Методические рекомендации

Ответить
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методические рекомендации

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

http://bashgazet.ru/kultura/22166-mldge ... -keek.html
Мәҫәлдәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош кеүек...
22-04-2016, 05:17 // Телгенәм - бергенәм // Баҫып сығарырға
Мәҫәлдәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош кеүек... Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади өлкәлә әленән-әле бығаса күрелмәгән хәл-ваҡиғалар, фәндә яңы асыштар булып тора, шуға ла уларға атама биреү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Йәмғиәттә туҡтауһыҙ барған реформалар, үҙгәрештәр йоғонтоһонда телдә яңы һүҙҙәрҙең пәйҙә булыуы һуңғы бер нисә тиҫтә йылда көсәйеп китте.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле­нең лексик ҡатламы айырыуса матбуғат баҫмалары һәм киң мәғлүмәт саралары (радио, теле­видение, Интернет) аша таралған яңы терминдар иҫәбенә байый бара. Әммә уларҙың телебеҙҙә ерегеп китеүе дөрөҫ тәржемә ителеүгә лә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән борсолоу тыуҙырған мәсьәләләр бар әле.
Хикмәт шунда: радио, телеви­дение, гәзит һәм журнал хеҙ­мәткәрҙәре генә түгел, хатта баш­ҡорт теле уҡытыусылары ла хасил булған урыҫса яңы терминды “етәкселектең үтенесе буйынса” йәки үҙ белдеге менән башҡорт­саға ауҙарырға әүәҫләнеп китте. Һүҙҙең мәғәнәһенә ныҡлап тө­шөн­мәйенсә, башҡа ҡәрҙәш тел­дәрҙә уның һынланышын асыҡ­ламайынса, ахыр килеп, Хөкүмәт кимәлендә тейешле ҡарарҙың сыҡҡанын көтмәйенсә, ашыҡ-бо­шоҡ “әүәләнгән” һүҙҙәрҙе донъя­ға таратыу дауам итә. Киң мәғлү­мәт саралары һәм матбуғат баҫ­малары аша меңәрләгән кешенең аңына барып еткән өр-яңы тер­минға фатиха биргән белгестәр иңенә ғәйәт ҙур бурыс алғанын онотоп ебәрә, ахыры. Тәржемә өл­кә­һендә ашығыуҙың, был мәсь­ә­­ләгә еңел-елпе ҡарау­ҙың, тел ҡанундарын һанламау­ҙың күңел­һеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал.
Шуны билдәләмәү мөмкин түгел: уҙған быуат аҙағында теле­беҙгә дәррәү килеп ингән мәҙә­ниәт (культура), сәйәсәт (поли­тика), иҡтисад (экономика), рә­йес (председатель), хакимиәт (администрация), ҡуртым (аренда), шифахана (санаторий), дауа­хана (больница), әүҙем (актив), кө­йәр­мән (болельщик) кеүек һүҙҙәр лексик ҡатламды бер ни тиклем тулыландырҙы. Ләкин про­мышленность һүҙенең сәнә­ғәт булып китеүе менән киле­ше­үе ауыр. Уның сәнғәт (искусство) һүҙе менән ауаздаш булыуы, уларҙың бер төрлөрәк әйте­леүе арҡа­һында радио тыңлау­сы­лар һәм телевизор ҡараусылар дикторҙың телмәрен аңғарып ет­мәй һәм йыш ҡына аптырашта ҡала.
Ғөмүмән, урыҫ теленән йәки уның аша бүтәндәрҙән үҙләште­релгән барлыҡ һүҙҙәрҙе лә баш­ҡортсаға ауҙарырға маташыу – ҙур хата. Кемгәлер оҡшамай тип, бәғзе һүҙҙәрҙән ваз кисә алмай­быҙ. Был тәңгәлдә парикмахерская һүҙенә туҡталып китеү кә­рәк­тер. Ул тиҫтә йыл самаһы элек кинәт бөҙрәханаға әүерелеп ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә ҡала, район үҙәк­тәрендә ошо һүҙ яҙылған ал­таҡ­талар пәйҙә булды, тик бөҙ­рә сәслеләрҙең иҫәбе генә артма­ғандыр. Иң ҡыҙғанысы шул – бө­гөн бер кем дә: “Мин бөҙрә­ханаға барып киләм әле”, – тип хәбәр һөйләмәй.
Шул уҡ ваҡытта матбуғат бит­тәрендә, киң мәғлүмәт сараларында рейтинг, спикер, форум, электорат, муниципалитет, инвестор, грант, субсидия, продюсер, коллектор, ватсап, модератор, тренд, эксперт кеүек һүҙҙәр менән мауығыу туған телебеҙҙең бәҫен төшөрә. Мәҫә­лән, бер нисә йыл элек праймериз тигән термин килеп керҙе. Инглиздәрҙә ул “алдан һайлау”, “тәүге һайлау”, “алдан тауыш биреү” тигән мәғәнәне аңлата, урыҫ телендә иһә “смотрины” һүҙенә һәм “внутрипартийный отбор” һүҙбәйләнешенә яҡын. Яңы терминды “Башҡорт­ос­тан” гәзите алдан һайлау тип яҙһа, радио менән телевидение праймериз тип әйтеүҙе хуп күрҙе.
Башлыса АҠШ президентын һайлау алдынан ойошторолған был демократик сара ике партия эсендә үткәрелеп килә, праймеризда еңгән кандидаттар ил башлығын һайлау этабына сыға. Тәжрибәне беҙгә индереү, әл­биттә, сәйәсмәндәрҙең эше, ләкин уға урыҫ телендә атама таба алмау аптырата. Һуңғы йылдарҙа бит ил етәкселеге лә сит-ят һүҙ­ҙәрҙең күбәйеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Был хаҡта беҙ ҙә оно­торға тейеш түгел – туған телебеҙ ҡапҡаһын осраҡлы һәр терминға шар асып ҡуймаһаҡ ине.
Яңыраҡ ”Юлдаш” радиоһында Сүриәләге хәл-ваҡиғаларға бәйле “һуғышман” тигән яңы һүҙ ишетелеп ҡалды. “Боевик”тың ауҙар­маһымы был? Минеңсә, тәржемә бигүк уңышлы түгел, бәлки, яугир тип алыу отошлораҡтыр.
Юғарыла килтерелгән миҫал­дар – ашығыу, “үҙешмәкәрлек” бәләһе.
Ваҡытлы матбуғат биттәрендә күҙәтелгән орфографик сыбар­лыҡ та, моғайын, күптәрҙә риза­һыҙлыҡ тыуҙыралыр. Туған теле­беҙҙә электән ҡулланылып та, төрлөсә яҙылған һәм әйтелгән ғалим – ғалимә, әҙип – әҙибә, ша­ғир – шағирә, сәсән – сәсәниә, табип – табибә һүҙҙәренең ҡа­тын-ҡыҙға ҡарата ниндәй вариантын һайларға? Әлбиттә, беҙҙә урыҫ телендәге кеүек “род” кате­го­рия­һы (мужской, женский) юҡ. Был осраҡта телдең төп хужа­һы үҙ фекерен әйтергә тейештер. Ә ул – халыҡ. Тимәк, нисек һөй­ләр­гә һәм яҙырға күнек­кәнбеҙ – һүҙ нәҡ шулай булырға тейеш тә. Халыҡ бит “ғалим Миңһылыу Усманова”, “әҙип Таңсулпан Ғари­по­ва”, “шағир Тамара Ғәниева”, “сәсән Розалия Солтангәрәева”, “та­бип Мәхмүзә Ғәйнуллина” тимәй.
Матбуғат баҫмаларында һәм киң мәғлүмәт сараларында айырым һүҙҙәрҙе (Россия – Рәсәй, рус – урыҫ, газета – гәзит һ. б.) ике вариантта ҡулланыу осрағы ла бар. Гәзит йәки журналдың бер үк һанында (хатта бер үк мәҡә­ләлә!) ошо һүҙҙәрҙең ике төрлө яҙылыуын нисек аңларға? Әллә ҡабатланыу булмаһын өсөн синоним рәүешендә файҙала­нырға тырышыу ғәләмәтеме? Бының сәбәбе бик ябай: журналистар ҙа әлеге һүҙҙәрҙе нисек яҙырға белмәй ҡаңғыра. Хатта бер нәшриәттә байтаҡ йылдар элек башта “Русса-башҡортса һүҙлек” сығарыл­ғай­­ны, артабан “Урыҫса-башҡортса һүҙлек” нәшер ителде.
Ғөмүмән, башҡортсалашты­рып яҙыу-әйтеү телебеҙҙә уҙған быуаттарҙа күҙәтелгән күренеште сағылды­ра (мәҫәлән, Москва – Мәскәү, Оренбург – Ырымбур, са­мовар – самауыр, гармонь – гар­мун, кровать – карауат һ. б.), йәғни урыҫ теленән йәки уның аша башҡаларҙан кергән һүҙҙәр фонетик һәм грамматик йәһәттән нисек үҙгәртелеп ҡабул ителгән булһа, шулай яҙылып килде. Хәйер, башҡорт нисек һөйләй – шулай яҙа тигән фекер юғарыла әйтелгәнде ҡеүәтләй ҙә инде.
Әммә бөгөн Россия – Рәсәй, рус – урыҫ, газета – гәзит кеүек һүҙҙәрҙең ҡайһы варианты әҙәби норма булырға тейеш һуң? Әллә икеһе лә (әйтәйек, фәнни, рәсми, публицистик кеүек стилдәрҙә) йәшәүгә хоҡуҡлымы? Улай булһа, башҡортса “Москва – Россияның баш ҡалаһы”, “Республика Башкортостан” газетаһы русса сыға” тип яҙа һәм һөйләй башларға те­йеш­беҙме? Матур яңғыраймы? Нисек кенә булмаһын, үткән бы­уаттарҙа урыҫ һүҙҙәре баш­ҡорт­тоң тел мөхитенә килеп эләгеп, артабан фонетик йәһәттән яраҡ­лашып, һөйләү аша әҙәби теле­беҙ­ҙә иркен урын алған икән, ХХI быуатта ла ошондай уҡ процесс барырға тейеш түгелме?! Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, телсе ғалим­дары­быҙ был мәсьәлә буйынса ла үҙ фекерен әлегәсә өҙөп кенә әйткәне юҡ.
Йәнә бер миҫал: берәйһе “Банкыға барып килергә ине” тип әйтәме? Гәзит-журнал, радио-телевидение ошолай яҙырға һәм һөйләргә мәжбүр. Ни өсөн ти­гән­дә, 1981 йылдың 22 октябрендә БАССР Юғары Советы Президи­у­мының ҡарары менән үҙгә­рештәр һәм өҫтәмәләр индерелеп раҫ­лан­ған башҡорт әҙәби теле ор­фог­рафияһы шуны талап итә. “Банк­ка барып килергә ине” тип әйтеү ҙә, яҙыу ҙа һәйбәтерәк тү­гелме ни? Халыҡ нәҡ шулай тип һөйләй ҙә. Әйткәндәй, татар телендә был һүҙ ошо формала ҡулланыла.
Тағы бер һүҙҙең дөрөҫ яҙы­лышына туҡталып үтәйек: үҙ аллы, үҙаллы. Әле ул матбуғат баҫмаларында ошолай ике төрлө яҙыла. Ҡайһы вариант дөрөҫ һуң? Әлбиттә, дөрөҫө – үҙ аллы, тиер күптәр. Шул уҡ ваҡытта, ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһындағы ҡағиҙәгә ярашлы, “ике һүҙҙең һәр береһе үҙ мәғә­нәһен һәм ике аралағы мәғәнә мөнәсәбәтен һаҡлағанда” ҡушма һүҙ айырып яҙыла. Үҙ, ярай, аңлашыла, ә бына аллы нимәне аңлата һуң? Әйткәндәй, шул уҡ татар телендә был һүҙ үҙаллы тип яҙыла. Эйе, башҡорт теленең орфографияһына ҡағылған бындай сатаҡлыҡтар тураһында уйланырға урын бар.
Хәҙерге башҡорт әҙәби телен­дә, атап әйткәндә, уның публицистик стилендә урын алған айырым кәмселектәргә ғалимдарҙың һәм йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында “Баш­ҡорт­ос­тан” гәзите әҙәби тел тари­хы, терминология, тәржемә һәм стилистикаға бәйле байтаҡ мәсьә­ләләрҙе күтәреп сыҡты. З.Ә. Нурғәлин, Р.З. Шәкүров, Р.Ғ. Аҙнағолов, Ә.М. Аҙнабаев, М.Ғ. Усманова кеүек ғалимдар­ҙың, шулай уҡ журналист Рәшит Үтәев, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешеваның мәҡәләләре күп­тәр­ҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бынан тыш, редакцияла ғалимдар һәм башҡорт баҫмалары, радио, теле­видение етәкселәре менән бер­лектә үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”­дәрҙә лә хәҙерге башҡорт әҙәби теленең лексик нормалары, тәр­жемә эше хаҡында төплө фекер алышыу ойошторолдо. Ошо уҡ редакцияла филология фән­дә­ре докторы, профессор И.Ғ. Ғәлә­үетдинов етәкселегендә Термино­логия хеҙмәтенең эшсе төркө­мө ике ултырыш үткәрҙе, унда яңы терминдар, шулай уҡ яңы һүҙлек­тәр тураһында ентекле һөйләшеү булды.
Былар хаҡында әйтеп үтеүҙең хикмәте шунда: бер быуат сама­һы элек үк дәүләт статусына эйә булған башҡорт теленә ҡағы­лыш­лы һәр мәсьәлә бик етди ҡаралырға тейеш, тимәк, тәржемә эшендә лә “үҙешмәкәрлек”кә юл ҡуйырға ярамай. Хәҙерге баш­ҡорт әҙәби телен осраҡлы һүҙ­ҙәрҙән ҡурсалауҙа, уның камил­лығын һаҡлауҙа һәм лексиканы яңы табыштар менән байытыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы “Баш­ҡортостан Республикаһы халыҡ­тарының телдәре тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу комис­сияһының Терминология хеҙмәте бөгөн дә ҙур роль уйнарға тейеш. Ер-һыу атамалары, урам исем­дәре һәр ваҡыт ныҡлы иғтибар талап итә, шулай булғас, Топони­мик хеҙмәткә лә үҙ эшен әүҙем­ләштерергә кәрәктер. Улар тара­фы­нан тикшерелеп раҫлан­ған яңы һүҙҙәр, атамалар даими рә­үештә матбуғат баҫмаларында донъя күрһә, был башҡорт теле­нең туҡтауһыҙ үҫеүен, камиллашыуын дәлилләгән күренеш булыр ине.
Хәҙерге башҡорт әҙәби теле даирәһендәге ошо һәм башҡа сете­рекле мәсьәләләр (мәҫәлән, күплек ялғауҙарының “лар” фор­маһын ҡулланыу-ҡулланмау) бик күптәрҙе бор­сойҙор. Иң насары шул: бөгөн Кры­лов мәҫәлендәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош ише йөктө төрлө яҡҡа тартабыҙ – бер үк тер­минды йәки һүҙҙе гәзит-журналдар – бер, нәшриәттәр – икенсе, радио-телевидение өсөнсө төрлө ҡуллана. Кемгә һәм нимәгә ышанырға?
Был йәһәттән, моғайын, баш­ҡорт теле уҡытыусылары иң ауыр хәлдә тороп ҡалғандыр. Улар балаларға һүҙҙең дөрөҫ яҙы­лы­шын нисек аңлатырға тейеш һуң? Уҡытыусының төп таянысы – дәреслек, тиерһегеҙ. Юҡ шул, мәктәп уҡыусыларына бөгөн киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат баҫмалары ла әҙме-күпме ғилем бирә – ысынбарлыҡта һүҙҙәрҙе ҡулланыу торошона яһалған ҡыҫ­ҡаса байҡау ошо хаҡта һөй­ләй. Күркәм туған телебеҙ баҡ­саһын ҡыйҙан таҙартырға, хә­ҙер­ге башҡорт әҙәби теле нормаларын, уның орфографияһын (әйт­кән­дәй, 1924 – 1981 йылдарҙа уға биш тапҡыр үҙгәреш һәм асыҡ­лыҡ индерелгән) бер ни тиклем камиллаштырырға ваҡыт етмәне­ме икән? Норма ҡатып ҡалған кү­ренеш түгел. Тел даими үҫергә тейеш, уны бығауҙа тотор­ға хаҡы­быҙ юҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Нияз СӘЛИМОВ,
филология фәндәре кандидаты.
Г.Регина
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 04 окт 2016, 13:30

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Регина »

Курстың йомғаҡлау рефлексияһы
Курста ҡатнашыусы һәр берегеҙ шәхсән үҙ яуабын яҙа. Һорауҙарға мөмкин тиклем тулы итеп яуап биреүегеҙ һорала:
1. Минең өсөн курстарҙың төп һөҙөмтәләре булып материалды яңынан ҡабатлап үттем. Курстарҙы алып барыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәһем килә. Улар ебәрәгн лекциялар, видеолекциялар, документтар эштәрҙе башҡарғанда ҙур ярҙам итте.
2. Башҡорт телен уҡытыуҙа күп алымдар, материалдар. Бөтәһен дә отошло итеп ҡулланырға кәрәк.
3. Курс башында ҡуйған маҡсаттарыма тулыһынса ирештем. Бөтә эштәрҙе башҡарғанда лекциялар, инструкциялар һ.б. материалдар ҙур ярҙам итте. Маҡсаттарға ирешеүҙә ҡаршылыҡтар тыуманы. Бөтә эштәр аңлайышлы булды, инструкцияға таянын эштәрҙе башҡарҙым.
4. Мин үҙ эшемде яратам, башҡорт телен яратам. Балаларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү тойғоһон тәрбиәләйем. Шуның өсөн курс барышында хис-тойғоларымдың, тәъҫораттарымдың үҙгәреш динамикаһы бер тигеҙ барҙы.
5. Һеҙҙең өсөн бик мөһим тип һанаған материалдарға үҙ фекерегеҙҙе еткерегеҙ:
а) Теорияны ҡабатлап, контроль эштәрен башҡарҙым.
б) Үҙ аллы өйрәнеү өсөн материалдар ҙа минең өсөн мөһим.
6. Дәрестәрҙе компьютер ҡулланып үткәреүҙе дауам итергә, балаларҙы башҡортса яҙырға, уҡырға, фекер алышырға, йырларға өйрәтеү.
7. Дәрестәрҙе заманса үткәреү, дидактик материалдарға таянып эшләү.
8. Дәрестәрҙә электрон дәреслектәрҙе ҡулланыуҙы дауам итергә.
9. Башҡорт теле буйынса аҙналыҡ үткәреү. Район күләмендә конкурстарға баларҙы әҙерләү.
10. Еткерергә теләгән теләктәрем:
а) үҙемә сәләмәтлек, уҡыу йылында уңыштар, сабырлыҡ, тәрбиәле уҡыусылар теләйем.
б) коллегаларыма сәләмәтлек, уҡыу йылында уңыштар, сабырлыҡ, тәрбиәле уҡыусылар теләйем.
в) курс буйынса ситтәге коллегаларыма сәләмәтлек, уҡыу йылында уңыштар, сабырлыҡ, тәрбиәле уҡыусылар теләйем.
г) курс етәкселәренә сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар, сабырлыҡ, ғайлә бәхете теләйем.
tatlibai@mail.ru
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 27 сен 2016, 16:59

Re: Методические рекомендации

Сообщение tatlibai@mail.ru »

«Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ», тигәндәй, әгәр ҙә беҙ йәш быуындың туған телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын, ихтирамын юғалтырға теләмәһәк, заманса технологияларҙан артта ҡалырға тейеш түгелбеҙ, яңы алымдар ҙа ҡулланыу кәрәк.
Шулай итеп, милләт характерын тәрбиәләү - оҙайлы һәм бик ҡатмарлы, ауыр эш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ педагогикаһы алымдарын ҡулланмай эшләүҙе күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Халыҡ ижадын файҙаланыу һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереүҙә иң көслө сараларҙың береһе булып тора .
Туған тел дәрестәренең сифатын күтәреүҙә, балаға белем һәм тәрбиә биреүҙә халыҡ педагогикаһының роле ифрат ҙур. Шуға күрә, дәрестәремдә халыҡ педагогикаһы алымдарын киң ҡулланыу өсөн компьютер технологияларына мөрәжәғәт итеү бик отошло, тип уйлайым.
Шуны ла әйтергә кәрәк: йәмғиәт өсөн еңел булмаған, яңы һәм уғата ҡатмарлы шарттарҙа уҡытыу, тәрбиә эшенең мөһим бурыстарының береһе – уҡыусыларҙа тыуған республикаға, туған халҡына, тәбиғәтенә оло мөхәббәт, уны матди, рухи донъяһын байыҡтырырға ынтылыш, халыҡтың милли үҙаңын уятыу, заман ҡуйған проблемаларҙы хәл итеү кеүек мәсьәләләр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын бигерәк тә борсой. Һәр дәрес баланың ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Бының өсөн уҡытыусыға өлгөрлөк тә, заман һулышын тойоп, дөрөҫ йүнәлеш, ғәҙел баһа биреү ҙә кәрәк.Ҡуйылған бурысты тормошҡа ашырыу йәһәтенән туған тел уҡытыусылары өсөн заманса технологиялар, интернет алыштырғыһыҙ ярҙамсы булып тора.
Үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм телен белгән шәхес башҡа милләт, халыҡтарҙың яҙмышына, тарихына ихтирам менән ҡарай һәм уны хөрмәт итә . «Телен хөрмәтләгән халыҡ хөрмәтле булыр» - тигән халыҡ мәҡәле менән тамамлағым килә.
narkasik1
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 19 сен 2016, 17:16

Re: Методические рекомендации

Сообщение narkasik1 »

Һаумыһығыҙ коллегалар! Компьютер технологиялары беҙҙең эшебеҙҙе киңәйтә, тулыландыра, байыта. Уҡытыусылар,ҡһеҙҙе яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым! Ижади уңыштар, һаулыҡ һәм бәхет теләйем.
Rauf
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 24 сен 2016, 13:35

Re: Методические рекомендации

Сообщение Rauf »

Гульшат Жавдатовна Лукманова.
Һаумыһығыҙ, хәйерле кис, коллегалар! Мәктәптә уҡыусыларҙың уҡыу тиҙлектәренең йылдан йыл хөртәйә барыуы һәр кемгә мәғлүмдер. Компьютер технологияһының, БДИ -ның яҡшы яҡтары күп булған кеүек, кире яғы ла етерлек шул. Был хәл балаларға йоғонто яһамай ҡалмай. Бынан 5 -6 йыл элек кенә уҡыусыларым әҙәби китаптарҙы ҙур теләк менән уҡыйҙар ине. З. Биишева, Һ. Дәүләтшина, Ә. Хәкимов, Н. Мусин, Я. Хамматов, Ғ. Хөсәйеновтарҙың романдарын, трилогия, пенталогияларын тулы килеш уҡып, фәнни -ғәмәли конференцилар үткәрә торғайныҡ. Дәрестәрҙә уҡыусыларым ҡыҙып - ҡыҙып бәхәсләшә, үҙ фекерҙәрен белдерәләр ине. Бына ошо күренеш һуңғы йылдарҙа һүлпәнәйә барғанға һәләк эсем боша ине. Уҡыусыларым әҙәби әҫәрҙәрҙе күберәк уҡыһын өсөн, ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында, хәҙер мин былай эшләйем: дәрестә үҙемә оҡшаған әҫәрҙең ҡыҙыҡлы урынын күпмелер уҡып ишеттерәм, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам. Шуан улар үҙҙәре китапхананан әҫәрҙе алып уҡыйҙар, ҡыҫҡаса ғына һөйләп китәләр. Һәм тағы ла беҙ, башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары ла, һәр дәрескә өйгә эш итеп ниндәйҙер хикәйә,повестан өҙөк, гәзит - журнал мәҡәләһе, шиғыр - поэма булһа ла уҡып килергә бирәбеҙ. Уҡыусыларыбыҙ өйҙә ҡысҡырып, гөжләп уҡыйҙар, ә ата - әсәләре уҡығанын дәлилләп, көндәлектәренә ҡултамғаларын ҡуйып ебәрәләр. Һәм, ысынлап та, был алым ярҙам итә: уҡыусыларыбыҙҙың уҡыу тиҙлектәре ярайһы уҡ яҡшырҙы, тип әйткем килә. Бәлки башҡа уҡытыусылар икенсе төрлө алымдар ҡулланаларҙыр, шул турала яҙһалар ине. Дәрес ваҡытында уҡығандарын 2-3 минут тирәһе генә булһа ла һөйләтергә лә тырышам. Һөҙөмтәлә Һөйләү телмәрҙәре лә үҫешә, фекерҙәрен белдерергә лә өйрәнәләр.
Фаатовна
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 28 сен 2016, 10:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение Фаатовна »

Башҡорт теле, уҡыусыларҙың туған теле булараҡ, башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу – тәрбиә процесында үҙәк урында торорға тейеш. Бөйөк педагогтарҙың фекеренсә, баланың дөйөм үҫеше, мәктәптә өйрәнелгән предметтарҙы үҙләштереүҙәге уңыштары уның телде ни дәрәжәлә белеүенә туранан-тура бәйле, шулай булғас, баланың туған телен ни тиклем тәрән белеүе уның артабанғы үҫешенә йоғонтоһоҙ ҡалмай. Тел – һәр халыҡтың милли мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, ул алдағы быуындарға рухи ҡомартҡы ғына түгел, милли мәҙәниәттең, халҡыбыҙ тарихының үҫешенә йоғонто яһаусы фактор ул. Башҡорт теле лә, башҡа телдәр кеүек үк, төрлө фәндәр буйынса тупланған ғилемдәрҙе һыйҙырыусы күренеш булараҡ, үҙенең һүҙлек байлығында халҡының тарихи тәжрибәһен нығыта, уның эске донъяһын сағылдыра, мәҙәни традицияларҙың берлеген күрһәтә. Тимәк, туған телде халыҡтың тарихы, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнергә кәрәклеге асыҡлана.
Музей эшен башҡорт теле, әҙәбиәтен уҡытыу менән берлектә алып барыу дәүерендә, телде өйрәнеүҙә музей материалдарын актив ҡулланыу, уҡыусыларҙы тикшеренеү эшенә йәлеп итеү уларҙа коммуникативлыҡ, лидерлыҡ, ижади фекерләүсәнлек сифаттарын тәрбиәләү эшендә ҙур ярҙам икәненә инандым. Уҡыусыларҙа туған теленә, халҡының мәҙәниәтенә, тарихына хөрмәт тәрбиәләнә. Туған телдә тикшеренеү эшен алып барыуҙың ни тиклем мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы икәненә төшөнөү барлыҡҡа килә, сөнки был төр эште мәктәптәрҙә күпселек осраҡта тарих уҡытыусылары (рус телендә) алып бара.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

Хөрмәтле коллегалар!Рәсәй федерацияһының Фән һәм Мәғариф министрлығының 2015 йылдың 31 декабрендә №№ 1576, 1577, 1578 ҡарары менән эш программалары структураларына үҙгәрештәр индерелде. Дәрестән тыш эшмәкәрлек программаһының структураһы:
1. Дәрестән тыш эшмәкәрлек курсын үҙләштереүҙәге һөҙөмтәләр;
2. Дәрестән тыш эшмәкәрлек курсының йөкмәткеһе (эшмәкәрлектең формалары һәм төрҙәрен күрһәтеп);
3. Тематик планлаштырыу.
Хамидуллина Ольга
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 20 сен 2016, 18:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хамидуллина Ольга »

Башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын үҫтереүҙә компьютер технологияларын ҡулланыу.

Хәҙерге заманда уҡытыуҙың ниндәй генә технологияларының методтарын алһаҡ та информацион-коммуникатив технологияһыҙ ҡуллана алмайбыҙ. Әйтергә кәрәк, балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Дәрестәрҙе презентациялар менән үткәреү заман талаптарына тап килә һәм баланың психологик эшмәкәрлегенең үҫешенә күберәк йоғонто яһай. "Мультимедия” бер үк ваҡытта кешенең мәғлүмәт алыу органдарына ла йоғонто яһай һәм мәғлүмәттең төрлө формаларын берләштерә.
Үҙемдең дәрестәремдә төрлө презентациялар ҡулланам һәм улар ошондайыраҡ темаларға булыуы мөмкин: "Башҡорт халыҡ әкиәттәренең геройҙарына характеристика.”, "Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры”, "Башҡортостан тәбиғәте”, "Башҡортостандың ете мөғжизәһе” һ.б.
Заманса технологиялар ниндәй мөмкинселектәр бирә?
1. Уҡытыусыға таҡтаға яҙып тороуҙың кәрәге юҡ.
2. Ваҡыттың тема аңлатыуға күберәк ҡалыуы.
3. Дәрестәр сағыуыраҡ, ҡыҙығыраҡ, мәғлүмәттең күп һәм етешле булыуы.
Уҡыусыларға нимәләр бирә?
1. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ.
2. Балаларҙың иғтибарын үҫтерә.
3. Алдан үҙҙәренең проектарын яҡлауға әҙер булыуҙары.
4. Интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәттәр эҙләү өсөн йүнәлештәр булдырылыуы.

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәресендә мин бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итәм: компьютер һүҙлектәрен файҙаланып, лексиканы өйрәтәм; балалар менән дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эшләйбеҙ; орфографик һүҙлекте һәм копмьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланып, орфографик күнегеүҙәр эшләйбеҙ һәм башҡа күп төрлө эштәр башҡарабыҙ. Шулай уҡ дәрестә яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар ҡарайбыҙ, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған әҫәрҙәрҙе тыңлайбыҙ, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырабыҙ, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдар ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, Урал батыр эпосын өйрәнгәнд Аманат студияһы төшөргән Урал батыр әкиәтен балалар яратып ҡарай. Шулай уҡ башҡорт ихтилалдарын үткәндә Рияз Исхаковтың Һөйәнтөҙ фильмын ҡарайбыҙ.
Хәҙер инде балаларҙың компьютерҙы белеүҙә белем кимәлдәре уҡытыусыныҡына ҡарағанда ла ҙурыраҡ. Шуға күрә, мин ҙурыраҡ класс уҡыусыларына дәрескә презентациялар, теге йәки был авторҙың тормошона һәм ижадына арналған слайд-шоуҙар үҙ-аллы өйҙә эшләргә бирәм. Практика күрһәтеүенсә, балалар бындай эштәрҙе ҡыҙыҡһынып, үҙ теләктәре менән башҡара. Бигерәк тә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән балалар әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, компьютер технологияларын ҡулланыу дәрестә генә түгел, ә уға әҙерлек этабында ла әүҙем башҡарыла.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙеңә ышаныс, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.
Дәрестә компьютер ҡулланыу уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә һәм уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Ләкин был технологияны ҡулланыу уҡытыусы алдына бик күп талаптар ҡуя. Шуға күрә иң башта уҡытыусы компьютер менән эш итә белергә тейештер тип уйлайым, һәм дәрестең һәр бер этабын яҡшы итеп уйлап, белем кимәлен арттырыуға йүнәлтеп башҡарырға тырышам.
Дәрестә компьютер ҡулланыу – дәрес буйы уҡыусы компьютер артында эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Сөнки компьютер артында оҙаҡ ултырыу уҡыусының һаулығына зыян килтереүе мөмкин һәм уҡыусы китап менән дә эш итә белергә тейеш.Компьютерҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нисек ҡуллана башларға?
- Ябайҙан ҡатмарлыға күсеү принцибы менән эшләй башлау дөрөҫөрәктер, моғайын.
- Уҡыусыға ниндәйҙер илһөйәрлек темаһын һуғарылған бәләкәй тексты компьютерҙа йыйырға тәҡдим итәм. Һәр өҙөк һәм һөйләм уҡыусыларҙың үҫеш кимәленә тап килергә тейеш.
- Төрлө тестар башҡарабыҙ.
- Быларҙан тыш бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөйбөҙ, текстар редакторлайбыҙ һәм башҡа төрлө эштәр башҡарабыҙ.
- Шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәлендә лә компьютерҙы әүҙем ҡулланырға тырышам.
Дөйөмләштереп әйткәндә, компьютер дәрестәренең ыңғай һәм кире яҡтарын әлегә аныҡ ҡына билдәләүе ауыр, сөнки ошондай дәрестең планын ныҡ уйлап эшләгәндә, уҡытыусы үҙенең белем кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе һәр ваҡыт дауам иткәндә, компьютер уҡытыусының ныҡ ҙур ярҙамсыһы буласаҡ.
Методик темама ярашлы дәрестәрҙе юғары сифатлы, ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында, беренсе этапта мин үҙемә түбәндә үтеләсәк темаларҙы маҡсат итеп алдым:
1.Теманың фонетикаһы өҫтөндә эш (өндәр).
2. Лексика өҫтөндә эш (һүҙҙәр, һөйләмдәр, телмәр үҫтереү).
3.Грамматика өҫтөндә эш (яҙыу күнекмәләре).
Фонетика өҫтөндә эш. Дәресте башлап ебәргәндә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау буйынса патриотик рухта һуғарылған интерактив таҡтала артикуляцион күнегеүҙәр эшләү мөһим. Һәр үҙенсәлекле өнгә ике йәки дүрт юллыҡ шиғырҙар уҡыйбыҙ, ҡалын һәм нәҙек, яңғырау һәм һаңғырау өндәрҙе айырып үтәбеҙ. Шулай уҡ бер темаға ҡараған һүҙҙәрҙең бер генә хәрефтәрен үҙгәртеп, икенсе һүҙ уйлап табырға тигән күнекмәләр ҙә йыш була. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, ер-һыу атамалары, башҡорт исемдәре менән бәйле сканвордтар, башватҡыстар эшләнелә.
Лексика өҫтөндә эш. Телмәр үҫтереүҙә шиғырҙар, ике юллыҡ тиҙәйткестәр ятлатыуҙың да роле ҙур. Уларҙы ятлағандарын магнитофонға яҙҙырып тыңлатыу һәм үҙ-үҙеңә анализ яһау. Улар хәрефтең, телмәрҙә өндөң дөрөҫ әйтелешен тойорға ярҙам итә. Балаға үҙе күреп белгән әйбер тураһында фекер йөрөтөүе еңелерәк. Шуға күрә лә дәрестәрҙә күберәк күргәҙмә материалдар һәм слайдтар менән байытыу мөһим. Илһөйәрлек тәрбиәләгәндә Башҡортостан матурлығын тасуирлаған һүрәттәр, видеоматериалдар, слайдтар күренекле шәхестәрҙең портреттарын, улар менән интервью өҙөктәрен ҡулланыу шарт. Шулай уҡ Тыуған ил темаһына ҡағылышты мәҡәл-әйтемдәр менән бәйле төрлө күнегеүҙәр эшләргә була. Балаға үҙ телмәрен тыңлап, башҡалар менән сағыштырырға, хаталарын төҙәтеп дөрөҫ әйтергә, һөйләп өйрәнергә кәрәк. Быны телеведение, радио тапшырыуҙар менән бәйләп, ҡыҙыҡлы уйын формаһында үткәрергә мөмкин. Мәҫәлән, уҡыусылырға билдәле берәй йондоҙ, күренекле шәхес һәм журналист менән булған әңгәмәне рольдәргә бүлеп бирәм һәм тапшырыу формаһында сығыш яһарға ҡушам, ә тауыштары яҙҙырыла. Журналистың һорауҙары, мәҫәлән, алыҫ илдәрҙәге йондоҙҙар менән экран аша әңгәмәләшеү уйыны отошло.
Балаларҙың телде өйрәнеүгә әҙерлек дәрәжәһе төрлө булғанда индивидуаль йүнәлтелгән эштәр тәҡдим итәм. (Личностно-ориентированное обучение). Өйрәнә торған теманың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып уҡыусылар өсөн индивидуаль- дифференцияланған биремдәр, өҫтәмә күрһәтмә материалдар, тестар ҡулланыла. Улар, әлбиттә, компьютерҙа эшләнелә. Методик темама ярашлы рәүештә эштәр ҡулланам һәм улар үҙ эсенә төрлө ҡыҙыҡлы ребустар, кроссвордттар, башватҡыстарҙы ала. Һөйләм үҫтереүҙең мөһим бер төрө - һүҙ менән эшләү. Яңы һүҙҙәр менән эшләгәндә халҡыбыҙға ғына хас һүҙҙәрҙе ҡулланып, уҡыусыларыбыҙҙың һүҙлек запастарын байытырға тырышам. Уларҙы башҡорт халҡы йолаларының, байрамдарҙың видеояҙмаларындағы һөйләшеүҙәрҙән алырға мөмкин.
Грамматика өҫтөндә эште дәрес һайын телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу маҡсатында, шулай уҡ грамматиканан ҡайһы бер материалдарҙы практик ҡулланыу өсөн эшләйбеҙ. Проекттың был этабында уҡыусылар үҙ аллы хикәйә, диалогтар төҙөй алһалар, грамматик эштәрҙе үҙ аллы эшләһәләр – маҡсатҡа ирешелде тигән һүҙ. Әлбиттә, төп тема итеп илһөйәрлек темаһын алырға тырышам. Беҙгә, балаларҙы халҡыбыҙ рухында тәрбиәләү, теле, йырҙары, бейеүҙәре менән яҡыныраҡ таныштырыу өсөн милли байрамдар үткәрелеүе айырыуса файҙалы. Уҡыусылар үҙҙәре әүҙем ҡатнашыусылар булараҡ, бындай йолаларҙы, байрамдарҙы ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнәләр.
Шулай итеп, компьютер, интернет бер-береһе менән селтәр аша ғына һөйләшергә ярҙам итмәй, ә һәр уҡыусыға мәғлүмәт эҙләргә, уны ҡулланырға өйрәтә. Планда бирелгән эштәрҙе теүәл темаға ярашлы итеп файҙаланһаҡ уҡыусыларыбыҙҙың телмәре байыр ине, аңлы үҫешеп , туған телдә, башҡорт телендә аралаша белер ине, теленә, иленә иғтирамы артыр, яңы технологиялар ярҙамында тағы ла ҡатмарлыраҡ эштәр башҡарыр ине тип ышанам. Телмәр компетенлығы үҫеше һәр бер эш төрөнә бәйле.
Телмәр компетенты үҫешкән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ, һәр саҡ төрлө ҡатмарлы тормош һынауҙарына бирешмәҫ. Аҡыллы, үткер ,үҙенең ҡарашы булған шәхес булып үҫер ине тип ышанам.
Regin@25
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 27 сен 2016, 10:43

Re: Методические рекомендации

Сообщение Regin@25 »

Тәҡдим ителгән метод материалдар башҡорт теле уҡытыуҙа ҙур ярҙамсы булып тора. Бөтә материалдар кәрәкле, файҙалы. Авторҙарына ҙур рәхмәт. Эштәрендә уңышта теләйем. Сәләмәт булығыҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

9.Йәмле йәй айҙары
(7 сәғәт)
“Йәмле йәй айҙары” темаһын үҙләштереү барышында уҡыусыларҙың йәйайҙары, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында белгәндәрен ҡабатлау, системалаштырыу төп иғтибар үҙәгендә тора. Тәбиғәт үҙгәрешен күҙәтеү, экскурсиялар ойоштороу, кешеләрҙең хеҙмәтен, ялдарын ойоштороу тураһында һөйләшеү. Алынған тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр йооштороу. Уҡыусыларҙың йәй көндәрендә үҙҙәренең ялдарын нисек ойоштороуҙары тураһында һөйләтеү, тәҡдим ителгән текстарҙы уҡыуҙарын тикшереү, уларҙың йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәрен ойоштороу.
“Йәмле йәй айҙары” темаһы буйынса уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү буйынса эш дауам итә.
Лексик-грамматик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Йәй айҙары. Уртаҡлыҡ исемдәр…………………………………………..1 сәғәт
2. Һабантуй. Ҡушма һөйләмдәр………………………………………………1 сәғәт
3. Ғ.Хөсәйенов. “Ғәзиздәрҙән – ғәзиз тупраҡ”……………………………..1 сәғәт
4. Йәй көндәре. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау……………………………………1 сәғәт
5. Контроль диктант…………………………………………………………….1 сәғәт
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»