Новости

Ответить
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Роберт Байымов башҡорт әҙәбиәтен Көнсығыш әҙәбиәттәре системаһында өйрәнеү буйынса ла төплө һәм уңышлы тикшеренеүҙәр алып барған ғалим булды. Яңы осорҙа уның урыҫ телендә “Шәреҡ әҙәбиәте: уҡыу ҡулланмаһы“ (1999), “Шәреҡ әҙәбиәте: уҡыу-методик ҡулланмаһы” (2001), “Фарсы телле әҙәбиәт һәм уның әҙәбиәт-ара (төрки-ғәрәп-һинд) бәйләнештәре” (2003) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Тап шул хеҙмәттәр нигеҙендә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары “Шәреҡ әҙәбиәте” курсынан төплө белем алды. Урыҫ телендә “Көнсығыштың бөйөк шәхестәре һәм әҙәби ҡомартҡылары” (“Великие лики и литературные памятники Востока”, 2005) исемле ҙур күләмле дәреслегенең баҫылып сығыуы ғалимдың был өлкәләге күп йыллыҡ тәжрибә һәм эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе ине. Был төплө хеҙмәттә фарсы, ғәрәп, һинд әҙәбиәт­тәрендә боронғо осорҙарҙа уҡ нығынған иң мөһим һәм әһәмиәтле әҙәби күренештәргә ғилми күҙәтеү яһала, бар донъяға билдәле классик һүҙ оҫта­ларының ижад үҙенсәлектәре, мәҙәниәт тарихында тотҡан урыны билдәләнә, конкрет әҫәрҙәрҙең жанр-стиль, идея-эстетик йөкмәтке үҙенсәлектәре асыла.
2005 йылдың 9 июнендә Башҡорт дәүләт университетында әлеге дәрес­лектең гуманитар фәндәр өлкәһендә эшләгән танылған ғалимдар, вуз етәкселеге, студенттар ҡатнашлығында исем туйын үткәреү ваҡиғаһы, уның матбуғатта киң яҡтыртылыуы, дәрес­лектең “йыл китабы” тип билдәләнеүе профессор Р. Байымов күтәргән проблема­ларҙың мөһимлеген һәм йәмәғәт­селектә ҙур ҡыҙыҡһыныу табыуын асыҡ күрһәтте. Ғөмүмән, Көнсығыш мәҙәниәтен өйрәнеүҙә, шәрҡиәт кафед­раһының ойошторолоуында, евра­зиялылыҡ проблемаларына иғтибарҙың арта барыуында, Башҡортостан Фәндәр академияһының был йүнәлештә эш­мәкәрлеген әүҙемләштереүҙә Роберт Нурмөхәмәт улының өлөшө ҙур булды.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ғалим етәкселегендә “Боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт әҙәби фекере эволюцияһы” тигән өр-яңы темаға, тикшеренеү йүнәлешенә нигеҙ һалынды. Уның инициативаһы менән БДУ-ла, вуздың Сибай институтында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында, Нефтекама филиалында ошо проблема буйынса бер нисә күсмә семинар, конференция уҙғарылды.
Профессор Р. Байымов милли республика һәм өлкәләргә юғары квалификациялы ғилми кадрҙар әҙерләүгә күп көс һалған, үҙ мәктәбен булдырған абруйлы фән эшмәкәре ине. Ул БДУ-ла Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса махсуслашҡан диссертация советының иң әүҙем ағзаларынан булды. 1996 йылда Яҡут дәүләт университетында “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәте” буйынса совет булдырылғас, унда ла ағза булып һайланды, ныҡлы әҙәби-ғилми бәйләнештәр булдырҙы. Уның етәкселегендә Башҡортостан ғына түгел, Татарстан, Сыуаш, Яҡут, Бүрәт, Тыва, Хакас республикалары, Силәбе өлкәһенән бер нисә тиҫтә ғалим докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡланы. Улар араһында Ғ.С. Ҡунафин, М.Х. Иҙелбаев, З.Я. Шәрипова, Г.Н. Гәрәева (БДУ), Р.Ш. Хәсәнов (БДУ-ның Бөрө институты), П.В. Сивцева, В.Б. Окорокова (Саха-Яҡут), Т.А. Дугаржапова (Бүрәт Республикаһы) һымаҡ билдәле фән докторҙары, профессорҙар бар. Хәҙер уларҙың күбеһе әҙәбиәт кафедралары, факультет етәкселәре, ғилми-тикше­ренеү институттары директорҙары сифатында илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә милли әҙәбиәттәрҙе үҫтереү юлында фиҙакәр эшләп йөрөй.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдары, Сибай институты, Силәбе дәүләт универси­тетының ғалим-педагогтарының күп өлөшө ‒– уның тәрбиәләнеүселәре. Р.Х. Илешева, З.А. Әлибаев, Ә.М. Муллағолова, Л.Р. Кирәева, Ф.Ф. Ғайсина, Ә.М. Ҡотләхмәтов, А.А. Фәтҡуллин, Г.Н. Ҡасҡынова, Н.Д. Исҡужина, З.Ғ. Мырҙағолова, Р.Д. Мостафина, Ф.Ш. Сибәғәтов, И.К. Янбаев остаздарының кәңәштәре менән, уның даими иғтибарын тойоп ғилем үрҙәренә ышаныслы атланы. Бөгөн дә башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы янында аспирантура эшләп килә икән, был да – профессор Р. Ба­йымовтың тырыш­лығы һөҙөмтәһе.
Башҡортостан Фәндәр академия­һында тарихта беренсе булған “Йәдкәр” исемле ғилми журналдың (1995 йылдан) ойоштороусыһы һәм баш мөхәррире булараҡ та Роберт Байымовтың исеме таныулы ине. Бөгөн ул баҫма “Проблемы востоковедения” исеме менән күләме ике мәртәбә ҙурайып донъя күрә башланы. Хәҙер инде Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының юғары аттестация комиссияһы тәҡдим иткән рәсми баҫмалар исемлегендә теркәлгән ғилми журналдың республика гуманитар фәндәрен үҫтереүҙә, йәш ғалимдар әҙерләүҙә әһәмиәте ҙур. Ғалим шулай уҡ оҙаҡ йылдар “Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарының мөхәрририәт ағзаһы булды.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа...
Шәхестәр
Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа... Ошо көндәрҙә күренекле ғалим һәм яҙыусы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тыуыуына 80 йыл тулған булыр ине. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан алып XXI быуаттың 10-сы йылдарына тиклемге әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит, милли проза тарихын, мәғариф торошон уның эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө, концептуаль йөкмәткеле ғилми хеҙмәттәре ижтимағи, художество-эстетик фекер үҫешенә ҙур йоғонто яһаны, күп милләтле Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын теоретик яҡтан өйрәнеүҙә һиҙелерлек аҙым булды, художество әҫәрҙәре башҡорт прозаһының яңы биттәрен билдәләште. Роберт Байымов бар ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы, ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең ҡайнар йөрәкле патриоты булып йәшәне, милли мәғариф һәм фән аҡһаҡалы булып танылды. Уның бөтә ғүмер юлы республикабыҙҙың төп уҡыу йорто менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Роберт Байымов бик күп арҙаҡлы шәхестәр биргән бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында 1937 йылдың 10 ғинуарында донъяға килә. Тыуған ауылы һәм Бишауыл-Уңғар мәктәптәрендә ете йыллыҡ һәм урта белем ала. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта, 1959 – 1964 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетында уҡый, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағында уҡ университеттың комсомол комитетын етәкләй, ойошманың Өфө ҡала һәм Башҡортостан өлкә комитеттары ағзаһы була.
Профессиональ хеҙмәт юлын башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ассистент булып башлай. Уҡыу-уҡытыу эшендә, ижади һәм ижтимағи өлкәлә әүҙемлеге менән айырылып торған егетте 1965 йылда вуз етәкселеге йүнәлтмә менән М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһына уҡырға ебәрә. 1968 йылда ул совет әҙәбиәте тарихы кафедраһында яҡташыбыҙ Роберт Бикмөхәмәтов етәкселегендә заманы өсөн бик сетерекле темаға – үткән быуаттың 20 – 30-сы йылдары башҡорт әҙәбиәтендә тарихилыҡ принци­бының үҫеү проблемаларын өйрәнеүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап сыға.
Р. Байымовтың ғалим һәм шәхес булараҡ нығынып китеүе уның биографияһының нәҡ Мәскәү биттәре менән бәйле. Ул саҡта бөтә Союзға ғилми хеҙмәттәре менән билдәле профессорҙар А.И. Метченко, Л.Г. Якименко, С.М. Петров, А.И. Овчаренко, М.Б. Храпченко, И.Ф. Волков, Г.Н. Поспеловтар менән тығыҙ аралашыу, баш ҡаланың әҙәби-мәҙәни мөхите йәш тикшеренеүсенең донъяға ҡарашын, ҡыҙыҡһыныу даирәһен асыҡлауға ярҙам итә, фәнни офоғон киңәйтешә. 1982 йылда ошо уҡ уҡыу йортонда Р. Байымов “Башҡорт прозаһының эпик формалары системаһында роман жанры” темаһына докторлыҡ диссер­тацияһы ла яҡлай, профессор дәрәжәһенә өлгәшә.
Роберт Байымов студент һәм аспирант йылдарында уҡ әҙәби һәм ғилми ижад менән етди шөғөлләнә башлай. Мәскәүҙәге “Современник”, “Советский писатель” кеүек үҙәк нәшриәттәрҙә, ваҡытлы матбуғат биттәрендә (“Литературная газета”, “Литературная Россия” аҙналыҡ­тарында, “Дружба народов”, “Вопросы литературы” һымаҡ журналдарҙа), шулай уҡ “Урал”, “Волга” ише төбәк баҫма­ларында сыҡҡан рецензиялары һәм мәҡәләләре фәнгә төплө фекерле тәнҡитсе килеүен хәбәр итә. Ҡыйыу ҡарашлы ғалимдың хеҙмәттәре төрлө йылдарҙа элекке союздаш Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Грузия һымаҡ республикаларҙа баҫыла тора, шулай уҡ Германия, Төркиә, Венгрия тикше­ренеүселәре иғтибарына еткерелә. Ул Өфө, Ҡазан, Саха (Яҡут), Мәскәү һ.б. урындарҙа үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, симпозиум һәм конгрестарҙа докладтар менән йыш сығыш яһай.
“Ижади биҙәктәр” (1977) исемле ғилми йыйынтығы иһә тәнҡит өлкәһендә ныҡлап эшләй башлаған Р. Байымовты киң йәмәғәтселеккә өлгөрөп еткән әҙәбиәтсе ғалим итеп танытты. Был китапта күренекле башҡорт прозаиктары Зәйнәб Биишева, Рәйес Низамов, Ярулла Вәлиев, Ибраһим Ғиззәтуллин, Ноғман Мусин, Ғәли Ибраһимов, Вәзих Исхаҡов, Сәләх Кулибай, Агиш Ғирфанов әҫәрҙәре, Хәким Ғиләжев, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов шиғырҙары анализлана, шулай уҡ осор өсөн мөһим булған темаларға һәм проблемаларға ҡараш ташлана. Артабан Өфө һәм Мәскәү ҡалаларында урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан “Өлгөргәнлеккә аҙым” (1975), “Башҡорт тарихи-революцион романы” (1980), “Эҙләнеүҙәргә сиктәр юҡ” (1980), “Жанр яҙмышы” (1984), “Сығанаҡ һәм инештәр: башҡорт әҙәбиәте хаҡында күҙәтеүҙәр” (1993) кеүек китап-монографиялары ла шул осор тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеменең матур ҡаҙаныштары булды.
Р. Байымов 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 1997 йылда Халыҡ-ара төрки академияһы академигы итеп һайлана. Шулай итеп, үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғилми-ижади һәм ойоштороу өлкәһендә ғалим эшмәкәр­легенең яңы этабы башлана.
Ул 1982 йылдан бирле етәкләгән кафедра тарафынан әҙерләнгән коллектив хеҙмәттәренең береһе –‒ юғары уҡыу йорт­тары өсөн “ХХ – быуат башҡорт әҙәбиәте” (2003) тигән дәреслек. Яңы әсбап университет һәм уның филиалдарында, педколледж һәм башҡа уҡыу йорттарында белем алған студент-филологтар тарафынан ҙур ихтыяж менән файҙа­ланылған төп сығанаҡтарҙың береһенә әүерелде. Ғөмүмән, Р. Байымов башҡорт әҙәбиәтенән мәктәп дәреслектәре, студенттар өсөн теге йәки был предметтан уҡыу ҡулланмалары, программалар төҙөүгә күп көс һалды. “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте” һымаҡ төп дисциплиналарҙан тыш, “Роман жанры мәсьәләләре”, “Башҡорт әҙәби тәнҡите тарихы” һымаҡ ҡыҙыҡлы махсус курстар эшләне, улар буйынса уҡыу әсбаптары сығарҙы, университеттың институт һәм филиалдарында ла йөкмәткеле лекциялар менән сығыш яһаны.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Төшөндөм дә... ҡыуаныстан балҡыным!
18-01-2017 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // "Башҡортостан" гәзитенән
Ошо көндәрҙә Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләнек. Тотош халыҡ байрамы тип тә булалыр уны, сөнки радионың тыңлаусыһы, телевидениеның ҡараусыһы, гәзит-журналдың уҡыусыһы, Интернеттың файҙаланыусыһы бар һәм улар миллион-миллион. Баҫма матбуғатты айырым ҡараһаҡ, элегерәк уны алдырғандар тағы ла күберәк ине лә бит, хәҙер кәмене, күпкә аҙайҙы – уныһы бар. Әммә гәзит-журналдан ситләшеүҙән түгел бит ул, теләп башҡарылмай, иҡтисади хәлдең үҙгәреүе бәләһе. Беҙҙең ил кешеләрен һаман да баҫма мәғлүмәткә ышанған, күмәк алдында әйтелгәнде хөрмәт иткән халыҡ, тип әйтә алабыҙ һәм был матбуғаттың яуаплылығын да көсәйтә, әлбиттә.
“Бөгөн, ҙурҙан алғанда, журналистика тураһында һөйләшмәксебеҙ”, – тип астым радиолағы тапшырыуҙарымдың береһен. Артабан уның йәмғиәттәге ифрат мөһим институт икәнен, мәртәбәһе, шөкөр, көсәйә лә барғанын өҫтәнем. “Бында мәғлүмәт биреп кенә ҡалмайынса, һығымта яһарлыҡ, ул ғынамы – фекер тыуҙырырлыҡ һәйбәт һәләт тә, шуның менән бергә хәүеф тә барлығы үҙенекен итә”, – тинем.
Ошолайыраҡ дауам иттем. Ә үҙем шул мәлдә иң тәүге һүҙҙәремде осмот ҡына ҡыйышыраҡ әйткәндәй тоям. Бөтәһе лә дөрөҫ тә кеүек, әммә нимәлер урынында түгелдәй…
Ошондай күренеште мин йыш ҡына ҡала урамдарында күрәм: рулдәге һарысәс барыһын да теүәл үтәй, рулдең үҙен дә, ана, ҡағиҙәгә ярашлы, ҡуш услап тотҡан, һыңар ҡуллаған булып ҡыланмай, иғтибарын ситкә йүнәлтмәй, әммә үҙе һағайта – йә яй шыуыша, йә кәрәкмәгәндә шәбәйә, шып туҡтай, йә маневрҙары самаһыҙ урау һәм башҡалар.
Тура эфир тамам, ә күңелде тынысһыҙлыҡ игәй. Тапшырыуҙың яҙмаһын тыңлап ҡарарға булдым. Һәм төшөндөм. Ҡыуаныстан балҡыным! Әйткәнемдә – ҡыйышлыҡ түгел, ә төҙлөк икән дә: “…ҙурҙан алғанда, журналистика…” – тиелгәндә Ҙ өнө, Ж-ға ҡушылып, бәлки, икәү булғанға еңгәндәрҙер, уны күмеп тигәндәй киткән. Шунда уҡ уйымда, һөнәремде, йәшермәйем, гел данлай йөрөүемә күрәлер, “ҙурналистика” һүҙе яралды. Сөнки шулай оло, бөйөк, ҡәҙерле ул минең өсөн!
Ә журналислыҡ биографиям гәзиттән башланды. Малай ғына сағымда район гәзитенә, республика баҫмаларына хәбәрҙәр ебәреп торҙом да, мәктәпте бөткәс, ун ете йәшемдә Бөрйәндең “Таң”ында эшләй башланым.
Гәзитте беренсе класҡа бармаҫ элек үк уҡый инем инде. Яҙырға ла бишме-алтымы ғына йәшемдә гәзиттән ҡарап өйрәндем. Әсәйем күпләп алып ҡуйған дәфтәрҙәргә мәҡәлә атамаларын күсереп яҙам. Тик, билдәле инде, баҫма хәрефтәр килеп сыға торғайны. Аҙаҡ, уртансы кластарҙа, стена матбуғаты сығарғанда гуашь менән “ултыртып” яҙа алыуым да шунан килмәнеме икән әле?..
Колхоздар алыҫ йәйләүҙәргә күсенә торғайны. Ундағы бәләкәс өйҙәрҙе апайҙар үҙҙәренсә бөхтәләргә тырыша – обой-фәлән булмағас, стеналарына, хатта түбәгә лә иҫке гәзиттәрҙе йәбештерәләр. Уңда ла, һулда ла, өҫтә лә – нәфис һүҙ, иптәштәр! Нәфис һүҙгә ынтылышым ҡанымда булмағандыр, тип әйтә алмайым, әммә быға шул матбуғат биттәре лә этәргес биргәндер, моғайын.
Тағы бер күренеш иҫкә төштө: ауылда почта йәшнигенән гәзит алыу, алыу менән ҡарай, уҡый башлау, аҙаҡтан өйгә индереү. Йылы саҡта шунда эскәмйәлә ултырып уҡый ҙа башлайһың. Ә ҡышҡыһын был үҙенсә күркәм. Почтальондың гәзит ҡыҫтырып киткәнен күрәһең дә кейенмәй генә ҡапҡа тышына сабаһың, эләктерә һалып, кире әйләнәһең. Өй эсендә үҙенсәлекле еҫ тарала… Һыуыҡ саф һауа, ҡағыҙ һәм типография буяуының ҡушылмаһы ул. Буяу зарарлы, килешәм, етмәһә, ул ваҡыттағыһы яман. Хәрефтәр ҙә ҡурғаштан ҡойолдо бит, уның да ныҡ зыянлы икәне билдәле. Ҡағыҙ ҙа – сәнәғәт продукцияһы. Шулай ҙа танау ул еҫте әле лә һағынып иҫләй. Ҡушылмаға Өфөнән килгән сәләм дә, үҙемдең дә шундай шәп-шәп репортаждар яҙғым килеүе лә өҫтәлгәндер.
Оҙаҡ йылдар радиола эшләһәм дә, уға бар күңелемде бирһәм дә, гәзит журналистикаһын ифрат хөрмәт итәм, уның эшендә ҡатнашып та барам.
Автор: Рәсүл СӘҒИТОВ
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Урал батыр”ҙың тәржемәһе хаҡында
18-01-2017 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт //
Мәрйәм Бураҡаеваның “Башҡортостан” гәзитенең 139-сы һанында (2016 йыл, 2 декабрь) “Урал батыр” эпосының тәржемәһенә ҡағылышлы фекерҙәре баҫылғайны. Мин уның менән тулыһынса килешәм.
Инеш һүҙендә күтәрелгән тема буйынса һеҙҙең мөрәжәғәткә (2011 йыл) ҡарата битараф ҡалыуҙарын билдәләйһегеҙ. Мин дә шундайыраҡ хәлгә тарыным. Мәрхүм дуҫым Юнир Ғәфүр улы Ваһапов (1935–2014) – нефтсе-инженер, Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт күренештәре” тигән китап сығарҙы (Ишембай, 2014) һәм шул хеҙмәткә ғалимдарҙың баһа биреүен үтенгәйне.
Үкенесле – уны өҙөкләп булһа ла республика гәзитендә йә журналда баҫтырып булманы, мин мөрәжәғәт иткән абруйлы шәхестәр китапты ла тикшермәне. Әммә өмөт бөтөнләй өҙөлмәй әле…
Хәҙер төп темаға күсәйек. “Ат” һүҙенең “исем” мәғәнәһендә ҡулланылыуы – әсәйем атаһының һеңлеһе Ғәйниямал инәйем хаҡында: “Апайым йомарт ҡуллы – ашы тәмле, апайым – Солтан атлы хатын!” – тип маҡтап һәм ғорурланып һөйләр ине. Бына бер миҫал. Икенсенән, “һуйыл” – беҙҙә ҡулланылғаны – ят малды туҡмап ҡыуыу өсөн ҡабығы әрселгән һығылмалы сыбыҡ. “Баҡсаға кергән һыйырҙы һуйыл менән ярҙым!” – тиерҙәр ине. Өсөнсөнән, М. Әүәзовтың “Абай” романында алышҡа әҙерләнгән саҡта “сокл” һәм “шокпар” менән ҡоралланған ҡаҙаҡтар бар. “Һуйыл” һәм “суҡмар” түгелме икән? Тондороуға килгәндә, көҙөн ҡырпаҡ ҡарҙа һыбай ҡыуып, бүрене суҡмар менән һуғып алыу башҡорттоң һунар шөғөлө булған. Бала саҡта күрше Фатима инәйҙең: “Ҡайным һыбай бүре һуғып ала ине”, – тигәне хәтерҙә.
Мәрйәм Бураҡаеваның һәр яҙмаһын уҡып барам, балалары тураһында ла хәбәрҙармын, Диҡҡәтте нефтсе Шамил Туҡаев аша белә инем.
Хоҙай ижади уңыштар насип итһен һеҙгә.
Автор: Рәсүл ҒҮМӘРОВ, хеҙмәт ветераны.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Урал батыр” – иврит телендә
Телгенәм - бергенәм
“Урал батыр” – иврит телендә 2014 йылда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса флешмоб ойошторғанда, ул тәүгеләрҙән булып видеояҙма ебәргәйне. “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Башҡорт телен ҡәҙерләйек” төркөмөндә яҡтыртылған сараны ҡеүәтләп Израиль башҡорто Рауил Садиҡовтан килгән хәбәр байрамға матур старт бирҙе.
Яңыраҡ Рауил ағай йәнә бер шатлығы менән уртаҡ­лашты: “Минең ҡәҙерле баш­ҡорттарым! Израилдә ошо көндәрҙә башҡорт халҡының мәшһүр эпосы “Урал батыр” донъя күрҙе. Китапта халыҡ хазинаһы проза юлы менән иврит теленә тәржемә ителгән, сағыу һүрәттәр менән байытылған һәм башҡорттар тураһында мәғлүмәт тә бирелгән. Хәҙер был илдә лә милләтем хаҡында күберәк белерҙәр тип өмөт итәм”.
Әлбиттә, бындай яҙманы уҡығас, үҙе менән бәйләнешкә инмәй булдыра алманыҡ. Күп тә үтмәй Рауил ағай Израилдән шылтыратты.
– Рауил ағай, ошо эшегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт! Кемдә тыуҙы “Урал батыр”ҙы тәржемә итеү идеяһы?
– Был – минең шәхси телә­гем, күптән ошо хаҡта уйлап йөрөй инем.
– Тәржемә итеү бер эш, һеҙ уны китап итеп сыға­рыуға ла өлгәшкәнһегеҙ. Бағыусыһы кем?
– Әлбиттә, үҙем (көлә)!
– Кем тәржемә эше менән шөғөлләнде?
– Шиғри юл менән тәржемә итергә йөрьәт итмәнем, уның өсөн айырым оҫталыҡ кәрәк. Минең өсөн әҫәрҙең иң төп фекерен, йөкмәткеһен тапшы­рыу мөһим булды. Был эш менән дүрт йыл дауамында шөғөлләндем.
– Тиражы күпме?
– 550 дана. Израиль өсөн был – ярайһы уҡ ҙур тираж. Ул илдең иң абруйлы нәшриә­тендә донъя күрҙе һәм ҙур китап магазиндарына һатыуға сыҡты. Йәнә лә Рәсәйҙең аҫа­ба халыҡтарының береһенең мәшһүр эпосын еткергән тәүге китап был. Әммә Интернет аша дигиталь һәм PDF форматында ла алып уҡырға була. Бөтәһен бергә ҡушһаң, тиражы 1500-гә етә.
– Иврит теле белгестәре ниндәй баһа бирҙе?
– Китап Иврит теле институтында сертификация үтте. Израилдә балалар өсөн тәғә­йенләнгән һәр йыйынтыҡ дәү­ләт рөхсәте менән генә сығарыла.
– Һүрәттәре лә үҙегеҙҙе­кеме?
– Эйе, мин бала саҡтан рә­сем төшөрәм, китаптың эсен дә, тышлығын да үҙем биҙә­нем.
– Башҡорттар тураһын­да­ғы мәғлүмәтте лә әҙерлә­негеҙ инде?
– Әгәр башҡорттар хаҡын­да бер ниндәй ҙә мәғлүмәтһеҙ сыҡһа, китапты ҡулына алған кешелә бик күп һорау тыуыр ине. Халҡыбыҙ тураһында әйтеп китеү мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләнем.
– Башҡорттар хаҡында унда беләләрме?
– Үкенескә ҡаршы, урамда осраған һәр кешене туҡтатып һораһаҡ, уларҙың 99 проценты иңдәрен генә ҡағасаҡ. Әммә ошо китап менән хал­ҡыбыҙ тураһында белеүселәр артыр тип өмөт итәм. Уҡып сыҡҡан таныштарым, ҡайһы бер белгестәр уның ҡыҙыҡлы, фәһемле булыуын әйтте. Теле аңлайышлы, тинеләр. Әйтергә кәрәк, тәржемә эше еңел барманы.
– Һөнәрегеҙ ниндәй?
– Мин юғары белемле инженер, бында ҙур башня, күпер крандарын ремонтлау менән шөғөлләнәм.
– Сығышығыҙ менән Башҡортостан егетеме һеҙ?
– Эйе, был хаҡта видеояҙ­ма­ла ла әйтеп киттем. Өфө­нәнмен. Атайым Әхмәтшә­риф Әхмәтсадиҡ улы Сади­ҡов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Сығышы менән Нуриман районының Ҡуранса ауылынан. Әммә тамырҙары Иҫке Илектән. Олатай һәм уның өс бер туғаны революциянан һуң был яҡҡа йәйәүләп килеп, Сәрүә, Ҡуранса ауылдарына нигеҙ һалған. Урман эшкәртеү предприятиеһы булдырып, бик күптәрҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡалған улар.
Әсәйем Мәхмүзә Хисаметдин ҡыҙы Садиҡова – Баш­ҡортостан археологияһына ни­геҙ һалыу­сы­ларҙың береһе, билдәле археолог. Бик күп ғалимдар бөгөн уның эштә­ре­нә һыл­танма бирә. Китапты мин атай-әсәйемдең яҡты рухына бағышланым. Улар баш­лаған эште дауам итеүсе итеп тоям үҙемде. Әсәйҙең тамыр­ҙары – Кушнаренко райо­ны­ның Мәмәк-Шәрип ауылынан.
– Тыуған ерегеҙҙән ситтә халҡыбыҙ тарихына булған ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҡайҙан килә?
– Үҙ халҡыңды яратыу, уның тарихын йөрәгеңдә йөрө­төү өсөн мотлаҡ Башҡортос­танда йәшәү, хатта тыуыу ҙа мөһим түгел, минеңсә. Бының өсөн бер ниндәй этәргес тә, сәбәп тә кәрәкмәй. Ата-баба­ларыбыҙға ҡарата һөйөү беҙ­ҙең ҡанға һалынған, беҙ ҡайҙа – ул тойғолар ҙа беҙҙең ме­нән. Әсәйем яҡлап мин Саптар Аллаҡаев тоҡомонанмын.
– Тимәк, һеҙ ватаны­ғыҙҙан ситтә булһа ла, рухи бәйләнеште өҙмәйһегеҙ?
– Израилдә мин йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнәм. Бындағы төрки ойошманың етәксеһемен. Беҙ төрки мәҙә­ниәтте һаҡлау һәм таратыу эшен алып барабыҙ. Башҡорт, татар милләте вәкилдәре бер­гә ойошоп, бик аҙ булһаҡ та, үҙебеҙҙең эште берҙәм алып барырға тырышабыҙ. Ойош­мабыҙ ирекле һәм ағзаларҙың аҡсаһына төрлө саралар ойош­торабыҙ. Мәҫәлән, бына инде алты йыл рәттән һабан­туй үткәрҙек.
– Ошо йүнәлештә эшегеҙ­ҙе дауам итеү теләге бар­ҙыр?
– Әлбиттә, башҡорт халҡы­ның рухи мираҫын таратыу эшен дауам итәсәкмен. Баш­ҡорт халыҡ әкиәттәрен иврит теленә тәржемә итергә иҫәп тотам. Уны китап итеп сыға­рырға яҙһын!
– Һорауҙарҙы башҡортса бирҙем. Ауыр булманымы төшөнөүе?
– Юҡ, әлбиттә, минең, ки­реһенсә, һеҙҙең башҡортса мөрәжәғәт итеүегеҙҙән күңе­лем күтәрелеп китте. Телде онотманым, әлбиттә, аралашыу практикаһы аҙ, әммә ту­ған телем, мәҙәниәтем менән ныҡ ғорурланам. Ата-бабаларым һөйләшкән тел – минең өсөн быуындар бәйләнешен һаҡлаған мөҡәддәс төшөнсә. Бында күберәге иврит, урыҫ телендә аралашам. Башҡорт­остандан байтаҡ йылдар элек сығып киттем, СССР-ҙың төр­лө урындарында йәшәнем, һөйләшеү теле урыҫ теле булды. Литвала йәшәгәндә улар­ҙың телен дә өйрәндем, Из­раилдә иврит телен үҙләш­терҙем. Эш барышында инглиз теле лә кәрәк, шуға уны ла өйрәндем. Бына шулай яңы идеялар табып, шуларҙы тормошҡа ашырыу ниәте менән йәшәп ятҡан көн.
– Ғөмүмән, шәхсән һеҙҙең өсөн нимә ул “Урал батыр”?
– Урал батыр үҙ йүнәлешен ҡорған, йәшәү тәғлимәте итеп алған юл, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр – ул тотош баш­ҡорт халҡы өсөн йәшәү нигеҙе булырға тейеш, минеңсә. “Урал батыр” – иҫ киткес тәрән йөкмәткеле, мәшһүр, эпохаль әҫәр. Ул – башҡорт халҡының донъяны ҡабул итешен, төп әхлаҡи ҡарашын, тәрән рухиә­тен сағылдырған әҫәр. Был эш – минең шундай әҫәрҙәр тыуҙырған халҡым алдындағы бурысымды атҡарыу.
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

"Киске Өфө" гәзитенән
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы киләһе йылда ла дауам итәсәк.
29. Фәрит Иҫәнғоловтың "Хәмит күпере" хикәйәләр йыйынтығы - хеҙмәт, тыуған илгә һөйөү, уңғанлыҡ, ололар һүҙен тыңлау тураһында фәһемле әҫәрҙәр тупланған. "Хәмит күпере" хикәйәһе хәҙер мәкәп программаһына ла индерелгән.
30. Кәтибә Кинйәбулатованың "Атай тауышы" повесы - Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йәшәгән балаларҙың тормошона арналған әҫәрҙе уҡыу йәш быуын өсөн үтә лә фәһемле буласаҡ.
31. Фәрзәнә Аҡбулатова "Атай икмәге" хикәйәләр йыйынтығы - был хикәйәләрҙе уҡып, геройҙар менән бергә илайһың да, ҡыуанаһың да. Китапҡа исем биргән хикәйәне уҡығанда һуғыш ваҡытындағы тыл тормошо, өлкәндәр менән бер ҡатар ауырлыҡтарҙы күтәргән балалар яҙмышы тураһында беләһең.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

"Киске Өфө" гәзитенән
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән тәҡдимдәр, ниһайәт, күбәйә башланы. Тиҙ арала һәр быуын башҡорто уҡырға тейешле китап/әҫәрҙәр исемлеген гәзит уҡыусылар, һеҙҙең ярҙам менән теүәлләп, билдәләп бөтөрбөҙ, моғайын.

32. Рәми Ғарипов "Алырымҡош менән Бирмәмҡош", йыйынтыҡ. "Был шағир кеүек Башҡортостанына, үҙ халҡына, туған теленә, халҡының зар-моңона булған һөйөүен бүтән бер нәфис һүҙ оҫтаһы ла йөрәк түренә инерлек итеп яҙа алмағандыр, минеңсә", - тип яҙа Баймаҡ районынан Гөлдәр Әлибаева.

33. Рәсимә Ураҡсина "Башҡортостаным - йәннәтем" шиғырҙар йыйынтығы.

"Рәсимә Ураҡсинаның был китабы балаларҙы ғына түгел, ололарҙы ла һоҡландырыр, уйландырыр, башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыр һәм иғтибар арттырыр", - тип тәҡдим итә Баймаҡ районынан Гөлдәр Әлибаева.

34. Иҙрис Ноғоманов "Әсәйгә бүләк" хикәйәләр йыйынтығы. "2008 йылда З. Биишева исемендәге Китап нәшриәтендә донъя күргән матур йыйынтыҡта онотолмаҫ бала саҡ хәтирәләре, үҫмерҙәр өсөн хикәйәләр тупланған. Ябай ғына күренештәр ҙә төрлө хис-тойғолар уятып, тормош маҡсаты, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә", - тип яҙа Ләйлә Нөғәмәнова.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

"Кисске Өфө" гәзитенәнЯҘЫУСЫ ВАЗИФАҺЫ - УЛ РУХ ҺАҒЫНДАҒЫ ЯУГИР

1993 йылда Мәскәүҙә "Русский язык" нәшриәтендә донья күргән "Башҡорт теленең һүҙлеге"н ҡарап ултырам. Яңы ғына тупһабыҙ аша аяҡ баҫҡан йылыбыҙ - әтәстеке. Йылыбыҙға исем биргән йән эйәһенә һүҙлек бына ниндәй ҡылыҡһырлама бирә: "Тауыҡтар ғаиләһенә ингән оҙон дуға ҡойроҡло, ҙур ҡыҙыл кикерекле, типке тырнаҡлы ата енесле ҡош; тауыҡтың ата енеслеһе". Көндәлек һөйләштә киң ҡулланылған, мәғәнәһен күпселек яҡшы аңлаған "Көҙгө әтәс" лаҡабын да ҡарайым. Һүҙлек буйынса был лаҡап "көс-ғәйрәтен күрһәтеп, шәп булып ҡыланған" кешегә ҡарата әйтелә.

Төптән уйлап ҡарағанда, был лаҡап ерҙә йәшәгән ете миллиардтан ашыу кешенең һәр береһенә лә ҡағыла. Әммә мин, теманы тарайтып, һүҙемде Башҡортостан Яҙыусылар берлегенә йүнәлтмәксемен. Сөнки 1994 йылдан ошо абруйлы йәмәғәт ойошмаһының ағзаһы булараҡ, һуңғы йылдарҙа унда барған тарҡалыу процесы күңелде ҡыра, зиһенде ҡайната.
Былтыр 25 декабрҙә баш ҡаланың Актерҙар йортонда үткән йыйылышта ойошма етәксеһе драматург Наил Ғәйетбайҙың, секция етәкселәренең отчеттарын тыңланыҡ. Сығыш яһаусылар йылдан-йыл ҡабатланған исем-шәрифтәрҙе телгә алыу, әҙәби процесты байҡау һәм баһа биреү менән генә сикләнде. Артабан Яҙыусылар берлеген 2 йылдан ашыу етәкләгән Наил Ғәитбай үҙ теләге менән эштән китеүе тураһында белдерҙе. "Һаулыҡ ҡаҡшаны" тигән классик сәбәп менән… Йыйылышта яңғыраған тағы бер хәбәр мөһимерәк, әлбиттә, сөнки ул киләсәккә, Башҡортостан яҙыусыларының иртәгәһенә ҡағыла: идара ағзаларының ҡарары менән 2017 йылдың мартынан да ҡалмай Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең сираттан тыш ҡоро уҙғарыласаҡ. Ҡорға әҙерлек эштәрен, уставҡа үҙгәрештәр индереүҙе рәйес вазифаһын башҡарыусы итеп альтернатив һайланған (дәғүәсеһе Айҙар Хөсәйенов) Зәки Әлибаев атҡарасаҡ.
Мин йыш ҡына бик ауыр, хәл иткес йылдарҙа Яҙыусылар берлеген етәкләгән Динис Бүләковты ихтирам менән иҫкә алам. 1995 йылдың майында әхирәткә күскән Динис Мөҙәрис улы, ҡыйыу "әтәстәрсә" алышып, ойошманың берҙәмлеген, абруйын һаҡлап ҡалды, матди хәлен яҡшыртты. Ул замандарҙа яҙыусы һүҙе ифрат ауыр тартты, уҡыусы күңелен генә түгел, ҙур-ҙур ишектәрҙе лә еңел асты. Шуға ла Яҙыусылар ойошмаһын Динис Бүләковтан һуң етәкләгән халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа был вазифаны атҡарыу сағыштырмаса еңелерәккә тура килде, ул БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп тә һайланды.
Һуңғы 20 йыл кешелекте технологик үҫеш менән матди бейеклектәргә күтәрһә, интернет ярҙамында мәғлүмәт һаҙлығына батырҙы. Йәғни, интернеттағы мәғлүмәттең, иң-иң матур, аҡыллы һүҙҙәрҙең бик йыш һабын ҡыуығы булыуы, шуға өҫтәп, күпселек сәйәсмәндәрҙең дә күрәләтә күҙ буяуы хәҡиҡәти һүҙҙең, шулай уҡ яҙыусы һүҙенең дә бәҫен төшөрҙө.
Был бәлә, әлбиттә, кешелек цивилизацияһыныҡы. Әммә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелектең рухи таянысы булған яҙыусыларҙы, шулай уҡ Башҡортостан яҙыусыларын да урап үтмәне. Был хаҡта, бәлки, кемдер анығыраҡ фекер йөрөтөр, хәлде анализлар, ә минең әйтәһе һүҙем икенсерәк юҫыҡта. Һанаулы ғына өс ай ваҡыт үтер ҙә китер, ҡышҡы буранлы, борма юлдар буйлап тағы баш ҡалаға йыйылырбыҙ. Тик яҙыусылар ҡорон буш һүҙ һөйләп һәм тыңлап, ярым йоҡоло хәлдә үткәрергә хаҡыбыҙ юҡ. Минең төҫмөрләүемсә, үтә лә мөһим мәсьәлә булып түбәндәгеләр тора:
- Яҙыусылар берлеге власть өсөн көрәшә торған урын түгел. Яңғырауыҡлы булһа ла, ҡабатлайыҡ - яҙыусы рух һағында торған яугир. Тәрән борсолоу менән күпме яҙыусыларҙың сәйәси ҡорбан булғанын беләбеҙ. Был исемлеккә түрәлек өсөн көрәш ҡорбандары инмәй, әлбиттә.
- Яҙыусылар берлегенең, уның ағзаларының мөһим бурысы - власть менән халыҡ араһын яҡынайтыу. Түрәләргә ҡаршы тороп, уларҙы тик тәнҡитләп кенә халҡыңа хеҙмәт итеп булмай. Вертикаль милли идея - ул бөгөнгө көн талабы. Яҙыусы, түрә, халыҡты өс кимәлдәге ҡатлам итеп ҡабул итеү - хата. Беҙ берҙәм булырға тейешбеҙ.
- Яҙыусы - һүҙ оҫтаһы, шуға ла һүҙ менән үтә лә һаҡ эш итергә бурыслы. Яҙыусылар берлегенең һәр ағзаһы, һүҙ менән һаҡ эш иткән кеүек, бер-береһен дә һаҡларға һәм яҡларға бурыслы. Беҙҙең көс - берҙәмлектә.
- Яҙыусыларҙың сираттағы етәксеһе итеп XXI быуат телен һәм холҡон, уның үҙенсәлеген, шулай уҡ милли менталитетты аңлаған һәм һаҡлаған шәхесте һайларға кәрәк. Беҙгә "көҙгө әтәстәр" кәрәкмәй.
Шулай итеп, бына шундай фекерҙәремде еткерергә булдым ҡәләмдәштәргә. "Киске Өфө" баҫмаһы майҙан бирә икән, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең яҙыусы шөғөлө, вазифаһы, фиғеле тураһында, ойошмабыҙ эшен йәнләндереү, уны халҡыбыҙҙың рухи таянысына әйләндереү хаҡында фекер алышайыҡ.

Тимер НИӘТШИН.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

"Киске Өфө" гәзитенән
ӘСӘ ТЕЛЕ БЕЛЕРМӘНДӘРЕ БӘЙГЕ ТОТТО
Ошо көндәрҙә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнгән балалар төбәк-ара олимпиадаға йыйылды. Ярышта туған теленә битараф булмағандар һәм республиканың дәүләт телен теләп өйрәнеүселәр ҡатнашты.

Был олимпиада республиканың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән уҡыусылар өсөн күптән инде рухиәт байрамына әйләнгән сараларҙың береһе. Быйыл ошо күркәм ярышта бөтәһе 269 бала ҡатнашты, шулар араһынан 13 уҡыусы Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән килгәйне. Быйылғы төбәк-ара олимпиаданың шарттары Бөтә Рәсәй олимпиадаһына яраҡлаштырып үҙгәртелгән. Элек уҡыусылар инша яҙып, викторина һорауҙарына яуап биреп, шиғыр һөйләп һәм жюри ағзалары һорауҙарына яуап биреп ярышһа, хәҙер тексҡа тулы анализ яһарға, тест һорауҙарына яуап бирергә һәм инша яҙырға бурыслы булып сыҡты. Яңы шарттар буйынса барлыҡ эштәр яҙма рәүештә башҡарылды. Уҡыусыларын ярышҡа алып килеүсе педагогтар был шарттарҙы ыңғай баһалап, төбәк-ара олимпиаданы яңы кимәлгә күтәреүсе факторҙарҙың береһе, тип билдәләне.
- Быйылғы олимпиаданың шарттары менән тулыһынса ризабыҙ, сөнки был башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына ла тап килә. Әҙәбиәт буйынса әҫәрҙәргә тулыһынса анализ яһала, әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен, ижадын белеүгә, идея-йөкмәткеһен асыуға иғтибар бүленә. Башҡорт теле буйынса ла уҡыусының фонетик, морфологик, лексик анализдар эшләй белеүе тикшерелә. Инша темаларының да төплө уйланған һәм төрлө булыуын билдәләр инем. Бында белем, грамоталылыҡ талап ителеүе күренеп торҙо, - тине тәьҫораттары менән бүлешеп Әбйәлил районы Асҡар ауылы 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова.
Олимпиадаға килгән уҡыусылар менән әңгәмәләшкәндә баш ҡаланы, Рәми Ғарипов уҡыған гимназия-интернатты күреүенә, яңы дуҫтар табыуына ҡыуанысын белдермәй ҡалған кеше булманы. Ысынлап та, был ярыш бик күп аҡыллы, тырыш һәм белемле балалар өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Улар бында бер-береһенә ҡарап сәмләнеп, олимпиаданы ойоштороуҙа ярҙам иткән Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары менән аралашып, билдәле шәхестәр менән осрашып, Өфөнөң иҫтәлекле урындарына экскурсияларға йөрөп, рухланып ҡайта.
"Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының ятағында йәшәнек һәм бында беҙҙе бик йылы ҡабул иттеләр, тәмле итеп ашаттылар. Бик ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыҡ, Салауат Юлаевтың һәйкәлен барып күрҙек, төрлө яҡтан килгән йәштәштәрем менән таныштым. Барыһы ла оҡшаны", - ти Баймаҡ районы Ниғәмәт мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Әлфиә Ильясова.
Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө Башҡорт лицей-интернатының 10-сы синыф уҡыусыһы Илназ Әхмәтшин олимпиаданың баш ҡалала үткән этабында икенсе тапҡыр ҡатнаша һәм призлы урын яулай. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән башланғыс синыфтарҙан уҡ ҡыҙыҡһына башлауы, бик күп конкурстарҙа һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
Ғәҙәттәгесә, милли мәктәптәрҙә белем алыусы уҡыусылар, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр, сит өлкәләрҙән килгән ҡатнашыусылар араһында еңеүселәр айырым билдәләнде. Милли мәктәптәрҙең туғыҙынсы синыф уҡыусылары араһында беренсе урын алыусы Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбе уҡыусыһы Гөлфиә Килсенбаева ярыштан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
"Төбәк-ара олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнашам, ә район кимәлендә етенсе синыфтан алып беренселекте биргәнем юҡ әле. Бишенсе синыфта "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын ятлау буйынса республика кимәлендә ярыштым һәм шунда туған телемде нисек яратыуымды аңланым. Шуға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәтебеҙ менән бәйле ярыштарҙа гел ҡатнашып киләм. Был юлы олимпиаданың иң ауыр өлөшө минең өсөн тексҡа тулы анализ яһау булды, сөнки текстың мәғәнәһенә төшөнөп, уйлап эшләргә кәрәк ине. Бөтә эштәр ҙә беҙ мәктәп программаһы буйынса үткән темаларға ҡағылышлы төҙөлгән, уҡып килгән кеше йәтеш кенә итеп яуап бирә алырлыҡ ине. Билдәле шәхестәр менән осрашыу олимпиаданан ҡалған бик матур хәтирәләрҙең береһе буласаҡ, бер осрашыуҙа БДУ профессоры Мирас Иҙелбаев, һәр берегеҙ беҙҙең юғары уҡыу йортона уҡырға инерлек балалар, тип күңелебеҙҙе күтәреп ебәрҙе..."
Шулай итеп, бәйгенең төп еңеүсеһе - ун беренсе синыф уҡыусылары араһында беренселекте яулаусы Азалия Ҡорбанова. Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы уҡыу алдынғыһы, бөтә предметтар буйынса ла тик бишлеләргә генә өлгәшеүсе ҡыҙ. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү яулармын тип уйламаным, әммә йыл дауамында уҡытыусым Луиза Яфаева менән тырышып әҙерләндек. Бына тағы бер тапҡыр тырышлыҡ, эшеңде яратып башҡарыу һөҙөмтәле булыуына ышандым. Туған телемде белеүемә ҡыуанам, ул сит телдәрҙе өйрәнгәндә лә ярҙам итә: өндәрҙе дөрөҫ әйтә белмәү тигән төшөнсә миңә таныш түгел", - ти Азалия Ҡорбанова. Ул киләсәктә Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультеты студенты булырға һәм журналист-тәржемәсе һөнәрен үҙләштерергә хыяллана.

Сәриә ҒАРИПОВА
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Всего в конкурсе «Учитель года столицы Башкортостана - 2016» принимают участие 66 педагогов по 13 предметам. Среди них – 17 молодых. 22 учителя станут участниками конкурса «Учитель года башкирского языка и литературы столицы Башкортостана», 3 учителя - конкурса "Учитель года татарского языка и литературы столицы Башкортостана" Им предстоит пройти три этапа испытаний: Городской конкурс пройдет в 3 тура:
Первый тур - заочный – «Интернет - ресурс».
Второй тур - очный - проходит в два этапа:
1 этап - «Методический семинар»;
2 этап - «Учебное занятие».
1 этап второго тура «Методический семинар».
2 этап второго тура «Учебное занятие» (урок и самоанализ учебного
занятия).
Третий тур очный - проходит в 3 этапа.
1 этап – «Мастер-класс».
2 этап – «Образовательный проект».
3 этап – «Круглый стол»
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»