Задать вопрос
Re: Задать вопрос
Хөрмәтле курстарҙы ойоштороусылар! Ноябрь айында дистанцион курстарҙа уҡығайным. Эштең ойошторолоуы миңә бик оҡшаны: контроль эш башҡарғанда бөтә темаларҙы ла ҡабатлап үтәһең, кәрәкле материал бирелеүе лә эште еңеләйтте. Һәр эшкә анализ яһалыуы бигерәк тә күңелгә ятты, балалар менән эшләп, үҙебеҙ ҙә шул баһаға ҡыуанырға өйрәнеп бөткәнбеҙме икән. Ҙур рәхмәт, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләүселәргә.
-
aigul260672
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 21 фев 2016, 13:08
Re: Задать вопрос
Һаумыһығыҙ, Әхәт Ғәлим улы! Дистанцион курс оҡшаны. Белемдәребеҙҙе практик эштәр менән нығытып алдыҡ. Рәхмәт!
Мине бер һорау борсой. Яңы уҡыу йылында башҡорт дәүләт телен уҡытыу нисек дауам ителә? Беҙҙең мәктәптә 5-9 кластарҙа ғына 1-әр сәғәт бүленгән, быйыл башланғыс кластарҙа дәрестән тыш уҡытыу булдырылды, ләкин һаҡланырмы, аныҡ әйтмәйҙәр. Киләһе уҡыу йылында башҡорт теле уҡытыусыларын нимә көтә?
Мине бер һорау борсой. Яңы уҡыу йылында башҡорт дәүләт телен уҡытыу нисек дауам ителә? Беҙҙең мәктәптә 5-9 кластарҙа ғына 1-әр сәғәт бүленгән, быйыл башланғыс кластарҙа дәрестән тыш уҡытыу булдырылды, ләкин һаҡланырмы, аныҡ әйтмәйҙәр. Киләһе уҡыу йылында башҡорт теле уҡытыусыларын нимә көтә?
Re: Задать вопрос
Дистанцион курсты ойоштороусыларҙы «ИСПОЛЬЗОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАЦИОННЫХ ТЕХНОЛОГИЙ В ПРЕПОДАВАНИИ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ В УСЛОВИЯХ РЕАЛИЗАЦИИ ФГОС ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ» сәләмләйем! Курстарҙы БР Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһының доценты Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов алып бара. Курстар барышында беҙ бергәләп компьютер технологияһын башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнербеҙ, эш биремдәрен башҡарыу процесында белемдәребеҙҙе практикала нығытабыҙ. Һәр бер эш ижади ҡыуаныс килтерә. Миңә бик оҡшай.Рәхмәт!
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Задать вопрос
Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Һеҙ 1 февралдән 10-сы февралгә тиклем уҙғарылған «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» курс тураһында үҙ тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашҡанһығыҙ. Йыйып әйткәндә, уҙғарылған курс тураһында ыңғай фекерҙәһегеҙ: барығыҙҙа тыңлаған лекция, уҙғарылған практик эштәр, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар һәм уҡытыусыларыбыҙҙың оҫталыҡ кластарының юғары кимәлдә , бик файҙалы, фәһемле булыуы тураһында яҙғанһығыҙ. Эйе, хөрмәтле туған тел уҡытыусылары, һәр курста үҙебеҙҙең кафедраның доценнттары- Габитова З.М., Ильмухаметов А.Г., Рахматуллина З.А., Саньяров Ф.Б. тарафынан уҡылған лекция һәм башҡарылған практик эштәренән тыш, республикабыҙҙың алдынғы уҡытыусыларыбыҙ оҫталыҡ кластары үткәрә, дәрестәр бирәләр. Яҙыусылар, баш мөхәррирҙәр, редакция вәкилдәре менән осрашыуҙар матур бер традицияға әйләнде. Шулай уҡ курс сиктәрендә Һеҙҙең үҙегеҙгә лә эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыу мөмкинлеге булдырабыҙ.
1 февралдән 10-сы февралгә тиклем уҙғарылған «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» курстарҙа Һеҙҙең өсөн оҫталыҡ класын Өфө райыны Шамонино мәктәбе уҡытыусыһы Ҡаһарманова Зөлфиә Габитовна, Благовар районы Иҫке Күсәрбай мәктәбе уҡытыусыһы Әхмәтшина Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 71-се мәктәп уҡытыусыһы Шәрәфетдинов Фәнис Фазулла улы, Дүртөйлө районы уҡытыусыһы Закирова Гүзәлиә Ураловна тәҡдим итте. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы һәм журналдың редколлегия хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, Лариса Абдуллина, Айгиз Баймөхәмәтов, Зарема Багишаева, Олеся Әхмәт-Рәхимовалар менән иҫтәлекле осрашыуҙар уҡытыусылар күңеленә хуш килде. Киләһе курстарға Һеҙеҙ көтөп ҡалабыҙ.
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы.
1 февралдән 10-сы февралгә тиклем уҙғарылған «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» курстарҙа Һеҙҙең өсөн оҫталыҡ класын Өфө райыны Шамонино мәктәбе уҡытыусыһы Ҡаһарманова Зөлфиә Габитовна, Благовар районы Иҫке Күсәрбай мәктәбе уҡытыусыһы Әхмәтшина Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 71-се мәктәп уҡытыусыһы Шәрәфетдинов Фәнис Фазулла улы, Дүртөйлө районы уҡытыусыһы Закирова Гүзәлиә Ураловна тәҡдим итте. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы һәм журналдың редколлегия хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, Лариса Абдуллина, Айгиз Баймөхәмәтов, Зарема Багишаева, Олеся Әхмәт-Рәхимовалар менән иҫтәлекле осрашыуҙар уҡытыусылар күңеленә хуш килде. Киләһе курстарға Һеҙеҙ көтөп ҡалабыҙ.
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы.
-
Айгуль Мансуровна
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 04 фев 2016, 20:49
Re: Задать вопрос
Мине лә ошо һорау борсой. Әле 6-9-сы кластарҙа 2 сәғәт бар, ләкин алдағы йылдарҙа сәғәттәр һанын кәметеү һәм туған тел булараҡ уҡытыуҙы бөтөнләй бөтөрөү тураһында һүҙҙәр ишетелә. Уҡытыусылар, батып барған караптан ҡасҡан ҡомаҡтар кеүек, "переподготовкаға" барырға мәжбүр. Шуның өсөн был һорауға төплө яуап уҡыйһы йәки ишетәһе килә. Башҡорт теле уҡытыусыларын алдағы уҡыу йылында нимә көтә?Мирсаяпова писал(а):Ни өсөн башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған 5 кластарҙа сәғәттәр һаны кәмене? Хәҙер ике сәғәт урынына бер генә сәғәт уҡытыла.
Re: Задать вопрос
Һаумыһығыҙ! «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» тигән курста уҡыуыбыҙ тамамланыуға табан бара. Курсты юғары дәрәжәлә ойошторғандары өсөн курс етәкселәренә ҙур рәхмәт.Үҙебеҙгә бик күп мәғлүмәт, борсоған һорауҙарға яуап таптыҡ. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар,һаулыҡ,ғаилә бәхете теләйем.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Задать вопрос
Хөррмәтле Наилә Ғәлиә ҡыҙы! Технологик карта буйынса дәрес өлгөһө беҙҙең институт сайты "Методик материалдар" (методические материалы) "Милли мәғариф" (национальное образование) бүлеген асһағыҙ, методик копилкала беҙҙең институт тарафынан сығарылған З.Биишева "Ҡояш уҙған юлдан нур ҡала", М.Кәрим" Күкрәгемдән ҡоштар осорам", Р.Бикбаев "Шағир һүҙе - шағир намыҫы", "Әҙәбиәт - әҙәп донъяһы" йыйынтыҡтарында туған тел уҡытыусыларының яңы талаптарҙан сығып, шул иҫәптән технологик карта нигеҙендә төҙөлгән дәрес өлгөләре булған йыйынтыҡтар урын алған. Һеҙгә йыйынтыҡтарҙы асып ҡарау мөмкинлеге бирелә. Үҙегеҙ өсөн күп материал ала алаһығыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ.Наилә Ғиниәт ҡыҙы писал(а):ФГОС талаптары буйынса дәрестен технологик картаһын яҙыу мотлаҡмы? Шул дәрес картаһын төҙөү формаларын күрһәтһәгеҙ ине ( йә шаблоны бирелһә ине). Рәхмәт.
Зәкиә Муллағәлеевна Ғәбитова.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Задать вопрос
Хөрмәтле Зәбирә Кимовна! Бөгөн авторҙар төркөмөндә эшләүсе ғалим һәм практик уҡытыусылар өс йүнәлеш буйынса һәр класҡа дәреслек һәм дәреслеккә методик ҡулланмаларҙы федераль дәүләт стандарттарына яраҡлаштырып эшләү өҫтөндә етди эш алып бара. Дидактик материалдар, диктант һәм изложениялар йыйынтығын киләһе йылдарҙа яңыртып сығартылыу планлаштрыла.Забира Кимовна писал(а):Когда будут изданы новые сборники дидактических материалов, контрольных диктантов и изложений по башкирскому языку для русскоязычных школ?
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Задать вопрос
Хәрмәтле Әлфиә Әнүәр ҡыҙы! Эш программаларын һәр класс мөмкинлеген, уҡыусыларҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөү ҡаралған. Эш программаһы һәр класҡа айырым төҙөлә.
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы.
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы.
-
Лилия Калимуллина
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 20:05
Re: Задать вопрос
Хөрмәтле коллегалар! Әҙер проект өлгөләрен ҡайҙан табырға була?