Методическая копилка

Ответить
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

ИНТЕЛЕКТУАЛЬ УЙЫН “АЛТЫН ТИРМӘ”

Сираева Альмира Фәрғәт ҡыҙы,
Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрадовка ауылы урта мәктәбе

Маҡсат: Мостай Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу;
Яҙыусыға, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү;
Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү.
Уйын барышы.
Алып барыусы: Хөрмәтле ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар, һеҙҙе студияла күреүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөн беҙҙең бәйгелә ике команда ҡатнаша:
“Ҡурай” командаһы- 8 а класы уҡыусылары;
“ Салауат” командаһы- 8 б класы уҡыусылары.
Алып барыусы:- Әйҙәгеҙ, һәр команда менән танышып, уларҙы тыңлап үтәйек.
Һүҙ беренсе командаға бирелә.
( Капитан үҙ командаһы менән таныштыра)
-Беҙҙең девиз:
Белем –терәк, һүҙ –таяныс беҙгә.
Алып барыусы : - Икенсе командаға һүҙ бирәйек.
Капитан үҙ командаһы менән таныштыра.
-Беҙҙең девиз:
Баҫҡыстар буйлап бергә, атларбыҙ бергә – бергә.

Алып барыусы :- Рәхмәт. Бөгөн уйыныбыҙҙы бөйөк башҡорт халыҡ шағиры , яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә бағышлайбыҙ.
- Әйҙәгеҙ, уйынды башлайыҡ.
1 тур.
а) Мостай Кәрим нисәнсе йылда тыуған?
(1920, 1941, 1919)
б) ) М. Кәрим ниндәй районда тыуған?
( Ишембай, Салауат, Шишмә)
2 тур.
а) М. Кәримдең тыуған ауылы.
( Келәш, Туғыҙбай, Тәкәй)
б) Мостай Кәримдең ысын исеме кем?
( Мостафа, Мостабай, Мостаҡа) Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?
3 тур.
а) Мостай Кәримдең беренсе шиғыры ниндәй гәзиттә баҫыла башлаған?
(“Йәншишмә” , “Йәш төҙөүсе”, “Йәшлек” )
б) М. Кәрим нисәнсе кластан яҙа башлаған?
(3, 6, 9)
4 тур.
а) Эйе, япраҡ, шул ҡайындың
Бер япрағы ни бары,
Ә ҡайыны-------- Рәсәй,
Шундай йәшел, юғары.
Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған? ( Ҙур, матур, бөйөк)
б)М.Кәримдең ҡыҙының һәм улының исемдәре нисек?
( Илгиз һәм Әлфиә, Әлфиә һәм Илдар,Илгиз һәм Лилиә)
Алып барыусы: - Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ. М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренән сәхнәләштерелгән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
5 тур.
а)Йәмил менән Оксана ниндәй әҫәр геройҙары?
(«Оҙон- оҙаҡ бала саҡ”, “Айгөл иле”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”)
б)Йомаҡты сисегеҙ -Ҡалаһы бар, кешеһе юҡ, йылғаһы бар, һыуы юҡ?
(китап, карта, умарта)
6 тур.
а) «Эй инәлде сыйырсыҡ, эй иланы. Тик Әлфиә уның телен аңламаны. Ҡулына услап өйгә йүгерҙе. »
Был өҙөк М.Кәримдең ҡайһы әҫәренән?
(“Ярлыҡау”, “Әлфиә хикәйәләре”, “Айгөл иле”)
б)) Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,-
Башҡортостан шул картала
Бер ......... саҡлы.
(арба,япраҡ,ат)
7 тур.
а) “Мин һеңлемдең һүҙҙәрен аңламайым. Нисек инде ул ике әсәй булһын, ти? Мин беләм инде – донъяла бөтә кешеләрҙең дә атаһы ла , әсәһе лә берәр генә була. Өләсәйем үҙе шулай тип әйтте. Мин Оксана иламаһа ярар ине тип, ҡурҡып киттем.”
Был өҙөк ҡайһы әҫәрҙән?
(«Мәңгелек урман”, “ Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
б)Нисәнсе йылда М. Кәримгә һәйкәл асыла?
( 2009, 2005, 2013)
Алып барыусы: Уйыныбыҙ тамам.Бөтәгеҙ лә ҙур рәхмәт! Ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырабыҙ (Бүләктәр тапшырыу).
- 6 класс уҡыусыһы Лилиә Малакаева башҡарыуында М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йыр тәҡдим итәбеҙ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

МОСТАЙ КӘРИМ «БАШҠОРТОСТАН». ИСЕМ

Ибәтуллина Әҡлимә Рафаил ҡыҙы,
Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ урта мәктәбе

Дәрестең маҡсаты:
1) Мостай Кәримдең«Башҡортостан» әҫәрен өйрәнеү.
2) «Исем» һүҙ төркөмөн ҡабатлау, уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айыра белергә өйрәтеү.
3) Һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.
4) Тыуған ергә ҡарата ғорурлыҡ һәм һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:компьютер, мультимедия проекторы, презентация, карточкалар

Дәрес барышы.
I. Ойоштороумәле.
Уҡытыусы:-Һаумыһығыҙ!
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
- Кәйефтәрегеҙ нисек?
- Бөгөн кем дежур? Кем класта юҡ?
- Бөгөн ниндәй көн? Һауа торошо нисек? Көн ҡояшлымы, ҡояшһыҙмы? (аяҙ)
- Көн ямғырлымы, ямғырһыҙмы?(болотһоҙ)
- Көн йылымы, һыуыҡмы?
II. Төп өлөш.
1). Артикуляцион күнегеү.Слайдта бирелә
Ер шарының картаһына,
Ҡараһаң яҡшы ғына –
Башҡортостан шул карта ла,
Бер япраҡ саҡлы ғына.
М.Кәрим.
- Хор менән уҡыу.
- Уҡыусылар хата ебәргән һүҙҙәрҙе ҡабаттан уҡып китеү.
- Бер нисә уҡыусынан уҡытып китеү.
2) Мостай Кәрим тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
- Ошо юлдарҙың авторы - Мостай Кәрим. Беҙ һеҙҙең менән М.Кәрим тураһында һөйләшеп киткәйнек. Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек. Өй эшен тикшереп үтәйек.
3) Уҡыусылар М.Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса проекттар, презентация яҡлайҙар.
4) Нығытыу, тест һорауҙарына яуап биреү (үҙ аллы)
- Кем ул Мостай Кәрим?
- Мостай Кәримдең тыуған көнө ҡасан?
- Мостай Кәрим ниндәй районда тыуған?
- Мостай Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ.
Уҡыусыларҙың яуаптарынан һуң, дөрөҫ яуаптар менән слайд күрһәтелә.

5) Яңы темаға инеш.
Экранда ребус бирелә. (Баш+ҡор+тос+тан)
- Ошо ребусты сисһәгеҙ, бөгөн үтеләсәк теманы беләсәкбеҙ. Йәгеҙ,кем тиҙерәк!
6) Яңы теманы өйрәнеү.
- Ребусты сисеп, теманы белдек. Бөгөн беҙ М.Кәримдең «Башҡортостан» әҫәрен өйрәнәсәкбеҙ. Грамматик тема: Исем.
7) “Исем“ темаһын ҡабатлау. Исемдең һорауҙарын иҫкә төшөрөү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар килтереү.
(Таҡтала плакаттар ҡуйылып барыла)
Исем
Кем? Нимә?
Яңғыҙлыҡ Уртаҡлыҡ
Өфө, Ағиҙел ҡала,йылға
8) Яңы теманы түбән кластарҙа алынған белемдәр менән бәйләү.
- Уҡытыусы алдан Башҡортостандың тауҙары, күлдәре, йылғалары тураһында мәғлүмәт-презентация әҙерләп килә.
- Уҡыусылар сығыш яһай. Сығыштарға алдан слайдтар әҙерләнә. (Ямантау, Асылыкүл, Ағиҙел)
- Афарин, уҡыусылар! Башҡортостаныбыҙ тауҙарға, йылғаларға, күлдәргә бик бай.Ә Мостай Кәрим үҙенең әҫәрендә тыуған илебеҙ- Башҡортостан тураһында нимә ти икән…
9) М.Кәримдең «Башҡортостан» әҫәре менән танышыу.
Әҫәр өҫтөндә эш.
- бының өсөн тиҙ генә дөрөҫ тын алыу күнекмәләрен үткәреп алайыҡ.
- “Көрһөнөү” (көс менән, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп, өҙөк-өҙөк тын алыу, оҙаҡ итеп сығарыу)
- “Сәскәләр магазины” (бында хуш еҫле сәскәләр күп тип, һәр береһен еҫкәү).
- “Ел-дауыл” уйыны (партаға ҡағыҙ биттәре һалыу, башта яй ғына өрөү, аҙаҡ көслө “дауыл” ярҙамында дәфтәр биттәрен осороп төшөрөү).
- “Шәм һүндереү” (янып ултырған шәмде кинәт өрөп һүндереүҙе күрһәтеү).
- “Яңаҡтар – өрөп тултырылған шарҙар” (яңаҡтарға һауа уртлау, ҡулдар менән шарҙарҙы шартлатыу).
Уҡытыусы уҡый, уҡыусылар ҡушыла.
8. Һүҙлек эше.
Донъяла – в мире
Дала – степь
Дан тота- славится
Мәшһүр- знаменит
Етеҙ- ловкий
Иге-сиге булмаған - бескрайний
-Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына иғтибар биреп китеү.
- Хор менән уҡыу.
- Теләк буйынса уҡытыу.
10) Ял минуты.«Был минең тыуған ерем» йыры ҡуйыла.
- Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ.Класс ике командаға бүленә . Таҡтала ике бағана бирелгән: яңғыҙлыҡ исемдәр һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Ҡайһы команда бағананы тиҙерәк тултырыр.
- Һүҙҙәрҙе тикшереп, еңеүсе команда билдәләнеп китә.
11. Текст өҫтөндә эш.
1) Абзацтарға бүлеп уҡыу.
2) Тәржемә эше. Уҡытыусы абзацтарға бүлеп текстың тәржемәһен уҡый. Уҡыусылар ниндәй абзац уҡылғанын билдәләп бара.
12. Текст буйынса һорауҙар биреү.
1) Башҡортостан нимәләре менән дан тота?
2) Башҡортостандың иң оҙон йылғалары нисек атала?
3) Башҡортостанда ниндәй хазиналар бар?
13) Практик эш, грамматиканы нығытыу.
Ә хәҙер төркөмдәрҙә эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, “Разведчиктар” уйыны уйнап алайыҡ. Шиғырҙан ҡайһы төркөм исемдәрҙе күберәк табып яҙа.
14) Тикшереү.
III.. Дәрескә рефлексив анализ.
Ошо һөйләмдәрҙе тултырырға.
Бөгөн мин ..... белдем.
…… ҡыҙыҡлы булды.
……… ауыр булды.
……. булдыра алам.
Мин ……. өйрәндем.
Эшләп ҡарайым …….
Миндә ….... теләк тыуҙы.
…….. уртаҡлашҡым килә.
IV. Өй эше.
- Беҙ бөгөн дәрестә Башҡортостан тураһында бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ.
1 се вариант: «Башҡортостан» һүҙенән исемдәр яҙырға (кем күберәк, тәржемәһе менән, м-н, баш һ.б.) .
2- се вариант: текста төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙырға.
3-сө вариант: Башҡортостан тураһында презентация әҙерләргә

V. Уҡыусының хеҙмәтен, эшмәкәрлеген баһалау.
1. Бөтә эштәрҙе лә дөрөҫ эшләнем – 3 балл
2. Таҡтаға сығып эшләнем – 1 балл
3. Урындан дөрөҫ яуап бирҙем – 3 балл
4. Һорауға яуап бирергә тырыштым – 1 балл
5. Яҙма эште тулыһынса башҡарҙым – 1 балл
6. Уҡытыусыны бөтә дәрес барышында иғтибар менән тыңланым – 1 балл
1-3 балл – “3”
3-6 балл – “4”
6-нан күберәк – “5”
VI. Йомғаҡ яһау
- Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән Мостай Кәримдең «Башҡортостан» әҫәре менән танышып үттек. Тыуған еребеҙ тураһында ҙур мәғлүмәт алдыҡ.
- Һау булығыҙ!
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

“КҮКРӘГЕМДӘН ҠОШТАР ОСОРАМ”
(Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған әҙәби-музыкаль хәтер һәм хөрмәт кисәһе)

Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1–се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Йыһазландырыу: Байрамса биҙәлгән зал, М.Кәримдең портреты,проекторҙа әҙиптең ижадына бағышланған презентация, М.Кәримдең әҫәрҙәренән әҙерләнгән стендтар, китаптар күргәҙмәһе ойошторолған.
Кисә барышы
1-се алып барыусы: Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә оло, иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәтебеҙҙең яҡты йондоҙо Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған кисәгә йыйылдыҡ.
Был кисәлә әҙиптең ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр һәм әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтер.
Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап. Кисәбеҙҙе башлайбыҙ.
2- се алып барыусы: Эй, ғүмерҙең сая, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре... Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ тормош юлы, үҙ ҡарашы бар был донъяға. Тик яҙмыштарҙан уҙмыш ҡына юҡ шул... Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай икән. Бына инде тиҫтәгә яҡын бөйөк аҡһаҡалыбыҙ Мостай Кәрим беҙҙең арала юҡ, шулай ҙа уның әйтер һүҙе, аҡылы, фәһемле кәңәштәре бөгөн дә беҙе оҙатып бара, улар мәңгелек, үлемһеҙ. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға «... һәр көн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам» тип исемләнгән әҙәби – музыкаль хәтер һм хөрмәт кисәһе тәҡдим итәбеҙ.
Сәхнәлә өс «китап» макеты тора (2/1 м. ҡатырға ҡағыҙҙан яһалған). Китап ярым асыҡ, эске яғында ишек уйылған. Беренсеһенең тышы «Проза әҫәрҙәре», икенсеһе –поэзия, өсөнсөһө –драматургия итеп эшләнгән.
Экранда М. Кәримдең портреты, бала саҡтағы фотолары сағыла шул ваҡытта алғы планға «Проза әҫәрҙәре» китабы сығарыла, уның эсенән зәңгәр күлдәк, ҡыҙыл ыштан, аяҡтарына калуш, башына бәрхәт түбәтәй кейгән малай сыға (талғын ғына ҡурай моңо аҫтында) һәм һөйләй башлай.
- Был китап – мөғжизәләргә ышаныусан сәйерерәк, шауҡымлыраҡ, бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр тураһында. Уларҙың көнкүреше беҙ йәшәп ятҡан көндәлек тормоштан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, саҡ ҡына тылсымлыраҡ, саҡ ҡына фажиғәлерәк. Бер - береһенә ҡарата улар ғәҙәттәгенән сыҙамлыраҡ, рәхимлерәк; ғәйепләргә, хөкөм итергә ашығып бармайҙар. Был кешеләр бәхетте лә, әжәлде лә сабырлыҡ менән ҡабул итә. Шатлыҡтан туйып һикермәй, ҡазанан ҡойолоп уҡ төшмәй.
Бындағы яҙмыштар, әйткәнемсә, нигеҙҙә, мин үҙем күреп белгән, бергә донъя көткән йәки бер киҫәк юл үткән әҙәмдәр яҙмышы. Үтә яҡшыларының һәм үтә ямандарының исемдәрен алмаштырҙым, бүтәндәрен шул көйө ҡалдырҙым.
Хикәйәсеһе – мин үҙем һәм ... үҙем генә лә түгел …
Экранда ябай башҡорт ауылы, ҡаҙ үләне баҫҡан киң урам, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан күренештәр сағыла.
Китаптан бер төркөм ауыл малайҙары (яланаяҡ, ыштан, күлдәктәр кейгәндәр) йүгереп сыға:
• Әй, Кендек! Әй, Рукавказ! - тип ҡысҡыра бер малай (Шәһиҙулла).
• Рукавказ! - тип ҡабатлай Вәлетдин.
Сәхнәлә торған малайҙы әйләнеп ҡарап сығалар. Ҡайһылары көнбығыш «яра», ҡайһылары сертләтеп кипкән муйыл сәйнәй.
• Тә-тә-тә! -ти Ибрай, бер ҡат әйләнеп сыҡҡандан һуң.- Мәкәрйәнән килгән купецмы ни? Көмөш сылбырлы сәғәте генә юҡ. Хәйер, сылбыры бында аҫылынып тора икән! - Ул Кендектең һалбырап торған ыштан бауын тарта.
Шәһиҙулла Ибрайҙы ҡулы менән ишара яһап, ҡыуып ебәрә.
• Нимәгә шулай ике ыштан балағың бүлтәйеп сыҡҡан?
• Бер кеҫәлә көнбағыш, Шаһиҙулла ағай, икенсеһендә кипкән муйыл. Көнбағыштары шундай эре. Лекарь урыҫы Тимофей килтергәйне...
• Һин, ыштанһыҙ, барыбер кешегә өләшеп бөтөрөрһөң. Көнбағышын да, муйылын да күсер минең кеҫәләргә!
Кендек услап күсереп һала, һуңынан кеҫәләрен әйләндереп ҡағып ҡуя.
• Шәп егет һин, һыҡмыр түгелһең, -тип маҡтай Шәһиҙулла.
• Малайҙар! Кем ыҙмаһы иң бейек?
• Шәмсулланыҡы! -ти Ибрай. Шунда уҡ Шаһиҙулланың ҡырлы дәү йоҙроғо тегенең яңағына килеп ҡуна.
• Кем ыҙмаһы иң бейек, малайҙар!
• Хыт аҫ, хыт киҫ, иң дөрөҫөн үҙем әйтәм: самай, самай бейеге – Баҙар урамындағы Әхмәр мулланың ыҙмаһы. Ышанмаһаң... Ышанмаһаң...- Нимә булғанын әйтеп бөтөрә алмай, баяғы йоҙроҡ уның ҡолағын өтөп ала.
Малайҙар бер-береһенә аптырашып ҡарайҙар, шунан Кендек бармағын өҫкә күтәреп ҡысҡырып ебәрә:
• Мин белдем, мәсет манараһы!
• Мәсет – ул Хоҙай йорто, бындай ыҙмалар рәтенә инмәй. Шуны ла белмәйһең, иҫәүән. - Һуңғы тапҡыр һорайым: кем ыҙмаһы иң бейек?
• Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит, - тине Төлкө ҡушаматы йөрөткән Шәйхаттар, - бер яҡтан ҡарағанда, Шаһиҙулла ағай, һеҙҙең ыҙманың ҡыйығы ҡалҡыу, икенсе яҡтан ҡарағанда, мөрйәһе юғары. Шулай булғас, иң бейеге һеҙҙең ыҙма булып сыға инде. Һеҙҙең ыҙма!
Уға ҡушылып кәпәстәрен сөйә-сөйә, тағы ике-өс малай ҡабатлай:
• Һеҙҙең ыҙма!Һеҙҙең ыҙма! Иң бейеге һеҙҙең ыҙма!
• Ана шулай, күрә белгән күҙгә күренә ул. Бейекте тәпәштән айыра белергә кәрәк!- тп әйтә Шаһиҙулла.
- Ярай, егеттәр, әйҙәгеҙ һыу инергә, кем беренсе!
Малайҙар сәхнә артына йүгереп сығып китәләр. Кендек сәхнәлә ҡала:
o Минең эсемдә шулай ҙа бер төйөр ҡалды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кем ыҙмаһы бейек һуң әле? Тик үҫә төшкәс кенә мин ул һорауға бер сама яуап табасаҡмын – кемдең йоҙроғо ҡаты, шуның ыҙмаһы бейек була...
Кендек ҡурай моңо оҙатыуында сәхнәнән сығып китә.
Китап эсенән М.Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәренән геройҙар сыға: Йәмил, Оксана, әсәй, өләсәй.
Экранда «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәренән күренештәр сағыла.
Әсәй:
• Бына, Йәмил, таныш, был һинең һеңлең Оксана! Уға сисенергә ярҙам ит.
Йәмил Оксананы ҡосаҡлай, сисенергә ярҙам итә, күтәрергә маташа.
Өләсәй: (Йәмилде башынан һыйпай)
• Күтәрмә, Йәмил, уү һинең кеүек ҙур ҡыҙыҡай бит ул.
• Әсәй, Оксана миңә бер нәмә әйтһен әле.
• Улым, Оксана өшөгән, әҙерәк йылынып алһын да, һуңынан һөйләшер.
• Ярай, әсәй. (Йәмил Оксанаға уйынсыҡтарын күрһәтә, Оксан шым ғына башын эйеп баҫып тора. Әсәй Оксананы ҡосаҡлай. Ул көлә, уйынсыҡтарҙы ҡарай)
Оксана:
• Какие красивые.
Йәмил:
• Нимә тинең, Оксана?
(Оксана өндәшмәй)
• Ярай. Әсәй Оксанаға әйт, мин уны бар ҡасан да ҡыйырһытмам, ә әсәй...
Әсәһе шым ғына илай:
• Ярай, улым, әйҙә сәй эсеп алайыҡ, һыуып киткәндер.
Музыка аҫтында сәхнә артына сығып китәләр.
• (Әкрен генә ҡурай моңо яңғырай). Кендек сәхнәгә сыға:
o Бына шулай икән. Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбаҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй...
Экранда М. Кәримдең портреты, өҫтәл артында яҙышып ултырған фотолары.
«Проза әҫәрҙәре» тип аталған китап ябыла һәм артҡы планға күсә, алғы планға «Поэзия» китабы сығарыла, хәрби музыка яңғырай.
Экранда М. Кәримдең фронтта хәрби кейемдә төшкән фотолары.
Поэзия китабынан хәрби кейемдә йәш егет сыға М. Кәримдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр» исемле шиғырын уҡый. Һөйләп бөткәндән һуң сәхнә артына сыға.
Артабан күңелле музыка аҫтында китаптан хәрби кейемдә йәш егеттәр сыға усаҡ тирәләй таралышып ултыралар, ситтәрәк ҡулы бәйләнгән офицер тулап ята. Йор һүҙле төп герой Үлмәҫбай офицерға ҡарап үҙенең хикәйәтен башлай:

«Һин тыпырсынма, ҡуян,
хәҙер ошо силғау менән
Ағасҡа аҫып ҡуям...»

Гөж килә ағай-энеләр:
-Хитрый ҙа һин, Үлмәҫбай,
Был йәнлекте ҡайҙа тоттоң,
Һөйләп ташласы, давай.

-Һунарсы минең ырыуым.
Һунарсы ата-бабам.
Һунарсы ҡаны үҙемдә,
Һунарсы булыр балам.

Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,
Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,
Һуран сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп.

Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған,
Ана ул ята.Ә үҙем
Силғау киптереп торам.

Урал батыр тоҡомонан
Үлмәҫбай атлы егет,
Совет Ватанында үҫкән
Болшевик затлы егет.

Егеттәр һөйләүсене хуплап, көлөшөп, күмәкләшеп сәхнә артына сығып китәләр.
(Сәхнә артынан һөйләй, экранда М.Кәримдең фоталары, шиғырҙарына яҙылған йырҙар, йырсылар.)
1-се алып барыусы: М.Кәримдең йырлы-моңло шиғриәтенең сағыу образдары композиторҙарҙы һәм йырсыларҙы үҙенә тарта. Был әҫәрҙәр, ысын мәғәнәһендә, халыҡ йырҙарына әйләнгән.

Поэзия китабынан бер төркөм уҡыусылар сыға һәм М.Кәримдең шиғырына яҙылған «Уҡытыусыма» йырын башҡара.
Экранда уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәп, М.Кәрим уҡыусылар араһында төшкән фотолар.
Уҡыусылар йырлап бөткәндән һуң китаптар эргәһендә баҫып торалар.
«Драматургия» китабынан бер төркөм малайҙар сыға һәм М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһынан «Аҡтаныҡ» йырын башҡаралар.
Экранда «Ҡыҙ урлау» комедияһынан күренештәр.
Уҡыусылар йырлап бөткәндән һуң китаптар эргәһендә баҫып торалар.
Әкрен генә музыка аҫтында китаптан йәш егет сыға, ул еңдәре һыҙғанған аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән, ҡулдарына шиғырҙар яҙылған ҡағыҙҙар тотҡан. М.Кәримдең «Ҡоштар осорам» исемле шиғырын уҡый.
Ҡоштар осорам
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел-дауылдар үтер торнаны.
Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә-
Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.

Сығып осто ярһыу бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.
Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер.
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ-
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.

Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Экранда М. Кәримдең портреты

1-се алып барыусы: Бөйөк шәхес - Мостай Кәримдең 95 – йыллыҡ юбилейына арналған «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» тип исемләнгән әҙәби – музыкаль кисәне тамамлап шуны әйтке килә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты шәхесе һәм ырыҫлы ижады Башҡортостан әҙәбиәте һәм тарихында мәңге ҡаласаҡ.

2- се алып барыусы: Бөйөк әҙибебеҙ, ил ағаһы, аҡһаҡалыбыҙ Мостай Кәримдең мәңгелек ижады, ҡаялай ныҡ рухы, йылғалай киң күңеле, күкрәгенән осорған ҡоштары - ижад емештәре, әйтер һүҙе, аҡылы бөгөн дә халҡына тоғро хеҙмәт итә.

1-се алып барыусы: Халҡыбыҙҙың рухын һаҡлаған аҫыл заттарыбыҙ тағы ла артһын, таралһын. Ә инде алтындарға ла алмаштырғыһыҙ хазиналарыбыҙ – бөйөк әҙиптәребеҙҙе һаҡлайыҡ һәм онотмайыҡ. Сөнки уларҙың ижады мәңгелек.

2- се алып барыусы: Ҡәҙерле тамашасылар! Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ-сәләмәтлек, эшегеҙҙә, уҡыуығыҙҙа уңыштар теләп киләһе осрашҡанға тиклем хушлашабыҙ, Һау булығыҙ!
Сәхнәлә торған бөтә уҡыусылар хушлашып ҡул болғайҙар.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

М. КӘРИМ – БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕНЕҢ ҒОРУРЛЫҒЫ
ӘҘӘБИ-МУЗЫКАЛЬ КИСӘ ЭШКӘРТМӘҺЕ

Таҡыева Әнисә Сәлимйән ҡыҙы,Балтас районы Һәйтәк ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Йыһаздар: зал, сәхнә байрамса биҙәлгән. Сәхнә түрендә М. Кәримдең портреты, шиғырҙарынан өҙөктәр яҙып эленгән, китаптар күргәҙмәһе ойошторолған. Мультимедиа проекторы аша М. Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында слайдтар күрһәтелә. М. Кәримдең үҙ тауышы менән уҡылған шиғырҙар аудиояҙмаһы.

Кисә барышы.
Сәхнәгә ҡыҙ менән егет сыға.
Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында ҡыҙ М. Кәримдең “Ҡоштар осорам” шиғырын ятҡа һөйләй.
Егет. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең белем йортонда оло, иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһенә йыйылдыҡ. Был кисәлә әҙиптең данлы тормош юлын, ижад һуҡмаҡтарын иҫкә алырбыҙ, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр һәм сәйәхәткә илтер. Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап, кисәбеҙҙе башлайбыҙ.
Ҡыҙ. Эй, ғүмерҙең сая, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре... Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмағандай, бала саҡ та тиҙ генә үтә лә китә, кире ҡайтмай. Шулай ҙа М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын уҡыған һайын, шул бала саҡҡа ҡайтабыҙ, донъя һаман яңы күҙлектән асыла.
Сәхнәгә бәләкәй Кендек сыға. Ул ябай ауыл малайы кейемендә: түбәтәй, ыштан, аҡ күлдәктә. Ул түмәргә ултыра, уйлана.
Ҡыҙ. Эйе, Дим буйының гүзәл төбәге – Шишмә районы Келәш ауылында бер малай тыуа. Уға изге ниәттәр юрап, Мостафа тип исем ҡушалар. Шуҡ һәм зирәк Мостафаның бала саҡ хәтирәләре күңел һандығында мәңгелеккә урын алалар һәм, тормоштоң яҡты нурҙарына үрелеп, һәр саҡ йәнәш атлайҙар.
Бәләкәй Кендек. Минең Оло инәйемде “Кендек әбейе”, ә үҙемде “Кендек бабайы” тип йөрөтәләр. Мин бәләкәймен әле. Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ-саҡ етә. Ул тылсымлы кеҫәнән тәмле-томло нәмәләр һис ваҡытта ла өҙөлмәй. Йә берәй шаҡмаҡ шәкәр, йә 4-5 бөртөк йөҙөм емеше, йә перәник валсығы, йә кипкән муйыл, йә борсаҡ була. Торғаны менән хазина инде ул кеҫә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина!
Кендек һөйләп бөтмәҫ элек ат сабышҡан тауыштар менән музыка ишетелә. Атҡа “атланған”, сыбыҡ тотҡан малайҙар баҫтырышып сәхнәгә сығалар ҙа Кендекте уратып алалар.
• Эй, Кендек! Ни хәл, Кендек!
• Бәпес ҡоймағы тәмлеме, Кендек?
Кендек. Ҡуйығыҙ әле, малайҙар, шаярмағыҙ!
• Кендегеңде күрһәт әле, Кендек!
• Беҙгә лә бәпес ҡоймағы алып кил әле.
• Кендек! Кендек! Кендек!
Кендек. Етер инде, күп шаярмағыҙ. Уйнамам да ҡуйырмын!
• Ярай инде, үсекмә, Кендек!
• Беҙ киттек, уйнарға килерһең
• Көтәбеҙ! (Сабышып сығып китәләр)
Кендек. Эйе, бына былары минең бала саҡ дуҫтарым. Шаяндар! Ҡыйыуҙар! Зирәктәр! (Улар артынан үҙе лә сығып йүгерә)
Сәхнәгә инде олпатланған Оло Кендек сыға.
Оло Кендек. Һәр өйҙә тиерлек, иртәһенә - кисенә, яҙына-көҙөнә ҡарамай, үҙ ваҡыты еткәс, кеше тыуа. Шул кешене ҡаршы алырға оло инәйем менән мин һәр саҡ кәрәк инек. (Сабый тауышы яңғырай) Оло инәйемдең шифалы ҡулдары, яҡты күңеле һәр сабыйға тик изгелек, тәүфиҡ ҡына өләшә ине. Шул ваҡиғалар миңә оло һабаҡ булды һәм күп нәмәгә өйрәтте. Эх, бала саҡ, бала саҡ... (түмәргә ултыра)
Ҡыҙ. Ғәзиз тыуған яғының гүзәл тәбиғәте, инәһенең изгелекле кәңәш-теләктәре Мостай күңеленә мәңгелеккә һалына. Һәм ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә, йәнтөйәгебеҙҙең гәлсәр шишмәләренән илһам алып йәшәй һәм моңло йыр кәрәҙҙәре ҡоя.
Йыр. “Һаумы, тиҙәр гөлдәр” (Н.Мөстәҡимов музыкаһы, М.Кәрим һүҙҙәре)
Оло Кендек. Донъя, ғәмһеҙ бала саҡ үҙ яйы менән бара бирҙе. Малайҙар менән ыҙғыштыҡ та, яраштыҡ та. Әммә “Кендек”те миңә барыбер йәбештерҙеләр.
Эй, хикмәтле ваҡыттар күп ине беҙҙең бала саҡ илендә. Баш ҡалаға ҡалас ашарға барыу ғына ла ниндәй әкәмәт булғайны!?
Инсценировка. “Ҡалас ашарға барыу”
Малайҙар бәке уйнайҙар.Әсғәт йүгереп инә.
Әсғәт. Малайҙар! Малайҙар, тим! Әле генә Йомро Талип ағайым менән атайым һөйләшеп торҙо. Йомро Талип әйтә, иртәгә ҡалала урыҫтарҙың “Ҡалас” байрамы икән, ти. Шул байрамда бөтә кешегә лә бушлай аҡ ҡалас өләшәләр икән, ти. Хәтәр тәмле була,ти, ҡаластары.
Ибрай. Кит,әй! Ышанмайым, йә алдайҙыр.
Әсғәт. Алдаһа, атайым ышаныр инеме ни?
Ибрай. Йомро Талиптың шыттыра торған ғәҙәте бар ҙа ул, әллә инде, ышанырғамы, юҡмы?
Вәлитдин. Малайҙар, беләһегеҙме ҡалас ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Ибрай. Ҡайҙан булһын, мейестән инде.
Әсғәт. Һин үҙең мейестән сыҡҡанһың, тик ашығыбыраҡ сығарғандар – бешеп етмәҫ борон. (көлә)
Кендек. Ҡаласты бит ул ап-аҡ ондан бешерәләр.
Ибрай. “Ҡалас” һүҙе ул, егеттәр, “ҡала” һүҙенән килеп сыҡҡан. Йәғни “ҡаласа икмәк – ҡала ашы” тигәнде аңлата.
Кендек. Ҡасан һуң ул “Ҡалас” байрамы?
Вәлитдин. Иртәгә ти, иртәгә!
Әсғәт. Эх, ҡалаға барып, ауыҙ тултырып, ҡорһаҡ кәпәйтеп, ҡалас ашап ҡайтһаң, вәт шәп булыр ине, ивет!
Вәлитдин. Тәк, егеттәр, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, эш шулай була... Теҙелегеҙ әле бер рәткә! Мине тыңлағыҙ! Смирно! Иртәгә ҡояш сыҡмаҫ борон уҡ юлға сығабыҙ! Кистән әҙерләнеп ятығыҙ, йоҡлап ҡалмағыҙ тағын. Аңлашылдымы?
Барыһы ла. Эйе, аңлашылды.
Ибрай. Ә Кендекте алайыҡмы һуң?
Кендек. Әлбиттә, минең дә ҡалас ашағым килә. Мин бөгөн үк китергә риза.
Вәлитдин. Ярай, улай булғас, алырбыҙ. Ә хәҙер өйҙәргә таралышабыҙ. Юлға ашарға һәм йыр алырға онотмағыҙ.
Йырлашып сығып китәләр:
Беҙ, малайҙар, һәр саҡ бергә,
Дуҫтар менән һин дә мин.
Ҡалас булһа – Уфа едем,
Ҡалас юҡ – Шишмә сидим.
Ҡыҙ. М. Кәримдең “Өс таған” повесында ла бала саҡ проблемалары, балалар араһындағы мөнәсәбәт сағылыш тапҡан.

“Өс таған” повесынан “Башлыҡ һайлау” бүлеген сәхнәләштереү

Вәзир, Айҙар, Ғабдулла һәр ҡайһыһы уйға батҡан. Йөрөнәләр. Гөлнур улар тирәһендә бутала.
Вәзир. Да-а. Кирәмәттең хәле мөшкөл икән…
Айҙар. Бер суртан арҡаһында…
Ғабдулла. Суртан түгел, бер яман кеше арҡаһында. Кирәмәтте был хәлендә ҡалдырырға ярамай.
Вәзир. Күп итеп ыуылдырыҡ йыяйыҡ та илтеп һалайыҡ. Балыҡ ул ыуылдырыҡтан ярала.
Айҙар. Ыуылдырыҡ түгел, тере балыҡ ебәрергә кәрәк.
Гөлнур. Ҡыҙыл ыуылдырыҡ магазинда ла бар.
Айҙар. Ысҡын бынан!
Гөлнур. Ысҡынмайым.
Айҙар. Шыл тиҙәр һиңә!
Гөлнур. Шылмайым, үҙең шыл.
Айҙар. Тыңлаһаң, турғай балаһы тотоп бирермен, һылыуым, хатта икене.
Гөлнур. Антмы?
Айҙар. Ант. (Гөлнур сығып йүгерә, малайҙар сиҙәмгә ултыралар)
Вәзир. Колхоздың балыҡсылар бригадаһынан ярҙам һорарға кәрәк.
Айҙар. Ярҙам, ярҙам, имеш. Бар, бөтә ауылға сығып ҡысҡыр, ярҙам һора. Бахыр (төкөрә).
Ғабдулла. Башта уҡ ант итәйек. Был–сер. Өндә лә, төштә лә, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә серҙе сисмәҫлек булһын. Кем дә кем телен тыя алмай, шул һатлыҡйән тип аталасаҡ. Антмы?
Айҙар. Ант.
Вәзир. Ант.
Ғабдулла. Ыуылдырыҡлыһын һайлап ҡына беҙгә бер биҙрә балыҡ тоторға кәрәк.
Вәзир. Ниңә уны тотоп торорға? Мин Ҡылыстағы балыҡсыларҙың балығы ҡайҙа торғанын беләм. Ҡараңғы төшкәс, бер түгел, ике биҙрә сәлдереп килтерәм мин һеҙгә. Тик һалып торорға мурҙа ғына булһын.
Ғабдулла. Батмай, тура эште кәкре ҡул менән эшләмәйҙәр.
Вәзир. Нисек эре сирттергән була. Әйтерһең, башлыҡ.
Айҙар. Малайҙар, беҙгә ысынлап та, бер башлыҡ кәрәк. Кем башлыҡ була?
Ғабдулла. Башлыҡты һайларға кәрәк.
Вәзир. Малайҙар, ә, малайҙар, минең бер генә лә башлыҡ булғаным юҡ. Айҙар ҡыш буйы класта староста булды, Ғабдулла стена гәзитенә һайланды, район слетына барҙы. Бер мин генә…
Ғабдулла. Башлыҡты һорап алмайҙар!
Вәзир. Шыбаға! Кем өҫкә сыға, шул башлыҡ була.
Айҙар. Шыбағаны уйында ғына тоталар. Тапҡан уйын! Кем уҙарҙан ярышырға ла, уҙған кеше башлыҡ була.
Вәзир. Харап икән. Йүгеректе башлыҡ итергә, имеш. “Башлыҡ” ул “аяҡ” һүҙенән түгел, “баш” һүҙенән алынған. Белмәһәң, бел. Иң һәйбәте уның –мәргәнлектә ярышыу. Кем төҙ ата, шул командир. Ана, Ғабдулла әйтһен.
Ғабдулла. Иң дөрөҫөн әйтәйемме?
Айҙар. Әйт.
Ғабдулла. Дөрөҫө – көрәштә көс һынашыу. Кем еңә, шул башлыҡ.
Вәзир. Улай булмай. Ҡара көс күрһәтеп кенә башлыҡ булыу замандары үткән инде.
Айҙар. Юҡ,юҡ, рогатканан атып ҡына ла командир булып булмай. Иң дөрөҫө –өс төрлө ярышты ла ойошторорға. Кем күберәк мәрәй йыя, шул командир.
Ғабдулла. Эйе, эйе, шулай итергә кәрәк! Әйҙәгеҙ, иң беренсе йүгереп уҙышабыҙ. Раз, два, пли!
Йүгерәләр, Вәзир артта ҡала ла ергә ултыра. Ул үртәлеп Айҙарға ҡарай
Вәзир. Их, ерән шайтан, ботон һуғып һындыраһыңмы ни? Һөрлөгөп тә китмәй бит, исмаһам.
Вәзир аяғын соҡой . Беренсе Айҙар, икенсе Ғабдулла килә. Улар әйләеп Вәзир эргәһенә киләләр.
Айҙар. Ниңә шул тиклем сабаһың. Аяҡтарыңды ҡыҙғаныр инең саҡ ҡына.
Вәзир. Аяғыма ҡаҙау ҡаҙалды. Мине ярышта ҡатнашманы тип иҫәпләгеҙ.
Өсәүләшеп Вәзирҙең аяғын тикшерәләр
Айҙар. Бында бит былтырғы яраларҙан башҡа бер нәмә лә юҡ, хәрәмләшмә. Хәҙер бынау түбәтәйгә утыҙ аҙымдан атабыҙ. Һәр беребеҙ өсәр таш ата. Өс атыуҙа түбәтәйгә кем күберәк тейҙерә, шул ота.
Кем беренсе ата? Әйҙәгеҙ, алфавит буйынса. Беренсе мин, Айҙар. Икенсе Вәзир, өсөнсө Ғабдулла.
Вәзир. Ярай, шулай булһын.
Айҙар ата, береһе лә түбәтәйгә теймәй. Вәзир ата.
Вәзир. Бер ҡоймаҡты майланыҡ.
Ғабдулла, йүгереп барып, түбәтәйҙе элә.
Вәзир. Ике ҡоймаҡты майланыҡ.
Вәзир ата, түбәтәй төшә, ләкин таш тейеүҙән түгел, ботаҡ һелкенеүҙән.
Вәзир. Өс ҡоймаҡты майланыҡ.
Айҙар. Майламай тор әле, майың етмәҫ. Таш түбәтәйгә теймәне.
Вәзир. Күҙең ҡыҙамы? Эсең әрнейме? Бына шулай атырға кәрәк, Айҙар энем. Был һиңә тыр-мыр йүгереү түгел.
Ғабдулла. Шул тиклем маҡтаныуҙан нисек телдәре талмай. Вәзирҙең өсөнсө ташы барыбер иҫәпләнмәй, хәрәмләшмә лә.
Ғабдулла ата. Бер таш ҡына тейә.
Ғабдулла. Тимәк, был ярышта Вәзир беренсе, Айҙар икенсе булды.
Көрәшергә әҙерләнәләр.
Айҙар. Алыш бармы, еңеш бармы?
Вәзир. Алыш та бар, еңеш тә бар.
Вәзир Айҙарҙы йыға. Вәзирҙең күлдәге йыртыла.
Айҙар. Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир. Ха-ха-ха.
Вәзир. Баш һау булһа, күлдәк табылыр әле. Алыш бармы, һалыш бармы?
Ғабдулла. Алыш та бар, һалыш та бар. Ләкин былай булмай. Һинең күлдәгең дә, ҡайышың да юҡ. Тотонор ерең юҡ бит!
Айҙар ҡайышын һалып Вәзиргә бирә. Көрәшәләр. Ғабдулла Вәзирҙе еңә.
Айҙар. Һайлауҙар бөттө. Башлыҡҡа суҡмарҙы тапшырырға ваҡыт.
Вәзир. Теләһәң утҡа, теләһәң һыуға алып ин! Беҙ һинең тоғро юлдаштарың.
Ғабдулла. Малайҙар, ә, малайҙар. Әкиәттә лә бит батырҙар өсәү булған: береһе йүгерек, береһе мәргән, береһе көрәшсе. Нисек һәйбәт булды.
Айҙар. Юҡ инде, туғанҡай. Баш берәү генә була. Һин – башлыҡ. Һиңә – ура.
Ғабдулла. Улайһа, баҫығыҙ. Кирәмәтте ҡотҡарыу өсөн төҙөлгән отрядҡа “Өс таған” тип исем ҡушырға. Ризамы?
Вәзир. Риза. Артистар бейей торған шундай бейеү ҙә бар бит.
Бергә. Өс таған аумаҫ!

Оло Кендек. Шулай, дуҫтар, яҙмыш менән бәхәсләшеп, беҙ үҫә барҙыҡ. Һабаҡ алырға ла ваҡыт етте, һөйөклө Оло инәйем мине мөғәллимәгә алып барып тапшырҙы. Ғазаплы һәм серле мәктәп йылдары, белем һуҡмаҡтары минең йөрәгемдә уҡытыусыма йыр булып яралды.
Йыр “Уҡытыусыма” (М.Кәрим һүҙҙәре, З.Исмәғилев көйө)

Оло Кендек. Ғүмер уҙған һайын бөтәһе лә артта ҡалды, яҡшыһы ла, яманы ла онотолоп барҙы. Ә “Кендек”те берәү ҙә онотманы. Ул миңә ғүмерлеккә тағылды. Үҙем дә күнектем. Минең ҡушаматым миңә хатта оҡшай ҙа (йылмая).
Егет. “Кендек” ул ғүмерлеккә кешелек донъяһында үҙенсәлекле ҡушамат булып ҡалды. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, уның артынан ҡалманы, яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы булды.
Талғын ғына хәрби көй урғыла, ул көсәйә.
Оло Кендек. Яҙмыш миңә был тормоштоң төрлө яғын “ауыҙ иттерҙе”. Шанлы һуғыш йылдары… (уйлана)
Гимнастерка кейгән уҡыусы М.Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” шиғырын уҡый
“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йыры магнитофон таҫмаһынан тыңлана
Ҡыҙ. Шағир, драматург, прозаик, публицист Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу юлдарын үтә. Шул дәһшәтле һуғыш йылдарында ғәзиз халҡы, ижад рухы һәм мөхәббәте оло терәк, таяныс була.
“Айгөл иле” драмаһынан өҙөк сәхнәләштерелә (һуңғы күренеш)
Егет. Шағирҙың һәр әҫәрендә Тыуған илгә, гүзәл әсәгә, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт, дан йырлана. Йәшәй, йәшәртә, илһам бирә; күкрәй ҙә ул, күкрәтә лә!
Ҡыҙ. М.Кәрим – таштарға ла гөлдәр үҫтерер шағир ине. Тыуған ере - йәмле Шишмә туғайҙарының хуш еҫле сәскәләренән мәңге һулымаҫ ижад гөлләмәләре үрҙе ул, әҙәбиәт донъяһына бихисап рухи йәдкәрҙәр сәсеп ҡалдырҙы
“Ҡыҙ урлау” комедияһынан өҙөк сәхнәләштерелә
Пожар ҡаланчаһы. Баян ҡаланча башында ултыра. Ҡыҙҙар һабантуй ҡолғаһына бүләктәр бәйләйҙәр. “Аҡтаныҡ”ты йырлап сығалар. Баян үртәлеп, ҡулын һелтәй һәм каланчаға менеп китә.
Маһибәҙәр. Ярай әле аулаҡҡа тура килдек, ҡыҙҙар... Юғиһә, мин оялам.
Йәмилә. Беҙҙең йоҡо батырҙары шундай хәтәр эштәрҙән һуң тиҙ генә уянмаҫтар әле.
Йәмлегөл. Айҙы һүндереп ҡуйһалар, ирмәк булыр инеме икән, ҡыҙҙар ?
Мөнирә ( көрһөнөп ) Ай әллә ҡасан һүнгән инде ул.
Йәмилә (ҡолға төбөнә килә). Күпме бүләк йыйылған! Арғы урам ҡыҙҙары тырышҡандарҙыр инде... Улар ҡул эшенә оҫталар шул...
Мөнирә. Уның урынына комсомолкаларына хәтлем ҡылансыҡтар.
Маһибәҙәр ( бүләген килтереп бәйләй). Көрәштә еңеүсе егеткә эләкһен ине минең бүләгем.
Йәмлегөл. Мин иң шәп йүгереккә юрайым. Йә бағана башына менгән кешегә... Һин , Мөнирә?
Мөнирә. Мин береһенә лә юрамайым. Барыбер миңә күҙ һалыусы юҡ.
Йәмилә. Күр ҙә тор, үҙеңә бына тигән егет ғашиҡ булыр әле.
Мөнирә. Ун етем тулғансы булмағас, булмаҫ инде (көрһөнә).
Йәмлегөл. Кисә уйында Аҡтаныҡтың йырсы Ильясы үҙеңде йоторҙай булып ҡараны инде, Мөнирә.
Мөнирә. Бер ҡарау менән.
Ҡыҙҙар. Йәмилә, ә һин кемгә юрайһың бүләгеңде?
Йәмилә. Минме?( көлә) Күҙ бәйләп көршәк ватыусыға...
Ҡыҙҙар шарҡылдап көләләр.
Йәмлегөл. Теше төшөп бөткән берәй ҡартҡа эләкһә, ирмәк тә була инде (көлөшәләр.)
Йәмилә (көйләп ала ).
Ҡыптыр – ҡыптыр туныңды,
Ҡыптырлатып кейерһең,
Бәхетеңә тура килһә,
Ҡарт булһа ла күнерһең...
Ә быныһы йоҡола еңеп сыҡҡан Мөхәммәтша баһадирға.
Баян ( юғарыла саң ҡаға). Пожар!
Ҡыҙҙар ситкә һибелә.
Маһибәҙәр. Ҡайҙа пожар?
Баян ( төшә). Мөнирә йөрәгендә...
Мөнирә ( хурланып ). Абау!
Мөхәмәтша ( сыға). Ҡыҙҙарға минән сәләм!
Йәмилә. Йоҡо туйҙымы?
Мөхәммәтша. Бынау көндө йоҡо ҡайғыһымы? Йөрәк күкрәктән: “ Бына сығам , бына сығам! “- тип тора.
Йәмилә. Ҡапыл уянһаң, шулай була шул.
Алыҫта ҡыңғыраулы гармун , йыр тауышы ишетелә.
Мөхәммәтша. Аҡтаныҡтар фарсит иткән була.
Йәмилә. Ҡулдарынан килгәс, итерҙәр шул.
Мөнирә. Аҡтаныҡтар дәртле улар. Ҡаланчала ла ҡарттар ғына тора унда.
Баян. Шуға күрә былтыр тимерсе аласыҡтары янып китте лә...
Маһибәҙәр. Харап икән. Тимерсе аласығы янған, имеш! Бында йөрәк дөрләп янғанын һиҙеүсе юҡ.
Ҡыҙҙар. Кистән дә яна йөрәк,
Иртән дә яна йөрәк,
Яна йөрәк , яна йөрәк ,
Яна, пожарник кәрәк!
Йыр яҡыная. Бер аҙҙан Ҡотләхмәт, Шөкөр, Ильяс, йәнә ике-өс егет инә.
Беҙ үҙебеҙ Дәү Аҡтаныҡ,
Көн итмәйбеҙ маҡтанып,
Беҙ урамдан үткән саҡта,
Ҡыҙҙар ҡала уфтанып.
Их, илдәре , илдәре,
Илдәрендә күлдәре,
Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,
Һандуғастай телдәре.
Егеттәр. Урам аша сыҡҡан саҡта,
Әллә абындығыҙмы?
Һарыға һабышҡанһығыҙ,
Әллә һағындығыҙмы?
Ҡыҙҙар. Килеп китер юлығыҙға
Әллә ауҙымы ҡайын?
Һеҙҙе уйлап йәш түгәбеҙ
Һуған тураған һайын.
Ҡотләхмәт ( ҡул һелтәп гармунды туҡтата. Ҡулындағы пакеттан алып кәнфит һибә). Кәрешкә ауылының һылыу ҡыҙҙарына, беренсе сиратта сибәрҙәрҙең- сибәре Йәмиләгә сәләм! ( Кепкаһын һалып, башын эйә.)
Ильяс. Йәмиләгә, Мөнирәгә, Йәмлегөлгә, Маһибәҙәргә сәләм!( Кәнфит ырғыта).
Башҡалар. Сәләм! ( Баш эйәләр)
Йәмилә. Сәләмегеҙҙе алды , кәнфитле һүҙҙәрегеҙҙе кире ҡайтарып бирҙек. (Кәнфиттәрҙе кире ырғыта.)
Шөкөр. Бер биргәнде беҙ кире ҡайтарып алмайбыҙ, Йәмилә. Күктә йондоҙ күп, ә ай берәү генә.
Ильяс. Йәмилә ай булһа, һеҙ , ҡыҙҙар, ай тирәһендәге йондоҙҙар.
Шөкөр. Ҡайһығыҙ Сулпан, ҡайһығыҙ Зөһрә, ҡайһығыҙ иләк йондоҙ, ҡайһығыҙ силәк йондоҙ тигәндәй...Тик бөгөн айҙы һүндерә яҙғандар, ти бит әле.
Бөтәһе лә Баян менән Мөхәммәтшаға борола.
Ҡотләхмәт. Шулаймы ни? Хәйерлегә булһын! Һаумыһығыҙ, егеттәр.
Баян. Арыубыҙ әле.
Мөхәммәтша баш ҡына ҡаға.
Шөкөр. Ҡунаҡтарҙы бик һүрән ҡаршылайһығыҙ , хужалар!
Ҡотләхмәт. Әллә йоҡо туйманымы?
Мөхәммәтша. Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, Ҡотләхмәт. Кеше баҡсаһына ингән кәзә кеүек , һөмһөҙ ҡыланма, йәме . Юғиһә...
Ҡотләхмәт. Юғиһә нимә?
Мөхәммәтша. Юғиһә бына! Эйеме? ( Йоҙроҡ күрһәтә) .
Ҡотләхмәт. Үткән һабантуйҙа Ҡотләхмәттең, елкәһенә ҡырҡмыш тай һалып, майҙанды ике тапҡыр әйләнгәнен оноттоңмо ни?
Баян. Беҙ ҙә ҡамырҙан яһалмаған.. (“ Аҡтаныҡ”ты йырлап сығалар)

Оло Кендек. Йылдар уҙғас, ошо ҡалаға килермен дә, бөтөнләйгә нигеҙләнермен, тип кем уйлаһын инде?
Егет. Баш ҡала М.Кәрим өсөн ижад толпарҙарының төп йортона, зәңгәр офоҡтарға әйҙәүсе хыял ҡошона әүерелә.
Оло Кендек. Был донъяны бик күп гиҙҙем,
Балтырҙарым талғансы.
Шатлыҡ эстем, хәсрәт йоттом,
Танһыҡтарым ҡанғансы (сығып китә)
Сәхнә артынан М.Кәримдең үҙ тауышы менән уҡыған шиғыры тыңлана “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең...”
Ҡыҙ. Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, сәсән телле М.Кәрим һәр быуын кешеләренең яҡын дуҫы, замандашы, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып күңелдәрҙә ҡалды.
Егет. Оҙон һәм бай ғүмер юлы уҙған шағирыбыҙ “Уңдым” тигән шиғырында :
Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә.
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым, күп нәмәнән уңдым.
Минән уңдымы икән бүтәндәр? -тип яҙғайны. Эйе, беҙ – һинең халҡың. Һинән мең-мең тапҡыр уңдыҡ. Йәш быуын ижад ҡаҙанығыҙҙа ҡайнап йәшәй һәм йәшәр, оло фәһем, тәрбиә алыр.
Егет залда ултырыусылар араһында йөрөй, микрофонға һәр кем М. Кәримдең шиғырын ятҡа һөйләй (бер-береһен дауам итеп һөйләйҙәр).
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

«МОСТАЙ КӘРИМ – БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ, БЕҘҘЕҢ
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЙӘМЕ» ТЕМАҺЫНА
ӘҘӘБИ – МУЗЫКАЛЬ КИСӘ

Шәрәфисламова Зәлифә Морат ҡыҙы,
Ҡалтасы районы Краснохолмский
1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Маҡсат: Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыу; Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү; әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм этәргес биреү.
Йыһазландырыу: М. Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе; 5-9 кластар өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” электрон дәреслеге, слайдтар күрһәтеү өсөн проектор, ноутбук, экран; плакаттар: “Мостай Кәрим поэзияһы – кешеләргә ғашиҡ, кешелекле оло ижад”. Р. Ғамзатов. “Әҙәбиәттең киләсәге, киләсәктең рухи сафлығы өсөн янған оло йөрәкле кеше”. Р. Тимершин. “Мостай Кәрим – республикабыҙ ғорурлығы, Башҡортостандың йәме” исеме менән фотостенд; шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар дискы.
Кисә барышы
1 слайдта Башҡортостан картаһы фонында М. Кәримдең портреты һәм “Уңыштарым” шиғырынан өҙөк яҙылған.
“Уңыштарым егет итте мине,
Баҫалҡы ир итте һағыштар,
Әммә мине шағир яһанылар
Юғалтыуҙар менән табыштар”.
Кисә “Уҡытыусым” йыры менән асылғандан һуң “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелә.
Урам буйлап Кендек быҙау эҙләргә китеп бара, ә уның ҡаршыһына Һары серәкәй- Әсғәт- Искәндәр Әсғәте сығып баҫҡан. Хас та етен төҫлө ап-аҡ сәсле, күҙҙәре лә етен сәскәһенә оҡшаған - зәп-зәңгәрҙәр.
Әсғәт: Әй, малай, ыңғайла былай!
Кендек: Үҙең ыңғайла. Мин быҙау эҙләргә барам.
Әсғәт: Шөрләмә, һиңә булмаҫ һис нәмә, мин кешегә теймәйем. (Кендек эргәһенә килеп еткәс тә усын йәйеп уның танау аҫтына килтереп терәй). Нимә еҫе килә? Йә әйт инде, нимә еҫе килә?
Кендек: Юҡсы, бер еҫ тә килмәй.
Әсғәт: Һин яҡшылабыраҡ еҫкә, танауыңды йырыбыраҡ… Их, һин, шуны ла белмәйһең… Күмәс еҫе, май күмәсе. Әле генә күмәс ашап сыҡтым.
Кендек: Ашаһаң ни… Мин быҙау эҙләргә барам.
Әсғәт: Мин дә һиңә быҙау эҙләшәйемме?
Кендек: Эҙләшһәң ни…
Әсғәт: Эй, туҡта әле, ыштан кеҫәңдә һинең нимә ҡабарып тора ул ?
Кендек: Икмәк ҡатыһы.
Әсғәт: Булмаҫ, йә таштыр әле.
Кендек: ( кеҫәһендәге ҙур ғына икмәк ҡатыһын сығарып күрһәтә) Бына, ышанмаһаң, быҙау алдатырға. Бына…
Әсғәт: Быҙауҙы,ни, уны былай ғына, алдатмай ғына, ҡыуып ҡайтырбыҙ. Әйҙә, икмәкте ултырып ашайыҡ.
Кендек: Үҙең әле генә, май күмәсе ашаным, тип маҡтандың…
Әсғәт: Күмәс кенә тамаҡты туйҙырмай шул, уны икмәккә ҡушып ашарға кәрәк.
Кендек: Ә ниңә һин ҡушып ашаманың?
Әсғәт: Икмәк булмағас… (боттарын һуҙып, үлән өҫтөнә ултыра). Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Баҫып ашаһаң, туҡландырмай ул. Әгәр бер валсығын ергә төшөрһәң, яҙыҡ була. Яҙыҡ булғас, тамуҡта яндыралар - үлгәс.
Кендек: (һайыҫҡанға таш ырғытып) Һайыҫҡан, һайыҫҡан, күкәй эскән, май эскән!
Әсғәт: Тейҙерһәң һуң!
Кендек: Тейһә, тейә бирһен, һандуғас балалары түгел әле.
Әсғәт: Һайыҫҡанға ла үҙ балаһы ғәзиз. Уның да эсендә йәне бар. Бөтә нәмәләрҙең дә йәндәре бар – ағастарҙың да, таштарҙың да, үләндәрҙең дә… Йәндәре булмаһа, йәшәрҙәр инеме ни улар? Беҙҙең бармаҡ киҫелһә, ҡыҙыл ҡан аға, ағас ботағын ҡырҡһалар, аҡ ҡан аға. Тимергә тимерҙе һуҡһаң, сыңлай бит эйеме? Шул - тимерҙең илауы була инде.
1 алып барыусы. Мостай Кәрим – беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалыбыҙ булды. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар. Ул – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, СССР Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, М. Шолохов исемендәге премия лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Был исем иң лайыҡлыларға ғына бирелә. М. Кәрим – Өфө ҡалаһының почетлы гражданины. Был исемде лә барыһына ла бирмәйҙәр.
Электрон дәреслектән “Еңеүҙәрем, уңыштарым булды” видеоролигын ҡарау.
1-се уҡыусы. “Уйҙар” шиғырын уҡый.
2-се уҡыусы. “Йыр булһын юлдашым” шиғырын уҡый.
2-се алып барыусы. Беҙҙең Башҡортостан – гүзәл республика. Бай ул, матур ул. Башҡортостан ере! Күпме таланттар, күпме аҡыл эйәләре, яҙыусылар, ғәйрәтле ер хужалары көс һәм ғәйрәт алған ошо Башҡортостан тупрағынан. (Экранда Р.С. Зәйнетдинов һәм Г.Ғ. Калитовтың “Ер рухы” картинаһы күрһәтелә). Халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы булған Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Мифтахетдин Аҡмулла, Һәҙиә Дәүләтшина, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Әбделҡадир Инан, Афзал Таһиров, Мөхәмәтша Буранғолов, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғәлимов Сәләм, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Рәми Ғарипов, Жәлил Кейекбаев, Рәшит Ниғмәти, Имай Насыри, Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева, Дауыт Юлтый, Сәғит Мифтахов, Мостай Кәрим кеүек яҡташтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең дә бөтә тормошо, ижады ошо изге, бәрәкәтле ер менән бәйле.
3-сө уҡыусы. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын уҡый. (Слайдта Башҡортостан картаһы).
1-се алып барыусы. (Башҡортостан тәбиғәте һүрәтләнгән слайдтар бер-бер артлы күрһәтелә). “Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, бер ил үҙенең далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр.
Урал… был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма-таҫма булып һуҙылған тау юлдары килеп баҫа.
Урал… Унан көс алып, урау-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы Ағиҙелебеҙ, тынғыһыҙ, етеҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ашыға.
Уралдың йөрәгенә күҙ һалайыҡ. Ниндәй генә хазиналар юҡ унда! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер…
Шуларҙың бөтәһе лә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бит”. Бына шулай һоҡлана ул тыуған ере менән беҙҙең әҙибебеҙ. Тыуған илгә ҡарата уның һөйөү хисе сикһеҙ.
2-се алып барыусы. (Электрон дәреслектәге фотоальбом күрһәтелә). Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Үҙенең ауылында мәктәптә уҡый, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнаша. Ҡаты яралана. Ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
1-се алып барыусы. Һуғыш М.Кәримде шәфҡәтле булырға өйрәтте, һуғыш уның йәшлеген ҡыҫҡартты, яралары уны иртә етлектерҙе. Был хәл 1942 йылда була. М.Кәрим артиллерияла элемтәселәр начальнигы була. Дошман танкылары һөжүм иткәндә, мина ярсығы тейеп, М.Кәрим бик ҡаты яралана. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. 19 йыл үткәс, 1961 йылда М.Кәрим был хаҡта “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғырын яҙа. Был шиғыр баҫылып, уны радио, телевизорҙа уҡығандан һуң, М.Кәримгә бик күп хаттар килә. Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләй. Фамилия бик таралған була. Шуғалыр ҙа, хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә. Ә Владимир Фомин балалар йортонан була. Кемдәрҙән хаттар килгән – барыһына ла яуап яҙған М.Кәрим. Ҡыҙғаныс, кешеләрҙең өмөттәре аҡланмаған.
(“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йыры яңғырай).
2-се алып барыусы. Һуғыштан һуң Мостай Кәрим әҙәби ижад менән ныҡлап шәғәлләнә, бик күп йәмәғәт эштәре алып бара. Уның өсөн буй етмәҫлек, булдыра алмаҫлыҡ жанрҙар юҡ та буғай. Ул бер ниндәй ауырлыҡһыҙ трагедиянан – лирикаға, драманан – парсаларға, комедиянан әкиәткә күсә. (Слайд: М. Кәрим әҫәрҙәре исемлеге). М. Кәрим балалар әҙәбиәтенә “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы менән килеп инде. "Өс таған", "Әл“иә хикәйәләре”, “Мылтыҡтан атмаҫҡа” кеүек әҫәрҙәрен балалар яратып уҡыйҙар. Әҙип иһә тормошта ла, ижадта ла малайлығын юғалтмай. Ижадының нигеҙе лә шул бала сағындалыр шикелле. Шулай булмаһа, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кеүек гениаль әҫәр яҙылмаҫ та ине. Шағир үҙенең ижадында бала саҡҡа әйләнә лә ҡайта. инде олоғайып бөткәс, кескәйҙәр өсөн әкиәттәр, хикәйәләр яҙырға тотона. Эйе, М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, Башҡортостандың йәме ул!
(Электрон дәреслектән “Йәшәйһе бар…” видеоролигын ҡарау).
1-се алып барыусы. М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре көлдөрә лә, илата ла, йөрәкте һыҙландыра ла. Әҫәрҙең күп һүҙҙәре йөрәккә утлы тамға булып баҫыла. Ҡайһы бер ерҙәре балаларса ихласлыҡ, ҡайһы бер ерҙәре ололарса хәүефләнеү менән яҙылған был әҫәр тәрән уйҙарға һала. Эйе, кеше ысын мәғәнәһендә кеше булһын тиһәң, бала саҡтан уның күңеленә ныҡлы нигеҙ һалынырға тейеш. М. Кәрим әйтмешләй: “Бар тормош, һәммәһе бала саҡтан башлана. Тәүге ғүмер миҙгелендә бала ни алған, шул ғүмер буйы китә”. Был әҫәрҙе уҡығас, Кендек менән бергә Оло инәйҙән - кешелеклелек , кеселеклелек, Әсғәттән – эскерһеҙлек, ихласлылыҡ сифаттарын үҙ итәһең.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән Кендектең Оло инәй менән хушлашыуы сәхнәләштерелә).
Кендек: Күпме ултырғанмындыр, белмәйем, әммә ошо ваҡыт эсендә Оло инәйем менән бергә үткән һуҡмаҡтарҙы, яландарҙы, урмандарҙы йөрөп сыҡтым. Сыҡтым, сығып бөтә алманым. Уның менән бергә эскән шишмәләрҙән ятып һыуҙар эстем. Эстем, эсеп туя алманым. Ун алты йәшемә тиклем бына уның ышығында йәшәйем. Йәшәйем, ә балалыҡтан уҙа алмайым. Ул төйәген алмаштырырға, мәңгелек йортона күсергә йыйына. Беләм, ул киткәс, мин илармын. Илармын, ләкин бер ваҡытта ла илап бөтөрә алмам… тамағыма төйөр килеп тығылды бына…
Оло инәй: (күҙҙәрен аса) Һин бында икәнһең, синнай. Һәйбәт.
Кендек: Йә бер-бер нәмә кәрәк булыр.
Оло инәй: Нәмә кәрәкмәй. Ҡалыуың һәйбәт… һин булғас, донъя буш түгел.
Кендек: Өләшкән бүләктәрең өсөн бала-саға ҡыуанып китте.
Оло инәй: Ҡуй, синнай, йыуатма мине. Ҡыуанһалар, насар булыр ине. Хоҙай эшкәртте: ҡыуанманылар. Мин бит уларға һөйөнсө таратманым. Хәтирә бүләге ҡалдырҙым. Хушлашыр өсөн буш ҡул биреп кенә өйҙән сығып китә алманым… Бөтәһен дә күргем килгәйне – рәхмәт яуғыры. Моратыма ирештем. Әллә Тажетдингә ҡатыраҡ хөкөм сығарҙым инде? Ярай, үҙенә лә, бүтәндәргә лә ғибрәт булыр. Ғибрәтһеҙ донъя булмай ул. Ярлыҡамай торған яҙыҡтар ҙа була шулай. Иҫеңдә тот: әсә хаҡынан да изге нәмә юҡ.
Кендек: Беләм, Оло инәйем, икеләтә беләм – икегеҙ хаҡын да…
Оло инәй: (күҙҙәрен йомоп торғандан һуң) Үкенестәрем юҡ минең хәҙер. Булһа ла, үкенергә һуң. Бына һине иртәрәк ҡалдырып китәм, шуныһы ғына аяныс. Ҡанаттарың нығып етмәгән, иҫ итмәҫтән имгәтеп ташламағайҙары. Балалыҡтан сығып өлгөрмәнең. Хәйер, һин ғүмер буйы балалыҡтан сығып бөтмәйәсәкһең. Бәхетең дә, бәләң дә шунда һинең. Хоҙай ярҙам бирһен!
4-се уҡыусы. “Тупрағым, һауам, һыуҙарым” шиғырын уҡый.
2-се алып барыусы. Ваҡыт үтә. М. Кәримдең уҡылған һәр бер әҫәре, тәүге осҡонға өҫтәлеп, дөрләп янған усаҡҡа әйләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ун, егерме, утыҙ йыл элек яҙылған әҫәрҙәре хәҙерге көндөң проблемаларын күтәрә. Ғаилә, бала, тыныслыҡ һәм һуғыш, экология мәсьәләләре бөгөн дә беренсе урында тора. “Айгөл илендәге” Ябағаев әйтмешләй: “ Бөтәһен дә үҙебеҙ ҡоротабыҙ. Ҡош-ҡорт күрһәк, атабыҙ, ағас күрһәк, ҡырҡабыҙ, сәскә күрһәк, өҙәбеҙ. Кәрәкме, кәрәкмәйме – атабыҙ, ҡырҡабыҙ, өҙәбеҙ. Тауҙар кейекһеҙ, йылғалар балыҡһыҙ, урмандар һайрар ҡошһоҙ ҡалыр, тип бошонмайбыҙ. Ҡорота бирәбеҙ. Сөнки беҙ, йәнәһе, тәбиғәттән мәрхәмәт көтмәйбеҙ, ә уның менән көрәшәбеҙ. Талайбыҙ уны. Ә үҙебеҙ ерҙе, етмәһә, әсәйебеҙ тигән булабыҙ. Әсәне шулай аяуһыҙ йәберләргә яраймы ни?!”. Элек үтеп булмаҫлыҡ урмандар хәҙер үтәнән-үтә күренеп торалар, диңгеҙҙәй тәрән, киң йылғалар тауыҡ кисерлек булып ҡалғандар. Эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ ағыулана. Кеше нимә өсөн йәшәгәнен аңламай, араҡы менән ҡайғыһын йыуа, төпһөҙ өмөтһөҙлөк һаҙлығына бата, уйламай эш итеп, ултырған ботағын быса. Ошо кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Мостай Кәрим әҫәрҙәре кәрәк тә инде.
5-се уҡыусы. “Уңдым” шиғырын уҡый.
6-сы һәм 7-се уҡыусылар Р. Зәйнуллинаның “Мостай Кәримдең һорауҙарына яуаптар” шиғырын уҡый.
Илле йәшең тулған көндәреңдә
Һин яҙғанһың, шағир, “Уңдым”ды,
Һорағаһың, тирә-яҡҡа ҡарап:
“Уңдыммы, тим, әллә туңдыммы?”
Уңдың, шағир, тыуған көнөңдән,
Октябрҙең аяҙ таңынан,
Илем үҙаллылыҡ яҡлап алған
Көнө лә бит һинең айыңдан.
Дуҫтарыңдан уңдың, мөхәббәттән,
Ғәзиз телең – туған телеңдән,
Ил ағаһы итеп хөрмәтәләгән
Башҡортостан – тыуған илеңдән.
Тормош юлдарыңды барлайһың һин,
“Хәйерле төн һеҙгә,үткәндәр!”
Борсолаһың, ттәрән тулҡынланып,
“Минән уңды микән бүтәндәр?”
Эйе, уңдыҡ! Һинән уңдыҡ, шағир!
Көслө лә һуң, ай-һай, ижадың!
“Улы булып илдең, замандың,
Аҫыл һүҙең менән дан алдың!”
Шиғырҙарың беҙҙең күңелдәрҙе
Һүнмәҫ бер нур булып яҡтырта,
Һәр йөрәктә изгелек һәм шәфҡәтлелек,
Кешелеклелек хисе уята!
Һикһән йәшең (туҡһан бишең) тула бөгөн, шағир,
Әйләнеп баҡ әле артыңа,
Һинән уңған барлыҡ дуҫтарың да
Баҫып тора һинең ҡаршыңда.
Тыуған көнөң менән улар
Ҡулың ҡыҫып тәбрик итәләр,
Изге теләктәрен теләй-теләй:
“Һинән уңдыҡ, шағир”, - тиәләр.
Кисә Н. Мөстәҡимовтың М. Кәрим һүҙҙәренә яҙған “Һаумы, тиҙәр гөлдәр” йыры менән тамалана.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

Хәйерле көн, коллегалар! Эшегҙҙә ярҙам ниәтенән Һеҙгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған конкурсҡа ебәрелгән уҡытыусыларҙың дәрес һәм кластан тыш сара эшкәртмәләрен ебәрәбеҙ.
МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ «БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ» ПОВЕСЫ БУЙЫНСА ЙОМҒАҠЛАУ ДӘРЕСЕ
(5- се класс)

Ғәббәсова Рәсимә Миңлехәйҙәр ҡыҙы,
Мәләүез районы Нөгөш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Маҡсат. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу; уҡыусыларҙың телмәрен, үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү, һүҙ байлыҡтарын арттырыу, намыҫлылыҡ, туғанлыҡ тойғоларын тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. М.Кәримдең портреты, мультимедия проекторы, электрон ҡулланма, шағирҙың әҫәрҙәренән күргәҙмә, дәреслек.
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
-Хәйерле көн, балалар!
-Хәйерле көн!
-Уҡыусылар, бөгөн беҙҙең дәресебеҙ ябай дәрес кенә түгел, беҙҙә бер түгел, өс ҡунаҡ бар. Улар –Һәргәй ауылынан Рәсимә апай, Настя – Гөлназ исемле ҡыҙыҡай һәм бер ҡош. Рәсимә апай менән Гөлназға беҙ һуңыраҡ һүҙ бирербеҙ, ә ниндәй ҡош икәнен белеү өсөн, йомаҡтың яуабын табырға кәрәк.
Гөрләй-гөрләй килә ул,
Ҡыҙыл ситек кейә ул,
Күлдәктәре күгелйем,
Татыулыҡты һөйә ул. (Күгәрсен.) (Һүрәте таҡтаға йәбештерелә)
Күгәрсен – тыныслыҡ символы. Ул, әйтерһең, ерҙә бер ваҡытта ла һуғыш, афәт, бәлә-ҡаза булмаһын тип гөрләй. Дәрестә активлыҡ күрһәтеп, бер-берегеҙ менән дуҫ, татыу булһағыҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа күгәрсендәр һәр ваҡыт гөрләп торор.
Өйгә эште тикшереү.
-Балалар, мин һеҙгә Мостай Кәримдең быға тиклем уҡылған әҫәрҙәренә байҡау яһарға ҡушҡайным. Хәҙер өҙөктәр уҡыйым, ә һеҙ уларҙың ниндәй хикәйәнән икәнен, кем тураһында һүҙ барғанын әйтерһегеҙ.
1) Нисә ҡарама, сыйырсыҡ ояһына дүрт күҙ төбәлгән була. Болдорҙа сәсенә ҡыҙыл таҫма таҡҡан ҡыҙ ултыра, уның исеме – Әлфиә. Ике күҙ – ана шул ҡыҙҙыҡы. Ә теге икеһе – кәртә башында ара-тирә йоҡлағанға һалышып ултырған ала бесәй күҙҙәре. Әлфиә уйлағанын ҡысҡырып әйтә: «Их, анау ҡош ҡолап төшһөн! Мин уны өйгә алып инер ҙә ярма суҡытыр инем...» Ә бесәй өндәшмәй. Шуға күрә уның ни уйлауын белеүе ҡыйын. Бәлки, ул былай ғына, ҡыҙыҡ итеп кенә, ҡарап торғандыр. («Сыйырсыҡ ояһы», «Әлфиә хикәйәләре»нән.)
2) Ә тегендә, ҡаланың иң дәү майҙанында, балалар ҡыуанһын тип, Ҡыш бабай боҙҙан, былтырғынан да матурыраҡ итеп, бейек, яҡшы һарайҙар, селтәрле күперҙәр һалды. Әкиәттәге айыуҙар, төлкөләр, бүреләр, ҡуяндар, тейендәр, тағы әллә ниндәй йәнлектәр шул һарайҙарға торорға килде. («Ҡыш бабай бәләкәй саҡта».)
3) Айҙар урамда тороп ҡалды. Ғабдулла йүгереп өйгә инеп китте. Бер ҡыйырсыҡ икмәк менән өләсәһенең һалма киҫә торған бысағын эләктереп, болдорға сыҡҡас ҡына, Нәғимә инәй ҡайтып инде. Ғабдулла бысаҡты тиҙ генә артына йәшерҙе. Өләсәһе һиҙмәй ҙә ҡалды, шикелле. Ләкин ейәненең күкрәгендәге миҙалды шунда уҡ күрҙе. Нәғимә инәйҙең йөҙө үҙгәреп китте. ( «Дан кәпәс түгел».)
Ә хәҙер Мостай Кәримдең ижадына байҡау яһап алайыҡ. (2-3 уҡыусының сығышы.)
Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ның Ҡара Яҡуп волосы, хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә, айырыуса Оло инәһе тәрбиәһендә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 – 1941 йылдарҙа ул – Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронтта була. Ул ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡығас, башта элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә.
Яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби эшенә тотона һәм бик күп йәмәғәт эштәре алып бара. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылары союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында РСФСР Яҙыусылар союзының секретары итеп һайлана. М.Кәрим- күп яҡлы талант эйәһе. Уның шиғырҙары ла, поэмалары ла, повестары ла, драмалары ла бар. (Таҡтала әҫәрҙәре исемлеге: «Болғар дәфтәре», «Европа-Азия»нан шиғырҙары; «Үлмәҫбай», “Ҡара һыуҙар» поэмалары; «Өс таған», “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повестары; “Айгөл иле», «Салауат» драмалары һәм башҡалар.) Әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, грузин һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
Совет әҙәбиәте алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. М.Кәрим – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты.
(М.Кәримдең ижады буйынса слайдтар күрһәтелә.)
Уҡытыусы. Эйе, Мостай Кәрим шағир ҙа, драматург та, прозаик та. Проза – Мостай Кәрим ижадының өсөнсө ҙур тармағы. Был эпик төргә ул сағыштырмаса һуңыраҡ тотондо. «Һәр яҙыусыға үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарауҙы файҙалы тип иҫәпләйем. Сөнки ижадҡа ул яңы һулыш, үҫешкә яңы боролош бирә»,- тип яҙҙы ул үҙе. Шундай боролошло хәл “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы менән тыуҙы.
Беҙ дәрестә һөйләшәсәк Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған был әҫәре 1951 йылда республикабыҙҙың «Пионер» журналында(«Аманат» журналы күрһәтелә) донъя күрҙе. Ул тиҙ арала башҡорт балалар әҙәбиәтенең йәме, күңел йәме булыр әҫәргә әйләнә. Бер нисә тапҡыр айырым китап булып сыға. Төрлө телдәргә тәржемә ителеп, миллионлаған балаларҙың ихтирамын яулай.





Әҫәрҙең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү.
Һүҙлек эше. Һипкел-веснушка, мөгөҙ-рог, сәскес-сеялка, ҡуңыр-ҡараһыу, ҡоңғорт,һорғолт ҡара; чернявый,төкөшөү-бодаться.
Уҡыусылар әҫәрҙе өйҙә уҡып килгән. Хикәйәне анализлау һорау-яуап алымы (әңгәмә) менән алып барыла. Уҡытыусы йөкмәткенән сығып, тема, идея, проблемаларҙы асҡан һорауҙарҙы үҙе төҙөй.
-Әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләнгән? Йәмил менән бәйле хәлдәр ҡасан булған? Ауылдың бөтә ир – егеттәре ҡайҙа киткән?
-Был осор тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фекер алышыу).
Уҡытыусы. Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек...
Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ өсөн бик уңайһыҙ һәм ауыр шарттарҙа башланып китә, сөнки илебеҙ һуғыш көтмәй, ә дошман аңғармаҫтан һөжүм итә.
Ошо һуғышта беҙҙең Мәләүез районынан да 15 мең кеше ҡатнаша. Улар үҙҙәрен аямай, дошманға ҡаршы һуғыштылар. Шуларҙың 6 мең самаһы батырҙарса һәләк була һәмяу яландарында мәңгелеккә ятып ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан алынған яугирҙарҙан 277 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә Муса Гәрәев был исемгә ике тапҡыр лайыҡ була. Беҙҙең райондан 11 кешегә -Зөбәй Төхфәт улы Үтәғолов, Рыбалко Иван Игнатьевич, Әминев Минетдин Ғилметдин улы һәм башҡаларға был исем бирелә. Дан ордены менән 2 кеше: Банников Василий Васильевич, Кузнецов Григорий Тимофеевич, күптәре күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнде. (Слайдтан яҡташтарҙың батырлығы тураһында күрһәтелә).
Һәм ниһайәт: 1918 көн дауам иткән кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш 1945 йылдың 9 майында Совет иленең еңеүе менән тамамланды. Был көндө ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. (Слайдтан Еңеү тураһында фотолар күрһәтелә).
Ял минуты.
Күк күгәрсен уйнай күктә
(ҡош осҡан хәрәкәт яһау)
Нуры ерҙә сағыла (ергә сүгәләү)
Күгәрсендәй талпынышып
(баҫып бөйөргә таяныу)
Ял итәйек аҙ ғына.

-Әҫәр кем исеменән бәйән ителә?
-Әҫәрҙәге геройҙарҙың исемдәрен атағыҙ. ( Йәмилдең әсәһе, Тимертау ауылындағы өләсәһе, Оксана, колхоз рәйесе Яҡуп ағай, Мансур олатай, Фәрит, Марат, Фәһимә).
-Оксана исемле урыҫ ҡыҙы ни сәбәпле Йәмилдең һылыуы булып киткән? Ул ниңә көслө тауыштан ҡурҡа? Ҡыҙыҡайға ҡылыҡһырлама бирегеҙ.
-Повесты иғтибарлы уҡынығыҙмы икән, тикшереп ҡарайыҡ. « Әсәйем ҡайҙа китте?» тигән беренсе бүлектә мәҡәл бар. Һеҙҙең маҡсат- шуны табып, дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйырға һәм мәғәнәһен аңлатырға. (Юл аҙабы – йән ғазабы).
-Әҫәрҙән күренеүенсә, Йәмилдең өләсәһе әкиәт һөйләргә яратҡан. –Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек, нимә ул әкиәт? Уның ниндәй төрҙәре бар? Өләсәйҙең әкиәте нимә тураһында? Ул ниндәй төргә ҡарай?
-Әкиәттең аҙағы нисек тамамлана?
-Ҡылыс әле кем ҡулында?
-Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәре оҡшашмы? Миҫалдар килтерегеҙ.
-Балалар, мин һеҙгә дәрес башында ҡәһәрле һуғыш арҡаһында йәтимдәрҙең һаны бихисап булуы тураһында әйтеп үткәйнем инде. Ә әлеге ваҡытта, тыныс тормошта йәшәһәк тә, йәтимдәрҙең һаны аҙ тип әйтеп булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ата-әсәләрһеҙ тере йәтим ҡалғандар менән бер рәттән, ата-әсәләре иҫән булып та «йәтим” исемен йөрөтөүселәр ҙә бар.Һуғыш ваҡытында ауыр һынау алдында ҡалған ошондай балаларға Йәмилдең әсәһе кеүек изге йөрәклеләр ярҙам ҡулы һуҙһа, әлеге ваҡытта ундайҙарға патронат ғаиләләр күңел йылыһын өләшә. Районда 66 ғаилә 89 баланы үҙ ҡанаты аҫтына алған. Беҙҙең Нөгөш ауылында Марфина Мария Алексеевнала өс бер туған: Женя, Саша, Никита; күрше Һәргәй ауылында Рәсимә һәм Фәрит ағай Ибраһимовтарҙа Настя-Гөлназ исемле ҡыҙ бала тәрбиәләнә.
-Ә хәҙер һүҙҙе беҙҙең дәрескә Гөлназ менән ҡунаҡҡа килгән Рәсимә апай Ибраһимоваға бирәм. (Ҡушымта 1)
- 2007 йылдың май айында опека һәм попечителлек бүлеге аша, ауыр һынау алдында ҡалған 1 йәш тә 10 айлыҡ Иванцова Анастасия Руслановнаны тәрбиәгә алдыҡ. Ап-аҡ йөҙлө, алтындай һары сәсле, зәңгәр күҙле матур ҡыҙыҡай шунда уҡ күңелебеҙгә оҡшаны. Мәсеткә барып, мулланан Гөлназ тип исем ататтыҡ. Ағалары ла, үҙ һылыуҙарындай күреп, бик оҡшаттылар.
Беҙҙең үҙебеҙҙең дүрт улыбыҙ бар. Өсәүһе өйләнгән, балалары үҫеп килә. Кесе улыбыҙ Стәрлетамаҡ педагогия академияһында уҡый. Ә Гөлназ ҡыҙыбыҙ ауылдағы башланғыс мәктәптең 2-се класында матур ғына уҡып йөрөй. Нимә эшләһәк тә бергәләп, бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Беҙгә килгәндә ул тик русса ғына һөйләшә ине. Яйлап башҡортсаға өйрәттем. Хәҙерге ваҡытта башҡортса рәхәтләнеп һөйләшә, китап уҡый, яҙа. Хатта район кимәлендә үткәрелгән башҡортса сараларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Уның һәр бер уңышына тормош иптәшем, атайыбыҙ Фәрит тә бик ҡыуана. Беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме – гөл-сәскәбеҙ Гөлназыбыҙ. Донъяла бер йәтимдең кәмеүендә беҙҙең дә өлөшөбөҙ булыуына шатбыҙ, үҙебеҙҙе бәхетле һанайбыҙ. Һеҙгә, уҡыусылар, ата-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлап, уларҙың наҙына төрөнөп, игелекле балалар булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
-Рәхмәт, Рәсимә апай. Һеҙ бик изге күңелле әсәй. Киләсәктә Гөлназ һеҙҙе уңыштары менән генә шатландырһын.
Дәресте йомғаҡлау.
-Нисек уйлайһығыҙ, балалар, әҫәр ни өсөн «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип атала?
-Һөйләмдәрҙе дауам итегеҙ.
Дәрестә мин......... белдем.
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ-
«Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы мине……өйрәтте.
(Яуаптар.)
Баһалау.
- Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесын анализлағанда, алыҫ һуғыш йылдарына сәйәхәт ҡылдыҡ, бөгөнгө көн проблемаларына туҡталдыҡ. Яңы дуҫ - һары сәсле, зәңгәр күҙле, һипкелле Настя-Гөлназ менән дә таныштыҡ. Беҙгә дәрестә ярҙамлашҡаны өсөн күгәрсенгә рәхмәт әйтәйек. Күк йөҙөбөҙ һәр ваҡыт аяҙ булһын, ер йөҙөндә йәтимдәр булмаһын, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәйек.
Өй эше.«Беҙҙең өйҙөң йәме – ул....” темаһына мини-инша яҙырға.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

МЕҢ ҠАТ УҢДЫҠ ҺИНӘН, МОСТАЙ КӘРИМ!

Аҙнағолова Гөлфира Сөләймән ҡыҙы,
Күгәрсен районы Мораҡ Башҡорт гимназияһы филиалы
Әлмәс төп белем биреү мәктәбе

Маҡсат: Уҡыусыларҙа Мостай Кәрим ижадына ҡарата һөйөү, уның әҫәрҙәрен тәрәнерәк өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡһыныу уятыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М.Кәрим китаптарынан күргәҙмә, уның портреты, ноутбук, интерактив таҡта, афоризмдар һәм фекерҙәр яҙылған плакаттар.
Үткәреү урыны: акттар залы, ике команда өсөн өҫтәл һәм ултырғыстар әҙерләнгән.
Сара барышы:
Мәрәһим йыры яңғырай.
Алып барыусы: - Ярты быуат тигән ят түбәгә,
Бәй, килеп тә шулай ҡундыммы?
Тирә-яҡҡа ҡарап сама йөрөтәм:
Уңдыммы, тим, әллә тундыммы?
Уңдым.
Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән–тыуған айымдан, -
… Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем.
Алып барыусы: - … Мөхәббәттән уңдым. Ышанысты
Өҫтөн ҡуйҙы барлыҡ анттарҙан.
… Бара торғас, исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым: илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
Алып барыусы: - Хәйерле кис, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! Бөгөн беҙ һеҙҙе ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъяға–МостайКәрим иленә алып инмәксебеҙ.
Алып барыусы: - Кисәбеҙҙә ике команда көс һынашасаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙың үҙҙәрен саҡырайыҡ.
(командалар инә, алмашлапүҙҙәре менән таныштыра)
Алып барыусы: - Һеҙҙе баһалама ағзалары менән дә таныштырып үтәйек.
Алып барыусы: - Шундай шәхестәр, ижади биографиялар була, уларҙы өйрәнеү күпмелер дәрәжәлә халыҡтың мәҙәниәт кимәлен, ил тарихының рухи үҫеш баҫҡыстарын өйрәнеүгә тиң. Шундай шәхестәр иҫәбенә Мостай Кәримде лә иң тәүгеләрҙән булып индерәбеҙ.
Алып барыусы: - Тормош аҡыллы кешеләр арҡаһында алға бара. Мостай Кәримт ураһында һүҙ барғанда минең хәтергә уның үҙенең “Тауҙар” шиғырынан түбәндәге һүҙҙәре иҫкә төшә:
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел.
Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп, халыҡ шағирының талантына, бәрәкәтле ижадына һоҡланаһың, булмышының тәбиғилегенә, кешелеклегенә, күңеленең ихласлығына ышанаһың.
Алып барыусы: - Хәҙер, әйҙәгеҙ, Мостай Кәрим тураһында белгән-ишеткәндәребеҙҙе, уҡыған-өйрәнгәндәребеҙҙе хәтеребеҙгә төшөрөп алайыҡ. Беҙ һеҙгә мәшһүр һүҙ оҫтаһының биографияһы һәм ижады буйынса викторина тәҡдим итәбеҙ.
Алып барыусы: - Һынауҙың талаптары ябай. Тәүҙә һорауҙарҙы алмаш-тилмәш командаларға бирәбеҙ. Ә инде ике команда ла яуап бирергә ҡыйынһынһа, тамашасыларға ла ярҙам итергә мөмкин. Кем яуап бирә–шул кеше мәрәйҙе ниндәй командаға өҫтәргә икәнде хәл итә.
Викторина
1. Шағирҙың тыуған ауылы? (Келәш)
2. Атаһының һәм әсәһенең исеме? (Мөхәммәтсафа һәм Вазифа)
3. М. Кәрим нисәнсе йылда Башпединститутҡа уҡырға инә?(1937)
4. Тәүге шиғырҙар китабы нисек атала?(«Отряд ҡуҙғалды»)
5. Ҡатынының исеме? (Рауза)
6. Улар нисәнсе йылда өйләнешә?(1941)
7. М. Кәримдең «Яҙғы тауыштар» исемле шиғырҙар йыйынтығы нисәнсе йылда донъя күрә? (1941)
8. Шағир нисәнсе йылда Ҡыҙыл Армия сафтарына баҫа? (1941)
9. М. Кәримдең нисә балаһы бар? (икәү)
10. М. Кәримгә нисәнсе йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелә? (1963)
11. 1967 йылда М. Кәримгә Башҡортостандың ниндәй дәүләт премияһы бирелә? (Салауат Юлаев ис. Дәүләт премияһы)
12. РСФСР-ҙың Станиславский исемендәге дәүләт премияһы ҡасан бирелә? (1967)
13. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм «Ташлама утты, Прометей!»әҫәрҙәре өсөн халыҡ шағирына ниндәй премия тапшырыла? (Ленин ис. премия)
14. Мостай Кәримгә һәйкәл нисәнсе йылда ҡуйыла? (2013)
15. Һәйкәлдең авторы? (Андрей Ковальчук)
16. Республиканың ниндәй театры Мостай Кәрим исемен йөрөтә? (Өфөләге Милли йәштәр театры)
17. Мостай Кәрим ниндәй шиғырында:
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар, - ти? («Ҡоштар осорам»)
18. Шағир картаға ҡарап Башҡортостанды нимә менән сағыштыра?(ҡайын япрағы менән)
19. М.Кәрим Дағстандың халыҡ шағиры менән дуҫ була. Кем ул? (Рәсүл Ғамзатов)
20. Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн… Шиғырҙы дауам итегеҙ.
(Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!)
(Викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап яңғырағандан һуң, интерактив таҡтала яуап слайдта ла күрһәтелә бара )
Алып барыусы: - Мостай Кәрим–шәхес. Мостай Кәрим – шағир. Мостай Кәрим–драматург. Мостай Кәрим–прозаик. Мостай Кәрим–публицист, аҡыл эйәһе…
Алып барыусы: - Эйе, Мостай Кәрим–күп яҡлы талант. Бөгөнгө кисәбеҙҙә беҙ ул ижад иткән өлкәләрҙең һәр ҡайһыһына еңелсә ҡағылып үтмәксебеҙ.
Алып барыусы: - Ҡайҙа киттегеҙ һеҙ, шиғырҙарым?
Мин юғалттым йоҡо,
Һыу тәмен.
Зәңгәр төтөн йөҙгән тар бүлмәлә
Нисәнсе төн һеҙҙе көтәмен.
Командаларға һүҙ бирәйек. Мостай шиғырҙарын ятҡа һөйләү конкурсы.
(Ике алып барыусы өҫтәл артында М. Кәрим китаптарын ҡараштырып ултыра. Егет иҫе китеп шиғыр уҡый.)
Алып барыусы: - …Әгәр уттар үткән минең йөрәк
Мөмкин икән ташҡа әйләнеү,
Һиңә булған мөхәббәтем минең–
Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме.
Ниндәй иҫ киткес сағыштырыу! Мостай Кәрим–даһи! Шиғырҙары уйландыра, ҡанатландыра…
Алып барыусы: - Ә бына быныһын тыңла әле:
Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм,
Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ.
Боҙолошоу–сирек әжәл.
Әжәл менән һынашмағыҙ.
Алып барыусы: - Мостай Кәрим шиғырҙары моңло бер йыр кеүек. Моңо күңелгә уйылып ҡала. Әйткәндәй, халыҡ шағиры шиғырҙарына бихисап йырҙар ҙа яҙылған. Командалар уларҙы беләме икән?
(Командалар алмаш-тилмәш йыр исемдәрен әйтәләр йәки йырҙарҙан өҙөк йырлап ишеттерәләр. (Мәрәһим йыры, «Сигеү сигә ҡыҙҙар», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Шофер йыры», «Айлы кис», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”).
Музыкаль тәнәфес. Мәктәп уҡыусыһы башҡарыуында йыр. Был ваҡытта командаларға шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙылған карточкалар бирелә. Улар унда төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙырға тейеш. Эштәр баһалама ағзаларына тапшырыла.
Алып барыусы: - Мостай Кәрим ижадының икенсе баҙыҡ тағаны–драматургия. Әҙип үҙе «Һеҙгә драматургияға мөрәжәғәт итергә ни мәжбүр итә?» - тигән һорауға: «Ҡай бер сюжеттар, проблемалар, фәҡәт драматургия жанрын һорап тора», - тип яуаплаған.
Алып барыусы: - Театр – төрлө ҡараштар, принциптар, характерҙар, хис-тойғолар бәрелеше майҙаны. Сәхнәлә кеше рухының бөйөклөгөн, тынғыһыҙлығын, кешенең матурлығын, бәғзеләренең аламалығын, яман ҡылыҡтарын күргәҙмәле итеп күрһәтергә яйы күберәк, эмоциональ тәьҫире көслөрәк.
Алып барыусы: - Ә хәҙер әйҙәгеҙ командалар әҙерләгән өҙөктәрҙән «ауыҙ итәйек».
(Һәр команда 7-10 минутлыҡ сығыш яһай)
Алып барыусы: - Театр донъяһына инеп киттеңме, унан кире әйләнеп сығырым тимә, тигән Мостай Кәрим үҙе. Бына беҙ ҙә, һеҙҙең сығыштарҙы ҡарап, һоҡланып ҡараныҡ. Афарин!
Алып барыусы: - Баһамандарыбыҙ һеҙҙең сығыштарҙы баһалар. Ә беҙ артабан киттек. Хәҙер барығыҙа ла яҡшы таныш «Айгөл иле» драмаһынан репликалар килтерәбеҙ, ә һеҙгә уларҙың хужаларын әйтергә кәрәк. Талаптар викториналағы кеүек. Был һынауҙа тамашасылар ҙа ҡатнаша ала.
«Айгөл иле» драмаһынан репликалар
1. Кешенең мөхәббәткә бөрөләнгән кескәй йөрәге ана нисек талпына. (Сит кеше)
2. Һин миңә «арыҫлан йөрәк» тимә. Кеше арыҫландан да көслөрәк, хатта батырыраҡ ул (Ричард)
3. Мөхәббәт бит ул иҫ киткес бейеклектәрҙе артылып, уйҙар ғына осоп иңләр алыҫ араларҙы аша үтеп, күҙ яуын алырлыҡ нурҙа рсәсеп, ҡояш кеүек балҡып килергә тейеш… (Айгөл)
4. Хаталарыма ғәфү, йәнемә тыныслыҡ эҙләйем. (Ябағаев)
5. Хәҙер инде мин айыу үсекләр йәштән үткәнмен (Ябағаев)
6. Яралар уңала, ә йөйҙәр ҡала. Йәмһеҙ, шөҡәтһеҙ йөйҙәр барыбер ҡала… (Илдар)
7. Аҙашҡан айыу балаһы мин… (Айгөл)
8. Кеше эшенә, кеше тормошона шулай һөмһөҙ килеп тығылыу–ниндәй тупаҫлыҡ, наҙанлыҡ! (Зөлхәбирә)
9. Иң ҡара болот та бер килеп тарала, хазинам минең! (Пиккио)
Тереләр гел юлда. Гел эҙләйҙәр, табалар, юғалталар. (Сит кеше)
Алып барыусы – Хәҙер «Ай тотолған төндә» трагедияһынан репликалар килтерәбеҙ. Улар буйынса һеҙ кем тураһында һүҙ барғанын йәки кемгә төбәлгәнен әйтергә тейешһегеҙ.
«Ай тотолған төндә» трагедияһынан репликалар.
1. Тәңкәбикә. Ул йыбытҡының ауыҙынан һүҙе сыҡҡансы, ҡош бала сығарып өлгөрөр. (Ялсығол)
2. Шәфәҡ. …торғаны менән Йософ пәйғәмбәрҙең игеҙ һыңары. Өҫтәүенә, үҙе сәсән. (Аҡъегет)
3. Диуана. Ҡыҙ түгел ул, килен, Юлмырҙаның бисәһе. (Шәфәҡ)
4. Дәрүиш. Маңлайыңда ҡара иңең дә бар икән…(Диуана)
5. Тәңкәбикә. Был–пәйғәмбәр илсеһе. …Бар шөғөлө–бәндәләргә иман таратыу. (Дәрүиш)
6. Диуана. …Һин бит кеше түгел, йылан. Ана, ҡойроғоң да бар… (Дәрүиш)
7. Дәрүиш. …минең шәүләмһең һин. Мин ни теләһәм, шуны эшләрһең. Һинең йәнең дә, тәнең дә юҡ. (Тәңкәбикә)
8. Тәңкәбикә. Хоҙа ҡушмағас, буйыңа ла уҙмай ҡалдың шул. Бала үҫтереп торор инең исмаһам…(Шәфәҡ)
Алып барыусы – Проза – Мостай Кәрим ижадының өсөнсө ҙур тармағы. Был эпик төргә ул бары илленсе йылдар башында ғына тотона.
Алып барыусы – А.С. Пушкин, йылдар яйлап прозаға тарта, тигән шикелле, Мостай Кәримделә уй-тойғолар даирәһенең киңәйеүе үҙенән-үҙе прозаға алып килтергәндер, моғайын.
Алып барыусы – «Өс таған»повесын беҙ барыбыҙ ҙа яратып уҡыныҡ. Һәм хәҙер командаларға ошо повесть геройҙарын һүрәт итеп төшөрөргә кәрәк. Малайҙарҙың шыбаға тотошҡан күренешен һүрәтләгеҙ.
(Командалар һүрәт төшөргән арала «Һоро турғай», «Россиянмын» шиғырҙары яңғырай. М. Кәрим шиғырына яҙылған йыр тыңларға мөмкин)
Алып барыусы – Ваҡыт тамам. Һүрәттәрегеҙҙе тәүҙә тамашасыларға күрһәтегеҙ, унан инде баһамандарыбыҙ өҫтәленә илтегеҙ.
Алып барыусы – Киләһе һынауыбыҙ былайыраҡ булыр. Әҫәрҙең исемен һәм геройҙарын тап килтерергә кәрәк. Тамашасылар һеҙ экранға ҡарағыҙ, ә командаларға шундай уҡ йөкмәткеле карточкалар биреләсәк.
«Өс таған»- Йәнтимер
«Беҙҙең өйҙөң йәме» - Әсхәт
«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» - Ҡорбанғәле
«Ауыл адвокаттары» - Оксана
«Ярлыҡау» - Айҙар
Алып барыусы – Мостай Кәрим ижады берәүҙәргә ҡыуаныс булһа, икенселәргә йыуаныс та ул. Быны, әйтәйек, шағир исеменә тиҫтә йылдар өҙлөкһөҙ килә торған йөҙәрләгән хаттар, телеграммалар, былай телдән әйтелгән йылы һүҙҙәр, мең рәхмәттәр үҙҙәре үк күпте һөйләп тора. (Слайдта хаттан өҙөктәр күрһәтелә)
Алып барыусы – Һеҙгә Мостай Кәримгә хат яҙырға тәҡдим итәбеҙ. Һеҙ яҙған арала беҙ шиғырҙар тыңлап алайыҡ. (Мәктәп уҡыусылары алдан биреп ҡуйылған шиғырҙарҙы ятҡа һөйләй, хаттар яҙылып бөткәс, команда капитандары уларҙы уҡый).
Алып барыусы – Әҙәби кисә-конкурсыбыҙ аҙағына яҡынлашты. Баһалама ағзалары йомғаҡлау һүҙен әйтер. Ә беҙ Мостай Кәримдең «Минән уңды микән бүтәндәр?» тигән һорауына Ирек Кинйәбулатов яҙған шиғыр юлдары менән яуап бирәйек.
Алып барыусы –
Мең ҡат уңдыҡ һинән. Әйтә быны
Һәр замандаш ауыҙ тултырып.
Үҙе бер ғүмерҙәй һинең менән
Бер һөйләшеү берг әултырып.
Ғорурлана меңдәр яҙмышыңа,
Уңдыҡ, тиеп, беҙ ҙә тыуымдан.
Беҙ Мостайлы заман кешеһе, тип,
Әйтер һаман яңы быуындар.
Тик кешеләр генәме һуң әле
Заманалар көнсөл бағырлыҡ.
Ил ағаһы булған улы өсөн
Хатта ерем күкрәк ҡағырлыҡ.
Илде илдәр, телде телдәр менән
Бөтә йәшәйешең тиңләтте.
Хәҙер инде ҙур исемең йөрөй
Танытмаһы булып милләттең.
Күрҙе донъя йырҙар йыһанында
Ниндәй бейек башҡорт осҡанын.
Шундай улы тыуып уңды халҡым,
Уңды һинән Башҡортостаным.

Йомғаҡлау. Командаларҙы бүләкләү.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Һеҙгә Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған иң яҡшы дәрес һәм кластан тыш сара өлгөләре конкурсында яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡытыусыларҙың эштәрен тәҡдим итәбеҙ. Эшегеҙҙә ярҙам булыр, тип уйлайбыҙ.

МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ “ӨС ТАҒАН” ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА
ДӘРЕС - ҺАЙЛАУ

Ситдикова Венера Мәхәсим ҡыҙы,
Салауат районы Лағыр урта мәктәбе

Маҡсат:
1. Белем биреү маҡсаты: әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһенә төшөнөү, образдарға характеристика бирергә өйрәнеү.
2. Үҫтереүсе маҡсат: тәнҡитле фекерләргә өйрәнеү.
3. Тәрбиәүи маҡсат: дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәнеү, кешеләргә ышаныс тәрбиәләү. Тормошта дөрөҫ юл һайларға өйрәтеү.
Йыһаз: әҙиптең портреты, китаптары. Мультимедиапроектор, презентация. Һайлау бюллетендәре.
Эпиграф.
Алыҫ юлға эйәрләйҙәр
Аттарҙың иң яҡшыһын.
Ҙур йомошҡа ебәрәләр
Ирҙәрҙең иң затлыһын.
Мостай Кәрим.
1. Ойоштороу. Яҡшы кәйеф теләү.
*Таҡтала һорау яҙылған: “Ниңә?”
Уҡытыусы: Беҙ бөгөн был дәресте ниңә үткәрәбеҙ? Дәрестә алған белемдәр ҡасан кәрәк буласаҡ? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, әйҙәгеҙ киттек Бөркөтлөгә!
Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Булмаһа, киттек! Кем нисек уйлай, беҙ Бөркөтлөгә барып нимә эшләрбеҙ?
/малайҙар менән танышырбыҙ, башлыҡ һайлағандарын күҙәтербеҙ/
2. Бөгөн унда һайлау. Башлыҡ һайлайҙар.
1. Беҙҙең тормошобоҙ ҙа тик һайлауҙан тора: яҡшы менән яман, изгелек менән яуызлыҡ һәр саҡ бергә йөрөй. Кешегә ошо төшөнсәләрҙе айыра белергә өйрәнергә, һайларға өйрәнергә, яңылышмаҫҡа өйрәнергә кәрәк.
Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ инде?
/һайлай белеү, яманды яҡшынан айыра белеү/
Дәрестең маҡсатын бергәләп әйтеү.
Бөгөн беҙ дәрестә һайлап ҡарабыҙ, кешеләрҙе таный белергә өйрәнербеҙ.
2. Һеҙ һайлауҙарҙың нимә икәнен беләһегеҙме? Ҡасан һайлауҙар була? Кемде һайлайҙар?/президент, депутаттарҙы, ауыл хакимиәте башлығын һайлау/
3. Һүҙлек эше:
Кандидат –һайланыусы кеше
Һайлау бюллетены: һайланыусылар яҙылған исемлек, документ.
4. Ниңә бөгөн беҙгә башлыҡ кәрәк?
/уҡыусылар әҫәрҙән сығып һөйләйҙәр/
5. Көтөүсе Шәрифулла ҡарт эргәһенән ҡайтып барыусы малайҙар тураһында өҙөк сәхнәләштереү. Һәр малайҙың башлыҡ булырға хоҡуғы бар.
Алдан әҙерләнеп килгән малайҙар /әҫәр геройҙары/ үҙҙәре менән таныштыра:
Мин –Айҙар…
Мин –Ғабдулла…
Мин –Вәзир…
6. Ә автор уларҙы нисек һүрәтләй? Дәреслектән табып уҡыу.
7. Әҫәрҙәге малайҙар нимә эшләй? Улар үҙҙәренә ниндәй һынау үткәрә? /өс һынау: йүгереү, көрәшеү, мәргәнлнектә көс һынашыу/
Әйҙәгеҙ, башлыҡ булырға теләүселәргә һорауҙар бирәйек. Улар нисек яуап бирер ине икән?
-Башлыҡ булыр өсөн иң мөһиме нимә? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
-Һеҙҙең иптәшегеҙҙең башлыҡ булғыһы килә. Һеҙҙең дә булғығыҙ килә. Уны еңер өсөн һеҙ нимә эшләр инегеҙ?
1. Ғабдуллаға һорау:
-Вәзирҙе отрядтан сығармайынса булмай инеме?
2. Айҙарға һорау:
-Ниңә һин Ғабдулланың “За отвагу” миҙалын тағып сыҡҡанын оҡшатып еткермәнең?
3. Мостай Кәрим был турала нимә уйлай? Дәреслектән табып уҡыйбыҙ.
4. Ә нимә ул дан? Кеше эше менән данлы булып буламы?
5. Вәзиргә һорау:
-Дуҫлыҡ ҡиммәтме, әллә үҙ көнөңдө үҙең күрә белеү яҡшыраҡмы? Ни өсөн?
6. Яҡупҡа һорау:
-Ни өсөн һинең иптәштәрең менән булаһың килә? Бер үҙеңә тыныс түгелме?
/уҡыусылар –геройҙар яуаптарын бирә/
8. Ә хәҙер һайлаусыларға һорауҙар бирәйек.
-Ғабдулла ниндәй малай? Ни өсөн уны башлыҡ итәләр?
Ошо сифаттар ғына башлыҡ булыу өсөн етәме? Яуаптарҙы таблица формаһында тултырыу.


Ыңғай Кире
Ғәҙел Тиҙ ҡыҙып китә
Тура һүҙле Уйлап еткермәй эшләй
Дөрөҫлөккә бара
Ҡыйыу


/әҫәрҙән миҫалдар мотлаҡ/
- Ғабдулла элекке дуҫы Вәзирҙе ғәфү итергә әҙер, ләкин тиҙ генә быны эшләмәй. Ни өсөн?
/ваҡыт бирә, ысын мәғәнәһендә төҙәлеүен күргәс кенә ғәфү итә/
-Ғабдулланың иң яҡшы сифаты ниндәй? /ысын дуҫ, үҙ –үҙен йәлләмәй ярҙамға ташлана/
-Айҙар һеҙҙең күҙлектән ниндәй малай? /аҡыллы, уйлап эш итә, эшкә шәп, Ғабдулланы ла тиҙ ҡыҙып китеүҙән тыя/
Кире яҡтары бөтөнләй юҡмы?
-Вәзиргә ниндәй сифаттар хас? Төҙәлеүе еңелме уға?
Дәреслектән өҙөктө табып уҡып күрһәтегеҙ.
-Вәзирҙең иптәштәре менән бергә булаһы килеүе ниндәй эпизодтарҙа күренә?
9. Һығымта. Кешегә насарлыҡ эшләү, үс алырға тырышыу кеүек хистәр беҙҙә булмаҫҡа тейеш.
1. Вәзир иптәштәренән үс алырға уйлаймы? Ул нишләй? Был ниндәй сифат?
2. Вәзирҙең дуҫтарын прәниктәр менән һыйлап үҙенә ҡаратырға теләүе ниндәй сифаты тураһында һөйләй? уның урынында һеҙ нишләр инегеҙ?уны ғәфү итер инегеҙме?
3. Кешене ғәфү итә белеү ниндәй сифат ул?
4. Өлгөлө Яҡуп ниндәй малай? Бер кире сифаты ла юҡмы? /үҙ аллы түгел/.
10. Үҙ холҡоңдағы кире яҡтарҙы бөтөрөү өсөн нишләргә кәрәк? /маҡсат ҡуя белеү, ихтыяр көсөн тәрбиәләү, ныҡышмалылыҡ/
11. Физкультминутка.
Башҡортостан –өйөбөҙ,
Йөҙөк ҡашы – үҙебеҙ.
Бер йыр –аҙ, дуҫлыҡта
Кешенең көсө.
/хор менән әйтеү, үҙеңә, иптәшеңә күрһәтеү/
12. Һайлаусылар үҙҙәре өйҙә әҙерләп килгән һорауҙарын кандидаттарға бирәләр.
-Һеҙ малайҙарҙың яңынан дуҫлашыуына шатланаһығыҙмы? Ни өсөн?
-Тағандың терәүе нисәү була? /күпме ҡуйһаң, шунса була/.
13. Һайлаусылар һайлай. Тауыштарҙы һанау.
14. Ни өсөн был кешене һайланығыҙ?
-Тормоштағы идеаль башлыҡты, етәксене нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
-Класс командирын ниндәй сифаттарға ҡарап һайланығыҙ?
/класта уҡыусылар икенсе малайҙы башлыҡ итергә теләһә, Мостай Кәримдең позицияһын, ни өсөн Ғабдулланы башлыҡ итеүен аңлатып китергә кәрәк/.
-Ни өсөн Мостай Кәрим Ғабдулланы башлыҡ иткән?Нисек уйлайһығыҙ?
15. Һәр кеше һайлау алдында тора.Кем булырға? Ниндәй булырға?
Урал батыр эпосында ла Урал менән Шүлгән үҙ юлдарын үҙҙәре һайлай.
/ҡыҫҡаса әйтеп үтеү/
16. Эпиграфты уҡыу. Аңлатыу.
17. Беҙ ниндәй сифаттарҙы үҙебеҙҙә булдырыу өсөн тырышырға тейешбеҙ?
-дуҫлыҡ
-яҡшылыҡ
-изгелек
-ихтыяр көсө.
18. Йомғаҡлау.
1. Изгелеккә һәр саҡ изгелек менән яуап бирергә өйрәнәйек. Сөнки донъяны тик изгелек кенә афәттәрҙән ҡотҡарасаҡ. Яҡшы менән яман һәр саҡ бергә йөрөй. Беҙгә һайлай белеү мөһим.
2. Был әҫәре менән Мостай нимә әйтергә теләй? Ул беҙҙе нимәгә өйрәтә?
3. Баһалар ҡуйыу.
Һеҙ йәш әле. Һуңға ҡалмағыҙ, насар яҡтарығыҙ булһа, бөгөндән төҙәтергә ашығығыҙ, ихтыяр көсөгөҙҙө егеп, үҙ тәрбиә менән шөғөлләнегеҙ. Был тормошта бөтә нәмә үҙегеҙҙән торасаҡ.
4. Дәресте дуҫлыҡ тураһында йыр йырлап тамамлайбыҙ.
19. Өйгә эш: “Минең дуҫым” /инша/; “Минең ыңғай һәм кире яҡтарым” /яҙма эш/.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

Важнейшей задачей современной системы образования является формирование совокупности «универсальных учебных действий», обеспечивающих «умение учиться», способность личности к саморазвитию и самосовершенствованию путем сознательного и активного присвоения нового социального опыта, а не только освоение учащимися конкретных предметных знаний и навыков в рамках отдельных дисциплин. При этом знания, умения и навыки формируются, применяются и сохраняются в тесной связи с активными действиями самих учащихся.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Г.Д.Куватова »

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар! ;)
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»