Телмәр – баланың фекерләүен үҫтереүҙә төп сара. Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмдәрҙе һүҙҙәргә, һүҙҙәрҙе ижектәргә, ижектәрҙе өндәргә тарҡатыу һәм, киреһенсә, өндәрҙән ижектәр, ижектәрҙән һүҙҙәр, һүҙҙәрҙән һөйләмдәр, һөйләмдәрҙән текст төҙөү кеүек эштәр фекерләү операцияһын тәшкил итә. Тел дәресендә хәтерҙе, ижади фекерләүҙе, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү маҡсатында төрлө картиналар, әҙәби текстар туплау; тәртибе боҙолған шиғырҙы йыйыу; төрлө һүҙ төркөмдәрен сағыштырыу; ребус, йомаҡ сисеү; образлы сағыштырыу (йомаҡ, мәҡәлдәр); иллюстрацияға аңлатма кеүек эш алымдарын ҡулланырға була.
Ишетеү һәләтен үҫтереү, ишеткәнеңде төшөнөү, һүҙ әйтелешен камиллаштырыу өҫтөндә эшләү ҙә һөҙөмтәле аҙым. Балаға үҙ телмәрен тыңлап, башҡалар менән сағыштырырға, хаталарҙы төҙәтеп, дөрөҫ әйтергә, һөйләргә өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн телмәрҙе диктофонға яҙҙырып үҙҙәренә тыңлатыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Вәсимә Галануровна, эшегеҙҙә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләүегеҙ туған тел уҡытыуҙа уңышлы алым булыуын раҫлай. Был һеҙҙең уҡыусыларығыҙ өлгөһөндә лә күренә.