Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Закрыто
Веста
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 25 ноя 2017, 18:45

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Веста »

Как правило, в работе по экологическому обучению и воспита­нию младших школьников использовались такие формы и мето­ды, как экскурсии, наблюдения объектов в природе и в классе, на уроках — беседы, решение экологических задач, анализ экологичес­ких ситуаций, игры; а во внеклассной работе — утренники, праз­дники, КВН, викторины. Бесспорно, отказываться от опыта рабо­ты, сложившегося в практике, не стоит, но и ограничиваться лишь указанными формами и методами нельзя. В настоящее время ме­тодика экологического образования и воспитания значительно обо­гатилась новыми приемами, методами, формами работы.
Веста
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 25 ноя 2017, 18:45

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Веста »

Экологическое образование - это непрерывный процесс обучения, воспитания и развития личности, обеспечивающий экологическую ответственность за состояние и улучшение окружающей среды. Главная цель экологического образования - формирование экологической культуры с помощью универсальных учебных действий.
Муса Гатин
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:42

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Муса Гатин »

Природоохранные аргументы, основанные на экологических традициях, лучше доходят до аудитории, так как красочны, эмоциональны и не требуют особого умственного напряжения при запоминании.


Особое внимание следует уделять детям. Тем более, что животные и pастения игpают большую pоль в воспитании pебенка. Это сказки о звеpях и тpавах, их изобpажения, игpы, игpушки, ласкательные слова. Многие исследования показали, что большинство людей усваивает те или иные пpедубеждения с детства, до того, как получают возможность кpитически осмыслить полученную инфоpмацию (Кон, 1966). Под влиянием взpослых у них выpабатываются эмоциональные пpедпочтения. Позже, от девяти лет и стаpше, эти пpедпочтения складываются в твеpдые стеpеотипы, изменить котоpые уже тpудно.
Более того, детская сpеда еще менее способна pеагиpовать на пpопаганду отвлеченных идей, чем сpеда взpослых. Поэтому, вместо pазъяснения малопонятных для неподготовленной детской аудитоpии законов экологии, лучше устpаивать для pебят экологические пpаздники, популяpизовать наpодные тpадиции.
Есть остpая необходимость выпуска специальных мультфильмов, детских книжек, спектаклей, основанных на экологических наpодных тpадициях и обpядах. Хоpошим пpимеpом является игpовой комплект «Экология в филологии», pазpаботанный в МГУ.
Обpащение pебенка к пpиpодоохpанным наpодным тpадициям воспитывает у него не только экологическое мышление и навыки, но и такие гуманистические качества, как жалость, добpо, любовь, сочувствие.
Айсылу Гатина
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:37

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Айсылу Гатина »

Дәрестә һәм кластан тыш сараларҙа файҙаланыу өсөн экологик календарь тәҡдим итәм. Уҡыусылар информация формаһында ҡабул итһәләр ҙә , файҙалы тип уйлайым


2 февраля -Всемирный день защиты водно- болотных угодий
19 февраля- Всемирный день защиты морских млекопитающих
22 января-Всемирный день воды
1 апреля- Международный день птиц
22 апреля- День Земли
5 июня- Всемирный день охраны окружающей среды
17 июня-Всемирный день по борьбе с опустыниванием и засухой
16 сентября- Международный день защиты озонового слоя
29 сентября- Всемирный день защиты животных
14 октября- Международный день по уменьшению опасности стихийных бедствий
29 декабря- Международный день биологического разнообразия
Сажида Гатина
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 17 сен 2012, 14:34

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Сажида Гатина »

Уҡыусылар менән башҡарған эҙләнеү эшендә үҙебеҙҙең Башҡортостан урмандарында үҫкән ҡайын, муйыл, тал, тирәк, уҫаҡ,имән,йүкә,ерек,алмағас,шыршы,ҡарағас,ҡарағай ағастары
• халыҡ йырҙары;
• һынамыштар, ышаныуҙар;
• халыҡ медицинаһы өлкәләрендә тикшерелде.
Һәр ағастың үҙенсәлекле сифаттары халыҡ йырҙарында, һынамыштарҙа, халыҡ медицинаһында тотош асылып бөтмәһә лә, улар байтаҡ мәғлүмәт йөрөтә. Тышҡы формалары, үҫер урын-ере,төҫө, төрө, атамалары сағылыш тапҡан, башҡорттоң һаҡсыллыҡ психологияһы ла төҫмөрләнгән.
“Урман үҫтергән аслыҡ күрмәҫ”,
“Урман- йәшәү сығанағы” икәнлеген халыҡ борон- борондан белеп көн иткән.

Мәҫәлән, иң киң таралған ағастарҙың береһе булған ҡайын ( береза) ағасы :


1. Йырҙарҙа ул бик үҙенсәлекле сағылыш тапҡан. Иң беренсе, уның үҫкән урын-ере билдәләнә:
Тау битләп үк үҫкән ҡайынлыҡтан
Ҡурай яһап, көйөм тартайым.
(“Буранбай” йыры)
Елмерҙәккәй тауҙың көн битендә
Елберҙәйҙер ҡайын елдәҙә.
(“Елмерҙәк” йыры)
Убалы ла буйы, әй, шыр ҡайын,
Йылҡы хайуандарың юшай ҙа.
(“Хәбирә” йыры)

2. Башҡорттарҙың ҡайынға ҡарашы бик үҙенсәлекле:
- өй эргәһендә үҫтереү ҡәтғи тыйыла, ҡайғы символы булараҡ, ҡәберлектәрҙә, зыярат кәртәләре буйында ултыртыла.
-Ҡайын ултыртҡан кеше ҡайғылы була, тип иҫкәртә мәҡәл.
- Өй янына ҡайын ултыртһаң, йортто йәшен ата йә ғаиләнән кемдер үлә, тигән ҡараш та йәшәй.
- Яңғыҙ ҡайындар, башлыса, ололап, ҙурлап күмелгән кешеләрҙең баш осона ултыртылған.
Ҡайынлыҡтарҙың башҡа атамалары: сауыл, сауҡа.
Орсоҡҡай ҙа тауҙың үңеренә
Һирпелә-һирпелә үҫкән сауылы.
(“Бейеш батыр йыры”)
Үләнле лә күлдең, ай, буйында
Ҡыҙрым-ҡыҙрым үҫкән сауылы.
(“Тимерйән” йыры)
йәки
Шоңҡар ғына тауҙың көн битендә
Боролоп-боролоп үҫкән сауҡа икән.
(“Шаһибәрәк” йыры)
3. Ҡайын ағасы үҙе бер дарыу ҡумтаһына оҡшаш: халыҡ медицинаһында ул йыш ҡулланыла.
Ҡабығы, һуты, япрағы, лайлалы ите аш-һыуҙа, биҙәнгәндә, көнкүреш кәрәк-ярағы йә дарыу сифатында тотонола.
Мәҫәлән:
- япрағын бешкән-шешкән урындарға ябалар,
- бөрө һәм япраҡ төнәтмәһен, һутын аш һеңдереү юлдары ауыртҡанда эсәләр.
- Мунсала япраҡ төнәтмәһе менән сәс йыуалар, ә тәнеңде ул төнәтмә йәшәртә тип иҫәпләнә.
- Ҡайындың ҡабығы менән олоно араһындағы лайлалы ҡатламын ҡатыҡҡа ҡушалар.
-Мунсала ҡайын миндеге күпме ауырыу – зәхмәттәрҙе ҡыуып сығарған, тип ышанғандар
4. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ ижадында ҡайындың шифалы япрағы хаҡында әллә ни маҡтап һөйләнмәй, йырланмай. Йырҙарҙа, киреһенсә, ҡайын тәрән ҡайғы хистәрен символлаштырыусы образ булып йөрөй.
Шуныһы ҡыҙыҡ: йырҙарҙа ҡайын менән бәйле бик борорнғо бер йола йәшәүен дауам итә:
Шар ҡайынҡайҙарға хаттар яҙған
Йүркә Юныс – Кирәй балаһы.
(“Йүркә Юныс”)
Әле лә төштә ҡайын күреүҙе хат алыуға юрайҙар. Ҡайын туҙының бик борон яҙыу-һыҙыу материалы сифатында ҡулланылыуы ана шулай мәңгеләшеп ҡалған.
5. Ҡайын халыҡ юрауҙарында, һынамыштарында ла сағылыш тапҡан:
“Ҡайын ағасында бөрө күп булһа, тары уңыр”,
“Әгәр ҙә ҡайындың осондағы япраҡтары һарғая башлаһа, яҙ иртә килә, түбәндәгеләре һарғая башлаһа, яҙ һуң килә” һ.б.
Ошо ябай ғына миҫалдарҙан да күренеп тора: халыҡ һәм тәбиғәт айырылғыһыҙ.
mingazova_a.r
Сообщения: 13
Зарегистрирован: 23 ноя 2017, 18:04

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение mingazova_a.r »

Башланғыс кластарҙа “Башҡортостан тәбиғәте” темаһын үткәндә дәрес –сәйәхәт үткәрергә мөмкин.
Беренсе тәбиғәт мөйөшө - тауҙар.
Беҙгә тауҙы аша сығырға кәрәк, ә бының өсөн беренсе эш төрөн үтәйек.
- Тау ниндәй була? тигән һорауға яуап бирәйек һәм һүҙбәйләнештәр төҙөйөк.
Бейек тау, ҙур тау, текә тау һ.б.
- Башҡортостандағы тауҙарҙы беләһегеҙме? Исемдәрен әйтегеҙ.
Урал, Ирәмәл, Ирәндек, Ямантау, Янғантау һ. б. тауҙар.
Икенсе тәбиғәт мөйөшөбөҙ – күлдәр.
- Күл ниндәй була?
Тәрән күл, түңәрәк күл, матур күл һ. б.
Күлде үтергә икенсе эш төрөн башҡарырға кәрәк. Бирелгән һүҙҙәрҙә төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙырға.
Асы . ыкүл, Ҡанд . акүл, Яҡты . үл, Талҡ . ҫ
Асылыкүл – Башҡортостандағы иң ҙур күл.
Өсөнсө тәбиғәт мөйөшө - урман.
Урман эсенә инергә кәрәк. Бының өсөн тағы бер эш төрөн үтәйек.
Ребустарҙы дөрөҫ сисһәгеҙ ағастар исемдәрен уҡырһығыҙ.

Ҡаҙ’ йылға’’ л = н, Ҡарға’’ ағас с = й, Алма’ ағас.
Ҡ а й ы н. Ҡ а р а ғ а й. А л м а ғ а с.
- Беҙҙең урмандарҙа тағы ниндәй ағастар үҫә?
Шыршы, имән, уҫаҡ, саған, йүкә һ.б. ағастар.
Дүртенсе тәбиғәт мөйөшө - йәнлектәр донъяһы.
- Ниндәй йәнлектәрҙе беләһегеҙ?
Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, терпе, тейен һ. б.
Был тәбиғәт мөйөшөн уңышлы үтеп китер өсөн карточкалар менән эш эшләп
алайыҡ. (Уҡыусылар 3 төркөмгә бүленеп ултыралар һәм уларға йәнлектәр исемдәре яҙылған карточкалар таратып бирелә.
1-се төркөм йорт хайуандары исемдәре яҙылған карточкаларҙы айырып йыя.
Ат, һыйыр, һарыҡ, кәзә, бесәй, эт, ҡолон, сусҡа, үгеҙ, быҙау.
2-се төркөм ҡырағай йәнлектәрҙе йыя.
Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, һеләүһен, арыҫлан, юлбарыҫ,
3-сө төркөм Башҡортостан урмандарында йәшәгән хайуандар.
Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, тейен, терпе, мышы, болан, һеләүһен.
Бишенсе туҡталыш - ҡоштар.
- Ҡоштар тураһында йомаҡтар беләһегеҙме? Һәр төркөм йомаҡтарын әйтә.

1 – се төркөм.
1.Гөлдөр-гөлдөр гөлдөрсәк,
Ҡыҙыл ситек күк күлдәк. (Күгәрсен.)
2.Үҙенән ҡойроғо оҙон. (Һайыҫҡан.)
2 – се төркөм.
1.Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағасты йырған ҡортҡа
Иң ҙур дошман - ……….(тумыртҡа.)
2.Бар белгәне ҡар ҙа ҡар,
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?
Кем булһын инде - …... (Ҡарға).

3 – сө төркөм.
1.Сирыҡ – сирыҡ сирҡылдай,
Бәҫле ботаҡҡа ҡунып.
Сирыҡ – сирыҡ үҙ телендә
Ниҙер һөйләй, ҡыуанып. (Турғай.)
2.Балсыҡтан яһай оя,
Ҡанаттары ҡып – ҡыя.
Осор етеҙ, көн тыуғас,
Беҙ яратҡан ….. . (Ҡарлуғас.)


Башҡортостан тәбиғәте бай һәм бик матур. Был матурлыҡты һаҡларға кәрәк.
- Ә нисек һаҡларға һуң?
- Ағастарҙы һындырмаҫҡа.
-Сәскәләрҙе күпләп өҙмәҫкә.
-Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа.
-Урманда, йылға буйҙарында сүп-сар ҡалдырмаҫҡа.
-Ағастар ултыртырға.
-Ҡыш көнө ҡоштарға, йәнлектәргә ярҙам итергә.

Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысы!
mingazova_a.r
Сообщения: 13
Зарегистрирован: 23 ноя 2017, 18:04

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение mingazova_a.r »

"Исемдәрҙең хәбәрлек заты" темаһын үткәндә, борон-борондан һыуҙың тәбиғәттә иң изгеләрҙән һаналыуы тураһында әңгәмә үткәрелә. Һыуға һәр саҡ яҡшы ҡарашта булырға, һаҡсыл тотонорға кәрәклеген өйрәткәндәр өлкәндәр. "Һыуҙың гонаһы - иң ауыр гонаһ", - тигәндәр улар. Ҡоҙоҡ, шишмә таҙартыусы кеше иң тәрбиәле кеше тип иҫәпләнгән.
Һыуҙы изгелләштереү, уны һаҡлап тотоноу шишмә, йылға - күлдәрҙе таҙа тотоуға барып тоташа. Дәрестә " мин ғәзиз ерегеҙҙе йәмләр өсөн тыуған хазинамын" һөйләмендә хәбәрлек заты ялғауы ҡабул иткән һүҙҙе табып, ҡағиҙә сығарыла.
Шарафутдинова З.Т.
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 15:52

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Шарафутдинова З.Т. »

Башҡорт халҡы тәбиғәтебеҙҙең аҫыл биҙәге булған йылға-шишмәләребеҙҙең кеше тормошонда әһәмиәтен яҡшы төшөнгән. Һыуҙың ҡәҙере тураһында: “Эсер һыуға төкөрмәйҙәр”, “Болғансыҡ булһа ла һыу яҡшы”, “Эсмәм” тигән ҡойоңдан өс әйләнеп һыу эсерһең” мәҡәлдәре өгөт-нәсихәт кеүек яңғырай. Ер-һыуҙың ҡәҙере тураһында ата-бабаларыбыҙ боронғонан киҫәткән һәм тәбиғәткә игелекле булып йәшәү тормоштоң беренсе шарты булыуын аңлаған. Үҫемлектәрҙең тамыры ҡоромаһын, ер уңдырышлы булһын өсөн, ямғырҙарҙың яуып тороуы ла кәрәк. “Ямғыр булһа, йәнең тыныс”, “Ямғыр яуһа, ергә май” тип халҡыбыҙ юҡҡа ғына әйтмәгән.
fquekm
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm »

Экологик тәрбиә биреүҙең бурыстары нимәлә?

– тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, матурлыҡты тәрән күңел менән аңлау һәм ҡабул итеү, үҫемлектәргә һәм йәнлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

– Тәбиғәт тураһында элементарь белемдәр биреү, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт буйынса аныҡ күҙаллауҙар үҫтереү;

– Үҫемлектәрҙе тәрбиәларгә өйрәтеү;

Экологик тәрбиә биреүҙә ололарҙың роле нимәлә?

Экологик белем биреү өсөн педагог үҙе белемле булырға тейеш. Тәбиғәтте яратырға, һаҡларға бурыслы. Педагог белем биреүҙе балаларға аңлайышлы формаларҙа ойоштора. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып эш итә.

Тәбиғәткә ҡарата һаҡһыҙлык күрһәтеү сәбәптәрен нимәлә?

Аңламау, ҡыҙыҡһыныу булмауы, балаларҙың өлкәндәргә оҡшарға тырышыуы. Тағы ла балаларҙың тотоп ҡарап танып белергә ынтылышы. Балаларҙың вайымһыҙлығы, балаларҙың тәртибенә ололарҙың иғтибарһыҙлыҡтары.

Балалар менән һәм ата - әсәләр менән эштә системалылыҡ булмауы.
fquekm
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 11:47

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение fquekm »

Экологик тәрбиә тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Ғөмүмән, экология нимә ул?
“Экология” термины немец биологы Э.Геккель тарафынан 1886 йылда индерелгән, грек һүҙенән “экойс”, “экус” – өй, йорт, һәм йәшәү урыны, йәки организмдарҙы уратып алған мөхиттә үҙ ара – бәйләнеше.

Ҡалабыҙҙа, илдә, Планетала экологик проблемалар бармы?

Экологик обстановка - иң актуаль проблемаларҙың береһе. Хәҙерге заманда донъя экологик катастрофа сигендә тора. юғары кимәлдә һауа, тупраҡ, һыу бысрана. Быға сәнәғәт, транспорт, энергетика тәьҫир итә.

Экологик тәрбиә - нимә ул?

Экологик тәрбиә – был экологик культура нигеҙҙәре формалаштырыу буйынса эш системаһы һәм балаларҙа, ололарҙа экологик культураһы үҫтереү.
Экологик тәрбиә биреү системаһы – шарттар булдырыу, эш йөкмәткеһе, балалар һәм ата - әсәләр менән эш алымдары һәм формалары.
Экологик белем – үҫемлектәр, йәнлектәр, уларҙың үҙ – ара бәйләнеше тураһында күҙаллауҙар, йыл миҙгелдәре, йәнһеҙ тәбиғәт, тере йәндәрҙең йәшәү мөхите менән бәйләнеше тураһында белемдәр .
Закрыто

Вернуться в «Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы»