Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Модераторы: Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф.

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Закирова Л. Р. » 05 дек 2017, 03:39

Экология темаһына дәрес конспекты.
Тема . М.Кәрим “Урманда” (дәрес –сәйәхәт)
Маҡсат. Хикәйәнең йөкмәткеһе менән таныштырыу, төп фекерҙе асыҡлау, телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, экологик тәрбиә биреү.
Йыһазлау. Слайдтар, һүрәттәр.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу моменты.
II.Психологик комфорт тыуҙырыу.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар,
-Һаумы, ҡояш,
-Һаумы, дуҫым!
-Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
-Бер- беребеҙгә йылмайышып, яҡшы кәйеф менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.
III.Уңыш ситуацияһын ойоштороу.
Өй эшен тикшереү. Яуаптарын баһалау. Өй эшенә йомғаҡ яһау.
IV.Уҡыу ситуацияһын ҡуйыу.
-Уҡыусылар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Әлфиә килгән. Ул беҙҙе экскурсияға саҡыра. Һеҙ экскурсияла, сәйәхәттә йөрөргә яратаһығыҙмы? (яуаптар). Әйҙәгеҙ, бергәләп сәйәхәткә сығайыҡ. Әлфиә беҙгә күстәнәскә ребус алып килгән. Ребустың яуабын тапһағыҙ, беҙ ҡайҙа сәйәхәт итәсәгебеҙҙе беләсәкбеҙ (ребус сисеү).
,, 1,2,…10 Һ-М ,,, (Урманда)
V.Уҡыу ситуацияһының сиселеше.
- Бөгөн беҙ М. Кәримдең “Урманда” хикәйәһен уҡып, үҙебеҙҙе урманда тип хис итәрбеҙ. Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙып ҡуйығыҙ. Сәйәхәткә барғанда беҙгә юлды Әлфиә күрһәтеп барасаҡ.
а) Иң башта һүҙлек эше үткәреп алайыҡ. Ошо һүҙҙәрҙе һүҙлектәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
Һүҙлек һүҙҙәре: йәшәй башланым, бәшмәк, сырылдай, баҙнат итмәне, ғүмер, ҡаҡ, ҡайнатма (аңлатыу).
- Ошо һүҙҙәрҙе һүҙлектәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
б) Яҙыусы тураһында белешмә биреү (Слайд)
- Мостай Кәрим - Башҡортостандың халыҡ шағиры. Ул 1919 йылда 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған . Тыуған ил, Башҡортостан, уның тәбиғәте, кешеләре , балалар тормошо тураһында яҙған әҫәрҙәрен ололар ҙа, уҡыусылар ҙа яратып уҡыйҙар.
в) -Уҡыусылар, урманда нисек йөрөргә кәрәк? (яуаптар). Эйе, урманда ҡысҡырып, үләндәрҙе тапап, сүп ташлап йөрөргә кәрәкмәй. Урманда нисек итеп аҙашмаҫҡа? Барған юлда билдәләр ҡуйып барырға кәрәк. Беҙ ҙә билдәләп барырбыҙ һәм кирегә ҡайтаһы юлды тиҙ табырбыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалайыҡ.
г). 1- се туҡталыш. Тексты өлөштәргә бүлеп уҡыу.
- Әлфиә юлда нимәне осратты? (Күбәләк). Әйҙәгеҙ, беренсе туҡталышты
“Күбәләктәр” тип билдәләйбеҙ. (Таҡтаға күбәләк һүрәтен эләм.) Дәфтәрегеҙгә туҡталыштың исемен яҙып ҡуйығыҙ. Күбәләктәр тәбиғәткә матурлыҡтан башҡа, файҙа килтерәләрме? (яуаптар). Улар үсемлектәрҙе һеркәләндерәләр, ебәк туҡыма өсөн еп эшләйҙәр. Күбәләктәр ҡоштарҙың яратҡан ризығы. Беҙҙең яҡ тәбиғәтендә ниндәй күбәләктәр йәшәй икән? (слайдтан күбәләк һүрәттәрен ҡарау).

гөлйемеш күбәләге кесәрткән күбәләге елкәнле сыбар күбәләк



2-се туҡталыш. Тексты уҡыу.
-Был юлы Әлфиә нимәне өҙмәксе булды ? (Сәскә) Был туҡталышты нисек атарбыҙ? (Сәскәләр рәсемен уҡыусы таҡтаға йәбештерә). Туҡталышты яҙып ҡуябыҙ. Баҫыу, урман сәскәләренең ниндәй файҙаһы бар? (Тәбиғәткә матурлыҡ бирәләр, дарыу уләндәре, нектар бирәләр, малдарға бесән була). Һеҙ ниндәй сәскәләр күргәнегеҙ бар?(Яуаптар) (Слайд) .

алтын шөңғөр баҫыу кәнәфере күк сәскә
-Арып киттегеҙ, ахыры. Сәйәхәттә йөрөгәндә көстө йыйып, һаҡлап йөрөйҙәр. Сәскәләр янында ял итеп алайыҡ .
Ял минуты.
Бер эйелә, бер бөгөлә,
Аҡ сәскә наҙлы елгә (ян яҡҡа эйелеү)
Ҡояшты ла онотмай (ҡулдарҙы билгә ҡуйып кәүҙәне әйләндереү)
Уны күҙәтә гел дә (төрлө яҡҡа ҡараныу).
3-сө туҡталыш. Тексты дауам итеп уҡыу.
- Әлфиә нимә йыйырға булды? (Бәшмәк). Туҡталышты “Бәшмәктәр” тип билдәләйбеҙ. Дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ. (Бәшмәк рәсеме эләләр.) Ниндәй бәшмәктәр беләһегеҙ? (аҡ, ерән, баллы, ҡайын бәшмәге). Бәшмәктәрҙе урманда йыя беләһегеҙме? (Яуаптар). Эйе, яй ғына бысаҡ менән төптән ҡырҡып алалар. Йәш, ҡортламаған, үҙең белгән бәшмәктәрҙе генә йыйырға кәрәк, юҡһа ағыуланыу ихтималы ҙур. Ағыуланған кешенең ашҡаҙанын йыуҙырып, беренсе ярҙам күрһәтергә һәм 03 номеры менән врач саҡыртырға кәрәк (слайд).

ерән бәшмәк себен бәшмәге аҡ бәшмәге
4-се туҡталыш. Тексты уҡып бөтөрөү.
- Әлфиә был юлы нимәләргә тап булды? (Еләктәр). Нисек билдәләйбеҙ туҡталышты? (Еләктәр). Яҙып ҡуйҙыҡ (таҡтаға еләк һүрәте йәбештерәбеҙ). Урманда үҫкән ниндәй еләктәрҙе беләһегеҙ?(Ҡура еләге, ер еләге, ҡайын еләге, бөрлөгән, көртмәле). (Слайд) Еләктәр менән ҡоштар, бөжәктәр, хайуандар туҡлана. Унда бик күп витаминдар, фруктоза бар.

ҡайын еләге ҡара еләк ҡыҙыл бөрлөгән
д) - Сәйәхәтебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хикәйәнең моделен төҙөйөк.






Ошо схема буйынса хикәйәнең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен хәтергә төшөрәйек.
е) - Алған тәҫьораттарыбыҙ менән бүлешәйек.
- Хикәйәнең авторы кем? (М. Кәрим)
- Төп геройҙың исеме нисек? (Әлфиә)
- Автор нимә әйтергә теләгән? (Тәбиғәтте яратырға, һаҡларға).
VI.Йомғаҡлау. Рефлексия.
- Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ, нимәләр белмәй инегеҙ? Эйе, тәбиғәттә бар нимә лә йәнле, бөтәһе лә гармонияла.
- Ә тағы нимәләр тураһында белергә теләр инегеҙ? (Ағастар, таштар, хайуандар, урманға экскурсияға һ.б.)
VII.Баһалау.
VIII.Өй эше.
Хикәйәне тасуири уҡып килергә, теләге булғандарға хикәйә буйынса һүрәт төшөрөргә.
Закирова Л. Р.
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 19:35

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Алия Сахиулловна » 04 дек 2017, 20:10

Экологик белем нигеҙендә кеше менән тәбиғәттең мөнәсәбәтен өйрәнеү, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу, һаҡлау һәм тергеҙеү алымдары ятһа, экологик тәрбиә маҡсаты иһә тирә-яҡ мөхитте аңлы ҡабул итеүҙе формалаштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың кәрәклегенә инандырыуға дөрөҫ йүнәлеш биреү тора. Экологик тәрбиәле, белемле кеше аңлы рәүештә тәбиғәтте дөрөҫ файҙалана, ҡуллана, һаулығы хаҡында ҡайғырта, халҡын хөрмәт итә, илен, ерен, тыуған йортон, туған тәбиғәтен ярата, уны һаҡлай. Мәҫәлән,Урал батыр эпосында Урал батыр кеше түгел, ә барлыҡ тереклек, тәбиғәт мәңге йәшәргә тейеш тигән һығымтаға килтерә, тере һыу менән ул тәбиғәткә мәңгелек йәшәүҙе бүләк итә. Башҡорт халыҡ ижадында бындай миҫалдар бик күп, тик уларҙы уҡыусыларға дөрөҫ һәм аңлайышлы итеп еткерергә кәрәк.
Алия Сахиулловна
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 27 сен 2012, 02:30

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Marina Shagieva 1969 » 04 дек 2017, 17:40

Творчески подходя к каждому уроку и используя материалы для экологического образования и воспитания, можно знакомить учащихся с проблемами природопользования, привлечь их внимания к практической деятельности сбережения природы в родном крае, а в дальнейшем и в стране.
Marina Shagieva 1969
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 18:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гулфира » 04 дек 2017, 16:23

Шәхесте төрлө яҡлап үҫтереүсе сараларҙың береһе -тәбиәғәт менән аралашыу, экологик белем нигеҙҙәрен формалаштырыу. Мәктәптә был эш буйынса экологик темаға класс сәғәттәре үткәреү; ата-әсәләр менән эш, тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, яҙ айҙарында шишмә буйҙарында субботниктар үткәреү; был темаға төрлө конкурстар иғлан итеү( рәсем конкурстары) тора. Шулай уҡ мәктәпкә, класс сәғәттәренә врачтарҙы кунаҡҡа саҡырыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә,сөнки экология һәм һаулыҡ, экология һәм туҡланыу тығыҙ бәйләнештә тора. Уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә коллективта ижади эштәр аша тормошҡа ашырыла. Мәктәп янындағы баҡсаларҙа ағастар, сәскәләр, түтәлдәр тәрбиәләп үҫтереү ҙә бала күңеленә матур орлоҡтар һала. Был эште класс етәкселәре, биология, география уҡытыусыларынан тыш, беҙ тел уҡытыусылары ла алып барабыҙ.
Гулфира
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2017, 07:18

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Асылбаева Гульфия » 04 дек 2017, 09:57

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар! Бик күп ҡыҙыҡлы ғына дәрес өлгөләре, кластан тыш саралар, викториналар теркәлгән ине. Артабан дәрестәремдә уларҙы ҡулланырмын,тип уйлайым. Ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар һәм әлегесә әүҙем булыуығыҙҙы теләйем!
Асылбаева Гульфия
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 15 ноя 2017, 14:05

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Кужабаева » 03 дек 2017, 18:28

Теләк булғанда туған тел һәм әҙәбиәтенең һәр дәресендә тиерлек экология проблемаһын яҡтыртырға мөмкин. Хәҙерге заманда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хаҡында күп һөйләйбеҙ, гәзит-журналдарҙа ла был теманы яҡтыртҡан материалдар бик күп. Дәрестәрҙә шул мәҡәләләрҙе ҡулланырға мөмкин. Миңә М.Бураҡаеваның кәңәштәре бигерәк тә оҡшай. "...Былар бит барыһы ла кеше ҡулы менән эшләнә. Вазифалы һәм вазифаһыҙ, бейек һәм тәбәшәк, бөйөк һәм башҡалар ҡулы менән. Ул бәндәләр ҙә ҡасандыр сабый булғанһәм ике ҡулы ике етәктә- атаһы менән әсәһен етәкләп тәбиғәткә ял итргә сыҡҡан. Ошо саҡта уҡ сабый күңеленә тәбиғәткә һөйөү уята башларға кәрәк. Һөйөү уятыуҙы тегегә теймә, быны тапама, тигән тыйыуҙан түгел, ә матурлыҡты аңлатыуҙан башлау яҡшы. Ҙур ағастың мөһәбәтлеген күрһәтеүгә ҡарағанда, бәләкәй генә үҫентене күрһәтеү, ипле генә итеп һыйпатыу, шул үҫентенең ҙур буласағын, шуның өсөн ҡәҙерләргә кәрәклеген, сәскәләрҙең төрлөлөгөн, был матурлыҡтың күңел сафландырыу сараһы булыуын, ғөмүмән, матурлыҡтың күңел дауаһы, сәләмәтлек сығанағыикәнлеген һәм башҡаларҙы аңлатырға кәрәк. Баланың бәләкәй саҡта үҙаллы булыу теләге иҫ китмәле көслө була, шуға ла ярамай тип тыйған һайын, ул киреһен эшләүсән. Тәбиғәттең бала күңеленә яҡын мәлдәрендә, күңеле тартылып торған йән эйәләре аша һөйөү уятырлыҡ ҡарһүҙҙәр ҙә һөйләнелһә, уғата яҡшы булыр. Бәләкәйҙән тәбиғәт йәнле булып үҫкән бала уға(тәбиғәткә) ҡарата хилафлыҡ эшләй алмайҙыр. Башҡорт халҡы балаға тәбиғәтте кеше кеүек үк йәнле тип өйрәткән. Шуға ла ул тәбиғәткә ҡарата үтә лә һаҡсыл булған,-"тип яҙа ул үҙенең "Арғымаҡ" китабында.
Кужабаева
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 02 дек 2017, 07:30

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зиннат Альбина » 03 дек 2017, 18:02

Экологик проблемалар-кешелекнең иң мөһим проблемаларының берсе. Кеше элек-электән табигать белән тыгыз бәйләнештә яшәгән. Табигать безнең туган йортыбыз, ләкин табигатьнең кешегә биргән байлыклары мәңгелек түгел. Хәзерге заман укучыларына шуны ничек аңлатырга? Әлеге “интернет-чоры” балаларына туган җиребезнең матурлыгын күрә белергә һәм аны сакларга тырышырга кирәк икәнлеген ничек төшендерергә? Бу сораулар һәр укытучыны, бигрәк тә тел һәм әдәбият укытучыларын, ныграк борчыйдыр...
Бу мәcьәләне чишүдә безгә, әлбәттә, беренче чиратта матур әдәбият дәресләре ярдәмгә килә, чөнки әдәбият дәресе - ул төп тәрбия чарасы булып хезмәт итә. Бер яктан заман үз таләпләрен алга куя. Хәзер дәресләрдә бик еш информацион-комьютер технологияләрен кулланабыз, әмма ләкин Сүз көчен, әңгәмә кору алымнарын укучының фикерләү сәләтенә ныграк йогынты ясавын, сүзнең бик тә үтемле тәрбияви чара булуын онытмаска кирәктер.
Элек мәктәпләрдә “Экология” дәресләре укытыла иде, кызганыч, хәзерге мәктәп программаларында алар юк. Шуңа карамастан, һәр укытучы үзенең дәресләрендә эклогик тәрбия бирүне дә күз уңында тота, дип уйлыйм. Татар-башкорт әдәбиятында туган җирне ярату, аны хөрмәт итү, табигать хазиналарына сакчыл караш чагылдырган әсәрләр, шигырьләр байтак. Мәсәлән, М. Әмирнең “Агыйдел”, И. Юзеевның “Гашыйклар тавы”, Р. Мөхәммәдиевнең “Беренче умырзая”, М Җәлилнең “Бакчачы”, Г. Бәшировның “Туган ягым-яшел бишек”, Р.Фаизов “Ә җидә тереклек бармы?” һәм башка бик күп әсрләрне, шигырь-поэмаларны атарга булыр иде.
Шулай ук, тел дәресләрен дә, укучыларның яшь үзенчәлекләрен искә алып, экологик проблемаларның көн саен очрый торган әйберләрдән башлау уңышлы. Әйтик, авыл тирә-ягындагы чишмәләр, урман-аланнарның, елга - күл буйларының торышы, гаиләдә чүпне ничек юкка чыгаралар, балалар үзләре урамда чүп ташламыймы - шундый темаларга әңгәмә кору да бик үтемле. Дәресләрдә изложение һәм диктантлар өчен текстлар сайлаганда табигать байлыклары, аларның кешегә файдасы кебекләрне яздыру да отышлы. “Безнең як кошлары (җәнлекләре), “Безнең як дару үләннәре” кебек рефератлар язу да бик файдалы. Экология темасына рәсемнәр, я булмаса берәр әсәрдә эклогия темасына карата иллюстрацияләр төшерү, алардан күргәзмә ясау да укучыларга кызык.
Шулай ук, безнең үзенчәлекле гәүһәр гореф – гадәтләребез дә бик яхшы әхлаки - экологик тәрбияви чара булып торалар. Мәсәлән, “Карга боткасы”, “Уңыш бәйрәме”, “Сөмбелә” һ.б. бәйрәмнәр халкыбызның табигый көчләргә баш июен, табигатькә хөрмәт белән каравын, аны яратуын, саклавын кузаллый.
Әлбәттә, экологик тәрбия бирү алымнары байтак, һәм һәр укытучы аны үз тәҗрибәсеннән, үз сәләтеннән чыгып билгели. Җиребезнең табигый байлыкларының чын хуҗасы тәрбияләү- безнең иң кирәкле бурычларыбызның берсе, һәр туган тел һәм әдәбият укытучысының шуны искә алып, үз эшен дөрес оештыруына ышанам.
Зиннат Альбина
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 15:32

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гильмуллина Альфида » 03 дек 2017, 14:34

Балаларҙы экологик белем менән ҡоралландырыу, уларҙа тәбиғәтте яратыу хистәре тыуҙырыу, уға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ауыл һәм ҡала кешеләре өсөн уңышлы киләсәк тәьмин итәргә мөмкинлек бирәсәк.
Кесе йәштән бирелгән бындай тәрбиә, һис шикһеҙ, уларҙың киләсәк томошона ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Беҙ быға ышанабыҙ. Балалар йөрәк менән һиҙергә тейеш; тәбиғәтте һаҡламаһаҡ - илдең киләсәге булмаҫ!
Гильмуллина Альфида
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 29 ноя 2017, 15:19

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Шарафутдинова З.Т. » 03 дек 2017, 10:27

Кешенең тәбиғәткә йоғонтоһо көсәйеү менән тирә-йүндең бысраныуы артты. Тупраҡтың уңдырышлылығы кәмене, ашамлыҡтарҙың сифаты насарайҙы. Ҡайһы бер төр үҫемлек һәм хайуандар донъяһы вәкилдәре бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Халҡыбыҙҙың “Ашланған ер аш бирер” тигән һүҙҙәрен генә алайыҡ. Был ергә ниндәй мөнәсәбәт булырға тейешлеккә ишара.
Шарафутдинова З.Т.
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 15:52

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Садыкова Г. М. » 02 дек 2017, 20:45

Тәбиғәт яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Урмандарҙы иҫәпһеҙ киҫеү, йылғаларҙы, күлдәрҙе бысратыу, унда ау менән балыҡ тотоу, урманда ҡош-ҡортҡа һәм кейеккә һунар итеү тыйыла. Йылға, күл буйҙарында, ҡырҡылған урмандарға ағас ултыртыу, улар ҡоромаһын, яҡшы үҫһен өсөн төрлө саралар күреү мотлаҡ. (Н.Мусиндан)
- тексты уҡыу;
- текстан берлек һәм күплек һандағы исемдәрҙе табыу;
- исемдәрҙең һанын, килешен билдәләү;
- текст буйынса парҙар, төркөмдәр менән эш, әңгәмә ойоштороу: һеҙ, уҡыусылар, тәбиғәтте һаҡлау өсөн тағы ниндәй саралар тәҡдим итер инегеҙ.
Садыкова Г. М.
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 16:47

След.

Вернуться в Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2

cron