Методическая копилка

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

3 мая во всех субъектах Российской Федерации обучающиеся напишут итоговое сочинение (изложение)
2 Мая 2017 41
В Республике Башкортостан количество человек, зарегистрированных на сочинение (изложение), составило около 50 человек.
Для проведения итогового сочинения в выпускных классах были определены пять основных направлений тем сочинений в 2016-2017 учебном году: "Разум и чувство", "Честь и бесчестие", "Победа и поражение", "Опыт и ошибки", "Дружба и вражда".
Напомним, что итоговое сочинение обучающиеся писали 7 декабря 2016 года, а те, кто получил "незачет", повторно принимают участие 1 февраля и 3 мая 2017 года.
Итоговое сочинение проводится в этом году в третий раз. Его успешное написание для обучающихся 11 классов является элементом допуска к государственной итоговой аттестации по программам среднего общего образования. Обучающиеся с ограниченными возможностями здоровья, дети-инвалиды и инвалиды вместо сочинения вправе писать итоговое изложение.
Процедура и порядок проведения сочинения по сравнению с предыдущим годом не изменились.
Фангиза
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 24 апр 2017, 05:49

Re: Методическая копилка

Сообщение Фангиза »

Эльмира Салихова
Башҡортостан шихандары
(Дәрес-сәйәхәт)

Маҡсат. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған тәбиғәт ынйылары менән
якыныраҡ танышыу , балаларҙа улар менән һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уятыу
Йыһазландырыу. Башҡортостан Республикаһының картаһы, слайдтар, шихандарҙың фотоһүрәтләмәләре, атластар.

Дәрес барышы
I. Инеш өлөш.
Уҡытыусы. Ырыҫлы, гүзәл Башҡортостан — ғәйәт үҙенсәлекле тәбиғәт
мөғжизәләренә ифрат бай төбәк.Улар бик күп сәйәхәтселәрҙе, белгестәрҙе
үҙенә ылыҡтыра. Уралдың көнбайыш итәге буйлап һуҙылған боронғо ҡаҙылма рифтар күптәрҙең иғтибарын тарта. Улар 30-50 метр бейеклектәге түңәрәк яңғыҙаҡ тауҙар теҙмәһен хасил итә. Был тауҙар эреле-ваҡлы бесән кәбәндәренә оҡ¬шаш. Халыҡта һәм әҙәби телдә лә уларҙы "шихан" тип йөрөтәләр.
Көньяҡ Уралда булған алтмышлап шихан бөтә Башҡортостан буйлап төнь-
яҡтан көньяҡҡа табан һибелеп ултыра.Төньяҡта, Свердловск өлкәһе сигендә,
Дыуан, Салауат райондары ерҙәрендә,мәҫәлән, Барғужа, Абдулла, Таҙтүбә,
Дыуан, Өлкөндө, Бобровка кеүек яңғыҙ тауҙар күрһәтелә.) Уларҙың бейеклеге 70 метр самаһы, нигеҙенең әйләнәһе 250-300 метр, был йомро тауҙарҙың итәге
текә. Әшә ҡалаһынан төньяҡтараҡ Ҡаратау тауҙары (урыны картала күрһәтелә)
яңғыҙаҡтарҙың сынйыр ҡуласаһын өҙә. Ҡаланын көньяғында иһә, Эҫем йыл-
ғаһының һул яҡ яры буйлап, улар тағы пәйҙә була һәм Ырымбур өлкәһе сигенә
еткәнсе (географик атаманың урыны картала күрһәтелә) көньяҡҡа табан
һуҙыла. Иглин, Архангел, Ҡырмыҫҡалы,Ғафури райондарында Айып, Ҙур
Йыланлы, Әмир, Түбәнге Ләмәҙ, Үтәгән, Ҡуҙғанаҡ, Нағанаҡ һәм башҡа
атамалылары ултыра. (Картала урындары күрһәтелә.)
Башҡортостандың яңғыҙаҡ тауҙарының хайран ҡалдырырлыҡ иң бейектәрен өйрәнеп әҙерләгән материалдары менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында тәбиғәт яратыусы дуҫтарығыҙ һеҙҙе "Шихандар донъяһы" сәйәхәткә саҡыра.
II. Дәрестең төп өлөшө
1-се уҡыусы. Географик һәм фәнни әҙәбиәттә Стәрлетамаҡтан көнсығышҡа
ҡарай урынлашҡан ҙур янғыҙ тауҙар айырыуса яҡшы билдәле. Сәйәхәтебеҙҙе
улар араһынан ин бәләкәй һәм иң төньяҡта ятҡан шихан — Йөрәктауҙан баш-
лайыҡ. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көнсығышҡа табан ете саҡрым алыҫлыҡта
урынлашҡан.(Физик картала урыны күрһәтелә.) Шиханды ситтән ҡарағанда,йөрәк һымаҡ түңәрәк булып күренә, ә тауҙың түбәһе конус формалы,битләүҙәре текәрәк, ләкин ҡаялары ҡырлы түгел. Йөрәктау шиханының буйы 1 км, киңлеге 850 метр самаһы,абсолют бейеклеге 338 метр, уртаса дингеҙ кимәленән 220 метр самаһы тәшкил итә. Ул бигерәк тә матур, мөһабәт күренә, ташлы текә битләүҙәре
замок стеналарын хәтерләтә. Сусаҡ тауҙың ипкендәре сәселмә ташлы тоҡомдар менән ҡапланған. Йөрәктауҙың төньяҡ итәгеңдә кескәй генә шишмә сығанаҡтары урғылып сыға, уларҙын береһе көкөртлө булыуы менән билдәле. Шихантауҙың көньяғы урыны-урыны менән бик һирәк осраусы төрҙәр —Гельм астрагалы, башаҡлы кәмә япраҡ кеүек үләндәр һәм сәскә атыусы декоратив үлән үҫемлектәре — һары умырзая, зәңгәр сәскә менән ҡапланһа, төньяҡ битләүҙәре йүкәнән, имәндән, ҡара сағандан торған киң япраҡлы урман һәм селек, тубылғы, дала сейәһе, тәпәш миндалдән торған ҡыуаҡтар менән ҡапланған. Бында хайуандар донъяһы ла бик бай. Йөрәктау шиханы 1985 йылда тә-
биғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
2-се уҡыусы. Юлыбыҙ Йөрәктауҙан көньяҡҡа ҡарай 3 километр арауығында урынлашҡан Ҡуштау шиханына йүнәлеш ала. (Урыны картала күрһәтелә).
Әйткәндәй, ул Башҡортостандағы иң ҙур шихантау. Уның оҙонлоғо 3,5 километр, киңлеге 1 километр, абсолют бейеклеге 357 метр, уртаса бейекле 251 метр. Исеме "Ҡуштау" булһа ла тау үҙе асылда өс түбәле оҙонса һырт. Әммә алыҫтан ҡарағанда ул ҡуш тау һымаҡ күренә, сөнки өсөнсө түбә бәләкәйерәк. Ҡуштауҙың битләүҙәре текәрәк, шуға күрә улар ҡапыл убалы тигеҙлек рельефына күсә. Шихандың итәгендә имән, саған, йүкә, ҡарама ағастары үҫә; был тауҙа тимьян, себер сәскәһе, күк умырзая, урман елбәгә осрай, уларҙын күбеһе "Башҡортостан-
дың Ҡыҙыл китабы"на индерелгән.
3-сө уҡыусы. Сәфәребеҙҙе тағы ла көньяҡҡараҡ бороп, Шәкетау шиханының урынына йүнәләбеҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көньяҡ-көн-
сығышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта Һәләүек йылғаһының түбәнге ағымының ун яҡ ярында урынлашҡан. (Картала географик урыны күрһәтелә.) Шәкетау шиханының нигеҙ оҙонлоғо 1 километр, бейеклеге иһә 210 метр самаһы тәшкил итә. Шәкетау тарихи атамаһы рус телендә әйтелештә һәм яҙылышта, үкенескә ҡаршы, Шахтау формаһында боҙолоп йөрөтөлә. Дөрөҫ, Шәкетау тигән әйтелеш рус теле өсөн ауырыраҡ, әммә уның шах (шаһ) һүҙенән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, 1945 йылдан алып Стәрлетамаҡтағы "Сода" производство берекмәһе шиханды цемент,сода, кер йыуыу порошогы етештерергә сеймал алыу өсөн ҡуллана башлаған. Әйткәндәй, Европалағы иң ҙур ҡеүәтле Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты иҫ китмәле гигант Шәкетаузың бары тик 65 йыл эсендә бөтөнләйгә юҡҡа сығарҙы. Бөгөн шуныһы үкенес Шәкетау шиханы Ер йөҙөнән мәңгелеккә юғалды. Уны хәҙер бер нисек тә кире ҡайтарып булмай!
4-се уҡыусы. Сәйәхәтебеҙ Шәкетауҙан 8 саҡрым көньяҡтараҡ урынлашҡан
Торатау шиханында туҡталайыҡ.

Торатау — Стәрлетамаҡ шихандарының ин көньяҡтағыһы һәм ин бейеге.(Картала географик урыны күрһәтелә.) Шихантауҙын оҙонлоғо 1,2 саҡрым самаһы, ә киңлеге 800 метр. Абсолют бейеклеге 402 метрға еткән. Торатау —юрматы ырыуының "изге" тауы һаналған, сөнки Торатау башҡорт халҡының боронғо тарихы менән айырыуса ныҡ бәйле. Торатауҙа борон башҡорт ҡәлғәләре булған, уның атамаһы ла нәҡ шул хаҡта мәғлүмәт һаҡлай. Төп компонент — "тора" һүҙе әүәлге замандарҙа "крепость, ҡала, нығытмалы торлаҡ" мәғәнәһендә ҡулланылған. Торатау, тимәк, "ҡәлғәтау" тигәнде аңлата. Шихантауҙын көньяҡ-көнбайыш битлә-
үендә ҙур булмаған мәмерйәләр бар.Торатау итәгенә һыйынып Туғар-Салған
күле йәйрәп ята. Тауҙың битләүҙәрендә 100 төрҙән артыҡ үлән үҫемлектәре,
бигерәк тә һирәк осраусы үҫемлек төрҙәре - Гельм астрагалы, Карелин астрагалы, елем үлән һ.б. үҫә. Торатау шиханы 1965 йылда геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Ләкин, үкенескә ҡаршы, тәбиғәт хазинаһы булған Торатауҙан да урындағы хужалыҡтар төҙөлөш өсөн таш ташыуын дауам итә.
Уҡытыусы. Артабан яңғыҙ тауҙар Мәләүез, Көйөргәҙе райондары ерҙә-
рендә тап була: Аламай, Төньяҡ Ергән. Ергән, Терекле, Күмертау, Ҡунаҡбай
тауы һәм башҡалар.
Бөтә был шихандар - 230 миллион йылдар элек пермь осороноң күренекле рифтары, ул замандарҙа бик йәш булған Урал тауҙарының көнбайыш өлөшөн
йыуған боронғо диңгеҙ эҙҙәре. Улар аҡэзбизле тоҡомдарҙан тора һәм диңгеҙ
фаунаһы өсөн хас булған күп, төрлө-төрлө ҡалдыҡтарҙы һаҡлай.
Билдәле булыуынса, ташкүмер дәүерендә, Ерҙә һөтимәрҙәр ҙә, ҡоштарҙа булмаған һәм һаҙамыҡтарҙа ҡаҙаяҡ һәм ҡырҡбыуын ағастары үҫкән, ә ҡоро
ерҙә тик стегоцефал тигән гигант кеҫәрткеләр йәшәгән саҡта, бөтә Көнбайыш Башҡортостан ере һай ғына йылы диңгеҙ һыуы менән ҡапланған булған. Бары тик Урал тауҙарының әлеге үҙәк өлөшөндә генә ул заманда ук утрауҙар теҙмәһе һуҙылған.
Пермь дәүере башланғас, Уралдың күтәрелеүе көсәйгән. Утрауҙар урынында тотош тау теҙмәһе хасил була ,уның бейеклеге бер нисә километрға етә. Уралдан көнбайышҡа табан ер ҡабығы һығылып, диңгеҙ тәрәнәйә төшкән. Әммә бындай түбәнһеү һыҙатының киңлеге әллә ни ҙур булмаған, ярҙан 60 — 70 километр эскәрәк диңгеҙ төбө тағы һайыҡҡан. Һай һәм тәрән һыу сигендә, рифтар барлыҡҡа килтереүсе диңгеҙ хайуандарына бик уңайлы йәшәү шарттары хасил булған. Тәрән диңгеҙҙән килгән ағымдар уларға аҙыҡ булырҙай туҡлыҡлы матдәләр килтергән.
Бында йәшәгән брахиоподтар, мидиялар, диңгеҙ лилиәләре (ләләләре),гастроподтар, һыуҙан углекислый кальций йотоп, үҙҙәренең һөлдәһен төҙөгән.Аҫҡы пермь дәүере аҙағына һай урындарҙа шул һөлдәләрҙән ҡеүәтле рифтар үҫеп сыҡҡан. (Мәрйен рифтарының коллекция-күргәҙмәһе карала.) Был теҙмә Урал алдынын көнбайышы буйлап йөҙҙәрсә километрға һуҙыла. Һуңғараҡ
ул рифтар тотошлай гипс, ангидрид,аш тоҙо менән ҡатнаша. Рифтар һыҙатының ҡайһы бер өлөштәре генә, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ шихандары ла, ер ҡабығы күтәрелгән урынға тап килеп,ер өҫтөнә ҡалҡып сыға.
Ҡаҙылма рифтар — әлеге көндә Тымыҡ һәм һинд океандарындағы коралл
утрауҙарға оҡшаш һәм Ер шарында һирәк осрай торған күренеш. Шунлыҡтан
улар геологтарҙы бик ҡыҙыҡһындырған өлкә. Халыҡ-ара геологик конгрестарҙа
(1937, 1975, 1984, 1991 йылдар) ҡатнашыусылар ҙа Стәрлетамаҡ шихандарын
килеп күреп, танышып, хайран ҡалды һәм сикһеҙ һоҡланыуын белдерҙе.
III. Нығытыу.
Уҡытыусы. Беҙҙең ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сәйәхәтебеҙ аҙағына яҡынлаш-
ты. Ә хәҙер, уҡыусылар, алынған белем кимәлен тикшереп баһалау маҡсатында
экрандағы кроссворд һорауҙарына яуапбиреп, аҙыраҡ ял итеп алайыҡ.

Кроссворд һорауҙары.

1. Башҡортостанда урынлашҡан иң ҙур шихан.
2. Пермь осороноң ҡаҙылмалары.
3. Башҡортостан шихандарын өйрәнеүсе тәүге ғалим.
4. Республикабыҙҙа урынлашҡан иң бейек һәм дөрөҫ конуслы шихан.
5. Башҡортостандағы район?

Ҡ У Ш Т А У
Р И Ф
Л Е П Е Х И Н
Т 0 Р А Т А У
Д Ы У А Н

IV. Йомғаҡлау. Беҙҙеңсә, Башҡортостан цемент, сода етештереү өсөн кәрәкле сеймалдың башҡа сығанаҡтарына ла бик бай. Мәҫәлән, Инйәр ауылы биләмәһендә Белорет-Шишмә тимер юлы буйлап бик ҙур мергелдәр ятҡылығы бар. Уларҙы тиҙ арала үҙләштерергә донъяла тиңе булмаған Стәрлетамаҡ шихандарын киләсәккә һаҡлап ҡалдырыу мөмкинлеге бирер ине.
Хөрмәтле уҡыусылар! Республиклибыҙҙағы тәбиғи шихандарҙы күҙ ҡа-
раһылай һаҡлайыҡ. Уларҙың ер йөҙөнән юғалыуына инде һис тә юл ҡуймайыҡ. Сөнки бындай геологик һәм геоморфологик музей ҡомартҡылары Ер йөҙөндә бик һирәк һәм бөтә донъя өсөн фәнни-ғилми әһәмиәткә эйә. Шуға күрә лә уларға ҡарата айырыуса һаҡсыл, хәстәрлекле мөнәсәбәт талап ителә.
Шулай итеп, ер кендеге, ил тарихының асҡысы һәм халыҡ яҙмышының тере шаһиттары булған ғәжәйеп шихан-һәйкәлдәр менән киләсәк быуын
кешеләре лә һоҡланһын һәм ғорурланһын!
Фангиза
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 24 апр 2017, 05:49

Re: Методическая копилка

Сообщение Фангиза »

Хөрмәтле коллегалар! Әхмәткәримова Гөлшат Рафил ҡыҙының оҫталыҡ дәресен интернеттан таптым, матур ғына алымдары бар, һеҙҙең ихтибарға ла тәҡдим итәм, темаһы: Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу.

Белеүебеҙсә, уҡытыу ул – баланы белем алыу эшсәнлегенә өйрәтеү. Ә белем алыу эшендә уҡыусы ябай тыңлаусы ғына түгел, әүҙем ҡатнашыусы ла ул. Быға ирешеү өсөн уҡытыусынан предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, дәресте төрлөләндереп ебәреү, эшкә ижади яҡын килеү талап ителә. Ошо шарттарҙы үтәү өсөн дәрестәрҙә төрлө алымдар ҡулланыу мөһим.

Уҡыу процессын интенсивлаштырыуҙың, телгә өйрәтеүҙең иң уңыщлы алымдарының араһында уйын технологияһы төп урынды алып тора. Уйын – уҡыу процессын балаларға күңелле һәм эшлекле рәүештә телде өйрәтеүгә ҙур этәргес биреүсе сара. Уйын алымдарына таянған дәрес ялыҡтырғыс, мәжбүри процесстан ҡотҡара һәм ләззәт, йәм табып уҡыуға әйләнә.

Бөгөнгө көндө балаларҙың уйын уйнамауы хәүеф тыуҙыра, сөнки улар уйнай белмәй, ә күмәкләп уйнай торған, ҡатмарлы ҡағиҙәле уйындарҙы бөтөнләй яратмай. Яҡшы итеп ойошторолған уйын уҡыусыларҙан маҡсатҡа ириешеү, уйын процессында килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн ныҡышмалыҡ, татыулыҡ һәм башҡа төрлө көсөргәнешлектәр талап итә.

Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы файҙаланыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:

Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, белем, оҫталыҡ, күнекмәләрҙе практикала ҡулланыу;
Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләрен үҫтереү;
Хеҙмәт күнекмәләрен арттырыу.
Тәрбиәүи маҡсаттар: уҙаллылыҡ, ихтыяр көсөн, хеҙмәттәшлек, коллектив тойғоһо, аралашыусанлыҡ тәрбиәләү.

Үҫтереүсе маҡсаттар: иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, фантазияны, ижади һәләтте үҫтереү.

Ошо маҡсаттарҙан сығып, беҙ башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн Л.В. Петрановсаяның классификацияһын урынлы тип таптыҡ.

Уҡыу уйындары. Был төр уйындарҙы ауыр материалды иҫтә ҡалдырырға кәрәк булғанда ҡулланыу эффектлы. Уҡыу уйындарына фонетик, лексик, грамматик уйындар инә.

Комбинаторлы уйындар. Һүҙ менән эш итә торған киң биләдле уйындар: кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, башватҡыстар һ.б. был төр уйындар уҡыусыларҙың тиҙ варианттар табыуын талап итә һәм балаларҙың һүҙ байлығын әүҙемләштерә.

Аналитик уйындар. Бындай уйындар уҡыусыларҙың аналитик һәм логик фекерләүен үҫтереүгә, уларҙың факт һәм законлыҡтарҙы үҙ аллы анализлап,уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын табыу һәләттәрен үҫтереүгә нигеҙләнгән.

Контекслы уйындар. Уҡыусыларҙың иғтибарын, мәғәнәле, бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындар. Уйындың маҡсаты булып тексты аңлау, мәғәнәһе буйынса төшөп ҡалған һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәрҙе табыу, йә булмаһа текст төҙөү блырға мөмкин.

Ижади уйындар. Ижади уйындар уҡыусыларҙың фантазияһына нигеҙләнә. Был уйындарҙың үҙенсәлеге булып төрлө шарттарҙа бәйләнешле һәм йор һүҙле текст төҙөү тора.

Дәрескә һайланған уйындарҙы методик яҡтан дөрөҫ итеп үткәреү бик әһәмиәтле. Уйындарға ҡуйылған төп талаптарҙы түбәндәгесә биләләргә мөмкин:

Уйындар бөтөһе өсөн дә аңлайышлы, ҡыҙыҡ булырға һәм балаларҙа ыңғай хистәр тыуҙырырға тейеш.
Уйында ҡатнашыусыларҙың күберәк, ҡарап ултырыусыларҙың мөмкин тиклем әҙерәк булыуы һәйбәт.
Уйынға ярыш характерын биреп, уҡыусыларҙың дәртләндереп ебәреү кәрәк.
Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн матур аксессуарҙар, предмет-ҡулланмалар булдырыу мөһим.
Уйын һуңында уның һөҙөмтәләрен тикшереп, уҡыусыларҙың уңыштарын билдәләп үтеү мотлаҡ.
Дәрестә уйын технологияларын ҡулланғанда һынамыштар, көйлө минуттар, башҡорт халыҡ йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен ҡулланыу уҡыусыларҙа халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй. Мәҡәл-әйтемдәр буйынса әңгәмәне төркөмдәрҙә уйын рәүешендә үткәрергә мөмкин. Уҡытыусы мәҡәлдең яртыһын, ә уҡыусылар төркөмө ярышып мәҡәлдең ҡалған яртыһын әйтәләр.

.Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы файҙаланыу уҡыусының шәхес булараҡ үҫешенә булышлыҡ итә, эшлекле мәғлүмәт менән алмашырға, билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәүгә өйрәтә. Дәрестә ҡатмарлы ҡағиҙәле һәм ғәҙел уйындар ҡулланыу уҡыусыларҙа тормошта кәрәк булған реаль тәжрибәне бирә, ниндәйҙер ҡағиҙәләргә буйһоноп йәшәргә, аныҡ итеп үҙ фекерен әйтергә, иптәштәрен тыңларға өйрәтә. Шуны ла һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк: уйынды ойошторғансы тҡп бурысты билдәләү, уның шарттары һәм ҡағиҙәләре менән таныштырыу, уҡыусыларҙы теоретик яҡтан әҙерләү бик мөһим. Ҡуйылған бурыстар үтәлеп, уйынға йомғаҡ яһалһа ғына, ул уңышлы була һәм белем алыу процессында ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Гиздатуллина
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 27 мар 2017, 07:49

Re: Методическая копилка

Сообщение Гиздатуллина »

Урындағы һөйләш шарттарында әсә телен өйрәтәбеҙ
10-03-2017, 03:55 // Телгенәм - бергенәм // Баҫып сығарырға
Туған телгә ҡарата балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, һөйөү тәрбиәләүҙә уҡытыусы, һис шикһеҙ, башҡорт диалекттарына һәм улар эсенә ингән урындағы һөйләштәргә таяна. Башҡорт әҙәби теленең формалашыуы, үҫеүе һәм һүҙлек составының байыуы өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе булып башҡорт теленең диалекттары иҫәпләнә. Жәлил Кейекбаев үҙенең бер хеҙмәтендә “Башҡорт диалекттарын өйрәнеү һәм белеү башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бик әһәмиәтле. Уҡыусы балаларҙың ерле һөйләшен өйрәнгән һәм белгән саҡта ғына, балаларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрендәге һөйләш хаталарын күрһәтеп, уларҙы әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү мөмкин” тип күрһәткәйне. Ғалимдың был белдереүе башҡорт теленең уҡытыу процесында урындағы йәки биләмә һөйләш үҙенсәлектәрен даими иҫәпкә алырға һәм уларҙы уҡытыусылар үҙҙәренең эш ғәмәлендә ижади ҡулланырға тейешлегенә туранан-тура ишара яһай.
Бөгөн әҙәби тел менән башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре сағыштырма планда ғалимдарыбыҙ тарафынан ентекле өйрәнелгән. Был өлкәлә Т.Ғ. Баишевтың, Ж.Ғ. Кейекбаевтың, Ә.Ә. Юлдашевтың, Н.Х. Ишбула¬товтың, Н.Х. Мәҡсүтованың, С.Ф. Миржанованың, Х.Ғ. Йосоповтың, Ф.Ғ. Хисамитдинованың хеҙмәттәре айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалекты, оҙаҡ йылдар татар әҙәби теле йоғонтоһон кисерһә лә, үҙенең төп башҡорт диалекты икәнлеген һаҡлап ҡалған. Фонетик яҡтан ул татар һөйләшенә тартым, ә лексик һәм грамматик йәһәттән башҡорт теленә нығыраҡ яҡын. Диалекттың үҙенә һәм башҡа ҡайһы бер һөйләштәргә хас фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәре бар. Фонетик үҙенсәлектәргә түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
– “һ”, “ҫ” өндәре урынына “с” тартынҡыһы ҡулланыла: саташыу, симез, сыйыр, тастымал, усак, басма, килмәс, бармас (һаташыу, һимеҙ, һыйыр, таҫтамал, уҫаҡ, баҫма, килмәҫ, бармаҫ) һ.б.;
– әҙәби телдәге “с” тартынҡыһы урынына күпселек рәүештә “ч” хәрефе ҡулланыла: чәчкә, сыйырчыҡ, баскыч, ачкыч, алйапҡыч, ҡапкач (сәскә, сыйырсыҡ, баҫҡыс, асҡыс, алъяпҡыс, ҡапҡас) һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр әҙәби телдәге “с” өнө урынына “т” тартынҡыһы менән башлана: төчө, төчкөрөү, тычкан (сөсө, сөскөрөү, сысҡан);
– эйәлек, төшөм килеш ялғауҙары “н” тартынҡыһы менән башлана: балның, атның, утны, чәйне (балдың, аттың, утты, сәйҙе) һ.б.;
– әҙәби телдәге “й” өнө урынына “й” өнөнә яҡын булған “ж*” (тартынҡы) күҙәтелә. Ул өндө шартлыса “ж*” тип билдәләргә мөмкин: ж*ир, ж*ирән ж*имелдәү, донж*а, мөрж*ә, энж*е (ер, ерән, емелдәү, донъя, мөрйә, ынйы һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр “м” өнөнән башлана: мәшкә (бәшмәк);
– күплек ялғауҙары “л”, “н” тартынҡыларынан башлана: атлар, китаплар, көннәр, йыллар, таңнар (аттар, китаптар, көндәр, йылдар, таңдар) һ.б.;
– диалектҡа иренләшкән “а” һуҙынҡыһы хас: ашау, алма, аласыҡ, барма, бал (ашау, алма, аласыҡ, барма, бал) һ.б.;
– әҙәби телдәге “ы” һуҙынҡыһы урынына “о” өнө ҡулланыла: болау, бозау, томау, шома, тошау, ҡоңгорау (бығау, быҙау, тымау, шыма, тыша, ҡыңғырау) һ.б.;
– башҡорт телендә һәм уның һөйләштәрендәге “у”, “у”, “э” һуҙынҡылары урынына “о”, “ы”, “ө”, “и” өндәре ҡулланыла: постау, алабота, ботҡа, оҡлау, мынча, быйау, йөгөрөү, йөткөрөү, кинәш, кирәк, тирән, кибән, киргә, ким (буҫтау, алабута, бутҡа, уҡлау, мунса, буяу, йүгереү, йүткереү, кәңәш, тәрәк, кәрән, кәбән, кәртә, кәм);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең башында “ы” һуҙынҡыһы төшөп ҡала: лачын, чыҡ, чын (ыласын, ысыҡ, ысын);
– әҙәби телдәге “ө” өнө ҡушылмалары урынына “у” һуҙынҡыһы ҡулланыла: үрҙәк, үрә, үрәнеү, үрәнчек, сүрәү, сүләү (өйрәк, өйрә, өйрәнеү, һөйрәү, һөйләү);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең алдында “э”, “ө” һуҙынҡылары килергә мөмкин: эчит кеше, эчереккүл, эчереү, өтөрөп бир (сит кеше, сереккүл, сереү, төрөп бир);
– ирен гармонияһы һүҙҙең тәүге ижегенән алып һуңғы ижектәренәсә һаҡланмай: теҙелеше, ҡошчылык, бетен, ҡорылыҡ (төҙөлөшө, ҡошсолоҡ, бөтөн, ҡоролоҡ).
Диалекттың морфологик үҙенсәлектәре:
– әҙәби телдәге икенсе зат күплек ялғау -һығыҙ урынына -сыҙ йәки -сыз ҡулланыла: аласыз, каласыз, киләсез (алаһығыҙ, ҡалаһығыҙ, киләһегеҙ). Ошондай уҡ күренеш хәбәрлек категорияһының икенсе заттағы күплек ялғауында ла күҙәтелә: укытыучысыз, ж*ырчысыз (уҡытыусыһығыҙ, йырсыһығыҙ);
– әҙәби телдәге – майынса (-мәйенсә) ялғауы урынына бында уның – майчы (-мәйенсә) рәүешендәге ҡыҫҡартылған варианты ҡулланыла: күрмәйче китмәй; мин кайтмайчы (күрмәйенсә китмәй; мин ҡайтмайынса);
– тын (-тең), -гынаҡ (-генәк) ялғауҙары хас: килгәчтен, киткәчтен, кичәгенәк, байагынаҡ (килгәс, киткәс, кисә генә, бая ғына).
Беҙҙең диалекттың һүҙлек составы ла шаҡтай үҙенсәлекле. Ауыл һөйләшендәге һүҙҙәрҙе әҙәби телдәгеләре менән сағыштырайыҡ.
Бындай хаталарҙың күп өлөшө телдең фонетик нормалар системаһын, законлыҡтарын ныҡлы үҙләштермәү арҡаһында барлыҡҡа килә. Балаларҙың телмәрендәге орфоэпик һәм орфографик хаталар ҙа башлыса теге йәки был һөйләштең йәки диалекттың фонетик үҙенсәлектәре менән бәйләнгән.
Шуға ла уҡытыусы алдында уҡыусыларҙың телмәрендәге диалект үҙенсәлектәрен алдан күрә белеү, иҫкәртеү һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу бурысы тора.
Был эш, нигеҙҙә, дөйөм методиканың принциптарына һәм алымдарына таянып алып барыла. Шуның менән бер рәттән, норматив методиканан айырмалы рәүештә, диалект шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү мето¬дикаһында аңлатыу-күрһәтеү, репродуктив, өлөшсә эҙләнеү йәки эвристик методтар менән ҡайһы бер алымдар өҫтөнлөк алырға тейеш. Мәҫәлән:
– әҙәби телдә асыҡ орфоэпия менән һөйләү, һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе әҙәби нормаларға ярашлы әйтеү, үрнәк биреү;
– диалект үҙенсәлектәрен даими иҫкәртеү;
– һүҙҙең мәғәнәһен алмаштырыуға сәбәп булған ялғауҙарҙы, өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтелеш һәм яҙылыш менән сағыштырыу;
– өндө артикуляцион яҡтан дөрөҫ әйттереү буйынса махсус күнегеүҙәр үткәреү үрнәккә эйәреп, хор менән әйтеү, төрлө таблицалар ҡулланыу, теге йәки был өн-хәрефкә, ижеккә һүҙҙәр, һүҙҙәргә һөйләмдәр төҙәтеү, ялғау өҫтәтеү һәм алып ташлатыу, өн-хәреф өҫтәтеү йәки алып ташлатыу;
– текстарҙы ятлатыу һәм һөйләтеү;
– һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу, төшөп ҡалған хәреф, ижек, һүҙҙәрҙе тултырып яҙҙырыу, яҙғанды ҡысҡырып уҡытыу;
– бер иш ялғауҙарға һүҙҙәр төҙөтөү һәм яҙҙырыу;
– диалект үҙенсәлеге ебәрелеүе мөмкин булған формаларға иҫкәртмәле һәм контроль эштәр үткәреү: күсереп яҙыу; ишетмәле, ижади, күрмә диктанттар яҙҙырыу;
– дәрестә уҡыусыларҙан күберәк һөйләтеү, докладтар биреү, йыйылыштарҙа, түңәрәктәрҙә, кластан тыш эштәрҙә сығыш яһатыу, уҡыған китаптары, ҡараған кинофильмдары, спектаклдәре, төрлө экскурсияларҙа, сәйәхәттәрҙә булған саҡта килеп тыуған уй-хистәре, тойғолары тураһында фекер алышыу кеүек эштәрҙе ойоштороу;
– грамматика дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмә¬рендәге диалект үҙенсәлек алдан иҫкәртеү өсөн темаларға, бүлектәргә күберәк иғтибар биреү;
– “Фонетика” һәм “һүҙъяһалыш” бүлектәре буйынса күнегеүҙәрҙе йышыраҡ эшләтеү;
– мәктәптә һәм мәктәптән тыш ваҡытта уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә бер-береһенең телмәрен күҙәтеү, мөмкин булғанса диалект үҙенсәлектәрен иҫкәртеү эштәрен ҡушыу;
– башҡорт теле һәм әҙәбиәте түңәрәгенең стена гәзиттәрендә әҙәби тел менән теге йәки был диалект араһындағы айырымлыҡтарҙы күрһәткән мәҡәләләр, тел мәсьәләләренә арналған башватҡыстар, төрлө кроссвордтар менән сығыш яһау һ.б.
Ғөмүмән алғанда, башҡорт әҙәби теле диалекттар нигеҙендә үҫә, байый, яңынан-яңы һүҙҙәр, төшөнсәләр һәм грамматик формалар менән тулылана бара. Беҙгә, ерле һөйләштәрҙе һаҡлау менән бер рәттән, әҙәби телдең сафлығы өсөн дә көрәшергә кәрәк.
Автор: Д. НӘБИУЛЛИНА.
Ссылка: http://bashgazet.ru/kultura/25612-urynd ... yrtbe.html
Гиздатуллина
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 27 мар 2017, 07:49

Урындағы һөйләш шарттарында әсә телен өйрәтәбеҙ

Сообщение Гиздатуллина »

Урындағы һөйләш шарттарында әсә телен өйрәтәбеҙ
10-03-2017, 03:55 // Телгенәм - бергенәм // Баҫып сығарырға
Туған телгә ҡарата балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, һөйөү тәрбиәләүҙә уҡытыусы, һис шикһеҙ, башҡорт диалекттарына һәм улар эсенә ингән урындағы һөйләштәргә таяна. Башҡорт әҙәби теленең формалашыуы, үҫеүе һәм һүҙлек составының байыуы өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе булып башҡорт теленең диалекттары иҫәпләнә. Жәлил Кейекбаев үҙенең бер хеҙмәтендә “Башҡорт диалекттарын өйрәнеү һәм белеү башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бик әһәмиәтле. Уҡыусы балаларҙың ерле һөйләшен өйрәнгән һәм белгән саҡта ғына, балаларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрендәге һөйләш хаталарын күрһәтеп, уларҙы әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү мөмкин” тип күрһәткәйне. Ғалимдың был белдереүе башҡорт теленең уҡытыу процесында урындағы йәки биләмә һөйләш үҙенсәлектәрен даими иҫәпкә алырға һәм уларҙы уҡытыусылар үҙҙәренең эш ғәмәлендә ижади ҡулланырға тейешлегенә туранан-тура ишара яһай.
Бөгөн әҙәби тел менән башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре сағыштырма планда ғалимдарыбыҙ тарафынан ентекле өйрәнелгән. Был өлкәлә Т.Ғ. Баишевтың, Ж.Ғ. Кейекбаевтың, Ә.Ә. Юлдашевтың, Н.Х. Ишбула¬товтың, Н.Х. Мәҡсүтованың, С.Ф. Миржанованың, Х.Ғ. Йосоповтың, Ф.Ғ. Хисамитдинованың хеҙмәттәре айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалекты, оҙаҡ йылдар татар әҙәби теле йоғонтоһон кисерһә лә, үҙенең төп башҡорт диалекты икәнлеген һаҡлап ҡалған. Фонетик яҡтан ул татар һөйләшенә тартым, ә лексик һәм грамматик йәһәттән башҡорт теленә нығыраҡ яҡын. Диалекттың үҙенә һәм башҡа ҡайһы бер һөйләштәргә хас фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәре бар. Фонетик үҙенсәлектәргә түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
– “һ”, “ҫ” өндәре урынына “с” тартынҡыһы ҡулланыла: саташыу, симез, сыйыр, тастымал, усак, басма, килмәс, бармас (һаташыу, һимеҙ, һыйыр, таҫтамал, уҫаҡ, баҫма, килмәҫ, бармаҫ) һ.б.;
– әҙәби телдәге “с” тартынҡыһы урынына күпселек рәүештә “ч” хәрефе ҡулланыла: чәчкә, сыйырчыҡ, баскыч, ачкыч, алйапҡыч, ҡапкач (сәскә, сыйырсыҡ, баҫҡыс, асҡыс, алъяпҡыс, ҡапҡас) һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр әҙәби телдәге “с” өнө урынына “т” тартынҡыһы менән башлана: төчө, төчкөрөү, тычкан (сөсө, сөскөрөү, сысҡан);
– эйәлек, төшөм килеш ялғауҙары “н” тартынҡыһы менән башлана: балның, атның, утны, чәйне (балдың, аттың, утты, сәйҙе) һ.б.;
– әҙәби телдәге “й” өнө урынына “й” өнөнә яҡын булған “ж*” (тартынҡы) күҙәтелә. Ул өндө шартлыса “ж*” тип билдәләргә мөмкин: ж*ир, ж*ирән ж*имелдәү, донж*а, мөрж*ә, энж*е (ер, ерән, емелдәү, донъя, мөрйә, ынйы һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр “м” өнөнән башлана: мәшкә (бәшмәк);
– күплек ялғауҙары “л”, “н” тартынҡыларынан башлана: атлар, китаплар, көннәр, йыллар, таңнар (аттар, китаптар, көндәр, йылдар, таңдар) һ.б.;
– диалектҡа иренләшкән “а” һуҙынҡыһы хас: ашау, алма, аласыҡ, барма, бал (ашау, алма, аласыҡ, барма, бал) һ.б.;
– әҙәби телдәге “ы” һуҙынҡыһы урынына “о” өнө ҡулланыла: болау, бозау, томау, шома, тошау, ҡоңгорау (бығау, быҙау, тымау, шыма, тыша, ҡыңғырау) һ.б.;
– башҡорт телендә һәм уның һөйләштәрендәге “у”, “у”, “э” һуҙынҡылары урынына “о”, “ы”, “ө”, “и” өндәре ҡулланыла: постау, алабота, ботҡа, оҡлау, мынча, быйау, йөгөрөү, йөткөрөү, кинәш, кирәк, тирән, кибән, киргә, ким (буҫтау, алабута, бутҡа, уҡлау, мунса, буяу, йүгереү, йүткереү, кәңәш, тәрәк, кәрән, кәбән, кәртә, кәм);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең башында “ы” һуҙынҡыһы төшөп ҡала: лачын, чыҡ, чын (ыласын, ысыҡ, ысын);
– әҙәби телдәге “ө” өнө ҡушылмалары урынына “у” һуҙынҡыһы ҡулланыла: үрҙәк, үрә, үрәнеү, үрәнчек, сүрәү, сүләү (өйрәк, өйрә, өйрәнеү, һөйрәү, һөйләү);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең алдында “э”, “ө” һуҙынҡылары килергә мөмкин: эчит кеше, эчереккүл, эчереү, өтөрөп бир (сит кеше, сереккүл, сереү, төрөп бир);
– ирен гармонияһы һүҙҙең тәүге ижегенән алып һуңғы ижектәренәсә һаҡланмай: теҙелеше, ҡошчылык, бетен, ҡорылыҡ (төҙөлөшө, ҡошсолоҡ, бөтөн, ҡоролоҡ).
Диалекттың морфологик үҙенсәлектәре:
– әҙәби телдәге икенсе зат күплек ялғау -һығыҙ урынына -сыҙ йәки -сыз ҡулланыла: аласыз, каласыз, киләсез (алаһығыҙ, ҡалаһығыҙ, киләһегеҙ). Ошондай уҡ күренеш хәбәрлек категорияһының икенсе заттағы күплек ялғауында ла күҙәтелә: укытыучысыз, ж*ырчысыз (уҡытыусыһығыҙ, йырсыһығыҙ);
– әҙәби телдәге – майынса (-мәйенсә) ялғауы урынына бында уның – майчы (-мәйенсә) рәүешендәге ҡыҫҡартылған варианты ҡулланыла: күрмәйче китмәй; мин кайтмайчы (күрмәйенсә китмәй; мин ҡайтмайынса);
– тын (-тең), -гынаҡ (-генәк) ялғауҙары хас: килгәчтен, киткәчтен, кичәгенәк, байагынаҡ (килгәс, киткәс, кисә генә, бая ғына).
Беҙҙең диалекттың һүҙлек составы ла шаҡтай үҙенсәлекле. Ауыл һөйләшендәге һүҙҙәрҙе әҙәби телдәгеләре менән сағыштырайыҡ.
Бындай хаталарҙың күп өлөшө телдең фонетик нормалар системаһын, законлыҡтарын ныҡлы үҙләштермәү арҡаһында барлыҡҡа килә. Балаларҙың телмәрендәге орфоэпик һәм орфографик хаталар ҙа башлыса теге йәки был һөйләштең йәки диалекттың фонетик үҙенсәлектәре менән бәйләнгән.
Шуға ла уҡытыусы алдында уҡыусыларҙың телмәрендәге диалект үҙенсәлектәрен алдан күрә белеү, иҫкәртеү һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу бурысы тора.
Был эш, нигеҙҙә, дөйөм методиканың принциптарына һәм алымдарына таянып алып барыла. Шуның менән бер рәттән, норматив методиканан айырмалы рәүештә, диалект шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү мето¬дикаһында аңлатыу-күрһәтеү, репродуктив, өлөшсә эҙләнеү йәки эвристик методтар менән ҡайһы бер алымдар өҫтөнлөк алырға тейеш. Мәҫәлән:
– әҙәби телдә асыҡ орфоэпия менән һөйләү, һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе әҙәби нормаларға ярашлы әйтеү, үрнәк биреү;
– диалект үҙенсәлектәрен даими иҫкәртеү;
– һүҙҙең мәғәнәһен алмаштырыуға сәбәп булған ялғауҙарҙы, өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтелеш һәм яҙылыш менән сағыштырыу;
– өндө артикуляцион яҡтан дөрөҫ әйттереү буйынса махсус күнегеүҙәр үткәреү үрнәккә эйәреп, хор менән әйтеү, төрлө таблицалар ҡулланыу, теге йәки был өн-хәрефкә, ижеккә һүҙҙәр, һүҙҙәргә һөйләмдәр төҙәтеү, ялғау өҫтәтеү һәм алып ташлатыу, өн-хәреф өҫтәтеү йәки алып ташлатыу;
– текстарҙы ятлатыу һәм һөйләтеү;
– һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу, төшөп ҡалған хәреф, ижек, һүҙҙәрҙе тултырып яҙҙырыу, яҙғанды ҡысҡырып уҡытыу;
– бер иш ялғауҙарға һүҙҙәр төҙөтөү һәм яҙҙырыу;
– диалект үҙенсәлеге ебәрелеүе мөмкин булған формаларға иҫкәртмәле һәм контроль эштәр үткәреү: күсереп яҙыу; ишетмәле, ижади, күрмә диктанттар яҙҙырыу;
– дәрестә уҡыусыларҙан күберәк һөйләтеү, докладтар биреү, йыйылыштарҙа, түңәрәктәрҙә, кластан тыш эштәрҙә сығыш яһатыу, уҡыған китаптары, ҡараған кинофильмдары, спектаклдәре, төрлө экскурсияларҙа, сәйәхәттәрҙә булған саҡта килеп тыуған уй-хистәре, тойғолары тураһында фекер алышыу кеүек эштәрҙе ойоштороу;
– грамматика дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмә¬рендәге диалект үҙенсәлек алдан иҫкәртеү өсөн темаларға, бүлектәргә күберәк иғтибар биреү;
– “Фонетика” һәм “һүҙъяһалыш” бүлектәре буйынса күнегеүҙәрҙе йышыраҡ эшләтеү;
– мәктәптә һәм мәктәптән тыш ваҡытта уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә бер-береһенең телмәрен күҙәтеү, мөмкин булғанса диалект үҙенсәлектәрен иҫкәртеү эштәрен ҡушыу;
– башҡорт теле һәм әҙәбиәте түңәрәгенең стена гәзиттәрендә әҙәби тел менән теге йәки был диалект араһындағы айырымлыҡтарҙы күрһәткән мәҡәләләр, тел мәсьәләләренә арналған башватҡыстар, төрлө кроссвордтар менән сығыш яһау һ.б.
Ғөмүмән алғанда, башҡорт әҙәби теле диалекттар нигеҙендә үҫә, байый, яңынан-яңы һүҙҙәр, төшөнсәләр һәм грамматик формалар менән тулылана бара. Беҙгә, ерле һөйләштәрҙе һаҡлау менән бер рәттән, әҙәби телдең сафлығы өсөн дә көрәшергә кәрәк.
Автор: Д. НӘБИУЛЛИНА.
Ссылка: http://bashgazet.ru/kultura/25612-urynd ... yrtbe.html
Фангиза
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 24 апр 2017, 05:49

Re: Методическая копилка

Сообщение Фангиза »

Хөрмәтле башҡорт теле уҡытыусылары!Бына өсөнсө йыл инде "Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһы" иғлан ителә. Булат минең уҡыусым ине. Ул бала ғына саҡтан илем, телем, халҡым тип янды, борсолдо. Башҡорт теле уҡытыусылары һеҙ ҙә ошо конкурсҡа уҡыусыларығыҙҙың эштәрен ебәрһәгеҙ ине. мин һеҙгә "Йәшлек" гәзитенән республика тураһында белешмә ебәрәм!

Ижади бәйгебеҙ башланды!

Ижади бәйгебеҙ башланды!Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына конкурсты “Йәшлек” гәзите редакцияһы өсөнсө йыл рәттән үткәрә. Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә арналған акция, шулай итеп, гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде.
Ике йыл дауамында конкурста йөҙҙән ашыу 10 – 11-се класс уҡыусыһы, шулай уҡ колледж-училище студенттары ла ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәткән мәҡәләләр, шиғырҙар, төрлө проекттар тәҡдим итте. Конкурсанттар гәзит уҡыусыларын, аҙаҡтан баһалама ағзаларын ҡыҙыҡлы фекерҙәре, яңы идеялары менән таң ҡалдырҙы. Уларҙа Булат Солтангәрәевтың изге эштәрен һәм идеяларын дауам итеү теләге сағыла.
Быйылғы бәйгенең шарттары шул уҡ ҡала. 10 – 11-се класта уҡыусыларҙың эштәре 2017 йылдың Һуңғы ҡыңғырау байрамына тиклем ҡабул ителәсәк, лауреаттар ҙа шул мәлдә асыҡланасаҡ. Беренсе урын яулаусыға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендәге премия тапшырыласаҡ. Дәғүәселәр ижад емештәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.
Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү талап ителә. Унда уҡыуҙағы уңыштарығыҙ һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙырға онотмағыҙ. “Бәйләнештә”ге сәхифәләрегеҙ асыҡ, хәбәр яҙыу мөмкинлеге лә булһын (асыҡ “личка”).

Булат Солтангәрәев милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы егете ине. Илебеҙҙе хәстәрләп, уға яҡты киләсәк юрап йәшәне, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген уйланы, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне. Спортҡа ла маһир булды ул. Үкенескә күрә, бынан биш йыл элек көтөлмәгән фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө.
Ялалова Руммана
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 23 апр 2017, 07:03

Re: Методическая копилка

Сообщение Ялалова Руммана »

Башҡорт тарихының асылып бөтмәгән биттәре күп әле
.
30.01.2015 00:00 Тарихи ҡырҡтартма
Ҡурай моңо шотланд офицерын хайран иткән
1839 йылдың сентябрендә Бородино һуғышы иҫтәлегенә бағышланған тәүге байрам тантаналары ойошторола. Ырымбур генерал-губернаторы тырыш¬лығы менән был саранан башҡорттар ҙа ситтә ҡалмай. Губернатор Бородино яланына ҡурайсылар менән башҡорт тирмәһен ебәрә. Әммә үҙе был тантанала ҡатнашырға баҙнат итмәй, сөнки ул 1812 йылғы һуғыш ваҡытында әсирлеккә эләгеп, һуғыш бөткәнсе француздар ҡулында була. Ләкин ул ебәргән башҡорт тирмәһен байрамда ҡатнашҡан һәр кем тиерлек инеп ҡарай, ҡурай моңон тыңлап сыға.
Бородино байрамында ҡунаҡ булып йөрөгән шотланд офицерын башҡорттарҙың ҡурай моңо хайран итә. Был хаҡта голланд полковнигы Ф. Галер үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: “4-го сентября... после обеда я гулял с сухтеленом, который в чине гвардейс¬ко¬го поручика был ранен в Бородинской битве. Затем мы вместе смотрели башкирскую палатку, или кибитку, присланную сюда генералом Перовским, оренбургским генерал-губернатором; но самому Перовскому нельзя было приехать.
6-го сентября... вечером soiree (кисә. – А. Я.) в кибитке оренбургского губернатора. В кибитке, освещенной разноцветными (национальными) фонарями, башкиры играли и пели. Инструментом им служат странные камышовые дудки; музыка их в неизмен-но минорном тоне, даже веселые песни носят тот же отпечаток грусти. Офицер из шотландцев, присутствовавший при этом, нашел, что эти мелодии поразительно похожи на его родные. Один из башкир без всяких инструментов, одним только р-том, произвел своеобразные, перекатывавшиеся и дрожавшие звуки, точно во рту у него находился варган; этого, однако, не было”.
Шотландтар менән ирландтар башҡорттарҙың туғандарымы?
Бөгөнгө көндә кешелек тарихының өйрәнеү буйынса популяцион генетика фәне йылдам үҫешә. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар төрлө халыҡтарҙың Y-ДНК-һын (атанан улға күсә торған ген) өйрәнеп, бер-береһенә оҡшаш гендарҙы төркөмдәргә бүлеп, көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килгәндәр. Мәҫәлән, һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, башҡорттарҙың R1b гаплотөркөмөнә (башлыса ғәйнә, бөрйән һәм түңгәүер баш-ҡорт¬тары) ҡарауҙары асыҡланған. Шуныһы ҡыҙыҡлы, R1b генын йөрөтөүселәр, тикшереүҙәргә ҡарағанда, иң күп таралған урыны Көнбайыш Европала икән. Мәҫәлән, көньяҡ Англияла (70%), көнбайыш һәм төньяҡ Англияла, Уэльс, Шотландия һәм Ирландияла 90%-ҡа барып етә. Шулай уҡ баскыларҙа – 88,1%, испа-ндарҙа – 70%, белгийҙарҙа – 63%, итальяндар¬ҙа – 40%, немецтарҙа – 39%. Ә бына Көнсығыш Европа халыҡтары араһында R1b генын йөрөтөүселәр күп түгел: поляктарҙа — 11,6 –16,4 %, латыштар¬ҙа — 15%, венгрҙарҙа — 13,3%, эстондарҙа — 9 %, литовецтарҙа — 5%, белорустар¬ҙа — 4,2%, урыҫтар¬ҙа — 2,8 – 21,3%, украиндарҙа — 2 –18,9%.
Балҡан ярымутрауында — гректарҙа — 13,5– 22,8 %, словендарҙа — 21%, албандарҙа — 17,6 %, болгарҙарҙа — 17%, хорваттарҙа — 15,7%, румындарҙа — 13 %, сербтарҙа — 10,6%, босни¬ҙар¬ҙа — 1,4% ҡына тәшкил итә.
Уның ҡарауы, Евразияның уртаһында борон-борондан йәшәгән башҡорттарҙа был һан 87% етә икән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса – 43%). Шуныһы ғәжә¬йеп, R1b гаплотөркөмөнә ҡараған генды йөрө¬төү¬¬селәр Көнбайыш Европала ныҡ таралған да һәм Ура묬¬да башҡорттарҙа күп. Ғалимдар хатта башҡорт¬тар¬¬ҙы R1b гаплотөркөмөнөң Урал субклады тип атай. Ә бына башҡорттарҙың ут күршеләре татар¬ҙар¬¬ҙа R1b гаплотөркөмөнә ҡарағандар 8,7% ҡына тәш¬кил итә, ҡаҙаҡтарҙа — 5,6%, үзбәктәрҙә — 9,8%, уйғырҙарҙа — 8,2–19,4 %. Пакистанда – 6,8 %, Һиндостанда – 0,55%. Заманында тарихсы Р. Кузеев ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарының килеп сығышын (мәҫәлән, түңгәүер ырыуын) боронғо монголдар менән бәйләп яҙған ине. Генетик тикшеренеүҙәр был фекерҙең дөрөҫ булмауы тураһында әйтеп тора. Монголдар бөтөнләй икенсе гаплотөркөмгә ҡарай (C3 гаплотөркөмө). Тимәк, башҡорттарҙың Уралға Азиянан күсеп ултырыуы тураһында фекер ҙә дөрөҫ түгел булып сыға. Ә бына 1839 йылда шотланд офицерының ҡурай моңон тыңлап, шотланд көйөнә оҡшатып хайран ҡалыуы башҡорттар менән шотландтарҙың бик борон¬ғо осор¬ҙа ниндәйҙер бәйләнештәре булыуы тура¬һында һөйләмәйме һуң?
Бына шулай, башҡорт тарихының асылып етмәгән биттәре күп әле. Уларҙы өйрәнеү көтөлмәгән асыштарға килтереүе лә мөмкин.
.
Закирова Назира
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 апр 2017, 15:23

Re: Методическая копилка

Сообщение Закирова Назира »

Эшселәр ҡайҙа үҫә?
4-04-2017, 09:52 // Иҡтисад, Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Бөгөн хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Учалы тау сәнәғәте колледжы – тап ошондай техник белем биргән уҡыу йорттарының береһе. Шуныһы мөһим – уны тамамлаған­дарҙың күпселеге артабан уңышлы эшкә урынлаша.

Колледж студенттары предприятиеларҙа ҡулланылған заманса техника менән эш итә, өҫтәүенә уларҙың оҙайлы практика үтеү мөмкинлеге бар. Ошо йәһәттән белем усағы республикала ғына түгел, Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә иҫәпләнә. Эшселәр ҡайҙа үҫә?
2014 йылда учреждение инновациялы мәғариф программаһы буйынса эш башлай. Ошонан алып уҡыу йортоноң матди-техник базаһын модернизациялау эше ҡыҙыу аҙымдар менән алға бара. Теоретик белемде тәжрибә менән нығытыу өсөн уҡыу полигондары, йыһазландырылған кабинеттар, оҫтаханалар, лабораториялар хасил була. Бер һүҙ менән әйткәндә, студенттарға үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн уҡыу йортонда киң мөмкинлектәр бар. Улар роботтар яһай, яңы техник проекттар уйлап сығара, үҙҙәренең эштәре менән конкурстарҙа, конферен­ция­ларҙа ҡатнаша. Күптән түгел генә тау ҡорамалдары операторҙарын әҙерләү өсөн программалы виртуаль ысынбарлыҡ башлығы (шлем), виртуаль симуляторҙар һынала башланы.
Айгиз Саҙриев – II курс студенты. Программалаусы һөнәрен үҙләштерә. Башҡа уҡыу йортон һайлау уйы егеттең башына инеп тә сыҡмай, үҙ ҡалаңда шәп колледж булғанда ниңә ситкә китергә?
– Миңә компьютер менән мәшғүл булыу ныҡ оҡшай, – ти ул. – Шуға күрә ошо йүнәлеште һайланым да инде. Роботтар эшләү түңәрәгенә йөрөйөм. Йыш ҡына үҙебеҙ улар өсөн программалар яҙабыҙ. Киләсәктә ил, халыҡ-ара кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡым, тәжрибә туплағым килә. Колледжды тамамлағас, юғары уҡыу йортона барасаҡмын. Шулай уҡ бында музыка төркөмөндә шөғөлләнәм.
Студенттар төрлө конкурстарҙа, күргәҙ­мәләрҙә ихлас ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Күптән түгел Денис Әфләтунов “Европа-Азия” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла I урынды алған.
Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә тырышлыҡ күрһәткән студенттарҙың береһе – Наил Ғәләүетдинов. Ул – буласаҡ тау электр механигы, президент стипендияһына лайыҡ. Оҙаҡламай диплом яҡлау эше көтә уны. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, юғары белемгә эйә булырға хыяллана егет.
– Беҙҙең колледж студенттар өсөн ҙур мөмкинлектәр биреүе менән айырылып тора, – ти ул. – Беренсенән, бында матди-техник база бик бай, ғәмәлдәге ҡорамалдар менән уҡыған саҡта уҡ эшләй алаһың. Икенсенән, теләгең һәм тырышлығың булһа, төрлө конкурс-күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, Рәсәй ҡалаларын күреү мөмкинлеге бар. Өсөнсөнән, уҡыуҙы тамамлағас, эш табыуы күпкә еңелерәк, тип уйлайым. Өҫтәүенә төп йүнәлештән тыш бушлай өҫтәмә электромонтер һөнәре бирелә. Йәмәғәт тормошо ла бик әүҙем – ижади кисәләр, төрлө шәхестәр менән осрашыуҙар һәм башҡа саралар даими ойошторола.


Автор: Гөлшат МОТАҺАРОВА.
Район: Учалы районы.ссылка:http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/2246-bashort-tele.html - Башҡортостан гәзите сайты
Закирова Назира
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 апр 2017, 15:23

Re: Методическая копилка

Сообщение Закирова Назира »

Атанан күреп уҡ юнған...
5-04-2017, 10:03 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Атанан күреп уҡ юнған...Халҡыбыҙҙың борон-борондан балалар тәрбиәләүҙә үҙ алымдары булған. Әкиәттәрҙә лә, йомаҡтарҙа ла, һүҙ араһында кинәйәләп әйткән мәҡәл-әйтемдәрҙә лә, телмәрҙе үҫтерер тиҙәйткес-һынашмаҡтарҙа ла, уйындарҙа ла тәрән халыҡ аҡылы сағыла. Уҡ атыу ҙа балаларҙың сослоғон, етеҙлеген, тилберлеген һынаусы, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләүсе, ғөмүмән, рухи һәм физик тәрбиә биреүсе сараларҙың береһе. Хәрәкәтсән уйындар уйнап, көрәшеп-көрмәкләшеп, уҡ атып, балалыҡтан үтеп, көслө, рухлы, даланлы йәштәр булып етешкән улар. Унан ары уҡ атыу шөғөлө көндәлек тормошта ла мөһим роль уйнаған. Бөгөн иһә башҡорттарҙың ғына түгел, күп халыҡтарҙың милли шөғөлө булған уҡ атыу спорт төрө итеп раҫланған йәки милли уйындар булараҡ тергеҙелә килә.


“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” республика йәмәғәт ойошмаһы (хәрби-тарихи клубы) үҫеп килгән быуынға милли тәрбиә биреүгә, халҡыбыҙҙың милли уйындарын, шөғөлдәрен тергеҙеүгә оло иғтибар бирә. Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының кубогына үткәрелгән “Уғатар” традицион уҡ атыу турниры ла – берлектә ойошторолған күркәм сараларҙың береһе. Турнир Бөрйән, Ғафури, Учалы райондарынан, Өфө, Ишембай, Сибай ҡалаларынан 11–17 йәшлек үҫмер балаларҙы үҙ майҙанына йыйҙы, сәмләндереп рухландырҙы, аралашырға-танышырға мөмкинлек бирҙе. Атанан күреп уҡ юнған...
“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина билдәләүенсә, был бәйге “Тамыр”ҙың 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған: “Тыуған көнөбөҙҙө балалар менән ҙур байрам итеп билдәләргә күнеккәнбеҙ, быйыл иһә сирек быуатлыҡ юбилейҙы саҡ ҡына икенсерәк юҫыҡта һәм киңерәк итеп ойошторорға булдыҡ. Минеңсә, был бәйге, ғөмүмән, спорт уйыны ғына түгел, таһыллыҡ та, күңел тыныслығы, күҙ үткерлеге һәм рухи ныҡлыҡ талап иткән үҙенсәлекле матур сара. Моғайын, балаларҙың күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыр”.
– Борон башҡорттар балаларын атҡа һыбай ултыртҡан, бәләкәйҙән уҡ атырға өйрәткән. Уҡ-һаҙаҡ тотоп, уйындар уйнап, сос, теремек булып үҫкән балалар. Бөгөн йәш быуынды бәләкәйҙән милли йолаларға ярашлы тәрбиәләү, халҡыбыҙ өсөн хас булған шөғөлдәребеҙҙе өйрәтеү туранан-тура милли тәрбиә мәсьәләләренә ҡағыла һәм үҫеп килгән яңы быуында рух, илһөйәрлек, тырышлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтерә. Ысынлап та, милли тәрбиә биреү мәктәптәренең береһе ул “Уғатар” бәйгеһе, – тип билдәләне “Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе урынбаҫары Юлай Ғәлиуллин.
Бәйге майҙанында сағыу милли кейемдә уҡ-һаҙаҡ тотҡан йәш быуынды, уларҙың шат йөҙҙәрен күреү уғата ҡыуаныс. Ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, ҙур янды тырышып тартыусылар ҙа, инде буй еткән, һәр бер уғын сәпкә еңел һәм ышаныслы тоҫҡап ебәреүселәр ҙә бар, егеттәр менән бер һыҙыҡта тороп атыусы ҡыҙҙар бигерәк сәмле. Һәр ваҡыттағыса бәләкәй балаларға һоҡланып ҡарап тораһың. Афариндар! Сәптәге мәрәйҙәрҙе һанаусы ағайҙарына, ошо бәйгегә алып килгән етәкселәренә шатланып, оло ышаныс һәм етди ҡиәфәт менән ҡарап тороуҙарын әйт әле. Үҙҙәрен ололоҡлаған “Уғатар”ҙың ағай-апайҙарынан өлгө алып, мин быны булдырам тигән уй осҡондары ла сағыла күҙҙәрендә.
Шат йөҙлө Элина Кәримова әсәһе менән Ишембай ҡалаһынан килгән. Үҙе уҡыған З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡ атыу буйынса семинарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә булғандан һуң, уҡ-ян һатып ала һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай. Бәйгелә лә үҙ мөмкинлектәрен һынау тырыш ҡыҙҙың уйы. Тамерлан Ғәйнуллин иһә атаһынан өлгө ала. Уҡ атыу менән шөғөлләнеүенә әҙ генә ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, уңыштары менән һөйөндөрә тапҡыр егет.
Учалылар иһә өлкәндәр өсөн үткәрелгән уҡ атыу бәйгеләренә лә берҙәм команда менән йөрөй. Был юлы ла улар төрлө мәктәптәрҙән һигеҙ уҡыусы алып килгән. Ҡыш үҙ райондарында ла балалар өсөн уҡ атыу турниры ойоштороп өлгөргән улар. Учалы ҡалаһында балалар һәм йәштәр өсөн уҡ атыу буйынса дәрестәр биреүсе Илдар Исхаҡов, Рөстәм Фазлетдинов, райондың Комсомол мәктәбенән тарих уҡытыусыһы Фәнүр Шәһиевтәр республика традицион уҡ атыу бәйгеләрендә еңеү яулаған. Ошо бәйгеләргә килеп, балалар аралашып, бер-береһенән күреп-өйрәнеп ҡайта; телевизор-компьютерҙа ултырғансы, физик һәм рухи көстө тәрбиәләүсе ошондай милли бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙары, үҙҙәренә маҡсат ҡуйып, даими күнекмәләргә йөрөүҙәре балалар өсөн файҙалы, тигән фекерҙә улар.
Атанан күреп уҡ юнған...Яңы ғына шөғөлләнә башлауҙарына ҡарамаҫтан, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының уҡ атырға оҫталығы, ҡыҙыҡһыныуы булған ҡыҙ һәм егеттәре лә көс һынаны бәйгелә. Күп осраҡта ярышта ҡатнашыу матди мәсьәләгә барып ҡағыла, шулай ҙа теләктәре булғандар аптырап ҡалмай. Гимназия уҡыусыларын бәйгегә әҙерләгән Эрик Усманов, Ғафури районының “Батыр” хәрби-патриотик клубында дәрес биргән Илдар Абыҙгилдин балаларға үҙҙәре яндар эшләп биргән.
Рухлы ҡыҙ һәм егеттәрҙе туплаған ҡыҙыҡлы бәйге ике өлөштән торҙо. “Мәргән” һынауында 15 метр алыҫлыҡтан тороп ябай сәпкә атһалар, “Даға” ла биш дүңгәләкле ҡалҡанға уҡтарын осорҙо сос уғатарҙар. Ике һынауҙа йыйылған мәрәй һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр ҙә билдәләнде. Тәүге урындар өсөн көсөргәнешле генә барҙы ярыш, һәр үҫмерҙең беренселекте яулау мөмкинлеге бар ине. Шулай ҙа матур эштәр башҡарған һәм балалар бик яратып ҡабул иткән “Тамыр” телеканалының ошондай күркәм бәйгеһендә ҡатнашыу үҙе мәртәбә булғандыр.
Бәйге һуңынан гимназияның тамаша залында балаларҙы бүләкләү тантанаһы булды, “Тамыр”ҙар алып барған сағыу байрам сараһы йыр-моң, матур, фәһемле сығыштар менән үрелеп барҙы. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, традицион уҡ атыу бәйгеләрендә ҡатнашҡан ағай-апайҙарынан, атайҙарынан үрнәк алып буй еткереп килә балалар. Кесе йәштәгеләр бәйгелә ҡатнашыуҙарына бер шатланһа, уларға ҡарап ололар насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торған, матур йәш быуындың үҫеп килеүенә һоҡланды.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, йәштәр өсөн уҡытыусы ла, остаз да булған Азамат Юлдашбаевтың һүҙҙәре ошо йыйынға милли рух ҡушыуы менән килгән һәр кемдең, йәш быуындың күңеленә барып еткәндер. “Балалар, был нимә?.. – тип һорау бирҙе ул. – Был ян йәки йәйә генә түгел. Был хәтер – халҡыбыҙҙың хәтере. Был дан – олатайҙарыбыҙҙың даны. Был рух – ата-бабалар рухы. Был бәйләнеш, моғайын, боронғолоҡ менән бөгөнгөнөң бәйләнеше. Һәм был янды алып, уҡ менән керешен тартҡанда, беҙҙең ҡандарҙа (күңелдәрҙә) ата-бабалар рухы уяна. Тамырҙарыбыҙҙа хәтер һәм беҙ, һәр беребеҙ, уның өсөн яуаплыбыҙ. Әгәр ҙә һеҙ, бөгөн килгән ағайҙарығыҙ кеүек, ҡулығыҙға уҡ-ян тотоп, милли кейемдәрҙә майҙанға сыҡһағыҙ, үҙегеҙҙе бөтөнләй икенсе кеше итеп тоясаҡһығыҙ, сөнки бындай кейемдә был майҙанға, бәйгегә, ошо юлға сыҡҡан кеше бер ваҡытта ла насар ҡылыҡлы булмай, сөнки ул ата-бабалар һәм халҡыбыҙ, башҡорттоң киләсәге алдында яуаплы...”
“Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов йәш быуынға һәм сараны ойоштороусыларға ҙур уңыштар теләп:
– Бородино яландарында төньяҡ амурҙары тураһында киноға төшкән саҡта, усаҡ осҡондарына ҡарап, ошондай сараларҙы ойоштороу тураһында фекер йөрөткән саҡтар бар ине. Уҡ атыу буйынса милли бәйгеләрҙе тергеҙеүгә “Любизар” егеттәренең ихтыярлы булыуы ярҙам итте. Ошо йүнәлеште дөрөҫ, ышаныслы башлап ебәргән Юлай Ғәлиуллинға рәхмәтемде белдерәм. Киләсәк быуын үҙ юлдарынан барған саҡта үҙҙәренә юл күрһәткән остаз ағайҙарынан үрнәк алыр, милли йүнәлеште үҫтерер тигән өмөтөбөҙ ныҡлы, – тип билдәләне.
Ә еңеүселәр кем тип уйлайһығыҙмы? Бына улар – Учалы ҡалаһынан Лилиә Хужиәхмәтова (етәксеһе – Илдар Исхаҡов) Еңеүсе кубогына лайыҡ булды, I урында – Тамерлан Ғәлиуллин (етәксеһе –Юлай Ғәлиуллин), II урында – Ғафури районынан Сергей Петров (етәксеһе – Илдар Абыҙгилдин), III урында Учалы районынан Наил Шәмсетдинов (етәксеһе – Илдар Исхаҡов). Ишембай, Сибай ҡалаһы, Бөрйән районы уҡсылары ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.
Бәйгелә ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә “Тамыр” телеканалы, “Любизар” хәрби-тарихи клубы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров әҙерләгән дипломдар, рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәр тапшырылды. Матур башланғыс алып, һәммәһенә лә ыңғай хис-тойғо, сәм-дәрт, яҡшы кәйеф, матур, фәһемле аралашыу бүләк иткән “Уғатар” традицион уҡ атыу турниры киләсәктә лә яңы көс-ҡеүәт менән ойошторолор, моғайын. Өлкәндәрҙе шатландырыр, атанан күреп уҡ юнған рухлы, арҡалы, күркәм холоҡло, ҡыҙыҡһыныусан бәхетле егет һәм ҡыҙҙар – йәш уғатарҙар үҫһен, тип теләйек.
Автор: Розалия ЗАРИПОВА.ссылка:http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/2246-bashort-tele.html - Башҡортостан гәзите сайты
Закирова Назира
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 апр 2017, 15:23

Re: Методическая копилка

Сообщение Закирова Назира »

Әсә теле бер булыр

Әсә теле бер булыр “Көндәлек тормошта беҙ йыш ҡына үҙебеҙ һөйләшкән телде йәки телдәрҙе тәбиғи күренеш кеүек ҡабул итәбеҙ. Ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә телебеҙ – тормош-көнкүрешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул фекерләү, тәртип һәм йәшәйешебеҙ рәүешенә әйләнә, шуға күрә беҙ уның төп функцияһын – нәҡ ошо аралашыу сараһы булыуын онотоп ебәрәбеҙ. Туған тел – әйләнә-тирә мөхитте танып белеүҙә һәм дуҫтар, класташтар менән аралашыуҙа ярҙам ҡоралы. Ул – сабыйлыҡ, изге ғаилә тәжрибәһе, башланғыс социаль мөнәсәбәттәр теле.
Донъяла 6000-дән ашыу телдә һөйләшәләр. Уларҙың һәр береһе ауаз, мәғәнә һәм грамматик ҡағиҙәләрҙең ҡатлаулы системаһынан ғибәрәт. “Халыҡ-ара туған тел көнөндә барлыҡ телдәр ҙә бер тигеҙ дәрәжәлә таныла, сөнки һәр береһе – кеше һәләтен асыу сараһы һәм беҙ һаҡларға тейеш тере мираҫ”. Был юлдар ЮНЕСКО-ның генераль директоры Коитиро Мацуураның “Әсә теле бер булыр” тигән мөрәжәғәтенән. Кешенең бөтә ғүмере, йәшәйеше тел менән бәйле. Ул – кешенең тыуғандан алып һуңғы көнөнә ҡәҙәр айырылмаҫ юлдашы, сөнки бишектә ятҡанда уҡ ул үҙенсә төрлө ауаздар сығарып, үҙенсә “һөйләшеп”, тирә-яҡтағыларҙы үҙенә йәлеп итә. Тора-бара мәғәнәле һүҙҙәр ҙә ҡуллана башлай, “теле асыла”. Ата-әсәһенә, олатай-өләсәһенә, туғандарына эйәреп тамам һөйләшергә өйрәнә. Был – баланың тел ярҙамында тирә-йүнде танып белергә ынтылыуы. Ә мәктәпкә килгәс сит телдәрҙе лә өйрәнә башлай. Был инде уның донъяға ҡарашын да үҙгәртә. Әҙәби телдә матур итеп һөйләшә белеү мәҙәниәтле кешенең матур сифаты икәненә төшөнә.
Тел үҙенең көс-ҡеүәте менән кешеләр араһында төрлө мөнәсәбәттәр тыуҙырырға ла һәләтле. Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел, ти халыҡ мәҡәле. Телдең тарихи күренеш икәнен барыбыҙ ҙа белә. Ул борондан уҡ кешеләрҙең төрлө эш башҡарғанда үҙ-ара фекер уртаҡлашыуы һөҙөмтәһендә тыуған, дәүерҙәр барышында камиллашҡан, үҙгәргән.
Хәҙер бер нисә тел белеү – заман талабы. Беҙ, үҙебеҙҙеке менән бер рәттән, рус телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәбеҙ. Инглиз теле буйынса ла башланғыс кластарҙа уҡ дәрестәр индерелә башланы. Боронғо ата-бабаларыбыҙ ҙа бер нисә тел белеүҙе башҡа милләттәр менән аралашып йәшәү өсөн кәрәкле ысул тип һанаған. Күреп торабыҙ: төрлө милләт халыҡтары үҙ-ара дуҫ йәшәй, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бергәләп күңел аса, байрам итә. Һәр халыҡтың туған теле, милли кейеме, ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙенә генә хас матур йырҙары, бейеүҙәре бар. Үҙем бөтөн донъяға тары кеүек һибелгән башҡорт халҡының бер бөртөгөмөн. Күп һынауҙар аша үткән бай тарихлы башҡорт телемдә һөйләшә алыуыма сикһеҙ ҡыуанам. Эйе, хәҙер күптәр: “Башҡорт телен өйрәнеү нимәгә кәрәк ул? Уның менән ҡайҙа барып була?” – ти. Әйҙәгеҙ әле Саҙри Мәҡсүдиҙең һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Телебеҙҙе өйрәнеүҙән туҡтаған көйө беҙ бөтә башлаясаҡбыҙ. Беҙҙең бер милләт булып тора алыуыбыҙ телебеҙҙе һаҡлай алыуыбыҙға бәйлелер”. Был һүҙҙәр, әлбиттә, башҡорт теленә генә ҡағылмай, шулай уҡ татар, мари, сыуаш, ҡыҫҡаһы, барса милләттәр өсөн мөһим.
Эйе, әсә теле бер булыр. Ул беҙгә әсәйебеҙҙең күкрәк һөтө аша “изге ҡан” булып керә. Балаға, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әсә – иң яҡын кеше. Аҡ биләүҙә ятҡан сағыбыҙҙан уҡ ҡулдарына алып наҙлы һүҙҙәре менән “балам, сабыйым, бәләкәсем” тип беҙгә өндәшә. Беренсе һүҙебеҙ ҙә – “әсәй”. Шуға ла бит һәр халыҡ үҙ телен “Әсә теле” тип атай.
Башҡорт теле – дәрәжәле телдәрҙең береһе. Башҡортса белгән кеше өс тиҫтәнән артыҡ төрки халҡы менән еңел аралаша һәм аңлаша ала. Үҙ башҡортобоҙ араһында, башҡорт теле ниңә кәрәк ул, тиеүселәр булһа ла, телебеҙҙе сит илдәрҙән килеп махсус өйрәнгәндәр шаҡтай. Шулар араһында АҠШ, Ҡытай, Вьетнам, Германия кеүек илдәрҙән дә кешеләр бар. Башҡорт телен өйрәнеү улар өсөн төрки телдәргә, төрки халыҡтарға сығыу, тарихты, тел үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн кәрәк икән.
Арабыҙҙа һүҙҙәрҙе боҙоп йә иһә кәрәкһеҙгә башҡа телде файҙаланып һөйләшкәндәр йыш осрай. Былай булһа, 20 – 30 йылдан нимә ҡалыр? Бигерәк тә башҡорт балаларының ата-әсәһенә “мама, папа” тип өндәшеүе хафаландыра. Ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр, бала “мама йәки мам” тиеүгә, әсәләре башҡортсалап: “Ни булды, балам (ҡыҙым, улым)?” – тип яуап бирә. Был нимә? “Әсәй, әсәйем, әсәкәйем” тип әйтеү ҡолаҡҡа ятышлыраҡ түгелме һуң? Ғалимдар ҙа, бала менән үҙ телеңдә аралашҡанда әсә менән сабый араһындағы эске тойомлау, йөрәк йылыһы менән һуғарылған күренмәҫ ептәр ныҡ була, тип иҫәпләй. Балаларыбыҙға ҡарата енәйәт ҡылабыҙ түгелме, үҙ телебеҙҙән мәхрүм итәбеҙ бит уларҙы.
Бәләкәй саҡтан уҡ өйрәнгән әсә теле хистәрҙе уята, йән аҙығы бирә. Туған телебеҙҙә күпме халыҡ йырҙары, әкиәттәр бар. Әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен үҙ телебеҙҙә уҡыуҙан күпме рухи ләззәт алыу мөмкинлеге тыуа. Уны белһәк һәм хөрмәт итһәк кенә башҡа телдәрҙе лә ихтирам итербеҙ.
Автор: Гүзәлиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Район: Ҡырмыҫҡалы районы, Иҫке Аҡташ ауылы.ссылка:http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/2246-bashort-tele.html - Башҡортостан гәзите сайты
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»