Методическая копилка
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методическая копилка
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән(рус телле мәктәптәр өсөн) район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары
7-Р-2017
1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?
а) 36;
б) 27;
в) 21;
г) 42.
2. “Ел бер аҙ баҫыла төштө, ... бөтөнлөй үк туҡтаманы” (Н. Мусин) һөйләмендә нөктәләр урынына тейешле теркәүесте яҙ:
а) ләкин;
б) бәлки;
в) ә;
г) әммә?
3. “Шунан ҡалған-боҫҡанынан үҙемә лә аҙ-маҙ өлөш сығарырмын” (З. Биишева) һөйләмендәге сығарырмын ҡылымы ниндәй заманда килә?
а) хәҙерге заман;
б) киләсәк заман;
в) шаһитһыҙ үткән заман;
г) шаһитлы үткән заман.
4. “Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ” . Мәҡәлдәге исемдәр ниндәй юл менән яһалған?
а) аффиктар өҫтәү юлы менән;
б) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән;
в) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән;
г) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән.
5. Бөгөн иртәнсәк беҙ Ғиниәтулла ағайымдарҙы оҙатырға станцияға килдек (Й.Солтанов) һөйләмендә рәүеште табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ:
а) төп;
б) ваҡыт;
в) урын;
г) күләм-дәрәжә.
6. Нимә ул «ҡарһүҙ»?
а) «ҡар» һәм «һүҙ»ҙән яһалған ҡушма һүҙ;
б) боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы;
в) әкиәт жанрының икенсе төрлө атамаһы;
г) халыҡ ижадының дөйөм атамаһы.
7. «Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ... » Был юлдар ҡайһы йырҙан?
а) «Урал»;
б) «Эскадрон»;
в) «Буранбай»;
г) «Ҡаһым түрә».
8. М. Аҡмулланың тыуған ауылын, районын билдәләгеҙ.
а) Ҡырмыҫҡалы районы, Ибраһим ауылы;
б) Өфө районы, Тирмән ауылы;
в) Белорет районы, Сермән ауылы;
г) Миәкә районы, Туҡһанбай ауылы.
9. Мостай Кәримгә «Башҡортостандың халыҡ шағиры» исеме ҡасан бирелә?
а) 1981 й.;
б) 1999 й.;
в) 1964 й.;
г) 1941 й..
10. Рәшит Ниғмәтиҙең «Йәйге ямғыр» шиғырында төп һүрәтләү сараһын билдәләгеҙ.
а) антитеза;
б) сағыштырыу;
в) эпитет;
г) йәнләндереү.

2016/2017 УҠЫУ ЙЫЛЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕНӘН
РАЙОН КИМӘЛЕНДӘ УҘҒАРЫЛҒАН ОЛИМПИАДА ӨСӨН ТЕСТ ҺОРАУҘАРЫ
11 – Б – 2016
1. Бревно – бүрәнә, книга – кенәгә, крупа – көрпә һүҙҙәрендә ниндәй фонетик күренеш күҙәтелә?
а) протеза в) элизия
б) редукция г) эпентеза
2. Уңышһыҙлыҡ һүҙенең морфемалар составын билдәләгеҙ:
а) уңыш - һыҙ – лыҡ; в) уңышһыҙ – лыҡ;
б) уң - ыш – һыҙ – лыҡ; г) уңыш – һыҙлыҡ.
3. Эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә тороуын йәки бәйләүес менән килеүен талап итһә, бындай бәйләнеш …
а) ярашыу тип атала;
б) башҡарылыу тип атала;
в) йәнәшәлек тип атала;
г) һөйкәлеү тип атала.
4. Бер составлы һөйләмдәр араһынан эйәһеҙ һөйләмде билдәләгеҙ:
а) Ерҙәген күберәк күреү өсөн ерҙә йөрөргә кәрәк бит. (М. Кәрим);
б) Шулай бер көн беҙгә йөк ташырға ҡуштылар. (Р. Солтангәрәев);
в) Көн буйы яуған ямғыр кискә ҡарай ҡапыл туҡтаны. (М. Кәрим);
г) Күңелендә уларға айырым бер хөрмәт, ныҡлы ышаныс һаҡлай. (Һ.Дәүләтшина).
5. Ҡайһы яуап һөйләмдәрҙә өтөрҙөң дөрөҫ ҡуйылыуын күрһәтә?
а) Асыҡ, йәшел япраҡтары менән, тирәк ултыра, ә тирәһендә, сирень ҡыуаҡтары үҫкән.
б) Унан ары ике яҡлап, ваҡ тирәктәр теҙелгән, ә арыраҡ ҡарағат ҡыуаҡтары, алмағастарҙың тигеҙ сафтары китә.
в) Буҙансы батыр мең аршынлы арҡандың бер осон ҡыуалға бәйләне лә, шул арҡанға тотоноп, ер аҫтына төшөп китте.
г) Ҡарышманы йырсы, һораған һайын, сәхнәгә сыҡты, залда береһенән береһе матурыраҡ, йырҙар яңғыраны.
6. Уның бөтә әҫәрҙәрендә лә тәбиғәт темаһы яҡтыртылған. Хәҙерге ваҡытта башҡорт урманының үткәне, хәҙерге хәле, киләсәге, уның яҙмышы менән борсолоп, урмандың аяуһыҙ ҡырылыуын милләт фажиғәһе итеп күрһәтергә ынтыла яҙыусы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәбиғәтте һаҡлау проблемаһын күтәреп сыҡҡан әҙип.
а) Р.Бикбаев; в) М.Кәрим;
б) Н.Мусин; г) Р.Ғарипов.
7. Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Салауат батыр” әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?
а) хикәйә; в) драма;
б) повесть; г) шиғыр.
8. Ысын тормоштағы конкрет кешеләрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың, күп төрлө күренештәрҙең әҫәрҙә дөйөмләштереп күҙ алдына баҫтырылған сағылышы … тип атала.
а) портрет; в) пейзаж;
б) герой; г) образ.
9. З.Биишеваның драматик поэмаһын атағыҙ:
а) “Тылсымлы ҡурай”; в) “Йырҙарым”;
б) “Яҡтыға”; г) Мөхәббәт һәм нәфрәт”.
10. Ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
Сәстәренә ҡунған көмөш кенә
Ишаралай ғүмер үрҙәренә.
а) эпитет; в) сағыштырыу;
б) метафора; г) йәнләндереү.

10 – Б – 2016
1. Тәҡдим ителгән омонимдар араһынан омофондарға тап килгән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:
а) гүзәл – Гүзәл;
б) бойоҡ – бойоҡ;
в) ҡаш – ҡаш;
г) һөҙмә – һөҙмә.
2. Сит телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн, артыҡ һуҙынҡы өн һүҙҙең уртаһына ҡуйылыу күренеше ... тип атала
а редукция
б сингармонизм
в эпентеза
г протеза.
3. Һинең турала күпме йыр йырланған, күпме маҡтау һүҙе әйтелгән. (Ә. Вахитов). Һөйләмдә ҡылымдың ниндәй йүнәлештә килеүен билдәләгеҙ:
а) төп йүнәлеш;
б) йөкмәтеү йүнәлеше;
в) ҡайтым йүнәлеше;
г) төшөм йүнәлеше.
4. Ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән һүҙ һөйләмдә эйә була алмай?
а) исем:
б) ҡылым;
в) рәүеш;
г) һан.
5. Тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылмаған һөйләмде билдәләгеҙ:
а) Кешенең йөҙө лә, кейеме лә, рухы ла, уйҙары ла матур булырға тейеш. (А.Чехов);
б) Кеше күңеле бит шулай яратылған һәр саҡ яҡтыға, матурлыҡҡа ынтыла. (Н.Мусин).
в) Институтты тамамлағас, Камил Урта Азияла газопровод төҙөлөшөндә эшләне.
г) Беҙҙең урмандарҙа һәм яландарҙа, баҡсаларҙа һәм парктарҙа бер ҡасан да ҡоштар тауышы тынмаһын.
6. Ҡәҙерша, Һөйөндөк, Ҡыраубикә, Вася, Наташа образдары Д. Юлтыйҙың ниндәй әҫәренән?
а) “Ҡан”; в) “Шинель”;
б) “Ҡарағол”; г) “Ҡан баҙары”.
7. Фәһемле бер хәл-ваҡиғаны, күренеште йәки уй-фекерҙе образлы һәм йыйнаҡ итеп тасуирлаған кескәй жанр ... тип атала.
а) хикәйәт; в) нәҫер;
б) парса; г) хикәйә.
8. Түбәндәге шиғыр юлдары ниндәй авторҙыҡы?
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан- тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.
а) М.Ғафури; в) Ш.Бабич;
б) Р.Ғарипов; г) Р.Бикбаев.
9. Тажетдин Ялсығолдоң «Тарихнамәи Болғар» әҫәрендә ниндәй ырыу шәжәрәһе бирелгән?
а) Ҡыпсаҡ; в) Тамъян;
б) Үҫәргән; г) Әйле.
10. Тәнҡитле реализм методы башҡорт әҙәбиәтендә ҡасан башлана:
а --се йылдарҙа;
б XX быуат башында;
в XIX быуаттың тәүге яртыһында;
г) XIX быуат аҙағында.

9 – Б – 2016
1. Һуҙынҡы өндәрҙең ҡыҫҡарыуы йәки бөтөнләй төшөп ҡалыуы нисек атала?
а) элизия; в) протеза;
б) редукция; г) эпентеза.
2. Түбәндәге һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулы ниндәй: урмансы, ҡышҡы, йәшлек, киске.
а) фонетик; в) морфологик;
б) лексик-семантик; г) лексик-синтаксик.
3. Өҙөктөң стилен билдәләгеҙ: Рельеф – ер өҫтө формаларының төрлө һыҙатланышы, күләме, сығышы, йәше һәм үҫеше буйынса йыйылмаһы. Ул йыйылма ерҙең ҡалҡыулыҡтарынан һәм уяларынан барлыҡҡа килә. Ул тауҙар системаһынан, тигеҙлектәрҙән, океандарҙағы түбәнлектәрҙән, һырттарҙан, тау араларындағы уяҙҙарҙан, ҡырлаларҙан, уйпаттарҙан, ҡалҡыулыҡтарҙан, йырындарҙан һәм үҙәндәрҙән тора.
а) матур әҙәбиәт стиле; в) публицистик стиль;
б) фәнни стиль; г) рәсми стиль.
4. Ҡапыл ғына уҡытыусым әйткән һүҙҙәр иҫкә төштө. Ҡушма һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
а) ябай һөйләм;
б) теҙмә ҡушма һөйләм;
в) эйәртеүле ҡушма һөйләм;
г) күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм.
5. Уртаҡ ҡылымдар ниндәй категориялар менән үҙгәрә?
а) заман, зат менән; в) зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ менән;
б) зат менән; г) бер нисек тә үҙгәрмәй.
6. Әҫәрҙең айырым өлөштәренең үҙ-ара бәйләнештә бер бөтөн итеп ойошторолоуы … тип атала.
а) сюжет; в) ваҡиғалар үҫеше;
б) композиция; г) конфликт.
7. ... Алтын тояҡ, ҡурғаш ял,
Һай, күк толпар, күк толпар (Башҡорт халыҡ ижады). Һөйләмдә ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
а) метафора; в) сағыштырыу;
б) эпитет; г) йәнләндереү.
8. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында ниндәй йырау образы кәүҙәләндерелә?
а) Һабрау; в) Ерәнсә;
б) Байыҡ; г) Ҡобағош.
9. Түбәндәге өҙөк ҡайһы яҙыусының ниндәй әҫәренән алынған?
«Һай, был януар тигәнең! Тәғәйен генә йәшәр төйәге булмағас, уның ҡайҙа барып туҡтарын этем беләме ни? Һолтанбай эҙенә төшкән айыу ҙа тау-урмандар аша һалдырып китеп тик бара, әйтерһең, артынан эҙәрлекләп килеүҙәрен белә»
а) Ә.Вахитов “Ир ҡанаты”; в) Ғ.Хөсәйенов “Һуңғы тарпан”;
б) Н.Мусин “Йыртҡыс тиреһе”; г) Р.Өмөтбаев “Атлы башҡорт”.
10. “Ауылда байрам. 30-сы йылдар”, “Өс ҡатын”, “Һабантуй” картиналарының авторын билдәләгеҙ:
а) Р.Нурмөхәмәтов; в) Ҡ.Дәүләткилдеев;
б) Ә.Ситдиҡова; г) Ә.Лотфуллин.

Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар
Маҡсат: М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү, бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү ; омонимдар тураһында төшөнсә биреү.
Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты , Башкортостан картаһы, китап күргәҙмәһе; «Уҡытыусыма» йырының аудиояҙмаһы; «Беҙҙең өйҙөң йәме» фильмынан өҙөк, видеояҙма, интерактив таҡта, карточкалар.
Методик алымдар: әңгәмә, текст өҫтөндә класс менән бергә эшләү,тасуири уҡыу, уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәре, парҙар менән эш (АСО), прогнозлау.
Дәрес барышы
Ойоштороу мәле.
Өйгә эште тикшереү.
Ҡабатлау.Уйын формаһында.
«Серле ҡумта» уйыны . Уҡытыусы ҡумтанан һүрәттәр тартып сығара бара,балалар был предметтың ниндәй әҫәрҙән булыуын әйтеп баралар.
1.Кәпәс, миҙал, бысаҡ.
(«Дан кәпәс түгел»)
2 Ҡошсоҡ, бесәй, ҡыҙыкай һүрәте.
( «Сыйырсыҡ балаһы»)
3. Ҡыш бабай,шыршы,сана,балалар һүрәте.
(“Ҡыш бабай бәләкәй саҡта...”)
Был әҫәрҙәрҙәрҙәң бөтәһен дә Башҡортостандың халыҡ шағиры,
С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Мостай Кәрим яҙган.Һеҙ был әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәндегеҙ.
IV.М.Кәрим биографияһын иҫкә төшөрөү.
Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. (картанан күрһәтеү, йәки, уҡыусыларҙан күрһәттереү). Башланғыс белемде үҙ ауылдарында ала. Унан Башкорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ҡыйыулығы, батырлығы өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнә.
М.Кәрим- талантлы шағир ҙа, прозаик һәм драматург та. Балалар өсөн дә бик күп әҫәрҙәр яҙған ул.Һеҙ алда әйтеп үтелгән әҫәрҙәрен уҡынығыҙ.Уның тағы ла «Өс таған», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙон бала саҡ» әҫәрҙәре балалар донъяһын асып бирә .Быларҙы уҡыған һәр бер кеше бала сағына сәйәхәт ҡыла.
V. Яҙыусының әҫәрҙәре тураһында мәғлүмәт биреү.( Интерактив таҡтала китаптарының исемлеге сыға бара, уҡытыусы был китаптарҙы уҡыусыларға китап күргәҙмәһенән күрһәтә бара.)
VI. Яңы тема өҫтөндә эш.
Число, көндө, яңы теманы дәфтәргә яҙыу, дәрестең маҡсатын уҡыусыларға әйтеү.
VII. «Һеңлемдең төшө » өҙөгө буйынса эш.
Был өҙөҡ «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан алынған. 1951 йылда яҙыла.
Һүҙлек эше (дәреслек буйынса)
еҫкәнеү- вынюхивать
төкөшөү- бодаться
мөгөҙ - рог
һипкел - веснушка
һипкелле - конопатый
сәскес - сеялка
ҡуңыр- ҡараһыу,чернявый
ҡысытыу - чесаться
Дәфтәргә яҙыу.
Һүҙҙәрҙе аңлатып бөткәс, үҙ аллы һөйләмдәр төҙөү, 1 һөйләмде дәфтәргә яҙыу.
Прогнозлау .Өҙөктә һүҙ нимә тураһында барасаҡ.
Китаптан тексты уҡыу:
а) тексты уҡытыусы уҡый;
б)уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы;
5. Укыусыларҙың фекерен тыңлау, аҙаҡ кем дөрөҫ булғанын асыҡлау.
6. Текст буйынса биремдәр үтәү (182-се биттәге һорауҙарға телдән яуаптар).
7.Текстҡа ҡарата план төҙөү ( коллектив менән бергә ), дәфтәргә яҙыу, уҡытыусы таҡтаға яҙып бара.
План.
1.Яҙ – иң матур миҙгел.
2.Яҙғы күренештәр.
3.Оксана һәм Йәмил.
4.Йәмил һеңелеһен бик тә ярата.
5.Әсәйҙәр ҡырҙа бойҙай сәсә.
6.Оксананың төшө.
7.Ҡайын төбөндәге хазина.
VIII. Ял минуты.
Ҡулдарға һәм күҙҙәргә физминутка.
IX. Тәьҫораттар менән бүлешеү.
1) Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн? 2)Ҡайһы урында шатландыгыҙ?
3)Ҡасан моңһоу булды ? 4)Әҫәрҙе уҡығанда нимәләр күҙ алдына килде?
5) Ни өсөн өҙөк «Һеңлемдең төшө» тип аталған? 6)Һеҙ төштәр күрәһегеҙме? 7) Төҫлө төштәрме, төҫһөҙ төштәрме? Уларға ышанаһығыҙмы? 8)Бөгөн төндә ниндәй төштәр күрҙегеҙ ? ( Бөтә кластан яуап алына). 9) Өҙөктә һүҙ төш тураһында ғына барамы, әллә башҡа нимә тураһындаламы? (Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау)
X. «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса кино төшөрөлгән.
( «Радость нашего дома» , рус телендә өҙөк карау )
XI. Парҙарын табығыҙ. Уйын формаһында китаптан 4-се биремде үтәү.
Уҡыусыларға карточкалар таратыла, башта урында парҙар менән эш башҡарыла, унан интерактив таҡтала уҡыусыларҙың эшләүе.
(һүҙҙәрҙе уҡтар ярҙамында парларға)
1 . тауыҡ ҡысҡыра
кәккүк ҡыжҡылдай
һандуғас шыҡырлай
ҡарға һайрай
күгәрсен ҡарҡылдай
торна гөрөлдәй
әтәс торҡолдай
һайыҫҡан ҡытҡылдай
2. курица кудахтает
кукушка кукует
соловей поёт
ворона каркает
голубь воркует
журавль курлычет
петух кукарекает
сорока трещит
XII. Ял итеү. М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Уҡытыусыма» йырын аудиояҙмала тыңлау.
XIII. Омонимдар тураһында төшөнсә.
1) Башҡорт телендә лә, рус телендәге кеүек, омоним һүҙҙәр бар. Омонимдарҙың әйтелештәре лә, яҙылыштары ла бер үк, ләкин төрлө мәғнәне аңлаталар. Мәҫәлән:
ҡала(город)- ҡала (остается)
беҙ (мы) - беҙ (шило)
ҡара(черный)- кара( смотри)
Текстан омонимдар табыу , дәфтәргә яҙыу.
яҙ(весна) - яҙ (пиши)
төш(сон) - төш(орех)
өй (дом) - өй (клади)
ул(он) - ул(сын)
уҡ(стрела) - уҡ (также)
йәме(краса) - йәме(ладно)
беҙ (мы) - беҙ (шило)
XIV. Өйгә эш. Омоним һүҙ менән 2 телдә лә һөйләмдәр төҙөргә, таблица итеп. Миҫал:
Башоҡортса Русса
Яҙ-иң матур миҙгел
Һин миңә хат яҙ. Весна- красивое время года.
Ты напиши мне письмо.
XV. Тәрбиәүи момент.
Беҙ уҡыған әҫәрҙә һүҙ Оксананың тағы ла бер әсәһе тураһында әйтелә.
Уҡыусылар, кешелә ике әсәй була аламы? Нисек уйлайһығыҙ? (Уҡыусылар фекерен тыңлау)
Әсәйҙәр тураһында тағы ниндәй әҫәрҙәр уҡынығыҙ?
“Яралы китап”, “Әсә”, « Таҫтамал», “Әсикмәк”, “Әсәйем ҡулдары”, “Әсә йөрәге”...
Был әҫәрҙәр беҙҙе нимәгә өндәй?
Әсәйҙәр беҙгә ғүмер бүләк итеүселәр, донъяға килтереүселәр, төн йоколарын ҡалдырып, тәрбиә биреүселәр, шуға күрә беҙ уларҙы яратырға, ололарға, хөрмәт итәргә, ҡарт көндәрендә ярҙам итәргә,ҡартайтмаҫҡа, ярҙам итеп йәшәргә, яҡшы һүҙҙәр әйтергә, рәнйетмәҫкә, улар беҙгә тәрбиә ҡылған өсөн уларҙы яратырға, матур йәшәтергә...
XVI.Рефлексия.
XVII. Баһалау.
XVIII. Дәресте йомғаҡлау.

ИРТӘ ЯҘ
Быйылғы яҙ бик иртәләне. Март баштарында уҡ ҡояш офоҡтан дилбегә буйы күтәрелеү менән үк йылыта башланы. Өй ҡыйыҡтарына, аҙбар баштарына ҡунған ҡар йәһәт иреп, аяҡ аҫтына һыу булып тамды, төнгө һалҡында туңып, боҙға әүерелде. Март урталарына Өй тауы, Ҡыҙҙар тауы итәктәре ҡарҙан әрселеп, тиҙ арала унда йәм-йәшел үлән тиртте һәм, яҙғы ҡояш нурҙарына наҙлана-кирелә, юғарыға үрләй башланы. Шуны ғына көтөп торғандай, унда ауылдың оҙон ҡыштан арып-талсыҡҡан малай-шалайы килеп тулды. Бер-береһен этешә-төртөшә, тирә-йүнде шат тауыштарға күмеп, төрлө уйындар уйнанылар. Кисен уларҙы ауыл йәштәре алмаштырҙы. Йыр, бейеү, таҡмаҡ әйтеүҙәрҙе ололар ҙа сығып тамаша ҡылды.
Әле төньяҡ битләүҙәрҙә ҡар ҡалын ғына ятһа ла, ҡыштың көндәре һанаулы ҡалғайны. Тиҙҙән йырғанаҡтарҙан дәррәү ағып төшкән ҡар һыуҙары Ҡоро Күндерәктәге боҙҙо ла аҡрынлап иретә, йылға һыуы күҙгә күренеп күтәрелә башланы. Яҙғы ташҡын мәле яҡынлашты. (130 һүҙ) (Ваҡытлы матбуғаттан.)

МИНЕҢ ОЛАТАЙЫМ
Шәп кеше ине минең олатайым!
Был һүҙҙәремде уҡығас, харап, ҡайһылай маҡтана, кемдең олатаһы насар икән, тип асыуығыҙ килеүе бар. Тик мин үҙ олатайымды бер ҙә һеҙҙең олатайығыҙҙан өҫтөн ҡуйырға уйламайым. Сөнки, беренсенән, беҙ, малайҙар, бөтәбеҙ ҙә олатайҙарыбыҙҙы үлеп яратабыҙ; икенсенән, олатайымдың бүтәндәрҙән һис тә артыҡ ере юҡ: уртаса кәүҙәле, бөтә ғүмере урман эшендә йөрөп үткәс ни, тәненә лә, йөҙөнә лә йүнләп ит ҡунмаған, елкәһе лә тарамыш ҡына, эйәге осонда сал төшкән һирәк һаҡал да танауы аҫтында ҡырма мыйыҡ. Әммә бына ҡулдары бер ҡарауҙа уҡ хәтерҙә ҡала: ғәжәп ҙур һәм һәлмәк улар, игәүҙәй ҡужырмаҡ усы минең башымды тимер шәпкә кеүек ҡаплай ҙа ҡуя. Уның бына-бына һытылып китерҙәй күгелйем ҡан тамырҙары сыймаҡланған ана шул ҙур, ауыр ҡулын биленә ҡуйып, аҙ ғына алға иңкәйә биреп, һалмаҡ аҙымлап китеп барғанына ҡараһам, олатайым бер ҡасан да, хатта малай сағында ла йүгереп йөрөмәгән, бөтә ғүмер юлын шулай әкрен генә, һуҙа баҫып атлап үткән кеүек тойола.
(152 һүҙ) (Н.Мусиндан)

ЙӘЙ
Күк йөҙө салт аяҙ. Йәйҙең иң оҙон көндәренең береһе. Ҡояштың Ергә иң текә ҡараған мәле. Беленер-беленмәҫ кенә иҫкән йылы ел, ҡылған баштарын һыйпап, үҙ юлы менән артабан Яңғыҙ сағыл итәгенә төшөп китә. Сағыл битендә - Кеше. Ул донъяның ҡайһы ла булһа тарафына түгел, ә аяҡ аҫтына баҡҡан. Уның күҙҙәре сағыл эсенән ниҙер эҙләй кеүек. Ни ҡарай унда Кеше: алыҫ быуаттар ҡалдырған эҙҙеме, әллә башҡа үҙенә генә билдәле нәмәнеме?
Ҡыҙыҡһыныу – кешегә хас сифат. Ул һәр саҡ эҙләнә. Таба, асыш яһай, шатлана. Рухи донъяһын байыта.
Һәр тупраҡ бөртөгө, тау-ташы, йылға-күлдәрендәге һәр тамсыһы бихисап хәтирәләрҙе йәшергән Ер! Миллион йылдармы, әллә миллиардтармы тереклек итә бында Әҙәм балаһы? Күпме? Теүәл генә хатта фән дә әйтә алмай. Бик боронғо замандарҙа ла ошо Ерҙе ҡояш йылытҡан, ай яҡтыртҡан, бихисап йондоҙҙар уның өҫтөнә нурҙарын һипкән. Әҙәм балаһы ошонда нығыныу, йәнен һаҡлау өсөн ҡулынан килгәндең барыһын дә эшләгән. Һунар иткән, тәбиғәт биргән башҡа байлыҡтарҙы йыйған. Ишәйә барып, күберәк ҡоро ер, тау-таш араларын, йылға буйҙарын биләп йәшәй башлаған.
(158 һүҙ) (Ваҡытлы матбуғаттан.)

2016/2017 уҡыу йылында рус телле мәктәптәрҙә 11 класс уҡыусыларына тәҡдим ителгән сығарылыш имтихандары өсөн диктант текстары:
АҠ ҠАЙЫН
Ауылыбыҙҙың осонда түңәрәк кенә бер аҡлан бар. Яҙ етеү менән, аҡлан өҫтөн йәшел үлән ҡаплай, тәүге сәскәләр күҙҙәрен аса.
Элегерәк уртала аҡ ҡайын үҫә ине. Ер йәшәргәс, ул аҡланды йәмләп, нәфис япраҡтарын ярып ултыра торғайны. Ләкин быйыл яҙ аҡ ҡайын өндәшмәй генә, моңһоуланып тора бирҙе, сөнки уҙған йәйҙә мәрхәмәтһеҙ кешеләр уның ботаҡтарын һындырҙылар, бысаҡ менән уңалмаҫ йәрәхәттәр яһап, тәмле һыуын ағыҙып эстеләр.
Ерҙә тағы яҙ шаулай. Елбер-елбер килеп, береһенән-береһе матур күбәләктәр оса, турғайҙар яңы тыуған көнгә ҡыуанышып күңелле йырҙарын һуҙа. Тик ҡайын ғына һаман терелмәй. Тирә-яғындағы көйгән үләндәр ҙә баш ҡалҡыта алманы. Үҙен маҡтап йырлаған ҡоштар ҙа, күләгәһендә ял итергә яратҡан кешеләр ҙә ҡабаттан күренмәне. Аҡ ҡайын ғына бер үҙе тороп ҡалды.
Эх, аҡ ҡайын! Яҙғы иртәләрҙә һаман да үҙеңдең йәшел, гүзәл сағыңдың кире ҡайтырына ышанаһың, өмөтләнәһең.
Тәбиғәттең бер генә биҙәге юғалһа ла, донъябыҙҙың бер мөйөшө кителгән һымаҡ тойола. Эй, кешеләр, һаклайыҡсы тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе, илатмайыҡ аҡ ҡайынды! Улар беҙҙән мәрхәмәтле ярҙам көтә.
(165 һүҙ) («Йәншишмә» гәзитенән.)

ИЮНЬ ИРТӘҺЕ
Йәй айының томанлы иртәһе. Тирә-йүнде аҡһыл томан уратып алған.
Томан һыу буйҙарын, үҙәндәрҙе биләгән, тау үркәстәре әллә ҡайҙа юғалып ҡалған. Аҡ томан, аҡ мамыҡ шикелле, биткә, өҫкә һырыла.
Әллә был томан матур, аяҙ көнгәме икән? Әллә тәбиғәткә наҙ, шифамы был аҡ томан? Ысығы ла төшкән, үләндәр еүеш. Тәбиғәт һутҡа туйына. Япраҡ биттәре асылыбыраҡ киткән, үлән һабаҡтары ла терелгән. Ҡоштар һайрай, башты әйләндереп сәскә еҫе аңҡый. Июнь иртәһендә генә шулай саф һауа, күктәр аяҙ була. Июндә генә тәбиғәт шулай тантана итә.
Июнь иртәһе йәме күҙҙәргә тула, биткә яғыла, һауаһы күкрәктәрҙе киңәйтә, ҡараштарҙы иркәләй, сәсте туҙҙыра, шаяра. Бары июндә генә тәбиғәт шулай һутҡа, наҙға тулышҡан була, бары июндә генә еләктәр бешә, сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша.
Алда – каникулдар. Йәй икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ миҙгеле, хәстәрҙәр онотолған, мәшәҡәттәр артҡа сиккән, иркенләп йөрөр саҡ. (130 һүҙ) (Р.Камалдан.)