Методическая копилка
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методическая копилка
Уҡытыусы һәм әҙибә (Йәш ижадсы, педагог Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесына күҙәтеү)
Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты
доценты, РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы,
филология фәндәре кандидаты
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ойошторолған курстарҙа художестволы әҙәбиәт, уның форма һәм йөкмәтке берлеге, әҫәрҙең эстетик үҙенсәлектәре, тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында уҡытыусылар менән фекер алышабыҙ, бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Шуға иғтибар иттем: бер коллегам үҙенең фекер тослоғо, әҙәби әҫәр проблемалары, һүҙ сәнғәте тураһында төплө уй-фекер йөрөтөүе, тел һәм стиль мәсьәләләрен үҙе лә ҡәләм оҫтаһы кеүек аңлауы менән айырылып торҙо. Белорет районынан килгәндәр бер тауыштан: «Ул бит яҙыусы, хикәйәләре ташҡа баҫылып тора, хатта повесть тамамларға өлгөрҙө», – тип сер йомғағын систе. Ә бер аҙҙан «Ағиҙел» журналында үҙем дә ошо юлдарҙы уҡыным: «Саматова Әлиә Марс ҡыҙы (1973) Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, 2-се Инйәр башҡорт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ғаиләһендә ике ул үҫтерә. Учалы яҙыусылар, Белорет ҡала һәм районы ижадсыларының “Иҙел башы” ойошмалары ағзаһы. Инйәр ауылының “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ театры актрисаһы, “Тау шишмәһе” ансамбле йырсыһы. “Ағиҙел”дә әҫәре тәүләп баҫыла. Үҙенсәлекле хикәйәләре “Әҙәби марафон – 2015” барышында тикшерелһә, әлеге повесын йәш әҙәбиәтселәрҙең республика фестивалендә проза семинары (2016) хупланы. Ҡәләмеңә ҡеүәт, Әлиә!».
«Яҙыусы һәм шағирҙың ижадын белгең килһә, уның тыуған яғын күр», – тиҙәр. Йөйәктә күп тапҡырҙар булған бар. Тирә-яҡтан тауҙар уратып алған, «сылтыр‑сылтыр» килеп, көмөш һыуҙарын Инйәр йылғаһына ҡойған Йөйәк, саф һыулы Инйәр, күккә олғашҡан мәңге йәшел һомғол шыршылар, ауылдаштарының үҙенсәлекле ерле һөйләше – былар, һис шикһеҙ, Әлиә Саматованы ижад кешеһе итмәй ҡалмағандыр. Тәүге осрашҡандан һуң, институтыбыҙҙа иркенләп һөйләшеп, ижад серҙәре менән уртаҡлашып ултырыу, «Ағиҙел»дә донъя күргән «Кәкүк» повесы хаҡында фекер алышыу бәхете тейҙе. Уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Марс ҡыҙы Саматованың тормошо, педагогик эшмәкәрлеге, ижади уй‑хыялдары хаҡында тағы ла күберәк белдем. Уның ни тиклем күп даирәлә эшләүе, таланты, ижади маһирлығына һоҡландым. Хоҙай, биргәс, бирә икән: алдынғы уҡытыусы, яҙыусы, актриса, йырсы, өлгөлө хужабикә. Халҡыбыҙ был осраҡта: «Күҙ генә теймәһен!» – ти.
«Кәкүк» повесы – әҙибәнең тәүге күләмле әҫәре. Тормошто, болғауыр заманды, халҡыбыҙҙың бөгөнгө йәшәйешен яҡшы аңлаған, һәр саҡ кешеләр араһында булған автор заманабыҙҙың иң киҫкен проблемаларының береһе – ғәзиздәрҙән-ғәзиз үҙ балаңды сит кешегә һатып ебәреү күренешен һүрәтләй. Кешеләр тормошонда ғына түгел, тәбиғәттә лә күҙәтелә икән бындай хәл. Мәҫәлән, әҫәргә атама биргән кәкүк. Оя ҡормай, ҡошсоғон тәрбиәләмәй улар. (Яңыраҡ белдем: кәкүктәр ағыулы бөжәктәр менән туҡлана, шуға ла ҡошсоҡтарын ашатмай, үҙҙәре үҫтермәй икән. Тәбиғәткә таң ҡалырлыҡ.) Кәкүк кешеләр аңында бала тәрбиәләмәгән заттарҙың символы булып формалашҡан. Әлиә Саматова әҫәрендәге символик образ да бик урынлы. Ана бит: «Кәкүк йомортҡаһының себеше сыҡҡан», – тиеште халыҡ. Шулай уҡ автор, параллель күренеш итеп, әҫәрҙә сағыласаҡ ваҡиғаларға ишара рәүешендә себештәренең береһен йәберләгән ҡара тауыҡты һүрәтләүҙе оҫта ҡуллана. Сәғирәнең һәм уның берҙән‑бере Моталлаптың телмәренә иғтибар итәйек: «Эй, Хоҙайым, йүнһеҙ тауыҡ, үҙ себешеңде үҙ итә алмайһың, ә!»; «Инәй, шул ҡара тауыҡ кисә лә себешен суҡый ине. Инәй кеше балаһын шулай ыҙалатмай инте ул, ивет?!».
Уҡытыусы, кеше психологияһын яҡшы тойомлаған автор драматик ваҡиғаларҙы тәрән психологизм менән һүрәтләй: «Сәғирәнең сикә тамырҙары сәғәт теле һымаҡ йыш‑йыш һуға башланы, күҙе маңлайынан бына‑бына атылып сығыр төҫлө тойолдо. Бая йотоп ебәрелгән төйөр был юлы тамағына тығылды»; «Йоҡо бүлмәһенә килеп ингән әсәһен таныманы Моталлап. Әйтерһең дә, уны туңдырып, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Күҙҙәре көҙгөһөн туңған йылға боҙо кеүек үтә күренмәле, йөҙө ап‑аҡ, ә ҡулдары ҡышҡы сатлама һыуыҡта бейәләйһеҙ йөрөгәндәге кеүек өшөгән. Ә тауышы?! Шундай ят һәм һалҡын, тән зымбырлап китә». Күренеүенсә, кеше эмоцияларын, күңел кисерештәрен һутлы тел, образлы сағыштырыуҙар, фразеологик берәмектәр ярҙамында ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй Әлиә Саматова.
Ни өсөн үҙ сабыйын сит-ят әҙәмдәргә һатып ебәрә һуң Сәғирә? Байыу, кейенеү-яһаныу, йорт бөтәйтеү өсөн түгел. Ни тиклем аяуһыҙ күренмәһен, Моталлап өсөн алған төргәктәге аҡсаға ул ҡағылып та ҡарамай, хатта ҡәһәрле төргәкте һуңынан утҡа ташлай...
...Ауылдың иң һылыу ҡыҙы Сәғирә ҡаланан килгән машиналы Йыһангирҙың татлы теленә ышана. Етмәһә, әхирәте йөрәк ялҡынын дөрләтә: «Аптырайым та ул һиңә, нәмәһе менән оҡшамай Йыһангир? Шул тиклем шәп егет, ҡалала йәшәй. Их, миңә булһа ине ул! Ҡалаҡҡа ғына һалып йота торған кавалер бит, ә?»
Ышана Сәғирә татлы телле кавалерға. Кәкүк булып сыға уныһы. Әҙер ояға йомортҡа һала ла ҡалаһына олаға. Халыҡтың ауыҙын ябып буламы: «Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа шул», «Маҡтаулы ҡыҙ туйҙа эш боҙа», «Йә, ауыҙ һыуығыҙҙы ҡоротоп маҡтай инегеҙ, күрһәттеме алиһәгеҙ!», тип йән үртәйҙәр. Йыһангирҙың дуҫы, ҡыҙҙы элек тә яратып йөрөгән Ғәфүр, кеше һүҙенә, әсәһенең ризаһыҙлығына ҡарамай, Сәғирәгә өйләнә. «Кеше балаһын үҫтерәңме инте хәҙер? Миңә үҙ ейәнем кәрәк, зина ҡылып яралған тыума түгел!» – әсәһенең был һүҙҙәре әллә ниндәй йөрәкте ташҡа әйләндерер! Аҙ иламай Сәғирә. «Һығылып илаған саҡтарында йоморайып килгән ҡорһағына һуҡҡысланы. Бөтә күңеле менән баланың тыумауын теләне... Әммә, нисек кенә тырышмаһын, йөрәк аҫтындағы яралғы йәшәүгә сат йәбеште». «…Моталлап теремек, мыҡты булып үҫеп китте. Ҙурайған һайын атаһына нығыраҡ оҡшап, әсәһенең күңел яраларына тоҙ һалды. Ғәфүр бер тапҡыр ҙа «улым» тип әйтмәне балаға, исеме менән генә өндәште». Ә бер көн килеп : «Күрше ауылға бер ғаилә күсеп килгән, ти инәйем. Уллыҡҡа сабый эҙләйҙәр икән, көсөгөңтө шуларға бирәһең, юғиһә... », – тип йөрәк өҙгөс хәбәр һала. Нишләһен Сәғирә, атаһы Бирғәле ағайҙың үлеменә сәбәпсе булған, ауыл халҡынан, ҡәйнәһенән әсе һүҙҙәр ишеттергән, Ғәфүрҙән ҡағылып‑һуғылып йәшәүҙәргә дусар иткән Моталлаптан берҙән-бер ҡотолоу сараһына бара, яттарға һатырға риза була...
Повеста беҙ алда әйткән символик образ – кәкүктең йәнә бер художество фунцияһы бар. «Кә-күк, кә-кү-үк... Бер, ике, өс, дүрт...» Уллыҡҡа һатылған Моталлап, килмешәк, Мишка, Сайра өсөн Муталлапчик булып, күрше ауылда үҫә, әсәһенең килеп алыр көнөн көтөп, һағынып йәшәй. «Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?» Биш бармағын бөкләй Моталлап, ә бер нисә йылдан ун бармағын да. «Бала күңеле уйын менән дауаланды. Ошо ауылға, урамға, кешеләргә, өйгә, Сайра менән Ғиндуллаға яйлап өйрәнде малай. Иң мөһиме – кәкүк тауышын онотто. Ғөмүмән, уға иғтибар итмәне: һыуындымы, үпкәләнеме, асыуы килдеме...» Әҫәрҙең эпилог өлөшөндә һүрәтләнгәнсә, бәләкәс кенә шыҡһыҙ өйҙөң ҡаҡ иҙәнендә өшөп уянған Моталлап өсөн иҫке генә радионан ағылған йыр ҙа юҡҡа түгел, йөкмәткене байыта, ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булған геройҙың характерын тулыландыра төшә:
...Кәкүк, кәкүк, әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым, күререм?
Ана шулай, әҫәрҙең башынан һуңғы юлдарға тиклем кәкүк образы ваҡиғаларҙы бер епкә теҙеп үҫә килә. Ысынлап та, Моталлаптың, «кәкүк балаһының», яҙмышы ябай түгел. Тыуғансы уҡ атай кешенең хыянатын, тәрбиәләп маташҡан үгәй атайҙың йәберләүен кисерә. ¤лөшөнә төшкәндең иң ауыры – үҙ әсәһенең ят кешеләргә биреп ебәреүе. Әсәһенең килеп алырын көтөп, көндәр һанап йәшәй ул. Әммә ҡырыҫ ысынбарлыҡ тиҫтер малайҙарҙың теле менән яҙмышының асылын аңлата: «Нинтәй инәйең? Ул бит һине һатҡан! Мынау балаһыҙ Сайра менән Ғиндуллаға. Инәйем шулай тине». Йәне яралы Моталлап барыбер кешеләрҙән биҙмәй. Йәш әтәстәй көрмәкләшкән Фәттәх, Саҙрый, Нәҡиптәр менән дуҫлашып ала, Нәзифә менән араларында мөхәббәт уты тоҡана. Һәр ваҡыт донъялағы иң яратҡан кешеһе – әсәһенә ынтыла. Үҫмер сағында боҙҙа шыуып уйнай-уйнай таныш урындарға барып сыға, бала сағы күҙ алдына баҫа. Әмәлгә ҡалғандай, мәкенән һыу алған әсәһен күрә: «Инәйем? ...Эйе, ул! Шул уҡ ҡара толом, шул уҡ буй-һын...»; «Аяҡтарын боҙҙан саҡ айырып, утлы ҡарҙан атланы үҫмер. Әсәһенә өс‑дүрт аҙым ҡалғас, ҡатын башын ҡалҡытты...»
«Ҡаршыһында баҫып торған улын күргән әсәнең зиһенен ут ялманы. Ҡыҙҙырған кеүек ҡапыл эҫегән ҡылысы менән уның ҡулдарын өтөп, биҙрәләре лә ысҡынып тәгәрәне. Береһе мәкегә төшөп, һыңар ҡолағын күрһәтеп әҙ генә ятты ла, һыу йотоп тонсоҡҡандай, бөтөнләй күҙҙән юғалды. Был осрашыу мәлен күрергә теләмәгәндәй, йәнһеҙ биҙрә лә шым ғына һыу төбөнә йәшенде. Сәғирә үҙе лә мәкегә сумыр хәлдә ине, биллаһи, тик аяҡтары боҙға ҡуша туңдымы ни... Ә ҡаршыһында мең һораулы күҙҙәр менән тишерҙәй ҡарап улы тора. Нисек ҡурҡты ул ошо ҡараштан, нисек оялды... Күпме тапҡыр улы эргәһенә барып та, ошо күҙҙәрҙән ҡасып, кире әйләнде бит».
Эйе, яҙмышы еңел булманы Сәғирәнең. Нимә етмәне уға? Моталлабын ҡурсаларға ҡыйыулығымы, бәләкәсен яҡлау, һаҡлау өсөн әсә саялығымы? Дөрөҫ юлды таба алмауы арҡаһында ғүмер буйы ғазап кисерә, әрнеше төндәр буйы йоҡо бирмәй уға. Ярай әле сабыйы, Килмәков Моталлап Ғиндулла улы булып китеп, Сайраның йылы ҡосағында үҫеп етә.
Ҡатмарлы һәм сетерекле проблемаға юҡҡа тотонмаған уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматова. Бөгөнгө көндә ғаилә, кеше мөнәсәбәттәре, замандың үҙе кеүек, ябайҙан түгел. Тыуғас та балаларынан баш тартҡан әсәләр ҙә, ғәзиз сабыйын, себеш урынына ла күрмәй, әсә наҙынан мәхрүм иткәндәр ҙә аҙмы? Беҙҙеңсә, әҙибәнең әйтер һүҙе лә шундай әсәләргә, кәкүк һымаҡ ир-аттарға төбәлгән. Повеста йәштәребеҙгә фәһем булырҙай ғибрәтле яҙмыш бәйән ителә. Шуныһы ғына үкенесле: Моталлаптың яҙмышы бәхетле булмай, ғаиләһеҙ ҡалған ир шыҡһыҙ өйөндә: «Инәй, өшөнөм...» тип уяна. Әллә, халыҡ әйткәнсә, «Бер бәхетең булмаһа, булмай икән»ме?
Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә байтаҡ уҡытыусылар булыуы билдәле. Изге һөнәр эйәләре ижадта ла педагог булып ҡала, әҙәбиәттең тормош дәреслеге икәнен тағы бер ҡат раҫлай. Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесында ла авторҙың педагогик концепцияһы асыҡ сағыла, тәрбиәүи функция башҡара. Нуриман бабайҙың балаларға һөйләгәне: «Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ул. Башҡарған эшегеҙ миңә булһа, өйрәнгәнегеҙ – үҙегеҙгә. Гел шулай яҡшы күңелле булығыҙ, яраймы, изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай, – тип балаларҙың арҡаһынан һөйөп алды ҡарт. Ике тоҡто (туйра – имән сәтләүеге менән) ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, арбаға килтереп һалды. Шунан өсәүләп, сөкөрләшә-сөкөрләшә ауылға табан атланылар. Ике быуын осрашҡас, һис шикһеҙ, һөйләшәһе һүҙҙәр күп булғандыр. Уларҙың серен тәгәрмәс шығырлауы ғына йотоп барҙы». Йәнә: «Күпме бәхеттән мәхрүм уның “дуҫы”? Улыңдың тәүге аҙымдарын күреү – үҙе бер ғүмер бит. Әйтерһең дә, ғүмерең яңынан башлана. Кескәй генә тәпәйҙәре менән ул һинең эҙеңдән атлаясаҡ, бейеклектәргә үрмәләйәсәк, дала киңлектәрен күрәсәк, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе гиҙәсәк. Һинең көслө ҡулдарыңа тотоноп, бер нәмәнән ҡурҡмай алға барасаҡ. Ә инде тәтелдәк теле ғүмереңдең һәр минутын шатлыҡ менән тултырасаҡ. Әй, Йыһангир, буш бит һинең йыһаның. Йөрө инде хәҙер шул бушлыҡты гиҙеп. Сәскәнән сәскәгә ҡунып, ғүмереңдең көҙө еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле, сиңерткә!». Ғаилә һәм тәрбиә проблемаларын күтәргән әҫәрҙә педагогик концепция бик урынлы, ул әҫәрҙең уҡыусыға тәьҫирен бермә-бер күтәрә.
Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесы хаҡлы рәүештә тәжрибәле яҙыусыларыбыҙҙың хуплауына лайыҡ булды, «Ағиҙел» журналы уҡыусылары ла ыңғай фекер туплағандыр. Эйе, әҙәбиәтебеҙгә художестволы әҫәрҙең форма һәм йөкмәтке үҙенсәлектәрен аңлаған, герой характерын тыуҙырыу ҡеүәһенә эйә, психологизм асылына төшөнгән әҙибә килде. Беҙҙе, беренсе сиратта, авторҙың образлы теле һәм үҙенсәлекле стиле арбаны. Назар Нәжмиҙең русса уйлап, башҡортса яҙған шағирҙар тураһындағы фекере булды. Әлиә Саматова башҡортса фекерләүе һәм яҙыуы менән алдыра. «Кәкүк» повесында автор телмәре хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙләнһә, персонаждарҙың теленә Инйәр буйы ҡатайҙарының тел үҙенсәлектәре хас. Яҙыусы әҫәр теле туҡымаһында балалар телмәрен дә уңышлы ҡуллана. Ҡайһы бер миҫалдарҙы ғына күрһәтәйек: «Бөгөнкә мыныһы ла етеп торор. Ана, Мишканың инәһе бы яҡҡа табан килә. Таванты ялтыратайыҡ. Инәйеңә беҙҙе ошаҡлаһаң, Мишка, ысматри, өлөшөңә алаң, белтеңме!»; «Йыһангир, алтыңа ҡара, мынта һиңә ҡала юлдары түгел»; «Ҡояҫта ҡыҙынып, беҙҙең еләкләрҙе аҫап ята инте, – тип ҡыҫылды Саҙрый»; «Улар кү-ү-үп итеп мәмәй әпкиләләрме?»; «Әллә әппәр, инәй, тәмне булты!» – тип бите менән ҡулын һыйпағас, ултырғысынан төшөп, тышҡа ыңғайланы». Шулар менән бер рәттән, автор ҡылымдарҙың ҡыҫҡа, ябай телмәр стиленә хас булған формаһын актив файҙалана, улар ерле һөйләш колоритын бирә, башҡорт теленең диалект үҙенсәлектәрен сағылдыра: йөрөйөң, алаң, бешерәң, күрмәйеңме, ятаң һ.б.
Шулай ҙа автор телендә күҙгә йышыраҡ ташланғаны сағыштырыу сараһылыр. Бындай художестволы һүрәтләү сараһын әҙибә бер күренеш йәки әйберҙе уртаҡ сифаттары булған икенсе күренешкә йәки әйбергә оҡшатып, асыҡлау маҡсатында бик уңышлы файҙалана. Сағыштырыуға хас булған синтетик, аналитик һәм синтетик‑аналитик формалар киң ҡулланыла. Улар авторҙың донъяны художестволы ҡабул итеүенә, образлы фекерләүенә бәйле. Миҫалдар: «¤йҙә ике мәйет ҡалды: береһе – донъя менән әле генә хушлашҡан себеш, икенсеһе – тереләй ҡатҡан ҡатын»; «Ояһын таба алмай сәбәләнгән ҡош кеүек, яуапһыҙ һорау ҡатындың мейеһен ҡайнатты»; «Шунан ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп, итәгенә ут ҡапҡандай тышҡа атылды»; «¤рккән ҡоралайҙай баҫып торған әсәһен күргән Моталлап уның йәш тулы күҙҙәренән ҡарашын айырманы». Бынан тыш әҙибә фразеологизмдар менән дә оҫта эш итә. Ҡайһы бер фразеологик берәмектәр халыҡсан булһа (түбәһе күккә тейгәндәй булды, балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөнө), икенселәре автор теленә генә хас: артынан йәйғорон күккә элеп, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Ғөмүмән, повестың тел байлығы, лексик ҡатламдарҙың төрлөлөгө, мәҡәл‑әйтемдәрҙе уңышлы файҙаланыуы, халыҡсанлығы авторҙың художестволы һүрәтләү оҫталығына эйә булыуын таныта.
Йыйып ҡына әйткәндә, хәҙерге башҡорт прозаһына ярайһы уҡ бай тормош тәжрибәһе туплаған, кешеләр күңелен аңлаған, үҙ геройҙарын ҡатмарлы психик ситуацияларҙа һүрәтләй алған, туған халҡының тел байлығына, моңона эйә булған яҙыусы килде. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Саматова! Педагогик йәмәғәтселек «Кәкүк» повесын халыҡҡа еткереүҙә ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайым, сөнки өлкән класс уҡыусылары, йәштәр араһында матур ғаилә ҡороу, киләсәктә бәхетле ғүмер итеү проблемаларын аңлатыу – заманыбыҙҙың иң актуаль мәсьәләләренең береһе. Был йәһәттән, һис шикһеҙ, яҙыусы мөҡәддәс эш башҡарған. Уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматоваға артабан да ижади үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Ноғман Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге…” романында халыҡсанлыҡ өлгөләре
Ф.Т. КҮЗБӘКОВ,
Башҡорт дәүләт университеты профессоры
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин алты тиҫтә йылдан артыҡ ижад итеү осоронда утыҙлаған повесть һәм хикәйәләр, дүрт роман, дилогия, трилогия авторы, башҡорт әҙәбиәте тарихында һайланма әҫәрҙәренең ун ике томлығын сығарған берҙән-бер һүҙ оҫтаһы булып танылды. Яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә туған телебеҙҙең мөғжизәгә тиң мөмкинлектәрен ювелирҙарса ҡулланып, милли колорит менән һуғарылған тәбиғәт күренештәрен, үҫеш-үҙгәрештә бирелгән образ-характерҙар галереяһын, берсә һәүетемсә, берсә ҡайнап-урғылып аҡҡан тормош ваҡиғаларын аңға ла, йөрәккә лә үтерлек итеп тасуирлай алды.
Әлбиттә, бер фирҡәлелек дәүерендә әҙип коммунистик идеология шауҡымының тиҫкәре эҙемтәләрен дә кисерҙе. Шуға ла уның 1990 йылдарға тиклемге әҫәрҙәренә ваҡиғалар үҫешенең тура һыҙыҡлылығы, геройҙарҙың башлыса ыңғай һәм кире типҡа ғына бүленеүе хас. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа был “бәлә” яҙыусыларыбыҙҙың береһен дә урап итмәне, тиерлек. Айырма бары шунда: кемдер илдә алып барылған сәйәсәткә ихлас инанып ижад итте, кемдер ҡараны аҡ тиеүҙән тартынманы. Һоҡланғыс талант эйәһе Ноғман Мусин һәр саҡ йөрәк ҡушыуынса ижад итте, үҙ заманының улы булып, тормош ағышын күпселек осраҡта халҡы күҙлегенән баһаланы.
Авторҙың яҙыусылыҡ оҫталығы, донъяны, йәшәйеште күҙаллау һәм баһалау кимәле Алдар батырға арналған эпик ҡоласлы романында уңышлыраҡ асылды. Әҫәрҙең төп геройы – ҡапма-ҡаршылыҡлы характерлы, көслө ихтыярлы шәхес. Уны совет осоронда идеаль итеп һүрәтләнгән райком секретары (“Яралы кеше тауышы”) менән бутау мөмкин түгел. Шулай уҡ ул легендаларға торошло Төлкөсуранан да (“Мәңгелек урман”) ныҡ айырыла.
Алдар Иҫәкәев, тарихи шәхес булараҡ, бығаса төрлө яҙма документтар, халҡыбыҙҙың ижади хәтере аша ярайһы асыҡ төҫмөрләнһә лә, яҙыусының тойом-һиҙемләүе, художестволы күҙаллауы уны тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Йылҡы малы ғына ете меңдән ашыу иҫәпләнгән бай аҫабаның әҫәр һуҙымындағы эш-хәрәкәте, ҡатмарлы яҙмышы, тулы ҡанлы тормошо, уйланыуҙары, икеләнеү-өмөтләнеүҙәре психологик яҡтан ышандырырлыҡ итеп һүрәтләнә. Алдар батыр ҡатнашҡан ваҡиғалар башҡорт илендәге хәлдәрҙе генә сағылдырып ҡалмай, ә Рәсәйҙәге һәм күрше мәмләкәттәрҙәге ошо осор һулышы менән тығыҙ үрелештә художестволы тасуирлана. Иң мөһиме — әҫәрҙе ерлекле итеүсе халыҡсанлыҡ сифаты романдың һәр күҙәнәгенә тиклем үтеп инә. Башҡорт мөхитендә тыуып-үҫеп, уның тарихи яҙмышын, рухи ҡиммәттәрен, ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен ҡанына һеңдергән әҙип тәбиғәт күренештәрен, конкрет хәл-ваҡиғаларҙы, төп геройҙы, эреле-ваҡлы персонаждарҙы халыҡ күҙлегенән сығып ҡылыҡһырларға, баһаларға ынтыла. Бында ниндәй ҙә булһа идеологияның баҫымы һиҙелмәй.
Н. Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге” романында халыҡсанлыҡ сифаты менән һуғарылған тасуирҙарға иғтибар итәйек. (Миҫалдар 6-сы томдан алынды.)
Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү.
Ирәндек яғынан иртәле-кисле көҙ тындары бәрелә башланы. Таңға ҡырау төшә лә һорғолт тут сыбарлаған ергә ялпаша башлаған үләндәрҙетуңдырып, аҡ ҡылау менән ҡаплай. Ҡояш нурҙары көндө имшеттеме, ергә төрлө төҫтәге ағас япраҡтары яуырға керешә. Ҡайҙа ғына ҡарама, ялан да ялан. Күк ҡабағы офоҡҡа барып төртөлгән ергәсә һирәк-мирәк убаларҙан, йырын буйҙарында үҫкән ҡыуаҡтарҙан башҡа ер битен биҙәгән һис ни күрмәҫһең. Һирәк-мирәк күҙгә салынған ауылдары уя буйҙарына боҫоп ултырған.
Теге йәки был күренешкә халыҡсан баһа биреү.
●Йылҡыға ҡылған булдымы, башҡа үләнең ары торһон, ә ҡылған ҡоролоҡҡа бирешмәй. ●Ул ҡәһәр һуҡҡырҙары оҙаҡламай йәнә килеп етер… (Һүҙ яһаҡ йыйыусылар хаҡында.)●Айытҡужа улының тирмәһе иркен, ун ике кирәгәле. Йыуан бүрәнәләрҙән нигеҙ ҡороп тартылған. Иҙәндә ике-өс ҡат кейеҙ, ишек яғына ҡоралай тиреләре ҡапланған… Ҡышты йырлап сығырға була… ●Иҫәкәй, абруй һаҡлап, ҡабаланмай ғына уға (Мәмбәтсураға) ҡарай атланы.
Халыҡ тәжрибәһен дөйөмләштереү.
●Өйөр айғырын менеп тә, егеп тә йөрөмәйҙәр, ул тик үҙенә тапшырылған эште генә башҡарырға – өйөрөндәге йылҡыларҙы ҡарарға тейеш. ●Етди мәсьәлә хәл ителгән бындай йыйында бер-береңдән уҙҙырырға тырышып тамаҡ ярыу ғәҙәте юҡ. Һәр кем үҙ һүҙен бик уйлап, берәгәйле әйтергә тырыша. ●Көндәш бер көн серҙәш булһа, биш көн һөймәҫ. Көн яманлыҡтары бер ни түгел, көндәш менән йәшәү ялҡыта. ●Талашлы йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Халыҡтың күҙәтеүсәнлеген еткереү.
Елкәһе киң, яурындары төшөнкөрәк, көслө кешеләргә хас булғанса, терһәктәре ян-яҡҡа ҡалтайыбыраҡ тора, тарбанлабыраҡ атлай.
Геройҙарҙың халыҡсан тел менән һөйләшеүе.●“Ағайың мал ҡыуып киткәс, ҡарышҡан шикелле, бер кирәгәһе ысҡынды ла ел өрөп тик тора… Атағатаҡ, улай тимәгә ни, еңгәңдең ҡурҙымынан да ауыҙ итмәгәс...” ●Миңлеғужа: “Ана хәҙер Исәт, Мейәс буйҙарын урыҫ баҫып алып бөттө, зауыт ҡоралар, ер аҡтаралар, ҡәлғә төҙөйҙәр. Беҙҙең кеүек ғүмере баҡый ошонда көн иткән халыҡтан һорау-нитеү юҡ. Бөгөн ана Сәнәй буйынан ҡыуып ебәрҙек. Ә йыртҡыс бер ҡан еҫен тойһа, ҡыуып ебәреп буламы?..”
Башҡорттоң ҡан ҡойошло яуға күтәрелеү сәбәптәрен асыҡлау.
Солоҡҡа бал һалымы арта, кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ҡалымына, һуйылған мал тиреһенә, баҙарға, тирмәнгә барған өсөн, һәр дуға һәм ҡамытҡа, мәке сапҡан өсөн, ҡапҡа һәм тәҙрәләргә, мулла һәм мәсеттәргә айырым һалым. Туй үткәргәнгә ун бер алтын, икенсе тапҡыр үткәрһәң – егерме ике, ике күҙгә бер аҡса… Күтәрелеш етәкселәренең береһе Дөмәй Ишкәев йәй урталарында ҡыйырһытылыуҙарҙан аралауҙы батшанан һорау өсөн Мәскәүгә бара. Батша ҡабул итмәй. Һаҡ аҫтында Ҡазанға оҙаталар ҙа Дөмәйҙе аҫалар, ҡалғандарын — төрмәгә. Алдарбайҙың икеләнеп йөрөүҙәре һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты… Бындай яман көстән, муйынын һындыра һуҡмайынса, ҡотолоп булмаясаҡ тигән ҡәтғи ҡарарға килде.
Властың башҡорттар менән әҙәмсә мөғәмәлә итеренә өмөтө аҙаҡҡаса һүнмәй Алдарҙың. Тик уларҙың хыянатсыл сәйәсәте арҡаһында һәләк була. Шулай ҙа ул батыр исеменә тап төшөрмәй, халҡының арҙаҡлы улы, ил ағаһы булып ҡала.
Күренеүенсә, Ноғман Мусин, тарихи документтарға, халыҡ хәтере ҡәҙерләп һаҡлаған риүәйәттәргә нигеҙләнеп, йыйған, тапҡанын ҡабатланмаҫ талантына ярашлы ижад ҡаҙанында ҡайнатып, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең һоҡланғыс художестволы образын иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар солғанышында, башҡорт мөхитендә тыуҙыра алған.

Кәтибә Кинйәбулатова лирикаһында ҡатын-ҡыҙ образы («Һыу, һауа» шиғырын өйрәнеү)
М.Ғ. КИНЙӘБАЕВА,
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яратҡол мәктәбе уҡытыусыһы
Маҡсат. Лирика һәм лирик герой төшөнсәһенә аңлатма биреү; К. Кинйәбулатова шиғырҙарындағы лирик геройҙа шағирәне күреү һәм лирик герой исеменән уның һәм замандаштарының уй-тойғоларын дөйөмләштереү; шағирә ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу. 1. Презентация. 2. К. Кинйәбулатованың портреты, китаптар күргәҙмәһе. 3. Шағирәнең тауышы яҙылған аудиотаҫма һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йыр.
Дәрес барышы
Уҡытыусы. Һәр шағирҙың ҡайғы-шатлыҡтары, һөйөү-нәфрәте, тәбиғәте һәм тормош менән бәйләнеше үҙенсә, йәғни һәр кемдең үҙ яҙмышы. Лирик геройҙы ул үҙ донъяһынан, бала саҡтан күңеленә һеңгән, күңелендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған йәки нәфрәт тыуҙырған, ниндәйҙер сәбәп менән аңына көслө тәьҫир иткән ваҡиғаларҙан ала.
Нимә ул лирика, һәм кем ул лирик герой? Лирика – шағирҙың хис-тойғоларын, уй-кисерештәрен, теге йәки был ваҡиға, күренеш уңайы менән тыуған тойғоларын сағылдырыу. Лирик әҫәрҙәге «мин»де әҙәбиәттә лирик герой тип йөрөтәләр.
Кәтибә Кинйәбулатованың лирик геройы – боролмалы, һикәлтәле юлдар үткән, һыҡраныуҙар аша ҡайнар күҙ йәштәре түккән ҡатын-ҡыҙ. Был хәл-ваҡиғалар «Һыу, һауа» шиғырында сағылыш таба.
1. «Һыу, һауа» шиғырын өйрәнеү.
●Шиғырҙы уҡыусының тасуири уҡыуы.
●Йөкмәткеһен асыҡлау өсөн һорауҙар.
А. Шиғырҙа лирик герой тормошондағы ауырлыҡтар нисек һүрәтләнә? (Атаһы, ауыл уҡытыусыһы, репрессияға эләгә, һуғыш, аслыҡ осоронда мәрхүм булып ҡалған һеңлеһенең балаларын, үҙ туғандарын ҡарап үҫтереү, аҙаҡтан әсәһенең үлеме – барыһы ла уның иңенә төшә.)
Б. Атай-әсәй киҫәттеләр мине:
– Һин, тип, ҡыҙым, беҙҙең дәү бала,
Аңлайһыңдыр, был кескәйҙәр өсөн
Һин кәрәкһең нәҡ тә һыу, һауа. (Уҡыусылар шиғыр юлдарының мәғәнәһен асыҡлай.)
В. Был һүҙҙәрҙе ата-әсәһенең васыяты, аманаты итеп ҡарарға буламы?
Г. Лирик герой ата-әсәһенән ҡалған васыятты үтәйме? (Уҡыусылар шиғырҙан өҙөктәр табып уҡый.)
Ғ. Шиғырҙың төп геройы – ҡатын- ҡыҙ. Бөйөк Ватан һуғышываҡытында уға ауырлыҡтарҙы күп кисерергә тура килә. Бәғзе берәүҙәр ошо ҡыйынлыҡтарға сыҙамай, бөгөлөп төшә. Лирик герой был михнәттәрҙе еңеп сығырлыҡ көстө ҡайҙан ала? (Ул ғаиләлә өлкән бала була, шуға ла барыһы өсөн дә үҙен яуаплы итеп тоя. Үҙенән бәләкәй туғандары уға ышаныс менән ҡарай. Атай-әсәй урынына ҡалған өлкән апай уларҙы ҡарап, үҫтерергә, кеше итергә тейешлеген аңлай. Кешеләргә йәшәр өсөн һыу, һауа нисек кәрәк булһа, ул да кескәйҙәргә шулай кәрәк. Лирик герой һуғыш ваҡытында замандаштарына ла еңел түгеллеген белә, үҙендә ауырлыҡтарҙы еңер көс таба.)
Д. Шиғырҙың аҙағын уҡыу. Ниңә автор һаман үҙен кешеләргә кәрәктер, ти? Кәрәктер, ти, хас та һыу, һауа? (Үтте ауыр саҡтар, килде тыныс тормош. Зәңгәр нур аша ҡар яуа (был бәхет, шатлыҡ символы). Лирик герой дәртләнеп эшкә бара. Ҡасандыр үҙе ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡандағы кеүек, башҡаларға уның көс өҫтәр, рухи ныҡлыҡ бирер шиғырҙары кәрәк.)
Е. Шиғырҙағы лирик геройҙы дөйөмләштерелгән образ тип әйтеп буламы? (Шағирәнең һәм уның замандаштарының уртаҡ яҙмышы, дөйөм характер һыҙаттары, уй-тойғолары лирик геройҙың типиклығын билдәләй. Һуғыш осорондағы ауырлыҡтар, аслыҡ, михнәт сигеү – был осор кешеләренең уртаҡ яҙмышы ул.)
2. «Һыуға барам» шиғыры.
Кәтибә Кинйәбулатованың лирик геройын шулай уҡ «Һыуға барам», «Минуттар», «Мин бик яуаплы», «Ауылыма ҡайтып киләмен», «Сәй», «Бер һүҙем бар» һәм уҡытыусы булып эшләгән йылдарына бағышлап яҙылған «Ал ҡына» шиғырҙарында күрергә була. (Уҡыусы шиғырҙы тасуири уҡый.)
1990 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң эсәр һыуы фенол менән ағыулана һәм бик күптәрҙең һаулығы ҡыл өҫтөндә тороп ҡала. Быларҙың барыһын да халыҡ менән бергә кисергән шағирә тетрәткес хәлгә тыныс ҡала алмай, тойғоларын шиғыр юлдарына һала.
Ул көйәнтәһеҙ (көйәнтәләр ҡалған ауылда), ике биҙрә тотоп баш ҡалала һыуға бара. (Шиғыр тасуири уҡыла.)
Ана алда халыҡ йүгерә,
Иләҫ-миләҫ килә уйҙарым:
Барам да ул, сират торам да ул…
Таҙа микән һуң был һыуҙары?..
Һыуға барам әле таш юлдарҙан
Йәншишмәгә тугел, мискәгә.
Өп-өр яңы хәсрәт – һыуға сират,
Һыуһыҙ ҡалдыҡ, һыу юҡ эсмәгә.
Үлмәҫ йәнгә – үле балыҡ, тиҙәр.
Үле балыҡ? Тулы йылғала!..
Яуызлыҡтың ҡайҙа баш-аяғы,
Кем яуаплы бындай донъяға?
Һыуға барам, ямғыр яуа.
Ҡарлы ямғыр.
Был тәбиғәт эше – ерунда!
Үлмәҫ йәнгә – үле балыҡ, тиҙәр,
Ике биҙрәм ике ҡулымда.
Йомғаҡлау. Күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова поэзияһындағы лирик герой ифрат тормошсан, бай натуралы, тәрән кисерештәргә эйә шәхес булып күҙ алдына баҫа. Лирик герой, бер яҡтан, шағирәнең үҙ биографияһы менән бәйле күп яҡтарҙы дөйөмләштерә, икенсенән, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ яҙмышын, быуын, ил биографияһын типиклаштыра. Бына шуғалыр ҙа шағирәнең лирик геройы уҡыусыны тулҡынландыра һәм тәрән уй-хистәргә һала. (Дәрес аҙағында Кәтибә Кинйәбулатованың үҙе башҡарыуында «Юҡ һүҙ юрамағыҙ!», «Эй ғүмеркәйҙәрҙең үтеүҙәре» шиғырҙары, Р. Хазғәлиев башҡарыуында шағирә һүҙҙәренә яҙылған «Ямғыр яуып, йәшен йәшнәһә лә» йыры тыңлана.)

Сәриә Сәйфулловна
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 31 янв 2018, 17:36
Башҡорт телендә текстарҙы тыңлап аңларға өйрәтеү күнегеүҙәре
Уҡыусыларҙың йәйге ялдары тураһындағы 4 тексты тыңла һәм каникулдарҙың ҡайҙа үтеүен аңла һәм таблицала билдәлә. Тексты ике тапҡыр тыңларға мөмкин.
1 хикәйә
2 хикәйә
3 хикәйә
4 хикәйә
А. Ҡалала
Б. Ауылда
В. Диңгеҙ ярында
Г. Лагерҙа
1. Быйыл йәйге каникулды бик күңелле үткәрҙем. Ҡалала йәшәгән Айгөл апайым мине ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Беҙ уның менән ҡала урамдары буйлап йөрөнөк, циркка барҙыҡ. Кинотеатрҙа балалар өсөн кино ҡараныҡ. Апайым миңә батырҙарға арналған һәйкәл күрһәтте. Ҡалалағы ял миңә бик оҡшаны.
2. Йәйге каникулдар башланғас та, әсәйем мине өләсәйемдәргә ауылға алып ҡайтты. Мин унда ике ай ял иттем. Дуҫтарым менән урманға барҙыҡ, еләк, бәшмәк, матур-матур сәскәләр йыйҙыҡ. Ауылда мин өләсәйемә лә ярҙам иттем. Беҙ уның менән бергәләп йәшелсәләргә һыу һиптек, сүп утаныҡ. Йәйге ялым бик күңелле үтте.
3. Быйыл йәй көнө атайым менән диңгеҙ ярына ял итергә барҙыҡ. Беҙ унда көнө буйы яр ситендә ҡыҙындыҡ, диңгеҙҙә йөҙҙөк. Кисен ҙур-ҙур тулҡындарға ҡарап һоҡландыҡ. Диңгеҙ буйында яңы дуҫтар таптым. Улар менән интернет селтәре аша хатлашырға һүҙ ҡуйышып айырылыштыҡ. Минең был ялым бик күңелле һәм файҙалы үтте.
4. Быйыл йәй мин лагерҙа ял итергә булдым. Уның һәр бер көнө матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Отряд менән күлдә уҙышып йөҙөүҙәр тиһеңме, төрлө-төрлө йыр, шиғыр конкурстары тиһеңме, киске костер янында уйын-көлкө, бейеүҙәр тиһеңме - барыһы ла бик күңелле һәм онотолмаҫлыҡ булды. Дуҫтарым менән икенсе йылға осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылыштыҡ.
5. Айгөл менән Айнурҙың һөйләшкәндәрен тыңла һәм тура килгән һүрәттәрҙе билдәлә (+)
• Айгөл, сәләм! Ҡайҙа шулай ашығаһың?
• Сәләм, Айнур! Мин мәктәпкә киттем. Унда бөгөн осрашыу буласаҡ. Ғәфүр ағайым сығыш яһаясаҡ.
• Нимә тураһында һөйләйәсәк?
• Ағайым армия сафында хеҙмәт иткәндә ҙур батырлыҡ күрһәткән.
• Ә-ә, бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Мин дә һинең менән барам.
• Әйҙә киттек.
• Әйҙә.
Тыңлап аңлауҙың ыңғай яҡтары ла күп:
-аудиотекст тыңлаған ваҡытта, уҡыусылар автор позицияһы менән таныша. Һөйләүсе тыңлаусының нимәгәлер иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында, айырым һүҙҙәргә баҫым яһай, тауыш менән хис-тойғоларҙы биреүгә ирешә. Уның тасуири уҡыу оҫталығы уҡыусылар өсөн өлгө булып тора.
- тәрән йөкмәткеле һәм уҡыусыларҙың зауығына тап килгән текстар башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уята;
- тыңланасаҡ текстар грамматик һәм лексик теманы бергә алып барырға мөмкинлек бирә, ә был иһә дәресте йәнләндерә;
- төрлө темаға ҡараған текстар рухи һәм матди мәҙәниәт тураһында бай мәғлүмәт бирә;
- бәйләнешле текст телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеүҙең бөтә төрҙәре буйынса ла комплекслы эшкә юл аса.

Тыңлап аңларға өйрәтеүҙә текст өҫтөндә эш алымдары
Тыңлап аңларға өйрәтеү этабында иң мөһиме – дөрөҫ текст һайлау. Ул
тәрән йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәтле, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндерерлек, белемен киңәйтерлек булырға тейеш. Текстың йөкмәткеһе, теле буйынса уҡыусының йәшенә тап килеүе, дәрестә өйрәнеләсәк грамматик, лексик материалды үҙ эсенә алыуы, стилистик яҡтан өлгө булыуы ла мөһим.
Әлбиттә, текстар күп төрлө: аудио-текст, видеотекст, мини-текст, әҙәби текст (роман, хикәйә, әкиәт, шиғыр), яҙма текст (диктант, инша, изложение), уҡыусының яуабы (диалог, монолог).
- Терәк һүҙҙәрҙе билдәләп, логик сылбыр төҙөү.
- Тулы йөкмәткене аңлау өсөн, яңы һүҙҙәрҙе билдәләү.
(Методика буйынса, осраясаҡ яңы һүҙҙәрҙе тексты уҡыр алдынан аңлатып китергә кәрәк. Һүҙҙең мәғәнәһен логик сылбыр буйынса аңлатыу отошло: ниндәй өлкәгә ҡарауын әйткәс, уҡыусылар төрлө варианттар тәҡдим итә, аҙаҡ һүҙҙең билдәләре конкретлаша, формаһы, төҫө йәиһә тормоштағы функцияһы телгә алына. Балалар эҙләнеүҙәр аша дөрөҫ яуапҡа килә, һүҙҙең мәғәнәһен генә асыҡлап ҡалмай, уның билдәләре, функциялары менән таныша. Ә йомаҡты сисеү дәрестә «уңышлылыҡ» ситуацияһын тыуҙыра, уҡыусыларҙа үҙ көсөнә ышаныс уята.)
- Теманы билдәләү.
- Тексҡа исем биреү. (Варианттар тәҡдим ителә, фекерҙәр дәлилләнә һәм
иң уңышлыһы һайлап алына.)
- Айырым абзацтарға исемдәр эҙләү.
- Йөкмәтке буйынса төҙөлгән һорауҙарға яуап биреү.
- Билдәләнгән һөйләмдәрҙе тәржемә итеү.
- Логик сылбырға таянып, оҡшаш текст төҙөү. (Уҡыусылар бер темаға яҙылған төрлө стилдәге текстар менән таныша, үҙҙәре лә ижад итеп ҡарай.)
Үтелгән грамматик теманы ҡабатлау һәм нығытыу маҡсатында эштәр тәҡдим итеү.
Фонетик эш төрҙәре:
- Һүҙҙә йәки һөйләмдә билдәләнгән өнгә башланған һүҙҙәрҙе табыу;
- нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә ялғау яҙылышын аңлатыу;
- өндөң телмәрҙә үҙгәрешенә миҫалдар эҙләү;
- бирелгән һүҙҙәргә фонетик транскрипция эшләү.
Лексик эш төрҙәре:
- Тура һәм күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙе табып, улар ме-
нән һүҙбәйләнеш төҙөү;
- фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, улар менән яңы һөйләм уйлау;
- билдәләнгән һүҙҙәргә синоним, антонимдар яҙыу;
- һүҙҙәрҙе ниндәйҙер билдә буйынса төркөмләү.
Синтаксик эш төрҙәре:
- Эйә менән хәбәр төркөмөн билдәләү;
- һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу;
- үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айырыу;
- һөйләмдең төрөн билдәләү.
Бөтөн фонетик, лексик, синтаксик эш төрҙәрен дәрес һайын үткәреү мотлаҡ.

Тыңлап аңларға өйрәнеү(аудирование)
Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә ҡараштар бик күп төрлө. Уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең телде өйрәнеүгә мөнәсәбәттәре лә төрлө кимәлдә. Башланғыс класс уҡыусылары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ теләп, ҡыҙыҡһынып өйрәнһә, урта һәм өлкән класс уҡыусылары күберәк ваҡыттарын имтихандарға әҙерләнеү, икенсе сит телде өйрәнеүгә сарыф итә. Ошо мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу өсөн, беҙ башҡорт теле дәрестәрендә төрлө алымдар ҡулланып, башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙы төп эш итеп алдыҡ.
Беҙҙең маҡсат - уҡыусыларҙы башҡорт телендә ишеткәнде, һөйләгәнде, уҡығанды аңлау күнекмәләре булдырыу һәм башҡортса аралашырға, башҡорт телен өйҙә, йәмғиәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡортса һөйләргә, тыңлап аңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеүҙең нигеҙендә текст ята. Был эшебеҙҙә тыңлап аңлау өсөн ниндәй текстар һайлау, улар өҫтөндә эште системалы ойоштороу буйынса түбәндәгебурыстар ҡуйыла:
1.Тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование) үҙенсәлектәрен асыҡлау,
билдәләү.
2. Тыңлап аңларға өйрәтеү текстары өҫтөндә эш алымдарын тәҡдим итеү.
3. Тыңлап аңларға өйрәтеү күнегеүҙәрен һайлау.
Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыу юлдарын Дәүләтшина М.С. түбәндәге этаптарға бүлеп ҡарай:
1. Башҡорт телендә тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование).
2. Башҡортса аралашырға (общение) өйрәтеү.
3. Башҡорт телендә дөрөҫ, тасуири уҡырға өйрәтеү.
4. Төрлө типтағы текстарҙы башҡортса яҙырға өйрәтеү.()

Художестволы әҫәрҙең тексын өйрәнеү юлдары
Салауат ҡалаһы 22- се Һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлиева Нәйлә Тимерхан ҡыҙы
Яҡшы, таҙа, бай телдә һөйләшкән кешенең,
насар һәм ярлы телдә һөйләшкән
кешенекенә ҡарағанда,уйҙары байыраҡ була.
А.Толстой
Бөйөк урыҫ яҙыусыһының был һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм.
Уҡытыусы - телселәрҙең алдында торған төп бурыстарҙың береһе – уҡыусыларҙы «яҡшы», «таҙа», «бай» телдә һөйләшергә өйрәтеү. Был процеста художестволы әҫәрҙең тексын анализлау ҙур роль уйнай.
Бер - береһенә бәйле һөйләмдәр… Ниндәй серҙәр йәшеренгән уларҙа? Уларҙы нисек асырға? Тексты анализлау кеүек ауыр һәм йөкмәткеле эшкә балаларҙы нисек ылыҡтырырға? Бындай һорауҙар һәр бер башҡорт теле әҙәбиәте уҡытыусыһын борсойҙор, моғайын.
Әҫәрҙе анализлай башлар алдынан, уҡыусыларҙа авторҙың ижадына һәм теге йәки был әҫәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк.
Әҙәбиәт дәрестәрен үткәргәндә, ғөмүмән, художестволы текст менән эш иткәндә, уҡытыусым, БДУ доценты, З. Әлибаевтың кәңәштәрен күҙ уңында тоторға тырышам.
Башта әҫәрҙең эстәлеге менән ентекләп танышыу зарур. Шунан һуң уның ни хаҡында яҙылыуын (темаһын), персонаждары (ундағы характерҙар, типтар) үҙ – ара нисек бәйләнеүен, ниндәй мөнәсәбәттәргә инеүен (конфликт үҙенсәлеген, сюжетын) асыҡлау мотлаҡ. Ошо уҡ этапта персонаждарҙың телмәр үҙенсәлектәре, яҙыусының хикәйәләү оҫталығы (тел, стиль) тураһында күҙәтеүҙәр яһау мөһим. Күҙәтеүҙәрҙе ошондайыраҡ һорауҙар ярҙамында башҡарырға була: Әҫәр кем йәки нимә тураһында? Ул ни өсөн шулай атала? Был әҫәрҙе автор ни өсөн яҙған? Уның менән ниндәй яңылыҡ аса? Рухи яҡтан замандаштарын байыта аламы? Ниндәй осорға ҡараған хәл-ваҡиғалар сағылыш таба? Уҡыу барышында һеҙҙә ниндәй уй - фекерҙәр тыуҙы? Һ.б.
Әҫәр тураһындағы уйланыуҙарҙы, күҙәтеүҙәрҙе төркөмләп үҙ мәлендә ҡағыҙға теркәп барыу яҡшы. Эште шулай башҡарғанда, аҙаҡ бер йүнәлешкә ҡараған яҙмаларҙы системлаштырыу еңелерәк була.
Әҫәр өҫтөндә күҙәтеүҙәр яһауҙың ошо этабында художестволы текстың ҡыҫҡаса планын яҙыу, кәрәк урындарын айырым дәфтәргә күсереп алыу, поляға автор фекерен теркәп барыу эште күпкә еңеләйтә.
Ҡыҙыҡһындырған әҫәр хаҡында ғилми әҙәбиәттә, тәнҡиттә әйтелгән фекерҙәр менән дә танышырға кәрәк. Ундай хеҙмәттәр буйынса ла яҙмалар алып барыу отошло була.
Һуңынан бөтә эштәр системаға һалына, дөйөмләштерелә һәм әҫәр тураһында үҙ ҡараштарың асыҡлана.
Әҫәр өҫтөндә күҙәтеүҙәр яһау һәм уны анализлау тураһындағы кәңәштәр инша яҙғанда уҡыусы тарафынан иркен файҙаланыла.
Художестволы әҫәрҙе анализлау нимәгә кәрәк һуң? Был һорауға яуапты БДУ доценты З.Әлибаев шулайыраҡ бирә: «Ысын мәғәнәһендә художестволы күренеш булған әҫәрҙә автор үҙенең фекерен бер ваҡытта ла туранан - тура әйтмәй. Ул фекер һүрәтләнгән картиналар, ваҡиғалар, шул ваҡиғаларҙы тыуҙырыусы йә унда ҡатнашыусы персонаждарҙың эш - хәрәкәттәре, ҡыланыштары, уйланыуҙары, үҙ – ара мөнәсәбәттәре аша бирелә. Әҫәрҙе анализлау шул фекерҙе, идеяны асырға, уның тәрәнлеген, киңлеген байҡарға ярҙам итә. Һәр әҫәр художестволы бер бөтөндө тәшҡил итә. Анализлау иһә «бер бөтөндө» өлөштәргә тарҡатыуҙы, йәғни әҫәрҙең сюжет үҙенсәлектәрен, образ тыуҙырыу алымдарын, стилен һ.б. һәр бүлеген айырым – айырым тикшереүҙе аңлата. Әҫәрҙең ҡайһы ғына яғын алып тикшермәйек, уның үҙәк идеяны асыуға нисек, ни кимәлдә, ҡайһы яҡлап булышыуын асыҡлау күҙ уңында тотолорға тейеш». Ә беҙ, уҡытыусы-практиктар, уның фекерен дәрестәрҙә уңышлы ҡулланабыҙ.
Әҙәбиәт
1. З.Әлибаев. Әҙәби әҫәрҙе анализлау // Башҡортостан уҡытыусыһы № 5, 2000.

Исмагилова Б.С.
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 31 янв 2018, 16:08
«Ҡомартҡыны һатып алып булмай...» Ноғман Мусиндың «Атайымдың
ДӘРЕСТЕҢ КИҢӘЙТЕЛГӘН ПЛАН-КОНСПЕКТЫ
Дәрестең темаһы: «Ҡомартҡыны һатып алып булмай...»
(Ноғман Мусиндың «Атайымдың ос һәнәге» хикәйәһен йомғаҡлау)
Дәрестең эпиграфы: Һөйөү менән һуғарылған
Бойороҡ ул юғарынан –
Атай һүҙе.
Бәйләп ҡуйып ҡаҙаҡтарға,
Аралаусы яҙыҡтарҙан,
Атай һүҙе.
(Гөлнара Хәлфетдинова)
Дәрес барышы:
I. Психологик инеш.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙҙе бөгөнгө матур көндә яҡты, йылы класс бүлмәбеҙҙә сәләмләүемә бик шатмын. Һеҙ бәхетле балалар: күгебеҙ аяҙ, таңыбыҙ тыныс ата. Барығыҙ ҙа һәр иртә дәрескә белем алырға килә, атай-әсәйҙәрегеҙ эшкә йөрөй.
Дәресебеҙ ҙә шулай матур, эшлекле атмосферала үтер тип ышанам. – Дәресебеҙҙең эпиграфы итеп, йәш шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың «Атай һүҙе» шиғырын алдым:
Һөйөү менән һуғарылған
Бойороҡ ул юғарынан –
Атай һүҙе.
Бәйләп ҡуйып ҡаҙаҡтарға,
Аралаусы яҙыҡтарҙан,
Атай һүҙе.
II Мотивация.
1. Шиғырҙы аңлау-аңламауҙы тикшереү.
- Шиғырҙа ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы? (яҙыҡ- проступок, ошибка, заблуждение.)
-Нисек уйлайһығыҙ, был шиғырҙы мин ни өсөн уҡыным? Яуаптар ярҙамында тема билдәләнә: Атай, атай һүҙе, атай абруйы тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Маҡсатты дөйөмләштереү.
- Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән Ноғман Мусиндың «Атайымдың ос һәнәге» хикәйәһен уҡып бөттөк. Хикәйәһенең йөкмәткеһенә бәйләп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы тормош, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм үҫмер балаларҙың еңеүҙе яҡынлатыу маҡсатынан үҙҙәрен аямай эшләүҙәре, үҫмер малайҙың ысын кеше булып үҫеүендә атайҙан ҡалған ҡомартҡының тәъҫир итеү көсө тураһында әңгәмә ҡороу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, һығымталар яһау өсөн бөгөн дәрескә йыйылдыҡ.
- Тәүҙә авторҙың тормош һәм ижад юлын тест ярҙамында иҫкә төшөрәбеҙ.
1. Н. Мусин кем ул?
а) Башҡортостандың халыҡ шағиры;
б) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы;
в) Башҡортостандың халыҡ рәссамы.
2. Н. Мусин ҡайҙа тыуған?
а) Шишмә районы Келәш ауылында;
б) Мәләүез районы Арыҫлан ауылында;
в) Ишембай районы Ҡолғона ауылында.
3. 2016 йылда Н. Мусинға нисә йәш тулды?
а) 80;
б) 85;
в) 90.
4. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ниндәй проблеманы яҡтыртыуҙа әүҙем эшләй?
а) Экология;
б) ҡала шарттарында үҫмерҙең тәрбиәләнеүе;
в) дуҫлыҡ.
Яуаптарҙы тикшереү.
-Яуаптарҙы дөрөҫ билдәләгәндәргә - афарин!
III Төп өлөш. Уҡыу ситуацияһын сисеү.
1. Әҫәр тексы өҫтөндә эш.
- Хикәйә нисек башлана? (яуаптар) Йәноҙаҡ бабай Кинйәбайҙарға ос һәнәген һорап торорға инә. Нимә ул ос һәнәге? Ниндәй ул? (Текстан яуапты табып уҡыу).
- Кинйәбайға ос һәнәге ни өсөн ҡәҙерле? (яуаптар) Дөрөҫ, уҡыусылар, ул Кинйәбайға һәм ғаиләһенә атаһынан ҡалған иҫтәлек. Ҡомартҡы тураһында башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге бына ниндәй аңлатма бирә: 1.Борон ҡалған иҫтәлекле нәмә, мираҫ (Археологик ҡомартҡы. Әҙәби ҡомартҡы) 2. Кемдеңдер төҫө итеп һаҡланған иҫтәлекле нәмә. Беҙ уҡыған хикәйәлә тап ошо ос һәнәге ҡомартҡы булып тора. Текстан Кинйәбай ос һәнәген күргән һайын күҙ алдына кем, ниндәй ваҡиға күҙ алдына баҫа? (Текстан яуапты табып уҡыу). Шулай булғас, ос һәнәге үҫеп килеүсе малай өсөн атай төҫө. Ошо йәнһеҙ, әммә атаһының ҡул йылыһын һаҡлаусы эш ҡоралы тәрбиә сараһы, ос һәнәге янда булғанда Кинйәбай үҙен йәтим итеп тоймай.
- Тимәк, кемдер үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙе ҡомартҡы тип әйтә алабыҙ.Тағы ла нимәләр ҡомартҡы була ала? (Кемдер үҙ ҡулы менән эшләгән һандыҡ, үҙе һуҡҡан балаҫ, алыҫтан алып ҡайтылған иҫтәлекле әйбер, мәҫәлән, сәғәт, ҡорал булырға мөмкин.)
2. Проблемалы һорау
- Кинйәбай алдында тормош үҙе ниндәй ауыр мәсьәләр ҡора? (Атаһы төҫө булып ҡалған ос һәнәген һаҡлап ҡалыу). Ике тапҡыр малай ҡомартҡыны һаҡлап ҡала. Ниндәй осраҡтар була ул?
Уҡыусыларҙың яуаптары: 1. Яланда бесән эшләгәндә, сит кешеләр һәнәкте урларға план ҡоралар, Кинйәбай төндә һәнәкте алып, эштән ҡасып ҡайта.
2. Ауыл советы рәйесенең малайы Шәһит ос һәнәген һындыра яҙа, Кинйәбай һәнәкте һындырырға бирмәй).
- Уҡыусылар, дәресебеҙ нимә тураһында буласағын әйтә алаһығыҙмы?
- Дәресебеҙ атай, атай төҫө булып ҡалған ҡомартҡы, һуғыш йылдарында ауыл кешеһенең тормошо тураһында.
- Эйе, беҙ бөгөн Н. Мусиндың «Атайымдың ос һәнәге» хикәйәһенең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләрбеҙ. Шулай итеп, дәресебеҙҙең темаһы: «Ҡомартҡыны һатып алып булмай...» тип атала. Дәфтәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.
- Хикәйә кем исеменән алып барыла? (Кинйәбай)
- Хикәйәлә ваҡиғалар ниндәй осорҙа бара? Нисәнсе йылдарҙа? (1945-1948).
- Бөйөк Ватан һуғышы бөткән йылдар. Хикәйә 1946 йылда башлана. Кинйәбай былтыр булып үткән «оло шатлыҡ та, онотолмаҫ ҡайғы ла алып килгән 1945 йыл»ды иҫкә төшөрә. Автор ретроспектив алым ҡуллана: үткәндәрҙе һағыныу, хәтерләү рәүешендә һүрәтләнә.
- Хикәйә жанрына кем аңлатма бирә ала? (Яуаптар)
- «Хикәйә - тормошта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булып үткән бер, йәки бер нисә ваҡиға алынып, уның нимә менән башланып, нисек тамаланыуын бөтөн килеш күрһәткән әҙәби әҫәр».
- Хикәйәнең күләме ҙур булмай, персонаждар ҙа аҙ була. Ниндәй персонаждар менән таныштыҡ? Кинйәбайҙың ғаиләһе – әсәһе Хәтирә, апаһы Хәшейә, Йәноҙаҡ һәм Нажар ҡарттар, Шәһит. Был хикәйәне күләме буйынса бәләкә тип әйтә алабыҙмы? (Юҡ, был хикәйә күләме буйынса ҙур).
- Хикәйәлә нисә ваҡиғаның шаһиты булабыҙ?
1. Кинйәбайҙың атаһының үлеме.
2. Кинйәбайҙың ос һәнәген урлатмай, уны төн уртаһында алып ҡайтыуы.
3. Шәһит менән алыш.
4. Кинйәбәйҙың беренсе кәбәне.
- Дөйөм алғанда, хикәйә нимә тураһында? Темаһы ниндәй? (Яуаптар)
- Дөрөҫ, уҡыусылар, хикәйә Кинйәбайҙың атаһы үлгәс, унан ҡалған ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлауы, аҙаҡ шул һәнәк менән кәбән һалырға өйрәнеүе тураһында.
3.Төркөмдәр эшен ойоштороу.
- Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, ваҡыт арбаһында шул йылдарға сәйәхәткә сығабыҙ. Һеҙ бер нисә төркөмгә берләшеп, Кинйәбай йәшәгән осорҙоң матди һәм рухи мәҙәниәтен тикшерерһегеҙ.
(Һәр төркөмгә күбә формаһындағы карточкаларҙа эш биремдәре таратыла. Һәр төркөм үҙаллы эшләй, текстан биремдәргә яуап яҙып алына. Эш тамамланғас, һәр төркөмдән бер нисә уҡыусы сығыш яһай. Уҡытыусы уларҙың эшенә сығыш яһай.)
1-се төркөм – Бесәнселәр. Бесән эшләү өлкәһенә ҡараған һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе яҙып алырға, мәғәнәһе аңлашылмағандарын һүҙлектән асыҡларға.
2 – се төркөм – Ашнаҡсылар. Шул осорҙағы аш-һыу, һауыт-һаба атамаларын яҙып алып, һүҙлектән тәржемәләрен табырға.
3 – сө төркөм – Телселәр. Мәҡәл, әйтем, фразеологик берәмектәрҙе табырға.
5. Төркөмдәр эшен анализлау.
- Афарин, уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙҙе ысын тикшеренеүселәр итеп күрһәттегеҙ!
6. Ял минуты.
Бесән сабам, бесән сабам,
Бакуйҙарҙы тигеҙ һалам.
Сыңҡ-сыңҡ итеп салғы янам,
Төшлөктә бейеп алам.
IV. Теманы нығытыу.
1. Төркөмдәрҙең мәҡәлдәр өҫтөндә эше.
- Уҡыусылар, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Һеҙгә мәҡәлдең икенсе яртыһын табып, ул мәҡәлдең ни яғы менән беҙ уҡыған хикәйә йөкмәткеһенә тап килгәнлеген әйтергә кәрәк буласаҡ. Һәр төркөмгә икешәр мәҡәл тура килә.
Ир булған ир егерме биштә баш булыр, ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Ир-егеттең эсендә арҡалы.
Егетлек атаң барҙа ир таны.
Хеҙмәтенә күрә ир булмаған ир иллелә лә йәш булыр.
Атың барҙа ер таны, эйәрле-йүгәнле ат ятыр.
Атайлы бала хөрмәте.
2. Теманы нығытыу.
Образдарға ҡылыҡһырлама биреү.
Төп герой –Кинйәбай (ғаиләһендә атаһы үлгәс, берҙән-бер ир-егет, яҡлаусы, эшкә тырыш, игелекле, батыр, ҡурҡыу белмәҫ (ҡараңғы төндә бер үҙе биш-алты саҡрым ерҙе бер үҙе үтә), һәнәкте һаҡлап ҡалыу өсөн хатта үҙен дә аямай.)
Кинйәбайҙың киреһе, ҡапма- ҡаршы образ – Шәһит (ауыл советы рәйесе малайы, атаһы юғары урын биләгәнгә маһая, власть эйәһе, көсһөҙҙәр алдында көслө, ҡылған эше өсөн яуап бирергә әҙер түгел, енәйәт урынынан яуаплылыҡтан ҡаса. )
Атай образы (көслө, ауылда беренсе кәбән һалыусы, оҫта, сәмле («сәсәп йығылһа ла, үҙ һүҙендә торор ине» )
Эпиграфҡа әйләнеп ҡайтыу.
- - Эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.
Һөйөү менән һуғарылған
Бойороҡ ул юғарынан –
Атай һүҙе.
Бәйләп ҡуйып ҡаҙаҡтарға,
Аралаусы яҙыҡтарҙан,
Атай һүҙе.
- Шиғырҙан күреүебеҙсә, хикәйәнең йөкмәткеһендә лә атай һүҙенең көсөн, ҡөҙрәтен күрәбеҙ. Әммә Кинйәбайға атай һүҙен тыңлап үҫергә бик аҙ ғына ваҡыт бирелә. Атаһы янында булмаһа ла, уның ысын кеше булып үҫеүендә нимәнең ролен күрәбеҙ? (ос һәнәге)
- Эйе, уҡыусылар, Кинйәбайҙың ысын кеше булып үҫеүендә атай ҡулының йылыһын һаҡлаусы ҡомартҡының – ос һәнәгенең роле бик ҙур. Дәресебеҙҙең темаһын ҡабаттан уҡыйыҡ: «Ҡомартҡыны һатып алып булмай...». Ул кемдең һүҙҙәре? (Йәноҙаҡ бабайҙың). Заманының ауыр булыуына ҡарамаҫтан, уны хатта нимәгә лә алмаштырмайҙар? Ике тапҡыр шундай мөмкинлек сыға: беренсе осраҡта юғары сортлы онға алмаштырмайҙар; икенсе юлы икмәк хаҡына тип, коллектив эшкә сыға, әммә, һәнәкте урлатыуҙан ҡурҡып, эштән төндә ҡасып ҡайта. Был урында хатта әсә кешенең һүҙҙәрен уҡып китһәк тә урынлы булыр. (Текстан яуапты табып уҡыу)
- «-Икмәктәре ары торһон, дөрөҫ эшләгәнһең, улым...»
- Эйе, дөрөҫ. Һәм, әлбиттә, хикәйәнең аҙағына яҡынлайбыҙ, төп геройыбыҙға ғәҙел баһаны әсә кеше бирә. Шул урынды табып уҡығыҙ.
- «- Ҡарасы, әсәй, бөтөнләй кәбәнгә оҡшатҡан да баһа был Кинйәбәй! – тип сәрелдәй апайым. Әсәйем баҫалҡы ғына яуап бирә: - Оҡшатмай әллә. Бынамын тигәнсе. Егет кеше лә инде ул. Ана бит, әсәйем мине тәү тапҡыр егет тип атаны. Былай булғас, кәбән ҡойоу уның ҡулынан төштө. Атайымдан ҡалған һәнәк менән кәбәндең икенсеһен дә, өсөнсөһөн дә... ҡоясаҡмын.»
- Шулай булғас, малай кешенең егет булып үҫеп етеүендә (был иң ҡиммәтле баһа!) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың хикәйәһендә атай һүҙенең, атайҙан ҡалған ҡомартҡының тәрбиәүи роле бик ҙур.
V. Рефлексия.
- Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?
- Эйе, үҫмер малайҙың ысын кеше булып үҫеүендә атайҙан ҡалған ҡомартҡының тәъҫир итеү көсө тураһында әңгәмә ҡороу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, һығымталар яһау ине.
- Маҡсатыбыҙға ирештекме? (Яуаптар).
- Маҡсатыбыҙға ирештек. Үҫеп килеүсе малайҙың ысын кеше булып үҫеүендә атайҙан ҡалған ҡомартҡының бик әһәмиәтле булыуына һығымтаны Кинйәбайҙың һүҙҙәре менән тамамлайыҡ. «Тән яраһы уңалыр әле. Ә атайҙан ҡалған ҡомартҡыны юғалтһаң, уны ҡабаттан табып буламы ни?»
- Дәресебеҙ эпиграфы «Атай һүҙе» шиғырының аҙағын да уҡып үтһәк, бик урынлы булыр, тип уйлайым:
Ҡанатымды нығытырҙай
Көс ул көсһөҙ сағымдағы,
Атай һүҙе.
Рәхмәт әйтеп баш эйҙерә,
Хөрмәт тигән әҙәп, тағы
Атай үҙе.
-Кәйефтәр нисек? Кемдәр һәйбәт эшләне? Кемдәр үҙҙәрен маҡтай ала? Ни өсөн?
Кемдәр дәрестә алған белемдәре менән ҡәнәғәт, һығымталар менән килешә, йәшел түңәрәк күтәрә. Кемдең һорауҙары бар – һары түңәрәк күтәрә. Кемгә дәрес оҡшаманы, дәрес уны бер нимәгә лә өйрәтмәне, ҡыҙыл түңәрәк күтәрә. Бик тырышып эшләнегеҙ, рәхмәт!
VI. Өй эше биреү.
Өй эшен ике вариантта бирәм, береһен һайлап эшләрһегеҙ.
1. «Өләсәйемдән (олатайымдан) ҡалған ҡомартҡы» исемле бәләкәй инша яҙырға.
2. Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙгә таянып, «Кәбән ҡойғанда» тигән кескәй хикәйә төҙөп яҙырға.
VII. Баһалау.

GulshatAkhmetshina
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 31 янв 2018, 16:44
Re: Методическая копилка
Шәхестә ижади сифаттар һәм һөйләү телмәрен формалаштырыу - фәнни-теоретик һәм социаль прогрестың шарты һәм талабы булып тора. Телмәр нигеҙендә дөйөм аҡыл һәләте беренсе урында тора, сөнки тасуири телмәр өсөн тиҙ генә дөрөҫ йүнәлеш һайлау, зирәклек, тапҡырлыҡ, үҙаллылыҡ талап ителә.
Ниндәй эшмәкәрлек тасуири һөйләү тип һаналырға мөмкин?
Тасуири телмәр:
- тел күренештәрен белеү һәм аңлау;
- төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ итеп телмәр ҡороу оҫталығы;
- ошо тел ярҙамында кешеләр менән төрлө шарттарҙа аралаша белеү, тел саралары ярҙамында проблемаларҙы сисеү.
Ниндәй эшмәкәрлек тасуири һөйләү тип һаналырға мөмкин?
Тасуири телмәр:
- тел күренештәрен белеү һәм аңлау;
- төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ итеп телмәр ҡороу оҫталығы;
- ошо тел ярҙамында кешеләр менән төрлө шарттарҙа аралаша белеү, тел саралары ярҙамында проблемаларҙы сисеү.
-
Исмагилова Б.С.
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 31 янв 2018, 16:08
Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош, йәки Әминбәктең сере
Әкиәт - ауыҙ-тел ижадының иң боронғо һәм иң киң таралған жанрҙарының береһе. Әкиәттәрҙә халыҡтың бәхет, ғәҙеллек, етеш тормош тураһындағы уй-хыялдары сағылған. Шуға ла уларҙа тылсым көсөнә ышаныу, һәр төрлө уйҙырма, ысынбырлыҡта булмаҫтай хәл-ваҡиғаларҙы һөйләү ҙур урын ала. Ә хәҙер Әминбәк өйрәнгән һөнәрҙәргә әйләнеп ҡайтайыҡ.
Беренсе һөнәр – скрипка уйнаусы.
Әминбәк ауылда тыуып үҫкән ябай егет. «Ата-әсәһе Әминбәкте бай һатыусы итергә теләгән» - тимәк, ата-әсәһе улының етеш тормошта йәшәүен, дәрәжәле сауҙагәр булыуын теләгән. Әммә егет тә ебеп төшкәндәрҙән түгел, ул да ябай һөнәрҙәргә уҡырға теләмәй. Беренсе өйрәнгән һөнәре – скрипка уйнаусы. Ябай ауыл егетен был һөнәр нимәһе менән йәлеп итә һуң? Беренсенән, скрипка ауыл өсөн ят музыка ҡоралы, ҡурай, ҡумыҙ, йә гармун ише генә түгел. Икенсенән, ул бик ҡиммәтле музыка ҡоралы, Әминбәк ише ябай ауыл егетенә буй етмәҫлек хыял. Өсөнсөнән, кеше ниндәй ҙә булһа яңылыҡты йә мәғлүмәтте иң тәүҙә күҙҙәре менән ҡабул итә: «Скрипкалары шундай матур, күҙҙең яуын алып тора, ти: үҙенең бер ҡылы алтын, бер ҡылы көмөш икән, ти». Әлбиттә, кемдең алтынлы, көмөшлө ҡоралда уйнарға өйрәнгеһе килмәһен! Иң мөһиме, Әминбәктең ниндәй оҫта булып китеүендә. Уның оҫталығын фразеологик берәмектәр менән һүрәтләнеүен икенсе бүлектә тикшерербеҙ.
Икенсе һөнәре – яҙыу-һыҙыу оҫтаһы.
Хәҙерге заманда яҙыу-һыҙыуға өйрәнеүҙе ғәҙәти хәл һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Боронғо замандарҙа ярлы кешеләр уҡый ҙа, яҙа ла белмәгәндәр. Әминбәк был юлы уҡырға ла, яҙырға ла өйрәнгән булып сыға! Беренсенән, грамотаға өйрәнгән, икенсенән, кем булып яҙырға теләһә, шул булып яҙа белгән. Был Әминбәктең бик аҡыллы һәм әкиәттең аҙағында күреүебеҙсә, хәйләкәр ҙә булып сыға. Кеше ниндәй ҙә булһа яңылыҡты йә мәғлүмәтте иң тәүҙә күҙҙәре менән ҡабул итә тинек. Тәү күреүҙә үк был һөнәр Әминбәкте нимәһе менән йәлеп итә һуң? Текстан күрәбеҙ: «Һәр кем алдында матур өҫтәл ҡуйылған, өҫтәл өҫтөндә көмөш ҡара һауыты, ҡауырһын ҡәләм». Тимәк, һәр уҡыусыға айырым матур өҫтәл. Быға тиклем уның үҙенә генә беркетелгән матур өҫтәле булмаған. Матур һүҙен ҡабатлап әйтәм, сөнки кеше тәүҙә тышҡы мәғлүмәтте күҙҙәре менән ҡабул итә. Шулай уҡ, тағы ла һәр уҡыусының өҫтәлендә көмөш ҡара һауыты. Көмөш мосолмандарҙа алтынға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк, мөһимерәк булған.
Өсөнсө һөнәр – сатраш уйнау оҫтаһы.
Алдан әйтеп китеүемсә, Әминбәк – ябай ауыл балаһы. Сатраш тураһында ишетеп тә, күреп тә белмәгән. Әммә нимәһе менән уны был уйын уны тәү ҡараштан ҡыҙыҡһындыра? Әкиәткә мөрәжәғәт итәбеҙ: «Семәрле өҫтәлдәр өҫтөндәге сатраш таҡталарының яртыһы алтындан, яртыһы көмөштән икән. Йөрөтә торған һындарҙың да ун алтыһы алтындан, яртыһы көмөштән икән. Әминбәк, ата-әсәһенән ҡурҡһа ла, сыҙар тәҡәте ҡалмағас, өйгә ингән...». Был юлы ла егетте өсөнсө һөнәр нимәһе йәлеп итә? Шулай уҡ, уйнаусылар өсөн генә семәрле өҫтәл, бәлки уның ауыл өйөндә таҡталары ла йышылмаған өҫтәл булғандыр. Әлбиттә, кешене затлы матурлыҡты һәм уңайлылыҡты ярата һәм шуға ынтыла! Алтын, көмөш таҡта, һындар. Алдан әйтеп китеүемсә, етеш тормошта йәшәүсе кеше генә сатраш уйнай алған. Икенсенән, борондан килгән йола буйынса, сатраш уйыны батшалар уйыны һаналған. Теләк тә, мөмкинлек тә булғанда нисек был осраҡ менән файҙаланмаҫҡа? Текстан күреүебеҙсә, был һөнәргә ата-әсәһе теләгенә ҡаршы килеп өйрәнә, сөнки был һөнәргә бик өйрәнгеһе килә.
Һөнәрҙәрҙең Әминбәктең артабанғы яҙмышын билдәләүе.
Әкиәттең аҙағында Әминбәкте беҙ батша итеп күрәбеҙ. Ата-әсәһе улдарын бай сауҙагәр итеп күргеһе килһә, ул үҙ тырышлығы менән ниндәй бейеклеккә ирешә! Ул, бәлки, үҙе лә аңламайынса, эске аңына буйһоноп, яйлап ҡына маҡсатына килә. Әммә был бейеклеккә ирешеү өсөн кәртәләр, ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килә. Билдәле урыҫ әйтеме «Әкиәт – алдаҡ, әммә уйлылар өсөн һабаҡ» тип яңғырай. Был һүҙҙәр өҫтөндә уйланырға урын бар. Һуңғы ваҡытта психологтар тарафынан рухи үҫеш буйынса, маҡсатҡа ирешеү өсөн уйҙарыбыҙҙы дөрөҫ көйләү буйынса бик күп китаптар яҙыла, ҡағиҙәләр яҙыла. Шулай уҡ, тормошта уңышлы кеше булыу өсөн билдәле, тормошта үҙ урындарын тапҡан сәйәсмән, иҡтисадсыларҙың фәһемле һүҙҙәрен осратырға мөмкин. Әминбәк, эске тойомланыуына таянып, дөрөҫ һөнәрҙәр һайлай. Был һөнәрҙәрҙең һәр береһе етеш тормошта йәшәүселәр өсөн хас. Скрипка – бик ҡиммәтле музыка ҡоралы. Хәҙер ҙә, һәр теләгән кеше балаһына был ҡоралда уйнарға өйрәтергә йөрөтә алмай. Һөнәрҙәрҙең һәр береһендә Әминбәк алтын, көмөш предметтар менән эш итә һәм әкиәттең аҙағында бик күп алтын һәм көмөш хужаһына әйләнә – батша булып китә. «Бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙенең ата-әсәһен таптырып, үҙ янына күсереп алған.Улар ғүмерҙәре бөткәнгә тиклем рәхәт көн күргәндәр, ти». Кеше бит һәр ваҡыт рәхәтлеккә ынтыла, шуның өсөн эшләй, тырыша.
«Әминбәк» әкиәтендә ысынбарлыҡта булған йәки булыуы мөмкин булған ғәҙәти ваҡиға һүрәтләнә, ғәҙәти кешеләр тураһында һүҙ бара. Әкиәттә бер ниндәй мөғжизә лә, тылсым көсө лә, ғәжәп ҙур көскә эйә булған батыр ҙа юҡ. Был тормош-көнкүреш әкиәтенең маҡсаты булып ябай кешеләрҙе йәшәүгә, тормош көтөүгә дәртләндереү, ҡанатландырыу маҡсатынан ижад ителгәндер тип уйлайым.
Әкиәттең аҙағында Әминбәкте беҙ батша итеп күрәбеҙ. Ата-әсәһе улдарын бай сауҙагәр итеп күргеһе килһә, ә ул үҙ тырышлығы менән батша булып китә!
Билдәле урыҫ әйтеме «Әкиәт – алдаҡ, әммә уйлылар өсөн һабаҡ» тип әйтә. Был һүҙҙәр өҫтөндә уйланырға урын бар. Һуңғы ваҡытта психологтар тарафынан рухи үҫеш буйынса, маҡсатҡа ирешеү өсөн уйҙарыбыҙҙы дөрөҫ көйләү буйынса бик күп китаптар, ҡағиҙәләр яҙыла, тренингтар үткәрелә. Тимәк, Әминбәк уйҙарын, маҡсатын дөрөҫ ҡуйған. Шулай уҡ, тормошта уңышлы кеше булыу өсөн, тормошта үҙ урындарын тапҡан билдәле сәйәсмән, иҡтисадсыларҙың фәһемле һүҙҙәрен Интернет биттәрендә күрергә мөмкин.