Методическая копилка
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методическая копилка
В декабрьском номере журнала «Вестник образования» под рубрикой «РАБОТАЕМ ПО НОВЫМ СТАНДАРТАМ. ОПЫТ РЕГИОНОВ» опубликована статья ректора Института развития образования Республики Башкортостан Р.Г. Мазитова и проректора по учебно-методической работе Л.Ф. Шакуровой «Научно-методическое сопровождение введения и реализации ФГОС общего образования в образовательных организациях Республики Башкортостан» (http://www.vestnik.edu.ru).
Институт развития образования Республики Башкортостан является региональным оператором научно-методического сопровождения введения и реализации ФГОС общего образования. В статье рассматривается региональный опыт Республики Башкортостан по научно-методическому сопровождению введения и реализации ФГОС и практика образовательной организации по проектированию программы формирования универсальных учебных действий, подробно анализируется деятельность функционирующего при Институте Координационного совета по научно-методическому сопровождению введения и реализации ФГОС общего образования, представлен вариант программы выездного заседания совета в Куюргазинском районе по теме «Осуществление преемственности начального и основного общего образования в условиях реализации ФГОС».
«Вестник образования» - единственное официальное издание Министерства образовании и науки Российской Федерации по вопросам общего образования, его издаёт Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования.

Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методическая копилка
Һәр ҡылығы беҙҙе тәрбиәләне
"Башҡортостан" гәзите // Шәхестәр //
Уҡытыусы һөнәренә мин шулай итеп ҡарайым: ул үҙ фәнен яҡшы итеп уҡытыуҙан тыш, һәр ҡылығы, аралашыуы, кейенеүе, хатта атлап йөрөшө, һөйләшеүе, кешеләргә мөнәсәбәте, үҙен тота белеүе менән дә уҡыусыларын тәрбиәләй. Бәхеткә күрә, беҙгә заманында ана шундай шәхестә белем алырға насип булды. Һүҙем — Ғәлим Нурғәле улы Ҡужәхмәтов хаҡында.
Үҙ ваҡытында ул 120 йылдан күберәк тарихлы Аксен ауыл хужалығы техникумында йәшләй генә эш башлаған. Ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын бөткәс була был хәл. Сығышы менән был яҡтыҡы түгел ул, ә Мәләүез районының Эткөсөк ауылында күп балалы хеҙмәт һөйөүсән ғаиләлә тәрбиәләнгән. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әсәһе Ғәмбәр — Герой-әсә исемен йөрөткән шәхес.
Әле генә мәктәптәр бинаһы, балалар һаны хаҡында төрлө фекерҙәр әйтеп, бәхәс сығаралар. Ә элек белем биреүсеһе генә табылһын, уҡырға ынтылып торған балалар бик күп булған. Урта белем алыр өсөн дүрт мәктәптә уҡырға тура килә тырыш ауыл малайына. Боһорман, Йомағужа һәм Нөгөш ҡасабаһына йәйәүләп тә, саңғыла ла, велосипедта ла көн һайын йөрөп уҡып, үҙенең һаулығын нығыта, маҡсатына ынтылыусан егет булып үҫә. Шуғалыр ҙа инде юғары уҡыу йортон тамамлау менән генә сикләнеп ҡалмай, Мәскәүгә юллана. Унда К. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ғәлим Нурғәле улына фән юлын һайларға тәҡдим итеүселәр ҙә булған, әммә ул тыуған яғына тартылып, Башҡортостанына ҡайтҡан. Ә төптән уйлаһаң, ул — диссертация яҡламаған ғалим, күп яҡлы белем эйәһе, йәне-тәне менән эшкә бирелгән кеше. Шуғалыр ҙа инде уға барыһы ла ынтылып тора, яҡын күрәләр, хеҙмәттәштәре ихлас ихтирам итә, кәңәшләшә.
Ғәлим Нурғәле улы – аяҡлы энциклопедия ул. Күп йылдар остазыбыҙ колледжда уҡыу-уҡытыу бүлеген етәкләне, бурысын еренә еткереп, арыу-талыу белмәй көс түкте, эште ойоштора ла, башҡара ла белде. Шул арала Ғәлим Нурғәле улы директор ҙа, ауыл Советы депутаты ла булырға өлгөрҙө, профсоюз ойошмаһының етәксеһе лә булды.
Тормош һынауһыҙ булмай. Барлыҡ күңелен эшкә биреп, пландар ҡороп йәшәй генә башлағанда ҡатыны Әсмә Әхмәт ҡыҙы ҡапыл сирләп вафат булды. Шул ваҡытта инде балалары Ринат, Ғәлиә, Гүзәл бер-береһенә терәк булып, ҡайғыларын уртаҡлашып, еңел булмаған осорҙо үткәреп ебәрҙе.
Хәҙер Ғәлим Нурғәле улы иртә ирен юғалтҡан Гүзәлиә Рәшит ҡыҙы менән донъя көтә. Улар балаларға ла тигеҙ ҡарай, ейәндәрен тәрбиәләшергә лә ярҙам итә.
45 йылдан ашыу эш дәүерендә Ғәлим Нурғәле улы меңдәрсә уҡыусыға төплө белем, яҡшы тәрбиә бирҙе. Ул уҡыусылары менән бәйләнеште юғалтмай, уҡыу йортон тамамлағандан һуң да уларҙы хәстәрләп, кәңәштәрен биреп тора. Ә бит ғорурланып телгә алырҙай шәкерттәре байтаҡ. Данлыҡлы Аксен ауыл хужалығы колледжының әлеге етәксеһе Абдулвәлиев Ришат Рифмил улына докторлыҡ диссертацияһы өсөн күп кенә материал туплашҡан да кеше – уҡытыусыбыҙ.
Заманында уның үҙенә лә ана шулай ихлас ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылған. Ғәлим Ҡужәхмәтов: “Был тормошта яҡшы кешеләрҙән ныҡ уңдым, үҫкән ваҡытымда, йәшлегемдә, уҡығанда, эшләгәндә дөрөҫ юл күрһәткән, кәңәш биргән Рим Әбсәләмов, Рауил Ғиләжетдинов, Рима Арыҫланова, Константин Лавров, Алексей Головкинды әле лә йылы хәтирәләр, хөрмәт менән телгә алам”, – ти ул.
Тормоштағы ауыр минуттарҙа таянған яҡын кешеләренә — һылыуы Клара, апаһы Мөслимә, ҡустыһы Миңлеғәле, күршеләре Әлемғол Рәхмәтуллин һәм Әхтәм Иҫәкәев, курсташы Флүз Хәбибуллинға, барлыҡ хеҙмәттәштәренә рәхмәте ҙур уның.
Бер ҡараһаң, бәхетле, икенсе яҡтан ҡараһаң, һынаулы яҙмышына күҙ һалып, китап яҙырлыҡ ғүмер юлы, тип әйтке килә. Юҡҡа ғына Күктәр ҙә иң яратҡан кешеләренә һынау бирер, тимәйҙәр, күрәһең. Уларҙы лайыҡлы үтеү, ниндәй генә ауыр хәлдә лә кеше булып ҡалыу шарт. Ана шундай сабыр холҡо менән дә уҡытыусыбыҙ беҙгә өлгө.
Бөгөн ул – үҙе эшләгән колледждың иң абруйлы ветерандарының береһе, әле лә сафта, уҡытыу эшен дауам итә. Был төбәктә ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүгә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Ғәлим Нурғәле улы Ҡужәхмәтовтан да күберәк көс һалған кешене беҙ белмәйбеҙ ҙә.
Автор: Мирғәсим ӘҠИМБӘТОВ.
Район: Әлшәй районы.

Дистанцион курстар ойоштороуығыҙ өсән ҙур рәхмәт"
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методическая копилка
Роберт Байымов башҡорт әҙәбиәтен Көнсығыш әҙәбиәттәре системаһында өйрәнеү буйынса ла төплө һәм уңышлы тикшеренеүҙәр алып барған ғалим булды. Яңы осорҙа уның урыҫ телендә “Шәреҡ әҙәбиәте: уҡыу ҡулланмаһы“ (1999), “Шәреҡ әҙәбиәте: уҡыу-методик ҡулланмаһы” (2001), “Фарсы телле әҙәбиәт һәм уның әҙәбиәт-ара (төрки-ғәрәп-һинд) бәйләнештәре” (2003) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Тап шул хеҙмәттәр нигеҙендә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары “Шәреҡ әҙәбиәте” курсынан төплө белем алды. Урыҫ телендә “Көнсығыштың бөйөк шәхестәре һәм әҙәби ҡомартҡылары” (“Великие лики и литературные памятники Востока”, 2005) исемле ҙур күләмле дәреслегенең баҫылып сығыуы ғалимдың был өлкәләге күп йыллыҡ тәжрибә һәм эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе ине. Был төплө хеҙмәттә фарсы, ғәрәп, һинд әҙәбиәттәрендә боронғо осорҙарҙа уҡ нығынған иң мөһим һәм әһәмиәтле әҙәби күренештәргә ғилми күҙәтеү яһала, бар донъяға билдәле классик һүҙ оҫталарының ижад үҙенсәлектәре, мәҙәниәт тарихында тотҡан урыны билдәләнә, конкрет әҫәрҙәрҙең жанр-стиль, идея-эстетик йөкмәтке үҙенсәлектәре асыла.
2005 йылдың 9 июнендә Башҡорт дәүләт университетында әлеге дәреслектең гуманитар фәндәр өлкәһендә эшләгән танылған ғалимдар, вуз етәкселеге, студенттар ҡатнашлығында исем туйын үткәреү ваҡиғаһы, уның матбуғатта киң яҡтыртылыуы, дәреслектең “йыл китабы” тип билдәләнеүе профессор Р. Байымов күтәргән проблемаларҙың мөһимлеген һәм йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу табыуын асыҡ күрһәтте. Ғөмүмән, Көнсығыш мәҙәниәтен өйрәнеүҙә, шәрҡиәт кафедраһының ойошторолоуында, евразиялылыҡ проблемаларына иғтибарҙың арта барыуында, Башҡортостан Фәндәр академияһының был йүнәлештә эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙә Роберт Нурмөхәмәт улының өлөшө ҙур булды.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ғалим етәкселегендә “Боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт әҙәби фекере эволюцияһы” тигән өр-яңы темаға, тикшеренеү йүнәлешенә нигеҙ һалынды. Уның инициативаһы менән БДУ-ла, вуздың Сибай институтында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында, Нефтекама филиалында ошо проблема буйынса бер нисә күсмә семинар, конференция уҙғарылды.
Профессор Р. Байымов милли республика һәм өлкәләргә юғары квалификациялы ғилми кадрҙар әҙерләүгә күп көс һалған, үҙ мәктәбен булдырған абруйлы фән эшмәкәре ине. Ул БДУ-ла Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса махсуслашҡан диссертация советының иң әүҙем ағзаларынан булды. 1996 йылда Яҡут дәүләт университетында “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәте” буйынса совет булдырылғас, унда ла ағза булып һайланды, ныҡлы әҙәби-ғилми бәйләнештәр булдырҙы. Уның етәкселегендә Башҡортостан ғына түгел, Татарстан, Сыуаш, Яҡут, Бүрәт, Тыва, Хакас республикалары, Силәбе өлкәһенән бер нисә тиҫтә ғалим докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡланы. Улар араһында Ғ.С. Ҡунафин, М.Х. Иҙелбаев, З.Я. Шәрипова, Г.Н. Гәрәева (БДУ), Р.Ш. Хәсәнов (БДУ-ның Бөрө институты), П.В. Сивцева, В.Б. Окорокова (Саха-Яҡут), Т.А. Дугаржапова (Бүрәт Республикаһы) һымаҡ билдәле фән докторҙары, профессорҙар бар. Хәҙер уларҙың күбеһе әҙәбиәт кафедралары, факультет етәкселәре, ғилми-тикшеренеү институттары директорҙары сифатында илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә милли әҙәбиәттәрҙе үҫтереү юлында фиҙакәр эшләп йөрөй.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдары, Сибай институты, Силәбе дәүләт университетының ғалим-педагогтарының күп өлөшө ‒– уның тәрбиәләнеүселәре. Р.Х. Илешева, З.А. Әлибаев, Ә.М. Муллағолова, Л.Р. Кирәева, Ф.Ф. Ғайсина, Ә.М. Ҡотләхмәтов, А.А. Фәтҡуллин, Г.Н. Ҡасҡынова, Н.Д. Исҡужина, З.Ғ. Мырҙағолова, Р.Д. Мостафина, Ф.Ш. Сибәғәтов, И.К. Янбаев остаздарының кәңәштәре менән, уның даими иғтибарын тойоп ғилем үрҙәренә ышаныслы атланы. Бөгөн дә башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы янында аспирантура эшләп килә икән, был да – профессор Р. Байымовтың тырышлығы һөҙөмтәһе.
Башҡортостан Фәндәр академияһында тарихта беренсе булған “Йәдкәр” исемле ғилми журналдың (1995 йылдан) ойоштороусыһы һәм баш мөхәррире булараҡ та Роберт Байымовтың исеме таныулы ине. Бөгөн ул баҫма “Проблемы востоковедения” исеме менән күләме ике мәртәбә ҙурайып донъя күрә башланы. Хәҙер инде Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының юғары аттестация комиссияһы тәҡдим иткән рәсми баҫмалар исемлегендә теркәлгән ғилми журналдың республика гуманитар фәндәрен үҫтереүҙә, йәш ғалимдар әҙерләүҙә әһәмиәте ҙур. Ғалим шулай уҡ оҙаҡ йылдар “Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарының мөхәрририәт ағзаһы булды.
Роберт Байымов халыҡҡа талантлы прозаик булараҡ та яҡшы таныш. Ул “Китап” йәмғиәтенең республика бүлексәһе рәйесе, 1971 йылдан алып Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы була, ике тиҫтә йылдар ойошманың проза һәм тәнҡит секцияларын етәкләй. Яҙыусының биш хикәйә һәм повестар китабы, өс романы донъя күрҙе. “Сарсау” (1980), “Бикле хазина” (1982), “Ҡайтырбыҙ һалдат булып” (1986), “Яуап бирер көн” (1989), “Төштәр ҡабатланмай” (2007) йыйынтыҡтарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә, тәүге романында автор замандың киҫкен проблемаларын күтәреп сыҡты. 1996 йылда әҙиптең “Сыбар шоңҡар” исемле әҙәби-документаль романы республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында илдә демократик үҙгәрештәр башланыу шарттарында революциянан һуңғы башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди эшмәкәрлеге хаҡында дөрөҫ һүҙҙе әйткән тәүге күләмле әҫәр булыуы менән ул әҙәбиәт тарихында абруйлы урын тапты, был йүнәлештәге артабанғы ижади эҙләнеүҙәргә йоғонто яһаны. Эйе, башҡорт автономияһы идеологы Зәки Вәлиди хаҡында әҫәрҙәр проза һәм драматургия өлкәһендә байтаҡ яҙылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға совет әҙәбиәте формалаша башлаған 20-се йылдарҙа уҡ нығынған стереотип хас булды, милли-азатлыҡ хәрәкәте, уның етәксеһе лә нәфис һәм тарихи әҙәбиәттә тик кире яҡтан һүрәтләнә килде. Шул йәһәттән ҡарағанда “Сыбар шоңҡар” – прозабыҙҙың интеллектуаль яҡтан яңы баҫҡысҡа аяҡ баҫыу билдәһе ул.

Роберт Байымов студент һәм аспирант йылдарында уҡ әҙәби һәм ғилми ижад менән етди шөғөлләнә башлай. Мәскәүҙәге “Современник”, “Советский писатель” кеүек үҙәк нәшриәттәрҙә, ваҡытлы матбуғат биттәрендә (“Литературная газета”, “Литературная Россия” аҙналыҡтарында, “Дружба народов”, “Вопросы литературы” һымаҡ журналдарҙа), шулай уҡ “Урал”, “Волга” ише төбәк баҫмаларында сыҡҡан рецензиялары һәм мәҡәләләре фәнгә төплө фекерле тәнҡитсе килеүен хәбәр итә. Ҡыйыу ҡарашлы ғалимдың хеҙмәттәре төрлө йылдарҙа элекке союздаш Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Грузия һымаҡ республикаларҙа баҫыла тора, шулай уҡ Германия, Төркиә, Венгрия тикшеренеүселәре иғтибарына еткерелә. Ул Өфө, Ҡазан, Саха (Яҡут), Мәскәү һ.б. урындарҙа үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, симпозиум һәм конгрестарҙа докладтар менән йыш сығыш яһай.
“Ижади биҙәктәр” (1977) исемле ғилми йыйынтығы иһә тәнҡит өлкәһендә ныҡлап эшләй башлаған Р. Байымовты киң йәмәғәтселеккә өлгөрөп еткән әҙәбиәтсе ғалим итеп танытты. Был китапта күренекле башҡорт прозаиктары Зәйнәб Биишева, Рәйес Низамов, Ярулла Вәлиев, Ибраһим Ғиззәтуллин, Ноғман Мусин, Ғәли Ибраһимов, Вәзих Исхаҡов, Сәләх Кулибай, Агиш Ғирфанов әҫәрҙәре, Хәким Ғиләжев, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов шиғырҙары анализлана, шулай уҡ осор өсөн мөһим булған темаларға һәм проблемаларға ҡараш ташлана. Артабан Өфө һәм Мәскәү ҡалаларында урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан “Өлгөргәнлеккә аҙым” (1975), “Башҡорт тарихи-революцион романы” (1980), “Эҙләнеүҙәргә сиктәр юҡ” (1980), “Жанр яҙмышы” (1984), “Сығанаҡ һәм инештәр: башҡорт әҙәбиәте хаҡында күҙәтеүҙәр” (1993) кеүек китап-монографиялары ла шул осор тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеменең матур ҡаҙаныштары булды.
Р. Байымов 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 1997 йылда Халыҡ-ара төрки академияһы академигы итеп һайлана. Шулай итеп, үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғилми-ижади һәм ойоштороу өлкәһендә ғалим эшмәкәрлегенең яңы этабы башлана.
Ул 1982 йылдан бирле етәкләгән кафедра тарафынан әҙерләнгән коллектив хеҙмәттәренең береһе –‒ юғары уҡыу йорттары өсөн “ХХ – быуат башҡорт әҙәбиәте” (2003) тигән дәреслек. Яңы әсбап университет һәм уның филиалдарында, педколледж һәм башҡа уҡыу йорттарында белем алған студент-филологтар тарафынан ҙур ихтыяж менән файҙаланылған төп сығанаҡтарҙың береһенә әүерелде. Ғөмүмән, Р. Байымов башҡорт әҙәбиәтенән мәктәп дәреслектәре, студенттар өсөн теге йәки был предметтан уҡыу ҡулланмалары, программалар төҙөүгә күп көс һалды. “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте” һымаҡ төп дисциплиналарҙан тыш, “Роман жанры мәсьәләләре”, “Башҡорт әҙәби тәнҡите тарихы” һымаҡ ҡыҙыҡлы махсус курстар эшләне, улар буйынса уҡыу әсбаптары сығарҙы, университеттың институт һәм филиалдарында ла йөкмәткеле лекциялар менән сығыш яһаны.

оберт Байымов бик күп арҙаҡлы шәхестәр биргән бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында 1937 йылдың 10 ғинуарында донъяға килә. Тыуған ауылы һәм Бишауыл-Уңғар мәктәптәрендә ете йыллыҡ һәм урта белем ала. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта, 1959 – 1964 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетында уҡый, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағында уҡ университеттың комсомол комитетын етәкләй, ойошманың Өфө ҡала һәм Башҡортостан өлкә комитеттары ағзаһы була.
Профессиональ хеҙмәт юлын башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ассистент булып башлай. Уҡыу-уҡытыу эшендә, ижади һәм ижтимағи өлкәлә әүҙемлеге менән айырылып торған егетте 1965 йылда вуз етәкселеге йүнәлтмә менән М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһына уҡырға ебәрә. 1968 йылда ул совет әҙәбиәте тарихы кафедраһында яҡташыбыҙ Роберт Бикмөхәмәтов етәкселегендә заманы өсөн бик сетерекле темаға – үткән быуаттың 20 – 30-сы йылдары башҡорт әҙәбиәтендә тарихилыҡ принцибының үҫеү проблемаларын өйрәнеүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап сыға.
Р. Байымовтың ғалим һәм шәхес булараҡ нығынып китеүе уның биографияһының нәҡ Мәскәү биттәре менән бәйле. Ул саҡта бөтә Союзға ғилми хеҙмәттәре менән билдәле профессорҙар А.И. Метченко, Л.Г. Якименко, С.М. Петров, А.И. Овчаренко, М.Б. Храпченко, И.Ф. Волков, Г.Н. Поспеловтар менән тығыҙ аралашыу, баш ҡаланың әҙәби-мәҙәни мөхите йәш тикшеренеүсенең донъяға ҡарашын, ҡыҙыҡһыныу даирәһен асыҡлауға ярҙам итә, фәнни офоғон киңәйтешә. 1982 йылда ошо уҡ уҡыу йортонда Р. Байымов “Башҡорт прозаһының эпик формалары системаһында роман жанры” темаһына докторлыҡ диссертацияһы ла яҡлай, профессор дәрәжәһенә өлгәшә.

Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа...
18-01-2017, "Башҡортостан" гәзитенән // Шәхестәр
Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа... Ошо көндәрҙә күренекле ғалим һәм яҙыусы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тыуыуына 80 йыл тулған булыр ине. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан алып XXI быуаттың 10-сы йылдарына тиклемге әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит, милли проза тарихын, мәғариф торошон уның эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө, концептуаль йөкмәткеле ғилми хеҙмәттәре ижтимағи, художество-эстетик фекер үҫешенә ҙур йоғонто яһаны, күп милләтле Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын теоретик яҡтан өйрәнеүҙә һиҙелерлек аҙым булды, художество әҫәрҙәре башҡорт прозаһының яңы биттәрен билдәләште. Роберт Байымов бар ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы, ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең ҡайнар йөрәкле патриоты булып йәшәне, милли мәғариф һәм фән аҡһаҡалы булып танылды. Уның бөтә ғүмер юлы республикабыҙҙың төп уҡыу йорто менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.

Ҡайҙа һуң улдарығыҙ?
"Башҡортостан" гәзитенән. Иман
Ҡайҙа һуң улдарығыҙ? Ике ҡатын ҡоҙоҡтан һыу ала. Бер аҙҙан уларҙың янына өсөнсөһө килә. Ситтәрәк бер ҡарт таш өҫтөндә ял итеп ултыра. Ҡатындарҙың береһе һүҙ башлай:
– Минең улым үҙе етеҙ, үҙе көслө. Уны бер кем дә еңә алмай!
– Ә минеке һандуғас һымаҡ матур йырлай, – ти икенсеһе. – Ундай тауыш бер кемдә лә юҡ.
Өсөнсө ҡатын иһә бер ни ҙә өндәшмәй.
– Ниңә һин балаң тураһында һүҙ әйтмәйһең? – тип ҡыҙыҡһына ҡарт.
– Минең улымда иҫ китерлек бер ни ҙә юҡ...
Ҡатындар биҙрәләрен тултырып һыу ала ла ҡайтырға юллана. Ҡарт уларҙың артынан эйәрә. Ҡатындар бара-бара ла ял итеп ала. Ҡулдары ауырта, һыуҙары сайҡала, арҡалары һыҙлай... Шул мәлдә ҡапыл уларҙың ҡаршыһына өс малай йүгереп килеп сыға. Араларынан береһе тәгәрмәс һымаҡ әйләнә башлай. Ҡатындар аптырап ҡала. Икенсеһе шундай итеп йырлай – һандуғас һайраймы ни! Йотлоғоп тыңлай ҡатындар. Өсөнсө малай иһә әсәһенең янына йүгереп килә лә ауыр биҙрәләрҙе алып ҡайтып китә.
– Йә, улдарыбыҙ ниндәй? – тип ҡарттың фекере менән ҡыҙыҡһына ҡатындар.
– Ә ҡайҙа һуң улар? – тип һорауға һорау менән яуаплай ҡарт. – Мин берегеҙҙең улын ғына күрәм!
(В. Осееваның хикәйәһенән тәржемә).

БДИ-ға Интернет аша әҙерләнергә була
Белем һәм тәрбиә
БДИ-ға Интернет аша әҙерләнергә була Уҡыусылар 2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү буйынса видеоконсультациялар ҡарай ала. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт уларҙы үҙенең Youtube-каналында урынлаштырҙы.
11 видеолекциянан торған шәлкемдә Берҙәм дәүләт имтихандарының контроль-үлсәү материалдарын эшләү буйынса федераль комиссиялар етәкселәре һәр фән буйынса имтихан үҙенсәлектәре һәм йөкмәткеһе, быйылғы үҙгәрештәр тураһында һөйләй, әҙерлек буйынса тәҡдимдәрен еткерә, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Былтырғы имтиханда ҡатнашып, яҡшы билдәһе алғандар ҙа һынауға әҙерләнеү һәм уны уңышлы тапшырыу йәһәтенән кәңәш бирә.
Берҙәм дәүләт имтиханы фәндәре буйынса видеоконсультациялар ғинуар дауамында донъя күрәсәк. Материалдар менән шулай уҡ БДИ-ның рәсми мәғлүмәт порталында ла танышырға мөмкин.
Автор: Л. ХӘСӘНОВА.

“Нуль быуын” беҙгә янамай...
"Башҡортостан" гәзитенән. Белем һәм тәрбиә
“Нуль быуын” беҙгә янамай... “Нуль быуын” беҙгә янамай... Бер һеңлемә 18 йәш тулырға тейеш ине. Шундай көттө ул ун һигеҙ йәшен, әле әҙ генә йәшәлгән ошо ғүмеренең иң оло байрамы кеүек күреп, тулҡынланып көттө. Һәм бер көн миңә: “Һин минең 18 йәшемә Башҡортостандың ҙур байрағын бүләк ит!” – тип әйтеп һалды. Аптырап ҡалдым, хатта күҙҙәремә йәш килде. Беҙ бит ошо балаларҙы һәр саҡ “туң йәшелсә”, “нуль быуын”, “һеҙҙә ниндәй рух, ниндәй миллилек булһын ул” тип әрләйбеҙ...
Хәҙер, заманаһына ярашлы, йәш быуынды битәрләүселәр, “нуль быуын” йәки “идеаль йәшелсә” тип атаусылар бар. Улар башлыса 95-се йылдарҙан һуң тыуған йәштәр. Ата-әсә балаларын айфон, планшеттарынан, ҡолаҡсындарынан арындыра алмай. Ләкин был осраҡта йәштәрҙе әрләү дөрөҫ түгелдер, тип иҫәпләйем, сөнки ҡолаҡсынды ла, шул уҡ планшет йә айпадты ла атай менән әсәй үҙҙәре һатып алып бирә бит, нимә булырын белә тора бүләк иткәстәре, бында уларҙың үҙҙәрен ғәйепләргә кәрәктер. Ә, ғөмүмән, миңә ҡалһа, беҙ башҡаларға эйәреп кенә шулай әрләйбеҙ йәштәребеҙҙе. Миңә ҡалһа, улар һис тә генә лә изге төшөнсәләрҙе, милләтебеҙҙең асылын, тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға мөхәббәт тойғоһон аңламай түгел, хатта кәрәгенән күберәкте аңлай һәм ошо юҫыҡта камиллашырға тырыша.
Һәр нәмә тураһында һөйләр алдынан үҙеңдең шул эшкә булған йоғонтоңдо уйла, тип әйтәләр бит. Мин дә был юҫыҡта, үҙемдең тоҡомдаш ҡусты-һеңлеләрем миҫалында, милләтебеҙҙең киләсәге ҡурҡыныс аҫтында булмауын, йәғни “нуль быуын” тигән һүҙҙәрҙең башҡорттарға хас булмағанын иҫбатламаҡсымын.
Тәү нәүбәттә шуны ла әйтеп үтәйек: бала ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр. Тимәк, беҙгә, өлкәндәргә, балаларҙы әрләр алдынан үҙебеҙгә рухлыраҡ, әҙәплерәк, милли йәһәттән тотороҡлораҡ булырға кәрәк.
Бер ҡустым бар, ун йәш тирәһе. Ауылға бер ҡайтҡанымда уға “Ҡурай” риүәйәтен, “Таштуғай”, “Уйыл” кеүек тарихтарҙы, ҡыҫҡаса “Урал батыр”ҙы һөйләнем. Үҙем “Был аңлаймы, нимә кисерә икән?” тип иғтибар менән күҙәтәм, әҫәрҙәге хәл иткес, көсөргәнешле ваҡиғалар етһә, ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ оҙон керпектәренә күҙ йәше эленә, бына-бына илап ебәрер кеүек йотлоғоп тыңлай. Тағы ла ырыуҙар, аралар, тамғалар тураһында һөйләнем, һәм нығыраҡ аңлаһын өсөн Бөрйән, Ҡыпсаҡ ырыуҙарын, уларҙың тарихын бәйән иттем. Ә бөтөнләй аптыратҡаны шул булды: ошо һөйләгәндәремдән һуң ярты йыллап ваҡыт үткәс, тағы ауылға ҡайтһам, ҡустым: “Апай, теге ваҡыт һөйләп бөтмәгәйнең, ә Күсәк бей Ҡарағөлөмбәтте ни өсөн үлтергән?” – тип һораны.
Иҫ китерлек бит, тимәк, ҡустым һөйләгәндәремде аңына һеңдерә барған һәм, иң мөһиме, уға ысынлап та ҡыҙыҡ.
Шулай бер мәл ҡала менән сиктәш ауылдан ағайым ғаиләһе менән үҙебеҙҙең ауылға күсенеп ҡайтты. 11-12 йәштәрҙәге ике ҡустымдың аралашҡанын ишетәбеҙ. Олоһо: “Был ауылда тегендәге һымаҡ түгел бит, туғаным, беҙ бында “зинһар өсөн”, “ғәфү итегеҙ” тигән һүҙҙәр менән матур итеп һөйләшәйек, йәме”, – тине. Ошонда күрәбеҙ ҙә инде баланың яҡшылыҡты аңлауын һәм ҡустыһына әйтә белгәнен.
Бер ваҡыт һеңлемә дәрескә шиғыр ятлап килергә ҡушҡандар. Рәйес Түләктең “Себергә хат”ын ятлатам. Әлбиттә, 5-се класта ғына уҡыған бала өсөн был шиғыр ауыр бирелә. Әммә “оҡшай” тип ныҡышып ятланы, дәрестә һөйләп күрһәтеп “биш” алды. Бер нисә йыл үтһә лә, хәҙер ауылға ҡайтһам, шул шиғырҙы һөйләп күрһәтә. Уны шиғырҙа иң тәьҫирләндергәне, әлбиттә, “...бығаулы һөлдә тапһағыҙ берегеҙ, алып ҡайтығыҙ... Ул – бәлки, Буранбайҙыр” тигән һүҙҙәре ине. Шуға күрә шиғырҙың ни өсөн улайтып яҙылғанын аңлатып, Буранбайҙың тарихын һөйләү урынлы ине уға.
Бер ҡустыма туғыҙ йәш ине. Яҙ ҡарҙар иреп, һыуҙар ныҡ ташып, Һаҡмар йылғаһы өс-дүрткә бүленеп аҡҡан саҡ. Йылға буйына барғандар. Шунда өс-дүрт йәшлек кенә бер бала ярҙан һыуға ҡолап ағып киткән. Ҡустым уны-быны уйлап тормаған, һыуға һикереп, теге баланы алып сыҡҡан һәм өшөмәҫ элек тип йүгертеп баланы әсәһенең өйөнә алып барған. Кешеләрҙең әйтеүенсә, оло ташҡын йылғаға ҡойған ерҙә була был хәл һәм ҡустым баланы упҡынға бер нисә метр ҡалғас ҡына тотоп ҡала. Әгәр өлгөрмәһә, йә үҙе лә оло йылғаға төшөп китһә, икеһе лә харап була ине, тиҙәр. Бында мин балаларға хас булмағанса оло ҡаһарманлыҡты күрәм. Ошо түгелме һуң кешегә булған мөхәббәт тойғоһо, ошонда күренә түгелме һуң балаларыбыҙҙың кешегә ҡарата йылы мөнәсәбәте?!
Тағы бер ҡустымды иҫкә алам. Үҫмер сағы. Наркотиктар тураһында һүҙ сыҡты. Ул борсолоп, әрләп алып китте, миңә “һабаҡ биргән” һүҙҙәренән шуны иҫемдә ҡалдырғанмын: “Башҡорттар наркотик ҡулланмай!” Уйлап ҡараһаң, ниндәй йоғонтоло һүҙҙәр бит?! Ул 13 йәшлек баланың аңына, йөрәгенә, тимәк, башҡорт тик яҡшы, иң саф, иң изге милләт булараҡ һеңеп ҡалған.
Ә бер һеңлем бәләкәй сағынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр рәтенә ингән. Ул шундай алҡынып, талпынып, үҙаллы атлай алғандарға ҡарап ултырыр ине. Әлбиттә, телевизорҙан башҡорт милли кейемдәрендә нисек итеп бейегәндәрен дә күрәлер. Һәм бер ваҡыт ул, төшөнкөлөккә бирелеп, әсәһенә: “Мин бер ҡасан да башҡорт милли күлдәген кейә алмаҫмын инде”, – тигән.
Нисек кенә булмаһын, уның, әлбиттә, был теләген үтәмәү мөмкин түгел ине. Әсәһенең туғанының ҡыҙы бәләкәйҙән бейеүсе булды, уның милли кейемдәре лә бар ине. Шул кейемен Башҡортостандың икенсе осонда йәшәгән туғандарға ебәрҙеләр. Һәм һеҙ күрһәгеҙ ине, үҙаллы атлап йөрөй алмаған 11 йәшлек ошо һеңлемдең башҡорт милли кейемен кейеп нисек ҡыуанғанын... Ул шул тиклем ғорур ҙа, бәхетле лә ине. Башҡорт милли кейемен кейеп, һеңлем үҙен бөтә милләттәштәре менән бер тиң тойҙо. Улай ҙа булмай, үҙенең махсус уҡытыусыһына ҡурайҙа уйнарға теләүен белдергән. Әлбиттә, уҡытыусыһы ҡаршы килмәгән уға, Яңы йыл байрамына ҡурай бүләк итергә булған. Уйландырырлыҡ бит, хәле башҡа балаларҙыҡына ҡарағанда күпкә ҡайтыш булған һеңлем ни өсөн тап миллилеккә өҫтөнлөк бирә? Ни өсөн ул бер ҙә йә синтезатор, йә гитара һорамай, ә тап ҡурай һорай?
Әйткәндәй, миллилек тәңгәлендә йәнә ике һеңлем бөтөнләй аптырауға һалды. Бер һеңлемә 18 йәш тулырға тейеш ине. Шундай көттө ул ун һигеҙ йәшен, әле әҙ генә йәшәлгән ошо ғүмеренең иң оло байрамы кеүек күреп, тулҡынланып көттө. Һәм бер көн миңә: “Һин минең 18 йәшемә Башҡортостандың ҙур байрағын бүләк ит?!” – тип әйтеп һалды. Аптырап ҡалдым, хатта күҙҙәремә йәш килде. Беҙ бит ошо балаларҙы һәр саҡ “туң йәшелсә”, “нуль быуын”, “һеҙҙә ниндәй рух, ниндәй миллилек булһын ул” тип әрләйбеҙ... Өфөнөң абруйлы бер уҡыу йортоноң беренсе курсында уҡып йөрөгән һеңлемә һоҡланып та, ғорурланып та ҡараным, сөнки ул минән модалы джинсы ла, ҡолаҡсын да, стилле кейем дә һораманы, ә байраҡ бүләк итеүемде үтенде.
Шулай уҡ 16 йәшлек һеңлем дә Өфөлә уҡып йөрөй. Унан һәр саҡ, берәй урыҫса һүҙ әйтеп ысҡындырғанынан һуң: “Оят, башҡортса һөйләшергә онота башлағанмын”, – тип тырышып-тырышып бөрйәнсә диалектҡа ярашлы һөйләшергә тырышҡанын ишетә торғайным. Ә бер көн ошо ике һеңлем менән кис Салауат һәйкәленә сыҡтыҡ, әлбиттә, ял көндәрендә унда кеше күп, йәштәр ҙә бихисап ҡына. Ә был һеңлем тағы ла мине аптыратып “Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар, күп ырыуға баш йорттар” шиғырын көйгә һалып йырлап ебәрҙе. Арыу ғына йырлағас: “Һүҙҙәрен оноттом, артабан нисек әле?” – тине миңә. Уныһы мөһим түгел ине минең өсөн. Әлеге лә баяғы, беҙ әрләгән йәш быуындың был шиғырҙы яттан белеүе, Салауат һәйкәле эргәһендә тороп, бар халыҡ алдында шулайтып йырлап тороуы үҙе бер батырлыҡ бит.
Ошо хәлдәрҙән һуң башҡорт йәштәрен рухһыҙ, иманһыҙ тип әрләүебеҙ бик үк дөрөҫ түгел икәнен аңлай башланым. Ә ниндәй балалар үҫә бит?! Минең туғандарымдан тыш, тағы күпме шундай рухлы балалар, йәштәр бар! Улар сәхнәләрҙән сатнатып һөйләп тора. Милли йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе башҡара. Иғтибар итергә генә кәрәк уларға, көндәлек тормошта ла уларҙың башҡортлоҡҡа баҫым яһағанын күрәсәкбеҙ бит. Был юҫыҡта миңә бер танышым балалар баҡсаһында алты йәшлек ике баланың бәхәсләшкәнен һөйләгәйне. Уларҙың Влад исемлеһе: “Һин башҡорт түгел, шулай уҡ урыҫ”, – тип ирешә икән. Ә Ильяс иһә, йоҙроҡтарын төйнәп, һуғышыр сиккә етеп: ”Мин – башҡорт”, – тип бәхәсләшә, ти. Ошонан ғына ла күрергә булмаймы ни беҙҙең балаларҙың, йәш быуындың “нуль быуын” булмағанын, халҡыбыҙҙың киләсәге ышаныслы икәнен?
Автор: Таңсулпан РӘСҮЛ.