Задать вопрос

Ответить
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Задать вопрос

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Хамидуллина Ольга писал(а):Хәйерле кис хөрмәтле коллегалар һәм Әхәт Ғәлим улы! Мин дә интернет-педсоветҡа бер нисек тә инә алмайым. Логин менән паролде дөрөҫ түгел тип тик тора.
Һаумыһығыҙ! Интернет-педсовет форумында яңынан ошо форумға ингәндәгесә теркәү үтергә кәрәк. Бөтә операциялар ошондағы кеүек үк. Элек инеп тә онотолған булһа, яңы эл почта, яңы логин менән теркәү үтегеҙ.
Хамидуллина Ольга
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 20 сен 2016, 18:32

Re: Задать вопрос

Сообщение Хамидуллина Ольга »

Хәйерле кис хөрмәтле коллегалар һәм Әхәт Ғәлим улы! Мин дә интернет-педсоветҡа бер нисек тә инә алмайым. Логин менән паролде дөрөҫ түгел тип тик тора.
Хамидуллина Ольга
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 20 сен 2016, 18:32

Re: Задать вопрос

Сообщение Хамидуллина Ольга »

Хөрмәтле курстарҙы ойоштороусылар! Хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы! Әлеге ваҡытта дистанцион курстарҙа уҡыйым. Эштең ойошторолоуы миңә бик оҡшай, бөтә темаларҙы ҡабатлап үттем, үзем өсөн бик күп кәрәкле материал алдым, белемемде тирәнәйттем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләүселәргә ҙур рәхмәт.
Гүзәл
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 19 сен 2016, 17:20

Re: Задать вопрос

Сообщение Гүзәл »

Һаумыһығыҙ Әхәт Ғәлим улы!!! Призентациялар ебәрергә мөмкинме ул һәм нисегерәк ебәрергә була??? Ойошторған курстарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, үҙемә күп кенә бай мәғлүмәттәр тупланым. Һеҙгә эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйем!!!
Гүзәл
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 19 сен 2016, 17:20

Re: Задать вопрос

Сообщение Гүзәл »

Һаумыһығыҙ хөмәтле коллегалар!!! Минең өс һорауым бар ине. Ярҙам итмәҫһегеҙ микән.
1.Быйылғы уҡыу йылынан башҡорт теленән башланғыс синыфтарҙа түңәрәктәр үткәрелә башланы ниндәй программаға таянып эш программаларын төҙөргә икән???
2. Башҡорт теленән рус мәктәптәрендә рус уҡыусылары өсөн яңы программалар бармы икән ул(ФГОС түгел)???
3.Һәм шулай уҡ ФГОС буйынса. Булһа программаларҙы ҡайҙан алырға мөмкин икән???
Regin@25
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 27 сен 2016, 10:43

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларға рухи-әхла

Сообщение Regin@25 »

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү.
Бөгөн Рәсәй Федерацияһы ҡабул иткән Мәғәриф тураһындағы Закондың 9-сы статьяһының 1-се пунктына ярашлы, мәктәптә балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә төп норматив документтарҙың береһе булып Төп дөйөм белем биреү программаһы тора. Уға уҡыу планы, һәм предмет буйынса эш программаһы, баланы рухи һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү һәм үҫтереү йүнәлештәрен йөкмәткеһен билдәләүсе һәм башҡа бүлектәр инә. Программала мәктәптең көндәлек йәшәү нормалары, үҙенә генә хас уҡытыу-тәрбиә үҙенсәлектәре, яңы эш алымдары, инновацион технологиялар индереү саралары, ата-әсәләр менән эш төрҙәре һәм педагогтарҙың профессиональ кимәлен күтәреүгә бағышланған йүнәлештәр, мәктәпте матди яҡтан йыһазландырыу юлдары сағылдырыла. Шулай итеп, программа мәктәптең төп законы (конституцияһы) ролен үтәй.
Яҡынса төп дөйөм белем биреү программаһы мотлаҡ 9 бүлектән торорға һәм мәктәптең уҡыу-тәрбиә процесын тулы асып бирергә тейеш.
9 бүлектең алтынсыһына рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреү программаһы инә. Унда балаға социаль-әхлаҡи төшөнсәләрҙе аңлатыу, уларҙың үҙенсәлектәрен төшөндөрөү ?әм көндәлек тормошта ҡулланыу нигеҙҙәрен һалыу бурысы булып тора. Был бүлеккә баланы тирә-йүнде танып-белеү, мәғлүмәт менән эш итә алыу, аң-белем үҫтереү, тыуған еренә, халҡына, теленә һөйөү тәрбиәләү аша кәрәкле кеше итеп үҫтереү бурысы ҡуйылған. Ул үҙен Рәсәй Федерацияһының гражданины итеп тойоп, халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмаған, үҙ тамырҙарын белгән, яҡындарын, ғаиләһен ҡайғыртҡан көслө рухлы шәхес булып үҫергә тейеш.
Әхлаҡи тәрбиә биреү – кешелек донъяһы алдында торған иң мөһим проблемаларҙың береһе. Кешенең әхлағы булмаһа, ул үҙе лә, уның тирә-яғындағылары ла бәхетһеҙ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндө был проблема көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала килә. Йәмғиәтебеҙ социаль һәм иҡтисади үҙгәрештәр кисергән заманда, шәхестең белемлелеге менән тәрбиәлелеге араһында бәйләнеш өҙөлдө кеүек.
Балаларҙың, үҫмерҙәрен үҙ-үҙҙәрен тотоштарындағы тупаҫлыҡтар, кешеләр менән аралашыуҙарындағы кәмселектәр һәммәбеҙне борсой. Мәғлүм, кешене яман эштәрҙән белемлелек түгел, бәлки әхлаҡ тәрбиәһе, әҙәплелеге, намыҫлылығы һаҡлай. Әхлаҡ менән әҙәбиәт бергә булғанда ғына уҡытыусы көтөлгөн уңыштарға ирешә ала. Әҙәбиәт уҡытыуҙа ниндәй ҙә булһа уңыштарға ирешеү өсөн уҡытыусыға педагогика, методика, әҙәбиәт белеме ҡаҙаныштарын белеү мөһим.
Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балаларына башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуға программа уҡыу-уҡытыу бурыстары менән бер рәттән түбәндәге бурыстарҙы ҡуя:
1. Балаларҙы башҡорт әҙәбиәте, халыҡ ауыҙ-тел ижады, башҡорт халҡының йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте менән танышыу.
2. Халыҡ тарихын һәм мираҫын өйрәнеү аша йәш үҫмерҙәргә Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм, ғөмүмән, кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек тәрбиәләү.
Аңлашыла. Был бурыстар айырым-айырым күрһәтелһәләр ҙә, үҙ-ар тығыҙ бәйләнгәндәр. Улар берҙым уҡыу-уҡытыу процесында тормошҡа ашырылалар, сөнки дәрестә белем биреү, шәхес формалаштырыу менән бергә бәйләп алып барыла.
Әҙәбиәт дәрестәренең төп маҡсаты – әҙәби әҫәрҙәрен матурлығын күрә белергә, эстетик һәм интеллектуаль ләззәт алырға өйрәтеү. Бының менән генә сикләнмәйенсә, шул уҡ ваҡытта әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың донъяуи күҙаллауҙарын аңлау-фекерләү һәләтен үҫтереү, әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатын да оноторға ярамай.
Программаға әҫәрҙәр киләсәк йәш быуынды мәрхәмәтле, шәфҡәтле, тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлаусы һәм яратыусы, бөтә кешелектең ыңғай сифаттарына эйә булған, милләт мәнфәғәтен яҡларҙай кеше итеп тәрбиәләү бурыстарын күҙ алдында тотоп һайлаған.
Уҡыусыларға рухи, милли һәм әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙә, уларҙы халҡыбыҙға хеҙмәт итерҙәй шәхес булараҡ формалаштырыуҙа әҙәбиәт дәреслектәрендә бирелгән әҫәрҙәрҙең роле ҙур. Йәш быуынға милли йәшәү рәүешен еткереүҙә, уның үҙаңың үҫтереүҙә,был йүнәлештә аҙымдар яһауға әҙерләүҙә әҙәбиәт мөһим тотҡа булып тора.
Һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәт кеше рухына, йәненә айырыуса йоғонто яһай.
Һәр сәнғәт төрөнөң үҙ матурлығы булған кеүек, матур әҙәбиәттең үҙенә генә хас матурлығы бар. Был – әҙәби образ, уның рухи донъяһы, һүрәтләү саралары. Әҙәби әҫәрҙәр ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Әҫәрҙә һүрәтләнгән әхлаҡисифаттар уҡыусыға ыңғай тәъҫир итә, унда ыңғай характер сифаттары тәрбиәләй, йәшәү мәғәнәһен аңлата, тормошҡа әҙерләй.
Әҙәби әҫәрҙе бөтә тәрәнлеге, сәнғәтлелеге, ҡаршылыҡтары менән өйрәтергә кәрәк. Һәр дәрес ул уҡытыусының ижади эше. Дәрестең уңышлылығы өсөн уҡытыусы менән уҡыусы араһында үҙ-ара аңлашыу, хеҙмәттәшлек булыуы ла мөһим.
Һәр дәресемдә тәрән белем биреү менән бер рәттән, уҡыусыларымда кешелеклелек, рухи яҡтан дөрөҫ, бай, башҡа милләттәргә ҡарата хөрмәт хистәрен, толерант шәхес тәрбиәләү өлкәһендә эш алып барырға һәм әҙәби әҫәрҙәр йоғонтоһонда үҙ-үҙеңде әҙәпле тотоу күнекмәләре формалаштырырға тырышам. Дәреслектә бирелгән әҫәрҙе уҡығандан һуң, уҡыусыларҙы фекер йөрөтөргә, үҙ фекерҙәрен ҡурҡмайынса әйтергә, иҫбат итергә өйрәтәм. Йыш ҡына Һеҙ бик матур уйлайһығыҙ, фекер йөрөтәһегеҙ. Бындайҙарҙың күңелендә насарлыҡ булмаҫ йәки Ҡайҙа ғына булмаһағыҙ ҙа, ниндәй генә эштәр эшләһәгеҙ ҙә яуаплылыҡ тойоғоҙ. Хөрмәт ҡаҙанып йәшәргә хәҙерҙән өйрәнегеҙ тигәнерәк фекерҙәрем менән уҡыусыларҙың күңелдәрен күтәрәм, ҡәнәғәтлек хистәре тәрбиәләре тырышам.
Әҙәбиәт дәрестәре әҫәрҙәр өйрәнеү менән бер рәттән халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре, халҡыбыҙҙың йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте өлкәһендә мәғлүмәт биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ошо маҡсаттан сығып әҙәбиәт уҡытыусыһы һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, яңы алымдар, формалар ҡулланып, һәр дәресен уҡыусыларҙың күңелдәренә уйылып ҡатырлыҡ итеп ойошторорға тейеш.
9-сы класта программа буйынса Башҡортостан театрҙары тигән тема өйрәнелә.Был дәресемдең уңышы юғары булһын өсөн, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры арстистарының биографияһы менән яҡындан таныштырам. Уларҙың портреттарын күрһәтәм. Театрҙың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләйем. Төрлө образдарҙың тарихы буйынса мәғлүмәт бирәм. Күп кенә уҡыусыларыбыҙ был театрға барып спектаклдәр ҙә ҡарағандары бар. Әлбиттә, улар ҙа тәъҫораттары менән теләп уртаҡлашалар. Салайат Юлаев киноһын ҡарап,СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың талантына ғашиҡ булдылар уҡыусылар.
Шул уҡ класта Башҡорт милли аштары темаһын үткәндә, халҡыбыҙҙың Милли аштарының сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын бәйән итәм.
Кластан тыш саралар үткәргәндән һуң,табын ҡороп ошо ризыҡтар менән һыйланған саҡтарыбыҙ ҙа күп.
5-се класта Йыл миҙгелдәре темаһын үткәндә экскурсия яһайбыҙ. Тирә-яҡты күҙәтәбеҙ, матурлыҡты күрә, һаҡлай белергә өйрәнәбеҙ.
Уҡыусылар 5-6 кластарҙа мәҡәлдәр, әкиәттәр аша хеҙмәттең шатлыҡ һәм илһам сығанағы икәненә төшөнә.
Уҡыусыларҙа тыуған тәбиғәтебеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә Абдулһаҡ Игебаев, Фаҡиһа Туғыҙбаева шиғриәте, Н. Мусындың романдары ҙур роль уйнай. Яҡташыбыҙ Ф.Туғыҙбаева, Ҡ. Аралбаев, Б.Ноғоманов, Р.Шаммас менән осрашыуҙар бик фәһемле үтте.
Бына шундай юлдар, саралар, формалар аша уҡыусыларымда намыҫлылыҡ, тоғролоҡло булыу, кешеләрҙе яратыу, яуаплылыҡ, шәфҡәтлелек, инсафлылыҡ кеүек әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышам мин.
Ғәбдрәхимова Р.З Ғафури урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Regin@25
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 27 сен 2016, 10:43

Re: Задать вопрос

Сообщение Regin@25 »

Башҡорт теле дәрестәре буйынса бик күп дәреслектәр, эш дәфтәрҙәре, әҙәбиәт Һ.Б. , ә ҡыҙғанысҡа ҡаршы дәрестәрҙе бәтәрәләр. Йылдан йыл дәресьәр кәмәй. Ни өсөн?
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Задать вопрос

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Багаутдинова Альмира писал(а):Хөрмәтле курстарҙы ойоштороусылар!Әлеге ваҡытта дистанцион курстарҙа уҡыйым. Эштең ойошторолуы миңә бик оҡшаны: үзем өсөн бик күп кәрәкле материал алдым, белемемде тәрәнәйттем.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләүселәргә ҙур рәхмәт. Тик Интернет-педсоветҡа инеп булмай ҙа ҡуя.
Һаумыһығыҙ! Интернет-педсовет форумына инеү өсөн ошо форумға инеү өсөн үткән теркәү процедураһын тағы ла бер тапҡыр үтергә кәрәк. Һәм шулай уҡ логин-пароль менән инеп үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙа алаһығыҙ. Ике форумда ла бай эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ, коллегаларыбыҙ өсөн бик файҙалы булыр ине.
narkasik1
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 19 сен 2016, 17:16

Re: Задать вопрос

Сообщение narkasik1 »

Һаумыһығыҙ коллегалар! 9-сы лекцияның " Дәрестең яңы белем биреү стандарттары буйынса дәрестнең технологик картаһын " бик оҙаҡ уйлап, эшләп ултырҙым,үҙем буталып бөттөм,сөнки беренсе тапҡыр эшләп ҡараным. Әлбиттә,күп ваҡыт талап ителә.Рәхмәт.
ahmadrahimova_liana
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 23 сен 2016, 15:20

Re: Задать вопрос

Сообщение ahmadrahimova_liana »

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле форумда ҡатнашыусылар! Мин Шакирова Г.И. фекере менән килешәм. Технологик картаны тултырыу өсөн бик күп ваҡыт талап ителә. Мин уның әһәмиәтен әле аңлап етмәйем.Ябай план яҙғанда үҙеңә күберәк , мөһимерәк мәғлүмәт йыйаһың.
һәр дәрескә яҙған технологик картаны баҫтырылған вариантта булырға тейешме, әллә электрон вариантта ла яраймы ?
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»