Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Закрыто
асиюшка68
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 20 ноя 2017, 12:32

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение асиюшка68 »

Ғайса Хөсәйеновтан:
- Кешене бар иткән, йәшәткән нәмә-тәбиғәт. Ул- атлап йөрөр ерең, һулар һауаң, эсер һыуың. Тыуған тәбиғәт кешегә барын биргән:ерен-һыуын,аҙыҡ-түлеген, кейем-һалымын, бөтә кәрәк-ярағын. Шуға тыуған әсәләй ғәзиз һәм үҙ ул туған тәбиғәт.
- Йәшел тәбиғәт булһа, беҙ бар, йәшел тәбиғәт булмаһа. беҙ-кешеләр ҙә юҡ.
-Тәбиғәт кешегә барһын биргән, кеше итешкән.
-Тәбиғәт күркен тойор өсөн бер һауаһын һулау ҙа етә.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһын өйрәнгәндә кәрәкле мәғлүмәттәр

Әбхәлимова Зилә салауат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытуысыһы. Республика политехник лицей-интернаты,

Күмертау ҡалаһы

Урман – ер күрке, ул халыҡ кеүек мәңгелек булырға тейеш. Башҡорт өсөн гүзәл тәбиғәт – рух сығанағы, шатлыҡ шишмәһе, йәшәү тамырҙары. Урман - сабынлыҡ түгел, йыл да күпереп ҡалҡып сыҡмай, ҡырҡылған ағастар урынына яңы үҫентеләр ултыртҡанда ла, уларҙың өлгөрөп етеүен быуаттар буйы көтөргә кәрәк.

Тарихҡа күҙ һалайыҡ: 1833 йылда Ырымбур губернаторы Василий Алексеевич Перовский промышленниктарға үҙенең күрһәтмәһенән тыш урман һатыуҙы тыйған. Бөйөк химик Дмитрий Иванович Менделеев 1899 йылда экспедиция менән Уралда була. Ул Белорет районындағы Әүжән һәм Ҡағы тауҙарын күреп һоҡланған һәм был тауҙарҙы сарыф итергә бөтөнләй юл ҡуйырға ярамай, тип иҫкәрткән.

Тиҫтәләрсә йылдар Башҡортостан урмандарында башлыса ҡарағай, аҡ шыршы, ҡарағас, ҡайын ҡырҡырға тырышалар. Һөҙөмтәлә ҡарағай, аҡ шыршы урмандары текә тау битләүҙәрендә генә ҡалып бара. Фанера етештереү өсөн хәҙер ҡайын күпләп ҡырҡыла. Ҡарағаслыҡтар, ғөмүмән, юҡ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта урмансылар ағасы ҡырҡылған майҙандарға яңы үҫентеләр ултыртып өлгөрмәй. Әгәр башлаған диләнкәгә ике йыл эсендә ҡарағай ултыртыуҙы хәстәрләмәһәң, уны тәүҙә ҡурай еләге, төрлө ҡыуаҡлыҡтар, унан һуң уҫаҡ, ҡайын баҫып ала. Ләкин зыяндың иң ҙур өлөшө ағасты йығып әҙерләгәндә килтерелә. Мәҫәлән, 850 – 900 мең кубометр ағас әҙерләнә икән, унан кәм тигәндә 150 мең кубометр ҡалдыҡ ҡала. Ошо хәл булмаһа, йыл һайын кәмендә мең гектар урман ҡырҡылмаҫ ине.

Урман ни тиклем бай булһа, уның файҙаһы ла атмосфера өсөн бик ҙур. Урта йәштәрҙәге ағастар йәш ағастарға ҡарағанда углекислый газды күберәк йота. 20 йәшлек ҡарағай бер йыл эсендә 9 тонна углекислый газ йотһа, 60 йәшлек ағас 13 тонна. Урман - атмосфера санитары. Юл буйында үҫкән бер гектар шыршы урманы 30 тонна саң йота, ҡарағай сауҡалығы 38 тонна, имәнлек 54 тонна. Ҡалала тиккә генә тирәк ултыртмайҙар. Тирәктең япрағының бер квадрат метры үҙенә ете килограмға тиклем саң йыя. Кешенең тын алыу системаһына ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары бүлеп сығара. Шулай итеп, урман – һаулыҡ, йәшәү сығанағы.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Республикабыҙҙың үҙенсәлекле ғәжәп тәбиғәте «Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт» китабына индерелгән. Спорт туризмының иҡтисади яҡтан килем килтереүен дә әйтеп үтеү мөһим. Башҡортостандың һәр төбәгендә туристик проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бар. Мәҫәлән, Мораҙым

тарлауығы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, һыу һаҡлағыстар, Ирәмәл тауы, шихандар һ.б. Илдә ике урында ғына, Көньяҡ Уралда һәм Алтайҙа, туризмдың бөтә төрөн үҫтереп була. Тау туризмы, йылғаларҙан һалда ағыу, мәмерйәләр, йәйәүле туризм, тау саңғыһы – барыһы ла мөмкин беҙҙә.

«Урал урмандары шау-шыу итә...» Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарының береһе шулай башлана. Һәм ғәжәп тә түгел, сөнки башҡорттоң көнкүреше, шөғөлө туранан-тура урман, уның һыуҙары, кейек-йәнлектәре, емеш-еләктәре менән бәйләнгән булған. Урман кешене туйындырған да, кейендергән дә, әсе һәм эҫе елдәрҙән генә түгел, ҡайһы саҡ дошмандарҙан да һаҡлаған.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Урман – беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа урман буйынса эшҡыуарлыҡ үҫә башланы. Таҡта киҫеү, өй, мунса буралары эшләп һатыу буйынса шәхси цехтар асыла һәм халыҡҡа эш урындары булдырыла. Был бигерәк тә ауыл ерендә колхоз, совхоздар, лесхоздар бөтөрөлгән осорҙа халыҡ өсөн бик файҙалы эш.

“Мәңгелек урман” әҫәрендә урманда транспортты бер генә юлдан йөрөтөргә, йәш ағастарҙы тапатмаҫҡа, тыныслыҡ айлығын үткәрергә тигән талаптар бар. Утындан башҡа нәмәгә эшкинмәгән урмандарҙы ғына киҫергә тәҡдим итә Ғилман Төлкөсурин.

Хәҙерге көндә Төлкөсура, Бикморат, Ғилман Төлкөсурин кеүек урмансыларыбыҙ бар әле. Мәҫәлән, урмансыларға илдәге берҙән – бер һәйкәл Йософ Фәррәхов менән Николай Морозов хөрмәтенә Туймазы ҡалаһында ҡуйылған. Ошо ҡалаға ингән дүрт юлдың яҡ – яғына дүрт төрлө ағас ултыртылған.

Урманды ерҙең йәшел юрғаны ла, тере ҡалҡаны ла тип йөрөтәләр. Әгәр уға үҙебеҙ ҡалҡан булмаһаҡ, урман да мәңге йәшәй алмаҫ.
Әбхәлимова Зилә салауат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытуысыһы. Республика политехник лицей-интернаты
Последний раз редактировалось Ильмухаметов А.Г. 23 ноя 2017, 05:13, всего редактировалось 1 раз.
Зараф
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 17 ноя 2017, 18:25

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зараф »

Уважаемые коллеги! Да мы должны почаще использовать на уроках дополнительный материал, диктанты, сочинения, стихотворения экологического характера, словарные слова, задания на экологическую тему. Для понимания информации экологического характера на уроках родных языков использовать тексты о воде, воздухе, почве, растениях и животных. Это диктанты, изложения, сочинения, пробуждающие чувства, мысли, побуждающие ребят задуматься над самыми различными вопросами гармонии и единства всего созданного на планете.
Огромную роль в экологическом воспитании играют уроки развития речи, на которых у школьников, помимо речевых навыков, формируются мировоззрение и основополагающие нравственные качества. Важное место среди видов работ по развитию речи занимают сочинения: в них отражается внутренний мир ученика, они говорят о развитии школьника, отношении к жизни, формировании его взглядов на мир.
gnazila
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 18 апр 2017, 19:12

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение gnazila »

Табигать турындагы белемнәр халык авыз иҗатында киң чагылыш тапкан.Әкият, мәкаль,әйтем, сынамыш һәм табышмакларда күп кенә экологик мәгълүмат бирелгән. Бу чыганакның төп өстенлеге шунда: белемнәр балаларга мавыктыргыч рәвештә җиткерелә.

Дәресләрдә халык авыз иҗатының бар төре булган табышмакларны еш кулланабыз. Аларның күбесе еш очрый торган табигать күренешләренә багышланган(“Ак яулыгым төшеп калды”), яки табигый җисемнәргә хас үзенчәлекләр турында( “Җәен соры, кышын ак, аңа шулай яхшырак”). Табышмаклар балаларда зирәклек, күзәтүчәнлек кебек сыйфатлар тәрбияли, дәресне җанландыра, укучыларның активлыгын күтәрергә ярдәм итә.Табышмакларны теләсә кайсы дәреснең уңайлы моментын табып файдаланырга була.Аларны кулланып кроссвордлар ,филвордлар төзергә була.

Халык авыз иҗатының икенче бер төре - мәкаль. Кыска, ләкин хикмәтле сүзләр белән халык бик тирән мәгънәле фикерләрне бер буыннан икенче буынга җиткергән; шуңа күрә күпчелек аны “ата-баба сүзе” дип йөрткән.Мәкальләр арасында табигатькә багышланган һәм экологик тәрбияне күз алдында тотканнарын сайлап, дәресләрдә куллану, аларның асылын укучыларга җиткерү дәреснең нәтиҗәлелеген күтәрә, аларда игелекле эшләр башкарырга омтылыш уята. Мәсәлән: ”Суга сусаган - чишмә әрчегән”, “Агач утырткан - ага булган”, ”Кул пычранса, су белән юарсың,су пычранса ни белән юарсың?” һ.б. шундый мәкальләрдән файдаланабыз.
gnazila
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 18 апр 2017, 19:12

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение gnazila »

Г. Тукай балалар өчен иҗат иткән шигырьләрнең, әкиятләрнең күпчелегендә табигать тасвирланган. Бу юкка гына түгел, чөнки табигать – балаларга иң якын булган тормыш, үзләштерү, хәтердә калдыру өчен дә җиңел. Ә иң күзгә ташланган нәрсә ул – язучының табигатькә булган мәхәббәте, аны яхшы белүе, матурлыкны башкаларга да җиткерү омтылышы. Г. Тукай шигырьләренең күбесендә хайваннар һәм кошлар, бөҗәкләр дөньясы сурәтләнә: “Фатыйма белән сандугач”, “Бала белән күбәләк”, “Кошчык”, “Бичара куян”, һ.б. Андагы хайваннар, кошлар, бөҗәкләр үзләренә хас табигый сыйфатлары белән бирелгәннәр, шулай ук аларда кеше характерында була торган үзенчәлекләрне дә күреп була. Бу алымнар шигырьләрнең тәрбияви көчен үстерә, бала вакыйгалардан чыгып, фикер йөртеп, үзе тиешле нәтиҗәне ясый ала.
Шарафутдинова З.Т.
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2017, 15:52

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Шарафутдинова З.Т. »

Борон-борондан кеше тәбиғәт телен яҡшы аңлаған, күҙәтеүҙәр нигеҙендә тәбиғәт серҙәрен асыҡлай алған. Был белемдәр быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Башҡорт халҡы элек-электән урмандарға һаҡсыл ҡарашта булған, уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәтен аңлаған. Ағас үҫтереү һәр кешенең бурысы һаналған, ә юҡ-барға урман тәләфләүгә юл ҡуйылмаған. Урман үҫтереү һәм һаҡлау тураһында халыҡ телендә бик күп мәҡәлдәр йәшәй. Бына уларҙың бер нисәһе: “Ағас балтанан ҡурҡа”, “Ағас үлеме балтанан”, “Ҡороған ағастан алма көтмә”, “Урман үҫтергән аслыҡ күрмәҫ”, “Урманым – бер ҡат юрғаным”.
Зинатуллина Фируза
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 16 ноя 2017, 06:37

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Зинатуллина Фируза »

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә, тәбиғәт, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында әҫәрҙәр бик күп. Был әҫәрҙәрҙә тәбиғәт нисек итеп кешене аслыҡтан, ауырыуҙарҙан , яланғаслыҡтан ҡотҡарыуҙары тураһында. Шакир Янбаевтың "Дегәнәк" әҫәрен генә алайыҡ. Был әҫәрҙә, тәүге ҡарамаҡҡа сүп үләне тип ҡараған, дегәнәктең файҙаһы тураһында һүҙ бара. Күп йылдар үткәс, төп герой өй тирәһендә үҫкән ошо дегәнәкте сабып ташларға була, ләкин уны уйҙары бала-саҡҡа, һуғыш ваҡытына алып китә: бала-саҡта нисек итеп ҙур-ҙур дегәнәк япраҡтарына, киҫәк-киҫәк кәрәҙле бал һалып ашағандары , нисек итеп ата-әсәһе һуғыш ваҡытында дегәнәк тамырын ашап аслыҡтан ҡотолғандары иҫенә төшә. Ошо уйҙары менән бергә гүйә дегәнәк япраҡтары телгә килеп: ” Беҙҙең ауыр саҡтарҙа таяныс буғанды оноттоғоҙмо, оноттоғоҙмо!”-тиҙәр. Герой шунан аңына килгәндәй булып, дегәнәктәрҙе сапмай. “Онотманым , мин ул ваҡыттарҙы. Онотһам, бөгөнгө тормоштоң йәме, ҡәҙере кәмер төҫлө күренә”,- ти. Был әҫәрҙе анализлағанда дегәнәктең хәҙерге көндә нисек итеп ҡулланып була икәнен мотлаҡ әйтеп китергә кәрәктер. Өй эше итеп: “ Ата-әсәләр, өлкәндәр ярҙамында хәҙерге ваҡытта дегәнәкте нисек итеп тормош-көнкүрештә ҡулланып була”, тигән һорауға яуап әҙерләргә , тип биреп була. Әгәрҙә уҡытыусы әҫәрҙәге геройҙарҙың кисерештәрен уҡыусыға еткерә ала икән, уҡыусыла тәбиғәткә ыңғай ҡараш тәрбиәләп буласаҡ. Беҙ , уҡытыусылар, уҡыусыларҙа ошондай әҫәрҙәр аша тәбиғәттең һәр бер үләне, һәр бер йән эйәһе ҡәҙерле, уларға һаҡсыл ҡараш кәрәк икәнен еткерергә тейешбеҙ.
Гузель1973
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 ноя 2017, 17:43

Re: Экологическое воспитание на уроках родного языка и ...

Сообщение Гузель1973 »

Туған тел дәрестәрендә балаға нисек экологик тәрбиә бирергә мөмкин? Экологик тәрбиәне бер генә дәрестә биреү мөмкин түгел, ул эҙмә- эҙлелекле барырға тейеш. Контроль эштәрҙе башҡарғанда экологияға ҡағылған диктант, изложение текстарын алыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. "Лексика" темаһын үткәндә 5- се класс уҡыусыларына нимә ул "уҫаҡ", "ҡарағай "һүҙенең аңлатмаһын табырға тигән кеүек эштәр бирергә мөмкин. Сөнки ҡала балалары өсөн улар барыһы ла - ағастар. Йәки һүрәткә ҡарап төрлө сәскәләрҙе атарға тигән эштәр бирергә мөмкин. Улар ҡайҙа һәм ҡасан үҫә? Нисек тәрбиәләргә?һ.б. ( Мәҫәлән, ынйы, умырзая, ҡыңғырау сәскәһе). "Тыныш билдәләре" темаһын үткәндә лә экологик тәрбиә менән бәйләп теманы аңлатыу ҡыҙыҡлы ла фәһемле лә.
Закрыто

Вернуться в «Экологическое воспитание на уроках родного языка и литературы»