Гильмуллина Альфида » 29 ноя 2017, 15:38
Халҡыбыҙҙың меңәр йылдарға һуҙылған тарихына күҙ һалһаҡ, тыуған яҡ, изге төйәк йәшәү урыны ғына түгел, йәшәү сығанағы, белем һәм тәрбиә өлкәһендәге төп «дәреслек» хеҙмәтен дә үтәгән.
«Башҡорт урман эргәһенән барһа – урмандар тураһында, тау буйлап барһа – тау тураһында, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән , ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра»,-тигән Башҡортостанды өйрәнеүсе рус ғалимы Р.Г. Игнатьев. Был һүҙҙәрҙә халыҡтың үҙ тыуған төйәген идеаллаштырыуын, изгеләштереүен, рухи донъяһы менән бәйләнеүен күрәбеҙ. Ул ғына ла түгел, Башҡортостандың һәр төбәге, үҙәге, тауы, йылғаһы, туғайы, үҙәне, уйһыуы халыҡтың үткән тормошон сағылдырған легендаға, йырға, бәйеткә бәйле тарих һаҡлай. Борон-борондан өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәренән кеселәргә шундай фәһемле тарихты һөйләгәндәр, уларға тыуған ер, төбәк тураһында белем биргәндәр, шул урынға ҡарата һөйөү тәрбиәләгәндәр, һәр ерҙең үҙенә генә хас матурлығын күрергә өйрәткәндәр. Халыҡ тарихы уның ижады аша ер-һыу атамаларына, фольклор материалдарына бәйле рәүештә тәрбиә һәм белем сығанағына әүерелгән.
Мин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, ерле материалды файҙаланып, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләргә, уның тарихына, ер-һыу атамаларының килеп сығышына иғтибар бүлергә тырышам.
Минең ҡарашҡа, бөгөнгө көндә был бик актуаль, сөнки халҡыбыҙ йәшәгән урынын, килеп сығышын, тарихи үҫеш юлын, мәҙәни дәрәжәһен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола-ҡанундарын, тормош-көнкүрешен, дини ышаныуҙарын, географик мөхит менән тарихи бәйләнешен асыҡларға тейеш. Барлыҡ төр географик берәмектәрҙе өйрәнеү, халҡыбыҙҙың борондан ҡулланып килгән тел ынйыларын берәмтекләп барлау, телдең хужаһы булған халыҡ тарихын объектив тикшереү һәм яҙыу өсөн баһаһы булмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.
Атамалар тураһында һөйләшкәндә балаларга үҙҙәренең ауылындағы ер-һыу атамаларын миҫалға килтерәләр. Ә ни эшләп улай атала икән тигән һорау бирһәм, күбеһе белмәй. Мин уҡыусыларға теге йәки был атаманың килеп сығышын оло быуын кешеләренән һорашып, яҙып алырға ҡушам.
Ер-һыу атамалары дәрестәрҙе йәнләндерә, уҡыусыға өҫтәлмә материал бирә, Тыуған илгә, ергә һәм үҙ теленә һөйөү тәрбиәләй, тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныу уята, балаларҙың тәбиғәткә ыңғай ҡарашын үҫтерә, телмәр мәҙәниәтен тулыландыра. Бигерәк тә башҡорт мөхитендә тыуып үҫмәгән, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп етмәгән уҡыусылар өсөн топонимдар үҙенсәлекле һәм файҙалы материал булып тора. Мин үҙем Нөгөш йылғаһы бассейнының топонимдар һүҙлеген төҙөнөм.
Дәрестәрҙә башланған экологик тәрбиә, дәрестәрҙән һуң да дауам итә. Уҡыусылар тәбиғәткә арнап шиғырҙар, мәҡәләләр яҙалар.