Задать вопрос
Re: Задать вопрос
Һаумыһығыҙ коллегалар !Курстар үтеүгә бик шатмын,ләкин ҡайһы бер биремдәр минең өсөн бик ауыр булды.
Re: Задать вопрос
Бөгөнгө көндә башҡорт телен яңы быуын стандарттары нигеҙендә өйрәтеү-һәр уҡытыусының ҙур мәсьәләһе булып тора.Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булыр өсөн заман менән бергә атларға,ижади эҙләнергә тейеш.Әгәр уҡытыусы үҙенә ҡарата талапсан булмаһа ,уҡыусыларға заманға ярашлы итеп уҡыта ,телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй алмаясаҡ.Шуға ошондай курстар уҙғарылыуы бик кәрәк,сөнки унда,ҡыҫҡ ғына ваҡыт эсендә,һәр уҡытыусы бәлмәгәнен өйрәнеп,ә белгәнен камиллаштыра ала.
Телебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда.Шуның өсөн замандан артта ҡалмайыҡ!Яңылыҡтарҙы өйрәнәйек!
Хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы,курсташтарым!Үҙегеҙҙең эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!Барығыҙға ла яңы ҡаҙаныштар,ижади көс,профессиональ үҫеш һәм еңеүҙәр теләйем.
Телебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда.Шуның өсөн замандан артта ҡалмайыҡ!Яңылыҡтарҙы өйрәнәйек!
Хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы,курсташтарым!Үҙегеҙҙең эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!Барығыҙға ла яңы ҡаҙаныштар,ижади көс,профессиональ үҫеш һәм еңеүҙәр теләйем.
Re: Задать вопрос
]Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы һәм коллегалар! Ниһайәт, тырыша торғас, регистрацияны икенсе тапҡыр үтеп, мин дә килеп индем форумға. Коллегаларҙың фекерҙәре менән танышып ултырҙым. Мин дә һеҙҙең менән икенсе тапҡыр эшләйем. Эш барышы бик оҡшай. Быйылғы комьютер технологияһы буйынса уҡыған курста мин үҙемә бик күп файҙалы һәм фәһемле материалдар алдым. Проект технологияһы менән яҡынданыраҡ таныштым. Һеҙҙең "Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау" йыйынтығына ингән методик кәңәштәрегеҙҙе ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Бик күп кәрәкле материалдартаптым, уны эш барышында ҡулландым. Интернет - ресурстар менән эшләнем. Коллегаларҙың технологик карталары бары тик хуплауға лайыҡ. Эш төрҙәре ауыр ғына һәм күп төрлө булыуға, ваҡыт тар булыуға ҡарамаҫтан, Әхәт Ғәлим улы, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, аллаға шөкөр, йырып сығып киләм. Һеҙгә ошо курсты ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һәм коллегаларға бары тик уңыштар ғына теләйем!!!
Re: Задать вопрос
Хәйерле сәғәт, хөрмәтле курсты ойоштороусылыр, һабаҡташтар! Курс йөкмәткеһенең бай булыуы, һәр теманың, эш төрөнөң ентекле уйланыуы бик шатландырҙы. Минең үҙемә, шәхсән, электрон дәреслектәр ҡулланырға өйрәткән материалдар, диаграммалар эшләргә өйрәнеү бик ҡулай булды. Курс үтеү ауырлыҡ тыуҙырҙы, тип әйтә алмайым. Һәр нәмәгә өлгөрҙөм, үҙем өсөн байтаҡ яңылыҡ астым, өҫтәлмә белем эстәнем.Үҙемдән бер үтенес-тәҡдим дә өҫтәмәксемен. Һәр ҡайһыбыҙ ебәргән технологик карталарҙы, эш программаларын һ.б. бер урынға йыйып, төрлө йүнәлештә эшләгән мәктәптәр өсөн төркөмләп, интернет киңлектәре аша эҙләп табырлыҡ берәй нәмә уйлап сығарып булмай микән? Сөнки беҙ һәр ҡайһыбыҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнайбыҙ. Ә был тәҡдим тормошҡа ашҡан сүрәттә, ваҡытыбыҙға күпме экономия булыр ине. Башҡа предметтарҙы ҡараһаң, интернетта һәр темаға әҙер дәрес өлгөләре бар. Беҙ ҙә шуға өлгәшһәк, бик йәтеш булыр ине.
Курсты ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәре һәм һәр ҡайһыбыҙға ижади хеҙмәт насип булһын.
Курсты ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәре һәм һәр ҡайһыбыҙға ижади хеҙмәт насип булһын.
-
ilyuza2502
- Сообщения: 5
- Зарегистрирован: 22 сен 2016, 17:33
Re: Задать вопрос
Һаумыһығыҙ хөрмәтле коллегалар! Хәйерле көн, Әхәт Галимович!
Ошо көндәрҙә үткән курстар үҙенә бик ылыҡтырҙы. Миңә күп әйберҙәр асыш булды, күп яңылыҡтар белдем. Бөтә республика уҡытыусылары эшен, коллегаларымдың сайттарын күреп ҡыуандым, уларға уңыштар юлдаш булһын! Үҙем мәктәптең официаль сайтының (һәм башҡа порталдарҙың мәктәп биттәренең) администраторы булараҡ ҡыҙыҡһынғандарҙы ҡунаҡҡа саҡырам. Рәхим итегеҙ!
http://school2str.ru/
http://www.proshkolu.ru/org/2-sterlitamak/
http://www.proshkolu.ru/user/Iluza23/
Ошо көндәрҙә үткән курстар үҙенә бик ылыҡтырҙы. Миңә күп әйберҙәр асыш булды, күп яңылыҡтар белдем. Бөтә республика уҡытыусылары эшен, коллегаларымдың сайттарын күреп ҡыуандым, уларға уңыштар юлдаш булһын! Үҙем мәктәптең официаль сайтының (һәм башҡа порталдарҙың мәктәп биттәренең) администраторы булараҡ ҡыҙыҡһынғандарҙы ҡунаҡҡа саҡырам. Рәхим итегеҙ!
http://school2str.ru/
http://www.proshkolu.ru/org/2-sterlitamak/
http://www.proshkolu.ru/user/Iluza23/
Re: Задать вопрос
Курстар ауыр булһа ла бик фәһемле.
Re: Задать вопрос
Һаумыһығыҙ!
-
Минзаля Нурлыгаянова
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 22 сен 2016, 18:19
Re: Задать вопрос
Хәйерле кис барығыҙға ла! Курстар бик кәрәкле. Компьютерҙы, халыҡса әйткәнсә, икмәк- тоҙлоҡ ҡына белгәнмен икән
Был курста бик күп нәмәгә өйрәнә башланым.Рәхмәт, Һеҙгә. Уңыштар!!!!!
Последний раз редактировалось Минзаля Нурлыгаянова 23 сен 2016, 18:23, всего редактировалось 1 раз.
-
Салихова Г.А.
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 22 сен 2016, 17:13
Re: Задать вопрос
Хәйерле кис коллегалар. Курстар бик фәһемле һәм кәрәкле. Әммә ләкин вакыт яғы тарырак.
-
leisan051983
- Сообщения: 5
- Зарегистрирован: 22 сен 2016, 17:22
Re: Задать вопрос
һаумыһығыҙ, Әхәт Ғәлим улы! Курстар өсөн ҙур рәхмәт!!!