Методические рекомендации
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методические рекомендации
Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Башҡорт теленән Берҙәм региональ имтихандары өсөн КИМ (КҮМ) материалдар өлгөһөн тәҡдим итәбеҙ.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методические рекомендации
Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Һеҙҙең иғтибарығыҙға Псәнчин Ю.В., Ғәбитова З.М., Мухаметова Р.М., Әйүпов Р.Р. авторлығында башҡорт мәктәптәре өсөн эшкәртелгән "Башҡорт теле-5" дәреслегенә методик ҡулланманан дәрес өлгөләре тәҡдим итәбеҙ. Дәреслек һәм методик ҡулланма Мәғариф министрлығында УМС тарафынан раҫланды һәм З.Биишева ис. "Китап" нәшриәтенә тапшырылды.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методические рекомендации
Башланғыс кластарҙа үтелгәнде ҡабатлау
(5 сәғәт)
1. Тел –аралашыуҙың мөһим сараһы.
2. Һүҙҙең морфологик киҫәктәре. Исем.
3. Сифат, сифат дәрәжәләре. Һан.
4. Ҡылым.
5. Инеү диктанты. Башланғыс кластарҙа алынған белемдәрен асыҡлау.
(5 сәғәт)
1. Тел –аралашыуҙың мөһим сараһы.
2. Һүҙҙең морфологик киҫәктәре. Исем.
3. Сифат, сифат дәрәжәләре. Һан.
4. Ҡылым.
5. Инеү диктанты. Башланғыс кластарҙа алынған белемдәрен асыҡлау.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методические рекомендации
1-се дәрес.
Белем көнө. Тел-аралашыуҙың мөһим сараһы.
Маҡсаттар:
белем биреү маҡсаты- 1сентябрь- Белем байрамы, туған тел, уның нескәлектәре тураһында белем биреү;
үҫтереүсе маҡсат- уҡыусыларҙың белем байрамы, туған тел тураһында шиғырҙарҙы тасуири уҡыуын, аңлайышлы, эҙмә-ҙлекле итеп һөйләүен,тел, уның бөйөклөгө, матурлығы, телдең аралашыу сараһы тураһында һөйләү һәм яҙма телмәр күнекмәләрен үҫтереү;
тәрбиәүи маҡсат- белем алыуға ыңғай теләк, туған телгә иғтибар һәм һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау: компьютер, экран, туған тел тураһында шиғырҙар һәм йырҙар.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
“Белем байрамы” тураһында шағир-яҙыусыларҙыңшиғырҙары, хәтирәләрен уҡыу аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү. Байрам кәйефен тыуҙырыу, белем алыуға ыңғай теләк булдырыу өҫтөндә эш. Белем алыуҙа туған телдең ролен аңлатыу, туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү, туған тел тураһындағы шиғырҙарҙы тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Грамматика буйынса башланғыс кластарҙа алынған белемдәрен иҫкә төшөрөү, уларҙы яҙыу һәм һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу.
Дәрес барышы.
I.Психологик инеш.
Уҡытыусы
Һаумыһығыҙ! Әйҙә һаулашайыҡ!
Ошо һүҙҙән сафлыҡ бөркөлһөн.
Ихлас йылмайыуҙан бер минутҡа
Оҙонайып ҡалһын беҙҙең көн.
Уҡыусылар:
Һаумы,ҡояш, һаумы, дуҫым,
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Беҙ сәләмәт, беҙ матур,
Уҡыу башларға әҙер.
II. Белемде актуалләштереү. Белем байрамы-1 сентябрь тураһында инеш әңгәмә. Ф. Рәхимғолованың “Сентябрь килде!” шиғырын уҡыу. Шиғыр буйынса инеш әңгәмә, һорауҙарға яуаптар биреү. 2–се күнегеү.
З. Биишеваның “Мәктәпкә тәү барған көн” хәтирәһен уҡыу. Бирелгән һорауҙар буйынса фекер алышыу. Белем бар байлыҡтан да артыҡ икәнлеген асыҡлау. Белемгә юл туған тел аша асылыуын уҡыусыларға еткереү.
III. Яңы тема.
1.Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын хор менән уҡыу (флешмоб).
2.Дәрестең темаһын билдәләү, маҡсат ҡуйыу.
3.Ғайса Хөсәйеновтың “Әсәм теле-сәсән теле” мәҡәләһен уҡыу. Төп фекерҙе белдергән һөйләмде табыу, уны дәлилләү. Телдең кеше тормошондағы ролен асыҡлау.
4.Туған тел тураһында мәҡәлдәрҙе үҙ аллы уҡыу. Мәҡәлдәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Тел тураһында һығымта яһау. Мәҡәлдәрҙе яҙыу.
5. Мәҡәлдәрҙән исем, сифат, һан, ҡылымдарҙы табыу. Уларҙың мәғәнәләрен, грамматик билдәләрен иҫкә төшөрөү. 1-2 һөйләмде һөйләм киҫәге буйынса тикшереү.
IV. Нығытыу.
6.”Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр” китабынан тел тураһындағы мәҡәлдәрҙе табыу, уҡыу һәм фекер алышыу.
V. Рефлексив баһалау.
VI. Өй эше: Туған тел тураһында шиғыр ятларға.

2-се дәрес.
Тема: Һүҙҙең морфологик киҫәктәре: тамыр һәм ялғауҙар. Исем.
Маҡсаттар:
белем биреү маҡсаты- һүҙ һәм уның киҫәктәре (тамыр һәм ялғауҙар) тураһындағы белемдәрҙе ҡабатлау, тамырҙаш һүҙҙәр, ялғауҙарҙың төрҙәре тураһындағы белемдәрҙе иҫкә төшөрөү. Исем уның мәғәнәһе, үҙгәреше. Ялғауҙарының төрҙәре тураһындағы белемдәрҙе нығытыу;
үҫтереүсе маҡсат- уҡыусыларҙың һүҙҙең тамыр һәм ялғауҙарың телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу һәм дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү;
тәрбиәүи маҡсат- тыуған ергә, төйөгебеҙгә иғтибар һәм һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау: компьютер, экран, Урал тауы, Башҡортостан йылғалары һүрәттәре.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Белем алыу өсөн тырышып уҡырға кәрәклеге тураһында уҡыусыларҙың фекер алышыуы аша телмәр үҫтереү. Тыуған илебеҙ, уның байлығын, матурлығын һаҡлау- һәр кемдең изге бурысы икәнлеге тураһында уҡыусыларҙың һөйләүе аша тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү.
Һүҙ киҫәктәре, исем тураһында башланғыс кластарҙа алған белемдәрен нығытыу һәм артабан үҫтереү. Индивидуаль һәм коллектив эшләү күнекмәләрен үҫтереү.
Дәрес барышы
I.Психологик инеш.
Уҡытыусы:
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Кәйефтәр нисек?
Уҡыусылар:
Һаумыһығыҙ, уҡытыусы!
Яҡшы кәйеф, теләк менән
Башлайбыҙ тел дәресен.
Бөтәбеҙгә лә теләйбеҙ
Уңышлы уҡыу көнөн.
II. Белемде актуалләштереү.
Экранда бирелгән Р.Ниғмәтиҙең “Хәйерле юл һеҙгә!” шиғырының “Башланды” бүлеген тасуири уҡыу. Автор тураһында белгәндәрен иҫкә төшөрөү. Шиғырҙың төп фекерен билдәләү.
Һеҙ менәсәк фәндәр тауы
Бик бейек һәм бик текә.
Уның үренә ҡыйыуҙар,
Тырыштар ғына етә.
(Р.Ниғмәти)
Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙарын тамырын, ялғауҙарын табыу: фән-дәр, тау-ы, бейек, үр-е-нә, ҡыйыу-ҙар, тырыш-тар
III.Яңы тема.
1.5-се күнегеүҙең йөкмәткеһе менән танышыу.
2. Һүҙлек эше.
3. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙең тамырҙарын табыу. Ялғауҙарҙың төрҙәрен иҫкә төшөрөү. Миҫалдар менән дәлилләү.
4. Бер тамырҙан яһалған һүҙҙәрҙе табыу, яһалыштарын аңлатыу, уларҙың нисек аталыуын иҫкә төшөрөү (тамырҙаш һүҙҙәр)
5.Бирелгән һүҙҙәр менән яңы һүҙҙәр яһау. Уларҙың яһалыштарын аңлатыу. Миҫалдар килтереү.Бирелгән ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын аңлатыу.
6. 6-сы күнегеүҙе уҡыу. Тексҡа исем биреү.
7. Текстан исемдәрҙе табыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе табыу. Уларҙың мәғәнәләрен аңлатыу, грамматик билдәләрен иҫкә төшөрөү (килешен, һанын билдәләү)
IV. Нығытыу.
1.Рәшит Шәкүрҙең “Урал батыр иле- сал Урал” шиғырын тасуири уҡыу. 2.Шиғырҙың төп фекерен асыҡлау. Тасуирлау сараларын билдәләү.
3. Исемдәрҙең эйәлек заты тураһындағы белемдәрҙе ҡабатлау. Шиғырҙан эйәлек заты ялғауы булған исемдәрҙе табыу, затын билдәләү.
4. Бер нисә исемде килеш менән үҙгәртеү.
V. Рефлексив баһалау.
VI. Өй эше. Инша. Имен генә булһын тыуған еркәй.

3-сө дәрес.
Тема: Сифат һәм һан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсаттар:
белем биреү маҡсаты- сифат һәм һандар тураһындағы белемдәрен иҫкә төшөрөү, уларҙың мәғәнәләре, грамматик билдәләре буйынса алған белемдәрен тәрәнәйтеү;
үҫтереүсе маҡсат- сифаттарҙы телмәрҙә ҡулланыу, уларҙың дәрәжә ялғауҙарын, артыҡлыҡ дәрәжәһен белдереүсе киҫәксәләрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү, цифр менән бирелгән һандарҙы дөрөҫ яҙырға өйрәтеү;
тәрбиәүи маҡсат- халҡыбыҙҙың һөнәр-кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, улар менән ғорурланыу тойғолары уятыу.
Йыһазлау: компьютер, экран, картина, һүрәттәр.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең төрҙәре
Шағир-яҙыусыларҙыың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡыу. Өҙәктәрҙең төп фекерен билдәләргә өйрәтеү, уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу өҫтөндә эште дауам итеү. Халҡыбыҙҙың һөнөр-кәсептәре тураһындағы белемдәрен байытыу, уларға ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Сифат, һан буйынса алынған белемдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөҫ яҙырға өйрәтеү.
Дәрес барышы.
I.Психологик инеш.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Шиғырҙы тасуири уҡыу. Автор тураһында мәғлүмәт биреү
2. Шиғырҙың матурлығын, тасуирилығын тыуҙырыусы һүҙҙәрҙе табыу.
3. Был һүҙҙәрҙең ниндәй һорауға яуап биреүен һәм ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләү. Телмәрҙәге ролен аңлатыу.
Минең илемдә матур баҡсалар,
Болон, урмандар, сәскәле гөлдәр.
Алтын-көмөшлө Киң ҡырҙарында
Мөһабәт тауҙар. Бай, мул игендәр,
Минең илемдә йырлап эшләйҙәр
Ҙур йылға, күлдәр,шат ҡыҙ, егеттәр.
(Х.Кәрим.)
III. Яңы тема.
1.Василий Власовтың “Башҡорт балы” мәҡәләһен уҡыу.
2.Һүҙлек эше: һитә, һеркә, ҡорт елеме, ҡорт һөтө.
3.Текстың төп фекерен билдәләү.
4. Башҡорт балы тураһында видеофильм ҡарау.
5.Текстағы сифаттарҙы табыу, үҙҙәре асыҡлап килгән һүҙҙәр менән яҙып алыу.
6. Сифаттарҙың мәғәнәләрен һәм телмәрҙәге ролен асыҡлау.
IV. Нығытыу.
1. 9-сы күнегеү. Али Карнайҙың “Турғай” әкиәтен уҡыу.
2. Сифаттарҙы табыу, уларҙың дәрәжәләрен билдәләү.
3. Бер нисә сифатты дәрәжә менән үҙгәртеү.
4. Сифат буйынса уҡыусыларҙың һығымтаһы.
5. 10-сыкүнегеү. Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһындағы тексты уҡыу. Текст йөкмәткеһен һөйләү.
6. Күнегеүҙә бирелгән һандарҙы табыу. Һандар тураһындағы белемдәрҙе иҫкә төшөрөү. Уларҙың яҙылышын аңлатыу.
7. 12-се күнегеү. Ғ.Хөсәйеновтың «Ете “һаны тураһындағы мәҡәләһен уҡыу
V. Рефлексив баһалау.
VI. Өй эше. Ете һаны тураһында проект эшләргә.

4-се дәрес.
Тема: Ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсаттар:
белем биреү маҡсаты-ҡылым тураһындағы белемдәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡылымдың аңлатҡан мәғәнәһе, грамматик категорияларын билдәләү. Ҡылымға грамматик анализ, уларҙың телмәрҙәге ролен асылау;
үҫтереүсе маҡсат – ҡылымдарҙың зат заман формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, тексты төрлө заттан дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
тәрбиәүи маҡсат- уҡыусыларҙа бер-береңә иғтибар, ярҙамсыллыҡ төйғолары, белем алыуҙа тырышлыҡ, ныҡышмаллылыҡ сифаттары тәрбиәләү.
Йыһазлау: “Туған әҙәбиәт” дәреслеге, ҡылым һәм уның грамматик билдәләре күрһәтелгән таблица-схема.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Уҡыусыларҙа иптәтәшлек, бер-беренә иғтибар, ярҙам кеүек матур сифаттар тәрбиәләү. Р.Сабитовтың “Белем иле” шиғырын тасуири уҡыу, анализлау аша белем алыу өсөн тырышлыҡ кәрәклеге тураһында фекер алышыу.
Ҡылым буйынса бпшланғыс кластарҙа алынған белемдәрен ҡабатлау, ҡылымдарҙың үҙгәрешен, грамматик формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
Дәрес барышы.
I.Психологик инеш.
II. Белемде актуалләштереү.
Алтын көҙ.
Алтын көҙ ... Һылыу ҡайындар алтын тәңкәләрен... Уларҙы ел... Торналар көньяҡҡа ...
Үрмәкселәр үргән аҡ уҡаны әбейҙәр сыуағы... Балан, миләш баҙлап...
1. Һөйләмдәрҙе кәрәкле ҡылымдар менән тултырыу.
2. Ҡылымдарҙың аңлатҡан мәғәнәһен иҫкә төшөрөү.
3. Дәрестең маҡсатын ҡуйыу.
III. Яңы тема.
1.З.Хисмәтуллин әҫәренән алынған өҙөктө уҡыу.Хикәйәнең исемен билдәләү.
2. Өҙөктәге һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табыу.
3.Хәбәрҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен асыҡлау.
4. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән ҡылымдарҙың заманын, затын, һанын билдәләү.
IV.Нығытыу.
1. 13-сө күнегеү. Р.Сабитовтың “Белем иле” шиғырын тасуири уҡыу.
2. Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
3. Ҡылымдарҙы табыу, заманын, затын, һанын билдәләү.
4. Юҡлыҡ формаһындағы ҡылымдарҙы табыу, юҡлыҡ ялғауҙарын күрһәтеү.
5. Төркөмдәрҙә эш:
а)бир ҡылымын зат менән үҙгәртеү.
б) бирешмә ҡылымын 3 заманда яҙыу һәм заман яһаусы ялғауҙарҙы иҫкә төшөрөү
в) яратһаң ҡылымын юҡлыҡ формаһын зат менән үҙгәртеү
6.Ҡылымдың һөйләмдә хәбәр булып килеүен аңлатыу. 1-2 һөйләмдең эйә һәм хәбәрҙәрен билдәләү, ҡылымдарға грамматик анализ.
V. Рефлексив баһалау.
VI. Өй эше. Фекерләү иншаһы. Белемле кеше ниндәй ул?

5-се дәрес
Тема: Инеү диктанты. “Көҙ етте”.Диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 5-9 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, “Китап”, 2001
Маҡсат: Башланғыс кластарҙа үтелгән материалды үҙләштереү кимәлен асыҡлау.
Дәрес барышы
I.Дәрестең темаһын һәм маҡсатын аңлатыу
II. Диктант тексын уҡыу.
III.Ауыр орфограммалы һүҙҙәрҙе аңлатыу.
IV.Диктантты яҙыу.
V.Диктантты тикшереү.

СИНТАКСИС ҺӘМ ПУНКТУАЦИЯ.
ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ.
1. Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙбәйләнеш.-----------------------------------1сәғәт
2. Һүҙбәйләнештә эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәр. ------------------1 сәғәт
3. Һөйләм ------------------------------------------------------------------------1сәғәт
4. Хәбәр, өндәү һәм һорау һөйләмдәр-----------------------------------1сәғәт
5.Биремле диктант. Көҙ күренештәре -----------------------------------1сәғәт
6. Һөйләмдең баш киҫәктәре -----------------------------------------------1сәғәт
7. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.-------------------------------................1сәғәт
8. Аныҡлаусы---------------------------------------------------------------------1сәғәт
9. Тултырыусы ----------------------------------------------------------------1сәғәт
10. Хәлдәр-------------------.................................................................1сәғәт
11. Һөйләм киҫәктәре буйынса үтелгәнде ҡабатлау---------------------1сәғәт
12.Изложение. Телевизор ҡараусы маймылдар-----------------------1сәғәт
13. Һөйләмдең тиң киҫәктәре----------------------------------------------1сәғәт
14. Тиң киҫәктәр араһында тыныш билдәләре ҡуйылышы---------------1сәғәт
15.Телмәр үҫтереү. Э. Сәйетов «Бесәндән ҡайтыу» карти¬наһы ----------1сәғәт
16. Хаталар өҫтөндә эш. Текст ---------------------------------------------1сәғәт
17. Өндәш һүҙ ------------------------------------------------------------------1сәғәт
18. Синтаксик анализ тәртибе ----------------------------------------------1сәғәт
19. Ҡушма һөйләм -------------------------------------------------------------1сәғәт
20. Контроль диктант. Изге китап--------------------------------------------1сәғәт
21.Тура телмәр.Диалог -----------------------------------------------------1сәғәт
22.Синтаксис буйынса үтелгәнде ҡабатлау-------------------------------1сәғәт
23. Изложение яҙыу. Ауыр хеҙмәт------------------------------------------1сәғәт

1-се дәрес
Һүҙбәйләнеш.
Маҡсат: 1. Һүҙбәйләнеш тураһында башланғыс кластарҙа алған белемде иҫкә төшөрөү.
2. Эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәр тураһында төшөнсә биреү, уларҙың үҙ-ара бәйләнеү юлдарын билдәләү.
3. Уҡыусыларҙын һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнеүе.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Башланғыс кластарҙа һүҙбәйләнеш тураһында алған белемдәрен иҫкә төшөрөү, нығытыу. Һүҙбәйләнештәрҙең эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәрен билдәләү, дөрөҫ һорау ҡуйырға өйрәнеү. Эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын дөрөҫ билдәләргә өйрәнеү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
1. Һүрәттәге аттың билдәһен төрлө яҡлап асыҡлау һәм һүҙбәйләнештәр төҙөү; матур ат, эйәрле ат һәм башҡалар.
2. Таҡталағы һүҙбәйләнештәрҙең эйәртеүсе һүҙен билдәләп, эйәреүсе һүҙгә һорау биреү.
3. Ҡағиҙә менән танышыу.
Проблемалы һорау; һүҙбәйләнештәр үҙ-ара нисек бәйләнеп киләләр икән?
II. Яңы теманы анлатыу.
1) 14-се йәки 15-се күнегеү башҡарыу;
- Эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен асыҡлау;
- Эйәреүсе һүҙ менән эйәреүсе һүҙҙең үҙ-ара нисек бәйләнеп килеүен билдәләү;
- Ҡағиҙә сығарыу һәм китаптағы ҡағиҙә менән танышыу.
III. Яны теманы нығытыу.
1. 17-се йәки 18-се күнегеү өҫтөндә эш:
- Һүҙбәйләнештәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын тикшереү;
- Һүҙбәйләнештәрҙең йыйынаҡ йәки тарҡау булыуын асыҡлап, ҡағиҙә менән танышыу.
2. Карточка менән йәки төркөмләп эш. Уҡытыусы тарафынан бирелгән һүҙбәйләнештәрҙе мәғәнәүи һәм грамматик бәйләнештәргә бүлергә, бер нисә һүҙбәйләнеш менән һөйләм төҙөп яҙырға.
3. Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу.
4. Ат менән бәйле мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү. Бер нисә мәҡәлде яҙып алып, уны һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу, эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәрҙең бәйләнеү юлдарын асыҡлау.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: 1) 20-се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡырға, уның төп фекерен билдәләргә;
1) Ҡалын хәреф менән бирелгән һөйләмдәрҙе һүҙбәйләнештәргә тарҡатырға;
2) Эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәрҙең үҙ-ара бәйләнеү блдарын асыҡларға.