уға тоғро булып, һүҙҙәрҙе боҙмайса, саф башҡорт телендә һөйләшергә тейешбеҙ. Быны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, халҡыбыҙ ҙа йәшәр, Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атыр.

1 А.Б.- Бөгөнгө кисәне Рәми Ғариповтың үлемһеҙ шиғыры менән тамамларға тәҡдим итәбеҙ.

Мин халҡымдын сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер кемдән дә телем кәм түгел.
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, -
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

-Ошоноң менән Башҡорт теле көнөнә арналған сарабыҙ тамам, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Давлетзянова Эльмира
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 10 мар 2023, 18:49

Re: Методическая копилка

Сообщение Комарицкая » 08 мар 2023, 04:31

для успешного интеллектуального развития школьников недостаточно наличия хорошо организованной систематической напряженной общеобразовательной работы в школе. Необходимым условием этого является использование научных представлений и методов к проблеме выявления и развития одаренности. По последним данным примерно пятая часть детей в школьном возрасте, то есть 20% может быть отнесена к одаренным детям. Но они, как правило, лишены необходимой для развития их талантов поддержки. И поэтому всего лишь 2-5% от общего числа детей действительно проявляют себя как одаренные. А заниматься одаренными детьми совершенно необходимо. И прежде всего потому, что полное раскрытие способностей и талантов ребенка важно не только для него самого, но для общества в целом. Выявление и специальное обучение одаренных детей долгое время считалось непозволительной роскошью: талант, якобы, настолько очевиден, что сам всего добьется. На деле же все оказывается не столь очевидно. Научные исследования и практика показывают, что развитие таланта может быть задержано и даже загублено на любом этапе развития. Ясно, что необходимо специальное квалифицированное психологическое и педагогическое взаимодействие для решения названных проблем, помощь в развитии талантливой личности
Комарицкая
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 07 мар 2023, 06:34

Re: Методическая копилка

Сообщение Комарицкая » 07 мар 2023, 06:40

Ва- ва- ва тәгәрәй икән арба,
Ма- ма- ма арбаға яҡын барма,
Һы- һы- һы бигерәк матур арбаһы,
Лап- лап, тыңғыр- тыңғыр йыр йырлап,
Һы- һы- һы бараһы ла бараһы.

Да- да- да ҡуян саба урманда,
Ды- ды- ды иңләп- буйлап урманды,
Дә- дә- дә барса бөжәк үләндә,
Ды- ды- ды ҡуян күреп ҡыуанды.

Кәк-күк, кәк- күк, саҡыра кәкүк,
Рүк- рүк, рүк- рүк, туҡтама берүк,
Рәк- рәк, рәк- рәк, саҡыр шәберәк,
Кәк- күк, кәк- күк, ниндәй аяҙ күк.

Һең- һең- һең ҡайҙан ҡайтып киләһең?
Һаң- һаң- һаң ял итеп ал арыһаң,
Һәң- һәң- һәң дәртле баҫып йөрөһәң?
Һең- һең- һең мораҙыңа ирешерһең,
Һәң- һәң- һәң бөтә эшкә өлгөрөрһөң.

Ша- ша- ша Шакир шарға талаша,
Шы- шы- шы ҡыҙыу уйын барышы,
Шә- шә- шә малайҙар шар бәрешә,
Ше- ше- ше уйнай ала һәр кеше.

Һы- һы- һы был Һәҙиәт ҡустыһы,
Һе- һе- һе кемдеке һуң берәүһе?
Һең- һең- һең танып алдым берәүһең,
Һөң- һөң- һөң саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе- һе- һе нисә булды бөтәһе?

Ыж- ыж- ыж һыуыҡ әйтә:”Ыж- ыж- ыж!”
Аж- аж- аж йүгереп йөрөй Гилаж,
Жыу-жыу-жыу елдәр әйтә:”Жыу-жыу- жыу!”
Шыу- шыу- шыу Гилаж тауҙан шыуҙа шыу.

ңө- ңө- ңө ана айыуҙыү өнө,
нө- нө- нө үкерә көнө-төнө,
ңы- ңы- ңы өнө уның өр яңы,
нә- нә- нә япраҡ өйә өйөнә,
ңы- ңы- ңы етер уянмаҫ таңы,
нә- нә- нә һунарсының күҙенә,
ғы- ғы- ғы күренмәй йоҡлар тағы.

Өп- өп- өп эттәр сабыша өрөп,
Өп- өп- өп төндәр буйына йөрөп,
Эп- эп- эп хужаһы еткән,
Эп- эп- эп эте икәнен белеп.

Рә- рә- рә урман буйлап йүгерә,
Ра- ра –ра ҡулын болғап саҡыра,
Рө- рө- рө япраҡ ярған бөрө,
Рө- рө- рө урманда тыныс йөрө.

Са- са- са был бит беҙҙең Миңниса,
Се- се- се Миңниса ярҙам итсе,
Сә- сә- сә әсәйең шалҡан сәсә,
Се- се- се орлоҡтарҙы бирһәңсе.

ҫа- ҫа- ҫа ҡайһылай матур баҫа,
са- са- са тыпырлап күңел аса,
са- са- са дәртләндерәм:”Их асса!”
Са- са- са бейей шулай башҡортса.

Та- та- та Талип тауыҡ ашата,
Ти- ти- ти саҡыра:”Ти- ти- ти”
Те- те- те Талип тағы ем һипте,
Тө- тө- тө Талиптың еме бөттө.

Уа- уа- уа хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы- уы- уы татлы шул шишмә һыуы,
Уа- уа- уа үҙе инде бер дауа,
Уы- уы- уы ялан буйлап атлауы.

Фа- фа- фа тырышып яҙа Сафа
Фе- фе- фе кәкре –бөкрө хәрефе.
ҫа- ҫа- ҫа ручканы ул баҫа
Са- са- са хәрефтәр унан ҡаса.

Һа- һа- һа Һәҙиә айға осһа
Һә- һә- һә ракетала ул елһә
Һы- һы- һы бар бит кире ҡайтаһы
Һе- һе- һе ҡыуанысты бүләһе.
Комарицкая
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 07 мар 2023, 06:34

Re: Методическая копилка

Сообщение Айзиля Баянова » 11 фев 2023, 13:33

Тема : Ғаилә көсө татыулыҡта.
Маҡсат: 1) cифат һәм ҡылымдарҙың һөйләмдә дөрөҫ ҡулланылышын ҡабатлау,
2) уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен һәм логик фекерләүен үҫтереү
3) ғаиләгә ҡарата ихтирам, һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, магнитофон, проектор, компьютер, ҡояш һүрәте.
Дәрес барышы
Ойоштороу моменты : һаумыһығыҙ, ултырығыҙ.
1) 1-се слайд. Артикуляцион-фонетик күнегеү.
Ата-әсә атлап бара,
Уртала бала,
Гүйә ике яр эсендә
Тулҡын сайҡала. ( Әсхәл Әхмәт Хужа)

1) Шиғырҙы уҡыу.
2) Тәржемә итеү.
3)Үҙ аллы уҡыу.
4) 2-3 уҡыусынан уҡытыу.
5) Ҡысҡырып уҡыу.

Һорауҙар: Шиғыр нимә тураһында? Уҡыусылар яуабы.
2) Төп өлөш. Бөгөнгө дәресебеҙ ғаилә темаһына бағышланған.
Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу:беҙ һеҙҙең менән бөгөн ҡылым һәм сифаттарҙы ҡабатлап үтербеҙ,ғаилә тураһында әңгәмәләшербеҙ,картина буйынса эш үткәрербеҙ (һүҙбәйләнештәр,һөйләмдәр төҙөрбөҙ).
Хәҙер экранға иғтибар итегеҙ. 2-се слайдта ике төр гөлләмә бирелгән.

Беренсе һүрәтте тасуирлау: сәскә матур, асыҡ төҫтәр менән буялған, күҙ яуын алып тора, …...
Икенсе һүрәт: гөлләмә һулыған,япраҡтары ҡойола башлаған,сәскәләре лә шиңгән…
Ошо гөлләмәләрҙе ғаилә тип күҙ алдына килтерәйек.
“ Ғаилә ниндәй булырға тейеш “- тигән һорауға яуап биреп китәйек.
-Татыу, берҙәм, бер-береһенә ярҙам итеүсе. Ысынлап та ауырлыҡтарҙы бергә кисереп, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр генә ошо гөлләмә кеүек сәскә атырҙар.
-Был һүҙҙәр ҡайһы һүрәткә тап килә?
-Дөрөҫ әйтәһегеҙ.
“Ғаилә ул гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш ,гөлдө гел генә ҡарап-ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә.” (Т.Сәғитов)
3) Картина буйынса эш.
Ә ғаиләлә кемдәр бар? Һүрәткә ҡарап ошо һорауға яуап бирәйек.
- Атай,әсәй,өләсәй,олатай,балалар.
- Был ниндәй ғаилә?
- Ҙур, татыу.Улар бер-береһенә ярҙам итәләр. Һәр береһе үҙ эшен башҡара.
- Тимәк бер-береңә ҡарата ихтирамлы,ярҙамсыл булырға кәрәк.
- Сифаттың һорауын иҫкә төшөрөп китәйек.
- Ниндәй?
4) Ял минуты. Музыка яңғырай.
Беҙ, беҙ,беҙ генә,
Бармағыбыҙ төҙ генә.
Ҡул ҡанатын ҡағабыҙ,
Сәпәкәйләп алабыҙ.
Билдән артҡа бөгөләбеҙ,
Шунан инде сүгәләйбеҙ.
Тағы ҡанат ҡағабыҙ,
Тәрән һулыш алабыҙ.
Ултырабыҙ шым ғына,
Һәм уҡыйбыҙ тын ғына. (2 тапҡыр)

5) Картина буйынса эште дауам итеп таблица тултырыу(үҙ аллы эш). Дәфтәргә яҙыу.
Атай ҡойма ҡуя,теҙә, эшләй, төҙөй
Әсәй һыйыр һауа
Олатай нимә эшләй? утын яра
Өләсәй ем бирә

-Уҡыусылар, ҡылым һөйләмдең ҡайһы өлөшөндә килгән ?Ни өсөн?
-Эйе, дөрөҫ, аҙағында. Ҡылым һәр ваҡыт эйәнән һуң, һөйләмдең аҙағында килә.
-Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап була?
-Нимә эшләй? Нимә эшләне? Нимә эшләйҙәр? Һ.б.
Быны иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
6) Текст өҫтөндә эш.
Беҙҙең ғаилә ҙур. Ғаиләлә өс кеше. Беҙҙең ғаиләлә һәр кем үҙ эшен яратып башҡара. Атайым- төҙөүсе. Ҡалалағы һәр өсөнсө йортто төҙөүҙә ул ҡатнашҡан. Әсәйем- уҡытыусы. Ул балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Мин 5-се класта уҡыйым.Беҙҙең мәктәп өс ҡатлы,ҙур һәм яҡты.
1. Үҙ аллы уҡыу.
2. Сылбырлап уҡыу,
3. тәржемә итеү.
4. Ҡылымдарҙы табыу.
5. Сифаттарҙы табыу.
7) Йомғаҡлау.
Таҡтала ҡояш һүрәте бирелгән.
Ә уның нурҙарын уҡыусылар таҡтаға сығып ҡуялар,яҙылған һүҙҙәрҙе тәржемә итәләр.
Нурҙарҙа яҙылған һүҙҙәр: татыу,берҙәм,матур,бәхетле,ярҙамсыл,ныҡлы,сәләмәт.
Тимәк,ғаиләлә бөтәһе лә яҡшы булһын өсөн ошо сифаттарға эйә булырға кәрәк. Мин дә һәр ғаиләлә именлек булыуын теләйем.
8) Баһалау.
9) Өй эше: ғаилә тураһында өс мәҡәл яҙып килергә.
Айзиля Баянова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 фев 2023, 12:05

Re: Методическая копилка

Сообщение Айзиля Баянова » 11 фев 2023, 13:32

МИНЕҢ ОЛАТАЙЫМ

Шәп кеше ине минең олатайым!
Был һүҙҙәремде уҡығас, харап, ҡайһылай маҡтана, кемдең олатаһы насар икән, тип асыуығыҙ килеүе бар. Тик мин үҙ олатайымды бер ҙә һеҙҙең олатайығыҙҙан өҫтөн ҡуйырға уйламайым. Сөнки, беренсенән, беҙ, малайҙар, бөтәбеҙ ҙә олатайҙарыбыҙҙы үлеп яратабыҙ; икенсенән, олатайымдың бүтәндәрҙән һис тә артыҡ ере юҡ: уртаса кәүҙәле, бөтә ғүмере урман эшендә йөрөп үткәс ни, тәненә лә, йөҙөнә лә йүнләп ит ҡунмаған, елкәһе лә тарамыш ҡына, эйәге осонда сал төшкән һирәк һаҡал да танауы аҫтында ҡырма мыйыҡ. Әммә бына ҡулдары бер ҡарауҙа уҡ хәтерҙә ҡала: ғәжәп ҙур һәм һәлмәк улар, игәүҙәй ҡужырмаҡ усы минең башымды тимер шәпкә кеүек ҡаплай ҙа ҡуя. Уның бына-бына һытылып китерҙәй күгелйем ҡан тамырҙары сыймаҡланған ана шул ҙур, ауыр ҡулын биленә ҡуйып, аҙ ғына алға иңкәйә биреп, һалмаҡ аҙымлап китеп барғанына ҡараһам, олатайым бер ҡасан да, хатта малай сағында ла йүгереп йөрөмәгән, бөтә ғүмер юлын шулай әкрен генә, һуҙа баҫып атлап үткән кеүек тойола.
(152 һүҙ) (Н.Мусиндан)
Айзиля Баянова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 фев 2023, 12:05

Re: Методическая копилка

Сообщение Илюза Вахитовна » 29 ноя 2022, 17:54

Беҙҙең синыф
Минең исемем _________ , фамилиям ________ . Мин ___ – сы мәктәптең ___ синыфында уҡыйым. Беҙҙең мәктәп ___ ҡатлы, ________ һәм ________. Бөтәһе ____ синыф, ___ уҡыусы, _____ уҡытыусы. Беҙҙең мәктәп _____ йылда асылған. Тиҙҙән уңа ____ йыл буласаҡ.
Мәктәп директорының исеме _________ ________ ________ . Ул _________ фәненән уҡыта. Синыф етәксеһе - _______ ________ _________. Ул ________ фәненән уҡыта.
Мәктәптә иң яратҡан кабинетым – ___________ кабинеты. Иң яратҡан уҡытыусым- ________ ________ _________. Яратҡан дәрестәрем - ________ , _________ , _________ .
Беҙ мәктәптә _________ , ________ , ____ _________ байрамдарына кисәләр үткәрәбеҙ.
Был мәктәптә уҡыуым менән ғорурланам.
Илюза Вахитовна
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 29 ноя 2022, 14:48

Re: Методическая копилка

Сообщение khadisaishem@mail.ru » 28 ноя 2022, 19:23

Рефлексия – уҡытыуҙың һөҙөмтәлелегенә ирешеү өсөн хеҙмәт итә торған сара.
Дәрес рефлексияһы ул - уҡыусыға шәхес булараҡ йүнәлтелгән уҡыусы һәм уҡытыусының уҡыу процесын камиллаштырыуҙа мөмкинлек биреүсе уртаҡ эшмәкәрлек.
Рефлексияның бер нисә төрө билдәле.
I. Йөкмәткеһе буйынса рефлексия өс төрлө булыуы мөмкин: символик, тел, яҙма.
Символик –уҡыусы символдар менән отметка ҡуя. Тел – бала үҙенең уйҙарын бәйләнешле әйтә ала, хис-тойғоларын һүрәтләй. Яҙма – иң ҡатмарлыһы, күп ваҡыт ала; уҡыу материалының тулы бүлеген йәки ҙур теманы өйрәнеп бөткәндән һуң үткәреү урынлы.
II. Эшмәкәрлектең формаһы буйынса рефлексия: коллектив, төркөмдәрҙә, фронталь, шәхси.
Тап ошо тәртиптә балаларҙы был эш төрөнә өйрәтеү уңайлы.
Тәүҙә – бөтә класс менән, унан –төркөмдәрҙә, һуңынан – ҡайһы бер уҡыусыларҙан һорау. Был уҡыусыларҙы үҙ өҫтөндә үҙ аллы эшләргә әҙерләй.
Рефлексияның бер нисә төрөн айыралар: тел, шәхси, интеллектуаль, эмоциональ.
Ваҡыт категорияһы ла рефлексияның төрөнә тәьҫир итә: ситуатив, ретроспектив, проспективҡа бүлеп йөрөтәләр. [4, с. 438-448.]
Айырым шарттарҙан сығып, уҡытыусы уҡыусы менән бәйләнештә кешенең дүрт сфераһының асылын яҡтыртыусы рефлексияның бер төрөн ҡуллана:
1) физик (өлгөрҙө-өлгөрмәне)
2) сенсор (комфорт- дискомфорт)
3) интеллектуаль (аңланы-аңламаны)
4) рухи(яҡшы-насар яҡҡа үҙгәреү) [7, с. 153].
Әгәр физик, сенсор һәм интеллектуаль рефлексияларҙы индивидуаль, төркөмдәрҙә үткәрергә мөмкин булһа, рухи яҡлап рефлексияны - фәҡәт яҙма, индивидуаль, һөҙөмтәһен иғлан итеүһеҙ үткәрелә.
Шулай итеп, рефлексия:
1)эшмәкәрлектең теоретик формаһы, шәхси эшмәкәрлектең алымдарын, маҡсатты, йөкмәткене асыусы фекерләү ысулы булып(интеллектуаль рефлексия);
2)кешенең эске хәлен сағылдырыусы (сенсор рефлексия);
3)үҙ-үҙеңде танып белеү тора.
khadisaishem@mail.ru
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2022, 18:39

Re: Методическая копилка

Сообщение khadisaishem@mail.ru » 28 ноя 2022, 19:20

Рефлексия – уҡытыуҙың һөҙөмтәлелегенә ирешеү өсөн хеҙмәт итә торған сара.
Уҡыу эшмәкәрлегенең йөкмәткеһе һәм һөҙөмтәһенең рефлексияһы уҡыу материалы менән рациональ эшләү ысулы һәм алымдарын эҙләргә, төшөнөргә мөмкинлек бирә. Был рефлексияны дәрес аҙағында ҡулланып һәр баланы һәр этапта баһаларға мөмкин.
Уның төрҙәре киң билдәле: «Баһалау баҫҡысы», «Уңыш диаграммаһы», «Эссе», төрлө Портфолиолар, «Үҙеңә хат», «Ҡаҙаныштар бите».
Ғәҙәттә, дәрес аҙағында, йомғаҡлау үткәргәндә, нимә белгәндәре, нисек эшләгәндәре тураһында фекер алышалар. Һәр кем дәрес башында ҡуйылған маҡсатҡа ирешеүгә күпме өлөш индереүен, активлығын, кластың эффектив эшләүен, мауығыусанлығын, һайланған дәрес формаһының файҙаһын баһалай. Балалар сылбыр буйынса, түбәндәге фразаларҙың береһен һайлап, бер һөйләм менән фекерҙәрен әйтәләр: …ҡыҙыҡ булды, ..ауыр булды, …эшләй алдым, …мине ғәжәпләндерҙе.
Тағы ла «плюс-минус-ҡыҙыҡлы» күнегеүен ҡулланып, һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим ителә:
- Эш төрөнөң формаһы оҡшанымы?
- Үҙ эшеңдең нәтижәһе менән ҡәнәғәтһеңме?
- Дәрес файҙалы үттеме?
Дәрес аҙағында балаларға ҙур булмаған анкета тәҡдим итергә мөмкин:
Мәҫәлән:
I. Дәрестәге эшегеҙҙең һөҙөмтәһен анализлағыҙ:
1. дәрестең маҡсатын аңланым:
А) эйе; б) юҡ; в) өлөшләтә.
2. Дәрестә нимә ауыр булды?
А) таблиц төҙөргә; б) кәрәкле терминды табырға; в) икенсе яуап.
3. Ҡайһы эштә күп хата ебәрҙегеҙ?
А) тексты анализлағанда; б) таблица төҙөгәндә.
II. Дәрестәге эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
А)эйе; б) юҡ.
III. Ҡәнәғәтһегеҙ, ни өсөн?
Әгәр ҡәнәғәт түгелһегеҙ, бәлки:
1. Борсолдоғоҙ. Ни өсөн?
2. Үткән дәрестәрҙә алған белем етмәне.
3. Кәйеф насар.
4. Уҡытыусы аңлатҡанды аңламаным.
5. Класташтар ҡамасауланы.
Үҫтереүсе уҡытыу системаһы балаларҙың төрлө йүнәлештә эшләүен күҙ уңында тота: индивидуаль, төркөмдә, коллектив. Уҡыусыларға төркөмдәрҙә нисек эшләүен күрһәтеү өсөн эш процесын, һөҙөмтәһен түбәндәге алгоритм буйынса анализларға була:
1. Эш барышында үҙ-ара мөнәсәбәт нисек йоғонто яһаны?
2. Үҙ-ара мөнәсәбәттә ниндәй стиль өҫтөнлөк алды?
3. Эш барышында төркөмдөң берлеге һаҡландымы?
4.Төркөмдә кем һәм нимә төп ролде уйнаны?
Шулай итеп, дәрестәге рефлексив – баһалау эшмәкәрлеге дәрестә өйрәнгән яңы йөкмәткене билдәләргә, дәрестәге үҙ эшмәкәрлегеңде баһаларға, киләһе уҡыу эшмәкәрлегенең йүнәлешен аныҡларға мөмкинлек бирә. Уҡыусыларҙы актив эшмәкәрлеккә ҡушыу маҡсаты менән уҡыуҙарҙы яңыса ҡулайлы ойоштороуҙа эффектив үҙ-ара бәйләнеш педагогка балаларҙың эшмәкәрлеген анализларға һәм баһаларға юл ҡуя.
khadisaishem@mail.ru
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2022, 18:39

Re: Методическая копилка

Сообщение khadisaishem@mail.ru » 28 ноя 2022, 19:14

Ишемгулова Х.А.
учмтельница башкирского языка МОБУ СОШ с.Новофедоровское
Башкортостан, Стерлитамакский район

Рефлексия – уҡытыуҙың һөҙөмтәлелегенә ирешеү өсөн хеҙмәт итә торған сара.

Хәҙерге белем биреү концепцияһының приоритет маҡсаты булып шәхестең үҙ алдына белем алыуы, үҙен үҙе тәрбиәләүе, үҙ алдына үҫеше тора.
Шунлыҡтан хәҙерге заман талаптарына тура килгән дәрестең бер мәсьәләһе булып уҡыусының уҡырға өйрәнеү һәм нигеҙ сығанағы булараҡ танып белеү ихтияжы, уңышлы уҡырға әҙер булыуын белдереүсе үҙ эшмәкәрлегенә рефлексив тикшереү тора.
Әгәр ҙә уҡыусы уҡыуҙың маҡсатын, уның кәрәклеген аңлаһа һәм һәр аҙымы аңлы, аңлайышлы булһа, ул дәрестә актив ҡатнаша.
Дәрестә үҫешеү мөхите булдырыуҙа мотлаҡ шарт булып рефлексия этабы тора.
Федераль дәүләт стандарттары талаптары буйынса ла рефлексия этабы дәрес төҙөлөшөндә мотлаҡ этап, дәрес аҙағында үткәрелергә тәҡдим ителә.
Был осраҡта уҡытыусы - ойоштороусы, ә уҡыусылар төп ҡатнашыусылар вазифаһын үтәй.
Рефлексия нимә өсөн кәрәк һуң?
Әгәр ҙә уҡыусы бирелгән теманы ни өсөн өйрәнеүен, киләсәктә ул уға ниңә кәрәк буласағын; ошо дәрестә ниндәй маҡсатҡа ирешергә кәрәклеген; дөйөм эшкә ниндәй ҡушымта индерә аласағын аңлаһа; үҙенең һәм класташтарының эшен адекват баһалай алһа; уҡыу-уҡытыу процесы уҡыусы, уҡытыусы өсөн дә ҡыҙыҡ һәм еңел була.
Баланың үҫеше белем алыу барышында үҫә тип, фаразлана. Үҫеш процесы үҙ алдыңа белем алыу, үҙ алдыңа үҫеште үҙ эсенә ала. Рефлексияһыҙ үҫеш процесы ла юҡ.
Рефлексия XXI быуатта кәрәк булған кешеләге өс мөһим сифатты (һыҙатты) үҫтерергә ярҙам итә: үҙаллылыҡ, булдыҡлылыҡ, көнәркәшлеккә һәләтлек.
Үҙаллылыҡ. Уҡытыусы уҡыусы өсөн түгел, ә уҡыусы үҙенең мөмкинлектәренән сығып, үҙ эшмәкәрлегенең активлыҡ самаһын, яуаплылығын билдәләй, үҙе шәхси юлдар һайлай.
Булдыҡлылыҡ. Уҡыусы аңлай: яҡшыраҡ булһын өсөн хәҙер, ошонда тотонорға кәрәк. Әгәр уңышһыҙлыҡҡа осраһа өмөтһөҙлөккә бирелмәй, хәлен баһалап, яңы шарттарҙан сығып, үҙе алдына яңы маҡсат һәм бурыстар ҡуя, уларҙы уңышлы үтәй.
Көнәркәшлеккә һәләтлек. Нимәнелер башҡаларҙан яҡшыраҡ эшләй, теләһә ҡайһы ситуацияла ла(хәлдә) нәтижәлерәк эш итә.
Һәр бер кеше уңышлы килеп сыҡҡан эшен шатлыҡ менән башҡарғанын беҙ бик һәйбәт беләбеҙ. Әммә һәр бер эшмәкәрлек ауырлыҡтарҙы еңеүҙән башлана. Рефлексив кешеләрҙең беренсе ауырлыҡтан беренсе уңышҡа юлдары байтаҡ ҡыҫҡараҡ.
khadisaishem@mail.ru
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2022, 18:39

Re: Методическая копилка

Сообщение khadisaishem@mail.ru » 28 ноя 2022, 19:10

5-се синыф өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
Исемең;
Фамилияң;

1 .Башҡорт телендә нисә хәреф?
а) 33
б) 42
в) 32
г) 41
2. Бирелгән исемдәргә һорау бирегеҙ һәм ике бағанаға айырып яҙығыҙ.

Атай, бесәй, әтәс, шыршы, урам, айыу, бала, ат, ручка, ҡуян, кеше.

3. Бирелгән исемдәргә күплек ялғауын ҡушығыҙ.

Урам... , дәфтәр... ,китап... ,сәскә... ,атай... ,ҡош... , кеше... ,һыу... ,эш... ,ҡала... ,компьютер... .

4.Бирелгән һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ.

Азат ҡурайҙа уйнай. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы – Ағиҙел. Минең әсәйем магазинда эшләй. Булат быйыл бишенсе синыфта уҡый. Беҙҙең синыфта егерме биш уҡыусы.

5. “Тәртипкә килтер” уйыны

Яратам, аш, ашарға, мин. Дуҫ, минең, урамында, Аврора, йәшәй.

6. Ҡалын һуҙынҡылар - ...
нәҙек һуҙынҡылар - ...

7. Сифат булған юлды күрһәтегеҙ.

а) Һыу, мәктәп, уҡыусы;
б) ултыра, ҡарай, йөрөй;
в) бер, егерме, ун;
г) ҙур, ҡыҙыл, матур.

8. Арыҫлан, кеше һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртегеҙ.

9. “Кем күп һүҙҙәр таба?” уйыны.

Кейем-һалым: ...
Ҡоштар: ...
Хайуандар:...
Йәшелсә:...
Ағастар: ...
Уҡыу әйберҙәре: ...

10.Башҡортостан Президенты кем?

11.Башҡортса сыҡҡан гәзит-журналдарҙы һанап сығығыҙ?
khadisaishem@mail.ru
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2022, 18:39

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1