Методические рекомендации

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

10-сы дәрес
Инша “Әсәй менән донъя – түңәрәк”
Маҡсат: 1.Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү.
2.Инша яҙыу күнекмәләренә төшөндөрөү.
3. Тема буйынса алған белемдәрен ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Әсәй тураһында шиғырҙарҙы, мәҡәлдәрҙе, хикәйәләрҙе иҫкә төшөрөү. Рәссам Тәнзилә Ғәйфуллинаның “Йомғаҡ” һүрәтен өйрәнеү.


Дәрес барышы
I. Инша яҙырға әҙерлек:
1) Картинаны иғтибар менән ҡарау;
2) Һүрәттең йөкмәткеһе буйынса айырым һөйләмдәр уйлау, әсәй тураһында һөйләү;
3) Әсәй тураһында шиғыр, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү.:
Бөтәбеҙ ҙә белә:донъяла әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк һәм яҡыныраҡ кеше юҡ.Тыуғандан алып,ҡартайған көнөбөҙгә тиклем,ҡайғылы минуттарҙа,шатлыҡлы ваҡыттарҙа,әгәр ҙә күңедә борсоу йәки башта йөҙ һорауҙар булһа-әсәй һәр ваҡыт эргәлә,ул беҙгә һәр ваҡыт таяныс-терәк була һәм ярҙам итә. Әсәйҙәр беҙҙең турала ғүмер буйына,хатта беҙ ҙурайғас та хәстәрлек күрә.
Әсәй өсөн үҙ балаһынан башҡа ҡәҙерлерәк һәм яҡшыраҡ бер нимә лә һәм бер кем дә юҡ.Шуның өсөн дә ул үҙенең балаһын хәстәрләй,уның өсөн тулҡынлана һәм ҡайғыра.
.
Иҫкәрмә: тәҡдим ителгән текст йөкмәткеһе мотлаҡ тип аңларға ярамай, һүрәт буйынса ниндәй йөкмәткеле текст төҙөүҙәре уҡытыусы ҡарамағында.
4) Бер нисә уҡыусынан һүрәт буйынса үҙҙәре төҙөгән хикәйәһен һөйләтеү.
5) Инша тексын үҙ аллы яҙыу.
II. Дәресте йомғаҡлау. Яҙма эш дәфтәрҙәрен йыйып алыу.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

11-се дәрес
Хаталар өҫтөндә эш . Хәбәр һөйкәлеше.

Маҡсат: 1. Хәбәр һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Хәбәр һөйкәлешенең үҙенсәлектәрен өйрәнеү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш.. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Йондоҙ менән бирелгән күнегеүҙә ҡалын хәреф менән бирелгән ҡылымдарҙың нимә (бойороуҙымы, һорауҙымы, хәбәр итеүҙеме) аңлатҡанын һөйләгеҙ.

Проблемалы һорау: Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары нимә белдерә?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.

259-сы күнегеүҙе башҡарыу. Ниндәй хаталар тураһында һүҙ бара? Аңлатығыҙ. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын эйәреп килгән һүҙҙәре менән күсереп алығыҙ. Уларҙың затын, һанын күрһәтегеҙ.
Телмәр үҫтереү. Китап тураһында һөйләшеү
Кем менән дуҫ булыуыңды әйтһәң, мин һинең ниндәй кеше икәнлегеңде әйтеп бирәм, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе китаптарға карата ла әйтергә була. Ниндәй китаптар укырға яратыуыңа ҡарап, һинең ниндәй кеше булыуыңды, күңелеңдә ниндәй уйҙар ятканлығын әйтеп була. Арағыҙҙа бармы китап уҡырға яратыусылар? Ниндәй китаптар улар?Ниндәй баҫмалар алдыраһығыҙ?(Бер нисә уҡыусыны тыңлайбыҙ). – Балалар, беҙҙең мәктәптә лә, ауыл клубында ла китапхана бар. Ә ғаилә китапханаһының кәрәге бармы? Ни өсөн кәрәк ул? Халык юкка ғына “кем күп укый – шул күпте белә” тип әйтмәгән. Китап тураһында ла халык әйткән бик аҡыллы мәҡәлдәр бар. Кем ниндәй мәҡәл белә?
Хәбәр һәм бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарын ҡулланып, китап тураһында берүбереһенә бәйле бер нисә һөйләм төҙөп яҙырға. Ҡылымдарҙың ниндәй затта, һанда булыуын әйтегеҙ.
Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: 260-сы күнегеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

12-се дәрес
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше.

Маҡсат: 1. Хәбәр һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәрешен тикшереү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш.. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Йондоҙ менән бирелгән күнегеүҙә хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын табып, уларҙың ниндәй заманда тороуын аңлатығыҙ.

Проблемалы һорау: Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заман менән үҙгәрә?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.

Һайра, йыйын, уҡы, осраш, ос, күр ҡылымдарын заман менән үҙгәртергә, һәр береһе менән һөйләм төҙөргә. Ҡылымдарҙың ниндәй һөйләм киҫәге булыуын әйтергә.
миҫал Үткән заман Хәҙерге заман Киләсәк заман
Һайра Һайраны, һайраған, һайрай торғайны, . һайрағайны, һайрар булған һайрай Һайрар, һайраясаҡ
Көн дә иртән тәҙрә төбөндә ҡоштар һайрай. Һайрай – хәбәр.
Йәшелсә үҫтереү тураһында һөйләшеү, телмәр үҫтереү.
Йыл һайын Рәсәйгә бер миллион тоннаға тиклем йә¬шелсә ситтән индерелә. Был 2,5 миллиард һум аҡса тигән һүҙ. Бөгөн эске баҙар күберәк етеш¬тереү мөмкинлеген алды. Импорт йылына 150 миллиард һум тәшкил итә (Иран, Төркиә, Ҡытайҙан индерелә). Беҙҙең теплицалар хужалығы тейе¬шенсә үҫешмәүе, техноло¬гиялар еренә еткереп эшлән-мәүе, йәшелсәләрҙе һаҡлау урындары булмауы – төп етеш¬һеҙлектәр. Йылына һәр кешегә 186 ки¬лограмм йәшелсә тура килергә тейеш. Шул иҫәптән, 55 ки¬лограмм – кәбеҫтә, 32 кило¬грамм - томат һәм 13 килограмм ҡыяр. Ә ысынбарлыҡта ра¬ционда йәшелсә 56 процент ҡына тәшкил итә.
262-се күнегеүҙе башҡарыу. Һөйләмдәрҙең мәғәнәләренә ҡарап, ҡылымдарҙы тейешле заманға ҡуйып яҙығыҙ. Бер-берегеҙҙең эштәрегеҙҙе тикшерегеҙ.
Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: хәбәр һөйкәлеше ҡылымының төрлө заманын ҡулланып, “Беҙҙең баҡса” темаһына 5-6 һөйләм яҙып килергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

13-сө дәрес
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының ҡылымдарының үткән заманы.

Маҡсат: 1. Хәбәр һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәрешен тикшереүҙе дауам итеү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш.. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
263-сө күнегеүҙә билдәләнгән ҡылымдарҙың заманын әйтегеҙ. Улар нисә һүҙҙән тора? Ярҙамсы ҡылым менән килгән ҡылымдарҙың мәғәнәләрен аңлатығыҙ. Үткән заманды белдереүсе ялғауҙарҙы яҙып алығыҙ һәм аҫтына һыҙығыҙ..
Ҡағиҙә менән танышығыҙ.
Проблемалы һорау: үткән заманы ХҺ ҡылымдарының ниндәй формалары була?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.

Килгәйне һәм килгән; ҡайтҡан булған һәм ҡайтты ҡылымдарының мәғәнәләрендәге айырманы һәм оҡшашлыҡты әйтегеҙ. Ҡағиҙә сығарып, миҫал ярҙамында аңлатығыҙ.

“Хайуандарға ярҙам итеү” темаһына үңгәмә ҡороу.

266-сы күнегеүҙе башҡарыу. Күсереп яҙығыҙ. Һөйләмдәрҙең мәғәнәләренән сығып, хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын тейешле үткән заман формаһына, затҡа, һанға ҡуйып яҙығыҙ.

Төнөн көслө ямғыр яуғайны. Яуғайны – шаһитлы үткән заман, 3 зат, берлектә,барлыҡта.

Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: 269-сы күнегеү. Киткән, һөйләгән, йөрөгән ҡылымдарын барлыҡта һәм юҡлыҡта зат менән үҙгәртегеҙ. Йөрөй торған булған, ҡайтыр булған ҡылымдарын индереп, һөйләмдәр төҙөгөҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

14-се дәрес
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының ҡылымдарының хәҙерге заманы.

Маҡсат: 1. Хәбәр һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәрешен тикшереүҙе дауам итеү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш.. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Йондоҙ менән бирелгән текста хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын табығыҙ, уларҙың замандарын әйтегеҙ. Заманды белдереүсе ялғауҙарҙы күрһәтегеҙ.
Ҡағиҙә менән танышығыҙ.
Проблемалы һорау: хәҙерге заман ҡылымдар нисек яһала?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.

271-се күнегеүҙе башҡарыу.
Той, һаҡла, һоҡлан, серләш ҡылымдарын зат менән үҙгәртеп яҙығыҙ.
миҫал 1 зат 2 зат 3 зат
һаҡла һаҡланам һаҡланаһың һаҡлана

272-се күнегеүҙе башҡарыу. Йомаҡтарҙы уҡып, яуаптарын табығыҙ. Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының затын, һанын, барлыҡ-юҡлыҡ формаларын тикшерегеҙ.

Һөйләй – 3 зат, берлектә, барлыҡта.
Салауат Юлаев тураһында әңгәмә ҡороу. И, Гвоздикованың һәм Р. Бикбаевтың яҙмалары менән танышыу, өй иншаһына план төҙөү.
Текстан ҡылымдарҙы барлап, һөйкәлешен, заманын, затын, һанын билдәләү.

Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: 269-сы күнегеү. Салауат Юлаев тураһында мини инша яҙыу.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

15-се дәрес
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының ҡылымдарының киләсәк заманы.

Маҡсат: 1. Хәбәр һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәрешен тикшереүҙе дауам итеү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Йондоҙ менән бирелгән текста ҡалын хәрефле ҡылымдарҙың ҡасан баш-ҡарыла торған эш-хәрәкәтте белдергәнен тикшерегеҙ. Тамыр йәки нигеҙ ҡылымға ниндәй ялғау ҡушылғанын әйтегеҙ.
Ҡағиҙә менән танышығыҙ.
Проблемалы һорау: киләсәк заман ҡылымдар нисек яһала?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.

Ике төркөмдә эш башҡарыу.
1-се төркөм 276-сы күнегеүҙә текстағы ҡылымдарҙы тейешле заманға, затҡа ҡуйып күсереп яҙа. Аңлатма бирә.
2-се төркөм – 277-се күнегеүҙе башҡара. Бирелгән ҡылымдарҙы киләсәк заманедың ике формаһына ҡуйып яҙып, һөйләмдәр төҙөй.

Онот, кей, күр ҡылымдарынан киләсәк замандың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһын яһағыҙ. Юҡлыҡ ялғауҙа¬рының урынын билдәләгеҙ

миҫал барлыҡ юҡлыҡ
Онот Онотор,
онотасаҡ Онотмаҫ
онотмаясаҡ

281-се күнегеүҙә кешеләрҙең ниндәй яҡшы һыҙаттары һүрәтләнгәнен һөйләгеҙ. Өҙөктө, йөкмәткеһенә ҡарап, бүлектәргә бүлегеҙ, һәр бүлектең төп фекерен әйтегеҙ. Күрмә изложение яҙырға әҙерләнегеҙ.
Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: изложенияға әҙерләнергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

16-сы дәрес
Изложение .Батырҙар тураһында һүҙ
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү һәм баһалау.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле.
2. Дәрестен маҡсаты менән таныштырыу.
3. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратыу.
4. Дәфтәргә число, текстын атамаһын (“Батырҙар тураһында һүҙ”), изложение һүҙен яҙыу.
5. Һүҙлек эше:.
6. Инеш әнгәмә. Текст йөкмәткеһен үҙләштерүҙе еңелләштереү маҡсатынан сығып, әңгәмә үткәреү.
7. Тексты тәүге ҡат уҡыу.
8. Текст йөкмәткеһен ҡабул итеүҙе тикшереү.
9. Һүҙлек эше.
10. Текстын йөкмәткеһе өҫтөндә эш. (һорауҙар алдан таҡтаға яҙыла.):
12. План төҙөү.
13. Һорауҙар буйынса йөкмәткене һөйләү.
14. Тексты ҡабатлап уҡыу.
15. Тексты яҙыу.
16. Дәресте йомғаҡлау.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

17-се дәрес
Шарт һөйкәлеше.
Маҡсат: 1. Шарт һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының яһалышын тикшереү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Йондоҙ менән бирелгән текста -һа, -һә ялғаулы ҡылымдарҙың ниндәй һорауға яуап биреүен, мәғәнәһен аңлатығыҙ. Нисек аталғанын иҫееҙгә төшөрөгөҙ.
Ҡағиҙә менән танышығыҙ.
Проблемалы һорау: шарт һөйкәлеше ҡылымдары нисек яһала?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.

284-се күнегеүҙе башҡарыу. Шарт һөйкәлешен¬дәге ҡылымдарҙың аҫтына һыҙығыҙ, затын күрһәтегеҙ, ике шарт һөйкәлеше ҡылымын зат менән үҙгәртегеҙ.
Ҡолон аҫраһам Ҡолон аҫраһаҡ
Ҡолон аҫраһаң Ҡолон аҫраһағыҙ
Ҡолон аҫраһа Ҡолон аҫраһалар

Шарт һөйкәлеше менән булған һынамыштарҙы әйтергә һәм дәфтәргә яҙып ҡуйырға.
Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: Әҙәбиәт китабынан шарт һөйкәлеше менән 3 һөйләм яҙырға..
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

18-се дәрес
Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше.

Маҡсат: 1. Шарт һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәрешен тикшереүҙе дауам итеү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
285-се күнегеү. Өҙөктө уҡып, уның ниндәй стилгә ҡарағанын әйтегеҙ. Йәнле һөйләү стиленән ни менән айырылғанын күрһәтегеҙ. Өҙөктә нимә тураһында һүҙ барғанын һөйләп бирегеҙ. Ғәйнә ырыуы башҡорттарының таралған урынын картанан табығыҙ. Шарт һөйкәлеше ҡылымдарын билдә¬ләгеҙ.
Академик Б. А. Рыбаковтың әйтеүенсә, мифтар¬ҙа мышы менән болан бер-береһен алмаштырып килә.
Ошо ҡараш яҡтылығында башҡорт легендала¬рына мөрәжәғәт итһәк, түбәндәге күренешкә тап булабыҙ. «Ғәйнә ырыуы» исемле легендала Ғәйнә батыр, аждаһаны тураҡлап, ҡояшты ер аҫтынан сығарғас, уны болан мөгөҙөнә элеп, Тол йылғаһы аша алып сыға. Артабан болан тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. Хәҙер легенданың дауамына күҙ һалһаҡ, «...Ҡояш киткән күтәрелеп, Ғәйнәгә әйткән: «Көн дә мине ошо ваҡытта көт», — тигән. Ғәйнә ҡояшты көткән. Ҡояш һәр көн бер ваҡытта килә икән был ергә. Ғәйнә ошо ергә эйәләшеп кит¬кән. Уны ташламаҫ булған. Шунан Ғәйнә ырыуы таралған. Ғәйнәләр башҡорттоң иң төбө була». (Ф. Нәҙершинанан.)
Ҡағиҙә менән танышығыҙ.
Проблемалы һорау: киләсәк заман ҡылымдар нисек яһала?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.

285-се күнегеүҙәге ҡылымдарға анализ яһарға.
Алмаштырып килә – хәбәр һөйкәлеше, хәҙерге заман, 3 зат, берлектә, барлыҡта, ҡушма ҡылым, һөйләмдә хәбәр булып килә.
286-сы күнегеү. Һөйләмдәрҙе тултырып яҙығыҙ.
1. Көндәр матур торһа, — —. 2. Походҡа сы¬ғыр булһаҡ, . 3. Был аяҙ көндәр элегерәк
булған булһа, — — .4. Баҡсаны ултыртып бөт¬һәк, — — .
Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: Яҙыр булһаң, китер булһаң, яуыр булһа, киткән булһа, эшләһә ҡылымдарын индереп, һөйләмдәр төҙөгөҙ. Һөйләмдәрҙең эйәләрен, хәбәрҙәрен табығыҙ; ҡушма һөйләм булһа, уларҙың нисә ябай һөйләмдән торғанын әйтегеҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

19-сы дәрес
Теләк һөйкәлеше.

Маҡсат: 1. Теләк һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәрешен тикшереү. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Йондоҙ менән бирелгән күнегеүҙә ҡалын хәрефтәр менән бирелгән ҡылымдар һөйләүсенең эшкә, хәрәкәткә ниндәй мөнәсәбәтен белдереп килгәнен әйтегеҙ.

Ҡағиҙә менән танышығыҙ.
Проблемалы һорау: Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының үҙенсәлеге нимәлә?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.
287-се күнегеүҙе башҡарыу. Текстан теләк һөйкәлеше ҡылымдарын табып тикшерергә.
Миҫал формаһы зат һан Барлыҡ-юҡлыҡ заман
үлтерәйем ябай 1зат берлек барлыҡ ?

Ҡағиҙә сығарыу.
Тәүге һөйләмде яҙып алып, тура телмәрҙәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышын һөйләү.

Ә. Вәхитов тураһында белешмә биреү.
Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһынан етем ҡалғас, тормош йөгөнә иртә егелергә тура килә уға. Һуғыш осороноң ауырлыҡтарына ҡарамай, буласаҡ яҙыусы уҡыуын дауам итә һәм 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай. Унан Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Бер йыл Өфөләге «Октябрь натнскыһы» типографияһында корректор булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.
1962—1964 йылдарҙа Әнүр Вахитов СССР Фондар академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый. 1965 йылда «Хәҙерге башҡорт романы» тигән темаға диссертация яҡлай — филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.Әнүр Вахитов ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә йыш сығыш яһаны, йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнашты — байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһына етәкселек итте, «Ағиҙел» журналының редколлегия ағзаһы булды.

288-се күнегеүҙән барлыҡ ҡылымдарҙы табып, улраҙы яһалоышы яғынан анализлау.
ҡылым һөйкәлеше зат һан Барлыҡ-юҡлыҡ заман


Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: 289-сы күнегеү
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»