Методическая копилка

Ответить
Байгильдина Илюза
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 31 янв 2018, 11:56

Re: Методическая копилка

Сообщение Байгильдина Илюза »

Үҙемдең дәрестәремдә төрлө презентациялар ҡулланам һәм улар ошондайыраҡ темаларға булыуы мөмкин: "Башҡорт халыҡ әкиәттәренең геройҙарына характеристика.”, "Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры”, "Башҡортостан тәбиғәте”, "Башҡортостандың ете мөғжизәһе” һ.б.
Заманса технологиялар ниндәй мөмкинселектәр бирә?
1. Уҡытыусыға таҡтаға яҙып тороуҙың кәрәге юҡ.
2. Ваҡыттың тема аңлатыуға күберәк ҡалыуы.
3. Дәрестәр сағыуыраҡ, ҡыҙығыраҡ, мәғлүмәттең күп һәм етешле булыуы.
Уҡыусыларға нимәләр бирә?
1. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ.
2. Балаларҙың иғтибарын үҫтерә.
3. Алдан үҙҙәренең проектарын яҡлауға әҙер булыуҙары.
4. Интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәттәр эҙләү өсөн йүнәлештәр булдырылыуы.
Байгильдина Илюза
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 31 янв 2018, 11:56

Re: Методическая копилка

Сообщение Байгильдина Илюза »

Методик темамдың маҡсаты булып дәрестәрҙе ылыҡтырғыс, юғары сифатлы итеп үткәреү, уҡыусылырҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Ул түбәндәге ике этапты үҙ эсенә ала. Төп этапта башҡорт телендә уҡырға һәм яҙырға, аралашырға өйрәтеү, милли традициялар, мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу, баланың шәхесен төрлө яҡлап үҫтереү, ижади һәләттәрен асыу. Аҙаҡҡы этапта башҡорт телен тәрәнерәк өйрәнеү, киләсәктә олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешеү, рухи яҡтан бай, көслө, юғары әхлаҡлы граждандар тәрбиәләү.
Хәҙерге заманда уҡытыуҙың ниндәй генә технологияларының методтарын алһаҡ та информацион-коммуникатив технологияһыҙ ҡуллана алмайбыҙ. Әйтергә кәрәк, балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Дәрестәрҙе презентациялар менән үткәреү заман талаптарына тап килә һәм баланың психологик эшмәкәрлегенең үҫешенә күберәк йоғонто яһай. "Мультимедия” бер үк ваҡытта кешенең мәғлүмәт алыу органдарына ла йоғонто яһай һәм мәғлүмәттең төрлө формаларын берләштерә.
Байгильдина Илюза
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 31 янв 2018, 11:56

Re: Методическая копилка

Сообщение Байгильдина Илюза »

Байгильдина Илүзә Шәфҡәт ҡыҙы. Салауат ҡалаһы, 20-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Минең методик темам: "Ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәрендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә заманса технологиялар ҡулланыу”.
Методик темам итеп башҡорт теле дәрестәрендә хәҙерге заман уҡыусыларында заманса технологиялар аша ватансылыҡ тәрбиәләүҙе алдым, сөнки компьютер технологиялары алға китте, ә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙе ошо методтар аша биреү бик отошло тип уйлайым. Был тема өҫтөндә Совет осоронда, унан һуң да эшләүселәр булыуға ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә актуаль булып тора. Быға тиклем мәктәп тормошонда йәшәп килгән тәрбиә системаһын үҙгәртеп ҡороу гел ыңғай һөҙөмтәләр бирмәне. Иң аянысы – балаларыбыҙҙың туң йөрәкле, үҙ мәнфәғәттәрен бөтөн ҡиммәттәрҙән өҫтән ҡуйыусы заттар үҫеүе ихтимал. Был эш уҡыусыларҙың телгә булған ҡыҙыҡһыныуын, һөйөүен арттырып ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам менән ҡарарға өйрәтә, башҡорт мәҙәниәтенә, теленә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра.
Байгильдина Илюза
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 31 янв 2018, 11:56

Re: Методическая копилка

Сообщение Байгильдина Илюза »

Байгильдина Илүзә Шәфҡәт ҡыҙы. Салауат ҡалаһы, 20-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Минең методик темам: "Ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәрендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә заманса технологиялар ҡулланыу”.
Методик темам итеп башҡорт теле дәрестәрендә хәҙерге заман уҡыусыларында заманса технологиялар аша ватансылыҡ тәрбиәләүҙе алдым, сөнки компьютер технологиялары алға китте, ә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙе ошо методтар аша биреү бик отошло тип уйлайым. Был тема өҫтөндә Совет осоронда, унан һуң да эшләүселәр булыуға ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә актуаль булып тора. Быға тиклем мәктәп тормошонда йәшәп килгән тәрбиә системаһын үҙгәртеп ҡороу гел ыңғай һөҙөмтәләр бирмәне. Иң аянысы – балаларыбыҙҙың туң йөрәкле, үҙ мәнфәғәттәрен бөтөн ҡиммәттәрҙән өҫтән ҡуйыусы заттар үҫеүе ихтимал. Был эш уҡыусыларҙың телгә булған ҡыҙыҡһыныуын, һөйөүен арттырып ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам менән ҡарарға өйрәтә, башҡорт мәҙәниәтенә, теленә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?!”
27-12-2017 // Белем һәм тәрбиә // "Башҡортостан" гәзите
“Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?!”Быуат-быуат тарихыбыҙҙа балалар уйындары халыҡ ижадының тәү ын­йыларын тәшкил итә. Һәм кескәйҙәр өсөн ваҡыт уҙғарыу йәки күңел асыу рәүеше генә түгел, ә баланы һәр яҡлап үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Етеҙ һәм сос булыу, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ынтылыш, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек кеүек ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләү, туған телдә иркен аралашыу кеүек сифаттар тәрбиәләй улар.

Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимна­зия­һында “Башҡорт балалар фольклор уйындары” төбәк-ара фести­ва­ленең икенсе этабы үтте. Конкурс­тың беренсе этабында интернет селтәрендә мәктәп уҡыусы­лары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеү­се­ләренән ҡабул ителгән видеояҙ­малар һайлап алынды. Республикала беренсе тапҡыр уҙға­рыл­ған был сара 2020 йылда беҙҙә үтәсәк Бөтә донъя фольклор байрамына әҙерлек сиктәрендә Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙа­мы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Фестивалдең тәүге этабында илле балалар коллективы ҡатнаш­һа, икенсе турға Өфө, Сибай, Бәлә­бәй, Күмертау ҡалалары, Хәйбулла, Учалы, Бәләбәй, Баймаҡ, Салауат, Мәсетле, Әлшәй, Ейәнсура райондары балалар баҡсалары, мәктәп­тәре, гимназиялары вәкилдәре үтте.
Кескәйҙәр бөгөн көндәлек тормоштарынан төшөп ҡалған һирәк осраған “Ситән үреү”, “Бү­кән ҡайыш”, “Еҙ бүкән”, “Ҡылыс”, “Һөйәк”, “Туп соҡор”, “Һуҡыр тәкә” кеүек үҙенсәлек­ле һәм матур халыҡ уйындарын сәхнәгә сығарыр алдынан йәрәбә тартып, һынамыш әйтеште, үҙҙәре менән ижади итеп таныштырҙы. Бөтә был тамаша ысын мәғә­нә­һендә бәләкәй генә тәрбиә уйын майҙансы­ғын хәтерләтте.
Балаларҙың уйындарын ил инә­ләре, халыҡ тәр­биәсеһе Мәрйәм Бураҡаева һәм аҡ һүҙле Альбина Исхаҡова, Башҡорт халыҡ ижады үҙәге­нең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймыр­ҙина, Баш­ҡорт дәүләт университеты профессоры Гүзәл Вилданова, йырсы-композитор Нурия Абдуллина, телсе ғалимә Ғәҙилә Бүләкова­лар баһаланы. Байрамда ҡатнашыусылар араһында сослоғо, етеҙлеге, батырлығы менән айырылып торған еңеү­селәр билдәлән­де, уларға иҫтә­лекле бү­ләк­тәр тапшырылды.
Киләсәктә был фестиваль йыл һайын үткәре­лер, ә үҫеп килгән йәш быуын быуаттар менән һыналған халыҡ тәрбиә алымдары ярҙамында тәрбиәләнер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Автор: Розалия ЗАРИПОВА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

БДИ-ға “асҡыс” – һүҙ, фекер
16-01-2018, // Белем һәм тәрбиә // "Башҡортостан" гәзите
БДИ-ға “асҡыс” – һүҙ, фекерМәғлүм булыуынса, йыл аҙағында XI класс уҡыусылары БДИ-ға инеү хоҡуғын биргән йомғаҡлау иншаһы яҙғайны. Ил буйынса дөйөм һөҙөмтә шундай: имтиханда ҡатнашҡандарҙың (645 меңдән ашыу кеше) 98 проценты “зачет” алған, ә ҡалғандарға әлегә уңыш йылмаймаған. Февралдә һәм майҙа көстө тағы ла һынап ҡарау мөмкинлеге бар.

Белеүебеҙсә, бындай имтихан төрө 2014 йылда индерелде. Маҡсат – БДИ тапшырасаҡ уҡыусы тәү сиратта инша яҙа, фекерен матур, теүәл еткерә белергә тейеш. Ил етәксеһе В.В. Путиндың педагогик йәмғиәт алдына ҡуйған “йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙың грамоталылығын үҫтереү мөһим” тигән бурысын тормошҡа ашырыуҙың төп сараһы булды был һынау төрө. Уҡытыусылар яңылыҡты хуплап ҡабул итте. Һөҙөмтәлә хәҙер үҫмерҙәргә сентябрҙән үк өҫтәмә дәрестәр үткәрелә башлай, махсус курстар уҙғарыла, төрлө темаға инша яҙып ҡарау ойошторола. Мәғариф тармағына ҡағылышлы рәсми сайттарҙа иһә алдан уҡ ижади эштең тематик йүнәлештәре, баһалау критерийҙары хаҡында мәғлүмәт ҡуйыла, ил төбәктәренә методик белешмәләр ебәрелә.
Имтихандың шарттары өс йыл эсендә әллә ни үҙгәрмәгән. Тема һынау башланырҙан 15 минут алда билдәле була. Иншаның күләме – кәмендә 250 һүҙ, әгәр шунан аҙыраҡ икән, имтихан тапшырылманы тип һанала. Эш өсөн 3 сәғәт тә 55 минут ваҡыт бирелә. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклән­гәндәр өсөн иһә тағы ла сәғәт ярым өҫтә­лә, шулай уҡ уларҙың инша урынына изложение яҙыу хоҡуғы бар. Эште баһалауҙың төп критерийҙары – теманы асыу, аныҡ дәлилдәр килтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙе урынлы файҙаланыу, фекерләү кимәле, яҙыу телмәренең сифаты, композицияһы һәм грамо­талылыҡ.
Ошо уҡыу йылындағы йомғаҡлау иншаһы өсөн биш йүнәлеш билдәләнде: “Тоғролоҡ һәм хыянат”, “Битарафлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ”, “Маҡсат һәм мөмкинлек”, “Ҡыйыулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ”, “Кеше һәм йәмғиәт”. Был темалар рәсми сайттарға сентябрҙә үк ҡуйылды, тимәк, уҡыусыларға әҙерләнеү өсөн ваҡыт байтаҡ булды. Дөйөм ил буйынса һөҙөмтәлә күптәр “Битарафлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ” йүнәлешен һайлаған, икенсе урында – “Тоғролоҡ һәм хыянат”, өсөнсөлә – “Ҡыйыулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ”. Күренеүенсә, кешелек донъяһындағы иң юғары ҡиммәттәрҙең баһаһы төшмәй, ваҡыт үтеү менән көсәйә генә бара. Быны уҡытыусылар ҙа раҫлай. “Йәмғиәттең йөҙөн һәр кемдең ниндәй кеше булыуы билдәләй. Маҡсат ҡороуҙа ла үҙеңде уратып алған мөхиттең өлөшө ҙур, – ти улар. – Шуға ла уҡыусыларыбыҙҙың “Маҡсат һәм мөмкинлек”, “Кеше һәм йәмғиәт” йүнәлештәренән алда йәшәйештең нигеҙе булған юғары ҡиммәттәргә иғтибар итеүе ғәжәп түгел”.
Битарафлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ. Күптәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, бейек ҡоймаһы артына йәшеренеп, шәхси мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып йәшәгән заманда йәштәрҙең тап ошо темаға өҫтөнлөк биреүе шул ҡәҙәр ҡыуаныслы. Тимәк, улар уйлана, йәмғиәттәге әлеге кире күренеш менән риза түгел, уны үҙгәртергә теләй. Тормошта иң ҡурҡынысы – битарафлыҡ. Был һыҙат кешеләрҙең рухын, осор ҡанатын һындыра, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте зарарлай, тыуған төйәктәрҙең, нигеҙҙәрҙең ут-ҡотон һүндерә, милли ҡиммәттәрҙе, изге төшөнсәләрҙе юҡҡа сығара... Ғөмүмән, иң яһил ҡоротоусы. Ошоно аңлаған йәштәр битарафлыҡҡа ҡаршы сығырға әҙер тигән ышаныс нығый. Быны ирекмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлегенең әүҙемләшә барыуында ла күрәбеҙ. Белеүебеҙсә, уға күберәк йәштәр ылыға.
Педагогтар әйтеүенсә, иншаларҙа фекерләү кимәле иғтибарҙы йәлеп итә. Әҫәрҙәргә анализ биргәндә, уҡыусылар уйлағандарын тартынмайынса бәйән итә, геройҙарға үҙ баһаһын бирә. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәргә һүҙ байлығы етеңкерәмәй, грамоталылыҡ та аҡһаңҡырай, әммә фекер азатлығы хайран ҡалмалы, – тине үҙәк телевидение тап­шырыуҙарының береһендә ҡатнашҡан уҡытыусы. – Ә уҡыусы фекерләй белә икән, уның башҡа етешһеҙлектәрен төҙәтергә мөмкин. Мин, мәҫәлән, йәшермәйем: имтиханға алдан әҙерлек алып барғанда ҡайһы әҫәрҙәрҙе һайларға кәңәш бирҙем, шуларҙы айырыуса ныҡлы өйрәндек. Ә уҡыусыла­рымдың күбеһе бөтөнләй икенселәрҙе, тимәк, күңеленә оҡшағанды һайлаған, үҙенсәлекле фекерҙәрен белдергән. Эштәр ҡалыпҡа һалынмаған булғас, уларҙы тикшереүе бер аҙ ҡыйын, әммә ғәжәп ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс”.
...Иң тәүҙә һүҙ йөрөй. Уның хаҡлығына, нисек әйтелгәненә ҡарап артабанғы үҫеш төҫмөрләнә. Берҙәм дәүләт имтиханына “асҡыс” булған һүҙ, фекер йәштәр алдындағы һәр ишекте асырлыҡ ҡөҙрәткә эйә булһын.
Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәйҙең үҙәк гәзит­тәрендә В.В. Путин менән БДИ-ға бәйле әңгәмә баҫылғайны. “Берҙәм дәүләт имтиханы ғәмәлдән сығарыласаҡмы?” тигән һорауға илебеҙ Президенты: “Уны бөтөрөүгә мохтажлыҡ күрмәйем, сөнки БДИ мәғариф тармағында үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Уның төп өҫтөнлөгө — Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына ингәндә барыһына ла тиң мөмкинлектәр бирелә”, — тип яуапланы.
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

Һөйләшеү әҙәбе
19-01-2018 // Иман // "Башҡортостан" гәзите
Көндәлек тормошобоҙға ныҡлы үтеп ингән кеҫә телефонын ҡулланыуҙың әхлаҡи нормалары бар, уларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек.
* Мохтажлыҡ юҡ көйө кемгәлер шылтыратып, буш һүҙ менән булыу, файҙаһыҙ һөйләшеү алып барыу, оҙон-оҙаҡ мәғәнәһеҙ шаяртыу һ.б. әҙәп ҡағиҙәләренә һыймай.
* Телефон аша һөйләшеүҙең үҙ ваҡыты бар: иртәнге намаҙға тиклем, төшкө ял мәлендә, төн төшкәс шылтыратыу тыйыла (ҙур сәбәп тыуған осраҡтарҙан тыш).
* Оҙаҡ һөйләшеү килешмәй: әңгәмәсегеҙҙең ваҡыты тар булыуы, ҡайҙалыр ҡабаланыуы, башҡа берәйһенән шылтыратыу көтөүе һ.б. ихтимал.
* Кемгәлер йә ниндәйҙер ойошмаға тәүге тапҡыр шылтыратаһығыҙ икән, иң беренсе үҙегеҙ менән таныштырыу мөһим. Һөйләшеүҙе һәр ваҡыт хушлашыу һүҙе әйтеп тамамлау зарур.
* Бәғзе берәү телефон аша кем менәндер һөйләшә икән, тыңлап тороу – әҙәпһеҙлек. Был хаҡта Әл-Бохариҙың хәҙисендә лә әйтелә. “Икәү һөйләшеп, өсөнсө уларҙы аҫтыртын рәүештә тыңлап тора икән, ҡиәмәт көнөндә уның ҡолаҡ­тарына ҡыҙған ҡурғаш тултырылыр”, – тиелә унда.
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ

Кеше булыр кешенең кешелә булыр эше. Ата-бабаларыбыҙҙың был әйтеме башҡаларҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, уларҙан үрнәк алырға өйрәтә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, булыр бала бишектән булғанды иҫтә тотоп, ата-әсәләр йәш быуынға үҙҙәре белгәнде өйрәтә. Атанан күргән уҡ юна, әсәнән күргән тун бесә. Уңышлы эшсе, хөрмәт эйәһе, ысын кеше булыу өсөн Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙең ҡылғандары һәм әйткәндәренә эйәреп, юғары белемле, әхлаҡлы, әҙәпле, рухлы булырға ынтылырға тейеш.

Һәр ваҡыт ил мәнфәғәтен үҙеңдекенән өҫтөн күреү яҡшы була. Кәрәкһә, Урал батыр кеүек Тыуған ил өсөн ҡаһарманлыҡ эшләргә әҙер булығыҙ.
Һәр кем ил ҡанундарын, хоҡуҡ ҡоралдарын төплө белеп, уларға таянып эш итергә тейеш. Башҡа халыҡтарҙың милли ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын белергә һәм хөрмәт итергә кәрәк.
Хеҙмәт бурыстарыңды бөтә көсөңдө, күңелеңде биреп эшләргә ты­рышыу маҡтала. Бурысын тейеш­лесә башҡарыу­сыларҙы хөрмәт итәләр. Тәү сиратта уларға мөрә­жәғәт итәләр, уларға вазифа бирәләр.
Эшең менән үҙ мәнфәғәтеңдең сиктәрен белергә, аяғыңды юрға­ныңа ҡарап һуҙырға кәрәк.
Вәғәҙә биргәс, үтәү фарыз. Шуның өсөн эшеңә бәйле вәғәҙәләр бирмәҫкә кәрәк, сөнки эшләгән урыныңдағы мөмкинлектәр эшеңә генә бәйле. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Шуның өсөн әйтер алдынан мең ҡат уйларға кәрәк, сөнки вәғәҙә – иман, биргән һүҙ үтәлергә тейеш.
Эшеңә зарар бирәсәк һис бер эшкә ҡатнашмаҫҡа кәрәк. Эшкә тотонмаҫ борон ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә кәрәккәнде лә аҡылдан сығармау шарт.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Шуның өсөн бындай эштәрҙән һаҡланырға кәрәк. Изгелек ҡыл да һыуға ташла, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер.
Ил төкөрһә, күл була, ил менән күргән туй була. Халыҡтың хөрмәтен яулауы ауыр, уның ҡиммәтен белергә кәрәк. Ғәҙел, әҙәпле булғандарҙы халыҡ сикһеҙ ихтирам итә.
Кеше булам тиһәң, Салауат Юлаевтан — батырлыҡҡа, Мифтахетдин Аҡмулланан — уҡырға тырышырға, Ризаитдин Фәхретдиновтан — белемде хөрмәт итергә, Әхмәтзәки Вәлидиҙән — көслө рухлы булырға, Рәми Ғариповтан телде ҡәҙерләргә өйрәнергә кәрәк.
Автор: Әхәт СӘЛИХОВ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Өҫтәмә профессиональ белем биреү
дәүләт автономиялы учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ
МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

Минһажев урамы, 120, Өфө ҡалаһы, 450005
тел.: 8(347)228-80-36, факс: 8(347) 248-15-47
E-mail: irorb@irorb.ru,
www.irorb.ru


Министерство образования Республики Башкортостан
Государственное автономное учреждение дополнительного профессионального образования

ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Мингажева ул., 120, г. Уфа, 450005
тел.: 8(347)228-80-36, факс: 8(347) 248-15-47
E-mail: irorb@irorb.ru,
www.irorb.ru




№ 02-16 / 022 от 16.01.2018 г.
Руководителям органов управления образованием муниципальных районов и городских округов
Республики Башкортостан,
заведующим методическими кабинетами,
директорам центров,
руководителям инновационных ОО,
педагогическим работникам


Информационное письмо.

Институт развития образования Республики Башкортостан и Благотворительный фонд развития просвещения и культуры им. Зайнаб Абдулловны Биишевой объявляют ежегодный республиканский конкурс чтецов
«Тере шишмәләр». Первый республиканский конкурс посвящается юбилейной дате народной писательницы - 110-летию со дня рождения.
Цель конкурса: совершенствование профессиональных компетенций учителя, развитие интереса к литературному наследию, возрождение традиций художественной декламации, поиск и поддержка талантливых педагогов и обучающихся.
Республиканский конкурс состоится в апреле месяце 2018 года на базе Института развития образования Республики Башкортостан.
Для участия в конкурсе приглашаются учителя родных языков и литератур и обучающиеся образовательных организаций Республики Башкортостан.
Положение конкурса прилагается.

Ректор Р.Г. Мазитов




УТВЕРЖДАЮ
Ректор ГАУ ДПО ИРО РБ
__________________Р.Г. Мазитов
«16 » января 2018 года


ПОЛОЖЕНИЕ
о ежегодном республиканском конкурсе чтецов
«ТЕРЕ ШИШМӘЛӘР»

1. Общие положения
1.1. Ежегодный республиканский конкурс чтецов «Тере шишмәләр» (далее – Конкурс) – соревновательное мероприятие по декламации (чтению вслух) произведений писателей и поэтов Республики Башкортостан.
1.2. Участники Конкурса - учителя родных языков и литератур и обучающиеся образовательных организаций Республики Башкортостан.
1.3. В 2018 году исполняется 110 лет со дня рождения народного писателя Республики Башкортостан, прозаика, поэта, драматурга, переводчика, лауреата Государственной премии Башкортостана им.Салавата Юлаева Зайнаб Абдулловны Биишевой. В связи с этим в 2017-2018 учебном году в рамках Конкурса участникам предлагается продекламировать произведение (весь текст или фрагмент) народной писательницы Республики Башкортостан Зайнаб Биишевой.
1.4. Дата проведения Конкурса – апрель 2018 года.
1.5. Место проведения Конкурса: Институт развития образования Республики Башкортостан (г.Уфа, ул.Мингажева, 120, остановка трамваев №№16,18, «ул.Кирова» или «Республиканская клиническая больница им. Г.Г. Куватова», автобусов № 266, 252, 202 – «УКСИВТ»).

2. Цели и задачи конкурса
2.1. Совершенствование профессиональных компетенций учителя.
2.2. Развитие интереса к литературному наследию З.Биишевой.
2.3. Возрождение традиций художественной декламации.
2.4. Поиск и поддержка талантливых педагогов и обучающихся.

3. Организаторы конкурса
3.1. Учредителями Конкурса являются Институт развития образования Республики Башкортостан, Благотворительный фонд развития просвещения и культуры имени Зайнаб Биишевой. Организатор Конкурса - Институт развития образования Республики Башкортостан.
3.2. В состав оргкомитета входят представители вышеназванных организаций.
3.3. Оргкомитет утверждает состав Жюри Конкурса.
3.4. Организаторы размещают информацию о Конкурсе и его итогах на официальном сайте Института развития образования Республики Башкортостан (http://irorb.ru/).

4. Правила проведения конкурса
4.1. В Конкурсе могут участвовать по 2 представителя с каждого района (города) республики, г. Стерлитамак - по 3 представителя, г. Уфа (с каждого района ГО г.Уфа) - по 2 представителя, из республиканских образовательных организаций – по 1 представителю.
4.2. В ходе конкурсных состязаний должны быть продекламированы по памяти либо с использованием печатного текста произведения (весь текст или его фрагмент) народного писателя Республики Башкортостан Зайнаб Биишевой.
4.3. Продолжительность выступления каждого участника – до 5 минут.
4.4. Во время выступления могут быть использованы презентации, музыкальное сопровождение, декорации, костюмы.
4.5. Участник не имеет права использовать фонограмму декламируемого произведения (или его фрагмента).

5. Участники конкурса и порядок их регистрации
5.1. Участники конкурса могут представить свои выступления в одном
из 2 номинаций: «Учитель-учитель» или «Учитель-ученик».
5.2. Обязательным условием участия в конкурсе является подача предварительной заявки по электронному адресу
koncursbash@mail.ru в срок до 5 апреля 2018 года.
5.3. Форма заявки на участие в Конкурсе:


п/п ФИО участника (полностью) Город/район Место работы Должность Сведения о декламируемом тексте (название произведения)


5.4. Конкурсанты, не подавшие предварительной заявки, к участию в Конкурсе не допускаются.

6. Критерии оценки выступлений
6.1. Выступление участника Конкурса оценивается по 10-балльной шкале.
6.2. Выступления оцениваются по следующим критериям:
- выбор текста произведения: органичность выбранного произведения для исполнителя;
- глубина проникновения в образную систему и смысловую структуру текста;
- грамотная речь;
- способность оказывать эстетическое, интеллектуальное и эмоциональное воздействие на зрителя.

7. Количество конкурсантов и победителей конкурса
7.1. Количество победителей Конкурса – не более 3-х (1,2,3-е места).
7.2. Победители конкурса награждаются дипломами.
7.3. Жюри и оргкомитет Конкурса имеют право изменить количество победителей Конкурса.

8. Номинации и награды
8.1. Каждый участник Конкурса получает сертификат об участии.
8.2. В рамках конкурса будут определены лауреаты Конкурса по отдельным номинациям.
8.3. Лауреаты Конкурса награждаются дипломами.

9. Контактная информация
9.1. По всем вопросам обращаться на кафедру башкирского и других родных языков и литератур Института развития образования
Республики Башкортостан по адресу: г.Уфа, ул.Мингажева, 120, каб. 216,
тел. (8-347) 228-80-51.
9.2. Координатор Конкурса – Рахматуллина Загида Аюповна, доцент, кандидат филологических наук.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

БАШҠОРТ САТИРИГЫНЫҢ ҘУР УҢЫШЫ
19.01.2018, // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // "Башҡортостан" гәзите

БАШҠОРТ САТИРИГЫНЫҢ ҘУР УҢЫШЫ
“Көлөү ҡояшҡа тиң”, – тигән Виктор Гюго. Көлөү-шаярыуҙың файҙаһы, тормошобоҙҙо ни тиклем биҙәүе хаҡында уйланмайбыҙ ҙа шикелле. Ә бит ҡыуана белеүҙең ғүмер оҙонлоғона туранан-тура тәьҫире бар. Борон замандарҙа уҡ табиптар донъяға йылмайып баҡҡандарҙың тәнендәге яралар тиҙерәк төҙәлгәненә иғтибар иткән. Бөгөнгө дауалаусылар ҙа бының менән килешә.


Күренекле сатирик Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) оҙаҡ йылдар Башҡортостан, Рәсәй халҡын ғына түгел, донъяның башҡа илдәрендә йәшәүселәрҙе лә үҙенең үткер ҡәләме, йор һүҙе менән дауалай. Әле бер, әле икенсе ерҙә уның тылсымлы шифаһын алғандар бихисап хәҙер.
Йыл аҙағында Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда үткән VI Халыҡ-ара китап форумы һәм әҙәби фестиваленән яҡташыбыҙ, Сергей Михалков, Николай Гоголь исемдәрендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты, “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” исемен йөрөткән сатирик яҙыусы көлкө һөйөүселәрҙе йәнә ҡыуандырып, имләп ҡайтты.
БАШҠОРТ САТИРИГЫНЫҢ ҘУР УҢЫШЫӘҙәбиәт һәм китап байрамында донъяның 20 иленән 300-гә яҡын яҙыусы, шағир, журналист, рәссам, артист ҡатнашҡан. Мар. Сәлимдең “Бығаса бер кем дә яҙмаған китаб”ы Лондонда Евразия ижад гильдияһының китап серияһында инглиз телендә донъя күрҙе. Әйткәндәй, был уның юбилей, йәғни 40-сы китабы. Швециялағы халыҡ-ара сара ҡыҫаларында ошо баҫманың исем туйы булды.
Былтыр был серияла билдәле Евразия яҙыусыларының 18 китабы сыҡҡан. Улар, күргәҙмә-йәрминкәләрҙән тыш, Интернет киңлектәренә – “Амазон”ға һәм Австралия, Яңы Зеландия, Канада, Швеция, Нидерланд, Дания, Бөйөк Британия, АҠШ илдәренең онлайн-магазиндарына ла ҡуйылған. Уларҙы шулай уҡ донъялағы икенсе китап һаҡлағысҡа – Британия китапханаһына тапшырыу ҡаралған.
Сарала Солтан Раев, Айгөл Рыҫҡолбәкова (Ҡырғыҙстан), Гөлсифат Шәһиди (Тажикстан), Марал Хадырова (Төркмәнстан), Диләрә Линдсей, Нурым Тайбек (Бөйөк Британия), Сауле Досжен, Нәзикен Алпамыс, Марина Михайловская, Даурен Кастаев (Ҡаҙағстан), Настасья Кузьмичева (Беларусь), Огдо (Саха-Яҡут Республикаһы), Линар Шәйех (Татарстан) һәм башҡа яҙыусылар, шағирҙар үҙҙәренең китаптары менән таныштырҙы.
Фестивалдә яҡташыбыҙҙың хеҙмәте юғары баһалана – Марсель Шәйнур улына “Йыл ҡаҙанышы” тигән махсус премия тапшырыла. Лондондағы “Hertfordshire Press” нәшриәт йорто етәксеһе Марат Әхмәтйәнов уның уңышын: “Күренекле башҡорт яҙыусыһы үҙенсәлекле сатираһы һәм юморы менән ошондай ҙур ҡаҙанышҡа өлгәште”, – тип баһалай. Әйткәндәй, Мар. Сәлимдең инглиз телендәге китабына баш һүҙҙе Борай районында тыуып үҫкән һәм бөгөнгө көндә Нью-Йоркта йәшәгән философия фәндәре докторы, Колумбия университеты профессоры Рәфис Абазов яҙған.
Швецияла Башҡортостандың көлкө оҫтаһын төрлө осрашыуҙарға саҡыралар. Халыҡ-ара китапханала, шулай уҡ Стокгольм ҡалаһының Йәмәғәт китапхана­һында үткән йәнле аралашыуҙа Марсель Сәлимов китап һөйөүселәргә башҡорт, татар, урыҫ, инглиз телдәрендәге йыйынтыҡтарын бүләк иткән.
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»